Башҡорт теле дәрестәрендә ижади шәхес тәрбиәләү
статья (9 класс)

Шәмсетдинова Гөлшат Йәүҙәт ҡыҙы

доклад

Скачать:

ВложениеРазмер
Microsoft Office document icon bashkort_tele_dretrend_izhadi_shhes_trbilu.doc86.5 КБ

Предварительный просмотр:

 Башҡорт теле дәрестәрендә ижади шәхес тәрбиәләү.

Хәҙерге заман йәмғиәтенең нигеҙен һәр яҡтан гармоник үҫешкә ирешкән, тәрән фекер йөрөтә торған, ижади һәләткә эйә булған шәхес тәшкил итә. Шуға күрә хәҙерге шарттарҙа уҡыусыларҙың үҙҙәренең социаль мөмкинлектәрен ғәмәлгә ашырыу, тормошта үҙ урындарын табыу, үҙ- үҙҙәрен камилләштереү мәсьәләләре бик киҫкен тора. Социаль шәхес формалаштырыу өсөн уҡыусыларҙа ижади үҫешкә омтолош тәрбиәләү мөһим.

        Һәр бала – шәхес, улай ғына түгел, ижади шәхес. Кыҙғаныс, мәктәптә һәләтле балаларҙы асыҡлап бөтөрөү һәм уларҙың ижади һәләтен үҫтереүгә иғтибар етеп бөтмәй, мөмкинлектәр ҙә аҙ.

        Шуныһы ҡыуаныслы, һуңғы ваҡытта беҙҙең мәктәптә уҡыусыларҙың ижади һәләтен үҫтереүгә иғтибар көсәйҙе.

        Башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһының төп бурыстарының береһе – уҡыусыларҙың тел һәм әҙәбиәт буйынса ижади һәләтен үҫтереү, ижад итәргә омтолош тыуҙырыу.  

        Уҡыусының ижади һәләте, күп осораҡта, дәрестә асыла. Бының өсөн мин төрлө алымдар ҡулланам., алдынғы тәжрибәнән файҙаланам.  Мәҫәлән, V класта «Фонетика» бүлеген өйрәнгәндә төрлө ижади эштәр үткәрергә мөмкин. Мин кластың үҙенсәлектәрен иҫкә алып, бөтәһенә йә айырым группаларға бүлеп, һәр ҡайһына төрлө эш бирәм. Мәҫәлән, [ғ], [Г], [К], [ҡ], [в] өндәрен дөрөҫ әйтеү һәм яҙыуҙа дөрөҫ күрһәтеү маҡсаты менән, был өндәр башланған һүҙҙәр кертеп, хикәйә йәки әкиәт яҙырға тәҡдим итәм. Нигеҙҙә, улар бер- береһенә оҡшаған булһалар ҙа, һәр бала уға ижади яҡын килә.

Өндәрҙе өйрәнгәндә, уҡыусыларға эште группаға бүлеп тә бирәм. Мәҫәлән, бер группа [ҡ] өнөнә, икенсеһенә  [к] өнөнә башланған һүҙҙәр табарға һәм уларға рифмалар табарға тәҡдим итәм.

ҡ                                                                        к

ҡаҙ-таҙ                                                       кисен –мисен

ҡаш-таш                                                     көндөҙ-һөмһөҙ

ҡала-һала                                                   көслө –шөшлө

ҡара – бара                                                күҙле -һүҙле

        Ошондай төрҙәге күнегеүҙәрҙе лексика бүлеген үткәндә лә эшләтәм. Тағы ла омонимдар үткәндә, бирелгән омонимдарҙан рифма яһап, шиғыр яҙырға.

Болай эшләгәндә, уҡыусылар ритм, рифманы тиҙ тойоп, шиғыр юлдарын еңел яһай башлайҙар. Ләкин иң ҡыйыны - образ тыуҙырыу, яңы фекер әйтеү. Төрлө алымдар ҡулланғанда ла уҡыусыларҙың матур, һоҡландырғыс образдар тыуҙырыуына ирешеү еңел түгел, сөнки, күп осораҡта, ул – тәбиғи һәләт емеше. Шулай ҙа уҡыусыларҙың матур образдар тыуҙыра, үҙ фекерҙәрен дә йыйнаҡ образлы итеп әйтеүләренә ирешергә омтылып йәшәйем.

Образ тыуҙырыу, фекер әйтеү өсөн тел байлығы, һүҙ байлығы кәрәк. Дәрестәрҙә тема буйынса шиғыр, мәҡәлә яҙғанда һүҙбәйләнештәр туплау буйынса күнегеүҙәр эшләтәм.Мәҫәлән:

Яҙ – матур яҙ, күләүекле яҙ, шаян яҙ, йылы яҙ, назлы яҙ, яғымлы яҙ, шат күңелле яҙ һ.б.

Яҙ- яҙ көлә, яҙ килә, яҙ ҡыуа, яҙ уята, яҙ назлай.

Бигерәк тә синонимдар темаһын үткәндә, төрлө алымдар ҡулланырға тура килә. Мәҫәлән, ниндәй ҙә булһа ижади эш алдынан таҡтаға терәк һүҙҙәр яҙыла. (йтәйек, «Көҙ» темаһына түбәндәге һүҙҙәр яҙылырға мөмкин:

 

Болай иткәндә, уҡыусыларҙың ижади эштәре образдарға бай, йөкмәткеле була. Уҡыусылырҙың ижади һәләтен үҫтереүгә шағирҙарға эйәреп яҙыу ҙа ярҙам итә. Мәҫәлән, бишенсе класта М.Кәримдең «Һоро турғай» шиғырын уҡығас, үҙҙәренә шиғыр яҙып ҡарарға ҡушам. Һәм бына ниндәй ижад емештәре барлыҡҡа килә:

Минең яҡын урманымда

Йырлай иртән матур турғай.

Йырлай ҙа, мин көлөп ҡуям,

Йә тын ғына тыңлап торам.

Асыҡ яланда йырлай турғай,

 Осоп йөрөй өҫтә турғай.

Ул йырлаһа, йырлай йөрәк,

Йөрәк менән йырлайым мин.

                                      Баймбәтов Азамат

Тыңлағыҙ, дуҫтар,

Һайрай бер ҡош урманда.

Шулдыр бит турғай.

                                 Фәйзетдинова Диана

Тыңлағыҙ, дуҫтар,

Кем һайрай шулай?

(лбиттә, турғай,

Ошолай йырлай.

                                Хәмәтов Наиль.

Уҡыусыларҙың ижади йәки фекер йөрөтөү оҫталығын үҫтереүҙә изложениларҙы ла актив файҙаланам. Иншаға ҡарағанда изложениеларҙы уҡыусылар теләберәк яҙалар, сөнки унда әҙер фекерҙәр күп. Изложениеларҙы ижади итеп яҙҙырам. Эш төрҙәре күп төрлө булырға мөмкин:

-инешенә үҙ фекерҙәреңне өҫтәү;

-йомғаҡлау өлөшөнә үҙ фекерҙәреңде өҫтәү;

-текстта булған хәл-ваҡиғаларға үҙ тормошоңда булған ваҡиғаларҙы өҫтәү.

Бындай эш төрҙәре уҡыусының ижади фекер йөрөтөү һәләтен үҫтерә.Дәреслектәрҙә бирелгән иллюстрацияларға хикәйә яҙырға ҡушам. Мәҫәлән,һигеҙенсе класта К. Дәүләткилдиевтың «Башҡорт өйөнөң күтәрмәһе» картинаһы буйынса эш бирәм. Бындай күнегеүҙәр баланың донъяға ҡарашын киңәйтә, тәжрибәһен байыта. Картина буйынса эш баланың логик фекерләүен, ижади хыялын үҫтерә. Һынлы сәнғәт әҫәрҙәренең идея-тематик йөкмәткеһен, образдарын тикшереү һөҙөмтәһендә уҡыусылар картинаны уҡырға, фекерҙәрен һөйләргә һәм яҙырға өйрәнә.

 Уҡыусыларҙың һөйләм телен, ижади һәләттәрен үҫтереүҙә халыҡ ижадын да ҡулланыу урынлы. Бындай эштәрҙе башланғыс, урта кластарҙа ҡулланыу отошло. Мәҫәлән,  «Исем» темаһын үткәндә, йомаҡтарҙы ҡулланыу урынлы була.

- Алһыу битле ҡыҙ үҫте, ағастан һикереп ергә төштө. Был нимә?

-Алма.

- Тунарһың, тунағанда иларһың. Ул нимә була?

- Һуған.

- Бәләкәй генә йорт, эсе тулы ҡорт.

- Кыяр.

-Ай кеүек түңәрәк, май кеүек һары, үҙе ҡойроҡло, ләкин сысҡан түгел. Был нимә була?

 Йомаҡтарҙың яуаптары таҡтаға яҙылы.

Бер һүҙ менән генә нисек атайҙар был әйберҙәрҙе?

-Йәшелсәләр.

-Ниндәй һорауға яуап бирәләр был һүҙҙәр?

-Нимә.

        ( инде өлкәнерәк кластарҙа бындай эштәрҙе ҡатмарландыра төшәбеҙ. Мәҫәлән,  «Исем» темаһын үткәндә, башланғыс класта үткәндәрҙе ҡабатлайбыҙ һәм тәрәнәйтәбеҙ. Бының өсөн мәҡәлдәр ҡулай. Таҡтаға мәҡәл яҙыла.

Кеше күрке-йөҙ,

Йөҙҙөң күрке- күҙ,

Уйҙың күрке- тел,

Телдең күрке- һүҙ.

Мәҡәлдең башта бергәләп мәғәнәһен асыҡлайҙар.

-Мәҡәл ниндәй һүҙҙәрҙән тора? Һәр һүҙгә һорау ҡуйып сығығыҙ.

 Был һүҙҙәр ниндәй һүҙ төркөмөнә ҡарай?

Мәҡәлдәге һүҙҙәрҙең ялғауҙарын табалар, килештәрен билдәләйҙәр.Ни өсөн һүҙҙәрҙә төрлө   ялғау булыуын асыҡлайҙар.

Шулай уҡ «Исем» темаһын үткәндә мәҡәлдәрҙәге  исемдәргә ялғауҙар өҫтәп яҙҙырыу ҙа урыҫ мәктәбендә уҡыусы башҡорт балаларының ижади һәләтен үҫтереүгә ярҙам итә.

-Аҡыллы…теле күңелен…

Тиле… аҡылы телен…

-Улдың ояты ата…, ҡы… ояты әсә…

-(сә күңеле бала…, бала күңеле дала…

(киәттәр менән танышҡанда ошондай биремдәр бирәм: өлөштәргә бүлеп һәр береһенә иллюстрация төшөрөргә, әкиәтте үҙегеҙсә дауам итергә, насарлыҡ менән яҡшылыҡты һүрәттә күрһәтергә.

         Кластан класҡа был эштәр ҡатмарлана бара. Тора бара уҡыусылар мәҡәлдәр буйынса иншалар ҙа яҙа башлайҙар, был уларҙың ижади фекерләүен үҫтерә.

        Дәрестәрҙә әҙәби викторина- буриме үткәрергә мөмкин. Буриме үткәреү өсөн әҙер рифмалар тәҡдим ителә, уҡыусылар уларҙан шиғыр рифмалары яһайҙар. Мәҫәлән, аҡ ҡайын – көн һайын, балыҡтар- байлыҡтар һәм башҡалар.Ошондай шиғри юлдар килеп сыға:

-Һыуҙа йөҙгән балыҡтар-

Беҙҙең улар байлыҡтар.

-Юл буйында үҫә аҡ ҡайын,

Күргем килә уны көн һайын һ.б.

Ошондай эштән һуң яҙылған бер шиғырҙы тәҡдим итәм:

Бындай дәрестән һуң уҡыусыларға төрлө ижади эштәр бирелә: шиғыр яҙарға, инша яҙырға.Мин уҡыусыларҙың ихлас күңелдән үҙ фекерҙәрен сағылдырған инша яҙыуҙарын маҡсат итеп ҡуям.

Республика күләмендә үткәрелә торған төрлө юбилейҙар уңайы менән , шулай уҡ газеталар уҙҙыра торған инша конкурстарҙа уҡыусыларҙы ҡатнаштырырға тырышам. Республика йәштәр газеталары үткәргән конкурста ҡатнашҡан Йәмәлетдинова Эльвираның иншаһы бик уңышлы тип уйлайым: 

Быуындарға ялғап быуындарҙы,

Илде тотҡан телем, һүҙем бар.

                                                                        Телең барҙа илең бар,

                                                                         Илең барҙа иркең бар,

                                                                             Иркең барҙа күркең бар,

                                                                          Ил биҙәргә дәртең бар,

                                                                         Ерең, күгең- икең бар,

                                                                                   Утың, һыуың –дүртең бар...

Р. !арипов

Тыуған нигеҙемдән йыраҡҡа китеү менән күңелемә ниҙер етмәй башлай.Бәләкәйерәк сағымда мин был хисте һағыныу, тип белә инем.Тора –бара, үҫә төшкәс, күңелемә нимә етмәгәнен аңлай башланым.Был тыуған йортомдо һағыныу ғына булмаған икән. Мин был хисте үҙемсә «туған тел хисе»тип атаным.

        Сит-яттар араһында миңә туған телемдең  көсө, туған телемдең  һүҙе, туған телемдә аралашыу бәхете етмәгән   икән.

 Был хисте татыу бәхете бөтә кешегә лә бирелмәгән. Бары тик туған телен , туған теленең моңон ишетә белгәндәргә генә аңлашыла был хис.

Yҙ төйәгемә әйләнеп ҡайтып, үҙ телемдә өндәшеү менән, йөрәгем күбәләк кеүек леп-леп килә, йәнем осона, талпына.

Бына нимә ул туған тел хисе!

 Ошо телдә генә донъя матурлығының  һәр төҫмөрөн, үҙенсәлеген белдереп була, ошо телдә генә күңелеңдә уйнаған хистәреңде төгәл әйтеп була.  

Ошо хисте татығандар ғына туған телдә әйтелгән һүҙҙең ҡәҙерен белә ала.( был хисте белмәй тороп, Кеше булып та булмайҙыр, моғайын.  

 И ғәзиз әсә теле!Һинең яҙмышың – минең яҙмышым.,Милләтемдең йөҙөк ҡашы ла һин.

Тарихта һиңә ниндәй генә мөһөр һуҡманылар: урам теле лә булдың, икенсе сортлы ла булдың…

 ( ысынында,  һин – милләттең йәне.Һин үлһәң, милләт тә бөтә, һин йәшәһәң ,милләт  тә йәшәй…

Бөгөн мин   дуҫтарыма , яҡындарыма өндәшкән һүҙҙәр менән бынан йөҙ йыл элек тә, мең йыл элек тә беҙҙең ата-бабаларыбыҙ үҙ-ара аралашҡан. Был һүҙҙәр - тарихты киләсәк быуындарға еткереүсе күпер.Был һүҙҙәр – минең тарихым.

Тарихым минең ҡыҙғаныс, фажиғәле.Унда илен-телен яҡлап күтәрел- гәндәрҙең  ҡандары, яндырылған ауылдары, кәмһетелгән йәндәре…Ләкин бер ваҡытта ла башҡорт халҡы теле, ере менән ғорурланыуҙан туҡтамаған.

Ерен - ожмах , телен азан моңо иткән.         

        Kыҙғаныс, заманалар үҙгәреү менән,  телебеҙгә мөнәсәбәт тә үҙгәрә башланы. Кала ерендә үҙ телебеҙҙә һөйләшергә оялабыҙ, милли гәзит- журналдар урынына үҙәк баҫмаларҙы күберәк уҡыйбыҙ. Өләсәйҙәр ауылда ҡаланан ҡайтҡан ейәнсәрҙәре менән аңлаша алмай ыҙалана: тәүгеләре урыҫса белмәй, ә тегеләре- башҡортса.

          Yҙемдең өләсәйемде хәтеремә  төшөрәм. Аҡ яулыҡлы, диҫбе тотҡан иманлы өләсәйем! Ул ҡаланан ҡайтҡан  ағайыма һәр ваҡыт: «Телеңде боҙа күрмә, балам», - тип әйтә торғайны. Өләсәйем   туған телдең урыҫ һүҙҙәре менән  боталыуына күңеле менән ошолай ҡаршы сыҡҡан.Һәм үҙе лә ғүмер буйы ошо тел тип йән атҡан, уға табынған.Һикһән йылдан ашыу ауылынан бер ҡайҙа ла сыҡмаған ябай башҡорт әбейһенең телде  ошолай  ҡәҙерләй  белеүенә, уның изге икәнен аңлауына аптырарлыҡ!

Бөгөн килеп мин  үҙ телемдә әсәйемә: «Яҡыным, бергенәм, ҡәҙерлем», - тип әйтә алам икән, бының өсөн мин ата-бабаларыма  рәхмәтлемен. Һәм тел тигән изге аманатты ҡәҙерләп, һаҡлап, киләсәк быуындарға тапшырырға ла бурыслымын.  Был минең Ерҙәге төп  вазифамдың береһе.

Былар бөтәһе лә эҙләнеүҙәр, көндәлек тырышлыҡ, әлбиттә, беренсе сиратта, уҡыусыларҙың ижади һәләтен үҫтереү йүнәлешендә фиҙаҡар эшләү һөҙөмтәһе.

        

 

 


По теме: методические разработки, презентации и конспекты

«Башҡорт теле дәрестәрендә төркөмдәрҙә эшләү технологияһын ҡулланыу»

ldquo;Дәрес– ҡыҙыҡһыныусанлыҡ һәм әхлаҡиинаныуҙар факелын тоҡандырыусы осҡон”.В.А. Сухомлинский...

Инновацион проект: Башҡорт теле дәрестәрендә ҡиммәтле әсбап, тәрбиә, рухиәт, тел һаҡсыһы, бай мәғлүмәт сығанағы булараҡ милли баҫмаларҙы ҡулланыу

Беҙ, уҡытыусылар, "һүҙ" тигән ҡеүәтле ҡорал менән эш итәбеҙ. Ә милли баҫмалар был "ҡоралды" тағы ла үткерерәк, сәпкә тейҙерерлек итә. Шуға ла, көн һайын өйҙәребеҙгә килеп торған туған телебеҙҙә сыҡҡан...

Методик тема: "Башҡорт теле дәрестәрендә төркөмдә эшләү технологияһын ҡулланыу".

Методик тема: "Башҡорт теле дәрестәрендә төркөмдә эшләү технологияһын ҡулланыу"....

Урыҫ мәктәптәрендә инша - һүрәтләү яҙыу өсөн материал туплау һәм башҡорт теле дәрестәрендә ҡулланыу

Был дәрестә Т.Н. Яблонскаяның "Иртә" картинаһы өҫтөндә эш. Бында инша - һүрәтләү этаптары бирелгән....

Башҡорт теле дәрестәрендә инновацион технологиялар ҡулланып ижади шәхес үҫтереү.

Ижади эшкә ылыҡтырыу, ҡыҙыҡһыныу арттырыу өсөн методик әҙәбиәтте,    дәреслектәрҙе, электрон дәреслектәрҙе, уҡыу программаларын байҡау, танып белеү һәләтлелеге тәрбиәләүҙең төп нигеҙҙәр...