Салауат Юлаев. Аныҡлаусы.
методическая разработка (8 класс)
Предварительный просмотр:
С.Юлаевтың Палдискиҙағы музейы. Аныҡлаусы.
Маҡсат: С.Юлаев тураһында белемдәрҙе тәрәнәйтеү, уның тарихи шәхес булараҡ тарихтағы урыны менән таныштырыу, Палдискиҙағы музейы тураһында белешмә биреү, туған халҡының үткәненә һөйөү тәрбиәләү, аныҡлаусылар тураһында белемдәрҙе тәрәнәйтеү.
Йыһаҙлау: проектор, карточкалар, китаптар күргәҙмәһе, презентациялар.
Дәрес барышы.
- Өй эшен тикшереү.
С.Юлаев шигырын ятлау. Бер нисә уҡыусы рус телендә лә һөйләй.
Проекторҙа С.Юлаев портреты.
С. Юлаев тураһында әңгәмә.
- Кем ул Салауат Юлаев? (С. Юлаев –шағир-имровизатор, башҡорт халҡының милли геройы, Крә6тиән һуғышы етәкселәренең береһе).
- Ул ҡайҙа тыуған?
- Ул ҡайҙа һөргөнгә ебәрелә?
С. Юлаевтың тормошо һәм ижады . Уыусылар әҙерләгән презентациялар ҡарала.
1-се презентация-С. Юлаевты халыҡ нисек мәңгеләштергән
2-се презентация- Салауат-халыҡ хәтерендә
-Уҡыусылар, С.Юлаев образы -бөгөн дә сәнғәттә популяр образ. Беренселәрҙән булып был образды эстрадаға «Карауанһарай» төркөмө алып инде. «Kайҙа һеҙ» йыры тыңлана.
Беҙ әле официаль рәүештә батырҙың исемен мәңгеләштереүҙең ми6алдарын күрҙек.. Салауат исемен халыҡ ер-һыу атамаларында һаҡлаған. Мә6әлән, Йүрүҙән йылғаһының уң яҡ ярында Салауат мәмерйәһе бар. Салауат районында шулай уҡ Салауат юлы, Салауат яланы, Ырымбур өлкәһендә Салауат урманы билдәле. ғәғә йылда М.Мортазин етәкселегендәге Башҡорт кавалерияһы «Салауат » исемле газета сығара. Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында Башҡортостан хеҙәтсәндәре үҙ ихтыярҙары менән йыйған аҡсаһына танк, самолет һәм бронепоезд төҙөлөп, уларға Салауат Юлаев исеме бирелә, фронта Салауат Юлаев исемендәге гвардия Башҡорт артиллерия полкы, батырлыҡ өлгөләре күрһәтеп, данлы хәрби юл үтә.
Ғалимдар ҙа уның тормош юлын һәм ижадын өйрәнә.
Уҡыусы сығышы. Мин Инна Гвоздикова тураһында әйтеп үтәм. Ул Краснодарҙа тыуа. Атаһы хәрби кеше була. Советтар Союзы ваҡыты. Атаһын ғаиләһе менән Эстонияға, Палдиски ҡалаһына хеҙмәткә күсерәләр. Был ваҡытта һалдаттар ҡасандыр Салауат ултырған ҡәлғәне төҙөкләндерәләр. Кескенә И.Гвоздикова Салауат тураһында беренсе тапҡыр ошонда ишетә.. Мәктәпте тамамлағас, Мәскәү дәүләт университетынаның тарих факультетына уҡырға инә. Башҡорт егетенә кейәүгә сыға, Өфөгә ҡайта һәм ныҡлап Салауат тормошон өйрәнә. Бер яҙмаһында ул : «Мин Салауатҡа ғашиҡмын»,- тип яҙа. Өфөлә архив етәксеһе булып эшләүе лә уға Салауат тормошон өйрәнеүҙә ярҙам итә.
Интерактив таҡтала Салауаттың шиғырынан өҙөк:
Kайтыр инеем тыуған илемә,
Kарҙар яуған минең юлыма.
Kарҙар яумаған, ай, юлыма,
Дусар булдым дошман ҡулына.
-Уҡыусылар, был юлдарҙы нисек аңлайһығыҙ?
С.Юлаевты каторғаға ҡайҙа ебәрәләр?
Һеҙ нисек уйлайһығыҙ, Палдиски ҡалаһында Салауаттың эҙҙәре бөгөнгө көндә лә һаҡлана микән?
-Бына бөгөн беҙ уны белербеҙ.
-текст уҡыла.
-һүҙлек өҫтөндә эш. (карточкалар менән эш формаһында үткәрелә)
Иҫтәлек-быт
Дәлил- сведения
Йыһаҙландырылған- реликвия
Мәғлүмәт- доказательсвто
ҡомартҡы -оборудован
Көнкүреш-память
Һәр уҡыусыға ошондай карточка бирелә, ундағы хаталар төҙәтелә.
Проектор аша дөрө6 вариант күрһәтелә, эштәр үҙ аллы тикшерелә.
Проектор аша Палдиски музееның экспонаттары күрһәтелә.
Текст буйынса әңгәмә.
-С.Юлаевтың һәйкәле ҡайҙа урынлашҡан?
-Унда ниндәй ҡомартҡылар бар?
Грамматик тема.
Таҡтала проектор аша һөйләмдәр күрһәтелә:
С.Юлаев- герой. С.Юлаев- башҡорттоң данлы геройы.
-Һөйләмдәрҙе сағыштырығыҙ. Улар бер-береһенән нисек айырыла? Кайһы һөйләм матурыраҡ? Ни өсөн? Һөҙөмтә яһала.
Китаптан аныҡлаусының билдәләмәһе уҡыла.(108-се бит)
Таҡтала һөйләм тикшерелә. Батыр егет- яу күрке.
106-сы күнегеү.(2, 4-се һөйләм)
Салауат Юлаевҡа хас сифаттарҙы һанап сығығыҙ
Йәш
Матур
Көслө
Намы6лы
Батыр
Азат рухлы
Таяныс
Өй эше: ошо һүҙҙәрҙе аныҡлаусы итеп, һөйләмдәр яҙығыҙ;
106-сы күнегеү (яҙма);
А.А.Кузнецовтыц«Салауаттан һорау алыу » картинаһының тарихы тураһында өҫтәмә материал алып килергә.(алдағы дәрес темаһына бәйле).
Уҡытыусы һүҙе. С.Юлаев йәш булыуына ҡарама6тан, о6та полководец була. Ниндәй генә ҡаты яуҙа ҡатнашмаһын, ул үҙ ғәсҡәренең төп көстәрен һәр ваҡыт һаҡлап ҡала ала. ғүүө йылдың сентябрендә полковник Рылеевтың командаһы Салауаттың отрядын ҡыйратһа ла, бөтөнләй тар-мар итә алмай. Салауат отряды артынан һатлыҡ йән Мөҡсин (бделсәләмовтың отряды ла эйәрә. (йткәндәй, Мөҡсин (бделсәләмов Батыршаны ла тотоп Петербургҡа килтерә. Мөҡсин был яҡтарҙы яҡшы белә, Салауатты дурт иптәше менән тотоп бирә.
Йомғаҡлау. Уҡыусылар, беҙ бөгөн кем тураһында һөйләштек?
Уның һуңғы көндәре ҡайҙа үтә?
Нимә ул аныҡлаусы? Һөйләмдә ул ниндәй роль уйнай?
По теме: методические разработки, презентации и конспекты
Рауил Бикбаевтың "Уралыма", \' Салауат ҡылысы\' шиғырҙарын өйрәнеү.
Туған әҙәбиәтенән дәрес планы...
Урок в 6 классе на тему "Степан Злобин «Салауат Юлаев» ".
Урок в 6 классе на тему "Степан Злобин «Салауат Юлаев» ...
Рауил Бикбаев "Салауат ҡылысы" шиғырын өйрәнеү, 6-сы класс
Рауил Бикбаев -Башҡортостандың халыҡ шағиры....
Башҡорт теле. Тыуған илем. Салауат Юлаев.
VI класс уҡыусылары өсөн башҡорт (дәүләт)теленән дәрес өлгөһө....
Асыҡ дәрес өлгөһө. Салауат Юлаев. Уралым. Яңғыҙлыҡ исемдәр.
5-се класс уҡыусылары өсөн башҡорт (дәүләт) теленән асыҡ дәрес өлгөһө....
Салауат Юлаев – башҡорт халҡының милли батыры.
: Салауат Юлаев – башҡорт халҡының милли батыры.Маҡсат:- Халҡыбыҙҙың милли батырының тормош юлын, ижадын өйрәнеү;-...
презентация Салауат Юлаев-милли батыр
Башҡорт халҡы Салауат Юлаевты күңеленә һәм аңына ғына түгел, рухына һәм ҡанына һеңдергән. Шуға күрә милли батырыбыҙ тураһында әҙәби әҫәр яҙмаған бер генә башҡорт яҙыусыһы юҡ....