Асыҡ дәрес өлгөһө. Салауат Юлаев. Уралым. Яңғыҙлыҡ исемдәр.
план-конспект урока (5 класс) на тему

Баранова Зөлфиә Вәлит ҡыҙы

5-се класс уҡыусылары өсөн башҡорт (дәүләт) теленән асыҡ дәрес өлгөһө.

Скачать:

ВложениеРазмер
Файл asyk_dres_olgoho_baranova_z.v.word_.docx21.81 КБ

Предварительный просмотр:

Нефтекама ҡалаһы 10-сы урта дөйөм белем биреү мәктәбе “Белем биреү үҙәге” муниципаль  дөйөм  белем  биреү автономиялы учреждениеһынының башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Баранова Зөлфиә Вәлит ҡыҙының “Салауат Юлаев “Уралым”. Яңғыҙлыҡ исемдәр” темаһына дәрес өлгөһө.

Маҡсаттар:

-милли батырыбыҙҙың тормош юлы һәм ижады менән ҡыҫҡаса таныштырыу;

-С.Юлаевтың “Уралым” шиғырының йөкмәткеһен үҙләштереү;, “Яңғыҙлыҡ исемдәр”темаһын нығытыу;

Тәбиғи байлыҡ менән һоҡланыу, һаҡлау, ҡәҙерен белеү, Тыуған илгә, милли батырыбыҙға ихтирам, мөхәббәт хистәре уятыу.

Йыһазландырыу: 5 класс өсөн дәреслек, проектор, компьютер, документ камера, карточкалар, интерактив таҡта.

Дәрес барышы:      

I.Ойоштороу. Үтелгәнде нығытыу.

-Хәйерле көн!Барыбыҙға ла уңышлы көн теләйек!

1. Слайд “Тырышҡан – ташҡа ҡаҙаҡ ҡаҡҡан” фразаһы таҡтала яҙылған.

-Был һөйләмде нисек аңлайһығыҙ? (Тырыш, уңған кешеләр генә бар эште лә еңеп сыға…).

- Ниңә был мәҡәлде алдым дәрескә?

- Был мәҡәлдән сығып, бөгөнгө дәрестә беҙ нисек эшләргә тейешбеҙ? (Тырышып, ҡатнашып…)

2. Слайд. – Эйе, балалр, беҙ тырышып эшләгәс, уңыштарға, эште еренә еткеререгә, күп белем алырға ирешәсәкбеҙ. Тырышлыҡ+ иғтибарлыҡ+яуаплылыҡ+активлыҡ= уңыш. Уңыш формулаһын сығарҙыҡ. Беҙ эшкә тотонорға әҙер.

Һәр уңышығыҙҙы “Уңыш баҫҡысы” нда билдәләп барығыҙ.

3 слайд. – Хәҙер иғтибар менән слайдҡа ҡарайбыҙ.

  • Нимә күрәбеҙ?( Һәйкәл)
  • Һәйкәлде кемгә һәм ни өсөн ҡуялар?
  • Ә был һәйкәл кемгә ҡуйылған?
  • Яҡшы, балалар. Ә был һорау беҙҙән нимә талап итә?
  • Шулай итеп, беҙ дәрестә нимә асыҡларға тейешбеҙ? Салауат тураһында нимәләр беләбеҙ? Күберәк белер өсөн, мәғлүмәтте ҡайҙан алалар?
  1. Яңы тема өҫтөндә эш.
  • Ҡуйылған һорауға яуапты бирелгән текстан эҙләргә тәҡдим итәм.

Текст өҫтөндә эш. Уҡыусыларға текст таратыла. Парлап эшләү алымы менән тексты үҙ аллы уҡыйҙар. Белгән һөйләмдәрҙе билдәләп баралар.

  • Балалар, текстан беҙ Салауат Юлаев тураһында нимә белдек? Ниндәй мәғлүмәт алдыҡ? Кем ул Салауат? Кластер алымы ярҙамында тексҡа йомғаҡлау яһайбыҙ.
  • Шулай итеп, Салауат Юлаев – милли батыр, шағир, сәсән, яуғир, старшина…
  • Тексҡа тағы ла иғтибар менән ҡарайыҡ әле, ни өсөн ҡайһы бер һүҙҙәр ҡалын шрифт менән яҙылған?
  • Был һүҙҙәрҙе нисек атайҙар? (Яңғыҙлыҡ исемдәр)
  • Яңғыҙлыҡ исемдәр нисек яҙыла? Миҫалдар әйтегеҙ. “Уңыш баҫҡысы”.

(Урал тауҙарын һүрәтләндергән картина-һүрәттәр).

  • Слайдта нимә үҙгәрҙе? Был һорау нимәне аңлата икән?

Дәреслек менән эш. 95-се битте асабыҙ.

-Өсөнсө һорау нимәне аңлата инде? (“Уралым”шиғыры)

“Кәйеф һүҙлеге” ярҙамында уҡыусылар үҙҙәренең хистәрен әйтәләр.

  • Шиғыр һеҙҙә ниндәй хистәр уятты?

Һүҙлек өҫтөндә эш. Һүрәттәрҙә, ҡағыҙ биттәрендә яҙыуҙар, картиналар яҙылған. Таҡтаға магнит ярҙамында йәбештерәләр.

Нурға сумған- лучами озарен

Күккә ашҡан – головой под облака, великан

Алтындай – как золото

Көмөштәй- как серебро

Шиғыр буйынса һорауҙар.

  • Нимә тураһында һүҙ бара? Урал тауҙарын һүрәтләгәндә шағир ниндәй һүҙҙәр ҡуллана?

Алтындай, көмөштәй, нурға сумған, күккә ашҡан.

Дәфтәрҙәрҙә эш алымы. Документ камеранан тикшереү.

II.Үтелгәнде нығытыу.

Слайдта нимә күрәбеҙ? Нимә үҙгәргән? Беҙ нимә эшләргә тейешбеҙ?

Шиғырҙы тиҙ отоп алыу алымдарын ҡулланыу.

Уҡыусыларҙың уҡыуы, тасуири уҡыуы. “Уңыш баҫҡысы”

IV    Өйгә эш биреү.

-Өй эше ниндәй булыр икән? ( шиғырҙы тасуири уҡырға, ятлап килергә, ижади эш Урал тауҙары, Тыуған ил тураһында шиғыр яҙып килергә).

Дәресте нығытыу өсөн күнегүҙәр.

  • Шулай итеп, балалар, шиғыр нимә тураһында? Дөрөҫ, Тыуған илгә һөйөү тураһында. Тыуған илгә һөйөү тағы ҡайҙа һаҡлана? Мәҡәлдәрҙә лә һаҡлана.
  •  Бының шулаймы икәнен белер өсөн таҡтаға ҡарайыҡ әле. Бында ниндәй эш төрө көтә? Слайдта. Интерактив таҡтала мәҡәлдәрҙең парын табығыҙ.
  • Эштәрегеҙҙе тикшерегеҙ, үҙегеҙҙең “Уңыш баҫҡысында” баһа ҡуйырға онотмағыҙ.
  • V. Йомғаҡлау. Рефлексия. Проект эше. Күргәҙмәлелек. Төркөмләп эшләү алымы. Беренсе төркөм – “Салауат ижады”, икенсе - “Салауаттың тормош юлы”, өсөнсө – “Салауат Юлаевтың исеме мәңгелек”.Баһалау. “Уңыш баҫҡысы”.
  •            Салауат Юлаев – ул беҙҙең милли батырыбыҙ, халҡыбыҙ өсөн, иркебеҙ өсөн көрәшкән кеше, шағир-импровизатор. Ул үлемдән, язалауҙарҙан да ҡурҡмай, туған халҡының ирке өсөн аҫыл ғүмерен биргән. Халҡыбыҙ батырын онотмай, ҙурлар күңелендә һаҡлай. Уның матур исемен, шиғырҙарын килер быуынға еткерә. Иле өсөн, халҡы өсөн янып йәшәгән егеттәр ҙә, ҡыҙҙар ҙа һәр ваҡыт кәрәк.
  • Флэшмоб Салауат Юлаевтың “Уралым” шиғыры буйынса. Талғын ҡурай моңона бергәләп шиғырҙы һөйләйбеҙ.


По теме: методические разработки, презентации и конспекты

Урок в 6 классе на тему "Степан Злобин «Салауат Юлаев» ".

Урок в 6 классе на тему "Степан Злобин  «Салауат Юлаев» ...

Рауил Бикбаев "Салауат ҡылысы" шиғырын өйрәнеү, 6-сы класс

Рауил Бикбаев -Башҡортостандың халыҡ шағиры....

Башҡорт теле. Тыуған илем. Салауат Юлаев.

VI класс уҡыусылары өсөн башҡорт (дәүләт)теленән дәрес өлгөһө....

Салауат Юлаев – башҡорт халҡының милли батыры.

: Салауат Юлаев – башҡорт халҡының милли батыры.Маҡсат:-         Халҡыбыҙҙың милли батырының тормош юлын, ижадын өйрәнеү;-...

презентация Салауат Юлаев-милли батыр

Башҡорт халҡы Салауат Юлаевты күңеленә һәм аңына ғына түгел, рухына һәм ҡанына һеңдергән. Шуға күрә милли батырыбыҙ тураһында әҙәби әҫәр яҙмаған бер генә башҡорт яҙыусыһы юҡ....