Асыҡ дәрес «Фонетика» темаһын йомғаҡлау
план-конспект урока
5 класс
Скачать:
Вложение | Размер |
---|---|
asyk_dres.docx | 35.7 КБ |
prezentatsiya_microsoft_office_powerpoint.pptx | 2.17 МБ |
Предварительный просмотр:
Тема: «Фонетика» темаһын йомғаҡлау.
Маҡсат: - уҡыусыларҙың тема буйынса алған белемдәрен ҡыҫҡаса ҡабатлау,системаға килтереү;
-һүҙ байлығын, фекерләү ҡеүәһен арттырыу;
-туған телгә һөйөү тәрбиәләү.
Дәрестең төрө: сәйәхәт.
Йыһазландырыу: йыһан,ракета һүрәттәре,һәр планетала
үтәләсәк биремдәр менән слайдтар.
Дәрес барышы:
1.Ойоштороу мәле.
-Һаумыһығыҙ, хөрмәтле уҡыусылар, килгән ҡунаҡтар!
- З.Биишеваның “Туған тел” шиғыры.
- Үтелгәнде ҡабатлау. Бер – береһенә һорауҙар бирәләр.
Бөгөн мин һеҙҙе мөғжизәле белем донъяһына, йыһанға сәйәхәткә илтмәксемен.
1 слайд
Беҙҙән бик алыҫта серҙәр менән уратылған,нурҙар менән яҡтыртылған «мөғжизәле белем донъяһы» бар. Унда тик белемле, зирәк балалар ғына барып етә. Элек ракеталар, самолеттар булмағанда ла халҡыбыҙ был йыһанды ҡәҙерләгән, хөрмәтләгән.
- Ә беҙ бөгөн йыһанға нимә менән сәйәхәткә сығырбыҙ икән? (Ракета)
Әлбиттә, ракета менән. Төҙ ултырҙыҡ,ҡайыштарҙы элдек .Әйҙә инде ,остоҡ.
2 слайд Ракета.
2. Артикуляцион күнегеү.
Балалар, ракета беҙҙе тәүге планетаға алып килде.Ә һәр планета беҙгә эштәр әҙерләгән.
3 слайд «Тел биҫтәһе» планетаһы.Йә ҡарайыҡ,был планета беҙгә ниндәй эш әҙерләгән икән.
1-се бирем. Тиҙәйткесте тиҙ һәм дөрөҫ итеп әйтергә. (Слайд 4 )
Уҡытыусы уҡый, хор менән, һәр кем эстән уҡый, берәмләп һорау
Бисара бесәй бысраҡ баҫҡыс аҫтына боҫҡан. (Слайд 5 )
-Эште бик яҡшы үтәнегеҙ. Юлыбыҙҙы дауам итәбеҙ.Дөрөҫ ултырҙыҡ. Ҡайыштарҙы эдек ,әйҙә остоооҡ.
3. Ҡабатлау,нығытыу өсөн күнегеүҙәр.
-Беҙ туҡталасаҡ икенсе планетаның исеме «Алфавит» тип атала. (6 слайд)
Бында һеҙгә бирелгән һорауҙарға яуап бирергә кәрәк.
а). Башҡорт алфавитында нисә хәреф? (42 хәреф)
б). Бөтә хәрефтәр ҙә өндө белдерәме? (юҡ;ъ,ь)
в). Ниндәй хәрефтәр ике өндө белдерә? (е,ё,ю,я)
г). Башҡорт алфавитында нисә тартынҡы өн бар? (27)
д). Ниндәй һуҙынҡы өндәр иренләшкән? (о,ө,у,ү)
е). Йомаҡтарҙың яуабын әйтегеҙ.
(Слайд 7)
Аҡ ерҙә, ҡара орлоҡ. (хәрефтәр)
Тауҙа бар, өйҙә юҡ,
Һыуҙа бар, ерҙә юҡ. (у хәрефе)
Атта бар, ҡолонда юҡ. (а хәрефе)
2-се бирем.
-Ниндәй өндәр аҙашҡан икән? Ҡайһығыҙ әйтә ала. (Слайд 8 )
а). Минең һеңлем Нәсимә
Баҫма таҡҡан сәсенә.
б). Яр буйында малайҙар
Һыуға бармаҡ һалалар.
в). Бесәй биткәйен йыуа,
Ҡыйығын һыйпап ҡуя.
г). Әсәй эштән ҡайтҡансы
Аш бешерә һалғайным,
Тик ашыҡтым шикелле,
Боҙон артыҡ һалғанмын.
е). Ниндәй саф һауа
Күктән ҡаҡ яуа.
ж). Балыҡтарын майға һалып,
Ҡабала ҡыҙҙыралар.
3-сө бирем. «Яңы һүҙҙәр».
-Афарин, балалар. Тәүге хәрефтәрҙе алмаштырып шат һүҙенән ниндәй һүҙҙәр яһап була.
Шат – ҡат, һат, зат, …
-Дөрөҫ балалар.Беҙ барып етәсәк өсөнсө планета «Уйлап тап» планетаһы. Слайд 9
Түбәндә «йыһан» телендә һүҙҙәр яҙылған. Хәрефтәрҙең урындарын алмаштырып «ер» теленә тәржемә итегеҙ. (Слайд 10 )
Т ә к м ә п (мәктәп)
М ә л ҡ ә (ҡәләм)
Р е д ә с (дәрес)
Ф ә т р д ә (дәфтәр)
Ф ы н и с (синыф)
У ы с ҡ ы у (уҡыусы)
(Слайд 11 )
-Афарин, балалар. Ә хәҙер ял итеп алабыҙ. Беҙҙең алда «Ял минуты» планетаһы. (Слайд 12)
-Инде ял да итеп алдыҡ. Сәйәхәтебеҙҙе дауам итәбеҙ.
Был планетала беҙгә бергәләп бейеп алырға ҡушалар. (Р.Гарипов “Туған тел”)
-Беҙ туҡталасаҡ планета «Һүҙлек диктанты» планетаһы. (Слайд 13)
Число дәфтәргә яҙабыҙ.
(Таҡтаға бер уҡыусы сыға) Орфограммаларҙы әйтәбеҙ.
Һүҙлек диктанты
Еләк, емеш, белем, эре, йома, ялан, ҡыяр, елка, йомран, йүкә, юл.
-Бик яҡшы, балалар. Логорифтарҙы сисегеҙ
а). «Ш» менән төрлө төҫтә еңел ҡыуыҡ,
«Ҡ» менән мамыҡ кеүек, үҙе һыуыҡ. (шар – ҡар)
б). «Д» менән мин көслө ел,
«Д» һыҙ ҡалһам, торған ер. (дауыл – ауыл)
в). Минең менән һәр нәмәнең
Буйын үлсәй алаһың.
«Ө» өҫтәһәң, ер аҫтынан
Поезд менән бараһың. (метр – метро)
г). «Ҡ» менән ул һыуҙа йөҙә,ҡойона
«Ҡ» һыҙ ҡалһа, етмәҫ һымаҡ тойола. (ҡаҙ – аҙ)
д). Йәгеҙ әле «күңелһеҙ» ҙең
Антонимы нисек булла?
Бер хәрефен алһаң әгәр,
Уны тотоп егеп була. (шат – ат)
Беҙҙең алда «Кроссворд» планетаһы.( 14 слайд)
1). Хәрефтәрҙең айырым бер тәртиптә бирелеүе. (алфавит)
2). Ишетеү ағзаһы. (ҡолаҡ)
3). Һүҙҙәрҙәге иң бәләкәй берәмек. (өн)
4). Өндәрҙең тамғаһы. (хәреф)
5). Өндәрҙең бер төрө.(тартынҡы)
6). Бер һуҙынҡы булған һүҙ өлөшө. (ижек)
7). Һулыш алыу ағзаһы. (үпкә)
8). Һуҙынҡыларҙың айырым көс менән әйтелеүе. (баҫым)
а | л | ф | а | в | и | т | ||||||
ҡ | о | л | а | ҡ | ||||||||
ө | н | |||||||||||
х | ә | р | е | ф | ||||||||
т | а | р | т | ы | н | ҡ | ы | |||||
и | ж | е | к | |||||||||
ү | п | к | ә | |||||||||
б | а | ҫ | ы | м |
-Ә хәҙер,балалар, ҡалын һыҙылған вертикаль шаҡмаҡтарҙа яҙылған һүҙҙе уҡығыҙ әле
- Фонетика. Нимә һуң әле ул фонетика? Телмәр өндәрен өйрәнеүсе фән фонетика тип атала. Һөйләгәндә һөйләмдәр ҡулланабыҙ, һөйләмдәрҙе һүҙҙән төҙөйбөҙ, ә һүҙҙәрҙе нимәләр барлыҡҡа килтерә инде? (Өндәр)
Тимәк, беҙ фонетиканы белергә тейешбеҙ.
-Дөрөҫ, балалар. «Фонетика иле» - икһеҙ-сикһеҙ. Бер генә сәйәхәттә лә уны тулыһынса өйрәнеп булмай. Иңләп-буйлап сығыу өсөн беҙ ғүмер буйы һүҙҙәр донъяһында сәйәхәттәбеҙ.Үҙебеҙҙең ер планетаһына ҡайтайыҡ. Слайд 15
Был планета әкиәт ярҙамында белемдәребеҙҙе нығытырға, бөгөнгө дәрескә йомғаҡ яһарға ҡуша.
Унда булған һорауҙарға яуап бирерһегеҙ.Килештекме?
Әкиәт нисек башлана әле?
Борон – борон заманда булған, ти, йондоҙҙар араһында «Фонетика» һәм «Графика» тигән планеталар. «Фонетика» планетаһында “Тылсым тауында ”күҙгә күренмәй торған кескәй генә йән эйәләре йәшәй икән. Ҡасандыр унда бер нимә лә булмаған. Бер ваҡыт «Тылсым тауы» мәмерйәһенән тауыштар сыға башлаған. Иң тәүҙә төпкөлдән
а,о,у,ы,и,э
өндәре һуҙылышып, ҡысҡырышып, шарҡылдашып килеп сыҡҡан, улар артынан
ә,ө,ү
өндәре лә күренгән. Ү өнө яйлап килеп сығыуға, мәмерйә эсендә таштар емерелә башлаған. Ни өсөн икән? (Мәмерйәлә ҡысҡырырға ярамай).
Таштар яуа башлағас, ҡалған өндәр бер – бер артлы атылып сығып өлгөргәндәр, ти. Тәүге өндәр мәмерйәнән сыҡҡанда бер ҡаршылыҡҡа ла осрамағандар, шуға күрә тауыштары ла оҙон булған. Уларҙы ниндәй өн тип атанылар икән? (Һуҙынҡы өндәр). Әйтеп ҡарайыҡ әле. Башҡа өндәр сыҡҡан саҡта ҡаршылыҡҡа осрағандар. Шуға ла улар йомро һәм ныҡ булғандар, өндәрен һуҙып әйтеп булмай. Ул өндәрҙе нисек атанылар икән? (Тартынҡы өндәр). Әйтеп ҡарайыҡ әле.
Тимәк, балалар, «Фонетика» планетаһында нимәләр йәшәй?
- Өндәр.
- Ниндәй өндәр?
- Һуҙынҡылар һәм тартынҡылар.
- Улар нимә менән айырылалар?
- Һуҙынҡылар һуҙылып әйтелә, тарынҡылар – ҡыҫҡа.
- Ни өсөн?
- Барлыҡҡа килгәндә һуҙынҡылар ҡаршылыҡҡа осрамайҙар., тартынҡылар – осрай.
Һуңынан сыҡҡан өндәргә, күңелдәрен күтәреү өсөн ҡыңғырауҙар тарата башлайҙар. Тик бөтәһенә лә етмәй ҡала. Кемдәргә ҡыңғырау эләккән, уларҙың күңелдәре күтәрелеп, шат, көр тауыштар сығаралар, ә кемдәргә ҡыңғырау етмәгән, улар күңелһеҙләнеп кенә бер урында, тауышһыҙ ғына торғандар.
Тауышлы, ҡыңғыраулы тартынҡыларҙы нисек тип атанылар икән? Әйтеп ҡарайыҡ әле.
(Яңғырау тартынҡылар).Мәҫәлән.......
Ә тауышһыҙҙарҙы? (Һаңғырау тартынҡылар). Мәҫәлән.......
Улар күрше «Графика» планетаһында йәшәүселәр менән танышырға теләп, ҡунаҡҡа осҡандар. «Графика» планетаһында уларҙы нимәләр ҡаршылар икән? Кем әйтер?
(ь,ъ хәрефтәре). Өндәр планетаға аяҡ баҫыу менән, хәрефкә әйләнгәндәр ҙә ҡуйғандар, күҙгә күренеп йөрөй башлағандар.
Шул саҡ ғәжәп хәл булып ала: өндәр хәрефкә әйләнә башлағас, шым ғына йөрөгән й үҙенә э, о, у, а өндәрен бер – бер артлы тартып алған да, дүрт хәреф яһаған. Ниндәй хәрефтәр икән? (е,ё,ю,я ) (таблица таҡтаға эленә).
е,ё,ю,я
Ләкин был хәрефтәр ябай булмаған: улар хәйләкәр булған. Ике өн булып ишетеләләр, бер хәреф булып яҙылалар икән.
е –һүҙ башында ике өн менән әйтелһә лә, һүҙ уртаһында э тип кенә әйтелгән. Мәҫәлән: елек, етен,… (таблица таҡтаға эленә). елек, етен,…
Тағы ниндәй һүҙҙәр бар?
ё хәрефе рус теленән ингән һүҙҙәрҙә генә яҙыла, башҡорт һүҙҙәрендә йо рәүешендә. Мәҫәлән: елка, бойоҡ, …(таблица таҡтаға эленә).
елка, бойоҡ, …
Тағы ниндәй миҫалдар килтереп була?
ю хәрефе лә у өнө ишетелгән ерҙә яҙыла., ә инде й өнө ү эргәһенә баҫһа, ике хәреф менән билдәләнә: юл, юрған,… (таблица таҡтаға эленә).
я хәрефе һәр ваҡыт үҙе генә яҙыла.
Тимәк, (е,ё,ю,я – хәйләкәр хәрефтәр) (таблица таҡтаға эленә).
Был өн – хәрефтәр «ЕР» планетаһы барлығын ишетеп ҡалып, кешеләр янына төшөп, уларға һөйләшергә, аралашырға ярҙам итмәксе булғандар. Уларға беҙ йәшәгән ергә, мәктәптәргә осоп килергә бер ниндәй көс тә ҡаршы тора алмай. Һәм бына улар ергә ҡайтып, балалар үҙҙәрен яҡшы үҙләштерерҙәрме, аңларҙармы икән тип ҡайғырып та алғандар.
Беҙҙең яҡшы үҙләштергәнде белеп, шатлыҡтарынан был хәрефтәр бер рәткә теҙелгәндәр. Был рәт нисек атала икән? (Алфавит). (Алфавитты ҡабатлау). Шулай итеп, хәрефтәр Алфавит рәүешендә беҙҙә әле булһа йәшәп яталар, ти. Шуның менән әкиәтебеҙ тамам. Әкиәт оҡшанымы?
Алфавитты ҡабатлау.
Дәресебеҙҙе,сәйәхәтебеҙҙе К.Бакировтың һүҙҙәре менән тамамлайһым килә.
Һөйләшегеҙ туған телдә,
Туйғансы һөйләшегеҙ!
Тел тыуҙырған шатлыҡтарҙы
Кешегә өләшегеҙ!
4. Дәресте йомғаҡлау. Баһалар ҡуйыу.
«Ижеккә һүҙ табыу» уйыны.
Фонетика һәм графика
1.Ҡайһы рәттә һуҙынҡы өндәр генә бирелгән.
А)а,о,у,ы,ө,э,я,ә,е
Б)а,о,у,ы,е,ю,ү,ә,и
В)а,о,у,и,ы,я,ү,е,ө
Г)а,о,ә,ө,и,э,ы
2.Ҡайһы рәттәге хәрефтәр икешәр өндө белдерә.
1.е,ю,а,и,о,ө,у
2.е,é,ю,я
3.Яңғырау тартынҡылар ғына булған рәтте күрһәтегеҙ.
1.п,ф.к,ҡ,с,ҫ,ш,х,һ,т,ч,ң,щ
2.б,в,г,ғ,д,ҙ,ж,з,к,т.с,ң,р
3.б,в,п,ф,г,к,ҡ,т,щ,х,ч,ш
4.Яңғырау тартынҡылар ғына булған рәт юҡ.
4.Хәреф һаны өн һаны менән тап килгән һүҙҙе күрһәтегеҙ
1.егерме
2.таяҡ
3.янъялсы
4.ашъяулыҡ
5. Хәреф һаны өн һаны менән тап килмәгән һүҙҙе күрһәтегеҙ
1.төньяҡ
2.дәрес
3.Юлаев
4.алъяпҡыс
6.Китап һүҙендә нисә һаңғырау,нисә яңғырау тартынҡы бар?
1. Бөтәһе лә һаңғырау тартынҡы
2.Бөтәһе лә яңғырау тартынҡы
3.Ике һаңғырау,бер яңғырау тартынҡы
4.Бер һаңғырау,ике яңғырау тартынҡы
7. Яҡын, юлаҡ һүҙҙәрендә дүртәр хәреф,ә нисәшәр өн бар?
1. өсәр өн
2.дүртәр өн
3.бишәр өн
4.алтышар өн
8.Һандуғас һүҙендә тартынҡы өндәр ҡайһылары?
1.1,3,5,7-се өндәр
2.1,3,4,6,8-се өндәр
3.2,5,7-се өндәр
4.Бөтә өндәр ҙә тартынҡы.
9.Һуҙынҡы өндән башланмаған һүҙҙе күрһәтегеҙ.
1.үлән
2.уҡыусы
3.елән
4.ағас
10.Тартынҡы өндән башланған һүҙҙе күрһәтегеҙ.
1.япраҡ
2.урман
3.иләк
4.өйрәк
11.Асыҡ ижектәрҙән генә торған һүҙҙе күрһәтегеҙ.
1.ҡайын
2.бүлмә
3.ҡармаҡ
4.ундай һүҙ юҡ
12.Егәрле һүҙендә нисә һуҙынҡы,нисә тартынҡы өн бар?
1.3 тартынҡы,4 һуҙынҡы
2.5 тартынҡы, 2 һуҙынҡы
3.6 тартынҡы,1һуҙынҡы
4.4 тартынҡы,3 һуҙынҡы
13.Составында ике өн белдергән хәрефе булған һүҙҙе күрһәтегеҙ
1.уҙаман
2.осоусы
3.ярашыу
4.ыласын
14.Яңғырау тартынҡы менән башланмаған исемде билдәләгеҙ.
1.Кәримә
2.Ғәзимә
3.Дәмирә
4.Венера
17.Ҡайһы һүҙҙең бүленеше юлдан-юлға күсереү ҡағиҙәһенә тап килә?
1.Ил-ьяс
2.и-рекле
3.тубыр-сыҡ
4.алъя-пҡыс
20.10 ҡалын һуҙынҡылы, 10 нәҙек һуҙынҡылы һүҙҙәр уйлап яҙығыҙ.
Предварительный просмотр:
Подписи к слайдам:
Тел биҫтәһе
Тиҙәйткесте тиҙ һәм дөрөҫ итеп әйт
Бисара бесәй бысраҡ баҫҡыс аҫтына боҫҡан
Алфавит
Аҡ ерҙә, ҡара орлоҡ. Тауҙа бар, өйҙә юҡ Һыуҙа бар, ерҙә юҡ. Атта бар, ҡолонда юҡ.
Аҙашҡан өндәрҙе тап.
Уйлап тап
ТӘКМӘП МӘЛҠӘ РЕДӘС ФӘТРДӘ ФЫНИС УЫСҠЫУ
МӘКТӘП ҠӘЛӘМ ДӘРЕС ДӘФТӘР СИНЫФ УҠЫУСЫ
ЯЛ МИНУТЫ
ҺҮҘЛЕК ДИКТАНТЫ
КРОССВОРД
По теме: методические разработки, презентации и конспекты
Контрольный диктант по теме "Глагол"-5кл,К.Р.для 5кл. по теме "Прилагательное".К.Р.для 5кл. по теме"Существительное"К.Р.для 5кл. по теме"Фонетика"К.Р. для 7 кл. за 1 и 2 полугодие.
Контрольный диктант по русскому языку 7 класс по теме "Глагол" помогает проверить качество усвоения основных орфограмм по теме, разработан в соответствии стандарта ФГОСДанная конторльная работа по рус...
Фонетика как учение о звуковой стороне речи Разработка конспекта урока русского языка «открытия» нового знания по теме «Фонетика как учение о звуковой стороне речи. Гласные и согласные звуки. Их классификация»
Урок по теме: "Фонетика как учение о звуковой стороне речи. Гласные и согласные" способствует расширению и углублению знания студентов по теме: “Фонетика, графика, орфоэпия, орфография”...
Обобщающий урок "Фонетико - орфографическая характеристика слова" по теме: "Фонетика" в 5 классе.
Обобщающий урок по теме: "Фонетика" в 5 классе....
Обобщающий урок "Фонетико - орфографическая характеристика слова" по теме: "Фонетика" в 5 классе.
Обобщающий урок по теме: "Фонетика" в 5 классе....
Тема: «Фонетика» темаһын йомғаҡлау.
Тема: «Фонетика» темаһын йомғаҡлау....
Тема: «Фонетика» темаһын йомғаҡлау.
Тема: «Фонетика» темаһын йомғаҡлау....