"Башҡорт халыҡ шағиры Рауил Бикбаевка - 75 йәш" дәрес өлгөһө.
план-конспект урока

Сәләхова Миләүшә Мөсәйәф ҡыҙының сайты

Башҡорт халыҡ шағиры Рауил Бикбаевка -   75 йәш.

Маҡсат:Рауил Бикбаев ижады буйынса алған белемдәрҙе системаға килтереү,йомғаҡлау.

Йыһазландырыу.1.Магнит таҡтаһы,мағниттар,мағнитофон.  2.Өҫтәлдә 6 өлөшкә бүленгән түңәрәк.Һорауҙарҙың һәр өлкәһе-айырым төҫтә:а)фән,тәбиғәт,тормош-йәшел төҫ,б)география-зәңгәр;в)әҙәбиәт теорияһы-һары,г)әҫәрҙән өҙөктәр- ал;д)әҫәрҙәр-ҡыҙыл  .3.Уҡлы өйрөлтмәк.    4.Приздар,бүләктәр.

Дәрес барышы:

Уҡытыусы.Һаумыһығыҙ,һаумы әле                                                                                                                                            

Ниндәй йылы һүҙ икән!

 Күңелдәрҙе иретерлек,

Һәр кемгә лә һүҙ икән.

Һаумыһыгыҙ,уҡыусылар. Әйҙәгеҙ,бер-беребеҙҙе йылмайышып сәләмләйек!

Уҡыусылар.Һаумы ҡояш,

Һаумы,зәңгәр һауа

Һаумыһығыҙ,уҡытыусым

Һаумыһығыҙ.дуҫтарым!

Скачать:

ВложениеРазмер
Файл bashkort_halyk_shagiry_rauil_bikbaevka.docx20.38 КБ

Предварительный просмотр:

Башҡорт халыҡ шағиры Рауил Бикбаевка -   75 йәш.

Маҡсат:Рауил Бикбаев ижады буйынса алған белемдәрҙе системаға килтереү,йомғаҡлау.

Йыһазландырыу.1.Магнит таҡтаһы,мағниттар,мағнитофон.  2.Өҫтәлдә 6 өлөшкә бүленгән түңәрәк.Һорауҙарҙың һәр өлкәһе-айырым төҫтә:а)фән,тәбиғәт,тормош-йәшел төҫ,б)география-зәңгәр;в)әҙәбиәт теорияһы-һары,г)әҫәрҙән өҙөктәр- ал;д)әҫәрҙәр-ҡыҙыл  .3.Уҡлы өйрөлтмәк.    4.Приздар,бүләктәр.

Дәрес барышы:

Уҡытыусы.Һаумыһығыҙ,һаумы әле                                                                                                                                            

Ниндәй йылы һүҙ икән!

 Күңелдәрҙе иретерлек,

Һәр кемгә лә һүҙ икән.

Һаумыһыгыҙ,уҡыусылар. Әйҙәгеҙ,бер-беребеҙҙе йылмайышып сәләмләйек!

Уҡыусылар.Һаумы ҡояш,

Һаумы,зәңгәр һауа

Һаумыһығыҙ,уҡытыусым

Һаумыһығыҙ.дуҫтарым!

Бөгөн беҙ һеҙҙең менән  Башҡорт халыҡ шағиры Р.Бикбаевтың юбилеена бағышлап   ярыш үткәрәбеҙ .Командала уйнаусыларҙың һаны ,жюри ағзалары билдәле.

1уйын –капитандар ярышы

Капитандар бер-береһенә сиратлап икешәр һорау бирә.

Берәр шиғырын яттан һөйләй.

2уйын-индивидуальяуаптар

Уҡлы өйрөлтмәкте бер уҡыусы әйләндереп тора.Уҡ ҡарап туҡтаған өлкәнән һорау бирелә.Әгәр командаларҙың береһе яңылышһа,яуап биреү хоҡуҡы икенсе командаға күҫә.

3 уйын –сиратлап яуап биреү.Бер команда ағҙалары икенсе командағы ҡапма ҡаршы ултырыусыларға сиратлап һорау бирә.Һорауҙар араһында муҙыкаль туҡталыш  

4 уйын –берәмләп яуап биреү.

Бер  команда икенсе команда яуап бирәсәк һорауҙар өлкәһен һайлай.Яуап биреү өсөн бер генә кеше тәғәйенләнә.Әгәр яуаптар дөрөҫ булһа,бер команда биш минут дауамында яуап бирә ала.

5 уйын-“Артабан...артабан”Бер минут эсендә команданың дөрөҫ яуап биреүе иҫәпкә алына.яуап ҡыҫҡа ,аныҡ булырға тейеш.Һорауға яуап бирелмһә “артабан”тип әйтелә һәм киләһе һорау бирелә.

Йомғаҡлау.Мәрәйҙәрҙе иҫәпләү,командаларға бүләктәр.

Һорауҙар теҙмәһе.

Әҫәрҙәр

1.Р.Бикбевтың “Автобиография”китабы нисәнс йылда сыға (1969)

2.Тәүге китабының исеме ?(Дала офоҡтары)

3.Р.Бикбаев –ауыл хәтирәләре,бала саҡта апайҙарына эйәреп балтырған эҙләүе мотивтары ниндәй  шиғырында һүрәтләнә?(“Әсәй ,мине таңда уят әле”)

4Р.Бикбаев ҡайһы шиғырында  ер-һыуҙарҙы һаҡлау темаһын сағылдыра?

(“Кисә төндә Ағиҙелде”)

5.Р.Бикбаев сағыштырыуҙары хәтәр.Был шиғыр юлдары ҡайҙан алынған?

Ҡаҙамаҡсы улар Ер шарын

Штыҡ осона            (“Сонгми”)

Әҙәбиәт теорияһы

1.Р.Бикбаев поэзияһының жанр үҙенселектәрен атағыҙ.( лирик,публицистик әҫр,поэма)

2.Мөхәббәт тураһындағы әҫәре (“Һипкелле ҡыҙға йыр”)

3.Шағир пейзаж лирикаһының аҫыл өлгөлрен тыуҙыра.Улар әҙәбиәт хрестоматияларына ингән. Һанап сыҡ

 (“Күрмәдем дә көндөң ҡыҫҡарғанын”, “Өлгөрмәҫлек ташып бал ҡорттары “)

4.Яҙ миҙгелен һүрәтләгән шиғыры. (“Ҡаҫмағыҙсы төн пәрҙәһен ябынып”)

5.Көҙ мәлен  һүрәтләгән шиғыры .(“Көҙгө тирәктәр).

Фән ,тәбиғәт ,тормош.  

1 Р.Бикбаев  тарих ,тел  һәм  әҙәбиәт институтында нисә йыл ғилми хеҙмәткәр булып эшләй? (60)

2   Шағирҙың шиғырҙар һәм поэмалары ингән йыйынтыҡтарын һанап сыҡ

.(“Дала офоҡтары” “Ҡош юлы” Бураҙналар”,Шағир һүҙем-шағир намыҫы”

3 .. Р.Бикбаевтың Шайехзада Бабич .Тормошы һәм ижады тураһындағы    шиғыры   нисәнсе йылда баҫыла? (1995)        

4.1987 йылда С.Юлаевка бағышланған ниндәй шиғыр яҙған?(   Салауат ҡылысы)

5.Р.Бикбаевҡа Башҡортостандың халыҡ шағиры исеме ҡасан бирелә (1993 й)

6.М.Кәрим Р.Бикбаев тураһында нимә ти ?

“Үҙе-баҫыу,үҙе –һабансы)

Әҫәрҙәрҙән    өҙөктәр.

1.Әллә ҡайҙан аттар сабып үтте

Кемдер йырлай,кешнәй ҡолондар

Беҙ аҙаштыҡ .Ҡояш һаулағас,

Таныш һуҡмаҡ таптыҡ болонда. (“Томан”)

2.Көндөремде ваҡлыҡларҙан әрсеп

Һыҙып ташлап шау-шыу туртаһын

Юлдарыма хафа менән бағам,

Еткән саҡта ғүмерем уртаһы. (“Ғүмер уртаһы”)

3.Һиңә баҡһам ,күңелем күтәренке,

Килсәгем шат та,тыныс та;

Сөнки беләм :

Иңдәреңдә илдең

Урал тигән һынмаҫ ҡылыҫ бар.(“Уралыма”)

4.Далалағы  алһыу таң атыуын,

Тағы килә минең күрәһем;

Уйнаҡлашып йөрөгән тайҡайҙарҙың

Ялҡайҙарын килә үрәһем (“Әсәй ,мине таңда уят әле”)

5.Ҡарайым да,күңелем тулып,

Еркәйемде ҡосаҡлайым (“Һипкелле ҡыҙға йыр”)

6.Ниңә ,ваҡыт,болоттарға төрөнөп,Туҡтап ҡалдың былай тешегеп? (“Кисәге көн әллә нисек булды”)

География

1.Р.Бикбаев ҡайҙа тыуған?(Ырымбур өлкәһе Пакровский  районы  Үрге Ҡунаҡбай  ауылында тыуып үҫкән

2.Р.Бикбаевтың тыуған йылы? (1938.12.1)

3.Ете йыллыҡ мәктәпте ҡайҙа тамамлый ?(  Гәбдрәфик  ауылында)

4.Нисәнсе йылдан   алып Башҡортостан Яҙыусылар союзында ошо ижади ойошманың башлығы булып эшләй?.(1995 й)

5 уйын өсөн һорауҙар

1.Р.Бикбаевтың ниндәй шиғырҙарын беләһеҙ?        (“Уралыма”. “Донъя бигерәк сәйер”,”Әсәй ,мине таңда уят әле”)

2.Ниндәй китаптарын беләһең?(Яңғыҙ ҡоштоң осоп барғаны”,Дала офоҡтары”,Ҡош юлы “, “Лирика “ китабы)

3.Ниндәй китабында бер поэма ла индерелмәгән?(“Һөйөнсө” китабы

4”Һөйөнсө” китабы нисәнсе йылда донъя күрә?      (1979)

5.Ниндәй китабы тотош һағыштан ,заман,ил,ғаләм хәлдәре ,кешенең асылы хаҡында ыҙалы уйланыуҙарҙан туҡылған.  (“Бураҙналар” китабында )

6.Шағир ниндәй китабында үҙ яҙмышы,бәндә яҙмыштары хаҡында ыҙаланып уйлана,тормоштоң яҡты һәм һағышлы яҡтарын байҡай ? (“Яҙмышым” китабында)

7.”Яҙмышым” китабы нисәнсе йылда баҫыла (1988)

8.1991 йылда ниндәй китабы баҫылған (“Һыуһаным-һыуҙар бирегеҙ”)

9.Ниндәй поэмаларын беләһегеҙ? (“Күк әрем”,”Баҙар балтаһы”,)

10.Шиғыр –балладаларын һанап сығығыҙ. (“”Дауыл”,”Бер һүҙ беләм”)

11.Шағир ниндәй   китабында  үҙен яңғыҙ ҡошмон тип атай ? (“Яңғыҙ ҡоштоң осоп барғаны”)

12.Р.Бикбаев әҫәрҙәренең төп темаһы.(  халыҡ яҙмышы,илдең бөгөнгөһөн һәм киләсәген ҡурсалау)

  Уҡытыусының йомғаҡлау һүҙе.

Бөгөн беҙ Башҡортостандың халыҡ шағиры Р.Бикбаевтың ижадына байҡау яһаныҡУл тыуған , туған телен ,халҡын ысын күңелдән яратыуы   көндәлек  эшмәкәрлегендә һәм шиғырҙарында сағыла .2013 йылдың 12 декабрендә  уға 75 йәш.

 Мин дә һеҙҙең Тыуған илегеҙҙе яратыуығыҙҙы,аҡыллы булыуығыҙҙы аң-белемгә ынтылыуығыҙҙы теләйем.Илен,телен яратҡан кеше генә ысын шәхес була ала.

БАШҠОРТОСТАН РЕПУБЛИКАҺЫ МӘҒАРИФ МИНИСТРЛЫҒЫ БАҠАЛЫ РАЙОНЫ МӘҒАРИФ БҮЛЕГЕ.

Уйын-дәрес

БАШҠОРТ ХАЛЫҠ ШАҒИРЫ РАУИЛ   БИҠБАЕВҠА-75  ЙӘШ.

Киләй төп дөйөм белем биреү

 мәктәбенең башҡорт теле

уҡытыусыһы Сәләхова М.М.эше

                                               Баҡалы-2013 йыл


По теме: методические разработки, презентации и конспекты

Рауил Бикбаев. Биография. Презентация

12 декабря 2013 года отмечается юбилей народного поэта Башкортостан Рауиля Бикбаева. Данных о поэте много, но очень мало фотоматериалов. Эта презентация будет полезна во всех классах при изучении жизн...

Рауил Бикбаев "Салауат ҡылысы" шиғырын өйрәнеү, 6-сы класс

Рауил Бикбаев -Башҡортостандың халыҡ шағиры....

Рауил Бикбаев

Рауил Бикбаев ижады...

Рауил Бикбаев. Биография. Презентация

12 декабря 2023 года отммечается юбилей народного поэта Республики Башкортостан Рауиля Бикбаева, имя которого грддо носит наша гимназия. Фото материалов о поэте не так много.. Эта презентация будет по...