Кластан тыш уҡыу дәресе. Алтын көҙҙөң аҫыл биҙәктәре.
план-конспект занятия (5 класс) на тему
- Алтын көҙҙөң аҫыл биҙәктәре.
Скачать:
Вложение | Размер |
---|---|
dres_eshkrtmhe.altyn_kozzon_asyl_bizktre.doc | 50.5 КБ |
Предварительный просмотр:
Тема: | Алтын көҙҙөң аҫыл биҙәктәре. | Кластан тыш уҡыу дәресе. 5 класс.(Проектлау ) |
Дәрес формалары методтары | Уҡытыусы эшмәкәрлеге | Уҡытыусы эшмәкәрлеге |
Маҡсат: | 1.Шиғырҙарҙағы,сәнғәт әҫәрҙәрендәге көҙ образын асыу. 2.Уҡыусыларҙың танып-белеү әүҙемлеген ,үҙаллылығын,ижади һәләтен, ассоциатив фекерләүен, әҙәби текстарға анализ эшләү күнекмәләрен үҫтереү 3.әҙәбиәткә,сәнғәткә һөйөү уятыу, эстетик зауыҡ тәрбиәләү. | Бергәләп асыҡлау |
Йыһазландырыу: | магнитофон яҙмалары, Чайковскийҙың«Йыл миҙгелдәре» яҙмаһы, Левитандың «Алтын көҙ” В.Меосты«Көҙ» картиналары репродукциялары, көҙ тураһында шиғырҙар, компьютер. проектор, фотоматериалдар. | |
Әҙерлек эше: | 1)Көҙтураһында уҡыған шиғырҙарҙы иҫкә төшөрөргә 2)Уҡыусыларҙы төркөмдәргә бүлергә,һәр партаға төҫлө ҡәләмдәр, фломастер, ҡайсы, ҡағыҙҙар әҙерләргә. | Яттан шиғырҙар һөйләү |
Дәрес барышы. | Сәләмләү. Яҡшы кәйеф булдырыу. | сәләмләү |
I.Ойоштороу мәле. | Маҡсат һәм эштәр менән таныштырыу. -Балалар, бөгөн беҙ көҙ тураһында шиғырҙар уҡырбыҙ, музыка тыңларбыҙ, картиналар ҡарарбыҙ. Ә дәрес аҙағына һәр төркөм материалдар йыйып, «Әҫәрҙәрҙә көҙ образы» тигән проект төҙөргә тейеш.Ул ҡулъяҙма йыйынтыҡ йәки стенгазета, мәктәп гәзитенең бер бите килеп сығамы- уныһын үҙегеҙ һайларһығыҙ. | (орауҙарға яуап биреү |
I этап. II.Төп өлөш. | Шиғырҙар тураһында һөйләшер алдынан, Әйҙәгеҙ, иң тәүҙә ассоциаграмма төҙөйөк, йәғни һары төҫлө саған япрағын һүрәтләйек һәм уның тирәләй «көҙ» һүҙен әйткәндә, нимәләр күҙ алдығыҙға килә, шулһүҙҙәрҙе яҙып ҡуяйыҡ. болот ямғыр әбейҙәр сыуағы алтын «Көҙ» күңелле һары япраҡ уңыш (Һәр төркөм үҙенең ассоциаграммаһын төҙөй, аҙаҡ бер-береһе менән алышалар, өҫтәп яҙалар). Уҡытыусы: һәр беребеҙ көҙҙө үҙенсә күҙ алдына килтерә, шуны белдереүсе һүҙҙәрҙе беҙ бер ергә тупланыҡ. Беҙҙең көҙөбөҙ- сағыу, күңелле булып сыҡты. («ассоциация»-бер төшөнсәне икенсе төшөнсә ярҙамында иҫкә төшөрөү) | Актив ҡатнащыу Әңгәмәлә ҡатнашыу |
II этап. | 1-се эш. Көҙ тураһында үҙегеҙгә оҡшаған шиғырҙарҙы уҡыйыҡ. (Уҡыусыларҙың үҙҙәренеке булмаһа, карточкаларға яҙылған шиғырҙарҙан һайларға мөмкин. 2-се эш. Ә хәҙер ошо шиғырҙарҙа булған матур һүҙҙәрҙе һәм һүҙбәйләнештәрҙе яҙып алығыҙ. (Эпитет, метафора, сағыштырыуҙар яҙып алалар. К.Кинйәбулатованың «Көҙ еткәс» шиғырынан: көҙҙөң алтыны, саған ағастары яна ялҡын төҫлө талпынып, йомшаҡ ел, утлы суҡ, һары, йәшел тәңкә. Р.Бикбаев шиғырынан:алтын туҙан, урмандарҙың киске шәфәҡ төҫлө ялҡындары, көҙҙөремдә яна йәйге таңдар, баллы туҙан, йәш ҡар саңы. 3-сө эш. Ә хәҙер бәләкәй хикәйә яҙырға а кәрәк. Ошо яҙып алған матур һүҙҙәрҙе индереп, шиғыр тураһында, шағир көҙҙө нисек һүрәтләүе хаҡында үҙегеҙҙең уйҙарығыҙҙы яҙығыҙ. | Уҡыусылар уҡыйҙар, комментарий бирәләр.) (Уҡыусыларүҙ фекерҙәрен яҙып ҡуялар) |
III этап. | Уҡытыусы: Балалар көҙ тураһында ниндәй йырҙар беләһегеҙ, йырлап алайыҡ. (Ю.Шевчуктың «Көҙ» тигән йырын, «Көҙгө япраҡтар» йырын иҫкә төшөрәләр, улар хаҡында ҡыҫҡаса әйтеп үтәләр. Бына һеҙгә бөйөк композитор Чайковскийҙың «Йыл миҙгелдәре» тигән симфонияһынан көҙ хаҡындағы көйҙө тәҡдим итәм. Һеҙ уны иғтибар менән тыңлағыҙ,шунан ҡайһы шиғырға йәки өҙөккә тап килгәнен билдәләгеҙ,иҫбатлағыҙ. | (Уҡыусылар яуаптары менән сығыш яһайҙар, әңгәмәләшәләр,бер-береһенең яуаптарын тулыландыралар) |
IV этап. | Уҡытыусы: Балалар, беҙ һеҙҙең менән картиналар галереяһында икән, тип күҙ алдына килтерегеҙ. Бында һеҙ Левитандың, В.Меостың картиналарын, төрлө фотоматериалдар күрәһегеҙ (компьютерҙа)Хәҙер һеҙ үҙегеҙгәоҡшаған һәм һеҙ нисек күҙ алдына баҫтыраһығыҙ, шуға тап килгән һүрәтте һайлағыҙ. Был рәссам хаҡында информация табығыҙ, ул нисек итеп көҙ образын шулай оҫта һүрәтләй алды икән- үҙ фекерегеҙҙе яҙығыҙ. | Үҙ фекерҙәрен яҙалар. |
V этап. Рефлексия | Уҡытыусы: Бына хәҙер беҙ үҙебеҙ шиғыр яҙып ҡарайыҡ. Был өлөштө «Ижади оҫтахана» тип атайыҡ.Һеҙ иң элек матур һүҙҙәр ҡулланығыҙ.(Бөтә балалар ҙа шиғыр яҙыу һәләтенә эйә түгел, шуға ярҙамөсөн 1,3 юлдары яҙылған йәки шиғырҙың башы бирелгән, рифмалар яҙылған карточкалар таратырға мөмкин.) Уҡытыусы: үҙегеҙҙең проект эшегеҙгә исем бирегеҙ. Матур шиғри юлдарҙы ҡуллана алаһығыҙ. Исеме сағыу, иҫтә ҡалырлыҡ булһын. Проектарығыҙҙы биҙәп бөтөгөҙ һәм яҡларға әҙерләнегеҙ. Һеҙгә дәрестә нимә оҡшаны..... | Шиғыр яҙып ҡарайҙар Уҡыусылар шиғырҙарын үҙҙәренең проект эштәренә яҙып ҡуялар. |
Өйгә эш: | проекттарҙы яҡларға әҙерләгеҙ. | Дневниктирға өй эшен яҙҙырыу |
По теме: методические разработки, презентации и конспекты
Кластан тыш сара "Аҡйондоҙ менән Аҡйегет"
Общешкольное мероприятие по творчеству народного поэта Башкортостана Мустая Карима...
Кластан тыш сара "Дуҫлыҡ байрамы"
Общешкольное мероприятие по изучению родословной своей семьи,воспитание дружбы,толерантности среди обучающихся...
Кластан тыш сара "Тик тыныс булһын илдәр"
Әҙәби-музыкаль композиция "Тик тыныс булһын илдәр"...
Татар теле дәресе: Кошлар - безнең дусларыбыз. (Кабатлау дәресе)
4 нче сыйныф өчен татар теле дәресе (рус подгр.)...
Әдәбият дәресе - тормыш дәресе
Татар әдәбияты дәресләре өчен...