"Һөнәрһеҙ ир - ҡанатһыҙ ҡош". "Әминбәк" әкиәте буйынса дәрес.
план-конспект урока (5 класс) по теме

БАШҠОРТ ТЕЛЕ ҺӘМ ӘҘӘБИӘТЕ УҠЫТЫУСЫҺЫ

"Һөнәрһеҙ ир - ҡанатһыҙ ҡош". Әминбәк әкиәте буйынса дәрес.

Скачать:

ВложениеРазмер
Файл honrhez_ir_-_kanathyz_kosh.docx25.52 КБ

Предварительный просмотр:

Дәрестең темаһы: "Һөнәрһеҙ ир - ҡанатһыҙ ҡош". ( "Әминбәк" әкиәте буйынса).

Предмет: туған тел һәм әҙәбиәте дәресе

Класс: 5

Төркөм составы:

Етәксеһе: Миңлейәрова Диля Ринат ҡыҙы

Проект төрө: яңы материалды үҙләштереү

Дәрестең маҡсаттары:

1. Уҡыусыларҙың фекерләү һәм күҙаллау һәләтен үҫтереү.

2. Әкиәт төрҙәрен барлап сығып, сағыштырыу аша "Әминбәк" әкиәтенең төрөн билдәләү.

3. Уҡыусыларға ни тиклем һөнәрең күп булһа, шул тиклем бөгөнгө тормош-көнкүрештә йәшәүе еңелерәк икәнен аңлатып, уларҙы белем алыуға әйҙәү.

Башҡорт әкиәттәренә, ижадына ҡыҙыҡһыныу уятыу.

Дәрес төрө: яңы материалды үҙләштереү

Проект эшенең этаптары:

  1. Ойоштороу мәле.

2 мин.

  1. Мотивация булдырыу. План төҙөү.

Парлап эшләү.

10 мин.

  1. Кластер төҙөү.

5 мин.

  1. Әкиәтте уҡыу һәм уҡығанды аңлау.

15 мин.

  1. Группаларҙа эшләү.

10 мин.

  1. Дәресте йомғаҡлау.

5 мин.

  1. Рефлексия

5 мин.

  1. Өйгә эш биреү.

3 мин.

Ваҡыт: 45 минут – бер дәрес.

Кәрәкле ресурстар, материалдар: темаға ҡағылышлы мәҡәлдәр, төрлө һөнәр эйәләре фоталарын слайдта әҙерләү.

Эш һөҙөмтәләһе: һөнәрле кеше был донъяла юғалып ҡалмай, һәр ваҡыт үҙ урынын таба икәнлеген иҫбатлау. Уҡыуысыларҙы темаға ҡағылышлы уйға һалыу. Үҙ-аллы, төркөм менән эшләргә өйрәнеү. Алған белемде аңлы рәүештә ҡулланырға ирешеү.

Дәрес этаптары

Уҡытыусының эшмәкәрлеге

Уҡыусыларҙың эшмәкәрлеге

  1. Ойоштороу мәле.

Сәләмләү. Уҡыусыларҙың әҙерлек кимәлен билдәләү.

Дәрестә әһәмиәтле һәм уңышлы һөҙөмтәләр алыуға теләктәр теләү.

Дәрескә әҙерлек кимәлен тикшереү. Класташтарыңа дәрестә әһәмиәтле һәм уңышлы һөҙөмтләргә килеүҙе теләү.

  1. Мотиваця булдырыу.
  1. Үҙ аллы эште ойоштороу.

Бөгөн беҙ һеҙҙең менән Башҡорт халыҡ мәҡәләдәре менән танышыуыбыҙҙы дауам итәбеҙ.

Эш биреү: Бирелгән мәҡәләдәрҙе уҡып сығығыҙ һәм уларҙың уртаҡ темаһын билдәләгеҙ.

Мәҡәләдәрҙе үҙ аллы уҡыу.

Парлап эшләү.

Бөгөн беҙ һеҙҙең менән «Әминбәк» әкиәтен өйрәнәбеҙ. Әкиәтте анализлағанда, беҙ һеҙҙең менән уның проблемаһын һәм уның төп фекерен асыҡларға тырышырбыҙ.

  1. Был әкиәттә төп герой төрлө һөнәрҙәргә өйрәнә. “Һөнәр” һүҙен итшеткәс һеҙҙең күҙ алдығыҙға нимәләр килеп баҫа.  

Кластер төҙөү.  Уҡытыусы таҡтаға яҙа.

Кластер төҙөү: һөнәр

  1. Әкиәт менән танышыу.

Эш: әкиәтте уҡып сығырға. Уҡытыусы уҡыуҙы ойоштора (башлап үҙе уҡый, артабан селтәрләп уҡыуҙы ойоштора).

Әкәтте уҡыйҙар.

  1. Әкиәттең йөкмәткеһен үҙләштереү.

Һорауҙар бирә:

  1. Кем ул Әминбәк?
  2. Иң беренсе ниндәй һөнәргә өйрәнеп ҡайта?
  3. Икенсе булып ниндәй һөнәр үҙләштерә?
  4. Әминбәк өйрәнгән өсөнсө һөнәр?
  5. Күп һөнәр эйәһе булыу яҡшымы?

Ҡуйылған  һорауҙарға яуап бирәләр.

5. Төркөмдәрҙә эшләү.

Төркөмдәрҙә эшләүҙе ойоштора.

- Хәҙер һеҙ төркөмләп эшләйһегеҙ. Бөтәһе өс төркөм, һәр бер төркөм Әминбәк өйрәнгән   һөнәр тураһынды таблица төҙөй.

1-се рәт беренсе һөнәр һәм ҡасан Әминбәк уны ҡулланыу тураһында;

2-се рәт икенсе һөнәр һәм ҡасан Әминбәк уны ҡулланыу тураһында;

3-сө рәт өсөнсө һөнәр һәм ҡасан Әминбәк уны ҡулланыу тураһында;

Һеҙҙең алдығыҙҙа ҡулланма ята:

 «Эш барышының этаптары»:

  • Текста һөнәр тураһында яҙылған урынын табып аҫтына һыҙығыҙ;
  • Атаһына ҡайтып һөйләгән урынын һәм атаһының яуабын табып аҫтына һыҙығыҙ;
  • Был һөнәре нимәнән ҡотҡарған урынын табып билдәләгеҙ.

Төркмдәрҙең яуабын тыңлау.

Төркөмдәрҙә эшләйҙәр һәм таблица тултыралар.

Һөнәрҙең исеме

Ҡасан уға өйрәнгән һөнәре ярҙам итә

6. Дәресте йомғаҡлау.

Һорауҙар бирә.

1. Нимә өсөн беҙгә төрлө һөнәрҙәргә өйрәнергә кәрәк?

2. Кәрәкмәгән һөнәр буламы?

Һорауҙарға яуап бирәләр.

7. Рефлексия.

Синквейн (5 юллыҡ шиғыр) яҙып ҡарау тәҡдим итеү:

Һөнәр

Һәр бер бала алдында синквейн яҙыу ҡағиҙәһен һалыу.

Синквейн яҙыу ҡағиҙәһе:

Синквейнда 5 юл:

    Беренсе бер һүҙ ул –исем (Һөнәр). Шиғырҙың исеме..

    Икенсе юлда шиғырҙың исеменә ҡағылышлы килгән ике сифат (Файҙалы, ҡыҙыҡ).

   Өсөнсө юлда шиғырҙың темаһын асыҡлап килгән өс ҡылым. (Эшләтә, өйрәтә, йәшәтә).  

Дүртенсе юлда тотош темаға ҡарата блған уй-фекерегеҙҙе тәшкил иткән һөйләм, йәки фраза яҙыла. (Яратам мин һөнәремде). Бында нығынған һүҙбәйләнештәрҙе, мәҡәл, әйтемдәрҙе ҡулланырға мөмкин.

   Бишенсе юлда һүҙ-резюме, темаға ҡағылышлы үҙ уйыңды белдереп килгән һүҙ (Ҡәнәғәтмен).

Яуаптарҙы тыңлай. Уҡыусыларҙың үҙҙәренә ҡуйған билдәрәләрҙе һорай.

Үҙе балаларҙы баһалай.

Синквейн яҙалар. Класҡа уҡып күрһәтәләр. Үҙҙәренә баһа ҡуялар.

8. Өйгә эш.

Бәләкәй генә инша тәҡдим итеү: «Минең буласаҡ һөнәрем»!

Балаларға һөҙөмтәле эш өсөн рәхмәттәр әйтә һәм уңыштар теләп хушлаша.

Өйгә эште яҙып алалар.


По теме: методические разработки, презентации и конспекты

: Яҙ темаһы буйынса үтелгәндәрҙе ҡабатлау.

Предмет: Башкирский языкКласс:5Учебник: Башкирский языкАвтор учебника: Габитова З.М., Усманова М.Ғ.,Демонстративные материалы:карточки, электронная доскаv...

Леонардо да Винчи - анатом

Презентация к уроку ИЗО 6 класс по теме "Построение фигуры человека"...

Р.Ғарипов буйынса йомғаҡлау

Р.Ғариовтың тормошо һәм ижады буйынса йомғаҡлау...

М. Кәримдең "Ярлыҡау" повесы буйынса дәрес-хөкөм

М. Кәримдең "Ярлыҡау" повесы буйынса дәрес-хөкөм...

"Әминбәк" әкиәте буйынса презентация

Презентация 6-сы класс уҡыусылары өсөн төҙөлгән. Ниндәй һөнәр яҡшыраҡ, ниндәй һөнәр кәрәкле?...

«Әминбәк» әкиәте менән танышыу.

laquo;Әминбәк» әкиәте менән танышыу дәресенә план-конспект тәҡдим ителә....