Рәүеш. Рәүештәрҙең яһалышы.
план-конспект урока (7 класс) на тему

Глимова Фәнилә Фуат ҡыҙы

Рәүеш. Рәүештәрҙең яһалышы. 

Скачать:

ВложениеРазмер
Файл plan.docx31.69 КБ
Файл ruesh.pptx745.5 КБ

Предварительный просмотр:

Тема: Рәүеш. Рәүештәрҙең яһалышы. (7 класс).

Маҡсат: һүҙ төркөмө булараҡ, рәүештәрҙең яһалышы, төрҙәре менән танышыу, дөрөҫ  яҙыу, телмәрҙә ҡулланыу үҙенсәлектәрен аңлатыу, ҡуйылған проблеманы эҙмә-эҙлекле сисеү; анализлау, сағыштырыу һөҙөмтәһендә һығымта яһарға өйрәтеү; телгә ҡыҙыҡһыныу уятыу, һөйөү тәрбиәләү, балаларҙа ижади хис тәрбиәләү.

Предмет УУЭ һөҙөмтәләре: тема буйынса яңы һүҙҙәр, һүҙбәйләнештәр өйрәнеү, уларҙы  бәйләнешле телмәрҙә ҡулланыу, рәүеш һүҙ төркөмө менән таныштырыу.

Метапредмет (предмет-ара) УУЭ һөҙөмтәләре:

а) регулятив: уҡытыусы менән берлектә дәрес темаһын, маҡсатын билдәләргә күнегеү, эш алымдарының дөрөҫлөгөн баһалау, үҙ фекереңде логик яҡтан эҙмә-эҙлекле итеп әйтергә өйрәнеү, булған белемдәрен барлау, баһалау;

б) танып белеү: өлгө буйынса эш итә белеү, үҙеңә кәрәкле мәғлүмәтте эҙләргә, тейешле йүнәлештә ҡуллана белергә өйрәнеү;

в) коммуникатив: темаға ҡарата бәйләнешле текст төҙөй белеү, үҙ-ара аралашыу, хеҙмәттәшлек итә белеү;

Шәхси УУЭ һөҙөмтәләре: үҙаллылыҡ сифаттарын, аралашыу этикетен үҫтереү, кейем кейеү, һатып алыу үҙенсәлектәрен белеү, уңышлы уҡыу эшмәкәрлеге критерияһы нигеҙендә үҙ-үҙеңә баһа бирә белеү.

Предмет-ара бәйләнештәр: туған тел, урыҫ теле, тормош һабаҡтары.

Дәрес төрө: яңы тема өйрәнеү дәресе.

Йыһазлау: дәреслек, мультимедиа презентацияһы, таратма карточкалар.

Дәрес барышы.

  1. Ойоштороу мәле.

Хәйерле көн, матур ҡыҙҙарға!

Хәйерле көн, батыр улдарға!

Хәйерле көн, ҡунаҡтарға!

-        Балалар, бөгөнгө дәресте беҙ шиғыр менән башлайбыҙ. Әйҙәгеҙ бергәләп уҡыйыҡ.

Һаумы, ҡояш!

Һаумы, дуҫым!

Һаумыһығыҙ, уҡытыусым!

Һаумыһығыҙ, ҡунаҡтар!

- Дети, посмотрите друг на друга, улыбнитесь, мысленно передайте друг другу  самые лучшие пожелания.

- Ә хәҙер телмәребеҙ шыма, матур булһын өсөн күнегеүҙәр эшләп алайыҡ.

Тамаҡты ҡарағанда доктор нимә әйтергә ҡуша? (а-а-а-а)

Ҡаҙҙар нисек  ҡаңғылдай? (ға-ға-ға)

Эттәр нисек ырылдай? (р-р-р)

Тишек шарҙан һауа нисек сыға? (с-с-с)

Бал ҡорто нисек йырлай. (бҙҙҙ-бҙҙҙ-бҙҙ)

Ҡарға   нисек ҡарҡылдай. (ҡар-ҡар-ҡар)

Йылан   нисек ыҫылдай. (ҫҫҫ-ҫҫҫ-ҫҫҫ)

2. Кроссворд сисеү. Һүҙҙәрҙең  антонимдарын табып, яуаптарҙы кроссвордҡа

И

Р

Т

Ә

Г

Ә

Ш

Ә

П

Й

Ә

Й

Ә

Ү

Э

Л

Е

К

Б

А

Ш

Т

А

тултырырға.

Бөгөн түгел …иртәгә.

Яй түгел …шәп.

Һыбай түгел …йәйәү.

Хәҙер түгел … элек.

 Аҙаҡ түгел … башта.

 

Уҡыусылар, кроссвордта ниндәй һүҙ килеп сыҡты? РӘҮЕШ.

Уҡыусылар, был һүҙҙәр ниндәй һорауҙарға яуап бирә?

Улар ниндәй һүҙ төркөмдәренән килә? – Нисек? Ни рәүешле? Былар – рәүештәр.

3. Тема, ма3сатты билд9л97.

Әсәйем матур гөлдәр үҫтерә. Тамсы гөлө матур үҫкән.

Парлы һөйләмдәрҙе сағыштыр. 2. Ҡалын хәреф менән бирелгән һүҙҙәр нимәне асыҡлай? 3. Исемде асыҡлағандары ниндәй һүҙ төркөмөнә ҡарай? Иҫеңә төшөр. 4. Ҡылымды асыҡлағандары тураһында нимә әйтерһең?)

Слайдта бирелгән һүҙбәйләнештәрҙән рәүеш булғанын ғына дәфтәрегеҙгә яҙып алығыҙ. Ике минут ваҡыт.

Матур ҡыҙ, тиҙ йөрөй, яҡшы көн, яҡшы белә, йәйәү бара, йәйәүле кеше, алыҫ район

Тимәк рәүеш ҡылым алдынан ғына килә.

Уҡып ишеттерегеҙ. Бер нисә бала уҡый.

Афарин!

4. Мотивация булдырыу, уҡыу мәсьәләһен ҡуйыу.

- Уҡыусылар, афариндар, һеҙ маҡтау һүҙҙәренә лайыҡһығыҙ. Һеҙҙең менән ошо

эштәрҙе эшләгәндән һуң слайдҡа маҡтау һөйләмдәре яҙып ҡуйҙым. Иғтибар итегеҙ:

йәйәләр эсендә рәүештәрҙең рус телендәге варианты бирелгән, уларҙы тәржемә

итеп, дөрөҫ уҡырға кәрәк буласаҡ. - Уҡыусылар дәрескә бөгөн (хорошо )

әҙерләнгән.   ( Яҡшы)

– Малайҙар ҙа, ҡыҙҙар ҙа (по – башкирски) һөйләшәләр.   (Башҡортса)

- Балалар яуапты( быстро – быстро) тапты.  (Тиҙ – тиҙ)

Ошо һүҙҙәргә иғтибар итегеҙ, уҡыусылар, улар нисек яһалған?

Яҡшы һүҙенең ялғауы бармы? – Юҡ.Тимәк был һүҙ тамырҙан ғына тора.

Башҡортса һүҙенең ялғауы бармы? – Бар – сы ялғауы ярҙамында яһалған.

Тиҙ – тиҙ һүҙенең ялғауы бармы? – Юҡ, улар ҡабатланып килгән.

Эйе, уҡыусылар, рәүештәр ялғауҙар ярҙамында ла формалаша, тамырҙан ғына ла торорға мөмкин, ҡушма һүҙҙәргә лә әйләнә икән. –

Ә ни өсөн, уҡыусылар, беҙ рәүештәрҙе нисек яҙырға белмәй икеләнеп ҡалдыҡ?

(– Сөнки беҙ әле рәүештәрҙең яһалышын белмәйбеҙ).

- Дөрөҫ. Тимәк беҙ бөгөнгө дәрестә алдыбыҙға ниндәй маҡсат ҡуябыҙ?

(- Бөгөн дәрестә рәүештәрҙең яһалышын белергә тигән маҡсат ҡуябыҙ).

Дөрөҫ, тимәк рәүештәрҙең яһалышын үҙләштерергә тигән маҡсат ҡуябыҙ.

Шулай уҡ, уларҙы телмәрҙә урынлы ҡулланырға өйрәнергә, дөрөҫ яҙыу күнекмәһе өҫтөндә эшләргә тейешбеҙ. Дәрестә берҙәм, тырышып эшләһәк, маҡсатыбыҙға ирешербеҙ тип ышанам.

5. Яңы материалды үҙләштереү буйынса балаларҙың эшмәкәрлеге.

(Слайдта рәүештәрҙең төрҙәрен сағылдырған таблица күрһәтелә).

Тамыр              Яһалма                       Ҡушма

иртәгә                ауылса                          бер аҙ

кисә                  ҡышын                          ялан баш

һәйбәт              башҡортса                     саҡ - саҡ

оҙаҡ                  елдәй                             арлы - бирле

шәп                  рәхәтләнеп                     аяҡ – өҫтө

 “Һорау – яуап” алымы:

- Хәҙер, уҡыусылар, беренсе бағаналағы һүҙҙәргә иғтибар итегеҙ, улар нисек

яһалғандар?

- Беренсе бағанала бирелгән һүҙҙәр тамырҙан ғына тора, уларға бер

ниндәй ҙә ялғау ҡушылмаған.

- Тимәк улар ниндәй рәүештәр? - Улар тамыр рәүештәр.

- Икенсе бағаналағы һүҙҙәргә ҡарайбыҙ. Улар тураһында нимә әйтербеҙ, нисек

яһалғандар?

- Икенсе бағаналағы һүҙҙәр ялғау ярҙамында яһалғандар. Улар яһалма

рәүештәр була.

- Һәм, өсөнсө бағаналағы һүҙҙәргә ҡарайбыҙ. Бында инде нимә тип әйтерһегеҙ?

- Бында һүҙҙәр төрлөсә яһалған, «бер аҙ”, “ ялан баш” һүҙҙәре ике һүҙҙән

тора, улар айырым яҙылалар, ә “саҡ – саҡ”, “арлы – бирле”, “йым – йым”

тигән һүҙҙәр дефис аша яҙылалар, улар ҡабатланып киләләр.

- Тимәк, уҡыусылар рәүештәр яһалышы буйынса ниндәй төрҙәргә бүленәләр?

– Рәүештәр яһалышы буйынса тамыр, яһалма, ҡушма булалар.

– Нисек яһалалар? Тамыр рәүештәр тамырҙан ғына тора, яһалма рәүештәр

яһаусы ялғауҙар ярҙамында яһала, ҡушма рәүештәр ике һүҙҙән тора һәм

ҡабатлау юлы менән дә яһалалар.

- Ҡабатлау юлы менән яһалған ҡушма рәүештәр нисек яҙылалар?

- Ҡабатлау юлы менән яһалған ҡушма рәүештәр дефис аша яҙылалар.

6. Ял минуты.

Был бармаҡ олатай,                                      

 Был   бармаҡ өләсәй,                                      

 Был  бармаҡ  атай,                                                              

Был  бармаҡ  әсәй,                                        

Был  бармаҡ  бәләкәй

Уның  исеме …

7. Таҡтала текст.

Беҙҙең өйҙә бөгөн байрам. Беҙгә ҡунаҡтар килде. Өләсәйем бәлеш, ҡоймаҡ бешерҙе. Әсәйем тәмле торт, кәнфиттәр һатып алды. Байрам бик күңелле булды.

8. Һүҙлек эше.

берәгәйле – должным образом; как следует

илке-һалҡы – кое-как; так себе

Арымай-талмай – неутомимо, не покладая рук

Көскә-көскә – еле-еле, кое-как

9. Дәреслек менән эш.

182- се бит 90-сы күнегеү.

10.Эш. Ҡушма рәүештәр яһарға.

Һирәк

Арымай

Илке

Яҙлы

Көскә

Әленән

Баш

Аҙмы

Тиҙ

тиҙ

талмай

көскә

көҙлө

әле

түбән

мирәк

күпме

һалҡы

11. Һорауҙарға яуаптар.

1. Что обозначает наречие:    1. Предметтың билдәһен

                                                    2. Хәрәкәттең исемен

                                                    3. Хәрәкәттең билдәһен

                                                    4. Предметтың һанын

2. На какие вопросы отвечает наречие:

  1. Ҡасан?  Ҡайҙа?   Нисек?   Ни өсөн? Ни рәүешле?
  2. Кем?  Нимә?  Ни?  Кемдеке?
  3. Ни эшләй?  Ни эшләне?   Ни эшләйәсәк?
  4. Ниндәй?   Ни төҫлө?  Ҡайһы?

3.В каком ответе даны наречия:

  1. Ҡарбуҙ, өҫтәл, алма, һут, китап
  2. Иртәнсәк, кисен, алыҫта, юғары, тиҙ
  3. Матур, сибәр, нәфис, гүзәл, зифа
  4. Ашыға, яратты, уйланы, осраштылар

12. Йомғаҡлау.

Нисек уйлайһығыҙ, уҡыусылар, дәрес башында ниндәй маҡсат ҡуйылғайны? (рәүештәрҙең төрҙәрен, яһалышын үҙләштерергә)

- ҡуйған маҡсатҡа ирештекме?

- Рәүештәр ни өсөн төрлөсә яҙыла? - Сөнки рәүештәрҙең төрлө төрҙәре бар

- Уларҙың ниндәй төрҙәре бар? - Тамыр, яһалма, ҡушма.

- Ҡасан дефис аша яҙылалар? - Парлау, ҡабатлау юлы менән яһалған рәүештәр дефис аша яҙылалар.

13. Уҡыусының хеҙмәтен, эшмәкәрлеген баһалау.

  1. Бөтә эштәрҙе лә дөрөҫ эшләнем – 3 балл
  2. Таҡтаға сығып эшләнем – 1 балл
  3. Урындан дөрөҫ яуап бирҙем – 3 балл
  4. Һорауға яуап бирергә тырыштым – 1 балл
  5. Яҙма эште тулыһынса башҡарҙым – 1 балл
  6. Уҡытыусыны бөтә дәрес барышында  иғтибар менән тыңланым – 1 балл

1-3 балл – “3”

3-6 балл – “4”

6-нан күберәк – “5”


Предварительный просмотр:


Подписи к слайдам:

Слайд 2

Тамаҡты ҡарағанда доктор нимә әйтергә ҡуша ? Ҡаҙҙар нисек ҡаңғылдай ? Эттәр нисек ырылдай ? Тишек шарҙан һауа нисек сыға ? Бал ҡорто нисек йырлай . Ҡарға нисек ҡарҡылдай . Йылан нисек ыҫылдай . (а-а-а-а) ( ға-ға-ға ) (р-р-р) (с-с-с) ( бҙҙҙ-бҙҙҙ-бҙҙ ) ( ҡар-ҡар-ҡар ) ( ҫҫҫ-ҫҫҫ-ҫҫҫ )

Слайд 3

р т ә г ә ш ә п ү ә й ә й э л е к б а ш т а и

Слайд 4

Әсәйем матур гөлдәр үҫтерә . Тамсы гөлө матур үҫкән .

Слайд 5

Матур ҡыҙ , тиҙ йөрөй , яҡшы көн , яҡшы белә , йәйәү бара, йәйәүле кеше , алыҫ район

Слайд 6

Онотма ! Һө йләмдә эштең эшләнеү ваҡытын , уры­нын , сәбәбен , рәүешен , ниндәй хәлдәрҙә үтәлеүен аңлатҡан һүҙҙәр рәүеш тип атала . Улар күп ваҡытта ҡылымға эйәреп , нисек ? ҡасан ? ҡайҙа ? күпме ? н и тиклем ? һорауҙарының береһенә яуап була .

Слайд 7

Уҡыусылар дәрескә ( хорошо) әҙерләнгән . Малайҙар ҙа , ҡыҙҙар ҙа (по – башкирски) һөйләшәләр . Балалар яуапты (быстро – быстро) тапты . яҡшы башҡортса тиҙ тиҙ

Слайд 8

Тамыр Яһалма Ҡушма иртәгә ауылса бер аҙ кисә ҡышын ялан баш һәйбәт башҡортса саҡ - саҡ оҙаҡ елдәй арлы-бирле шәп рәхәтләнеп шәп-шәп

Слайд 10

Тамыр рәүештәр : х әҙер, элек, яй, ныҡ, кисә, шәп һ. б.

Слайд 11

Яһалма рәүештәр: Һүҙгә яһаусы ялғау ҡушылып яһалған рәүештәр яһалма рәүештәр була. Мәҫәлән: яҙ-яҙын, ҡыш-ҡышын, йылы-йылылай, батырҙар-батырҙарса һ. б.

Слайд 12

Рәүеш яһаусы ялғауҙар: Рәүеш яһаусы ялғауҙар: 1 . –са /- сә: уның - уныңса, минең - минеңсә, байҙар - байҙарса, уйлаған - уйлағанса, яңы-яңыса; 2. –лата / -ләтә: күрә - күрәләтә, ике - икеләтә, аҡса - аҡсалата; 3. –тай / -тәй, -дай/-дәй, -ҙай / -ҙәй, -лай /- ләй: балыҡ - балыҡтай, көмөш -көмөштәй, үлән - үләндәй, тау - тауҙай, сәскә - сәскәләй;

Слайд 13

4. –ын / - ен / - өн: яҙ - яҙын, иртә - иртән, төн - төнөн, йәй - йәйен; 5. өсөнсө зат ялғауы ҡушылған һүҙҙәрҙән оҡшатыу рәүеше яһау өсөн, ул һүҙгә –ндай /- ндәй ялғауҙары ҡушыла: йылға балығы – йылға балығындай, бәпкә үләне - бәпкә үләнендәй.

Слайд 14

Ҡушма рәүештәр: 1.Рәүештәр парлы һүҙҙәрҙән тора: ара-тирә, илар-иламаҫ, арлы-бирле ,еңел-елпе, йәйен-ҡышын һ.б. 2.Рәүештәр ике тамырҙан (ике һүҙ ҡушылыуҙан) яһала: быйыл- был йыл, барыбер- бары бер, бөгөн- был көн һ.б. 3. Рәүештәр бер үк һүҙҙең ҡабатланыуы менән яһала: йым-йым, саҡ-саҡ, илай-илай, бергә-бергә һ.б. 4. Һ үҙҙәрҙе бәйләү юлы менән : ялан аяҡ, баш түбән, аяҡ өҫтө һ.б.

Слайд 15

Онотма ! Рәүештәр яһалышы яғынан өс төргә бүленә . 1. Тамыр — хәҙер , тиҙ , элек , гел , шәп . 2. Яһалма — яҙын , ҡышын , йәйен , йылылай , эҫе­ләй , ҡояштай , һинеңсә . 3. Ҡушма — үрле-түбәнле , илке-һалҡы , иртә­ле-кисле , шәп-шәп , гел-гел .

Слайд 16

Ял минуты

Слайд 17

Был бармаҡ олатай, Был бармаҡ өләсәй, Был бармаҡ атай, Был бармаҡ әсәй, Был бармаҡ бәләкәй Уның исеме …

Слайд 18

*72лек эше. берәгәйле – должным образом; как следует и лке-һалҡы – кое-как ; так себе а рымай-талмай – неутомимо, не покладая рук к өскә-көскә – еле-еле, кое-как

Слайд 19

Эш: Ҡушма рәүештәр яһарға Һирәк Арымай Илке Яҙлы Көскә Әленән Баш Аҙмы Ти ҙ тиҙ талмай көскә көҙлө әле түбән мирәк күпме һалҡы

Слайд 20

Баһалау критерийҙары: 0 хата – «5» 1-2 хата – «4» 3 хата – «3»

Слайд 21

Что обозначает наречие: 1. Предметтың билдәһен 2. Хәрәкәттең исемен 3. Хәрәкәттең билдәһен 4. Предметтың һанын

Слайд 22

На какие вопросы отвечает наречие: Ҡасан? Ҡайҙа? Нисек? Ни өсөн? Ни рәүешле? Кем? Нимә? Ни? Кемдеке? Ни эшләй? Ни эшләне? Ни эшләйәсәк? Ниндәй? Ни төҫлө? Ҡайһы?

Слайд 23

В каком ответе даны наречия: Ҡарбуҙ, өҫтәл, алма, һут, китап Иртәнсәк, кисен, алыҫта, юғары, тиҙ Матур, сибәр, нәфис, гүзәл, зифа Ашыға, яратты, уйланы, осраштылар

Слайд 24

Определите, на какие вопросы отвечают выделенные слова : Март йылы булһа, яҙ һалҡын булыр. Нисек? Ҡасан? Ҡайҙа? Нимә?

Слайд 25

Раскройте скобки : ( На дорогу ) сүп - сар ташлама. ( Перед дождем ) сәскә еҫе ( сильнее ) аңҡый. Дуҫың булһа, булһын ( вместе ) утҡа инерлек. Немец ҡатыны Маргарет Эрсен саф ( по-башкирски ) һөйләне. Ямғыр яуһа ла,уңыш ( много ) булманы. ( С улицы ) машина тауышы ишетелә. Башҡорт аттары эҫелекте лә, һалҡынлыҡты ла ( легко ) кисерә. Батырҙар күмелгән ерҙән халыҡ ағымы ( никогда ) туҡтамай. Юлға Ямғыр алдынан нығыраҡ бергә башҡортса күп Урамдан еңел бер ҡасан да

Слайд 26

Бөтә эштәрҙе лә дөрөҫ эшләнем – 3 балл Таҡтаға сығып эшләнем – 1 балл Урындан дөрөҫ яуап бирҙем – 3 балл Һорауға яуап бирергә тырыштым – 1 балл Яҙма эште тулыһынса башҡарҙым – 1 балл

Слайд 27

1-3 балл – “3” 3-6 балл – “4” 6-нан күберәк – “5”

Слайд 28

Иғтибарығыҙ өсөн рәхмәт!


По теме: методические разработки, презентации и конспекты

5-се класта башҡорт теленән дәрес темаһы: "Исемдәрҙең яһалышы".

5-се класта башҡорт теленән дәрес темаһы: "Исемдәрҙең яһалышы"....

Рәүеш. Рәүештәрҙең яһалышы. Презентация

Рәүеш. Рәүештәрҙең яһалышы. Презентация....

Сифаттарҙың яһалышы

Сифат тураһында белемдәрҙе ҡабатлап, уларҙың яһалышын өйрәнеү, уҡыусыларҙың телмәрен үҫтереү, фекерләү һәләтен арттырыу, спортҡа һөйөү тәрбиәләү...

Һүҙ төркөмдәре. Исем. Исемдәрҙең яһалышы.

Тема:  Исемдәрҙең яһалышы.Маҡсат: 1. Исемдәр тураһында белемдәрҙе тәрәнәйтеү, нығытыу, үткәндәрҙе ҡабатлау.                2....