Кластан тыш сара "Афған ере - йөрәк яраһы"
методическая разработка (7, 8, 9, 10, 11 класс) по теме

Зарипова Инзиля Шайгалиевна

          

Скачать:

ВложениеРазмер
Файл afgan_ere_york_yarahy.docx30.92 КБ

Предварительный просмотр:

Маҡсат: уҡыусыларҙа  Афған ерендә хеҙмәт иткән ауылдаштарына  ҡарата хөрмәт, ғорурлыҡ  тәрбиәләү;  батырлыҡ төшөнсәһенең мәғәнәһен аңлау.

Бурыстар: 

1. Уҡыусыларҙы Афған һуғышы тарихы менән ҡыҫҡаса таныштырыу.

2. Афған, Чечен һуғышында һәләк булған ауылдаштарҙы  иҫкә алыу.

3. Афғансылар менән уҡыусыларҙың ҡара-ҡаршы һөйләшеүен  ойоштороу.

Йыһазлау: Афған һуғышы тураһында видеоролик, презентация, сигелгән ҡулъяулыҡтар, икмәк телемдәре

Кисәнең барышы:

Үткәрелде: 2018 йылдың 19 февралендә, Яңы Нуғай урта мәктәбендә

Ҡатнаштылар:  7-10 синыф уҡыусылары,  уҡытыусылар, саҡырылған ҡунаҡтар.

 (Сценарий презентация менән бергә үрелеп бара.)

1-се алып барыусы:

Хәйерле көн, һаумыһығыҙ, хөрмәтле байрамыбыҙ ҡунаҡтары һәм ҡәҙерле балалар! Беҙ бөгөн «Афған ере – йөрәк яраһы» тип исемләнгән осрашыуға йыйылдыҡ. Был осрашыуыбыҙ алыҫ Афған ерендә ғүмерҙәре өҙөлөп, мәңге йәш булып ҡалған һалдаттар, ул дәһшәтле көндәрҙең шаһиты булып йәшәүсе иҫәндәр хаҡында, кем өсөн, ни өсөн ҡан ҡойоуҙары ла аңлашылмаған Чечен һуғышында һәләк булыусылар тураһында.  

2-се алып барыусы:

Афған! Был һүҙҙәрҙе әйтеү менән күҙ алдына тау-ташлы рәхимһеҙ ҡояшлы афған ере килеп баҫа. 

1-се алып барыусы:

1979 йылдың 25 декабре көндө көндөҙгө сәғәт 3 тә совет ғәскәрҙәре Афған ере сиген үтеп керәләр.


2-се алып барыусы:

Афған ере! Был һүҙҙәрҙе әйтеү менән хәтерҙә 15 меңдән артыҡ тигән һүҙҙәр килеп баҫа. 


1-се алып барыусы:

Был һуғыш беҙҙең илгә 15 меңгә яҡын ҡурғаш табут, 36 мең яралы, 312 хәбәрһеҙ юғалған һалдат рәүешендә әйләнеп ҡайта. Был һуғыш беҙҙең ил өсөн 60 млрд һумлыҡ аҡланмаған һәм кәрәкһеҙ сығым булып әүерелә.

2-се алып барыусы:

Бөгөн  Башҡортостан ерендә 335 әсәй үҙ балаларын бүтән бер ҡасан да күрә алмаясаҡтарына ышанмайынса зар илайҙар. Ни өсөн? 


1-се алып барыусы:

Бер кемгә лә хәбәр ителмәгән һуғыш 9 йыл 1 ай һәм 19 көн дауам итә . 

Афған һуғышы тураһында видео ҡарау

https://www.youtube.com/watch?v=FTbJFHKs1vA


1-се алып барыусы:

Күп йылдар үтте, әммә ул ерҙәрҙә булған ваҡиғалар бөгөнгәсә күптәрҙең йөрәгендә ауыр яра булып һаҡлана. 

“Бурыс” Зәлия Нуриәхмәтова
Афған ере... һуғыш...
Ҡыҫылалыр һулыш...
Шушы һүҙҙәр иҫкә төшкәндә.
Йәшлегемдең иң ҡырыҫ йылдары
Уҙҙы минең шушы ерҙәрҙә.
Һуғыш, һуғыш...
Кемгә һуңғы һулыш...
Кемдер ғәрип, ҡулһыҙ-аяҡһыҙ.
Күпме ҡайғы, күпме ҡанлы йәштәр
Ҡойолдо был ергә, һанауһыҙ.
Совет иле ҡушҡан - милли бурыс
Илтеп кертте беҙҙе һуғышҡа.
Бурыслы инеме йәш егеттәр,
Ҡан ҡойорға шушы һуғышта???
Афғанистан тау-таштары һаҡлай,
Беҙ үтәгән хәрби бурысты....
Улһыҙ ҡалған яңғыз әсәләргә
Әйтегеҙсе, кемдәр бурыслы??!
Иҫән ҡалғандары кемгә кәрәк,
Һәр береһе үҙе маташа...
Нисә йылдар уҙған шул һуғышты
Төштәрендә күреп һаташа.
Афған уҙған батыр һалдаттарҙы
Ҡайваҡытта иҫкә алығыҙ.
Иҫәндәргә именлектәр теләп,
Үлгәндәргә доға ҡылығыҙ!.


2-се алып барыусы:

Беҙҙең бөгөнгө кисәбеҙҙә әнә шундай батыр йөрәкле, ҡурҡыуһыҙ, донъяға матур тормош, азатлыҡ килтереүселәр ултыра. 


1-се алып барыусы:

Хөрмәтле афғансы-интернационалистар! Һеҙҙе–совет һуғышсыларының Афған еренән сығарылған көнө менән ысын күңелдән ҡотлайбыҙ. Берәүҙең дә һеҙҙең алға ҡуйылған бурыстың намыҫ менән үтәлеүен оноторға һәм уны ҡаралтырға хаҡы юҡ. Ул ваҡытта алған тән һәм йән яраларығыҙ шул мәхшәрле көндәрҙең үткәненә бер иҫтәлек кенә булһын. Улар ҡабаттан яңырмаһын, һуғыш афаты күрмәйенсә, имен донъяларҙа тыныс күңел менән йәшәргә яҙһын ине.

“Афған еле” йыры

 

1-се алып барыусы:

Беҙҙең бөгөнгө кисәбеҙҙә һүҙ һағыш, моң, юғалтыу әсеһе һәм батырлыҡ тураһында буласаҡ. Ошо йылдың 15 февралендә һуңғы совет һуғышсыһы Афған сиген атлап сыҡҡанға 29 йыл була. Был көндө дәүләтебеҙ хаҡына көс һәм сәләмәтлектәрен, үҙ тормоштарын биргән кешеләрҙе иҫкә алабыҙ, тыныс тормошто һаҡлау өсөн теләһә –ҡайһы минутта әҙер тороусы кешеләргә ышаныс менән ҡарайбыҙ. Афған беҙҙең ауылды ла ситләтеп үтмәй. 4  ауылдашыбыҙ – Афған һуғышында ҡатнашыусылар.  

Бына улар:

Авзалов Тәлғәт Миңлесағман улы 1961 йылдың 1 ғинуарында Краснокама районының Яңы Нуғай ауылында тыуған. 1968 – 78 йылдарҙа мәктәптә уҡый. 1978-79 йылдарҙа Нефтекама ҡалаһының 47 һанлы училищеһында уҡый. 1979 йылдың 29 октябренән 1980 йылдың февраленә тиклем Калининград ҡалаһында 2297 һанлы хәрби часта хеҙмәт итә. 1980 йылдың февраленән мартҡа тиклем Таджикистандың Пяндыш ҡалаһында хеҙмәт итә. 1980 йылдан 1982 йылға тиклем Афған ерендә үҙенең интернациональ бурысын үтәй. 1982 йылда демобилизациялана.

Дәрәжәһе: ябай һалдат. Афғандан ҡайтҡас, сварщик булып эшләй башлай. Өйләнгән, бер ҡыҙ менән ул үҫтерәләр. Наградалары: юбилей миҙалдары.

Миназетдинов Илфиз Сәлмән улы 1969 йылдың 19 февралендә Яңы Нуғай ауылында тыуған. 1976 – 1986 йылдарҙа мәктәптә уҡый. 1986-1987 йылдарҙа Нефтекама ҡалаһының 59-сы һанлы училищеһында сварщикҡа уҡый. 1987-89 йылдарҙа 2066 һанлы пограничниктар хәрби часында хеҙмәт итә.  1987 йылдың майынан сентябргә тиклем Таджикистандың Пяндыш ҡалаһында учебкала була. 1987 йылдың сентябренән 1989 йылдың февраленә тиклем Афған ерендә була. 1989 йылдың 23 майында демобилизациялана. Дәрәжәһе: отделение командиры. Әлеге көндә оператор булып эшләй. Өйләнгән, бер ҡыҙ тәрбиәләйҙәр. Наградалары: Ҡораллы көстәрҙең 70 йыллығына, Рәхмәтле афған халҡынан миҙал, юбилей миҙалдары һ.б.

Шәйхәттәров Рим Фатих улы 1961 йылдың 25 апрелендә Яңы Нуғай ауылында тыуған. 1976-86 йылдарҙа мәктәптә уҡый. Шунан электрогазосварщикҡа уҡырға инә. 1987 йылда армия сафына саҡырыла. Краснознаменскиҙың пограничниктар округында хеҙмәт итә. Өйләнгән, ҡыҙы менән улы бар. 2009 йылда вафат була.

Салахов Илдар Зыя улы 1961 йылдың 12 февралендә Яңы Нуғай ауылында тыуған. 1968 йылда беренсе класҡа уҡырға инә. 1971 йылда пионер була, 1975 йылда – комсомол рәтенә баҫа. 1978 йылда мәктәпте уңышлы тамамлап, Нефтекама ҡалаһының самосвалдар заводында автослесарь булып эшләй башлай. 1979 йылда СССР-ҙың ҡораллы көстәр сафына алына. Афған ерендә хеҙмәт итә. 15 октябрҙең 1980 йылында ғәскәри бурысты үтәгәндә батырҙарса һәләк була. Күрһәткән батырлығы өсөн “Ҡыҙыл йондоҙ” ордены менән бүләкләнде.

2-се алып барыусы:

Бик боронғо замандарҙан уҡ Ватан һаҡсыһы булыу – дәрәжәле, абруйлы һөнәрҙәрҙән  һаналған. Ил-көндәр тыныс булғанда,  егет кешенең армия сафтарында хеҙмәт итеүе – ныҡлыҡҡа һынауҙы үтеү ул. Беҙҙең ауылда ла егеттәрҙе һалдат хеҙмәтенә оҙатыу  бөтә ауыл халҡын берләштереүсе матур йола булып һанала. Бөгөн беҙҙең осрашыуҙа ултырыусы ҡунаҡтарыбыҙ армияға киткәндә лә, ауылыбыҙ халҡы изге теләктәрен теләп, ҡыҙҙар матур ҡулъяулыҡтар сигеп, иҫән-һау тыуған яҡтарына әйләнеп ҡайтыуҙарын теләп, оҙатып ҡалды.

Егеттәрҙе армияға оҙатыу күренеше:

(Алыҫта гармун тауышы ишетелә. Егеттәр йырлап керәләр, ҡыҙҙар оҙата киләләр. Уртаға туҡтайҙар, бер ҡыҙ алға сыға)

Ҡыҙ: Дуҫтар, әйҙәгез әле, егеттәребеҙҙе илап, моңайып ҡына түгел, иҫтә ҡалырлыҡ итеп, бейеп-йырлап оҙатып ҡалайыҡ.  

Башҡорт халыҡ бейеүе.

Шул ваҡыт әсәй инә. Ҡулында тәлинкә менән икмәк телемдәре

Әсәй: Балаҡайҙарым! Мин һеҙҙе йыраҡ юлға китер алдынан икмәктән ауыҙ иттерәм. (Һалдатҡа китеүсе егеттәр икмәктән ауыҙ итәләр). Тыуған яҡ ҡырҙарында  үҫкән игендән бешерелгән икмәк тәме һеҙгә ауыр ваҡыттарҙа көс бирһен, бәлә-ҡазаларҙан һаҡлаһын. Шул тәм һеҙҙе иҫән-һау тыуған яҡтарыбыҙға алып ҡайтһын. Хәйерле юл һеҙгә, улдарым!

“Ҡулъяулығым” Лилия Сәхәбиева

Сиккән яулыҡ менән оҙаттым,
Һөйгән ярым һине, оҙаҡҡа.
Ҡулъяулығын болғай - болғай,
Китеп барҙың, булдың һалдатта.
Ҡулъяулыҡтар ҡалды инде артта,
Үтеп китте ундай замандар.
Кис ултырып сигеү сигеүҙәр,
Һағынырға ғына ҡалғандар.
Ҡулъяулығым бәлки юғалтҡанһың,
Әллә инде төҫө иңдеме.
Хәтирәләр булып һаҡларға,
Әллә йөрәгеңә күмдеңме...
Минең ҡулда һыңар ҡулъяулыҡ,
“Көтәм”, - тиеп сигеп яҙылған.
Мин көтһәмдә кире килмәнең,
Ҡулъяулыҡтың сите йыртылған.
Бик күп йылдар инде үттеләр,
Ҡулъяулыҡты әллә ташларға.
Оҙаҡ көттөм һыңар яулыҡты,
Яңы тормош бәлки башларға....

2-се алып барыусы:

Күпме генә ғүмер үтмәһен, һеҙҙең йөрәктәрҙәге ауыр тойғоларҙы, һеҙ күргән ғазап-борсоуҙарҙы йыуып төшөрөү һис мөмкин түгел. Утлы юлдар, хәрбиҙәрсә ысын дуҫлыҡ, батырҙарса һәләк булған хеҙмәттәштәрегеҙ хәсрәте - былар барыһы ла мәңге онотолмаҫ ваҡиғалар. 

1-се алып барыусы:

Афған ере! Ун йыл буйы был һүҙ беҙҙең йәндәргә тынғылыҡ бирмәне. Күпме ҡан-йәш түгелде, сәскәләй ғүмерҙәр өҙөлдө. Һынатманылар беҙҙең егеттәр. Уларҙың береһе лә ниндәй генә ҡыйын хәлгә ҡалһа ла кешелек сифаттарын юғалтманы, намыҫына хыянат итмәне. Утты-һыуҙы кисеп тыуған илгә ҡайтҡас та һынатмай әле улар! 

“Афған ере...” Лилия Сәхәбиева


Ун йыл буйы күпме ҡан ҡойолдо,
Йәш егеттәр шунда киттеләр.
Сәскә атҡан йәшлек ғүмерҙәре,
Афған һуғышында үттеләр.
Һуғыш, атыш, күпме юғалтыу,
Ғәрип ҡалды беҙҙең егеттәр.
Аяҡ - ҡулһыҙ ҡалды йәшлектә,
Бөтөнләйгә өҙөлдө өмөттәр.
Дошман сыға тауҙар араһынан,
Баш киҫерҙәй өҫкә ырғыла.
Берәм- берәм беҙҙең егеттәр,
Тауҙар араһында ҡырыла.
Йәп - йәш егет ҡалды утлы юлда,
Аяҡ - ҡулы уның ныҡ беште.
Ә алыҫта ғәзиз әсәйҙәре,
Ҡан - йәш түгеп, тамам интекте..
Көн уйланы ана, төн уйланы,
Күҙен алмай алыҫ юлдарҙан.
Ҡәхәр төшкән һуғыш яраланы,
Юҡ баланан хәбәр, хәбәр Афғандан.
Көттө әсә: аҙна, айҙар көттө,
Ғәскәр сыҡты Афған еренән.
Ҡайтты улы, ҡайтты ғәзизе,
Тик ниңәлер бик ныҡ үҙгәргән...
Һин иҫән бит, иҫән балаҡай,
Күрендең һин әсәң күҙенә.
Теш-тырнағың менән ҡаршы торҙоң,
Бирешмәнең әсе үлемгә...
Орден, миҙал һеҙҙең күкрәктәрҙә,
Исемегеҙ мәрмәр таҡтала,
Һәйкәлдәрҙә гөлдәр һеҙҙең өсөн,
Рәхмәтеңдән Аллам ташлама!!!


2-се алып барыусы:

Ҡот осҡос афатты үҙ күҙе менән күргән, уның эсендә ҡайнаған, ғүмерендә мылтыҡ та тотоп ҡарамаған килеш, ямғыр кеүек яуған ҡурғаш аҫтында иҫән ҡалырға, ҡулһыҙ-аяҡһыз ҡалған иптәштәренең өҙгөләнеүҙәрен ишетергә, үҙ ҡулында йән биргән иптәшенең һуңғы аманатын үтәргә көс тапҡан батырҙарыбыҙ, һүҙҙе һеҙгә биреп китәбеҙ. 


1-се алып барыусы:

Тыуған ерҙән айырылып, һалдат хеҙмәтенә китеп Афған еренә килеп эләккән Илфиз ағай Миназетдиновҡа һүҙҙе бирәбеҙ. Рәхим итегеҙ! 

2-се алып барыусы:

Афған ере! Шушы бер кәрәкмәгән һуғыш арҡаһында күпме гонаһһыҙ, әле йәшәргә дә өлгөрмәгән егеттәребеҙ иңдәренә автоматтарын аҫып, тау-таш араһына афған халҡының тыныслығын яҡлап үҙ ғүмерҙәрен бирҙеләр. Күпме ғаилә ут эсендә йәшәне. Күпме әсәнең ғәзиз балаһы өсөн ҡайнар күҙ йәштәре шишмә булып аҡты. Шушы һуғыш арҡаһында Яңы Нуғай ауылы батыр ҡыйыу йөрәкле егетте – Салахов Илдарҙы юғалтты.

1-се алып барыусы:

        Бөгөн беҙгә ҡунаҡҡа Салахов Илдарҙың туғандары килде: бер туған Рәмзилә апаһы һәм Баязит ағаһы тормош иптәше менән. Хәҙер һүҙҙе уларға бирәбеҙ. Рәхим итегеҙ!

Рәмзилә апай ҡустыһы Илдарға арнап яҙған бәйетен уҡый.

Баязит ағай, Илдар кеүек, гармунда уйнап күрһәтә.

2 се алып барыусы:

Чечен  ерендәге һуғыш беҙҙең ил территорияһында Бөйөк Ватан һуғышы осоронан һуң  иң ҙур хәрби бәрелеш була.  Ауылыбыҙҙың тиҫтәләгән егете чечен ерендә хеҙмәт итеп, һуғыш һәм үлем менән күҙгә - күҙ осраша:  Аҡмалов Рәфис Рафаил улы, Шәғәзизов Инзил Шәйғәли улы, Ғәлләмов Илгиз Солтанғәли улы,  Ғәлләмов Рүзил Рәдис улы, Ашрапов Ринат Әлфир улы, Әхмәтов Риназ Ринат улы, Мәлихов Динар Альберт улы, Исламов Финаз Илдар улы. Ауылға тағын бер ҡара табут ҡайта.  Шәғиев Венер Ҡәнәфи улы ла беҙҙең арабыҙҙа, тормоштоң матурлығына һоҡланып йәшәргә теләгән ине лә бит. Ләкин иғлан ителмәгән  Чечен һуғышы рәхимһеҙ рәүештә уның ғүмерен өҙҙө.  

   

1-се алып барыусы:

Мәктәп музейында Афған, Чечен һуғыштарында һәләк булған һалдаттарға арналған “Һеҙ мәңге беҙҙең хәтерҙә” тигән экспозиция ла эшләнгән. Бында егеттәрҙең шәхси әйберҙәре, фото, документары һаҡлана. Яңы Нуғай мәктәбендә уларҙың иҫтәлегенә мемориаль таҡта ҡуйылған.


2-се алып барыусы:

Әйҙәгез бөгөн илебеҙ тыныслығы өсөн баштарын һалған, үҙҙәренең бурыстарын үтәгәндә һәләк булған ауылдаштарыбыҙҙы 1 минут тынлыҡ менән иҫкә алайыҡ.

МИН ҠАЙТТЫМ, ӘСӘЙ!

Мин Афғандан ҡайттым. әсәй,
Үҙем түгел, ҡош булып.
Һайрап торам талға ҡунып,
Йырҙарыңа ҡушылып.
Һыҙлайҙыр, әсәй, йөрәгең,
Ҡош һайрауын тыңлаһаң.
Мин ҡайтам бит ҡоштар булып
Һағынғанда йырлаһаң.
Мин Афғандан ҡайттым, әсәй,
Һыҙылып атҡан таң булып.
Бер кем күрмәй, сөнки атам
Бары һиңә танылып.
Мин Афғандан ҡайттым, әсәй,
Аҡтан да аҡ ҡар булып.
Тик ҡәфенем һинең өсөн
Ҡалды үлмәҫ зар булып. 

1-се алып барыусы: 

Тыныслыҡ! Донъяла унан да изгерәк нимә бар микән? Тыныслык ул – ата-әсәләрҙең тырыш хеҙмәте, аяҙ күк йөҙө, бер-беребеҙгә  булған яҡшылыҡ, беҙҙең яҡшы уҡыуыбыҙ.

2-се алып барыусы: 

         Илдәр  тыныс булһын. Тыуған яҡтарҙан ситкә китергә тура килһә лә, иҫән-һау  үҙ яғыбыҙға  әйләнеп ҡайтырға яҙһын!.


1-се алып барыусы:

Хөрмәтле дуҫтар! Кисәбеҙ ахырына яҡынлашты. Иҫән ҡайтҡан афғансылар, Чечен Республикаһында хәрби бурыстарын үтәп ҡайтҡан ир-егеттәребеҙ арабыҙҙа йәшәй. Улар беҙҙең арала эшләй, өйләнә, балалар үҫтерә. 
Төндәрен улар ҡабат- ҡабат шул һуғышты төштәрендә күрә. Уларҙың хәтерендә бөгөн дә меңәрләгән машиналар яна, дуҫтары , полкташтары һәләк була. 
Йылдар уҙа, донъяға яңы быуындар килә. Әммә ҡан ҡойғос һуғыштар тураһында беребеҙҙең дә оноторға хаҡы юҡ! 


2-се алып барыусы:

Изге еребеҙҙе илбаҫарҙарҙан һаҡлап ҡалған, уның именлеге өсөн ғүмерен дә ҡыҙғанмаған Ватан һуғышы ҡаһармандары, Афған, Чечен ерендә һәләк булған, армия сафтарында хеҙмәт иткәндә йәш ғүмерҙәре ваҡытһыҙ өҙөлгән Башҡортостан улдарының яҡты иҫтәлеге алдында баш эйәбеҙ! Уларҙың исеме, яҡты маяҡ булып, быуындарҙан-быуындарға күсһен! Ҡәберҙәргә, һәйкәлдәргә һуҡмаҡ өҙөлмәһен! 
            Һуғыш уты бер ерҙә лә ҡабынмаһын, донъялар имен булһын. Һау булығыҙ!



По теме: методические разработки, презентации и конспекты

Кластан тыш сара "Аҡйондоҙ менән Аҡйегет"

Общешкольное мероприятие по творчеству народного поэта Башкортостана Мустая Карима...

Кластан тыш сара "Дуҫлыҡ байрамы"

Общешкольное мероприятие по изучению родословной своей семьи,воспитание дружбы,толерантности среди обучающихся...

Кластан тыш сара "Тик тыныс булһын илдәр"

Әҙәби-музыкаль композиция "Тик тыныс булһын илдәр"...

Кластан тыш сара "Яугир шағирҙар"

Шиғриәт көнөнә,  Әҙәбиәт йылына һәм Еңеүҙең 70 йыллығына арналған   шиғыр һөйләү конкурсы...