6 класс өсөн билет һорауҙары
тест (6 класс) на тему
6 класс өсөн билет һорауҙары
Скачать:
Вложение | Размер |
---|---|
vi_klass_oson_bashkort_tele_hm_zbitenn_imtihan_horauzary.docx | 31.91 КБ |
Предварительный просмотр:
VI класс өсөн башҡорт теле һәм әҙәбиәтенән имтихан һорауҙары
Уҡытыусы: Кәлимуллина С.Д.(2016/2017)
Билет №1
1. Исем. Билдәләмә. Миҫалдар.
2. Уртаҡ ҡылым. Ялғауҙары. Миҫалдар.
3. Синтаксик анализ яһарға: Ауыл ситендә аттар бышҡырғаны ишетелә. 4. Ш.Бабичтың « Башҡортостан » шиғырында нимә тураһында һүҙ бара?
Билет №2
1. Сифат. Билдәләмә. Миҫалдар.
2. Исем ҡылым. Ялғауҙары. Миҫалдар.
3. Лагерь, секретарь, июль һүҙҙәрен килеш менән үҙгәртергә. 4. « Ҡара икмәк » хикәйәһен кем яҙған? Төп герой кем?
Билет №3
1. Һан. Билдәләмә. Миҫалдар.
2. Сифат ҡылым. Ялғауҙары. Миҫалдар
3. Йәнләндереү ҡулланып текст төҙөргә. 4. Т.Килмөхәмәтовтың “Турайғыр” әҫәрендә башҡорт халҡының ниндәй характер сифаттары асыла?
Билет №4
1. Алмаш. Билдәләмә. Миҫалдар.
2. Хәл ҡылым. Ялғауҙары. Миҫалдар.
3. Аҡ, матур, яҡшы сифаттарын төрлө дәрәжәлә яҙырға. 4. Хикәйә – ул …
Билет №5
1. Ҡылым. Билдәләмә. Миҫалдар.
2. Исемдәрҙең килеш менән үҙгәреше. Һорауҙары. Миҫалдар.
3. Митинг, банк, металл һүҙҙәрен килеш менән үҙгәртергә. 4 . Ғабдулла Туҡай кем ул? Ниндәй ижады менән таныштығыҙ?
Билет №6
1. Рәүеш. Билдәләмә. Миҫалдар.
2. Исемдәрҙең күплек ялғауҙары. Уларҙың төрҙәре.
3. Был, ул, үҙ алмаштарын килеш менән үҙгәртеү. 4. Нәжиб Иҙелбайҙың «Салауат ташы» хикәйәһендә ниндәй образдар бар?
Билет №7
1. Теркәүестәр. Уларҙың төрҙәре. Миҫалдар.
2. Сифат дәрәжәләре. Миҫалдар.
3. Синонимдарға, антонимдарға миҫалдар, һөйләм. 4. «Өс бөртөк бойҙай» әҫәрен кем яҙған? Әҫәрҙә нимә тураһында һүҙ бара?
Билет №8
1.Бәйләүестәр. Һөйләмдәге роле. Миҫалдар.
2. Төп һәм шартлы сифаттар.
3. Сағыштырыу ҡулланып текст төҙөргә. 4. Нимә ул ритм? Рифма?
Билет №9
1. Киҫәксә. Төркөмсәләре. Миҫалдар.
2.Күрһәтеү алмаштарының килеш менән үҙгәреше. Миҫалдар.
3. Төн, аш, тирә, аҡ, ҡанат, тырнаҡ, тимер, педагогия, ир һүҙҙәренән ҡушма һүҙ төҙөргә. 4. Рауил Бикбаевтың «Халҡыма хат» поэмаһының төп темаһы ниндәй?
Билет №10
1. Ымлыҡтар. Миҫалдар.
2. Рәүеш дәрәжәләре. Миҫалдар.
3. Грамм, кросс, Омск һүҙҙәрен килеш менән үҙгәртергә. 4. Александр Матросов кем ул? Уның тураһында уҡылған әҫәрҙәрҙән белгәндәреңде яҙ.
Билет №11
1. Һан төркөмсәләре. Һорауҙары.Миҫалдар.
2. Сифаттарҙың яһалышы. Миҫалдар.
3. Тасуирлау ҡулланып текст яҙырға. 4. А. Матросов / ? ? / ниндәй батырлыҡ күрһәтә? Үҙе үлгәндән һуң уға ниндәй юғары награда тапшырыла һәм ҡасан? Уның исемен мәңгеләштереү маҡсатынан ниндәй урындар уның исемен йөрөтә?
Билет №12
1. Алмаш төркөмсәләре. Миҫалдар.
2. Рәүештәрҙең яһалышы. Миҫалдар.
3. Ата кеше сәфәрҙән ҡайтҡан улдарынан һорау алған. Аҫтына һыҙылған һүҙгә морф. анализ. 4. «Бөркөт һауала үлә » повесын кем яҙған?
Билет №13
1. Ҡылым төркөмсәләре. Һорауҙары. Ялғауҙары. Миҫалдар.
2. Ябай һәм ҡушма һандар. Миҫалдар.
3. Бер, өс, йөҙ, ун, егерме һандарына төрлө төркөмсә ялғауҙары ҡушып яҙырға. 4. Яттан белгән шиғырҙан өҙөк яҙығыҙ.
Билет № 14
1. Һандарҙың дөрөҫ яҙылышы. Миҫалдар.
2. Фразеологик берәмектәр. Миҫалдар.
3. Кисә, былтыр, урман, өй, иртән, китап, биҙрә һүҙҙәренән яһалма сифат яһағыҙ. 4. Нимә ул халыҡ ижады? Миҫалдар килтереп аңлатма бирегеҙ.
Билет №15
1.Исемдәрҙең һан менән үҙгәреше. Миҫалдар.
2. Билдәһеҙлек алмаштарының килеш менән үҙгәреше. Миҫалдар.
3. Уҡытыусы, бала, кеше, табип, уҡыусы, апай һүҙҙәренә хәбәрлек ялғауы ҡушып яҙырға. 4. Башҡортостан Республикаһының Дәүләт символдары ниндәй? Улар тураһында нимә беләһегеҙ? Улар тураһында ниндәй әҫәр бар?
Билет №16
1. Сифат дәрәжәләре. Миҫалдар.
2. Зат алмаштарының килеш менән үҙгәреше. Миҫалдар.
3. Төн…яҡ, ал..япҡыс, аш…яулыҡ, көн…яҡ, бир..яҡ,ар…яҡ, ҡул…яҙма тейешле ай/билдәһе. 4. Кем ул Салауат Юлаев? Уның тураһында ниндәй әҫәрҙәр яҙылған, авторҙары кем?
Билет №17
1. Рәүеш дәрәжәләре. Миҫалдар.
2. Сифат ҡылымдарҙың һөйләмдәрҙә бирелеше.Миҫалдар.
3. БМО, АҠШ, БДУ, БР, РФ, БПК, профком ҡыҫҡартылған исемдәрҙе оҙонайтып яҙырға. 4. Кем ул Шайморатов генерал? Уның хаҡында ниндәй әҫәр уҡынығыҙ?
Билет №18
1. Хәл ҡылым. Уның төрҙәре. Миҫалдар.
2. Теркәүестәр.
3. Тимер юлы, ҡурай еләге ҡушма исемдәрҙе килеш менән үҙгәртергә. 4. “Ҡәнәфер сәскәһе” әҫәренең авторы кем һәм ул нимә тураһында?
Билет №19
1. Сифат ҡылым. Уларҙың заман категорияһы.
2. Бәйләүестәр.
3. яман, ҙур, аҡыллы, алтын сифаттарын төрлө дәрәжәлә яҙырға. 4. Нимә ул бәйет?
Билет №20
1. Уртаҡ ҡылым. Исем ҡылым. Миҫалдар.
2. Фразеологик берәмектәр. Миҫалдар.
3. Биографияңды яҙырға. 4. Белгән шиғырыңды ятла.
По теме: методические разработки, презентации и конспекты
О ПРИМЕРНЫХ БИЛЕТАХ ДЛЯ СДАЧИ ЭКЗАМЕНА ПО ВЫБОРУ ВЫПУСКНИКАМИ 9 КЛАССОВ О ПРИМЕРНЫХ БИЛЕТАХ ДЛЯ СДАЧИ ЭКЗАМЕНА ПО ВЫБОРУ ВЫПУСКНИКАМИ 9 КЛАССОВ
Материал для учащихся 9 классов...
9 класс Английский язык. Билеты для переводного экзамена. Говорение. Монолог. Подготовка к сдаче ОГЭ
9 класс Английский язык. Билеты для переводного экзамена. Говорение. Монолог. Подготовка к сдаче ОГЭ. 10 карточек для учащихся 9 классов для подготовке к экзаменам ОГЭ, переводным экзаменам, составлен...
5-се класс өсөн әҙәбиәттән тест һорауҙары.
5-се класс өсөн әҙәбиәттән тест һорауҙары...
6-сы класс өсөн әҙәбиәттән тест һорауҙары
6-сы класс өсөн әҙәбиәттән тест һорауҙары....
10 класс өсөн билет һорауҙары
10 класс өсөн билет һорауҙары...
8 класс өсөн билет һорауҙары
8 класс өсөн билет һорауҙары...
8 класс өсөн тест һорауҙары
8 класс өсөн тест һорауҙары...