8 класс өсөн тест һорауҙары
тест (8 класс) по теме

Ғайсарова Гөлшат Салауат ҡыҙы

8 класс өсөн тест һорауҙары

Скачать:

ВложениеРазмер
Файл 8_klass_oson_test_horauzary.docx16.36 КБ

Предварительный просмотр:

A1

Түбәндә бирелгән һүҙҙәр ниндәй тел күренешен ҡулланыуға ҡоролған?

 Ата, аша, йәй, көсөк, кәрәк, ҡабаҡ, ҡаҙаҡ, ҡыҙыҡ, оло, сәс, тут, әсә.

1) омонимдар 2) күсмә мәғәнәле һүҙҙәр 3) палиндромон һүҙҙәр 4) антонимдар

A2

Бер һүҙ менән әйт: баштан сығыу

1) онотоу 2) уйлау 3) өндәшмәү 4) әрләү

A3

Эйәрсән һөйләмдең ниндәй төрө юҡ?

1) сәбәп 2) төп 3) шарт 4) эйә

A4

Дөрөҫ һүҙҙе тап: Таш менән атҡанға ........ менән ат.

1) таш 2) йәҙрә 3) мылтыҡ 4) аш

A5

Бер һүҙ менән әйт: йөрәк үксәгә китеү

1) йоҡлау 2) ҡурҡыу 3) ҡыйыуланыу 4) ҡабаланыу

A6

Ағиҙел, Һаҡмар, Дим, Еҙем. Был һүҙҙәр ниндәй төркөмгә ҡарай?

1) омоним 2) синоним 3) ороним 4) топоним

A7

Йомаҡтың яуабын тап: Аяҡтары бар – йөрөмәй, арҡаһы бар – ятмай.

1) ултырғыс 2) карауат 3) диван 4) өҫтәл

A8

“Уйлап киләм: Теребай, тим,

Һай, аҫыл егет кенә” (М.Кәрим).

Был һөйләмдә аҫыл һүҙе ниндәй мәғәнәлә ҡулланылған?

1) матур 2) ҡиммәтле 3) батыр 4) затлы

A9

Кеүек, һымаҡ, шикелле, гүйә, әйтерһең һүҙҙәре ярҙамында ниндәй телмәр сараһы барлыҡҡа килә?

1) эпитет 2) йәнләндереү 3) сағыштырыу 4) метафора

A10

Әсғәт бер ҡатлы малай булып сыҡты. Уның эсендәге тышында икән. Сер артынан серен сисә генә бирҙе.

(М.Кәрим). Был өҙөктә ниндәй тел саралары бик актив ҡулланылған?

1) эпитет 2) метафора 3) күп мәғәнәлелек 4) фразеологизм

B1

Ҡурайҡайым еңел, көйө ауыр,

Еңел көйкәйҙәрҙе уйлайым. (“Ҡурай” йыры). Өҙөктә ҡулланылған үҙенсәлекле аффикстың төрөн билдәләгеҙ.

1) хәбәрлек аффиксы 2) эйәлек категорияһы

аффиксы

3) иркәләү-кесерәйтеү

аффиксы

4) күптән үткән заман

аффиксы

B2

Төнөн бәҫ төшһә, көндөҙ ҡар яумай. Бындай төр һөйләмдәр халыҡ ижадының ниндәй жанрына ҡарай?

1) риүәйәт 2) һынамыш 3) мәҡәл 4) әйтем

B3

Йырҙан килтерелгән өҙөктә нөктәләр урынына кәрәкле һүҙҙе яҙ. Ҡылған эше уның … ине.

1) хаҡ 2) дөрөҫ 3) яҡшы 4) ғәҙел

B4

Ниндәй әҙиптең әҫәрендә туған телдә әйтелгән һүҙ ынйыға тиңләштерелә?

1) З.Биишева 2) Д.Юлтый 3) Б.Бикбай 4) Р.Ғарипов

B5

Төшкә табан Гөлйөҙөм ҙур өйҙә бер үҙе тороп ҡалды. (Ф.Иҫәнғолов). Һөйләмдә бирелгән бәйләүес үҙе бәйләнеп

килгән һүҙҙән ниндәй килеште талап итә?

1) төп 2) төбәү 3) төшөм 4) урын-ваҡыт

B6

Өтөрҙәрҙең ҡуйылыу урындарын билдәлә. Яр текә (1) соҡор (2) тәрән ине. Ажғырып (3) ятыусы һыуға төшөп

еткәнсе (4) әллә (5) күпме уй уйлап өлгөргәндер Миңлеғол. (Ғ.Хөсәйенов)

1) 1, 4 2) 2, 5 3) 1, 3, 5 4) 2, 3, 4

B7

Үҙҙәре лә киң далаларҙағы яман баҫҡынсыларҙан боҫор өсөн һилерәк, байманыраҡ тау-урманлы, йылға-күлле

төбәктәргә төпләнеүҙе хәйерлерәк тапҡандар булһа кәрәк. Ғ.Хөсәйенов. Был һөйләмдә сифаттың ниндәй

категорияһы ҡулланылған?

1) һан 2) килеш 3) хәбәрлек 4) дәрәжә

B8

Кем ул Хөсәйен Әхмәтов?

1) рәссам 2) депутат 3) композитор 4) яҙыусы

B9

Ҡара эш, ҡара халыҡ тигәндә ҡара һүҙе ниндәй мәғәнәлә килә?

1) төҫ 2) ябай 3) яуыз 4) ҙур

B10

Өтөрҙәрҙең ҡуйылыу урындарын билдәлә. Мин (1) шым ғына (2) барып (3) уның эргәһенә ултырҙым да (4)

төрөпкәһенән төрөлөп-төрөлөп сыҡҡан төтөндәргә ҡараным (5) унан һуң йөҙөнә күҙ төшөрҙөм. Д.Юлтый.

1) 2, 4, 5 2) 3, 4, 5 3) 1, 3, 5 4) 1, 4, 5


По теме: методические разработки, презентации и конспекты

1-се ярты йыллыҡҡа башҡорт әҙәбиәтенән контроль тест һорауҙары

             1-се ярты йыллыҡҡа башҡорт әҙәбиәтенән контроль тест һорауҙары...

М.Ғафуриҙың тормош юлы һәм ижады буйынса тест һорауҙары.

М.Ғафуриҙың тормош юлы һәм ижады буйынса тест һорауҙары....

5-се класс өсөн әҙәбиәттән тест һорауҙары.

5-се класс өсөн әҙәбиәттән тест һорауҙары...

6-сы класс өсөн әҙәбиәттән тест һорауҙары

6-сы класс өсөн әҙәбиәттән тест һорауҙары....

7-се класс өсөн әҙәбиәттән тест һорауҙары.

7-се классөсөн әҙәбиәттән тест һорауҙары....

8-се класс өсөн әҙәбиәттән тест һорауҙары.

8 -се класс өсөн әҙәбиәттән тест һорауҙары....

Исем, тест һорауҙары

Исем темаһын йомғаҡлау...