10 класс өсөн билет һорауҙары
тест (10 класс) на тему
Опубликовано 14.01.2018 - 10:39 - Калимуллина Сания Даяновна
Предварительный просмотр:
X класс өсөн билет һорауҙары.
Төҙөнө: Кәлимуллина Сания Даяновна
Билет №1.
- Башҡорт теле тураһындағы фән бүлектәре һәм уларҙың һәр береһе нимә өйрәнә?
- Д.Юлтыйҙың Беренсе бөтә донъя һуғышына протест белдереп яҙған шиғырҙары.
- Фонетик анализ: донъя.
Билет №2.
- Омонимдар һәм уларҙың төрҙәре
- З.Вәлиди Туғандың тормошо һәм ғилми, ижтимағи эшмәкәрлеге. “Хәтирәләр” әҫәренә анализ.
- Синтаксик анализ: Яусылар һөңгөһөн ергә сәсеп, һөйләүсене ауыҙы менән йоторҙай булып, керпек ҡаҡмай тыңлап торғандар.
Билет №3.
- Лексик, стилистик, синтаксик синонимдар.
- М.Буранғоловтың тормошо һәм ижад юлы. “Башҡорт туйы” әҫәренә анализ.
- Һүҙ составы һәм яһалышы яғынан анализ: ҡурайсылар.
Билет №4.
- Антонимдар тураһында һөйлә.
- Ғ.Хәйриҙең тормош һәм ижад юлы. “Боролош” романына анализ.
- Килеш менән үҙгәртергә: өсмөйөш.
Билет №5.
- Башҡорт теленең һүҙҙәрен килеп сығыштары буйынса төркөмләп сығығыҙ.
- М.Ғафуриҙың тормош һәм ижад юлы. “Ярлылар йәки өйҙәш ҡатын” повесына анализ.
- Морфологик анализ (исемгә): Уйынды асыҡ һауала ла, йорт эсендә лә ойошторорға мөмкин.
Билет №6.
- Башҡорт теленең ниндәй һүҙлектәрен беләһегеҙ?
- М.Аҡмулланың тормош һәм ижад юлы. Поэзияһының төп идея йөкмәткеһе.
- Тейешле тыныш билдәләрен ҡуйып яҙ: Ҡыҙҙар лицейҙың дүртенсе класынан уҡ йөн тетергә иләргә бәйләргә бешерергә тегергә сигергә өйрәнә башлай.
Билет №7.
- Нимә ул фразеологик берәмек? Миҫалдар.
- Б.Бикбайҙың “Ҡарлуғас” драмаһынан өҙөк ятларға.
- Автобиографияғыҙҙы яҙығыҙ.
Билет №8.
- Нимә ул редукция, элизия, протеза,эпентеза?
- Һ.Дәүләтшинаның “Ырғыҙ” романында башҡорт халҡының үҙаңы үҫешенең сағылышы.
- Фонетик анализ: ҡулъяулыҡ.
Билет №9.
- Нимә ул морфемика ?Ниндәй морфемаларҙы беләһегеҙ?
- Һ.Дәүләтшинаның “Ырғыҙ” романында Айбулат һәм Гөлйөҙөм образдары.
- Синтаксик анализ: Яу мәлендә башҡорт уҡ-һаҙағын биленән күкрәгенә күсерә, ике уҡты теше менән арҡыры тешләп ала, ә ҡалған ике уҡты янға һала ла, күҙ асып йомғанс, бере артынан икенсеһен атып ебәрә.
Билет №10.
- Башҡорт телендә ҡушма һүҙҙәр яһалышының ниндәй юлдары бар?
- Р.Ниғмәтиҙең “Һаҡмар ҡыҙы” поэмаһына анализ.
- Сифатҡа морфологик анализ: Уйынды асыҡ һауала ла, йорт эсендә лә ойошторорға мөмкин.
Билет №11.
- Үҙ аллы мәғәнәгә эйә булған һүҙ төркөмдәренең грамматик, морфологик һәм синтаксик билдәләрен һанап күрһәтегеҙ.
- Р.Ниғмәтиҙең “Үлтер, улым, фашисты!” поэмаһынан өҙөк ятларға.
- Һүҙ составы һәм яһалышы яғынан анализ: Башҡортостан.
Билет №12.
- Ярҙамсы һүҙ төркөмдәре, модаль һүҙҙәр, ымлыҡтар һәм оҡшатыу һүҙҙәре тураһында һөйләгеҙ.
- Б.Бикбайҙың “Ҡарлуғас” драмаһы. Әҫәрҙә күтәрелгән проблемалар. Образдар системаһы. Халыҡ образына характеристика.
- Килеш менән үҙгәртергә: ҡармаҡ.
Билет №13.
- Сифат. Сифат дәрәжәләре.
- З.Биишева “Сәйер кеше”, “Уйҙар, уйҙар” повестарына анализ яһарға.
- Тейешле тыныш билдәләрен ҡуйып яҙ: Бер ҡарттың өс улы булған Ташбаш батыр Солтанғол батыр Солтанбай батыр.
Билет №14.
- Һан. Уның төркөмсәләре.
- З.Биишева трилогияһында сағылдырылған тарихи осор.
- Ғариза яҙырға.
Билет №15.
- Алмаш. Алмаш төркөмсәләре.
- Н.Нәжмиҙең “Йыр тураһында баллада” әҫәренә анализ.
- Ҡылымға морфологик анализ: Уйынды асыҡ һауала ла, йорт эсендә лә ойошторорға мөмкин.
Билет №16.
- Ҡылым. Ҡылым һөйкәлештәре.
- Н.Нәжмиҙең “Урал” поэмаһына анализ.
- Расписка яҙырға.
По теме: методические разработки, презентации и конспекты
О ПРИМЕРНЫХ БИЛЕТАХ ДЛЯ СДАЧИ ЭКЗАМЕНА ПО ВЫБОРУ ВЫПУСКНИКАМИ 9 КЛАССОВ О ПРИМЕРНЫХ БИЛЕТАХ ДЛЯ СДАЧИ ЭКЗАМЕНА ПО ВЫБОРУ ВЫПУСКНИКАМИ 9 КЛАССОВ
Материал для учащихся 9 классов...
9 класс Английский язык. Билеты для переводного экзамена. Говорение. Монолог. Подготовка к сдаче ОГЭ
9 класс Английский язык. Билеты для переводного экзамена. Говорение. Монолог. Подготовка к сдаче ОГЭ. 10 карточек для учащихся 9 классов для подготовке к экзаменам ОГЭ, переводным экзаменам, составлен...
5-се класс өсөн әҙәбиәттән тест һорауҙары.
5-се класс өсөн әҙәбиәттән тест һорауҙары...
6-сы класс өсөн әҙәбиәттән тест һорауҙары
6-сы класс өсөн әҙәбиәттән тест һорауҙары....
8 класс өсөн билет һорауҙары
8 класс өсөн билет һорауҙары...
6 класс өсөн билет һорауҙары
6 класс өсөн билет һорауҙары...
8 класс өсөн тест һорауҙары
8 класс өсөн тест һорауҙары...