Дәрес планы "Мөхәмәтсәлим Өмөтбаев “Башҡорт ҡорото”
рабочая программа (6 класс) на тему
М. Өмөтбаевтың «Башҡорт ҡороты» тексында ҡорот яһау рецебы менән таныштырыу; телгә алынған һауыт–һабаларҙың нимәнән эшләнеүен,тәғәйенләшеүен аңлатыу
Скачать:
Вложение | Размер |
---|---|
urok.bash_.koroto.docx | 151.56 КБ |
Предварительный просмотр:
Конкурс на лучшую методическую разработку “Формирование лингвокультурологических компетенций на уроках башкирского языка и литературы”
Тема: М.Өмөтбаев “Башҡорт ҡорото”.
Учитель башкирского языка и литературы МБОУ «Школа-интернат С(П) ОО с. Новокабаново» Муниципального района Краснокамский район РБ Хамитова Расия Нурисламовна
2015г.
Башҡорт теленән 6-сы синыф өсөн дәрес планы.
Уҡытыусы: Хәмитова Рәсиә Нурислам ҡыҙы.
Тема. Мөхәмәтсәлим Өмөтбаев «Башҡорт ҡороты».
Маҡсат: 1) башҡорт халҡының милли аҙыҡтарын өйрәнеүгә,фәнни тикшере-неүҙәр үткәреүгә ҡыҙыҡһыныу тәрбиәләү; 2)М. Өмөтбаевтың «Башҡорт ҡороты» тексында ҡорот яһау рецебы менән таныштырыу; телгә алынған һауыт–һабаларҙың нимәнән эшләнеүен,тәғәйенләшеүен аңлатыу; 3)ижади фекер йөрөтөргә өйрәтеүҙе дауам итеү.
Файҙаланылған әҫәр. 1. М. Өмөтбаевтың “Башҡорт ҡороты”әҫәре.
Дәрес тибы. Дәрес- презентация.
Методтар. Тәҡдим итеү, эҙләнеү – тикшеренеү.
Алымдар. Тест һорауҙарына яуап биреү.
Анализ (“Башҡорт халыҡ аштары”ның моделен төҙөү, тикшереү, биремдәргә яуап биреү). Балаларҙы фекер йөрөтөргә өйрәтеү (әңгәмәлә ҡатнашыу, сағыштыра белеү, һығымталар яһай белеү).
Йыһазлаштырыу: Мөхәмәтсәлим Өмөтбаевтың портреты, күргәҙмә материалдар, техник саралар, компьютер.
Дәрестең план – конспекты.
I. Ойоштороу мәле. - Хәйерле көн, уҡыусылар! Һеҙҙе күреүегеҙгә шатмын. Көнөгөҙ игелекле, шатлыҡлы үтһен. Дәресте башлайбыҙ. II. Белемдәрҙе тикшереү. Уҡытыусы. Алдағы дәрестә “Милли аштар”тигән белешмәлә башҡорт аштары һәм эсемлектәренең нисек эшләнеүе менән танышҡайныҡ.
-Бөгөн был милли аштарҙың ниндәй ауырыуҙарҙы дауалағанда ҡулланылыуын һөйләйбеҙ. Әйҙәгеҙ, милли аштарҙың үҙенсәлектәрен иҫкә төшөрәйек. (Тест һәр уҡыусыға алдан таратыла.)
1
Буҙа
Ҡымыҙ
Ҡатыҡ
Һыуыҡ тейгәндә Ашҡаҙан ауыртҡанда Үпкә ауырыуынан
Аппетит булмағанда Бауыр ауырыуынан
Тын юлдары
Һары май
Һыйыр һөтө
А Үҙәк көйгәндә Аш үтмәгәндә
ааааАғыуланғанда Эс ауыртҡанда
а
Яраға япҡанда Буй үҫтереү Эстең ҡорттарын бөтөрөргә Һыуыҡ тейгәндә Эс киткәндә Ҡан баҫымынан Һыуыҡ тейгәндә Күңел болғанғанда
Һыуһын ҡандырыу
Ҡорот
2
1.Алдан таҡтаға яҙылған дөрөҫ яуап менән сағыштырыла. Үҙ баһа. III. Уҡыу мәсьәләһен ҡуйыу. Уҡытыусы. -Дәфтәргә бөгөнгө числоны яҙайыҡ. Дәрес темаһы. Мөхәмәтсәлим Өмөтбаевтың « Башҡорт ҡороты » тураһындағы белешмәһе. Дәрестең маҡсаты ниндәй? Көтөлгән яуап. М.Өмөтбаевтың ” Башҡорт ҡороты“тексынан “ҡорот” нимә икәнен белеү, уны анализлау, был аҙыҡтың хәҙерге заманда булыу-булмауын, ҡулланылыуын асыҡлау. Үҙ баһа. IV. Уҡыу мәсьәләһен сисеү. Уҡытыусы. Мөхәмәтсәлим Өмөтбаев кем ул? Көтөлгән яуап. Мөхәмәтсәлим Өмөтбаев -башҡорт яҙыусыһы. Мәғрифәтсе. Уҡытыусы. -Һеҙҙең иғтибарға мәғлүмәт тәҡдим итәм, рәхим итеп ҡара-ғыҙ.
Слайд1. Мөхәмәтсәлим Өмөтбаев
– мәғрифәтсе-шағир, ғалим, башҡорттарҙан беренсе булып илде өйрәнеүсе. Ул фарсы һәм ғәрәп ,рус телдәрен яҡшы белгән.
М.Өмөтбаев 1841 йылдың 21 авгусында Башҡортостандың Ҡырмыҫҡалы районы Ибраһим ауылындағы кантон начальнигы ғаиләһендә тыуған. Башланғыс белемде мәҙрәсәлә алып, 1852 йылда Ырымбур кадет корпусына уҡырға инә. Һигеҙ йыл уҡығандан һуң кадет корпусын ҡалдырып, Йомран-Табын кантонының Башҡорт ғәскәр идаралығына тәржемәсе булып инә. 1864 йылда Ҡырмыҫҡалы улусының мировой посреднигы, писары итеп тәғәйенләнә, ә 1869 йылдан алып 10 йыл буйына улус старшинаһы булып хеҙмәт итә. Бында танылған башҡорт мәғрифәтсеһе, ғалимы һәм яҙыусыһының мемориаль музейы урынлашҡан. Ул башҡорттарҙың көнкүреше, йолалары, ғәҙәттәре, педагогикаһы һәм халыҡ медицинаһы тураһында бай материал йыя.
V.Төп өлөш. Уҡытыусы.Әңгәмә. -Һәр халыҡтың ашы уның тарихын, мәҙәниәтен сағылдыра. Башҡорттар оҙаҡ ваҡыт күсмә тормош алып барғас,уларҙың төп эшмәкәрлеге булып малсылыҡ тора.Шуға башҡорт аштарында беренсе урында ниндәй аҙыҡтар торған? Көтөлгән яуап. Ит һәм һөттән эшләнгән аҙыҡтар.
3
Уҡытыусы. –Эйе, башҡорт халыҡ аштарына күҙ йүгертһәң, иң оҫта һәм төрлө, шул уҡ ваҡытта дауалау йәһәтенә бик файҙалы аҙыҡтар һыйыр ағынан яһала. Һыйыр һөтөн бик ҡәҙерләп һәм ҙурлап “Аҡ” тип йөрөткәндәр. Халҡыбыҙҙың һыйыр һөтөнән яһалған аҙыҡтары төрлө-төрлө. Шуларҙың береһе”ҡорот”. Ҡорот үҙе ике төргә бүленә: әсе һәм сөсө. Ә әсе ҡорот тағы икегә бүленә – кипкән һәм йәш ҡоротҡа. Элек ҡоротто киптереп һаҡлағандар. Хәҙерге ваҡытта йәш ҡоротто һыуытҡыста һаҡлайҙар.
VI. Дәреслектән “Башҡорт ҡорото”тексын уҡыу.
а) Тексты иғтибар менән уҡып,ҡорот яһау рецебы менән ентекләп танышығыҙ.
б) Һүҙлек эше.
әсегән һөт - прокисшее молоко; ылыҫланыу- коптиться ; ҡуйы һөт-сливки; эремсек-творог: шыйыҡса-жидкость; эркет- старый (кислый)катык,собранный несколько дней; йәшкелт-һары төҫтәге һыу-сыворотка; “ойомос” йәки “ойотҡо”- старый прокисший катык как “закваска”;
СЛАЙД 2.
Уҡытыусы: Ҡыш көнө ҡатындар аҡтан өҙөлмәҫ өсөн төрлө аҙыҡтар әҙерләп ҡалған. Һөттән- ҡатыҡ,ҡатыҡтан -”һөҙмә”,”эркет”; ә эркеткә-“ойомос” һалып ҡорот эшләгәндәр. Башҡорттоң табынынан ҡорот өҙөл-мәгән. Сәйгә лә ҡушып эскәндәр,ашҡа ла һалғандар.Ҡорот әҙерләүҙең үҙ серҙәре бар.Әсе ҡорот үҙе ике төргә бүленә: кипкән ҡорот,йәш ҡорот. -Йәгеҙ әле ҡорот ниндәй ауырыуҙан файҙалы? Көтөлгән яуап. Тирләр өсөн. Аппетит булмағанда. Ашҡаҙан ауыртҡанда. Һығымта яһау. –Тимәк,ҡорот - экологик таҙа аҙыҡ, ул тәбиғи дарыу. Ул ниндәй дарыуҙы алмаштыра? Көтөлгән яуап. Аспирин,фесталь.
Уҡытыусы: - Һыуыҡ тейгәндә ҡоротҡа ҡайнар һыу һалып, уға ҡыҙыл борос, һары май һалып эсәһең, ә күңел болғанғанда (уйнағанда) киптерелгән ҡоротто тел өҫтөнә һалып имеп йөрөргә кәрәк. Ҡыш көнө ҡоротҡа бал ҡушып ашау һыуыҡ . Һурпа булһа, һурпаға һалып эсһәң, бигерәк тә файҙалы. Ашҡаҙан ауыртыуҙан ҡороттан да яҡшы дарыу юҡтыр! Ни өсөн?
4
- Сөнки һин ошо ерҙең аҙығы менән яралғанһың,бар булғанһың, үҫкәнһең, һинең организмың уға яраҡлашҡан.Сит илдәрҙән килтерелгән аҙыҡ һеҙҙең төп аҙығығыҙ булырға тейеш түгел. Уны тәмләп ҡарарға мөмкин.Ә төп аҙыҡ-үҙебеҙҙең үҙ еребеҙҙә, үҙ тупрағыбыҙҙа үҫкән аҙыҡ. Америка ғалимы Джарвис “Һәр кеше үҙенең милли үҙенсәлеген иҫәпкә алып туҡланырға тейеш” тигән фекерҙе әйткән. “Кендегең киҫелгән ерҙә ризығың сәселгән”тигән мәҡәл дә бар халыҡта.
-Ҡорот тураһында тағы нимәләр беләһегеҙ? Көтөлгән яуап. Ҡыҙыл ҡорот була.
-Ҡорот тураһында йомаҡтар ҙа бар.
а)Йоморо – йоморо йоморлам, Йомороһоҙ тора алмам.
б)Ыуаланым,ҡыҫтым, Мөйөшкә инеп боҫтом.
в)Тоҡос башлы түрәләр Түр башына менәләр.
Уҡытыусы.
-Хәҙер ҡорт эшләйҙәрме? Ҡайҙа күргәнегеҙ бар?
Көтөлгән яуап. ”Байрам”магазинында,баҙарҙа,”ҡунаҡта.
-Минең дә ҡоротом бар
.-Әйҙә ауыҙ итеп ҡарайыҡ әле Урындағы аҙыҡты ҡулланыу тураһында әңгәмә.
*Слайд3. Телгә алынған һауыт –һабаларҙың нимәнән эшләнеүен, тәғәйенләшеүен аңлатыу.
в) аңлашылмаған һүҙҙәрҙе асыҡлау. ҡабыҡ- кора; ҡулаша-лохань; көбө- сосуд из полого ствола дерева высотой около метра; тәпән –посуда в виде миски, тазика; ылаш - деревянная решетка с тонких досок; ялғаш- корыта из стволов дерева;
3 -сө бирем. Уҡытыусы. -Был һауыттарҙы ҡайҙа күрергә мөмкин? Көтөлгән яуап. Музейҙа.
Уҡытыусы. –Беҙҙең музейҙа бындай һауыттар бармы?
VII.Рефлекция.
VIII. Баһалау һәм өй эше биреү. а)һүрәт төшөрөргә ; б)ҡороттоң эшләнеше тураһында һөйләргә.
5
*Ҡымыҙ барҙа ҡыҙыҡ бар. Ҡайҙа бәлеш-шунда белеш.Ҡайҙа ҡаймаҡ- шунда ҡунаҡ.
Урындағы аҙыҡты ҡулланыу. -Хәҙер ҡорот эшләйҙәрме? -Магазинда һаталармы? - “Байрам”,”Полушка” магазинында һаталар. -Баҙарҙа һаталар.
Мәҡәлдәр Һөттә һаулыҡ,майҙа-бәрәкәт,иттә-ҡеүәт. Һөт менән ҡатыҡ йөрәккә ятыҡ. Ҡайнамаған һөт –алтын,ҡайнаған – көмөш,ойоған- баҡыр. Ҡымыҙ барҙа ҡыҙыҡ бар. Ҡайҙа бәлеш-шунда белеш.Ҡайҙа ҡаймаҡ- шунда ҡунаҡ.
Ҡулланылған әҙәбиәт.
1. И.А.Арсланова “Б ашкирская кухня”,Спр.изд.,Уфа-1992г.
2.И.Д.Бураҡаев,М.С. Бураҡаева “Тормош һабаҡтары”Өфө-1996й , ”Китап”.
3. “Башҡортостан уҡытыусыһы”журналы.2002 й.
4. Ф.С.Әминеваның “Башҡорт аш-һыуҙары терминдарының баш-ҡортса-урыҫса аңлатмалы һүҙлеге// Б ашкирско-русский толковый словарь терминов башкирской кухни”, -Уфа: БИРО,2002.-64с.
5. Ф.С. Әминеваның “Башҡорт аш-һыуҙары лексикаһы” ”(Этнолингвистик тикшеренеү),Өфө-2003й.
6.И.А.Арсланова “Б ашкирская кухня”,Спр.изд., Уфа-1992г.
7.Р.Ураҡсина “Тәмле- тәмле тәмлекәс”,Өфө-1996й.
Башҡорт халҡының милли аштары.
Уҡытыусы: Хәмитова Р.Н.
По теме: методические разработки, презентации и конспекты
План План проведения педагогических измерений показателей здоровья школьников.
Цель: воспитания у школьников потребности заниматься физической культурой и спортом, вести здоровый образ жизни, а также повышение заинтересованности в сохранении и укреплении здоровья. Зад...
План-конспект урока "Планы на будущее"
План конспект урока по английскому языку. Класс:5Тема:Планы на будущееУчитель: Фролова Татьяна ВикторовнаУчебник: «Enjoy English » 5-6 классы. (Биболетова М.З., Трубанева Н.Н.).Цели:Уч...
ПЕРСПЕКТИВНЫЙ ПЛАН ЗАНЯТИЙ ПО ОБУЧЕНИЮ ДЕТЕЙ СЛОВООБРАЗОВАНИЮ, ФОРМИРОВАНИЮ ЛЕКСИКО- ГРАММАТИЧЕСКИХ КАТЕГОРИЙ, РАЗВИТИЮ СВЯЗНОЙ РЕЧИ. ПЕРСПЕКТИВНЫЙ ПЛАН ЗАНЯТИЙ ПО ОБУЧЕНИЮ ДЕТЕЙ СЛОВООБРАЗОВАНИЮ, ФОРМИР
Перспективный план по лексическим темам старшая логопедическая группа ОНР....
План воспитательной работы в 9 классе на 2012-13г. (План мероприятий, Классные часы, Самоуправление в классе, План работы с родителями и др.)
Наш 9-й класс![[{"type":"media","view_mode":"media_large","fid":"3420969","attributes":{"alt":"","class":"media-image","height":"320","style":"width: 480px; height: 320px; border-width: 2px; border-st...
Шифалы ҡорот - әҙәбиәттә, мәҙәниәттә, халыҡ ижадында .
Тикшеренеү эшенең маҡсаты һәм бурыстары: Үҙебеҙҙең яҡта уны нисек әҙерләүҙәрен, бөгөнгө көндә уны ҡулланыу, дауа рәүешендә нисек файҙаланыуҙарын асыҡлау; шифалы ҡороттоң әҙәбиәттә, мәҙәниә...
Мөхәмәтсәлим Өмөтбаев (Тормош юлы)
М. Өмөтбаетың тормош юлы буйынса тест һорауҙары...