Минең педагогик инициативам
статья на тему

Белем һәм тәрбиә биреү процесында электрон ресурстарҙы системалы ҡулланыуҙың  әһәмиәте”

    Хәҙерге заманда уҡыу процесын йыһазландырыу күргәҙмәлелек менән  тәьмин итеүгә генә ҡайтып ҡалмай, ә мультимедиа саралары, электрон дәреслектәр менән эшләү ,социаль селтәрҙә эҙләнеүҙәр ярҙамында  уҡыусыларҙың телмәр, фекерләү һәләтлелектәрен үҫтереүҙән ғибәрәт. Шулай уҡ  тел һәм телмәр, белем һәм күнекмәләр системаһын формалаштырыу, эшмәкәрлектең төрлө ысулдарын үҙләштереү, мәғлүмәти, коммуникатив компетенцияны тормошҡа ашырыуҙы ла күҙ уңында тотоп, яңы белем алыу өсөн шарттар булдырылырға тейеш. Әйтелгәндәр федераль дәүләт белем биреү стандарттар талаптарында ла сағылыш таба

Скачать:

ВложениеРазмер
Файл minen_pedag._initsiativam_yany.docx31.54 КБ

Предварительный просмотр:

 Белем һәм тәрбиә биреү процесында электрон ресурстарҙы системалы ҡулланыуҙың  әһәмиәте”

    Хәҙерге заманда уҡыу процесын йыһазландырыу күргәҙмәлелек менән  тәьмин итеүгә генә ҡайтып ҡалмай, ә мультимедиа саралары, электрон дәреслектәр менән эшләү ,социаль селтәрҙә эҙләнеүҙәр ярҙамында  уҡыусыларҙың телмәр, фекерләү һәләтлелектәрен үҫтереүҙән ғибәрәт. Шулай уҡ  тел һәм телмәр, белем һәм күнекмәләр системаһын формалаштырыу, эшмәкәрлектең төрлө ысулдарын үҙләштереү, мәғлүмәти, коммуникатив компетенцияны тормошҡа ашырыуҙы ла күҙ уңында тотоп, яңы белем алыу өсөн шарттар булдырылырға тейеш. Әйтелгәндәр федераль дәүләт белем биреү стандарттар талаптарында ла сағылыш таба. Уны интернет ресурстарынан  тыш күҙ алдына килтереп булмай. (6 СЛ.) Мин 6,7 класс уҡыусыларының класс етәксеһемен. Яңы мәғлүмәти- комуникацион технология саралары хәҙерге заман уҡыусыһының  көндәлек тормошоноң айырылғыһыҙ бер өлөшө. Бала социаль адаптациялы булыр өсөн был бик мөһим.Әммә шарттар булдырылһа ла, бөтә балалар , ата-әсәләр ҙә тулы медиаграмоталыҡҡа эйәме? Класс етәксеһе булараҡ, үҙемдең 6,7 класс уҡыусыларына анкета эше (7,8 СЛ.) бирҙем һәм шуны асыҡланым:

-100% уҡыусының өйҙә компьютеры бар, интернет селтәренә ялғанған.

-80% уҡыусыныларҙың социаль селтәрҙә ҡулланыусыларҙың асыҡ профиле бар.

-50% уҡыусының ата –әсәһе балаларының итернетта ултырыуын контролдә тотмай.

-Ҡулланғанда ҡыйынлыҡтар тыуғанда күбеһе эшләп ҡарау һәм хаталаныу методы менән эш итә. Анкета эше буйынса шундай проблема (9,10 СЛ.) асыҡланды: мәғлүмәти –белем биреү мөхитенең формалашыуында мәктәп менән ата-әсәнең берҙәм эшсәнлегенең һүлпән булыуы.

Үҙ инициативамды иң тәүҙә педагогик кәңәшмәлә һәм дөйөм ата-әсәләр йыйылышында тәҡдим иттем.Эшемдең идеяһы: (11 СЛ.)бөгөн беҙ үҙебеҙҙең киләсәгебеҙҙе үҫтерәбеҙ. Киләсәк мәғлүмәти –белем биреү сараларҙан айырылғыһыҙ. Уңышлы киләсәк - ғаилә менән мәктәптең берҙәм эшмәкәрлеген көсәйтеүҙә. Шуға күрә лә ата-әсәләрҙе мәктәп тормошона, яңы белем биреү технологияларҙың уҡыу процесында   ҡулайлы булыуын төшөндөрөү  Инициативамдың методологик нигеҙе булып (12 СЛ.) төп дөйөм белем биреү  федераль дәүләт стандарттары , Мәктәптең тәрбиәүи системаһы аша Рәсәй гражданы шәхесен рухи-әхлаҡи яҡтан тәрбиәләү концепцияһы,2025 йылға тиклем Рәсәй Федерацияһының дәүләт милли сәйәсәте стратегияһы тора. Документтарҙа билдәләнәүенсә,Рәсәй Федерацияһы халыҡтарының мәҙәниәтен һәм телен үҫтерергә һәм һаҡларға, рухи берҙәмлекте нығытырға, хәҙерге шарттарҙа социаль-педагогик партнерлыҡһыҙ, мәктәп уҡыусыларҙы тулы рухи-әхлаҡи тәрбиә менән тәьмин итә алмай. Был дөйөм милли мәсьәләне торомошҡа ашырыу өсөн,  тәү сиратта, ғаилә менән маҡсатҡа ярашлы мөнәсәбәт булдырыу кәрәк, сөнки шәхси ҡиммәттәр ғаиләлә формалаша. Ғаиләләге үҙ ара мөнәсәбәт артабан йәмғиәттәге мөнәсәбәткә барып тоташа һәм шәхестең тәрбиәүи нигеҙен тәшкил итә.

    Әйтелгәндән сығып, белем һәм тәрбиә биреү процесында  электрон  ресурстарҙы ҡулланыуҙың һәм ата-әсәләрҙе был процесҡа йәлеп итеүҙең актуаллеге: (13,14 СЛ.)

-уҡыу эшмәкәрлегенең  репродуктив формаларынан үҙ аллы , эҙләнеү эш төрҙәре аша уҡыу эшмәкәрлегенең аналитик компонентын көсәйтеү;

- уҡыусыларҙың коммуникатив мәҙәниәтен формалаштырыу;

-төрлө типтағы мәғлүмәти сығанаҡтар  менән эшләргә өйрәтеү.

-ата –әсәне мәктәптең яңы  мәғлүмәти белем биреү сығанаҡтары менән таныштырыу һәм   ата-әсә менән балаларҙың берҙәм эшмәкәрлеген булдырыуҙың мөмкинлеген аңлатыу.

Педагогик инициативамдың маҡсаттары:

(15 СЛ.)

- электрон  ресурстарҙы уҡытыу-тәрбиә процесында заман талабына ярашлы һөҙөмтәле ҡулланыу;

-   уҡыусыларҙы электрон ресурстар менән эшләүгә,үҙ аллы белем алыуға, эҙләнеүгә йәлеп итеү;

-электрон ресурстарҙың әһәмиәте тураһында ата-әсәләргә еткереү,уларҙы был процесҡа ылыҡтырыу

Әлеге максатты тормошҡа ашырыу өсөн түбәндәге бурыстар ҡуйыла: (слайд16 СЛ. )

уҡытылған башҡа фәндәр араһында туған тел дәрестәренең абруйын күтәреү;

шәхес тәрбиәләү;

фекерләү һәләтен үҫтереү;

эстетик тәрбиә биреү;

информацион мәҙәниәт тәрбиәләү;

уҡытыуҙың сифатын күтәреү;

предмет-ара бәйләнеш булдырыу;

укыусыларҙа эҙләнеү-тикшеренеү теләге уятыу;

мәктәп сайтында ата-әсәләр өсөн мәғлүмәт биреү, үҙ-ара фекер алышыу, тәжрибә уртаҡлашыу.

Яңылығы: (17 СЛ.)

-  яңы стандарт талаптарын тормошҡа ашырырға  ярҙам итә;
- киләсәктә йәмғиәттә үҙ урынын  дөрөҫ билдәләй ала торған уҡыусылар тәрбиәләргә өйрәтә.

- мәктәп-уҡыусы-ата-әсә бәйләнешен камиллаштыра, Көтөлгән һөҙөмтәләр: (18,19 СЛ.)

Шәхси һөҙөмтәләр:

Уҡыусының һәм ата-әсәнең Интернет селтәренә һәм электрон ресурстарға ҡарата социаль- ориентирлы һәм уникаль мәғлүмәти сығанаҡ , продуктив аралашыу сараһы тигән ҡараш формалашыуы;

Шәхестең  мораль-этик сифаттарын үҫтереүҙә туған телдең ролен, уның мәктәптә белем  һәм тәрбиә алыу процесындағы әһәмиәтен билдәләү;

Төрлө социаль ситуацияларҙа өлкән һәм тиҫтерҙәр менән дөрөҫ аралашыу күнекмәһен булдырыу.

Метапредмет һөҙөмтәләре:

танып белеү УУЭ

-төрлө типтағы лингвистик һүҙлектәрҙән ( шул иҫәптән дәреслеккә ҡушымталарҙағы менән),сығанаҡтарҙан ,Интернеттан ҡәрәкле мәғлүмәтте эҙләү,һайлап алыу,йыйыу,эшкәртеү, анализлау, төрлө ысулдар менән күрһәтеү;

-төрлө стилдәге һәм жанрҙағы тексты аңлы уҡыу һәм үҙләштереү,кәрәк булһа төп әҙәби тел нормаларына ярашлы итеп тәржемә итеү;

коммуникатив УУЭ

-тиңдәштәре һәм оло кешеләр менән аралашыуҙы ҡороу;

-аралашыу процесында тыңлай һәм үҙ фекереңде еткерә белеү.

Регулятив УУЭ

-эшмәкәрлек маҡсатын ҡуя белеү һәм аныҡ итеп әйтә белеү;

-эшмәкәрлекте эҙмә-эҙлекле планлаштыра һәм кәрәк саҡта үҙгәртә белеү;

-үҙ баһалау,үҙ контроль һәм үҙ коррекциялауҙы тормошҡа ашырыу

Ҡулланылған ресурстар: (20,21 СЛ.)

-Уҡытыусыңың һәм уҡыусыларҙың персональ компьютеры;

-Интернет- ресурстар;

-принтер;

-проектор;

-фотоаппарат,видеокамера;

-электрон дәреслектәр,һүҙлектәр.

(22-30 СЛ.)

    Тәжрибә өҫтөндә эшләү дәүерендә,2012 йылдың сентябренән әлегәсә, түбәндәге эштәр башҡарылды:

Һәр мәктәптең үҙ сайты  бар ,был яңылыҡ түгел.Унда мәктәп тормошоноң яңылыҡтары,фотогалерея,документация һ.б. ҡуйылған.

     Балаларҙан ижади төркөм булдырылды. Уҡыусылар  мәктәп,ауыл биләмәһе, район кимәлендә үткәрелгән саралар һәм яңылыҡтар тураһында яҙалар.Фотокорреспонденттар фотоға төшөрә,корреспонденттар мәҡәлә яҙа. Бергәләп мөхәррирләйбеҙ   һәм сайтҡа ҡуябыҙ.Һәр мәҡәлә аҫтына авторын билдәләйбеҙ.Яңылыҡты башҡорт һәм рус телендә кертәбеҙ.Ата-әсәләр сайттың паролен белә һәм  даими рәүештә яңылыҡтар менән таныша ала.

    Электрон журнаға ла ата-әсәләр ыңғай ҡарашта.Насар билдәне уҡыусы көндәлеккә төшөрмәҫкә тырыша,ә бында улар балалары алған баһаны күрәләр.

Үҙемдең сайтымды булдырыуҙың да отошло яҡтары күп.Беренсенән,  класс ата-әсәләр йыйылышы алдынан һылтанма аша улар сайтҡа инеп  доклад менән таныша  һәм әңгәмә өсөн һорауҙарын әҙерләй , икенсенән,ата-әсәләр өсөн тәғәйенләнгән башҡа мәғлүмәттәр менән таныша алалар.

      Башҡорт теле һәм әҙәбиәте дәрестәрендә бер төркөм  дидактик мәсьәләләрҙе хәл итәбеҙ: лексиканы өйрәнгәндә, электрон һүҙлектәрҙе файҙаланабыҙ, 5-се класта антоним, синонимдар темаһын үткәс,СОРБОНКА .был технологик алымдың авторы Аствацатуров Г.О.(31-33 СЛ.) презентация –тренажеры төҙөү отошло.Нисек эшләйҙәр?Карточкала яҙылған һүҙҙең антонимын табырға кәрәк.Үҡыусы шунда уҡ үҙен тикшерә ала.Бының өсөн курсорҙы һүҙгә төбәп сысҡандың һул яғына баҫырға кәрәк.Өй эше итеп,уҡыусылар яңы антоним ,синоним парҙарҙы булдыра һәм дәрестә бер береһен тикшерә ала.

    (34 СЛ.)- 6-сы класта ҡылым төркөмсәләрен үткәндән һуң, “Хатаны тап” алымын ҡулланам.Уҡыусылар 4 төркөмгә бүленә.Һәр бер төркөмгә ҡағиҙәләр бирәм.Уларҙың береһе йәки бер нисәһе дөрөҫ түгел.Балалар хатаны төркөмләп эҙләй,бәхәсләшә, кәңәшләшә.Билдәле бер ҡарарға килгәс,төркөм лидер һайлай.Ул тотош класс алдында  эшмәкәрлектәренең һөҙөмтәһен иғлан итә.Электрон дәреслектәге дөрөҫ ҡағиҙә менән сағыштырып дәлилләй, миҫалдар килтерә.Шул уҡ алым менән уҡыусыларға орфографик хаталы текст тәҡдим итәм.Электрон дәреслектең һүҙлегенән дөрөҫләйҙәр; тест эштәрен башҡарғас, хаталар булһа,үҙ эшмәкәрлеген ойоштороп, ҡыйынлыҡтарҙың сәбәбен асыҡлап, уларҙы еңеп сығыу юлын табыу  оҫтөндә эшләйҙәр.

  6 класта Тимерғәле Килмөхәмәтовтың “Турайғыр” хикәйәһен өйрәнер алдынан уҡыусыларҙың уҡыу эшмәкәрлегенә мотивация тыуҙырыу маҡсатынан ЭД-тән (35СЛ.) “Ел ,ерәнем” йырын тыңлау, интернет селтәренән Сәлимә Бәтасованың “Еңеү сапҡынсылары” документаль фильмынан өҙөктө  ҡарауҙы бик отошло тип һанайым . Дәрес-рефлексия үткәргәндә “Аяу яуап алыу” алымын ҡулланам.Класс рәт-варианттар буйынса ике төркөмгә бүленә.Беренсе төркөмгә һорау бирәм.Шул уҡ ваҡытта һәр уҡыусы был һорауға яуапты парталағы күршеһенә- икенсе төркөм уҡыусыһына бирә.Шунан һорауға яуапты көслө уҡыусы йәки үҙем әйтәм .Дөрөҫ яуапты икенсе төркөм уҡыусылары тыңлап , иптәшенең яуабы менән сағыштыра, билдә ҡуя.Сираттағы һорауға  икенсе төркөм уҡыусылары яуап бирә ,беренсе төркөмдәгеләр уларҙы тыңлай, билдә ҡуя.Шулай итеп, һәр уҡыусы  яуап биреүҙең  бындай формаһында  яуап биреүсе ролендә лә, контролдә тотоусы ролендә лә сығыш яһай.Яуап алыу аҙағында балалар бер-береһенә билдә ҡуя.

   Тел уҡытыуҙың төп маҡсаты уҡыусыларҙың телмәр компетентлығы үҫтереү булғанлыҡтан, телде практик үҙләштереү кәрәк.Ә уның өсөн һәр класта компьютер , проектор ,экран ,кәрәкле электрон дәреслектәр, видеояҙмалар булыуы мөһим.Ә төпкөл ауылда, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, компьютерҙар информатика кабинетында,проектор менән экран башланғыс кластар кабинетында ғына булдырылған.Дәрес һайын информатика ,башланғыс кластар кабинетына юлланып булмай, сөнки бер үк сәғәттә  башҡа кластарҙа үткәрелгән информатика йәиһә башҡа фәндәр бер сәғәткә тура килә.Шулай булыуына ҡарамаҫтан, беҙ был проблеманы ла үҙебеҙсә хәл иттек.Балалар үҙҙәренең ноутбуғына ҡулланыла торған электрон дәреслектәрҙе яҙҙырҙы.

  Әлбиттә ,ауыл шарттарында бөтә ғәиләнең дә интернет селтәренә ялғаныу,ай һайын интернет осөн түләү мөмкинлеге юҡ.Күп кенә ғаилә аҙ тәьмин ителгәндәр иҫәбендә.Интернеттың тиҙлеге ауыл ерендә әкрен булыуы ла ҡомасаулай.Шуға күрә 100% һөҙөмтәгә ирешә алмайбыҙ.Әммә теләк булһа, ҡуйылған маҡсаттарға  әкренләп ирешеп була, тигән ышаныстамын.Диаграмманан күреүегеҙсә ,минең инициативамдың һөҙөмтәһе бар.(37-38 СЛ.) Төрлө олимпиадаларҙа, конкурстарҙа ҡатнашыу , кластан тыш саралар әҙерләү,мәктәп сайтында ата-әсәләр өсөн мәғлүмәт биреү, үҙ-ара фекер алышыу, тәжрибә уртаҡлашыу,уларҙың иң ҡәҙерле балаларының һәләттәрен күрһәтеп ҡыуандырыу шуны күрһәтә:

-5 –се класҡа килгән балаларҙың ата-әсәләре алдында ҙур һайлау тора:башланғыс класта әсә теле булараҡ татар теле уҡытыла, башҡорт теле факультатив рәүештә өйрәнелә. Алдағы уҡыу йылына 5-сегә киләһе уҡыусыларҙың ата-әсәһе башҡорт телен өйрәнеүҙе теләп  ғариза биреүҙәре беҙҙең эшебеҙгә ҙур баһа, тип уйлайым.
-  мәғлүмәти  һәм коммуникацион ресурстарҙы системалы ҡулланыу ,мәктәп-уҡыусы-ата-әсә бәйләнешен камиллаштыра,яңы ҡалыпҡа һала,яңы федераль дәүләт белем биреү стандарттарының өҫтөнлөклө йүнәлеше булған шәхесте бөтә яҡлап үҫтереүҙе ғәмәлгә ашыра.

Иғтибарығыҙ өсөн ҙур рәхмәт! (39 СЛ.)

 


По теме: методические разработки, презентации и конспекты

Минем педагогик фәлсәфәм

Дөньяда күп төрле һөнәрләр бар. Күңелләргә матур сүзләр язучы, сукмак салучы һөнәр ияләре – укытучыларым. Сезнең белән иркенләп утырып, укытучы һөнәре турында сөйләшәсем, хезмәттәшләр буларак фикерләш...

Эссе "Минем педагогик табышларым"

Обмен опытом на тему "Мои педагогические находки"...

Минем педагогик табышларым

Педагогик фәлсәфә...

Минем педагогик табышларым

Ун ел эшләү дәверендә тупланган педагогик табышларым, уйлануларым....

Эссе "Я - учитель" Минем педагогик уйлануларым

Минем педагогик уйлануларым....

Минең педагогик философиям. (эссе)

Уҡытыусы һөнәрен һайлауым сәбәптәре. Уйланыуҙар, һығымталар....

«Башҡорт теле һәм әҙәбиәте дәрестәрендә йырҙар ҡулланыу» темаһына педагогик инициатива

laquo;Башҡорт теле һәм әҙәбиәте дәрестәрендә йырҙар ҡулланыу» темаһына педагогик инициатива...