Рабочая программа для 7 класса по башкирскому языку
рабочая программа (7 класс) по теме

Сабирова Галиябану Абдулловна

Рабочая программа предназначена для работы в 7 классе русскоязычных школ, где башкирский язык преподается как государственный. Содержит разделы "Аңлатма", "Уҡыу предметының төп йөкмәткеһе", "КТП", "Уҡытыусының методик комплекты", "Ҡулланылған әҙәбиәт".

Скачать:


Предварительный просмотр:

Йөкмәтке:

        

  1. Аңлатма яҙыу................................................................................................................2 - 7                                                                    
  2. Уҡыу курсының  йөкмәткеһе.....................................................................................7 - 9.                                                    
  3. Календарь-тематик план.............................................................................................9- 11                                                            
  4. Уҡыу предметын үҙләштереүҙең шәхсән, метопредмет һәм предмет һөҙөмтәләр…………………………………………………...................................... 12-13            
  5. Уҡытыусының  уҡыу- уҡытыу методик комплекты....................................................14                  

 

1.Аңлатма яҙыу

        Башҡорт теле-башҡорт халҡының туған теле һәм Башҡортостан Республикаһының дәүләт теле булып һанала.

        Туған телдең метапредмет белем биреү функцияһы мәктәптә белем алыу процесында бала шәхесен формалаштырыуҙа «Башҡорт теле» предметының универсаль, дөйөмләштереү характерын билдәләй.Башҡорт теле баланың фекер үҫешенә булышлыҡ итә; уҡыусылырҙың интеллектуаль һәм ижади һәләтен үҫтерергә ярҙам итә; белем һәм күнекмәләрҙе үҙ аллы үҙләштереү һәләттәрен үҫтерә, шулай уҡ уҡыусыларҙың үҫтереүсе уҡыу эшмәкәрлеген ойоштора. Туған тел башҡорт мәҙәниәтен өйрәнеүгә нигеҙ булып тора һәм башҡорт әҙәбиәтенең рухи тел байлығын үҫтереүгә булышлыҡ итә; уҡыусыларҙың кешелектең мәҙәни-тарихи тәжрибәһенә ылыҡтыра. Киләсәктә төрлө белемде үҙләштереү һәм һаҡлау формаһы булараҡ, башҡорт теле бөтә предметтар менән тығыҙ бәйләнештә тора һәм профессиональ күнекмәләрҙе үҙләштереү сифатына йоғонто яһай. Аралаша белеү, шул һөҙөмтәлә уңыштарға өлгәшеү, юғары профессиональ һәм социаль әүҙемлек шәхес тормошоноң төрлө өлкәләрендә өлгәшелгән уңыштарын билдәләүсе характеристика булып тора. Туған тел ул баланың төрлө тормош ситуацияларында тәрбиә-этик нормаларын формалаштарыу нигеҙе; әхлаҡ нормалар позицияһынан сығып, үҙ ҡылыҡтарына дәлилле баһа биреү мөмкинлеген дә үҫтерә. 

Мәктәптә башҡорт телен һәм әҙәбиәтен уҡытыу маҡсаттары:

  1. Туған телгә ҡарата һөйөү, мәҙәниәт күренеше булараҡ, телгә ҡарата аңлы ҡараш тәрбиәләү;туған телдең төп аралашыу, кеше эшмәкәрлегенең төрлө сфераһынан белем алыу ҡоралы булыуын, йәмғиәттә ҡабул ителгән әхлаҡ-этик нормаларҙы үҙләштереү сараһы булыуын аңлау; туған телдең эстетик ҡиммәтәрен үҙләштереү;
  2. Көндәлек тормошта һәм уҡыу эшмәкәрлегендә туған телде аралашыу сараһы булараҡ үҙләштереү; үҙ-ара аңлашыу һәм үҙ-ара фекер алышыуға һәләтлелекте үҫтереү; үҙ телмәреңде камиллаштырыу;мөһим төп уҡыу белемен һәм универсаль уҡыу эшмәкәрлегенә эйә булыу(эшмәкәрлек маҡсаттарын аныҡ итеп әйтә белеү,уны планлаштырыу,библиографик эҙләнеү үткәреү,төрлө типтағы лингвистик һүҙлектәрҙән,сығанаҡтарҙан,Интернеттан тейешле мәғлүмәтте алыу һәм эшкәртеү һ.б.)үҙләштереү;
  3. Тел системаһы төҙөлөшөн һәм уның хәрәкәттә булыу законлығын үҙләштереү;стилистик ресурстарҙы һәм төп әҙәби тел нормаларын күҙәтергә өйрәнеү;анализлау,сағыштырыу,классификациялау һәм тел факттарын баһалау һәләттәрен үҫтереү;яҙма һәм һөйләү телмәрен ,телмәр эшмәкәрлеге төрҙәрен ,аралашыуҙың төрлө ситуацияларында телде ҡулланыу ҡағиҙәләрен,телмәр этикет нормаларын үҙләштереү;актив һәм потенциаль һүҙлек запасын байытыу ;телмәрҙә грамматик сараларҙы ҡулланыу күләмен киңәйтеү;алынған белемде,күнекмәне аралашыу процесында,уҡыу эшмәкәрлегендә һәм көндәлек тормошта ҡулланыу һәләттәрен камиллаштырыу.
  4. Донъяға гуманистик ҡарашлы,милли үҙаңлы һәм дөйөм Рәсәй гражданлығы үҙаңы,патриотизм тойғоһона эйә булған,рухи үҫешкән шәхес формалаштырыу;
  5. Шәхестең уңышлы социализацияһы һәм үҙ-үҙен реализациялау өсөн кәрәк булған интеллектуаль һәм ижади һәләтлеген үҫтереү;
  6. Уҡыусыларҙың башҡорт,рус һәм донъя әҙәбиәтенең ҙур ҡаҙаныштарын аңлауы,уларҙы уҡыу һәм анализлау,һүҙ сәнғәтенең образлы фекерләүгә нигеҙләнеүен,художество форма һәм йөкмәтке берлеген,сәнғәттең тормош менән бәйле,тарихи булыуын аңлау;
  7. Художестволы тексты уҡыу,комментарий биреү,анализлау күнекмәләрен этап менән эҙмә- эҙлекле формалаштырыу;
  8. Художестволы текста йәки башҡа теләһә ниндәй телмәрҙә һалынған мәғәнәләрҙе аңлау алгоритмына эйә булыу,үҙеңдең тексыңды төҙөү,уҡылған әҫәр тураһында шәхси баһаңды һәм фекереңде еткерә белеү.)

        Дәүләт теле булараҡ башҡорт теленән  эш программаһы түбәндәге документтарға нигеҙләнеп төҙөлдө:

  • Рәсәй Федерацияһының “Рәсәй Федерацияһында мәғариф тураһында” федераль законы (29 декабрь, 2012 йыл, № 273- ФЗ);
  • Башҡортостан Республикаһының “Башҡортостан Республикаһында мәғариф тураһында” законына (1 июль, 2013 йыл, № 696-з);
  • «Рәсәй  Федерацияһы  халыҡтары телдәре тураһында»ғы законы  (25.10.1991 й., № 1808-1 )
  • “Башҡортостан Республикаһы халыҡтары телдәре тураһында”ғы законы (15 февраль 1999 й. N 216-з,  ( 5.01,  2.03. 2001 й.,  1.03. 2002 й.,  17.03. 2003 й., 5.04. 2004 й.,                 3.11. 2006 й. үҙгәрештәр менән)
  • Төп белем белем биреү федераль дәүләт стандарттарының фундаменталь нигеҙе. – М: Просвещение, 2011.
  • Төп белем белем биреү федераль дәүләт стандарттары. – М: Просвещение, 2011
  • Төп белем биреү  буйынса өлгө программалар. Башҡорт теле  5 -9 класс. -  Өфө: Китап, 2015. (Ғәбитова З.М.)
  • Төп белем биреү  буйынса өлгө программалар. Башҡорт әҙәбиәте. -  Өфө: Китап, 2011. (Юлмөхәмәтов М.Б.)
  • Башҡортостан Республикаһы Балаҡатай районы Билән урта дөйөм белем биреү  учреждениеһының 2017-2018 йылға уҡытыу программаһына
  • Башҡортостан Республикаһы Мәғариф  министрлығы тарафынан раҫланған “Уҡытыу рус телендә алып барылған мәктәптәрҙең I-XI кластары өсөн башҡорт теле һәм әҙәбиәте программаһы” (Төҙөүселәре: Тикеев Д.С., Толомбаев Х.А., Вилданов Ә.Х., Дәүләтшина М.С., Хөснөтдинова Ф.Ә., Хажин В.И. – Ижевск, 2008)

          Башҡортостан  Республикаһы Президентының  Указы менән 1999 йылдың  15 февралендә башҡорт теле,  урыҫ теле менән бер рәттән,  республикала дәүләт теле тип ҡабул ителде. Башҡорт телен уҡытыу законлы нигеҙгә ҡуйылды.Уҡытыу урыҫ телендә алып барылған мәктәптәрҙә, Башҡортостан Республикаһы Мәғариф министрлығы тарафынан тәҡдим ителгән уҡытыу планына ярашлы, башҡорт телен өйрәнеү Башҡорт теленән программа.(Уҡытыу рус телендә алып барылған мәктәптәрҙең I-XI кластары өсөн).ТоломбаевХ.А.,Дәүләтшина М.С.,Ғәбитова З.М.,Усманова М.Ғ.-Ижевск:КнигоГрад,2008. Программаһына таянып төҙөлгән программа буйынса алып барыла.

  •         Башҡорт телен һәм мәҙәниәтен белмәгән балаларға башҡорт телен өйрәткәндә түбәндәге принциптарға нигеҙләнәнергә кәрәк:

1.Башҡорт теле-балаларҙың башҡорт донъяһына алып инеү асҡысы.

2. Башҡорт телендә башҡорт менталитеты сағылышын күрһәтеү.

3. Башҡорт телен фәҡәт ғәмәли үҙләштереү маҡсатынан сығып өйрәнеү.

        Шул нигеҙҙә башҡорт теленә өйрәтеүҙең маҡсаттары һәм бурыстары билдәләнде:

  • 1.Уҡыусыларҙы башҡорт телендә һөйләгәнде,уҡығанды,радио-телетапшырыуҙарын аңларға өйрәтеү (аудирование);
  • 2.Башҡорт теленең өндәрен,һүҙҙәрен дөрөҫ әйтеп,үҙ-ара һөйләшергә тәҡдим ителгән темалар,ситуациялар буйынса һөйләргә өйрәтеү(говорение).
  • 3.Һәр класс өсөн махсус төҙөлгән дәреслектәрҙәге,уҡыу ҡулланмаларындағы текстарҙы башҡорт телендә сыға торған “Йәншишмә”,”Аҡбуҙат”,”Аманат”,”Шоңҡар”,”Йәшлек” гәзит-журналдарын үҙ аллы һәм аңлы уҡыу күнекмәләрен биреү(чтение)
  • 4.Аралашыуҙа кәрәк була торған типик һөйләмдәрҙе  күсереп,үҙ фекерҙәрен билдәле кимәлдә үҙ аллы яҙыу күнекмәләрен булдырыу(элементарное письмо.)
  • 5.Башҡорт телен өйҙә,йәмәғәт тормошонда,хеҙмәт процесында практик файҙаланырға өйрәтеү.
  • 6.Башҡорт телен практик өйрәнеүгә бәйләп,балаларҙы башҡорт халҡының тарихы,мәҙәниәте,сәнғәте,әҙәбиәте,милли йолалары,башҡорт халҡының күренекле шәхестәре ,уларҙың эшмәкәрлеге,ижады һ.б. менән таныштырыу,балаларҙы башҡорт донъяһына алып инеү,башҡорт халҡына,үҙҙәре йәшәгән төйәккә ихтирам һәм һөйөү тәрбиәләү.

Уҡыу предметына, курсына дөйөм характеристика.

        Дөйөм белем  биреү ойошмаларында башҡорт телен дәүләт теле булараҡ өйрәнеү буйынса өлгө программалар федераль дәүләт стандарттарына ҡуйылған талаптар һәм һөҙөмтәләр нигеҙендә төҙөлдө. Унда үҫеш программаһының положениеһы һәм төп идеялары, төп белем биреү өсөн универсаль уҡыу эшмәкәрлеге иҫәпкә алынды, шулай уҡ дөйөм белем биреүҙең башланғыс белем биреү программалары менән күсәгилешлек принциптары һаҡланды.

        Эш программаһында уҡыусыларҙың төп эшмәкәрлеге төрҙәрен үҫтереү ҡаралған, уларҙың психологик һәм йәш үҙенсәлектәре иҫәпкә алынған.

        Башҡорт теле курсы дөйөм белем биреү мәктәбенең предметтар системаһында донъяны танып белеү һәм социомәҙәни маҡсаттарҙы тормошҡа ашыра.

        Башҡорт телен өйрәнеүҙең социомәҙәни маҡсаттары кешенең дөйөм мәҙәни үҫеше күрһәткесе булараҡ, уҡыусының коммуникатив компетенцияһын, һөйләү һәм яҙма үҫешен үҙ эсенә ала. Башҡорт булмаған мәктәптәрҙә балаларҙың өс төркөмгә бүленеүен иҫәпкә алырға кәрәк. Былар түбәндәгеләр:

  1. Башҡорт мөхитендә тыуып үҫкән һәм башҡорт мәктәбендә әсә телендә уҡыған балалар.
  2. Башҡорт мөхитендә үҫмәгән,  рус һәм башҡа телдә эшләүсе мәктәптәрҙә белем алған,башҡорт телен предмет булараҡ өйрәнгән балалар.
  3. Башҡорт телен белмәгән һәм башҡа милләт балалары. Улар рус мәктәптәрендә белем алалар, башҡорт телен предмет булараҡ, практик күҙлектән сығып өйрәнәләр.

        Ысынлап та, һәр төркөмдә балаларға башҡорт телен уҡытыуҙың маҡсаты ла, бурыстары ла, методикаһы ла ныҡ айырыла. Бындай мәктәптәрҙә ҡулланыла торған программалар һәм дәреслектәр ҙә үҙенсәлекле. Тәҡдим ителә торған был программа              Концепцияла күрһәтеләгән икенсе һәм өсөнсө төркөм балаларына, йәғни уҡытыу рус телендә (һәм башҡа телдәрҙә) барған мәктәптәрҙә белем алыусы балаларға тәғәйенләнә.

        Бындай мәктәптәрҙә башҡорт теленә өйрәтеүҙе түбәндәге принциптарға нигеҙләнеп атҡарырға кәңәш ителә:

  1. Башҡорт телендә башҡорт менталитеты сағылышын күрһәтеү.
  2. Башҡорт теле – балаларҙы башҡорт донъяһына алып инеү, уларҙың тарихи асылына ҡайтарыу асҡысы.
  3. Башҡорт телен баланың туған теленә таянып өйрәнеү.
  4. Башҡорт телен тик телмәр өсөн, аралашыу өсөн фәҡәт практик маҡсаттарҙан сығып өйрәнеү

        Башҡорт теле курсында түбәндәге йөкмәтке линияларын билдәләп була:

  • телмәр эшмәкәрлегенең төп төрҙәрендә коммуникатив оҫталыҡтар;
  • тел саралары һәм уларҙы ҡулланыу күнекмәләре;
  • социомәҙәни компетенция;
  • дөйөм уҡыу һәм махсус уҡыу оҫталыҡтары.

        Башҡорт теле-башҡорт халҡының туған теле һәм Башҡортостан Республикаһының дәүләт теле булып  тора.

        Рус телле мәктәптәрҙә “Башҡорт теле” предмет булараҡ айырым урын биләй. “Башҡорт теле”н дәүләт теле булараҡ уҡытыу “Башҡорт теле” һәм “Әҙәбиәт” предметтарын берләштереп өйрәнеүгә ҡоролған.

        Башҡорт теле баланың фекер үҫешенә булышлыҡ итә: уҡыусыларҙың интеллектуаль һәм ижади һәләтен үҫтереүгә ярҙам итә; белем һәм күнекмәләрҙе үҙ аллы үҙләштереү һәләтен үҫтерә, шулай уҡ уҡыусыларҙың  әүҙем уҡыу эшмәкәрлеген ойоштора.Башҡорт теле башҡорт мәҙәниәтен өйрәнеүгә нигеҙ булып тора һәм башҡорт әҙәбиәтен – рухи тел байлығын-үҫтереүгә булышлыҡ итә; уҡыусыларҙы кешелектең мәҙәни-тарихи тәжрибәһенә ылыҡтыра. Аралаша белеү, шул һөҙөмтәлә уңыштарға өлгәшеү; юғары профессиональ һәм социаль әүҙемлек шәхес тормошоноң төрлө өлкәләрендә өлгәшелгән уңыштарын билдәләүсе характеристика булып тора.

        Башҡорт телен өйрәнеү-уҡыусы шәхесен социаллаштырыуҙың мөһим йүнәлештәренең береһе, ул гражданлыҡ тиңлеген (идентичность) һәм толерантлыҡ тәрбиәләүҙән ғибәрәт.

        Көндәлек тормошта һәм уҡыу эшмәкәрлегендә башҡорт телен аралашыу сараһы булараҡ үҙләштереү; үҙ-ара аралашыу һәм фекер алышыуға һәләтлекте үҫтереү; һүҙлек байлығын арттырыу; үҙ телмәреңде камиллаштырыу; төп  уҡыу белемен һәм универсаль уҡыу эшмәкәрлеген (эшмәкәрлек маҡсаттарын аныҡ итеп әйтә белеү, уны планлаштырыу, библиографик эҙләнеү үткәреү, төрлө типтағы лингвистик һүҙлектәрҙән һәм сығанаҡтарҙан, киң мәғлүмәт саралары һәм интернеттан тейешле мәғлүмәтте алыу һәм эшкәртеү; тексты мәғлүмәт эшкәртеү һ.б.) үҙләштереү.

        Башҡорт теле дәрестәрендә уҡыусыны һүҙ сәнғәте менән таныштырыу- ысын художестволы ҡиммәттәр менән генә танышыу түгел, ә аралашыу тәжрибәһе лә. Илебеҙ халыҡтарының һүҙ сәнғәте менән таныштырыу уҡыусыларҙың аңында художестволы мәҙәниәттең байлығы һәм күп төрлөлөгө, күп милләтле Рәсәйҙең рухи һәм әхлаҡ потенциалы тураһында ҡараштарын киңәйтә.

        Башҡорт һәм башҡа милләт яҙыусыларының әҫәрҙәре аша уҡыусыларҙа Тыуған илгә, ергә, күп милләтле республикаға һөйөү, уның менән һоҡланыу һәм ғорурланыу тойғоһо, тыуған йорт, урам, ауыл һәм ҡалаға, уның үткәндәре һәм бөгөнгөһөнә ҡарата ихтирам тәрбиәләнә. Балала башҡорт һәм үҙ халҡының үткәне һәм бөгөнгөһөнә, традицияларына, йыр-моңона, әҙәп-әхлаҡ ҡағиҙәләренә, этик-эстетик ҡараштарына-ихтирам, ата-бабаларынан ҡалған аманатҡа ҡарата-тоғролоҡ һәм үҙ-ара дуҫлыҡ, берҙәмлек, изгелек кеүек һыҙаттар үҫтерелә.

        Уҡытыу рус телендә алып барылған мәктәптәрҙә башҡорт теле уҡытыуҙың йөкмәтке үҙенсәлектәре  шунан ғибәрәт: был үҙ йәһәтендә коммуникатив, тел, лингвистик һәм мәҙәни компетенцияны формалаштырыуҙы һәм үҫтереүҙе күҙ уңында тота.Төп дөйөм белем биреү мәктәптәрендә башҡорт теле курсының йөкмәткеһе белем биреү процесында метапредмет һәм предмет маҡсаттарына өлгәшеүгә йүнәлдерелгән.

        Коммуникатив компетенция телмәр эшмәкәрлегенең төрҙәре, аралашыуҙы, һөйләү һәм яҙма телмәр төрҙәрен үҙләштереүҙе иҫәптә тота, тел материалын һәм күнекмәләрҙе кәрәкле ситуацияларҙа ҡуллана алыуҙы талап итә. Коммуникатив компетенция аралашыуҙың маҡсатын билдәләй, телмәр ситуацияһын баһалай белеүҙе, аралашыусының коммуникация ысулдарын һәм ниәттәрен иҫәпкә алыуҙы, адекват стратегик аралашыуҙы һайлауҙы һәм үҙ телмәреңде аңлы рәүештә үҙгәртеүгә әҙер булыуҙы күҙ уңында тота.

        Тел һәм лингвистик компетенция йәмғиәт күренеше булараҡ, тел тураһында тейешле белемде үҙләштереү нигеҙендә уның төҙөлөшөн, үҫешен, хәрәкәттә булыуын формалаштырыуҙы аңлата; башҡорт әҙәби теленең төп нормаларын үҙләштереү; һүҙлек запасын һәм уҡыусы телмәренең грамматик төҙөлөшөн байытыу; фән булараҡ, лингвистика тураһында тейешле белем, уның төп бүлектәренә кәрәкле булған тел күренеше факттарын анализлау һәм баһалау мөмкинлеген формалаштырыу; төрлө төрҙәге лингвистик һүҙлектәр менән ҡуллана белеү.

        Мәҙәни компетенция туған телдең мәҙәниәтен сағылдырыусы форма булараҡ аңлауҙы күҙ уңында тота, тел һәм халыҡ тарихының бәйләнештә булыуын, башҡорт теленең милли-мәҙәни үҙенсәлеген, башҡорт телмәр этикет нормаларын үҙләштереүҙе, милли-мәҙәни компонентлы һүҙҙәр мәғәнәһен аңлатыуҙы белдерә.

        Өлгө программала материал коммуникатив-эшмәкәрлек йүнәлештә бирелгән. Тәҡдим ителгән материал белем биреүҙе генә иҫәпкә алмай, ә эшмәкәрлек формаһын тормошҡа ашыра.

        Башҡорт теле курсының коммуникатив-эшмәкәрлек йүнәлешен  көсәйтеү,  уны  белем  алыуҙа  метапредмет  һөҙөмтәләргә йүнәлтеү, кешенең тышҡы мөхиткә тиҙ яраҡлашыу һәм унда әүҙем эшмәкәрлекте дауам итеүгә һәләтле булараҡ, функциональ грамоталылыҡты формалаштырыуҙың мөһим шарттары булып тора.

        Функциональ грамоталылыҡтың мөһим индикаторы — предмет-ара статус: коммуникатив универсаль уҡыу эшмәкәрлеге (телмәр эшмәкәрлегенең бөтә төрҙәре менән эш итеү, тиңдәштәре һәм оло кешеләр менән аралашыуҙы ҡороу; телдән һәм яҙма телмәрҙе адекват ҡабул итеү, ҡуйылған проблема буйынса үҙ ҡарашыңды теүәл, дөрөҫ, логик яҡтан төҙөк һәм тасуири әйтеп биреү, аралашыу процесында яҙма һәм һөйләү телмәре нормаларын һәм башҡорт телмәр этикетын һаҡлау); танып белеү универсаль укыу эшмәкәрлеге (проблеманы аныҡлау, дөрөҫ аргументлай белеү, логик яҡтан төҙөк фекер йөрөтөү, иҫбатлай белеү, раҫлаусы йә кире ҡағыусы тезис килтереү, библиографик эҙләнеүҙе тормошҡа ашырыу, төрлө сығанаҡтарҙан кәрәкле мәғлүмәт алыу, төп һәм өҫтәмә мәғлүмәтте билдәләү, уҡыу маҡсатын асыҡлау, аралашыу маҡсатынан сығып уҡыу төрөн һайлау, мәғлүмәти-компьютер сараларын ҡулланыу; мәғлүмәтте системаға килтереү һәм киренән эшкәртеү, уны төрлө ысулдар менән күрһәтеү һ. б.); регулятив универсаль укыу эшмәкәрлеге (эшмәкәрлек маҡсатын ҡуя һәм аныҡ итеп әйтә белеү, эшмәкәрлекте эҙмә-эҙлекле планлаштыра һәм кәрәк саҡта үҙгәртә белеү; үҙ контроль, үҙ баһалау, үҙ коррекциялау һ. б. тормошҡа ашырыу). Функциональ грамоталылыҡтың мөһим компоненты телмәр эшмәкәрлеге төрҙәренә нигеҙләнә һәм мәктәптә туған телде өйрәнеү аша уҡыусыларҙың фекерләү һәләтен маҡсатлы йүнәлештә үҫтереүҙе күҙ уңында тота.

        Функциональ грамоталылыҡты формалаштырыу, уҡыусыларҙың телмәр эшмәкәрлеген камиллаштырыу, төрлө аралашыу шарттарында башҡорт теленең уны ҡулланыу үҙенсәлектәрен белеү нигеҙендә төҙөлә. Уҡыу процесы телде анализлау күнекмәләрен формалаштырыуға ғына йүнәлдерелгән булырға тейеш түгел, ә шулай уҡ телмәр мәҙәниәтен тәрбиәләү, тормошта мөһим күнекмәләрҙе формалаштырыу, төрлө уҡыу төрҙәрен ҡулланыу, тексты мәғлүмәти эшкәртеү, мәғлүмәтте төрлө формала эҙләү, телмәр ситуацияһына, әҙәби тел нормаларына һәм аралашыуҙың этик нормаларына яраҡлы төрлө ысулдарын файҙаланыу. Шулай итеп, төп дөйөм белем биреү мәктәптәрендә башҡорт телен уҡытыу баланың дөйөм мәҙәни кимәленүҫтерергә, артабан уҡыуын төрлө белем биреү учреждениеларында дауам итә алырлыҡ кимәлдә булырға тейеш. Шулай итеп, төп дөйөм белем биреү ойошмаларында дәүләт теле булараҡ башҡорт телен уҡытыу баланың дөйөм мәҙәни кимәлен үҫтереү һәм башҡорт телендә иркен аралаша алырлыҡ кимәлгә еткереү төп бурыстарҙың береһе.

        

Уҡыу предметының уҡыу планындағы урыны.

  • Йыллыҡ өлгө уҡыу планы Башҡортостан Республикаһында рус телле мәктәптәрҙә башҡорт телен дәүләт теле булараҡ аҙнаға - 1 сәғәт күләмендә уҡытыуҙы күҙ уңында тота.

Уҡытыу предметының төп йөкмәткеһе.

Һаумы, мәктәп!

Был тема (1 сентябрь – Белем көнө.Мәктәп, уҡыу, белем алыу, тел өйрәнеү) башлыса “Көҙ” темаһы менән бергә үрелеп бара. Бер үк ваҡытта, уҡыусыларҙың йәйге каникулды нисек үткәреүе тураһында әңгәмә үткәреү, фекер алышыуҙар ойошторола. Был темаларға ҡағылышлы һүҙҙәр, һүҙбәйләнештәр, һөйләмдәр иҫкә төшөрөлә, һүҙлек запасын байытыу йәһәтенән яңылары үҙләштерелә.Башҡорт теленең өн-хәрефтәре, ҡалын һәм нәҙек һуҙынҡылар.  Исем. Исемдәрҙең һан менән үҙгәреше. Һөйләмдә һүҙ тәртибе. Сифат.

Үҙем тураһында

Был теманы үҙләштереү барышында уҡыусы үҙе тураһында,үҙенең ғаилә ағзалары, яҡындары тураһында  һөйләргә өйрәнергә тейеш. Исемдәрҙең килеш менән үҙгәреше. Алмаш. Зат алмаштары. Зат алмаштарының килеш менән үҙгәреше. к-г,ҡ-ғ тартынҡыларының сиратлашыуы.

Йыл миҙгелдәре

Йыл миҙгелдәре, һәр йыл миҙгеленә хас үҙенсәлектәр менән танышыу. Йыл миҙгелдәрен, һәр миҙгелгә ҡараған ай исемдәрен дөрөҫ әйтә һәм телмәрҙә ҡуллана белеү. Һорау алмаштары.Күрһәтеү алмаштары. Күрһәтеү алмаштарының килеш менән үҙгәреше. Билдәһеҙлек алмаштары. Билдәләү алмаштары.

Башҡортостанды беләһеңме?

Уҡыусыларҙы үҙҙәре йәшәгән республиканың үткәне, бөгөнгөһө, киләсәге менән таныштырыу. Уҡыусы аңына үҙе йәшәгән ерҙең – Башҡортостандың тарихы, уның байлығы, күренекле шәхестәре һ.б. хаҡында бер бөтөн тыуҙырыу һәм ул турала һөйләй белеүҙәренә өлгәшеү. Яңғыҙлыҡ һәм уртаҡлыҡ исемдәр. Юҡлыҡ алмаштары.

Кеше. Тән ағзалары.шәхси гигиена.

Был тема кешенең тән ағзалары, эске органдарының атамаларын белеү менән бергә шәхси гигиена, көн тәртибе, һаулығы менән берлектә алып барыла. Кешегә һау-сәләмәт булыу өсөн нимә эшләргә кәрәклеге тураһында әңгәмәләр үткәреү, әҫәрҙәр уҡыу. Башҡорт телендә эйәлек төшөнсәһе. Ҡылым.

Яңы йыл менән.

Яңы йыл темаһы ҡыш темаһы менән берлектә алып барыла. Ҡыш миҙгеленең үҙенсәлектәрен билдәләү, Яңы йыл менән туғандарҙы, яҡын кешеләрҙе ҡотларға өйрәтеү, һәр байрамдың үҙенә генә хас күренештәре тураһында һөйләтеү. Ҡылымдың зат һәм һан менән үҙгәреше.

Аҙыҡ-түлек.Кейем-һалым. Өй . Магазин.

Аҙыҡ-түлек, кейем-һалым атамаларын өйрәнеү, һатып алыу этикеты менән таныштырыу, һөйләшергә, аралашырға өйрәтеү. Синоним.

8 март – Ҡатын-ҡыҙҙар көнө.

Әсәй тураһында шиғыр, хикәйәләр уҡыу. Әсәйҙең донъяла иң ҡаҙерле кеше икәнен, уны ихтирам итергә, яратырға, ҡаҙерләргә кәрәклекте аңлатыу. Был тема ғаилә темаһы менән берлектә бара, шуның өсөн алдағы кластарҙа үтелгән ғаилә темаһы ҡабатлана. Ҡотлау открыткалары яҙырға, ҡотлау һүҙҙәрен әйтә белергә өйрәтеү. Антоним.

Яҙ етте. ( 6 сәғәт)

Яҙ билдәләрен күрә һәм яҙ миҙгеленең үҙенсәлектәрен әйтә белергә өйрәтеү. 1 май, 9 май байрамдары, дуҫлыҡ тураһында һөйләшеү. Омоним.

Яҙғы эштәр.(5 сәғәт)

Яҙғы эштәр, яҙғы баҡса эштәре,баҫыу эштәре тураһында һөйләшеү. Һан. Үтелгәндәрҙе ҡабатлау.

Яҙғы байрамдар.

Башҡорт халҡының, Башҡортостанда йәшәүсе башҡа халыҡтарҙың яҙғы тәбиәғәт менән бәйле ғөрөф-ғәҙәттәре һәм матур йолалары тураһында һүҙ алып барыла. Уҡыусыларға уларҙың кеше тормошондағы әһәмиәте, мәғәнәләрен, уларҙы тергеҙеү кәрәклеген еткереү. Грамматика буйынса үтелгәндәрҙе ҡабатлау.

Универсаль уҡыу эшмәкәрлеге

1.Уҡытыусы уҡыған йәки һөйләгән, үҙең уҡыған тексты аңлай алыу; 3-6 һөйләмдән торған диалогты аңлау, уны дауам итә белеү;

2. Уҡыған әҫәр, картина, экскурсия, ҡараған диафильм буйынса әңгәмәлә ҡатнашыу;

- предметны, күренеште элементар рәүештә   һүрәтләү, уға үҙ мөнәсәбәтеңде булдырыу;

- хәбәр, һорау, өндәү һөйләмдәрҙе, поэтик әҫәрҙәрҙе дөрөҫ интонация менән һөйләү;

- 5 – 7 шиғырҙы яттан тасуири һөйләй белеү;

- тиҙәйткестәрҙе, һынамыштарҙы шыма итеп әйтә белеү.

3.Тексты  шыма, аңлы, тасуири уҡыу;

-текстың өлөштәренә, иллюстрацияларына исем биреү;

-текстан аңлашылмаған һүҙҙәрҙе табыу, мәғәнәләрен аңлатыу, һүҙлектәр менән эш итеү;

-хикәйә, әкиәт, мәҡәл, йомаҡ жанрҙарын айыра белеү.

4. Ҙур булмаған һөйләмдәрҙе күсереп һәм яттан яҙыу;

- текст буйынса һорауҙарға яуап яҙыу;

- 6-10 һөйләмдән торған текстың йөкмәткеһен яҙыу;

-бер телдән икенсе телгә тәржемә итеү;

-өйрәтеү характерындағы изложение, иншалар яҙыу.

Уҡыу-уҡытыу программаһында планлаштарылған һөҙөмтәләрҙе үҙләштерелеүен баһалау

Класта һәм өйҙә башҡарыла торған яҙма эштәр өйрәтеү һәм тикшереү характерында була.

Уларға түбәндәгеләр инә:

  • башҡорт теленән төрлө типтағы күнегеүҙәр;
  • тәржемә эштәре (башҡорт теленән рус теленә һәм киреһенсә);
  • дәреслектәрҙәге әҙәби текстарға пландар төҙөү;
  • һорауҙарға яҙма яуаптар һәм иншалар;
  • тел һәм әҙәби материалдар буйынса аналитик һәм дөйөмләштереү тибындағы схемалар, проекттар һ.б. төҙөү.

Башҡорт теленең ағымдағы, сирек йәки йыл аҙағында, шулай уҡ уҡыу йылы башында инеү диктанты, ҙур темаларҙан һуң йомғаҡлау контроль эштәре үткәрелә. Ағымдағы контроль эштәр программаның өйрәнелгән материалын үҙләштереүҙе тикшереү маҡсатында уҙғарыла. Уларҙың төрө һәм үткәреү йышлығы өйрәнелә торған материалдың ҡатмарлылығынан, уҡыусыларҙың белем кимәленән сығып билдәләнә. Ағымдағы контроль эштәр өсөн уҡытыусы йә тотош дәресте, йә уның бер өлөшөн генә файҙалана ала.

Уҡыу йылы башында инеү диктанты, сирек һәм йыл аҙағында йомғаҡлау контроль эштәре мәктәп администрацияһы менән берлектә төҙөлгән график буйынса үткәрелә. Контроль эштәрҙе сиректең беренсе көнөндә һәм дүшәмбелә үткәреү тәҡдим ителмәй.

Программа материалының үҙләштереү кимәле уҡыусыларҙың дәрестәрҙә телдән биргән яуаптарына һәм яҙма эштәренә ҡарап баһалана. Бының өсөн башҡорт теленән һәр класта түбәндәге күләмдә контроль эштәр, яҙма эштәр үткәреү ҡарала:

Яҙма эштәрҙең төрҙәре:

 Күсереп яҙыу-1

 Һорауҙарға яуаптар-1

 Диктант-4

 Изложение-1

 Инша-2

Календарь-тематик план

п/п

Дәрес темаһы

Дәрес һаны

Дата

(план)

Дата

(факт)

1

Һаумы,  мәктәп!  ( 4  сәғәт)

2

Белем көнө. Башҡорт теленең өн-хәрефтәре. Беҙҙең ғаилә. Исем. Исемдәрҙең күплек ялғауы.

1

04.09-09.09

3

Күсереп яҙыу. «Каникулда».

1

11.09-16.09

4

Минең мәктәбем. Исемдәрҙең һан менән үҙгәреше. С.Әлибай. «Яҡшы». Һөйләмдә һүҙҙәр  тәртибе. Хаталар өҫтөндә эш.

1

18.09-23.09

5

Беҙҙең класс. Ҡалын һәм нәҙек һуҙынҡылар.Ҡурай моңо. Сифат.

1

25.09-30.09

6

Үҙем  тураһында. ( 4  сәғәт)

7

Үҙем тураһында. Исемдәрҙең килеш менән үҙгәреше. Берлектәге исемдәрҙең килеш менән үҙгәреше.

1

02.10-07.10

8

Телмәр үҫтереү.  Инша. «Минең  бер  көнөм».

1

16.10-21.10

9

Икмәк – ҡәҙерле аҙыҡ. Берлектәге исемдәрҙең килеш менән үҙгәреше.

1

23.10-28.10

10

Беҙҙең ғаилә. Күплектәге исемдәрҙең килеш  менән үҙгәреше.Беҙҙең әсәй. Алмаш. Зат алмаштары. Зат алмаштарының килеш менән үҙгәреше.

1

30.10-04.11

11

Йыл  миҙгелдәре. ( 4 сәғәт)

12

 Йыл миҙгелдәре. Һорау алмаштары.

1

06.11-11.11

13

Минең бүлмәм. Күрһәтеү алмаштары.

1

13.11-18.11

14

Контроль  диктант. «Көҙгө  урман».

1

20.11-21.11

15

Дүрт ҡыҙ. Билдәләү алмаштары.Тестар буйынса эш. Юҡлыҡ алмаштары.

1

27.11-02.12

16

Телмәр  үҫтереү.  Инша. «Яратҡан  йыл  миҙгелем».

1

04.12-09.12

17

Башҡортостанды  беләһеңме?  (3  сәғәт)                                                              

18

Урал – башҡорт иле. Яңғыҙлыҡ һәм уртаҡлыҡ  исемдәр. Башҡортостан райондары һәм ҡалалары. Яңғыҙлыҡ һәм уртаҡлыҡ исемдәр.

1

11.12-16.12

19

Ф.Ғөбәйҙуллина. «Башҡортостан флагы». Исемдәр. С.Юлаев. «Уралым». Исемдәр.

1

18.12-23.12

20

Контроль  диктант. «Тәбиғәтте һаҡлайыҡ».

1

25.12-30.12

21

Кеше.  Тән  ағзалары.  Шәхси  гигиена.  ( 2  сәғәт)

22

М.Кәрим. «Уҡыусыға». Тән ағзалары. Башҡорт телендә эйәлек төшөнсәһе.

1

15.01-20.01

23

Хәрәкәттә – бәрәкәт. Дарыу үләндәре. Ҡылым.

1

22.01-27.01

24

             Яңы  йыл  менән. ( 3сәғәт)

25

Декабрҙә. Ҡылым. Тау шыуғанда. Ҡылымдарҙың һорауҙары. Ҡ.Даян. «Шыршы». Ҡылымдарҙың  зат  һәм һан менән үҙгәреше.  

1

29.01-03.02

26

А.Исмәғилев. «Яуа ҡарҙар». Ҡылымдарҙың  зат һәм һан менән үҙгәреше.

1

05.02-10.02

27

А.Игебаев. «Ҡар өй». Ҡылымдарҙың зат һәм  һан менән үҙгәреше.Яңы йыл ҡайҙа нисек үтә? Ҡабатлау.

1

12.02-17.02

28

Телмәр үҫтереү.  Изложение.  «Ғинуар».

1

19.02-20.02

29

Аҙыҡ-түлек.  Кейем-һалым.  Магазин.  Өй.  Баҙар. (3  сәғәт)

30

Аҙыҡ-түлек магазинында. Исемдәр. Г. Ғәлиева. «Икмәк». Ф.Туғыҙбаева. «Яңы күлдәк». Синонимдар.

1

26.02-03.03

31

Синонимдар.

1

05.03-10.03

32

Беҙҙең уңыш.  Ф.Туғыҙбаева. «Тыуған көн». Синонимдар.

1

12.03-17.03

33

8  март – ҡатын-ҡыҙҙар  көнө.  ( 2  сәғәт)

34

Ф.Мөхәмәтйәнов. «Әсәйем». Антонимдар. Ғ.Байбурин. «Яратам мин илемде». З.Әхмәтйәнова. «Нәби менән әбей».  

1

19.03-24.03

35

Контроль диктант. «Көләс булһын әсәйҙәр!»

1

26.03-31.03

36

Яҙ  етте.  (3 сәғәт)

37

Ә.Ихсан. «Яҙ». В.Овсеева. «Әбей». Омонимдар.

1

02.04-07.04

38

Минең дуҫым компьютер. Алмаштар.

1

16.04-21.04

39

Ҡоштар ҡасан ҡайта? Алмаштар.Ф.Рәхимғолова. «Еңеү көнө».  Һорауҙар  төҙөү.

1

23.04-28.04

40

Яҙғы  эштәр. ( 2 сәғәт)

41

К.Ушинский. «Баҡсасы һәм уның улдары». Йы, йе, йо, йү ҡушым-талары. Эш ҡоралдары. Һан.

1

30.04-05.05

42

Яҙҙың тәүге сәскәһе. Ә.Әсәҙуллина. «Өмәлә». Ҡабатлау.

1

07.05-12.05

43

  Яҙғы байрамдар.  Ҡабатлау.  (3  сәғәт)

44

Ҡуҙғалаҡ, йыуа байрамы. Ҡабатлау.Һорауҙарға яуаптар.

1

14.05-19.05

45

Телмәр үҫтереү. Картина буйынса хикәйә төҙөү. Ҡарға бутҡаһы.

1

21.05-26.05

46

Контроль диктант. «Яңғыҙ  ҡайын».

1

28.05-31.05

47

Барыһы

34

Уҡыу предметын өйрәнеүҙең һөҙөмтәләре.

Башҡорт телен өйрәнеүҙең шәхси һөҙөмтәләренә түбәндәгеләр инә: донъяны күп телле һәм мәҙәниәтле йәмғиәт булараҡ ҡабул итеү; үҙеңде илдең гражданины итеп тойоу; телде (шул иҫәптән башҡорт телен) төп аралашыу сараһы булараҡ ҡабул итеү; башҡорт теле саралары ярҙамында (балалар фольклоры, балалар әҙәбиәтенең ҡайһы бер үрнәктәре) уҡыусының башҡорт халҡының тормошо менән танышыуы.

Метапредмет һөҙөмтәләр:

уҡыусының коммуникатив һәләттәрен үҫтереү; элементар коммуникатив мәсьәләне сисеү өсөн адекват тел һәм телмәр сараларын һайлау һәләтен үҫтереү; танып белеү һәм эмоциональ сфераларын үҫтереү; башҡорт телен өйрәнеүгә мотивация булдырыу; уҡытыу-методик комплекcтың төрлө компоненттары (дәреслек, аудиодиск һ.б.) менән эшләргә өйрәтеү.

Предмет һөҙөмтәләре:

башҡорт теле нормалары (фонетик, лексик, грамматик) тураһында белешмә; (курс йөкмәткеһе кимәлендә).

А. Коммуникатив сферала (башҡорт телен аралашыу сараһы булараҡ өйрәнеүҙә)

Телмәр эшмәкәрлегенең түбәндәге төрҙәрендә телмәр компетенцияһы:

һөйләү телмәрендә:

- аралашыуҙың типик ситуацияларында этикет диалог алып барыу;

- уҡыусының үҙе, ғаиләһе, дуҫы тураһында һөйләүе; предмет, картинаны һүрәтләүе; персонажды ҡыҫҡаса ҡылыҡһырлауы;

Тел компетенцияһы (тел сараларын үҙләштереү).

башҡорт теленең өндәрен дөрөҫ әйтеү һәм айырыу; һүҙҙәргә һәм фразаларға дөрөҫ баҫымҡуйыу;

төрлө һөйләм төрҙәрен интонация менән уҡыу;

башланғыс мәктәп курсында өйрәнелгән уҡыу һәм орфографик ҡағиҙәләрҙе ҡулланыу;тыңлап аңлауҙа:

уҡыусының уҡытыусы һәм класташтарының телмәрен тыңлап аңлауы; аудиояҙмаларҙағы текстарҙың йөкмәткеһен аңлауы;

уҡыуҙа:

өйрәнелгән тел материалына таянып төҙөлгән ҙур булмаған текстарҙы ҡысҡырып уҡыу;

өйрәнелгән тел материалы менән бер рәттән яңы һүҙҙәрҙе лә үҙ эсенә алған текстарҙы эстән уҡыу һәм уларҙың төп йөкмәткеһен аңлау, текстан кәрәкле информацияны табыу;

яҙма телмәрҙә:

яҙыу техникаһына эйә булыу;

үрнәк буйынса байрам менән ҡотлау һәм шәхси хат яҙыу.

башланғыс мәктәп курсында өйрәнелгән лексик берәмектәрҙе (һүҙҙәр, һүҙбәйләнештәр, баһалау лексикаһы, телмәр клишелары) һәм грамматик күренештәрҙе таныу һәм телмәрҙәҡулланыу.

Социомәҙәни компетенция.

географик атамаларҙы, билдәле балалар әҫәрҙәренең персонаждарын, популяр әкиәттәрҙең сюжеттарын, балалар фольклорының ҙур булмаған әҫәрҙәрен (шиғырҙар, йырҙар) белеү;

Б. Танып белеү сфераһы:

башҡорт һәм рус телдәренең күренештәрен сағыштыра белеү; өлгө буйынса күнегеүҙәр эшләй белеү; ҡағиҙәләр, таблицаларҙы ҡуллана белеү; үҙ-үҙеңде баһалай белеү;

В. Дөйөм ҡиммәттәргә йүнәлеш сфераһында:

башҡорт телен фекер, хис-тойғо, эмоцияларҙы белдереү сараһы булараҡ ҡабул итеү; балалар фольклоры ярҙамында башҡорт халҡының рухи ҡиммәттәрен үҙләштереү.

Г. Эстетик сферала:башҡорт телендәге хис-тойғо һәм эмоцияларҙы белдереүсе сараларҙы үҙләштереү; балалар әҙәбиәте үрнәктәре менән танышҡанда матурлыҡты танырға өйрәнеү.

Д. Хеҙмәт сфераһында: уҡыу процесында билдәләнгән планға ярашлы эшләй беле


Башҡорт (дәүләт) телен өйрәнеү өсөн уҡыу - уҡытыу методик ҡулланмалар.

 1.Усманова М. Г.  Башҡорт теле грамматикаһы таблицаларҙа һәм схемаларҙа. 2006.

 2. Урыҫ мәктәптәренең 5-6 – сы синыфтары өсөн башҡорт теленән электрон дәреслек. – Өфө: Мәғариф министрлығы, 2003.

 3. Аслаев Т. Х., Атнағолова С.В. Телмәр үҫтереү буйынса сюжетлы картиналар.-Өфө:Китап, 1996.

 4. Башҡорт әҙәбиәте буйынса аудио-видеоәсбап.- Өфө: Башҡортостан Республикаһының Мәғариф  министрлығы. 2005.

 5. Башҡорт теле грамматикаһы таблицаларҙа. Фонетика. Морфология.  Өфө : «Эдвис» уҡытыу – методика үҙәге, 2008.

 6. З.М.Ғәбитова, Х.А.Толомбаев.Электрон дәреслек. Башҡорт теле.ru. Өфө,2006.

Төп һәм өҫтәлмә әҙәбиәт

1.З.М.Ғәбитова, М.Ғ.Усманова.  Башҡорт  теле:  Уҡытыу  рус  телендә  алып  барылған  мәктәптәрҙең     5-се  класы  уҡыусылары  өсөн  дәреслек.  – Өфө : Китап, 2010.

2.З.М.Ғәбитова, Х.А.Толомбаев. Урыҫ мәктәптәрендә башҡорт телен уҡытыуҙы ойоштороу буйынса методик кәңәштәр.Өфө – 2006.

3.М.Ғ.Усманова, З.М.Ғәбитова. Башҡорт теленән диктант һәм изложениелар йыйынтығы. Өфө – Китап – 2009.

4.Ғәбитова З.М. Телмәр  үҫтереү дәрестәре.  – Өфө: Китап, 2009.

5.Башҡортса – русса  мәҡәлдәр  һәм  әйтемдәр  һүҙлеге. –  Өфө: Китап, 1994.

6.Әүбәкирова  З.Ф., Әүбәкирова  Х.E.,  Дилмөхәмәтов М.И.   Мин  башҡортса   уҡыйым –  Өфө: Китап, 2007.

7.Башҡорт  теле  таблицаларҙа,  схемаларҙа  hәм  ҡағиҙәләрҙә.  Әүбәкирова  З.Ф.–  Өфө, 2006.

8.Тел  төҙәткестәр, тиҙәйткестәр, һанамыштар. Төҙөүселәр: Иҫәнғолова Ә.Ф., Дәүләтҡолова Г.Ш. – Өфө: Эшлекле династия, 2008.

9.Журналдар: «Башҡортостан  уҡытыусыһы»,  «Аҡбуҙат»,  «Аманат».

10.Ял минуттары өсөн күнегеүҙәр. Методик ҡулланма. Төҙөүселәр:  Иҫәнғолова Ә.Ф., Дәүләтҡолова Г.Ш. – Өфө: Эшлекле династия, 2008.

11.М.В.Зәйнуллин. Хәҙерге башҡорт теле.Морфология. - Өфө: Китап, 2005.

12.Толомбаев Х.А., Ғәбитова З.М. Башҡорт теленән тестар. - Өфө: 2005

13.Русско-башкирский учебный словарь.Саяхова Л.Г., Ураксин З.Г. - Уфа: Китап, 2001


По теме: методические разработки, презентации и конспекты

рабочая программа 5 класса по русскому языку

рабочая программа 5 класса по русскому языку...

рабочая программа 6 класса по русскому языку

рабочая программа 6 класса по русскому языку...

рабочая программа 8 класс по башкирскому языку

рабочая программа по башкирскому языку...

рабочая программа 9 класс по башкирскому языку

рабочая программа по башкирскому языку...