Ҡылымдың үткән заманы
план-конспект урока по теме

Зарипова Инзиля Шайгалиевна

Ҡылымдың үткән заманы 4 класс

Скачать:

ВложениеРазмер
Файл kylymdyn_utkn_zamany_4_klass.docx20.16 КБ

Предварительный просмотр:

                                      Башҡортостан Республикаһының

Мәғариф министрлығы

Краснокама районы Муниципаль районы

Хакимиәтенең мәғариф бүлеге”

муниципаль бюджет учреждениеһы

Асыҡ дәрес

Ҡылымдың

үткән заманы

(4 синыф)

                        Үткәрҙе: Яңы   Нуғай   ауылы   урта

                                                                     дөйөм белем биреү мәктәбенең

                                                                     башҡорт   теле   һәм   әҙәбиәте

                                                                     уҡытыусыһы   Зарипова

                                                                     Инзилә   Шәйғәли   ҡыҙы

Яңы Нуғай - 2007

Маҡсат:

  1. Ҡылым темаһы буйынса уҡыусыларҙың белемдәрен дөйөмләштереү, ҡылымдың үткән заманда төрләнешен һәм формаларын өйрәнеү;
  2. Уҡыусыларҙың һөйләү телмәрен үҫтереү, мәҡәлдәр менән байытыу, ҡылымдың зат, һан, заман менән үҙгәрешен билдәләргә күнектереү, телмәр араһындағы айырмаларҙы тоя белергә, дөрөҫ һөйләшергә өйрәтеү;
  3. Башҡорт халҡының тарихына, уның мәҙәниәтенә ҡыҙыҡһыныу уятыу, уҡыусыларҙа итәғәтлелек, ярҙамсыллыҡ кеүек сифаттар тәрбиәләү, тирә-яҡтағы матурлыҡты, гүзәллекте күрә белергә өндәү, туған телгә, Тыуған илгә һөйөү, тоғролоҡ хистәре тәрбиәләү.

Йыһазлау: дәреслек, проектор, ноутбук, серле һандыҡ, магнитофон, дискылар, ҡылымдар, һандар яҙылған карточкалар, схема-таблица.

Дәрес барышы.

I Ойоштороу моменты.

Һаумыһығыҙ, балалар! Бөгөн беҙҙең ғәҙәти булмаған дәрес буласаҡ. Күреп тораһығыҙ, дәрескә күп ҡунаҡтар килгән. Бөтә ҡунаҡтар килеп етте, шикелле. Әйҙәгеҙ, бер-беребеҙгә йылмайып ҡарайбыҙ ҙа дәресте башлайбыҙ.

(Ишектән Тыр-тыр килеп керә.)

Тыр-тыр: Здравствуйте, уҡыусылар!

                             Юлдан я бик арыным.

                             Пришел ҡунаҡҡа Тыр-тыр,

                             Йә, кто мине ултыртыр?

Уҡытыусы: Әйҙә, ин, Тыр-тыр. Ҡарағыҙ әле, уҡыусылар, беҙгә сәңгелдәк тапшырыуынан үҙе Тыр-тыр килгән. Ҡунаҡ менән иҫәнләшәйек. (Иҫәнләшәләр.) Ысынлап та, арығанһың, шикелле, бына ултыр әле бында.

        Уҡыусылар, әйтегеҙ әле, Тыр-тыр ниндәй хаталар ебәрҙе? (Уҡыусыларҙың яуаптары.)

  • ишекте шаҡып торманы.
  • һуңға ҡалғаны өсөн ғәфү үтенмәне.
  • ул ике телдә һөйләшә.

Уҡыусылар, беҙ ниндәй республикала йәшәйбеҙ? (Башҡортостан.) Беҙҙең Башҡортостан үҙенең ҡуйы урмандары, киң баҫыуҙары, тәрән йылғалары менән бай. (Проекторҙан Башҡортостандың тәбиғәт күренештәре күрһәтелә).

Республикала ике дәүләт теле бар. Береһе – башҡорт теле, икенсеһе – рус теле. Һәр бер тел үҙенсә матур. Шуға күрә ике телде бергә ҡушып һөйләшеү матур күренеш түгел ул. Теле боҙоҡтоң күңеле боҙоҡ, тиҙәр.

Тыр-тыр: Ә мин дә тел тураһында бер шиғыр беләм.

                         И родной тел, и красивый,

                          Мамам, папамдың теле.

                          Мог я узнать күп нәмәне

                           Һин родной тел арҡылы.

II Телмәр үҫтереү.

Уҡытыусы: Бына инде тағы шундай матур шиғырҙы ике телдә ҡушып һөйләйһең. Әйҙәгеҙ әле, уҡыусылар, Тыр-тырға нисек үҙебеҙҙең туған телдә һөйләшкәнебеҙҙе күрһәтәйек.

(Ҡурай моңо ишетелә. Уҡытыусы З. Биишеваның “Башҡорт теле” шиғырынан 1-се куплетын һөйләй, артабан уҡыусылар шиғырҙы дауам итәләр.)

Уҡытыусы: Бына күрәһеңме, Тыр-тыр, ниндәй ул беҙҙең туған телебеҙ. Ул моңло ла, нәфис тә, наҙлы ла, тәрән дә, бөйөк тә, гүзәл дә, шат та. Ә кем шулай башҡорт телен ололап яҙған? (З.Биишева.)

III Матур яҙыу минуты

Таҡтаға яҙылған шиғыр юлдарын уҡып үтәйек.

Мәңге йәшә, эй, һөйөклө башҡорт теле,

Атам теле, әсәм теле – минең телем.

Хәҙер дәфтәрҙәрҙе астыҡ, Бөгөнгө числоны яҙҙыҡ. Синыф эше. Ошо шиғыр юлдарын матур итеп дәфтәрҙәргә яҙып ҡуябыҙ. Дөрөҫ итеп ултырҙыҡ, яҙа башланыҡ.

Уҡытыусы: З. Биишеваның тыуыуына 2008 йылда 100 йыл тула. Ул С. Юлаев исемендәге премия лауреаты, Башкортостандың халыҡ яҙыусыһы тигән юғары исемгә лайыҡ кеше. Тыуған ауылы Туйымбәттә яҙыусының йорт-музейы бар. Ә Мораҡтағы бер мәктәп уның исемен йөрөтә. Ул балалар өсөн бик күп әҫәрҙәр яҙған: “Дуҫ булайыҡ”, “Һөнәрсе һәм Өйрәнсек”, “Йәшел йүгән” һ.б.

            IV Ҡабатлау

Хәҙер мин һеҙгә З. Биишеваның “Ҡояш нимә тине?” тигән хикәйәһенән өҙөктө уҡырға тәҡдим итәм. (Проекторҙан өҙөктө уҡыусылар уҡыйҙар, ҡылымдарҙы табалар.)

  • Ҡылым нимә ул?
  • Нимәне белдерә? Уның ниндәй һорауҙары?
  • Әйҙә әле, Тыр-тыр, һин дә уҡып үт әле һөйләмдәрҙе.

Тыр-тыр: Ю-ю-юҡ! Минең уҡығым килмәй! Ялҡауланам мин, иренәм!

V Өй эшен тикшереү

Уҡытыусы: Улай ярамай, Тыр-тыр. Уҡыусылар, әйҙәгеҙ әле Тыр-тырға ниндәй булырға кәрәклеген аңлатайыҡ. Өй эшенә мәҡәлдәр яҙып килергә ине һәм мәҡәлдәр эсендә ҡылымдар булырға тейеш ине. (Уҡыусылар хеҙмәт тураһында мәҡәлдәр уҡыйҙар, ҡылымдарын табалар.)

  • Нимә тураһында булды был мәҡәлдәр?
  • Бына, Тыр-тыр, ялҡау булырға ярамай. Эш һөйһәң, был донъяла йәшәүе рәхәтерәк тә, күңелерәк була.

VI  Яңы тема өҫтөндә эш.

Уҡытыусы: Нимә алып килдең, Тыр-тыр?

Тыр-тыр: Был минең тылсымлы һандыҡ. Уның эсендә башҡорт халҡының тарихы бар. Уны асыр өсөн тылсымлы һүҙҙәр әйтергә кәрәк, ә мин ундай һүҙҙәр белмәйем.

       Уҡытыусы: Булышабыҙмы Тыр-тырға?

(Уҡыусылар тылсымлы һүҙҙәр әйтәләр. Һандыҡ асыла, ҡубыҙ моңо ишетелә.)

Уҡытыусы: Башҡорттар элек-электән ырыу-ырыу булып йәшәгәндәр. Башҡорт ерҙәренең тәбиғәте бик гүзәл, матур булған. Урманлы төбәктәрҙә улар һунарсылыҡ, солоҡсолоҡ менән шөғөлләнгәндәр, ә далала малсылыҡ төп һөнәр булған. Яҙ еткәс, улар йәйләүҙәргә күсеп киткән һәм тирмәләрҙә йәшәгән. (Проектор аша башҡорт йәйләүе күрһәтелә.) Ҡатын-ҡыҙҙар кистәрен ошондай таҫтамалдар сиккәндәр. Өләсәйҙәр йылы ойоҡбаштар бәйләгәндәр. (Һандыҡтан таҫтамал, ойоҡбаштар алып күрһәтелә.)

  • Был эштәрҙе ҡасан башҡарғандар?
  • Тимәк, был үткән заманда башҡарылған эштәр.

Схема менән эш. Һәйләмдәрҙе анализлау.

Өләсәй ойоҡбаш бәйләне. ( Ни эшләне?)

Өләсәй ойоҡбаш бәйләгән. ( Ни эшләгән?)

Өләсәй ойоҡбаш бәйләгәйне. (Ни эшләгәйне?)

(Уҡыусылар һорауҙарға яуап биргән һайын схемалағы карточкалар асыла.)

Үткән заман.

Ни эшләне?                               Ни эшләгән?                  Ни эшләгәйне?

Бәйләне                                      Бәйләгән                          Бәйләгәйне

          Шулай итеп, үткән заман ҡылымдың 3 төрө була.Һәр төрөнә миҫалдар сығып яҙайыҡ. (Проектор аша уҡыусылар фотолары күрһәтелә. Уҡыусылар үҙҙәренең ни эшләгәндәрен әйтәләр һәм таҡтаға сығып яҙалар.)

VII Ял минуты

Тыр-тыр: Уф, мин арыным. Һеҙҙең эшләгәнегеҙгә ҡарап, мин арыным.

Уҡытыусы: Әйҙәгеҙ, Тыр-тыр менән бергә йырлап, бейеп алайыҡ.

VIII Дәреслек менән эш.

  1. 96-сы күнегеү – телдән.
  • Өҙөктө уҡытыусы уҡый.
  • Һүҙлек эше (проектор мша уҡыусылар яңы һүҙҙәр менән танышалар.)
  • - Был өҙөктә ниндәй кешеләр осраны? Кем уларҙың исемдәре?
  • Төркәмләп эшләү.

I төркәм – Сатмыр хан ни эшләгән?

II төркәм – Иҙеүкәй ни эшләгән?

  • Ҡасан башҡарылған был эштәр?
  • Ниндәй һорауға яуап бирәләр?
  • Үткән замандың ниндәй төрө?

XI Дәфтәрҙәрҙә эш.

97-се күнегеү – яҙмаса

X Нығытыу күнегеүҙәре.

Тыр-тыр: Мин дә шиғыр уйлап сығарҙым. Һеҙҙең менән оҙағыраҡ торһаң, шағир ҙа булырмын әле. Тыңлағыҙ:

Кем ултыртҡан был гөлдәрҙе,

Кемдәр һыу һипкән?

Дүртенсе синыф ултыртҡан,

Ҡыҙҙар һыу һипкән.

Гөлдәр ҙу-у-ур үҫкән!

Уҡытыусы: Афарин, Тыр-тыр! Бына бит күҙгә күренеп аҡыллана башланың. Тирә-яҡтағы гүзәллекте, матурлыҡты ла күрә башланың.      - Уҡыусылар, Тыр-тырҙың шиғырында бар микән ҡылымдар? Шулай уҡ төркөмдә эшләйбеҙ.

  • Ҡайҙан белдегеҙ был һүҙҙәрҙең ҡылым икәнен?
  • Ҡасан башҡарылған был эштәр?

Уҡытыусы: Бына һеҙ Тыр-тырҙың биремен бик яҡшы итеп үтәп сыҡтығыҙ. Хәҙер әйҙәгеҙ, минең һорауҙарыма яуап бирегеҙ. (Проектор аша тест һорауҙары күренә.)

I Ҡылым нимәне белдерә?

  1. предметты
  2. билдәне
  3. эш-хәрәкәттн

II Ҡылымдың үткән заманы ҡасанғы эште, хәл-ваҡиғаны белдерә?

  1. хәҙерге ваҡытта эшләнеүсе эште
  2. алда үтәләсәк эште
  3. элек башҡарылған эште, булған хәл-ваҡиғаны

III Үткән заман ҡылымдың нисә төрө бар?

  1. бер төрө
  2. ике төрө
  3. өс төрө

IV Үткән заманда булған ҡылымды билдәләгеҙ.

  1. шатланған
  2. шатланасаҡ
  3. шатлана.

(Уҡыусылар һан яҙылған карточкалар ярҙамында һорауҙарға яуап бирәләр.)

XI Йомғаҡлау. Баһа ҡуйыу.

Бына, уҡыусылар, беҙ ошо һорауҙар ярҙамында бөгөнгө дәрестә нимәләр өйрәнгәнде ҡарап сыҡтыҡ. Һеҙҙең теманы үҙләштергәнегеҙҙе мин аңланым, ә Тыр-тырға ҡунаҡҡа килеү файҙаға булдымы икән?

Тыр-тыр: Эйе, мин хәҙер күпте беләм. Минең туған телем шундай матур икән ул. Хәҙер мин гел башҡортса ғына һөйләшәсәкмен. Был аҡыллы уҡыусыларға ҡарап, минең дә башыма аҡыл ултырҙы. Рәхмәт һеҙгә, уҡыусылар.

Уҡытыусы: Афарин, Тыр-тыр. Телмәреңдә тылсымлы һүҙҙәр ҡуллана башланың инде. Был бик яҡшы. Уҡыусылар, һеҙ бөгөн дәрестә бөтәгеҙ ҙә әүҙем ҡатнашып ултырҙығыҙ. Афарин! (Баһа ҡуйыу.) Һеҙ ошондай матур гөллө-сәскәле синыфта уҡыйһығыҙ, күрәһең,, гөлдәр һеҙҙең тырышып уҡығанығыҙҙы күрәләр һәм тағы ла дәртләнеберәк үҫеп китәләр. Гел шундай көләс йөҙлө, аҡыллы балалар булығыҙ.

XII Өй эше. Проектор аша өй эше сыға: 98-се күнегеү, 69-сы бит. Кемдәр теләй, Тыр-тырға үҙегеҙҙең үткәргән көнөгөҙ тураһында хат яҙып ҡарағыҙ.


По теме: методические разработки, презентации и конспекты

Наркомания-замана чире.

на                 Наркоманлыкны булдырмау, балалар организмына наркотик  матдәләрнең зарары, яшүсмерләрн...

Кол Шәриф һәм аның заманы

Исследовательская работа на татарском языке о Кул Шариф. Работа ученика 7 класса...

Ток - шоу «Новогодние елки и альтернативы их замены»

Познавательное внеклассное мероприятие, показывающее практическое значение природы в жизни людей и воспитывающее желание беречь и охранять окружающую среду....

Подготовка к ЕГЭ по русскому языку. А6 Замена придаточного предложения причастным оборотом

Цель этой статьи – вполне конкретная – помочь ученикам, учителям лучше ориентироваться в пространстве заданий, связанных с частью А ЕГЭ по русскому языку. В данной статье будет рассмотрено выполнение ...

Башҡортостан. Ҡылымдың барлыҡ юҡлыҡ формаһы

Башҡортостан Республикаһы Туймазы районы Муниципиаль районы хәкимиәтенеңМәғариф идаралығы Туймазы ҡалаһының айырым фәндәрҙе төплө өйрәнеүгә ҡоролған 2-се урта дөйөм белем биреү мәктәбе...

Ҡыш. Яңы йыл. Ҡылымды ҡабатлау

6 синыф өсөн Ҡыш темаһына дәрес...

Дәрес темаһы: Ҡылымдың барлыҡ һәм юҡлыҡ формаһы. Ҡышлаусы ҡоштар.

Дәрес темаһы: Ҡылымдың барлыҡ һәм юҡлыҡ формаһы. Ҡышлаусы ҡоштар....