Дәрес өлгөһө. Мостай Кәрим
план-конспект урока (11 класс) по теме
Мостай Кәрим - әҙәбиәтебеҙ ғорурлығы
Скачать:
Вложение | Размер |
---|---|
mostay_krim_dres_plany_konkurs.docx | 21.73 КБ |
Предварительный просмотр:
Мостай Кәрим – башҡорт әҙәбиәтенең ғорурлығы.
Беҙ,
Мостайһыҙ ҡалһаҡ та,
Мостайһыҙ йәшәмәйбеҙ.
Маҡсат.
- М.Кәримдең тормош һәм ижад юлын ҡабатлау, йомғаҡлау.
- Уҡыусыларҙың һөйләү һәм фекерләү ҡеүәһен үҫтереү.
- Шағирға ихтирам тәрбиәләү, уның ижадына ҡыҙыҡһыныу уятыу, ғорурлыҡ тойғолары уятыу.
Йыһаҙландырыу.
- М.Кәримдең тормошо һәм ижады буйынса презентация.
- 11-се класс өсөн электрон дәреслек.
Дәрес барышы.
- Һаумыһығыҙ, уҡыусылар. Бөгөн беҙҙең белем йортонда оло, иҫтәлекле ваҡиға. Башҡортостандың халыҡ шағиры, әҙәбиәтебеҙҙең аҡһаҡалы М.Кәримдең тыуыуына 95 йыл тулыу айҡанлы дәрескә йыйылғанбыҙ. Был дәрестә әҙиптең данлы юлы, ижад һуҡмаҡтары, уҡыусыларҙың күңелен яулаған ҡабатланмаҫ ижад гәүһәрҙәре күҙ алдына баҫыр һәм әҙәбиәт донъяһына сәйәхәткә илтер.
Беҙ һеҙҙең менән М.Кәримдең тормош һәм ижад юлы менән таныштыҡ, әҫәрҙәрен уҡыныҡ, уның геройҙары менән бергә яндыҡ, бергә шатландыҡ, бергә борсолдоҡ. Ошондай кисерештәрҙән һуң һеҙгә шундай һорау биргем килә:
- М.Кәрим һеҙҙең өсөн кем ул?
(бөйөк башҡорт шағиры, яҙыусы, драматург, публицист, граждан, яугир, Бөйөк Ватан һуғышы ветераны, күп хәрби һәм хеҙмәт орден һәм миҙал кавалеры, күренекле йәмәғәт эшмәкәре...)
Эйе, М.Кәрим – күп яҡлы талант эйәһе. Уның шиғырҙары ла, поэмалары ла, повестары ла, драмалары ла бар. Әҫәрҙәре рус, украин, ҡаҙаҡ, ҡырғыҙ, таджик, грузин, латыш телдәренә тәржемә ителгән.
Ә хәҙер М.Кәримдең тормошо һәм ижады буйынса үтелгәндәрҙе иҫкә төшөрөп үтәйек.
- М.Кәрим ҡасан һәм ҡайҙа тыуған? (1919 йылдың 20 октябрендә Шишмә районы Келәш ауылында)
- Нисәнсе йылда Башҡортостандың халыҡ шағиры исеме бирелә? (1963 йылда)
- Ниндәй китабы өсөн Г.Х.Андерсен исемендәге Халыҡ-ара Почетлы диплом тапшырыла?(рус телендә сыҡҡан «Хәбәр көтәм» китабы өсөн)
- Ниндәй әҫәрҙәре өсөн Ленин премияһына лайыҡ була? (1984 йыл, «Оҙон-оҙаҡ бала саҡ», «Ташлама утты, Прометей!»)
- Тәүге шиғырҙар китабы нисек атала? (1938 йыл, «Отряд ҡуҙғалды»)
- «Ҡара һыуҙар» поэмаһының ныҡ уйландырған һәм тетрәндергән яҡтары. (хәтәр яу мәлендә дошман алдында теҙ сүгеп, аҙаҡ ер ҡорто урынына иҙелеп үлгән ҡурҡаҡ йәндең бахыр йәне һүрәтләнә)
- Ҡот осҡос яуҙа күп ир-егеттәр башын һала, тере ҡалғандары ла артҡа сигенмәй. Ләкин бер ҡурҡаҡ табыла. Уны,ҡамауҙа ҡалған бер һалдат, яралы бәндәне яурынына йөкмәп үҙебеҙҙең яҡҡа сығарырға, хурлыҡтан ҡотҡарырға уйлай. Ләкин ул ни эшләй? (уҡыусыларҙың яуаптары)
- Поэмала сабыр тол ҡатын образы?
- Лысма еүеш ҡара шәл образы нимә тураһында һөйләй?
- «Оҙон-оҙаҡ бала саҡ» повесы буйынса төшөрөлгән кинофильмды ҡараныҡ. Был фильм һеҙҙә ниндәй тәьҫораттар ҡалдырҙы? (уҡыусыларҙың фекерҙәрен тыңлау)
М.Кәрим «...бар тормош, һәммәһе бала саҡтан башлана. Тәүге ғүмер миҙгелендә бала ни алған, шул ғүмер буйы китә. Туған телгә, туған моңға, кешеләргә, тәбиғәткә мөхәббәт балаға әсә һөтө, әсә теле менән ингән икән, ғүмер буйына китә», тип яҙған. Ошо һүҙҙәрҙән һуң үҙебеҙ тураһында уйланырға урын бар.
8. Беҙ М.Кәримдең драматургияла трагедия жанрына мөрәжәғәт итеүе менән дә танышып үттек. Нимә ул трагедия һәм ул ниндәй трагедиялар яҙған?
- «Ай тотолған төндө», «Салауат», «Ташлама утты, Прометей!»
9. Ни өсөн ошо өс трагедияны триптих тип атайҙар? (Азатлыҡ идеяһы өс трагедия буйынса үтә. «Ай тотолған төндө» - шәхестең азатлығы, «Салауат» - социаль-милли азатлыҡ, «Ташлама утты, Прометей» - дөйөм кешелек азатлығы).
10. «Ай тотолған төндө» трагедияһында кемдәр һәм ни өсөн йола ҡанундарына ҡаршы сығалар? Беҙ һеҙҙең менән был трагедия буйынса төшөрөлгән кинофильмды ла ҡараныҡ. Ысынлап та, был трагедия күңелде өшөтә, йөрәкте һыҙлата.
- Был трагедияла һеҙгә ниндәй образдар оҡшаны һәм ни өсөн?
- Диуана образы тураһында нимәләр әйтә алаһығыҙ? (ул сабыйҙарса нисек уйлай, шулай тура итеп, кемдең кем икәнлегенә ҡарамай, әйтеп бирә).
11. «Ташлама утты, Прометей!» трагедияһында Прометей килтергән утты ерҙәге әҙәм балалары ҡабул итергә әҙерме? Ни өсөн? (уҡыусыларҙың фекерҙәрен тыңлау).
12. Прометей менән Агазияның мөхәббәтенә ҡарашығыҙ нисек? (күк уты менән ер уты ҡауышҡанда ғына ер йөҙөнә, кешеләргә яҡтылыҡ, бәхет киләсәк).
13. «Ташлама утты, Прометей!» трагедияһындағы Прометей образының ҡаһарманлығы һәм фажиғәһе нимәлә? (Кешеләр бәхете хаҡына Прометей үҙ бәхетен, мәңгелек ғүмеренең 30 мең йылын ҡорбан итә. Ул килтергән ут ғәҙәти ут түгел. Ул кешеләрҙе киләсәккә, идеалға, яҡтылыҡҡа өндәй).
«Ташлама утты, Прометей!» трагедияһын уҡығанда күңелгә: «Прометей әле утты килтермәгәндер»,- тигән уй килә. Сөнки кешеләр бер-береһенең тышҡы ҡиәфәтен күрә, ә күңелдәренең ғәриплеген һиҙмәй. Бәлки М.Кәрим ул утты әҫәрҙәре аша ипләп кенә беҙҙең күңелдәребеҙгә һибәлер?!
М.Кәрим үҙен тормошта бик бәхетле кешеләрҙән һанай. Ул һуғышҡа киткәнсе үк үҙенең мөхәббәтен осратып өйләнә. Һуғышҡа кикәндә Илгиз исемле улы тыуып ҡала. Һуғышта ҡаты яралана, үлем тырнағынан ҡотола. «Хоҙай мине йәлләгәндер, уның бит ҡыҙы тыуырға тейеш, ул уға ғүмер бүләк итергә тейеш, тигәндер» - тип аңлата. Һәм уның һөйөклө ҡыҙы –Әлфиә тыуа.
- Уҡыусылар, ә һеҙҙең өсөн бәхет нимә ул? (уҡыусыларҙың яуаптары)
- М.Кәримгә лә осрашыуҙар ваҡытында «Бәхет төшөнсәһен нисек аңлайһығыҙ?» тигән традицион һорау бирәләр уҡыусылар. «Бәхет – күп мәғәнәле төшөнсә. Ул күктән төшмәй. Бәхет өсөн көрәшәһең дә, уны көтәһең дә, сабыр ҙа итәһең. Бер мәл килеп моратыңа етәһең. Кемдер өсөн, мәҫәлән, яҡтылыҡтан мәхрүм кешегә быяла киҫәгенә төшкән ҡояш нурын күреү – бәхет; туптар шартлаған ерҙә тыныслыҡтың тамыр йәйеүе – бәхет; оло быуын кешеләре өсөн балаларҙың, йәштәрҙең шат тауыштарын ишетеү, тормоштоң ҡеүәтле яңырыуын күреү – бәхет... Бәхет төшөнсәһе һәр кешенең күңел палитраһында мең-мең төҫтә балҡый» тип яуаплай әҙип.
Оҙаҡ йәшәү сере менән бүлешә ул:
“Ҡасандыр был хаҡта инәйемдән һоранылар: Вазифа, йөҙгә етеү сере ниҙә, тигәс, ул, илгә килгән ҡайғыларҙы ил менән күтәрҙек, ә бына балаларым ҡайғыртыу түгел, ғәмләндермәне лә, шулдыр сәбәбе, тине. Бөгөн мин дә нәҡ шулай уйлайым” – тине.
Тимәк, уҡыусылар, беҙ атай-әсәйҙйребеҙҙе тик яҡшы хәбәрҙәр һәм яҡшы эштәребеҙ менән ҡыуандырып ҡына торорға тейешбеҙ.
11-се класс өсөн электрон дәреслек өҫтәндә эш.
Мин һеҙгә 11-се класты тамамлағанда уҡыусы 100 әҙәби китап уҡырға тейешлеге хаҡында әйткәнем инде. М.Кәрим БДУ-ла осрашыу кисәһендә ышаныслы, фәһемле һүҙҙәр әйтә, һеҙҙә уны хәтерегеҙгә һалып ҡуйығыҙ:
«Был уҡыу йорто – минең дә белем усағым. Донъя классиктарының аҫыл ижадтары менән танышырһығыҙ һеҙ бында. Тик китапты күңелегеҙгә һеңдереп уҡырға өйрәнегеҙ. Ғүмер буйына 3 китап уҡып, унан әллә күпме һабаҡ, фекер алғандар, камиллыҡҡа ынтылғандар була, йәки 300 китап уҡып та башында ел уйнағандар осрай. Һеҙ һуңғы төргә ҡарауҙан һаҡланығыҙ».
- Ә хәҙер уҡыусылар дәрестең эпиграфына әйләнеп ҡайтайыҡ.
Беҙ,
Мостайһыҙ ҡалһаҡ та,
Мостайһыҙ йәшәмәйбеҙ.
Ошо юлдарҙы нисек аңлатырһығыҙ? (уҡыусыларҙың фекерҙәрен тыңлау).
Йомғаҡлау.
- Йыл миҙгеленең ҡарасай (октябрь)айында тыуған М.Кәрим беҙҙе һарысайҙа (сентябрҙә) ҡалдырҙы. Көҙ моң һәм һағыш менән һәр ваҡыт етәкләшеп йөрөүсән. Әммә беҙ, Мостайһыҙ ҡалһаҡ та, Мостайһыҙ йәшәмәйбеҙ.
- Ҡайтты беҙгә Мостай яңынан.
Республика көнөн билдәләгән ваҡытта былтыр Өфө урамдарының береһендә М.Кәримгә һәйкәл асылды. Уның авторы – Андрей Ковальчук.
Халыҡҡа табан атлап килгән һәйкәл композицияһының дөйөм бейеклеге – 6метр, оҙонлоғо - 15 метр. Шағир һынынан тыш, уның «Ташлама утты, Прометей!», «Салауат», «Оҙон-оҙаҡ бала саҡ» һәм башҡа әҫәрҙәренең геройҙары һынландырылған. Шулай итеп әҙәбиәтебеҙҙең аҡһаҡалы әйләнеп ҡайтты халҡы янына.
- Рефлексив анализ. Баһалау.
Өйгә эш. М Кәримгә хат яҙырға.
По теме: методические разработки, презентации и конспекты
Проект "Мост в большой мир"
Данный проект был осуществлен в рамках реализации воспитательной системы класса "В ногу со временем", целью которого явилось создание условий для формирования социально-коммуникативных навыков младших...
Мосты Санкт-Петербурга
Данная презентация может быть использована на уроках по изучению Северо-Западного экономического района в 9 классе...
Художественный мир сказки "Бой на Калиновом мосту".
будем заниматься исследованием художественного мира фольклорной сказки "Бой на Калиновом мосту": поговорим о том, как действуют здесь законы жанра, кратко остановимся на характеристике основных персон...
Классный час: "Мосты мира"
Классный час по теме: "Мосты мира"...
Задача Эйлера о мостах Кёнигсберга
Разработана совместно с учащимися 8 класса серия уроков и экскурсия по мостам Калининграда (Кёнигсберга).В презентации показаны схемы мостов Кёнигсберга 18-20 веков, а так же приводится решение задачи...
Программа "Языковые мосты"
Данная программа разработана в школе в 2009 году для популяризации немецкого языка....
Что же случилось на Круглянском мосту? (по повести В.Быкова «Круглянский мост»)
Урок литературы в 7 классе "Что же случилось на Круглянском мосту?" (по повести В.Быкова «Круглянский мост»)...
- Мне нравится (1)