2-се линия өсөн эш программаһы
рабочая программа (5, 6, 7, 8, 9 класс) на тему

башҡорт теле һәм әҙәбиәте

Скачать:

ВложениеРазмер
Microsoft Office document icon rp_5-9_rod.doc176.5 КБ

Предварительный просмотр:

Башҡортостан Республикаһы

                                                                                       Баймаҡ районы муниципаль районының                                                                  02-38

Баймаҡ ҡалаһы 4-се лицейы

муниципаль  дөйөм белем биреү бюджет учреждениеһы

Ҡаралған

башҡорт теле һәм әҙәбиәте

МБ ултырышында

 ______ Г.И.Яҡшыбаева

протокол  №1

«25» август 2016 й.

Килешелгән                                                                                        Раҫлайым

Директор урынбаҫары                                                                      4-се лицей директоры

                             ________/Р.Ф.Ильясов/

____________Р.Ф.Хөснөтдинова                                                     Приказ №

               «26» август 2016 й.

«26» август 2016 й.

Баймаҡ 4-се лицейының

 башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы

Яҡшыбаева Гөлгөнә Исмәғил ҡыҙы тарафынан

 төп дөйөм белем биреү кимәлендә

 2016-2021  йылдарына  5 - 9 кластар өсөн

 уҡытыу рус телендә алып барылған мәктәптәрҙең

 I - XI  кластары өсөн

 «Башҡорт теле  һәм әҙәбиәте программаһы»  нигеҙендә

  (авторҙары: Д.С. Тикеев, Х.А. Толомбаев һ.б. - Ижевск: КнигоГрад, 2008)

 башҡорт (туған) теленән эш программаһы төҙөлдө

        

Баймаҡ – 2016

Аңлатма яҙыу

    Уҡытыу  рус телендә  алып  барылған  мәктәптәрҙә 5 - 9 кластар  өсөн туған (башҡорт)  теле һәм әҙәбиәтенән  эш программаһы

    Дөйөм белем биреү ойошмаларында башҡорт телен туған тел булараҡ өйрәнеү буйынса программа федераль дәүләт стандарттарында ҡуйылған талаптар һәм һөҙөмтәләр нигеҙендә төҙөлдө.

    Программа үҙенсәлектәренең характеристикаһы: Эш программаһы Башҡортостан Республикаһы Мәғариф министрлығы тарафынан раҫланған «Башҡорт теле һәм әҙәбиәте программаһы»  (Уҡытыу рус телендә алып барылған  мәктәптәрҙең I-IX  кластары өсөн) нигеҙендә төҙөлдө. Төҙөүселәре Тикеев Д.С., Толомбаев Х.А., Вилданов Ә.Х., Дәүләтшина М.С.,Хөснөтдинова Ф.Ә, Хажин В.И. – Ижевск: «КнигоГрад», 2008.

    Башҡортостан Мәғариф Министрлығы тарафынан тәҡдим ителгән программа Баймаҡ ҡалаһы 4-се лицейы муниципаль дөйөм белем биреү бюджет учреждениеhының «Уҡыу планы»на ярашлы рәүештә тормошҡа ашырыла. Уҡытыу рус телендә алып барылған мәктәптәрҙә башҡорт теле дәрестәре башҡорт милләтле балаларға туған тел булараҡ, ә сит милләт уҡыусыларына дәүләт теле булараҡ башҡорт теле дәрестәре  итеп үткәрелә.

Эш программаһы түбәндәге норматив –хоҡуҡ документтарына нигеҙләнеп төҙөлдө:

  1. Рәсәй Федерацияһы Мәғариф һәм Фән министрлығының №1089 бойороғо менән 5.03.2004 10.11.2011 йыл раҫланған Дәүләт белем биреү стандарттарының Федераль компоненты, Рәсәй Федерацияһы Мәғариф һәм Фән министрлығының 10.11.2011 йыл №2643 31.01.2012 йыл № 69 бойороғо менән үҙгәртелгән.
  2.  Рәсәй Федерацияһының “Рәсәй Федерацияһында Мәғариф тураһында” Федераль законы 29.12.2012 №273-ФЗ.
  3. Башҡортостан Республикаһының”Башҡортостан Республикаһының Мәғариф тураһында” законы 01.07.2013 №696-3
  4. ”Рәсәй Федерацияһы халыҡтары телдәре тураһында” законы 25 октябрь 1991 №1807-1 (24.07.98, 11.12.2002 йыл үҙгәртелгән)
  5. ”Башҡортостан халыҡтары телдәре тураһында” законы 15.02.1999йыл №216-3
  6.  Башҡортостан Республикаһында Милли мәғарифты үҫтереү концепцияһы 31.12.2009 йыл №УП-730

Төп дөйөм белем биреүҙең маҡсатына өлгәшеүҙә «Башҡорт теле» предметының өлөшө

   Башҡорт теле – башҡорт халҡының туған теле һәм Башҡортостан Республикаһының дәүләт теле булып һанала.

Рус телле мәктәптәрҙә «Башҡорт теле» предмет булараҡ айырым урын биләй.

Башҡорт теле баланың фекер үҫешенә булышлыҡ итә:

  • уҡыусыларҙың интеллектуаль һәм ижади һәләтен үҫтерергә ярҙам итә;
  • белем һәм күнекмәләрҙе үҙ аллы үҙләштереү һәләтен үҫтерә, шулай уҡ уҡыусыларҙың әүҙем уҡыу эшмәкәрлеген ойоштора.

Башҡорт телен өйрәнеү – уҡыусы шәхесен социаллаштырыуҙың мөһим йүнәлештәрҙең береһе, ул гражданлыҡ тиңлеген (идентичность) һәм толерантлыҡ тәрбиәләүҙән ғибәрәт.

            Көндәлек тормошта һәм уҡыу эшмәкәрлегендә башҡорт телен

  • аралашыу сараһы булараҡ үҙләштереү
  • үҙ-ара аңлашыу һәм фекер алышыуға һәләтлелекте үҫтереү
  • һүҙлек байлығын арттырыу
  • үҙ телмәреңде камиллаштырыу
  • төп уҡыу белемен һәм универсаль уҡыу эшмәкәрлеген үҙләштереү.

Башҡорт теле дәрестәрендә уҡыусыны һүҙ сәнғәте менән таныштырыу – ысын художестволы ҡиммәттәр менән генә танышыу түгел, ә аралашыу тәжрибәһе лә.

                      Башҡорт һәм башҡа милләт яҙыусыларының әҫәрҙәре аша уҡыусыларҙа Тыуған илгә, ергә, күп милләтле республикаға һөйөү, уның менән һоҡланыу һәм ғорурланыу тойғоһо,тыуған йорт, урам, ауыл һәм ҡалаға, уның үткәндәре һәм бөгөнгөһөнә ҡарата ихтирам тәрбиәләнә. Балала башҡорт һәм үҙ халҡының үткәне һәм бөгөнгөһөнә, традицияларына, йыр-моңона, әҙәп-әхлаҡ ҡағиҙәләренә, этик-эстетик ҡараштарына – тоғролоҡ һәм үҙ-ара дуҫлыҡ, берҙәмлек, изгелек кеүек һыҙаттар үҫтерелә.

Уҡыу предметына дөйөм характеристика

       Уҡытыу  рус телендә алып барылған мәктәптәрҙә башҡорт теле уҡытыуҙың йөкмәтке үҙенсәлектәре шунан ғибәрәт: был үҙ йәһәтендә коммукатив, тел, лингвистик, мәҙәни компетенцияны формалаштырыу һәм үҫтереүҙе күҙ уңында тота.

Коммуникатив компетенция телмәр эшмәкәрлеге төрҙәре, аралашыу, һөйләү һәм яҙма төрҙәрен үҙләштереүҙе иҫәптә тота, тел материалын һәм күнекмәләрҙе кәрәкле ситуацияларҙа ҡуллана алыуҙы талап итә.

Тел һәм лингвистик компетенция тел төҙөлөшөн, үҫешен, хәрәкәттә булыуын өйрәнә.

Мәҙәни компетенция туған телдең мәҙәниәтен сағылдырыусы форма булараҡ тел һәм халыҡ тарихының бәйләнештә булыуын, башҡорт теленең милли-мәҙәни үҙенсәлеген, башҡорттелмәр этик нормаларын үҙләштереүҙе күҙ уңында тота.

Башҡорт теле курсының коммуникатив-эшмәкәрлек йүнәлешен көсәйтеү, уны белем алыуҙа метапредмет һөҙөмтәләргә йүнәлтеү, кешенең тышҡы мөхиткә тиҙ яраҡлашыу һәм унда әүҙем эшмәкәрлекте дауам итеүгә һәләтле булараҡ функциональ грамоталылыҡты формалаштырыуҙың мөһим шарттары булып тора.

Функциональ грамоталылыҡтың мөһим индикаторы – предмет-ара статус:

  • коммуникатив универсаль уҡыу эшмәкәрлеге:

а) телмәр эшмәкәрлегенең бөтә төрҙәре менән эш итеү, тиңдәштәре һәм оло кешеләр менән аралашыу ҡороу

б) телдән һәм яҙма телмәрҙе адекват ҡабул итеү

в) ҡуйылған проблема буйынса үҙ ҡарашыңды теүәл, дөрөҫ, логик яҡтан төҙөк һәм тасуири әйтеп биреү, аралашыу процесында яҙма һәм һөйләү телмәре нормаларын һәм башҡорт телмәр этикетын һаҡлау

  • танып белеү универсаль уҡыу эшмәкәрлеге:

а )проблеманы аныҡлау, дөрөҫ аргументлай белеү, логик яҡтан төҙөк фекер йөрөтөү, иҫбатлай белеү, раҫлаусы йә кире ҡағыусы тезис килтереү

б) биографик эҙләнеү, төрлө сығанаҡтарҙан кәрәкле мәғлүмәт алыу, төп һәм өҫтәмә мәғлүмәтте билдәләү, уҡыу маҡсатын асыҡлау, аралашыу маҡсатынан сығып уҡыу төрөн һайлау

в) мәғлүмәти-компьютер сараларын ҡулланыу

г) мәғлүмәтте системаға килтереү һәм киренән эшкәртеү, уны төрлө ысулдар менән күрһәтеү

         -  регулятив универсаль уҡыу эшмәкәрлеге:

а) эшмәкәрлек маҡсатын ҡуя һәм аныҡ итеп әйтә белеү, эшмәкәрлекте эҙмә-эҙлекле планлаштыра һәм кәрәк саҡта үҙгәртә белеү

б) үҙ контроль, үҙ баһалау, үҙ коррекциялауҙы тормошҡа ашырыу.

Туған (башҡорт )  теле һәм әҙәбиәте предметының өйрәнеү һөҙөмтәләре.

Төп мәктәп сығарылыш уҡыусыларының туған (башҡорт)  теле һәм әҙәбиәтенән программаһы үҙләштереүҙең шәхси һөҙөмтәләре булып түбәндәгеләр тора:

1) башҡорт телен башҡорт халҡының төп милли-мәҙәни ҡиммәте булараҡ аңлау, интеллектуаль, ижади һәләттәрен һәм шәхестең мораль-этик сифаттарын үҫтереүҙә башҡорт теленең роле, уның мәктәптә белем алыу процесындағы әһәмиәтен билдәләү;

2) башҡорт теленең эстетик ҡиммәтен аңлау; башҡорт теленә ҡарата ихтирам, уның менән ғорурланыу тойғоһо тәрбиәләү; милли мәҙәни сағылыш булараҡ, башҡорт теленең таҙалығын һаҡлау тураһында хәстәрлек күреү; телмәр үҙ камиллаштырыуға ынтылыу;

3) аралашыу прцесында кәрәкле һүҙлек запасын эйә булыу һәм үҙ фекереңде иркен еткереү өсөн тейешле грамматик сараларҙы үҙләштереү; үҙ телмәреңде күҙәтең һәм уны баһалау күнекмәһен булдырыу.

         4) шәхестең рухи-әхлаҡ сифаттарын камиллаштырыу , күп милләтле Ватанға һөйөү тойғолары, башҡорт һәм башҡа халыҡтарҙың әҙәбиәтенә ихтирам тәрбиәләү;

  1. танып белеү һәм коммуникатив мәсьәл әләрҙе хәл итеү өсөн төрлө мәғлүмәт сығанаҡтарын файҙаланыу ( һүҙлектәр, энциклопедиялар, Интернет-ресурс һ.б.).

       Башҡорт  теле программаһын үҙләштереүҙең метапредмет һөҙөмтәләре булып:

  1. телмәр эшмәкәрлегенең бөтә төрҙәрен үҙләштереү:

аудирование һәм уҡыу:

  • телдән һәм яҙма хәбәр иткән мәғлңмәтте (коммуникатив йүнәлеш, текст темаһы, төп фекер; төп һәм өҫтәмә мәғлүмәт) адекват ҡабул итеү;
  • төрлөсә уҡыу күнекмәләрен булдырыу (эҙләнеү, ҡарап сығыу, танышыу, өйрәнеү), төрлө стилдәге, жанрҙағы текстарҙы үҙләштереү;
  • төрлө стилдәге һәм жанрҙағы тексты ишетеп, адекват ҡабул итеү; төрлө төрҙәге аудирование менән эш итеү (һайлап алыу, танышыу);
  • төрлө сығанаҡтарҙан мәғлүмәтте һайлап алыу һәләтлеге (матбуғат саралары, уҡыу өсөн тәғәйенләнгән компакт-дискылар, Интернет ресурстары); төрлө типтағы һүҙлектәр менән иркен ҡулланыу, белешмә өсөн әҙәбиәт, шулай уҡ электрон ҡулланмаларҙан һайлап алыу күнекмәләрен булдырыу;
  • һайлап алыу алымдары менән эш итә белеү һәм тәғәйен темаға материалды системаға килтереү; уҡыу йә аудирование һөҙөмтәһендә алынған мәғлүмәтте үҙ еше эҙләй алыу күнекмәләренә эйә булыу; мәғлүмәтте үҙ еше эҙләй алыу күнекәләренә эйә булыу;ешелүмәтте үҙ аллы эҙләй алыу күнекмәләренә эйә булыу;ешелүмәтте ҡайтанан эшләй алыу, еткерә белеү;
  • стилистешеҙенселектәрҙе иҫәпкә алып, йөкмәткенән һәм ҡулланылған тел сараларынан сығып, фекерҙе сағыштыра алыу;

һөйләү һәм яҙыу:

  • алдағы уҡыу эшмәкәрлегенең (индивидуаль һәм коллектив) маҡсатын билдәләү һәләтлелеген, хәрәкәттең эҙмә-эҙлелеге, өлгәшелгән һөҙөмтәләрҙе баһалау һәм уларҙы телдән һәм яҙма формала адекват аныҡ итеп әйтеү;
  • тыңлаған йә уҡылған тексты тәҡдим ителгән кимәлдә (план, һөйләү, конспект, аннотация) һөйләй алыу;
  • төрлө стилдә һәм жанрҙа, адресланыуға ҡарап һәм аралашыу ситуацияһына ҡарап телдән һәм яҙма текст төҙөй алыу;
  • телдән һәм яҙма формала үҙ фекереңде иркен еткерә белеү, тексты логик яҡтан эҙмә-эҙлекле төҙөү талаптарын һаҡлау;
  • төрлө төрҙәге монологты (хәбәрләү, һүрәтләү, фекер йөрөтөү; төрлө төрҙәге монологтарҙың берләшеүе) һәм диалог (этикеты һүҙ эсенә алған, диалог-һорашыу, диалог-аралашыуға өндәү, диалог-фекер алышыу һ.б; төрлө төрҙәге диалогтың берләшеүен) үҙләштереү;
  • ғәмәлдә төрлө телмәрҙәге аралашыуҙың орфоэпик, лексик, грамматик, хәҙерге башҡорт әҙәби теленең стилистик нормаларын һәм яҙма телдә төп орфографик һәм пунктуацион ҡағиҙәләрҙе һаҡлау;
  • телмәр этикет нормаларын һаҡлап, аралаша алыу, телмәр аралашыу процесында ым-ишара, мимиканы урынлы ҡулланыу;
  • уҡыу процесында һәм көндәлек аралашыуҙа үҙ контролдә тота алыу; йөкмәткенән, һүҙҙәрҙе урынлы ҡулланыуҙан сығып, үҙ телмәренеңде баһалай белеү; грамматик һәм телмәр хаталарын таба һәм уларҙы төҙәтә алыу; үҙ тексыңды мөхәррирләү һәм камиллаштыра белеү;

     2) алынған белем һәм күнекмәләрҙе көндәлек тормошта ҡуллана белеү; башҡорт теленән башҡа фәндәрҙә белем алыу сығанағы булараҡ файҙаланыу;

     3) аралашыу процесында тир-яҡтағы кешеләр менән коммуникатив маҡсатлы бәйләнештә, ниндәйҙер эш төрөн бергә эшләү, бәхәстә, күтәрелгән көнүҙәк теешеҙа фекер алышыуҙа ҡатнашыу; шәхестәр менән мәҙәни аралашыу барышындағы төрлө ситуаешеҙа телмәр этикетының мили-мҙәни нормаларын үҙләштереү.

Предмет һөҙөмтәләре:

1) телдең төп функциялары тураһында, башҡорт теленең башҡорт халҡының милли теле, Башҡортостан Республикаһының дәүләт теле булыуы тураһында, тел менән халыҡ мәҙәниәтенең бәйләнештәре тураһында, кеше һәм йәмғиәт тормошондағы роле тураһында ҡараш булдырыу;

2) гуманитар фәндәр системаһында башҡорт теленең урынын һәм мәғарифта тулыһынса уның ролен аңлау;

3) башҡорт теле тураһында төп фәнни нигеҙҙе үҙләштереү; уның кимәл һәм берәмектәр бәйләнешен аңлау;

4) тел ғилеменең төп аңлатмалары: лингвистика һәм уның төп бүлектәре; тел һәм телмәр, телмәр аралашыуы, һөйләү һәм яҙма телмәр, монолог, диалог һәм уларҙың төрҙәре; аралашыу ситуациялары, фәнни, публицистик, рәсми-эшлекле стилдәр, матур әҙәби тел;

5) башҡорт теленең лексикаһы һәм фразеологияһының төп стилистик ресурстарын, башҡорт әҙәби теленең төп нормаларын, һөйләү этикет нормаларын үҙләштереү;

6) телдең төп берәмектәрен, грамматик категорияларын анализлау һәм таныу, тел берәметәрен аралашыу шарттарына ярашлы ҡулланыу;

7) һүҙгә төрлө анализ төрҙәрен (фонетик, морфематик, һүҙьяһалыш, лексик, морфологик), төп билдә һәм структура күҙлегенән сығып, күп аспектлы анализ яһау;

8) тел-һүрәтләү саралары һәм уларҙы үҙ телмәрендә ҡулланыу;

9) башҡорт теленең эстетик функцияһын таныу, матур әҙәбиәт текстарын анализлағанда телмәрҙең эстетик кимәлен баһалау.

10) башҡорт әҙәбиәте һәм мәҙәниәтенең рухи-әхлаҡи ҡиммәтттәре менән таныштырыу, уларҙы башҡа халыҡтарҙың рухи-әхлаҡи ҡиммәттәре менән сағыштырыу;

11) башҡорт әҙәбиәте әҫәрҙәренә ҡарата уҡыусыларҙың үҙ ҡарашын булдырыу һәм уларҙы баһалау;

12) башҡорт халыҡ ижадында һәм башҡа халыҡтарҙың фольклорында боронғо әҙәбиәт вәкилдәренең, башҡорт яҙыусыларының әҫәрҙәрендә күтәрелгән төп проблемаларҙы аңлау;

13)  әҙәби әҫәрҙәрҙе анализлай белеү, теге йәки был әҫәрҙең ниндәй жанр төрөнә ҡарауын  билдәләү, темаһын, идеяһын аңлау, уның геройҙарына характеристика биреү;

14) тыңланған йәки уҡылған текст буйынса һорауҙарға яуап бирә белеү, телдән төрлө текстағы монолог телмәр төҙөү, диалог алып барыу оҫталығына эйә булыу.

Уҡыу предметының (курс) йөкмәткеһе

5-се класс

Тел буйынса башланғыс кластарҙа үтелгәндәрҙе ҡабатлау ( 2 сәғәт)

Фонетика һәм орфоэпия ( 1 сәғәт) 

  Өн һәм хәреф. Башҡорт теленең өндәр системаһы. Уларҙы белдергән хәрефтәр. Башҡорт теленең өндәр системаһын рус теленең өндәр системаһы менән сағыштырыу. Башҡорт теленең үҙенсәлекле өндәре, уларҙы белдергән хәрефтәр.

Һуҙынҡы һәм тартынҡы өндәр. Тартынҡы өндәр, уларҙың һаны һәм әйтелеше ( 2 сәғәт)

 Һуҙынҡы өндәр, уларҙың һаны һәм әйтелеше. Башҡорт телендәге һуҙынҡы өндәрҙең әйтелешен рус телендәге һуҙынҡы өндәрҙең әйтелеше менән сағыштырыу. Фонетик күнегеүҙәр.

Башҡорт телендәге тартынҡыларҙың әйтелешен рус телендәге тартынҡыларҙың әйтелеше менән сағыштырыу. Фонетик күнегеүҙәр.

Башҡорт телендәге к-г, һ-х, н-ң, с-ҫ, з-ҙ тартынҡыларының дөрөҫ әйтелешенә күнекмәләр үткәреү, фонетик күнегеүҙәр эшләү.

Телмәр ағышында өндәрҙең бер-береһенә йоғонтоһо. Башҡорт телендә сингармонизм ( 1 сәғәт)

Тартынҡы өндәрҙең үҙгәреше. Башҡорт теленең ҡанундарына ярашлы һөйләү күнекмәләре үткәреү.

Башҡорт телендә сингармонизм, уҡыусыларҙы уларҙың төрҙәре менән таныштырыу. Фонетик күнегеүҙәр.

Башҡорт телендә ижектәр ( 2 сәғәт)

 Ижектәрҙең төрҙәре. Башҡорт һәм рус телдәрендәге ижектәрҙе сағыштырыу. Һүҙҙәрҙе юлдан-юлға күсереү ҡағиҙәләре менән танышыу.

Башҡорт телендә баҫым, уның үҙенсәлектәре ( 2 сәғәт)

 Баҫымдың һуңғы ижеккә төшөүе һәм ялғау ҡушҡан һайын күсә барыуы. Башҡорт һүҙҙәрендәге һәм рус теленән һуңғы осорҙа үҙләштерелгән һүҙҙәрҙәге баҫымды сағыштырыу.

Башҡорт телендә һүҙҙәрҙең тамыры, ялғауҙар ( 2 сәғәт)

 Тамырға ялғау ҡушҡанда һүҙҙәрҙең мәғәнәһе үҙгәреүен күҙәтеү, күнегеүҙәр эшләү.

Башҡорт һәм рус телендә интонация ( 1 сәғәт)

 Уның төрҙәре, төп өлөштәре: логик баҫым, пауза, фраза баҫымы, телмәр мелодикаһы, тойғо баҫымы. Башҡорт телендәге ябай һөйләмдәрҙе дөрөҫ интонация менән уҡырға өйрәтеү күнекмәләре биреү.

Башҡорт теленең һүҙлек байлығы ( 3 сәғәт )

  Уның сығанаҡтары. Төп башҡорт һүҙҙәре һәм үҙләштерелгән һүҙҙәр. Бер мәғәнәле һәм күп мәғәнәле һүҙҙәр. Һүҙҙәрҙең күсмә мәғәнәлә ҡулланылыуы.

Башҡорт телендә нығынған һүҙбәйләнештәр ( 1 сәғәт)

  Улар аңлатҡан мәғәнәне асыҡлау. Нығынған һүҙбәйләнештәрҙе һүҙҙәр менән сағыштырыу, алмаштырыу күнегеүҙәре. Нығынған һүҙбәйләнештәрҙең телмәрҙәге ролен билдәләү. Башҡорт һәм рус телендәге һүҙбәйләнештәрҙе сағыштырыу, тәржемә итеү, улар менән һөйләмдәр төҙөү.

Башҡорт телендә һүҙьяһалыш( 7 сәғәт) 

 Һүҙ составы. Башҡорт теленең агглютинатив тел булыуына күнегеүҙәр. Тамыр. Нигеҙ. Ялғауҙар. Ялғауҙарҙың төрҙәре: һүҙ һәм төр яһаусы ялғауҙар, үҙгәртеүсе ялғауҙар. Ялғауҙарҙың варианттары менән практик таныштырыу, ул варианттарҙың барлыҡҡа килеү сәбәптәрен аңлатыу, практик күнегеүҙәр башҡарыу.

Рус теленән үҙләштерелгән бер төркөм һүҙҙәрҙә ялғау ҡушҡанда һүҙ аҙағындағы тартынҡы өндөң төшөп ҡалыуын, йәки һуҙынҡылар өҫтәлеүен практик үҙләштереү.

Ялғауҙар ҡушҡанда ҡайһы бер һүҙҙәрҙә өндәрҙең сиратлашыуы. Практик танышыу.

Башҡорт һәм рус телдәрендәге һүҙьяһалыш юлдарын асыҡлау, уларҙың оҡшашлығы һәм айырмаһын билдәләү: тамыр һүҙ, яһалма һүҙ, ҡушма һүҙ.

Ҡушма һүҙҙәрҙең дөрөҫ яҙылышын үҙләштереү, иҫтә ҡалдырыу, нығытыу буйынса практик эштәр башҡарыу.

Башҡорт теле буйынса йыл буйына үтелгәндәрҙе ҡабатлау ( 3 сәғәт)

Бәйләнешле телмәр үҫтереү. Орфоэпик ҡағиҙәләрҙе дөрөҫ ҡулланыуға, тексты интонация менән уҡыуға күнегеүҙәр.

Эш ҡағыҙҙары төрҙәренән белешмә биреү. Хат яҙырға өйрәтеү.

Әҙәбиәт.

Б. Бикбай. Туған тел. Р. Ғарипов. Туған тел ( 1 сәғәт)

Шиғырҙарҙа туған телде данлау, хөрмәтләү мотивтарының сағылышы. Тасуири уҡыу күнекмәләре. Туған телдең ҡәҙере, уны белеүҙең мөһимлеге тураһында әңгәмә.

Әминбәк (башҡорт халыҡ әкиәте) ( 2 сәғәт)

Әкиәттең йөкмәткеһен үҙләштереү, әкиәт стилендә һөйләү күнекмәләре үткәреү. Һүҙлек өҫтөндә эш.

К. Кинйәбулатова. Көҙ еткәс. Р. Ғарипов. Торналар. Н. Иҙелбай. Дүрт миҙгел ( 1 сәғәт)

Әҫәрҙәрҙә көҙгө тәбиғәттең тасуирланыуын ҡарау, уны үҙең күргәндәр менән сағыштырыу. Шиғырҙарҙы тасуири

уҡыу, һүрәттәр төшөрөү. Яңы һүҙҙәрҙе, һүҙбәйләнештәрҙе үҙләштереү. Сағыштырыу тураһында төшөнсә биреү.

М. Кәрим. Сыйырсыҡ балаһы. А. Йәғәфәрова. Яҡшылыҡ ( 1 сәғәт)

Әҫәрҙәрҙең  йөкмәткеһен үҙләштереү. Үҙ һүҙҙәрең менән һөйләү күнекмәләре үткәреү. Хикәйә менән әкиәтте сағыштырыу.

 Тыуған ер (ҡобайыр). Т. Ғәниева. Уралиә тигән ил (әкиәт). Ф. Рәхимғолова. Мин – Башҡортостандан ( 2 сәғәт)

«Минең тыуған төйәгем» темаһына әңгәмә. Тасуири уҡыу күнекмәләре. Тыуған ер, тыуған төйәк, Башҡортостан, Урал тураһындағы башҡа әҫәрҙәрҙе иҫкә төшөрөү.

          А. Йәғәфәрова. Дуҫлыҡ менән шаярмайҙар (әкиәт). Ф. Иҫәнғолов. Хәмит күпере ( 2 сәғәт)

Шиғырҙар өҫтөндә тасуири уҡыу күнекмәләре үткәреү. Әкиәттәрҙең һәм хикәйәнең йөкмәткеһен үҙләштереү, уларҙа дуҫлыҡ, хеҙмәт темаһының сағылышын ҡарау. Образдарға характеристика биреү. Яңы һүҙҙәр үҙләштереү.

С. Әлибаев. Ҡыш. Н. Мусин. Ҡоралайҙар. М. Кәрим. Ҡыш бабай бәләкәй саҡта ( 2 сәғәт)

 Шиғырҙарҙа ҡышҡы тәбиғәттең матурлығының, шыршы байрамының тасуирланыуы. Тасуири уҡыу күнекмәләре үткәреү. Хикәйәләрҙең йөкмәткеһен үҙләштереү, һөйләргә өйрәнеү. Образдарға характеристика биреү. Яңы һүҙҙәрҙе, һүҙбәйләнештәрҙе үҙләштереү. Шиғри телмәр һәм проза телмәре. Хикәйәләү тураһында төшөнсә.

 Башҡорт халҡының ауыҙ-тел ижады. «Аҡъял батыр», «Ҡамыр батыр» әкиәттәре. Мәҡәлдәр. Йомаҡтар. Таҡмаҡтар. Йырҙар ( 5 сәғәт)

Башҡорт халыҡ ауыҙ-тел ижады тураһында дөйөм белешмә биреү, уның традицион жанрҙарын барлау, һәр жанрға хас үҙенсәлектәрҙе асыҡлау. Әкиәттәрҙең тематик төркөмдәрен ҡарау. Әкиәттәрҙең йөкмәткеһен үҙләштереү, әкиәт стилендә һөйләү күнекмәләре үткәреү. Әкиәт геройҙарына характеристика биреү.Мәҡәлдәрҙең, йомаҡтарҙың, таҡмаҡтарҙың, йырҙарҙың жанр үҙенсәлектәренә төшөнөү.

Р. Солтангәрәев. Эшләп ашаһаң. З. Биишева. Йәшәү – хеҙмәт. Ф. Туғыҙбаева. Яңы күлдәк. «Ҡәмән менән Сәмән, картуф сәскән Сәлмән» әкиәте ( 3 сәғәт)

Әҫәрҙәрҙә хеҙмәткә һөйөү тәрбиәләү, һөнәр һайлау. «Минең буласаҡ һөнәрем» темаһына әңгәмә. Төрлө һөнәрҙәр тураһында мәҡәлдәр йыйыу, йырҙар тыңлау.

Д. Бүләков. Яралы китап. Ғ. Рамазанов. Ағайым хаты. Ә. Вахитов. Өс бөртөк бойҙай  ( 2 сәғәт)

Хикәйәләрҙә һуғыш темаһының бирелеше. Фронтта һәм тылда ил азатлығы өсөн көрәш. Образдарға характеристика. Әҫәрҙәрҙең йөкмәткеһен тасуири һөйләргә өйрәнеү. Һүҙлек өҫтөндә эш. Тәржемә күнекмәләре үткәреү. Хикәйә тураһында төшөнсә.

Ә. Әминев. Әсикмәк. Ф. Мөхәмәтйәнов. Әсәйем ҡулы. Әсә йөрәге (ҡобайыр). Ғ. Аллаяров. Таҫтамал.

К. Кинйәбулатова. Әсә күңеле.

Әҫәрҙәрҙә әсә образының бирелешен асыҡлау. Шиғырҙарҙы тасуири итеп уҡыу күнекмәләре үткәреү. Хикәйәләрҙең йөкмәткеһен үҙләштереү, һөйләргә өйрәнеү.

Р. Назаров. Яҙ килә. З. Хисмәтуллин. Сыйырсыҡ. Р. Ғарипов. Һабантурғай йыры ( 3 сәғәт)

Әҫәрҙәр өҫтөндә тасуири уҡыу күнекмәләре үткәреү. Шиғырҙарҙа миҙгелдәр алмашыныуы, тәбиғәттең уяныуы, яҙ килеүе, ҡоштарҙың, хайуандарҙың тормошондағы үҙгәрештәрҙе күҙәтеү. Хикәйәләрҙең йөкмәткеһен үҙләштереү, һөйләү, тәржемә күнекмәләре үткәреү. Яҙ тураһында әңгәмә үткәреү, ижади эштәр башҡарыу. Йәнләндереү тураһында төшөнсә.

Ғ. Хисамов. Аҡъяурын сал бөркөт ( 1 сәғәт)

Әҫәрҙәрҙең йөкмәткеһен үҙләштереү, һөйләү, һүҙлек, тәржемә эшен башҡарыу. Әкиәт геройҙарының эштәрен барлау. Ауыҙ-тел ижады һәм әҙәбиәт.

М. Кәрим. «Өс таған» повесынан өҙөктәр ( 2 сәғәт)

Өҙөктәрҙең йөкмәткеһен үҙләштереү, ҡысҡырып, дөрөҫ интонация менән уҡыу күнекмәләре үткәреү. Әҫәрҙә ысын дуҫлыҡтың сағылышын ҡарау, дуҫлыҡ тураһында әңгәмә ойоштороу. Ғабдулла, Вәзир, Айҙар образдарына характеристика биреү.

А. Игебаев. Еңеү көнө. К. Мәргән. Ҡурайсының үлеме. Р. Ниғмәти. Еңеүселәргә дан. В.Исхаҡов. Миҙал һәм малай ( 2 сәғәт)

Еңеү көнөнә арналған шиғырҙарҙы тасуири уҡыу. Шағирҙарҙың был иҫтәлекле тарихи ваҡиғаға, еңеүселәргә мөнәсәбәтен, ватансылыҡ тойғоларының сағылышын күҙәтеү, Еңеү көнө, Бөйөк ватан һуғышы, халҡыбыҙҙың ил азатлығы өсөн һуғышта күрһәткән батырлығы тураһында әңгәмәләр ойоштороу, ижади эштәр башҡарыу. Яңы һүҙҙәрҙе үҙләштереү, тәржемә эштәре башҡарыу. Еңеү тураһында йырҙар өйрәнеү.

М. Ғафури. Һарыҡты кем ашаған? ( 1 сәғәт)

Шиғырҙы тасуири итеп уҡыу күнекмәләре үткәреү. Үҙ һөнәреңә, хеҙмәткә һөйөү, ил, халыҡ, киләсәк алдында бурыс төшөнсәләре тураһында фекер алышыу. Сәсмә әҫәрҙәрҙе тасуири итеп уҡыу үҙенсәлектәренә төшөнөү. Мәҫәлдәрҙең мәғәнәһенә төшөнөү, йөкмәткеһен үҙ һүҙҙәреү менән һөйләп өйрәнеү. Әҫәрҙе ролдәргә бүлеп уҡыу, образдарға характеристика биреү.

Аллегория һәм мәҫәл тураһында төшөнсә.

С. Муллабаев. Йомарт йәй. Б. Рафиҡов. Йондоҙ һанаусы малай. М. Кәрим. Ап-аҡ мөғжизә ( 3 сәғәт)

Шиғырҙа йәйге тәбиғәттең тасуирланыуы. Үҫемлектәрҙең, бөжәктәрҙең тормошон күҙәтеү. Йәй, йәйге каникул, йәйге эштәр тураһында әңгәмәләшеү, ижади эштәр башҡарыу. Тасуири уҡыу күнекмәләре. Хикәйәләрҙең йөкмәткеһен үҙләштереү, образдарға характеристика биреү, яҙма эштәр эшләү.

6-сы класс

Йырым минең- Башҡортостан ( 4 сәғәт)

 З. Биишева.” Башҡортостан”. Р. Ғарипов. “Дан һиңә, Дан Башҡортостан”. Башҡорт теле буйынса алдағы кластарҙа үтелгәндәрҙе ҡабатлау. Башҡорт әҙәби теле, уның нормалары тураһында төшөнсә биреү.

Уҙған ғүмер- ҡалған хәтер ( 3 сәғәт)

Ә. Усманов “ Башҡорттарҙың ғәскәри хеҙмәте”(өҙөк). “Ҡолой кантон” (Башҡорт халыҡ йыры). Ғ. Хөсәйенов. “Рудасы Исмәғил Тасим улы“(повестан өҙөктәр). Һүҙ төркөмдәре турһында төшөнсә.Үҙ аллы һәм ярҙамсы һүҙ төркөмдәре. Исем.

Ил һаҡлап, азатлыҡ даулап ( 14 сәғәт)

 Ә. Бейеш. “Башҡорт халҡының тарихы һәм азатлыҡ өсөн көрәше”. Б. Рафиҡов.” Һөйәнтүш фажиғәһе”. Башҡорт халыҡ йыры «Тәфтиләү». Ғ. Хөсәйенов. “Алдар батыр ҡиссаһы”. Степан Злобин. “Салауат Юлаев”. Ғ. Ибраһимов. “Кинйә “(романдан өҙөк). “Төньяҡ Амурҙары”. “Рус- француз һуғышы бәйете”.Һүрәтләү саралары. Исемдәрҙең һан, эйәлек, килеш һәм хәбәрлек категориялары менән үҙгрешенең үҙенсәлектәрен, ялғауҙарының фонетик варианттарының ҡулланышын практик күҙәтеү күнегеүҙәре. Бәйет тураһында төшөнсә.

Башҡорт Автономияһы өсөн көрәш ( 3 сәғәт)

 Әхмәтзәки Вәлиди Туған. “Башҡорт ҡоролтайы”. Ш. Бабич. “Башҡорт халҡына көйлө хитап “(өҙөктәр). Р. Солтангәрәев. “Осто бөркөт”. Хитап тураһында төшөнсә. Сифат. Сифат дәрәжәләре. Дәрәжә формаларының яһалышы.

Уралып ятҡан Уралтау ( 4 сәғәт)  

Башҡорт халыҡ йыры “ Урал”. Б. Бикбай. “Урал”. “Уралтау”. Исем сифат. Исем буйынса үтелгәндәрҙе ҡабатлау, дөйөмләштереү.

Ағиҙелкәй алҡын, һыуы һалҡын ( 5 сәғәт)

Башҡортостан йылғалары тураһында белешмә.  Башҡорт халыҡ йыры «Йәмле Ағиҙел буйҙары». Р. Бикбаев.” Һыуһаным һыуҙар бирегеҙ”. Башҡорт халыҡ йыры «Йәмле Дим буйы». «Ағиҙел менән Яйыҡ» риүәйәте. Риүәйәт тураһында төшөнсә. Тамыр, яһалма, ҡушма сифаттар.

Тау башында балҡый бер ҡала  ( 3 сәғәт)

 Р.Янбулатова “Гүзәл Өфөм – баш ҡалам”(йыр). А. Камалов. “Боронғо башҡорт ҡалалары”. Минең тыуған ҡалам.

Башҡорт  йолалары ( 1 сәғәт)

 А. Ҡобағошов. “Ҡарға бутҡаһы тәмлеме”? “Т. Ҡарамышева.” Кәкүк сәйе”. Башҡорт йолалары тураһында белешмә.

Башҡорт аштары ( 3 сәғәт)

 Ҡ. Даян. “Башҡорт ҡымыҙы”. М. Өмөтбаев.” Башҡорт ҡорото”. Н. Сафин. “Бишбармаҡ”. Башҡорт халҡының милли аштары тураһында белешмә. Сифаттарҙың үҙгәреше.Башҡорт һәм рус телендәге оҡшаш һәм айырмалы яҡтарҙы билдәләү. Сифат темаһын ҡабатлау.Хат яҙырға өйрәтеү.

Әсәм теле- сәсән теле ( 8 сәғәт)

  Башҡорт теле(белешмә). З. Биишева. “Башҡорт теле”. Башҡорт халыҡ әкиәте «Яҡшы һүҙ- йән аҙығы». Ә. Вахитов.” Һүҙ хаҡында баллада.” Р. Назаров. “Япраҡ”. Алмаш.Төп үҙенсәлектәре. Рус телендәге алмаштар менән сағыштырыу, тәржемә күнекмәләре үткәреү. Килтерелгән текстарҙан алмаштарҙы табыу.

Башҡорттар китте һуғышҡа ( 8 сәғәт)

 Я. Хамматов.” Башҡорттар китте һуғышҡа…” Ҡ. Даян. “Шайморатов генерал” (йыр). Ж. Кейекбаев. “Зөбәй Үтәғолов”. Ә. Бикчәнтәев. “Бөркөт һауала үлә”(өҙөк). Ә. Бикчәнтәев. “Нисә йәш һиңә комиссар?”. Алмаштарҙың башҡорт телендә мәғәнә үҙенсәлектәрее, төркөмсәлере, телмәрҙә ҡулланыу.

Тылсымлы әкиәттәр ( 3 сәғәт)  Башҡорт халыҡ әкиәттәре (белешмә). «Аҡъял батыр» башҡорт халыҡ әкиәте. «Алдар менән шайтан» башҡорт халыҡ әкиәте. Тормош- көнкүреш әкиәттәре. «Ҡурай» башҡорт халыҡ йыры. «Ҡурай моңо» әкиәте. Йомаҡтар. Алмаш төркөмсәләрен ҡабатлау. Һандар. Ябай һәм ҡушма һандар. Һандардарҙың телмәрҙә ҡулланылышы.

Башҡорт сәнғәте ( 2 сәғәт)  

 Башҡорт йырҙары тарихы.  Башҡорт халыҡ йырҙары. М. Кәрим. “Азамат”. Ғ. Амантай.” Күгәрсен йыры”. Көләмәстәр.  Т. Йәнәби.” Һылыу ҡоштар”. Һандар. Фонетик күнегеүҙәр. Һан төркөмсәләре. Һандарҙың яҙылышы. Цифрҙар менән яҙылған һандарҙы уҡыу һәм яҙыу күнекмәләрен үткәреү.

Башҡортостандың халыҡ шағирҙары, яҙыусылары ( 4 сәғәт)

 Халыҡ шағирҙарының тормош юлы менән танышыу, ижадтарына ҡыҫҡаса күҙәтеү яһау, уларҙың башҡорт әҙәбиәте тарихында урыны тураһында фекер алышыу. Биография һәм автобиография тураһында төшөнсә биреү. Р. Ниғмәти.” Ҡыҙымдың һорауҙарына яуаптар”.  З. Биишева. “Кәмһетелгәндәр “(өҙөк).  Р. Ғарипов.” Аманат”. Н. Мусин. “Күҙ йәше”.Р. Бикбаев. “Халҡыма хат”. Ә. Атнабаев.” Салауат менән һөйләшеү”.  

Дуҫлыҡ менән көслөбөҙ( 5 сәғәт)

 Ҡ. Аралбай. “Дуҫлыҡ һәйкәле”. М. Кәрим. “Беҙҙең өйҙөң йәме”. Ҡунаҡ килде. А. Кузнецов. “Салауаттан һорау алыу”. Картина менән эш. Әҙәбиәт теорияһы буйынса йыл буйына үтелгәндәрҙе ҡабатлау, дөйөмләштереү. Тел буйынса йыл  буйына үтелгәндәрҙе ҡабатлау, дөйөмләштереү.

7-се класс

Халыҡ ижады тураһында. Әкиәттәр ( 4 сәғәт)

Хайуандар тураһында әкиәттәр. Тылсымлы әкиәттәр.тормош- көнкүреш әкиәттәре. әкиәттәрҙе мәғәнәүи өлөштәргә бүлеү. Исемдәр биреп план төҙөргә өйрәтеү. Фонетика,һүҙьяһалыш һөм морфология буйынса үтелгәндәрҙе ҡабатлау.

Риүәйәт һәм легендалар ( 5 сәғәт)  

Риүәйәт һәм легендаларға төшөнсә биреү, уларҙың тематик бүленеше, оҡшаш һәм айырма яҡтары. Ҡылым.Үҙаллы һәм ярҙамсы ҡылымдар.

Йырҙар ( 4 сәғәт)

 Йыр тураһында төшөнсә. Тематикаһы һәм йөкмәткеһе яғынан йырҙарҙың төркөмдәргә бүленеше.  Хәбәр һөйкәлеше ҡылымдары.

 Алтын көҙ ( 2 сәғәт)

 М. Тажи, Ф. Рәхимғолова шиғырҙарында көҙгө тәбиғәттең, көҙ билдәләренең һүрәтләнеше. Бойороҡ һөйкәлеше ҡылымдары.

Уҡыу- белем шишмәһе ( 3 сәғәт)

 Р. Байбулатов. Күңел күҙҙәре. Н. Мусин. Тайғаҡ баҫма. Теләк һөйкәлеше ҡылымдары.

Дуҫлыҡта – берҙәмлек ( 4 сәғәт)  

 Р. Байбулатов.Һарыбай. Шарт һөйкәлеше ҡылымдары.

Хеҙмәте юҡтың – хөрмәте юҡ ( 4 сәғәт)  

Ж. Кейекбаев. Оморҙаҡ бабай. Туғандар һәм таныштар. Ҡылым төркөмсәләре.

Башҡортостан – ғәзиз ерем ( 3 сәғәт)

  Ә. Үтәбай. Башҡортостан. Сифат ҡылым.

Ап –аҡ ҡарҙар яуа ( 7 сәғәт)

 К. Кинйәбулатова. Һаумы, аҡ ҡыш! Ә. Әхмәт-Хужа. Эй, ҡыш бабай, Ҡыш бабай”. Ә. Әһлиуллин. Биҙәкле сана. Ҡылым төркөмсәләренең рус теленә тәржемә ителеү үҙенсәлектәрен практик эштәр башҡарғанда күҙәтеү, уларҙы тәржемә итеү күнкмәләрен үҫтереү.

Ил намыҫы – ир күңелендә ( 9 сәғәт)

 Ф. Аҡбулатова. Атай икмәге. В.Исхаҡов. кеше күңеле – тәрән даръя. А. Баһуманов.Ҡайҙа һин генерал? Рәүеш. Рәүеш дәрәжәләре.

Ғәзиздәрҙән – ғәзиз әсәләр( 6 сәғәт)

 Г.Зәйнәшева. Йырлайым әсәйҙәр тураһында.  Ф. Иҫәнғолов. Бер йомғаҡ май. Ә. Бикчәнтәев. Яраланған бүре күҙҙәре. Теркәүестәр.

Эх, күңелле яҙ килә! ( 3 сәғәт)   

Р. Ниғмәти. Яҙ килде, яҙ!  Бәйләүестәр. Бәйләүестәрҙең бүленеше.

Тел – тере шишмә (6 сәғәт)

Ҡ. Аралбай. Башҡорт теле. М. Кәрим. Оҙон-оҙаҡ бала саҡ. Киҫәксәләр.

Йәмле йәй ( 10 сәғәт) 

М. Ғафури. Болон. Х. Назар. Йәйге йәшен. С. Әлибай. Йәшен теләү. Мөнәсәбәт һүҙҙәр.Ымлыҡтар.

Тел буйынса йыл  буйына үтелгәндәрҙе ҡабатлау, дөйөмләштереү.

8-се класс

Мәктәп – белем шишмәһе! (7 сәғәт)

 С. Әлибай. Мәктәп юлы. Н. Мусин. Һабаҡ. Р. Тимершин. Уйлап табыусы. Морфология буйынса үтелгәндәрҙе ҡабатлау. Ябай һөйләм синтаксисы. Һүҙбәйләнештәрҙең яһалышы. Эйәртеүле бәйләнеш төрҙәре.

Көҙ –хеҙмәт һәм байлыҡ миҙгеле ( 5 сәғәт )

З. Биишева. Көҙгө ямғыр. Р. Ханнанов. Икмәк ҡәҙере. Р. Өмөтбаев. Әмир баҫыуы. Һөйләмдең баш киҫәктәре. Эйә менән хәбәр араһында һыҙыҡ.

Башҡортостан – алтын бишек  ( 4 сәғәт )

 А. Игебаев. Башҡортостан – илгенәм. К. Кинйәбулатова. Дуҫлыҡ төйәге. Һөйләмдең эйәрсән киҫәктәре.

Салауат батыр – ир ине ( 5 сәғәт  )

 «Салауат батыр» ҡобайыры. Ф.Күзбәков.Яу ораны бит һин,Салауат! Я.Хамматов.Салауат. Хәлдәр, уларҙың төрҙәре.

Ҡыш  ( 7 сәғәт )

 Ш.Бабич. Ҡышҡы юлда.Б. Рафиҡов.Бүреләр. И. Теләүембәтов. Маралым таңы. А.Йәғәфәрова. Кескәй шишмә. Маҡсат хәле. Сәбәп хәле. Шарт хәле.  Кире хәлдәр.

Данлы йылдар – шанлы йылдар  ( 7 сәғәт)

М. Кәрим.Үлмәҫбай. Н. Ғәлимов. Яуҙан ҡайтҡан ҡурай. Р. Өмөтбаев. Генерал Кусимов. Тиң киҫәкле һөйләмдәр.

Әсәйем – күңел ҡояшым! ( 4 сәғәт)

Ш. Биҡҡол. Әсәйемдең кәңәштәре. Т. Ғиниәтуллин. Әсә һәм бала. Ике составлы һөйләмдәр. Бер составлы һөйләм төрҙәре.

Әҙәп барҙа – иман бар ( 3 сәғәт)

Х. Назар. Өс һүҙ. М. Ямалетдинов. Иман. З. Ғәлимов. Ялан сәскәләре.

Шаулап, гөрләп яҙ килә ( 5 сәғәт)

Р. Ғарипов. Яҙғы йыр. З.Ураҡсин. Алмағас. Р.Сафин. Тол ҡатындар һәм аяҡһыҙҙар бейеүе. Айырымланыу.

Ай, Уралым, Уралым! ( 8 сәғәт )Ҡ. Аралбай. Ер тураһында ете һүҙ. Б. Бикбай «Ер» поэмаһы. Ж. Кейекбаев. Урал тураһында ҡобайыр. Н. Мусин. Һуңғы солоҡ.  К. Шафиҡова. Уйна, ҡурай! Һөйләм киҫәктәре менән грамматик бәйләнеше булмаған һүҙҙәр.

Тел – тере шишмә ( 6   сәғәт )

Ҡ. Аралбай. Башҡорт теле. М. Кәрим. Оҙон-оҙаҡ бала саҡ. Киҫәксәләр.

Йәй ( 9 сәғәт)

Ф. Рәхимғолова. Бал ҡорто менән күбәләк. Ш. Яныбаев.тегәнәк. Р. Солтангәрәев. Һуңғы һунар. Ә. Хәмәтдинова. Йәшел аптека. Тел буйынса йыллыҡ үтелгәндәрҙе ҡабатлау.

9 – сы класс

Башҡорт халыҡ ижады  ( 1 сәғәт )

Башҡорт халыҡ эпосы йәки ҡобайырҙар ( 10 сәғәт )

Һүҙлек менән эш. “Урал батыр” эпосы. Эпоста күтәрелгән философик, педагогик һәм әхлаҡ-этик проблемалар. Ғаилә һәм тәрбиә мәсьәләләре. Кешенең бөйөклөгө, тәбиғәт менән халыҡтың үлемһеҙлеге темаһының хәл ителеше. Йәнбикә менән Йәнбирҙе, Урал һәм Шүлгән образдары.

Ҡушма һөйләм синтаксисы һәм пунктуация.

Ҡушма һөйләм тураһында төшөнсә биреү. Ҡушма һөйләм  һәм уның төрҙәрен, тыныш билдәләрен үҙләштереү.

Боронғо әҙәби ҡомартҡылар ( 1 сәғәт )

Ҡол Ғәли. «Ҡиссаи Йософ» ( 3 сәғәт )

Урта быуат әҙәби ҡомартҡылары ( 3 сәғәт )

Йырауҙар ( 4  сәғәт )

Сәсәндәр ижады ( 3 сәғәт )

Сәсәндәр ижады тураһында белешмә. Әҫәрҙәрҙең төп идеяһы, образдар системаһы, сағыштырмаса характеристика. Әйтеш тураһында төшөнсә.

Йырауҙар ( 4 сәғәт )

Салауат Юлаев ( 7 сәғәт )

Яугир-шағирҙың тормошо һәм яҙмышы. Салауат – яугир, шағир, сәсән. Шиғырҙарының тематикаһы һәм проблематикаһы. Тыуған ил, тәбиғәт, мөхәббәт, азатлыҡ һәм батырлыҡ тураһындағы шиғырҙары. Тарихи шәхес, әҙәби герой, тарихи ваҡиға һәм художестволы әҫәр тураһында төшөнсә. Картиналар буйынса эш. Эйәрсән һөйләм төрҙәре.

М.Аҡмулла ( 8 сәғәт )

Биографик белешмә. Философик лирика. Тәбиғәт лирикаһы. Шиғыр-ҡобайырҙар. Эйәрсән һөйләм төрҙәре.

М.Өмөтбаев ( 5 сәғәт )

М.Өмөтбаевтың ғилми-ағартыу, тарих, этнография, фольклор, тәржемә өлкәһендәге эшмәкәрлеге. Ҡатмарлы синтаксик төҙөлмәләр. Күп эйәрсәнле ҡушма һөйләмдәр һәм уларҙа тыныш билдәләре.

Сафуан Яҡшығолов ( 6 сәғәт )

Яҙыусының тормош юлы һәм ижадына белешмә. Ҡатнаш ҡушма һөйләмдәр һәм уларҙа тыныш билдәләре.

Мәжит Ғафури ( 8 сәғәт)

Яҙыусының тормош юлы һәм ижадына белешмә. Әҫәрҙәрендә социаль тигеҙһеҙлекте, ғәҙелһеҙлекте фашлау. Художество методы, художество образ тураһында төшөнсә. Рәшит Нурмөхәммәтовтың картинаһы буйынса эш. Һыҙыҡ, нөктәле өтөр, ике нөктәнең ҡуйылыу осраҡтары.

Ш. Бабич ( 5 сәғәт)

Шағирҙың тормош һәм ижад юлы тураһында белешмә. Башҡортостан, азатлыҡ өсөн көрәш, тәбиғәт, мөхәббәт темаһы. Йәйәләр һәм тырнаҡтар ҡуйылыу осраҡтары. Синтаксис һәм пунктуация буйынса үтелгәндәрҙе дөйөмләштереү һәм системаға һалыу.

Башҡорт әҙәбиәтенән тематик планлаштырыу

Бүлектәр

5 класс

6 класс

7 класс

8 класс

9 класс

Башҡорт халыҡ ижады -  29 сәғәт

8

7

8

1

5

Боронғонан алып XVIII быуат аҙағына тиклемге башҡорт әҙәбиәте – 18 сәғәт

2

2

14

XIX быуат әҙәбиәте – 8 сәғәт

1

1

6

XX быуат башында әҙәбиәт – 10 сәғәт

1

2

2

5

Башҡорт совет әҙәбиәтенең формалашыуы –  3 сәғәт

3

Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында башҡорт әҙәбиәте – 4 сәғәт

2

2

Хәҙерге әҙәбиәт – 82 сәғәт

20

16

21

25

Әҙәби белем кимәлен диагностикалау, ағымдағы һәм йомғаҡлау контроле – 20 сәғәт

4

4

4

4

4

Бөтәһе – 174 сәғәт

35

35

35

35

34

Башҡорт теленән тематик планлаштырыу

Бүлектәр

5 класс

6 класс

7 класс

8 класс

9 класс

Тел тураһында дөйөм төшөнсә - 1 сәғәт

1

Фонетика һәм орфоэпия – 11 сәғәт

10

1

Графика -- 1 сәғәт

1

Морфемика һәм һүҙьяһалыш -- 9 сәғәт

9

Лексикология һәм фразеология - 5 сәғәт

5

Морфология - 52 сәғәт

1

24

27

Синтаксис - 42 сәғәт

22

20

Дөрөҫ яҙыу: орфография һәм пунктуация - 15 сәғәт

2

6

7

Белем кимәлен диагностикалау, ағымдағы һәм йомғаҡлау контроле - 38 сәғәт

7

10

7

7

7

Бөтәһе -  174 сәғәт

35

35

35

35

34


По теме: методические разработки, презентации и конспекты

Рабочая программа по биологии 5 кл.ФГОС Предметная линия учебников «Линия жизни»

Рабочая программа по биологии  5 кл.ФГОС Предметная линия учебников «Линия жизни»...

Рабочая программа по биологии для 8 класса линия "Линия жизни" по учебнику В. Пасечника

Рабочая программа по биологии для 8 класса по учебнику В. Пасечника ФГОС. Материал  расчитан на изучение в объёме 68 часо (2ч в неделю). В данной рабочей программе учтены современные направления ...

Рабочая программа по русскому языку 5-9 классы .Разработана на основе: - программы: « Русский язык. Рабочие программы. Предметная линия учебников Т. А. Ладыженской, М. Т. ,Л. А. Тростенцовой и других. 5—9 классы »

lt;>Аннотация к рабочей программе по русскому языку для 5-9 классов. Рабочая программа по русскому языку для 5-9 классов составлена в соответствии с нормативными документами: - Федеральный Закон ...

Рабочая программа на основе программы авторского коллектива под руководством В.В.Пасечника (сборник «Биология. Рабочие программы. Предметная линия учебников "Линия жизни" 5—9 классы.» - М.: Просвещение , 2011.),

Рабочая  программа составлена на основе программы авторского коллектива под руководством  В.В.Пасечника (сборник «Биология. Рабочие программы. Предметная линия учебников "Л...

Рабочие программы. Предметная линия «Линия жизни». 10—11 классы базовый уровень / В. В. Пасечник,

   Рабочая программа по биологии для учащихся 10 класса   составлена на основе:...

Рабочая программа по русскому языку на основе авторской программы М.Т. Баранова, Т.А. Ладыженской, Н.М. Шанского, Л.А. Тростенцовой, А.Д. Дейкиной (Русский язык. Рабочие программы. Предметная линия учебников Т.А. Ладыженской, М.Т. Баранова и др.)

Рабочая учебная программа по русскому языку основного общего образования   составлена в соответствии с требованиями федерального компонента государственного стандарта общего образования по р...