Исем, тест һорауҙары
тест (6 класс) на тему
Предварительный просмотр:
Исем темаһы буйынса тест һорауҙары I
- Исемдәрҙең белдергән мәғәнәләрен асыҡлағыҙ
А. предметтың билдәһен белдерә; Б. предметтың атамаһын белдерә
В. Кем? Нимә? Г. Ниндәй? Ҡайһы?
2. Төндәрен Ымыҡ йылғаһын күк томан баҫа. Һөйләмдән яңғыҙлыҡ исемде билдәләгеҙ.
А. төндәрен б. Ымыҡ В. йылғаһын г. томан
3. Бирелгән исемдәр ниндәй юл менән яһалған?
1. көньяҡ а. тамыр
2. яҡташ б. ҡушма
3. йылға в. яһалма
4. Һүҙҙәрҙең килешен билдәләгеҙ
1. китапты а. эйәлек килеш
2. дәфтәргә б. сығанаҡ килеш
3. мәктәптә в. төбәү килеш
4. кластың г. төшөм килеш
5. һүрәттән д. урын-ваҡыт килеш
5. Бирелгән һүҙҙәрҙең ҡайһыныһы эйәлек заты ялғауын ҡабул иткән: эштән, аттар, тауҙа, ауылыбыҙ.
А. эштән б. аттар в. тауҙа г. ауылыбыҙ
6. Түбәндәге һүҙҙәрҙең ҡайһыһына ялғау дөрөҫ ҡушылмаған
А. таулар, ҡыҙлар, малайлар, ҡошлар
Б. ҡояштар, йондоҙҙар, болоттар
В. өйҙәр, ҡалалар, йорттар
7. Хаталы һөйләмдәрҙе билдәләгеҙ
А. Мин Йәншишмә гәзитен яратып уҡыйым.
Б. Минең ағайым Башҡорт Дәүләт Университетында уҡый.
В. Инәйем Мәсетле районының Үрге Дәүләтҡол ауылында йәшәй.
Г. Беҙҙең ауыл эргәһенән генә ҡаҫмарт йылғаһы аға.
8. Түбәндәге ялғау төрҙәрен билдәләгеҙ:
1. –ым, -ем, -ыбыҙ, -ебеҙ а. яһаусы ялғауҙар
2. – тар, -тәр, -дар, -лар б. килеш ялғауҙары
3. – сы, -лыҡ, -даш, -ғыс в. зат ялғауҙары
4.- тың, -кә, - да, -ҙан г. күплек ялғауҙары
Исем темаһы буйынса тест һорауҙары II
- Исем ниндәй һорауҙарға яуап бирә?
А. ниндәй? б. Ни эшләй? в. Кем? Нимә? г. ҡасан?
2. Бирелгән һүҙҙәр араһынан яңғыҙлыҡ исемде табығыҙ: кесерткән, мәтрүшкә, аҡтырнаҡ, йүкә
А. йүкә Б. аҡтырнаҡ В. Мәтрүшкә г. кесерткән
3. Уртаҡлыҡ исемдәр нисек яҙылалар?
А. Ҙур хәреф менән
Б. Бәләкәй хәреф менән
4. Бирелгән һүҙҙәр араһынан яһалма юл менән яһалған исемдәрҙе күрһәтегеҙ
А. аръяҡ, ҡулъяулыҡ, олатай, алмағас
Б. туп, ултырғыс, урам, инәй
В. уҡыусы, асҡыс, юлдаш, йырсы
Г. балыҡтар, йәнлектәр, тауҙар, урмандар
5. Сығанаҡ килештең ялғауын ҡабул иткән һүҙҙе табығыҙ. Тамашасылар артистарҙы сәхнәнән төшөрмәй оҙаҡ алҡышланы.
А. тамашасылар Б. артистарҙы В. сәхнәнән
6. Бирелгән һүҙҙәрҙең ҡайһыныһы эйәлек заты ялғауын ҡабул иткән: эштән, аттар, тауҙар, мәктәбем.
А. эштән Б. мәктәбем в. тауҙар г. аттар
7. Хатаһыҙ һөйләмде билдәләгеҙ
А. Мин Йәншишмә гәзитен яратып уҡыйым.
Б. Минең ағайым Башҡорт Дәүләт Университетында уҡый.
В. Инәйем Мәсетле районының Үрге Дәүләтҡол ауылында йәшәй.
Г. Беҙҙең ауыл эргәһенән генә ҡаҫмарт йылғаһы аға.
8. Һүҙҙәрҙең килешен билдәләгеҙ
1. халыҡтан а. эйәлек килеш
2. быҙауға б. сығанаҡ килеш
3. балыҡта в. төбәү килеш
4. эштең г. төшөм килеш
5. китаптан д. урын-ваҡыт килеш
По теме: методические разработки, презентации и конспекты
1-се ярты йыллыҡҡа башҡорт әҙәбиәтенән контроль тест һорауҙары
1-се ярты йыллыҡҡа башҡорт әҙәбиәтенән контроль тест һорауҙары...
М.Ғафуриҙың тормош юлы һәм ижады буйынса тест һорауҙары.
М.Ғафуриҙың тормош юлы һәм ижады буйынса тест һорауҙары....
5-се класс өсөн әҙәбиәттән тест һорауҙары.
5-се класс өсөн әҙәбиәттән тест һорауҙары...
6-сы класс өсөн әҙәбиәттән тест һорауҙары
6-сы класс өсөн әҙәбиәттән тест һорауҙары....
7-се класс өсөн әҙәбиәттән тест һорауҙары.
7-се классөсөн әҙәбиәттән тест һорауҙары....
8-се класс өсөн әҙәбиәттән тест һорауҙары.
8 -се класс өсөн әҙәбиәттән тест һорауҙары....
8 класс өсөн тест һорауҙары
8 класс өсөн тест һорауҙары...