Конспект урока "Мәжит Ғафури – халыҡҡа һәм хеҙмәткә дан йырлаусы шағир"
план-конспект урока (7 класс) на тему

Муллаярова Эльвира Рифовна

Урок по башкирской литературе

Скачать:

ВложениеРазмер
Microsoft Office document icon achyk_dres.doc91 КБ

Предварительный просмотр:

Башҡортостан Республикаһының  Мәғариф министрлығы

БР Тәтешле районы муниципаль районы хакимиәте

мәғариф бүлеге муниципаль учреждениеһы

Үрге тәтешле 2-се һанлы муниципаль бюджет урта дөйөм белем биреү мәктәбе

Мәжит Ғафури –

халыҡҡа һәм хеҙмәткә дан йырлаусы                        шағир

/әҙәбиәттән асыҡ дәрес конспекты/

                                                              Әҙерләне һәм үткәрҙе:

                                                                          башҡорт теле һәм әҙәбиәте

                                                                             уҡытыусыһы Муллаярова Э.Р.

Үрге Тәтешле

2015

Мәжит Ғафури –

халыҡҡа һәм хеҙмәткә дан йырлаусы                        шағир

(1880-1934)

Маҡсат: Башҡортостандың халыҡ шағиры - М.Ғафуриҙың биографияһынан  белешмә  биреү; ижадындағы идея-тематикаһы сағылышын; “Гөлдәр баҡсаһында” шиғырының мәғәнәһен асыҡлау; уҡыусыларҙа матурлыҡ, туған халҡына, хеҙмәткә һөйөү тәрбиәләү .

 

Йыһазландырыу: дәреслек, интерактив таҡта,яҙыусының портреты, китаптары, карточкалар.

Дәрес барышы

I.Ойоштороу мәле. Балаларҙы сәләмләү.

II. Инеш.

(Уҡытыусының  музыкаға шиғырҙан өҙөк һөйләүе)

                                            Бер көн шулай гөлдәр баҡсаһында

                                            Сәскәләрҙе ҡылдым тамаша.

                                            Хуш еҫтәре менән йән шатлана,

                                            Нурҙарынан күҙҙәр ҡамаша.                                                                    

-Ошо шиғри юлдарҙы кем яҙған, тип уйлайһығыҙ?

-Эйе, Мәжит Ғафури. Тимәк, бөгөнгө дәресебеҙҙең темаһын билдәләп үтәйек. Кем әйтер?

 - Уҡыусылар, һеҙ был әҙиптең тағы ла ниндәй әҫәрҙәрен уҡып беләһегеҙ?

- Бына һеҙҙең алдығыҙҙа бөйөк әҙибебеҙҙең йәшәгән йылдары. Ә хәҙер ул тере булһа, уға нисә йәш булыр ине?

- Дөрөҫ, афарин, балалар. Математиканы ла бик яҡшы беләһегеҙ икән.

2. Уҡытыусының дәрес темаһын, маҡсатын билдәләүе.

 - Дәрестә беҙ Башҡортостандың халыҡ шағиры М. Ғафуриҙың биографияһы һәм ижады менән танышасаҡбыҙ.  Июль айында әҙиптең тыуыуына 130 йыл буласаҡ, онотмағыҙ.

III. Төп өлөш. Төркөмдәрҙә эшләү.

- Хәҙер мин һеҙгә ошондай эш тәҡдим итәм: таратҡан карточкаларҙа М.Ғафури тураһында мәғлүмәт тупланылған. Һеҙгә 2 минут эсендә уҡып һәр берегеҙгә бүленгән координатаны тултырырға кәрәк. Ә һуңынан үҙегеҙҙең координаталағы мәғлүмәтте интерактив таҡтаға яҙасаҡһығыҙ.

- 1-се төркөмгә - “”Бография” координатаһы, 2-се төркөмгә - “Исемен мәңгелләштереү”, 3-сө төркөмгә - “Ижады” һәм 4-се төркөмгә - “Маҡтаулы исем”.

(Балалар эшләгән ваҡытта талғын ғына көй ишетелә)

(Интерактив таҡталағы координатаны тултырыу )

- Ә хәҙер һәр төркөмдән бер уҡыусы үҙ координатаһын яҡлаясаҡ.

       Шиғыр һәм хикәйәләрендә Мәжит Гафури тормоштағы ғәҙелһеҙлектәр тураһында яҙҙы. Хеҙмәт кешеләрен яҡланы, уларҙы ирекле һәм бәхетле итеп күрергә теләне.

      М.Ғафури 1923 йылда яҙыусыларҙан беренсе булып Башҡортостандың халыҡ шағиры тигән оло исемен алды. Ул классик яҙыусы. Сөнки ул заман һынауҙарын үтә алырлыҡ, халыҡ күңеленә уйылып керерлек йөкмәткеле әҫәрҙәр яҙған кеше һәм ул башҡорт әҙәбиәтен нигеҙләүсе.

 М. Ғафури 1934 йылда Өфөлә үлде. Ә ижады уның үлемһеҙ.

( Презентация буйынса ҡарау.)

IV. ”Гөлдәр баҡсаһында” шиғырын уҡыу.

    а) шиғырҙы дискынан тыңлау;

- Уҡыусылар, шиғырҙы тыңлаған ваҡытта китаптан күҙәтергә мөмкин.

    б) Һүҙлек эше.

          Ҡылдым тамаша – наблюдал

          Күҙҙәр ҡамаша – глаза разбегаются

          Хайран ҡалыу -удивляться

          Ҡара эсле – злой, коварный

     в) шиғырҙы балаларҙан тасуири уҡыттырыу.  

6. Шиғырҙың идея-тематик йөкмәткеһенә туҡталыу.

а)М.Ғафури был шиғыры менән нимә әйтергә теләй һәм әҙәбиәттә ниндәй урын тота икән?

  Уҡыусылар яуабы.

 б) Шиғырҙа тәбиғәт нисек сағылдырыла?

 в) Кешеләргә хас матурлыҡты нисек кәүҙәләндерә?

 г)Уҡыусылар, ә сәскәләр һөйләшә  беләме?

 ғ)Шиғырҙа сәскәләргә ҡарата ниндәй һорау һөйләмдәр бар? Уҡып          күрһәтегеҙ.

  д)  Был һөйләмдәрҙә ниндәй мәғәнә ята?

- Эйе, эшләгән кешеләрҙе саф күңелле итеп күрергә теләүҙәрен аңлата, эшләгән кеше генә хөрмәткә лайыҡ тигәнде иҫкәртә.

 д)Ә сәскәләр үҙҙәренә кемдәрҙе тиң түгел тип ҡарай?

 е)Тимәк,  сәскәләр нимәнең, ниндәй күренештең йәки төшөнсәнең күсмә мәғәнәһе, йәғни символы итеп бирелгән?(Сәскәләр  нәфислектең, ғәҙеллектең символы итеп бирелгән.)

   -Эйе, сәскәләр матурлыҡ, сафлыҡ, ғәҙҙеллек символы. Символ күсемә мәғәнәле һүҙ була.

       “Гөлдәр баҡсаһында” шиғыры автор эш һөйөүсән, тырыш хеҙмәт кешеләренә бағышлаған. Шиғыр хеҙмәткә, эшсән кешеләргә  гимн булып яңғырай.         

V. Ә хәҙер бөгөн өйрәнгәндәргә байҡау.

VI.Йомғаҡлау. Уҡыусылар, беҙ бөгөн Мәжит Ғафури ижадын өйрәнә башланыҡ. “Гөлдәр баҡсаһында“ шиғырын уҡыныҡ, идея-тематик йөкмәткеһен өйрәндек, ә алдағы дәрестәстәрҙә был шиғырҙың тулы анализына туҡталырһығыҙ. Мәжит Ғафури  кеүек үҙ телебеҙҙе, илебеҙҙе, халҡыбыҙҙы яратайыҡ!

VII.Өй эше: “Гөлдәр баҡсаһында шиғырын” ятларға.

Тест һорауҙары.
1.Мәжит Ғафури ҡайҙа тыуған ? Нисәнсе йылда?

   а)Тәтешле районы, 1870;

   б)Өфө, 1901;

   в)Ғафури районы,1880.

2. Башҡорт халыҡ шағиры исеме бирелеү датаһы.

  а)1923 йыл 3 июлдә;

  б)1921 йыл 1 майында;

  в)1924 йыл 5 июнендә.

3. Мәжит Ғафури ҡайҙарҙа белем ала?

  а) Мәҙрәсәләрҙә;

  б)Мәктәптәрҙә;

  в)Университеттарҙа.

4. Ниндәй урындар һәм ойошмалар Мәжит Ғафури исемен йөрөтә?

  а) Мәктәп, китапхана, ауыл;

  б) Йорт музей, ял паркы,Башҡорт академия драма театры;

  в) Урам, музей, ҡала.

5. Эш һөйөүсән,тырыш хеҙмәт кешеләренә бағышланған шиғыры нисек атала?

   а)Ҡыҙыл байраҡ.

   б)Гөлдәр баҡсаһында.

   в)Бир ҡулыңды!

6.Хеҙмәт кешеһенә дан йырлаусы әҫәрҙәре нисек атала?

    а)”Бир ҡулыңды”, “Эшсе”.

    б)”Гөлдәр баҡсаһында”.

    в)”Бай”, “Мин ҡайҙа?”

        (Уҡыусыларға тест һорауҙары яҙылған ҡағыҙҙар таратыу.)

VIII. Баһалау.


По теме: методические разработки, презентации и конспекты

План - конспект урока в форме презентации в программе Power Point на немецком языке по теме " Немецкая пресса для подростков" и конспект урока в программе Word к УМК И.Л.Бим., Л.В.Садомовой " Шаги 5" для 9 класса.

Презентация конспекта урока на немецком языке  в программе Power Point по теме "Немецкая пресса для подростков" и конспект в программе  Word показывают некоторые приёмы работы по теме "СМИ" ...

ПЛАН-КОНСПЕКТ УРОКА План-конспект урока в 11 классе «Фотоэффект. Применение фотоэффекта.»

Урок с использованием  ЭОР. В изучении нового материала используется информационный модуль  "Фотоэффект" для базового уровня старшей школы.  В практический модуль входи...

Конспект урока Вторая война Рима с Карфагеном 5 класс, Конспект урока кубановедения Появление человека современного облика 5 класс, Конспект урока Королевство франков и христианская церковь в VI— VIII вв. 6 класс, Конспект урока Московское княжество и его

В ходе подготовки к урокам использовались современные информационные технологии. Участники проектной деятельности в ходе подготовки к уроку использовали свободное образовательное пространство сети Инт...