Главные вкладки
Муллаярова Эльвира Рифовна
Сайт учителя башкирского языка и литературы
Профессия: Учитель башкирского языка и литературы
Профессиональные интересы: Исследовательская работа
Увлечения: Комнатные растения
Регион: Республика Башкортостан
Населенный пункт: Рес.Башкортостан Татышлинский район село Верхние Татышлы
Место работы: Рес.Башкортостан Татышлинский район село Верхние Татышлы МБОУ СОШ №2
Навигация
Ссылка на мой мини-сайт:
https://nsportal.ru/mullayarova-elvira-rifovna
Әсәм теле миңә - сәсән теле,
Унан башҡа минең халҡым юҡ,
Йөрәгендә халҡы булмағандың
Кеше булырға ла хаҡы юҡ!
(Рәми Ғарипов)
О себе
Мин, Муллаярова Эльвира Риф ҡыҙы, башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы. Яратҡан һөнәрем буйынса 15 йылдан ашыу мәктәптә эшләйем. Һәр бала туған телен һөйөп, хөрмәт итеп йәшәр тип ышанам.
Книги, которые сформировали мой внутренний мир
Мостай Кәрим, Ноғман Мусин, Зәйнәб Биишева, Ғөмәр Бәширов, Әмирхан Еники кеүек яҙыусыларҙың китаптарын яратып уҡыйым.
Мой взгляд на мир
Туған телемә булған ҙур һөйөүөм мине башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы һөнәрен һайларға этәргес булды. Үҙемде белгәндән бирле үҙ телемдә китаптар уҡырға, уҡылған әҫәрҙәр буйынса уйланырға яратам. Урта мәктәптә уҡығанда уҡ иншалар яҙыу, әҙәби әҫәргә анализ эшләү кеүек эштәр үҙенә йәлеп итте.
Урта кластарҙа уҡығанда уҡ урам малайҙарын-ҡыҙҙарын мәктәп уйнарға тип үҙ йортобоҙға саҡыра инем. Өләсәйемдең һандыҡ ҡапҡасын таҡта урынына ҡулланып аҡбур менән яҙҙыҡ. Апайымдың иҫке көндәлектәре журнал биттәренә әүерелде.
Бала саҡ хыялым тормошҡа ашты: Башҡорт дәүләт университетының филология факультетын уңышлы тамамлап яратҡан һөнәремде үҙләштерҙем. Мин – уҡытыусы. Парта артында миңә һынап та, яратып та, ҡыҙыҡһынып та төбәлгән малайҙар һәм ҡыҙҙар – беҙҙең киләсәк. Ниндәй булыр ул? Ошо сабыйҙар ниндәй шәхес булып үҫер? Уҡытыусы һөнәре иңдәремә ятҡас ҡына, яҙмышым – илем, телем, халҡым яҙмышы менән бер тамырға барып тоташҡанын аңланым. Үҙ көнөм өсөн генә түгел, халҡым киләсәгенә лә яуаплы икәнмен.
Мои достижения
Моё портфолио
Минең педагогик философиям - уҡыусы балаларға туған тел ҡәҙерен аңлатыу. Мәктәптә эшләүемә 15 йыл. Был ваҡыт бик тиҙ үтеп киткән. Ошо выҡыт араһында уҡытыусы булыу өсөн иң мөһиме – балаларҙы яратырға, уларҙың ышанысын яуларға кәрәк икәнен аңланым. Һөнәрем буйынса төрлө уҡыусылар менән эшләргә тура килә. Кемдер дәрестәрҙе еңел үҙләштерә, кемгәлер күп тырышлыҡтар талап ителә. Нисек кенә булмаһын, уҡыусыларыма туған телдең бөйөклөгөн, гүзәллеген аңларға, тойорға ярҙам ҡулы һуҙам тип уйлайым. Быға миҫал булып беҙ башҡарған эштәр, дәрестән һуң уҙғарған саралар, яҙылған иншалар, шиғыр, парсалар, мәҡәләләр, шәжәрә байрамдары аныҡ миҫал. Ә иң мөһиме – аралашҡан туған телебеҙ бар. Уҡыусыларҙың атай-әсәйҙәре лә башланғыстарыбыҙға, эштәребеҙгә ҡыуана, ярҙам ҡулы һуҙа. Егеттәр, ҡыҙҙар үҙ телебеҙ биҙәктәрен, йола-ғәҙәттәрен, халыҡ ижадын яратып үҙләштерә. Уҡытыусы өсөн шунан да ҙур бәхет бармы?
Йөрәгемде шатлыҡ хистәре сорнап ала. Бер нисә йылдар дауамында башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы булып эшләйем. Бәхет тип әйтәм, сөнки матур һәм йәнле дәрестәр менән бергә халҡыбыҙҙың, илебеҙҙең ҙур һәм яҡты киләсәге менән бәйләнеш тә бар. Был предмет менән бер рәттән, фольклор, философия, тарих, халыҡ-ара хәлдәрҙе лә яҡшы белеү мөһим. Туған тел уҡытыусыһы иһә, үҙенең кешелек сифаттары менән башҡаларҙан бер ни тиклем юғарыраҡ торорға бурыслы, сөнки ул – быуындар бәйләнешен өҙмәй һаҡлаусы, туған телде ҡурсалаусы, милләттең йөҙө. Ул шәхестең күңелен тәрбиәләй, рухын үҫтерә, гүзәллеккә табынырға өйрәтә.
Эйе, үҙ телен белгән кешегә генә башҡа телдәрҙе өйрәнергә, башҡа фән үрҙәренә күтәрелергә юл асыҡ. Бала үҙ теленең мөмкинселектәрен күреп үҫһә, ул үҙ балаһына ла туған тел матурлығын өйрәтер, күрһәтер. Бына шунда ғына телдең киләсәге ныҡлы һәм ғүмерле булыр кеүек.
Туған тел уҡытыусыһы булараҡ, замана талаптарына тап килгән дәрестәр үткәреп, тормошҡа сабый ҡарашының нығып бөтмәгән, үҙгәреүсән ҡарашын туры юлға йүнәлтергә бурыслыбыҙ. Бөйөк ғалим, яҙыусы, шағирҙарыбыҙ ижады һәм хеҙмәте аша тормоштағы ауыр хәлдәр алдында юғалып ҡалмаҫҡа, ҡыйынлыҡтар менән осрашҡанда баш эймәҫкә өйрәтеү маҡсатыбыҙ.
Һөнәрем синыф бүлмәһе эсендә генә тороп ҡалмай, мәктәп йәшендәге балалар менән бергә һәр ғаиләгә, тормош ҡайнап торған һәр мөйөшкә барып тоташа. “Тәрбиә”, “Белем”, “ Үҙ тамырҙарыңды өйрәнеү һәм белеү”, “Мәҙәниәт һәм сәнғәт”, “Һаулыҡ – ҙур байлыҡ”, “Күркәм ғаиләләр”, “Әйтер һүҙем бар”, “Байлығыбыҙ – туған телебеҙ”, “Йәшәһен әле милли телдәр” һәм башҡа темаларға мәҡәләләрем донъя күрҙе. Был эштәрем телем, халҡым яҙмышында ыңғай йоғонто яһамай ҡалмаҫ тип инанам.
Башҡортостандың төнъяҡ районы булған Тәтешленән бөйөк шәхестәр үҫеп сыҡҡан: күренекле мәғрифәтсе, башҡорт шағиры Ғәли Соҡорой, XIX быуат башҡорт әҙәбиәтенең күренекле вәкиле Ғәли Соҡоройҙоң улы - Ғәрифулла Кейеков, Башҡортостандың халыҡ шағиры Әнғәм Атнабаев, Рәсәй Федерацияһының һәм Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисткаһы Зинира Атнабаева һәм башҡа күренекле кешеләр. Уларҙың ижады күптәр өсөн үрнәк булырлыҡ. Был шәхестәр хеҙмәте аша һәр кешенең мөмкинселектәре, матур йәшәү, ил яҙмышында яҡты күрһәткестәргә эйә булыу тураһында ла аңлатам. Шуға ла, уҡыусыларым күңелендә яҡташтар ижадына хөрмәт һәм һөйөү, һоҡланыу һәм ғорурлыҡ тәбиәләү бурыстарымдың береһе булып тора.
Башҡорт теле һәм әҙәбиәте дәрестәрендә уҡыусылар ижади эштәр башҡарырға ярата. Бындай күнекмәләрҙең уҡыусыларға идея-эстетик ҡиммәттәрҙе үҙләштереү менән бергә әҙәби-теоретик төшөнсәләрҙе нығытыуҙа һәм предметтың абруйын күтәреүҙә лә урыны ҙур. Был эштәр балаларҙа берҙәмлек һәм дуҫлыҡ тойғолары үҫтерә, рух тәрбиәләй. Уҡыусылар араһында шиғырҙы, хикәйәне, нәҫерҙе берәүҙәре тиҙ генә, еңел генә, ә икенселәре һыҙланып, йөрәгенән сығарып яҙа, йөҙҙәренә ҡарап, кем лирик, кем шаян, кем уйсан юлдар яҙғанын уҡып була. Бәләкәй генә бала ил, тел тураһында ғәм йөрөтә, ғәҙелһеҙлеккә һыҙлана, изгелеккә ҡыуана белә икән, был – минең өсөн мәртәбә. Был бала кеше буласаҡ, ябай түгел, ә илен, ерен, халҡын ҡәҙерләүсе Кеше буласаҡ.
Ваҡыт, аҡҡан һыуҙар кеүек, бик тиҙ уҙа. Уҡыусыларым өсөн мәктәп йылдары ла бер миҙгел һымаҡ артта ҡалыр, әммә башҡорт теле һәм әҙәбиәте дәрестәрендә алған белемдәре, тормошҡа матур ҡараштары, һәр кемдең ғүмер юлын маяҡ кеүек яҡтыртып барһын ине. Яңынан-яңы дәрестәрем тыуһын, яҡты ут булып уҡыусыларым зиһенен балҡытһын, күңелдәренә йәм генә түгел, ғәм-хәстәр һалһын! Халҡымдың яҡты киләсәгенә ышанысым бар! Бөгөнгө уҡыусыларым, киләсәктә лә, “Туған телем!”, “Халҡым!”, “Илем!” тип янһын өсөн иртә таңдан мәктәбемә ашығам.
Добавить творческую работу ученика
Код для вставки списка публикаций на другие сайты