Әсхәл Әхмәт-Хужа. “Эй Ҡыш бабай, Ҡыш бабай”
план-конспект урока (7 класс) на тему
Әсхәл Әхмәт-Хужа "Эй Ҡыш бабай, Ҡыш бабай"
Скачать:
Вложение | Размер |
---|---|
shl_hmt_huzha_kysh_babay.docx | 30.56 КБ |
Предварительный просмотр:
Тема: Әсхәл Әхмәт-Хужа. “Эй Ҡыш бабай, Ҡыш бабай”.
Маҡсат.
- шиғырҙың йөкмәткеһе менән танышыу;
- уҡыусыларҙың һүҙ байлығын, телмәрен, фекерләү кимәлен үҫтереү;
- балаларҙа ҡышҡы тәбиғәткә ҡарата һөйөү, күҙәтеүсәнлек, иғтибарлылыҡ, һөйөү тәрбиәләү.
Йыһазлау:. Проектор, компьютер, экран, ҡар һүрәте, ҡышҡы тәбиғәтте һүрәтләүсе картина, балаларҙың ҡыш тураһындағы һүрәттәре.
дәреслек, ҡыш тураһында һүрәттәр (слайдтар).
Дәрес барышы:
Ойоштороу мәле.
-Һаумыһығыҙ, балалар, хәйерле көн! Ултырығыҙ! Кәйефтәрегеҙ нисек?
- Уҡыусылар, мин Ғайсарова Рәшиҙә Факил ҡыҙы булам. Ҡыҫынды мәктәбендә һеҙҙең кеүек уҡыусыларҙы башҡорт телендә һөйләшергә, яҙырға өйрәтәм. Уларҙан һеҙгә күп сәләм.
Артикуляцион күнегеү.
Мин һеҙҙең башҡортса бик матур һөйләшеүегеҙҙе, яҙыуығыҙҙы беләм. Ә шулай ҙа тағы ла таҙараҡ, матур һөйләшеү өсөн, әйҙәгеҙ, башҡорт өндәрен иҫкә төшөрөп, фонетик күнегеү эшләп алайыҡ.
Ала ҡарға төштө ҡарға,
Ҡарға ҡунған аҡ ҡарға.
Шул ҡарғаны күрер өсөн,
Ҡарға йыйылды ҡарға. (Плакаттан уҡыу)
II. Темаға инеш. Уңыш ситуацияһы булдырыу.
Уҡытыусы. Ә хәҙер иғтибар менән мине тыңлағыҙ.
1.Оса күктә, оса күктә
Күбәләкме, ҡармы
Йәй ҙә үтте, көҙ ҙә үтте,
Шундай ваҡыт бармы
Бар икән, бар икән,
Яуғаны аҡ ҡар икән.
Ҡар икән, ҡар икән,
Шундай ваҡыт бар икән.
Ниндәй ваҡыт тураһында һүҙ бара? ( Ҡыш тураһында)
2. Эйе, дөрөҫ әйттегеҙ. Әйҙәгеҙ тағы бер эште үтәп ҡарайыҡ. (слайдта һынамыштар)
Яҙылған һүҙҙәрҙе дөрөҫ урынлаштырһағыҙ, халыҡ һынамыштары килеп сығырға тейеш.
- Төнгө күктә йондоҙҙар емелдәшһә, иртәгә көн һалҡын буласаҡ.
- Ҡоштар ер өҫтөнә төшһә, көн йылыта.
-Ҡыш ҡар күп булһа, йәй ямғырлы килер.
- Бесәй мейес башына менһә- һыуыҡҡа.
- Ҡаҙ танауын ҡанат аҫтына йәшерһә, көндө һыуытасаҡ.
-Был һынамыштар ниндәй йыл миҙгеленә ҡарай? ( Ҡыш миҙгеленә)
5. Дәрескә маҡсат ҡуйыу.
- Эйе, балалар, тышта йылдың иң матур миҙгелдәренең береһе. Ҡыш етеүен беҙ түҙемһеҙлек менән көтөп алабыҙ. Ҡышҡы тәбиғәт тә үҙенсә матур.
-Ә ҡыш көнө беҙҙең көтөп алған байрамыбыҙ ниндәй?
- Ошо байрамдың һағынып көтөп алған ҡунағы кем?
- Тимәк, беҙ бөгөн дәрестә нимә тураһында һөйләшәсәкбеҙ?
Башҡорт әҙәбиәтендә күп шағирҙар ҡыш,Ҡыш бабай тураһында бик күп шиғырҙар ижад иткәндәр. Шуларҙың береһе менән бөгөн беҙ танышасаҡбыҙ.Ул Әсхәл Әхмәт-Хужа ижад иткән “Эй Ҡыш бабай, Ҡыш бабай” шиғыры.
Дәфтәрегеҙгә число һәм теманы яҙып ҡуйығыҙ.
6.Тема өҫтөндә эш.
Презентация
- ( портреты күрһәтелә).
Әйтеп үткәнемсә, шиғырҙың авторы Әсхәл Әхмәт-Хужа.
Әсхәл Әбүталип улы Әхмәтҡужин (Әсхәл Әхмәт-Хужа) 1942 йылдың 24 июнендә Башҡортостандың Әбйәлил районы Амангилде ауылында колхозсы ғаиләһендә тыуа.
Урта мәктәпте тамамлағас, Стәрлетамаҡ дәүләт педагогия институтында белем ала.
1965 йылдан алып “Ағиҙел” журналы редакцияһында, Башҡортостан Яҙыусылар союзы аппаратында эшләй. Әсхәл Әбүталип улы Әхмәтҡужиндың 60-сы йылдар урталарында матбуғатта сыҡҡан тәүге шиғырҙары уҡ поэзия һөйөүселәренең иғтибарын йәлеп итә. Уның “Һыбай сыҡтым”, “Бәйге”, “Оран” китаптары бар. Әсхәл Әхмәт-Хужа тәржемә өлкәһендә ихлас һәм даими эшләй.
Ул балалар өсөн дә, ололар өсөн дә бик күп әҫәрҙәр ижад иткән.
Бөгөн дәрестә уның “Ҡыш бабай” тигән шиғыры менән танышырбыҙ.
Шиғырҙа аңлашылмаған һүҙҙәр бар, шуның өсөн ошо урында һүҙлек эше ойоштороп алайыҡ.
а) Һүҙлек эше.
Һырма- стёганый
Ҡырыҫ- суровый
Ныҡыш- настойчивый,упорный
Өңәйек- выроем
- Хәҙер дәфтәрҙәрегеҙгә яҙып ҡуйығыҙ.
Б). Текст менән эш.
- “Эй Ҡыш бабай, Ҡыш бабай” шиғырын тыңлау.
- Үҙ аллы уҡыу.
- Балалар дүрт юллап уҡып сыға.
В) Шиғырҙың үҙенсәлеген асыҡлау.
- Был шиғырҙа нимә тураһында һүҙ бара? (ҡышҡы тәбиғәт күренештәре тураһында)
-Йөкмәткеһе кем тарафынан һөйләнелә? (автор)
-Автор Ҡыш бабайҙы ниндәй итеп һүрәтләй? (егәрле, асыулы, ҡырыҫ, тырыш һ.б.)
- Ни өсөн ул егәрле? Ә ни өсөн ул асыулы?
-Ҡыш бабайҙы һүрәтләү өсөн автор ниндәй йәнләндереүҙәр ҡулланған?
- Шиғырҙа ниндәй кәйеф сағыла?
-Ә хәҙер шиғырҙың төҙөлөшөн ҡарап китәйек. Шиғыр нисә строфанан тора?
-Строфалар нисә юлдан тора? (8)
- Строфаларҙан рифмалашҡан һүҙҙәрҙе табығыҙ.
(еттең- бейеттең
бурандарҙы- урамдарҙа
һырма- быйма
көйгә- өйгә
ҡыланма- ҡыуанма
өтмә- семетмә
сабабыҙ- санабыҙ
уйнайыҡ- туймайыҡ
өйәйек- өңәйек
торһон- тулһын)
Ә хәҙер шиғырҙың идеяһын билдәләп ҡарайыҡ әле. Шағир нимә әйтергә теләгән? (һәр миҙгел үҙенсә матур һәм көтөп алына, ә ҡыш айырыуса балаларға шатлыҡ, уйындар алып килә)
7.Ял минуты. (Көй аҫтында бейеү).
8.СИНКВЕЙН төҙөү.
СИНКВЕЙН – ФРАНЦУЗ һүҙе «биш»тигәнде аңлата.Был осраҡта биш юлдан торған бәйләнешле шиғыр килеп сығырға тейеш.
1.Теманы асыҡлаусы бер исем.( Ҡар. Ҡыш. Ҡыш бабай.)
2.Предметты баһалаусы ике сифат.( Ап-аҡ, ынйылай. Ҡарлы, буранлы. )
3.Предметҡа хас булған өс ҡылым.( Яуа, оса, әйләнә. Килде, туңдырҙы, ҡапланы.)
4.Теманың эстәлеген асыусы фраза. ( Ҡар бөтә ерҙе тултыра. Ҡыш ер йөҙөн
аҡланы).
5.Уҡыусының темаға ҡарата үҙ ферекен сағылдырыусы, һығымта яһаусы исем (резюме).(Сафлыҡ. Аҡлыҡ. Матурлыҡ.)
Ҡыш. (Исем)
Һыуыҡ, ҡарлы. (Матур, аҡ). (2 сифат, аныҡлаусы)
Һыуыта, туңдыра, һүрәт төшөрә. (3 ҡылым)
Ҡыш – иң күңелле миҙгел. (Ҡыш – минең яратҡан миҙгелем). (Беренсе һүҙгә ҡарата фраза, һөйләм төҙөү)
Яңы йыл. (Ҡар). (Авторҙың фекерен, хис-тойғоһон белдергән бер һүҙ).
9. Бирелгән рифмаларға шиғыр төҙөү (яҙыу).
*Шиғыр яҙҙырыу
- Уҡыусылар, мин шиғыр яҙа башланым, әйҙәгеҙ әле тамамлап ҡуйығыҙ. Һеҙгә нөктәләр урынына кәрәкле ҡылымдар өҫтәп яҙырға кәрәк.
Балалар тауҙан .........., (шыуалар)
Выжлап елде .............. (ҡыуалар)
Ҡоштай осоп ..............., (китәләр)
Күңелле ................... (ял итәләр)
Балалар үҙҙәренең шиғырҙарын уҡыйҙар.
10.Телмәр үҫтереү. Бирелгән картина буйынса һөйләмдәр төҙөү.
- Ҡыш миҙгелен шағирҙар ғына түгел, рәссамдар ҙа картиналарында матур итеп һүрәтләй. Ә хәҙер ошо картинаға иғтибар итегеҙ. Уны ... төшөргән. Ҡышты нисек матур һүрәтләгән. Һеҙ хәҙер ҡыштың күркәмлеген асыусы һөйләмдәр төҙөп ҡарағыҙ әле.
-Бик яҡшы, афарин! Һеҙ тәбиғәттең матурлығын күрә, һоҡлана беләһегеҙ икән. Мин һеҙҙең өсөн бик шатмын.
12. Дәресте йомғаҡлау.
-Шулай итеп, беҙ дәресебеҙҙе йомғаҡлайбыҙ.
Өй эше: шиғырҙы ятларға.
- Бөгөнгө дәрес һеҙгә оҡшанымы? Әйҙәгеҙ дәрестәге эшегеҙҙе үҙегеҙ баһалағыҙ. ( төҫлө смайликтар күтәрәләр)
- Ә миңә һеҙҙең барығыҙҙың да эше оҡшаны. Дәрестә әүҙем ҡатнашып ултырыуығыҙ өсөн ҙур рәхмәт. Ошоноң менән дәресебеҙ тамам.
По теме: методические разработки, презентации и конспекты
Няня, бабушка, продленка – что хуже?
Няня, бабушка, продленка – что хуже?...
Сочинение. Описание Бабы - Яги. (с использованием музыкальной композиции А. Лядова "Баба - Яга"
Обучение сочинению-описанию по методике Г. Б. Вершининой с использованием музыкальной композиции и мультимедийного урока к теме. ...
Урок – путешествие «Бунтовщик хуже Пугачева ...» (путешествие по главам книги «Путешествие из Петербурга в Москву» А.Н. Радищева).
Цели урока: охарактеризовать и проанализировать сущность мировоззрения А.Н. Радищева, показать нравственный облик писателя. Учащиеся развивают умения выделять главное, применять ранее полученные ...
Консультация для родителей пятиклассников на тему :"Почему в 5-ом классе мой ребенок стал учится хуже?"
Рекомендации для родителей младшего подросткового возраста....
Буклет для родителей "Равнодушие хуже предательства"
Данный буклет ознакомит родителей с законодательством об ответственности за жестокое обращение с детьми, формами жестокого обращения с ребенком и его признаками. А также укажет службы в которые можно,...
Технологическая карта урока "Маленький человек хуже ветошки" по повести Н.В.Гоголя "Шинель"
Урок литературы в 7 класса по программе Меркина....
Конспект урока по башкирскому языку на тему Әсхәл Әхмәт-Хужа. “Эй Ҡыш бабай, Ҡыш бабай”
Тема: Әсхәл Әхмәт-Хужа. “Эй Ҡыш бабай, Ҡыш бабай”.Маҡсат.шиғырҙың йөкмәткеһе менән танышыу;уҡыусыларҙың һүҙ байлығын, телмәрен, фекерләү кимәлен үҫтереү;балаларҙа ...