Рабочая программа по башкирской литературе для 10 класса (башкирская школа)
рабочая программа (10 класс) на тему

Рабочая программа по башкирской литературе для 10 класса (башкирская школа)

Скачать:

ВложениеРазмер
Файл rabochaya_programma_10_klass_bashkirskaya_literatura.docx68.91 КБ

Предварительный просмотр:

                               

                                 Башҡортостан Республикаһы  Ейәнсура районы муниципаль район  Яңыбай ауылы                            

                           урта дөйөм  белем биреү мәктәбе муниципаль дөйөм белем биреү бюджет учреждениеһы

МБ ултырышында ҡаралды                       Тикшерелде                                                         Раҫлайым

протокол №  1                                        директорҙың уҡыу-уҡытыу эштәре               Яңыбай урта мәктәбе   директоры

дата : 28.08.15                                        урынбаҫары           / Ермакова З.И/                                     / Ишмөхәмәтова Ф.Ә/

МБ етәксеһе      /БайбулатоваЭ.Г/                                      дата:28.08.15                                           Приказ № 245

                                                                                                                                                                 дата: 29.08.15  

                                                                                                  02-20

                                                               Юғары квалификацион категориялы башҡорт теле һәм

                                                           әҙәбиәте  уҡытыусыһы  Ҡотошова Лилиә Илдус ҡыҙының

                                                                  2015– 2016 уҡыу йылына 10-сы класс өсөн

                                                                хәҙерге башҡорт   әҙәбиәтенән эш программаһы

                                                                                2.Аңлатма яҙыу.

     10-сы класс өсөн башҡорт әҙәбиәтенән  эш программаһы уҡытыу планына ярашлы һәм түбәндәге  башҡорт әҙәбиәтенән программаға һәм дәреслектәргә  нигеҙләнеп төҙөлдө:

  1. Программа: М.Б.Юлмөхәмәтов, Башҡорт әҙәбиәтенән төп белем биреү буйынса өлгө программалар

                     Өфө-2011

  1. Дәреслек: Хөсәйенов Ғ.Б.,Башҡорт әҙәбиәте. 10-сы класс өсөн . Өфө-2012

    3. Хрестоматия: Ғ.Б.Хөсәйенов, Әҙәбиәт. Өфө-2012

    4. Мәғариф министрлығы тарафынан раҫланған Башҡортостан Республикаһының дөйөм белем биреү  

 

       мәктәптәре региональ базис уҡыу планы(  приказ №                                            ) нигеҙендә Яңыбай  ауылы    

 

     муниципаль урта дөйөм белем биреү мәктәбенең 2015-2016 уҡыу йылына төҙөлгән уҡыу планына                              

    ( приказ №                                    ) ярашлы төҙөлдө.

                               

3.Уҡыу фәненең дөйөм характеристикаһы.

      “Филология” буйынса белем биреүҙең бер өлөшө булараҡ, “Әҙәбиәт” фәне “Башҡорт теле” менән тығыҙ бәйләнгән. Башҡорт әҙәбиәте уҡыусыларҙың телмәрен байыта, улраҙа телмәр мәҙәниәтен һәм коммуникатив күнекмәләр тәрбиәләй. Художестволы әҫәрҙең телен өйрәнеү уҡыусыларҙы һүҙҙең эстетик мәғәнәһен, башҡорт теленең стилистик матурлығын аңларға булышлыҡ итә.

      “Әҙәбиәт” уҡыу фәненең үҙенсәлеге шунан ғибәрәт:  ул һүҙ сәнғәтенең һәм фән нигеҙҙәренең (әҙәбиәтте өйрәнеү) берҙәмлеген тәшкил итә. Дөйөм белем биреүсе урта мәктәптәрҙә әҙәбиәт буйынса белем биреү    системаһы бер – береһе менән тығыҙ бәйләнештә булған өс этаптан тора:

I этап – башланғыс кластарҙа әҙәбиәт уҡытыу. Был кластарҙа  программаларға индерелгән әҙәби әҫәрҙәр, фәнни темаларға яҙылған мәҡәләләрҙе өйрәнеү уҡыусылраҙың аңлы уҡыу, яҙыу, ҙөйләү күнекмәләрен үҫтереү, тормош тураһында белемдәрен киңәйтеү, идея – эстетик, әхлаҡ тәрбиәһе биреү, әҙәбиәткә һөйөү уятыу маҡсаттары менән бәйләп алып барыла.

II этап – 5 – 8 – се кластарҙа әҙәбиәттән белем биреү айырым әҫәрҙәрҙе уҡыу, шулай уҡ әҙәбиәт  ғилеме (әҙәбиәт теорияһы менән тарихы) буйынса мәғлүмәттәр системаһын үҙләштереү аша тормошҡа ашырыла.

III этап – урта мәктәптең  9-11 - се кластарында әҙәбиәт тарихы өйрәнелә.

       Илебеҙҙә дөйөм белем биреүҙең яңы стандарттарын индереү барғанда, үҙгәртеп ҡороу хәрәкәте уҡытыуҙың йөкмәткеһен һәм алымдарын яңыртыу, уны өр – яңы нигеҙҙә ҡороу өсөн киң юл асты.

      Яңы быуын дәүләт стандарттары иң тәүҙә башҡорт әҙәбиәтенән белем биреүҙең күләмен билдәләүҙе талап итә.

       5 -8 – се кластарҙа әҙәбиәтте өйрәнеү айырым әҫәрҙәрҙе уҡып өйрәнеү принцибына нигеҙләнә. Шуның өсөн дә программала төп иғтибар әҙәби әҫәрҙәрҙе һайлауға, уларҙы өйрәнеүҙең системаһын, принциптарын билдәләүгә йүнәлтелә. Йөкмәткеләре яғынан  бай, художестволы формаһы менән камил, уҡытыу – тәрбиә талаптарына  яуап бирерлек әҫәрҙәрҙе һайлап алғандан һуң,  уларҙы урынлаштырыу – яңы система төҙөү, әҫәрҙәргә аннотация биргәндә әҙәби мираҫты яңыса баһалау, сәғәттәр һанын һәм башҡа нормативтарҙы билдәләү мөһим урын тота.

      5 – 8 – се кластарҙа әҙәбиәт курсы нигеҙҙә концентр, тарихи – хронологик һәм проблемалы – тематик принциптар, ә инде 9 – сы  кластан тарих – әҙәбиәт нигеҙендә (боронғо башҡорт әҙәбиәте – быуат әҙәбиәте – быуаттың беренсе яртыһы) өйрәнеү тәҡдим ителә.

     Был программала яҙыусыларҙың ижады тураһында белешмә биреүҙе күҙ уңында тотмай. Программала махсус күрһәтелмәһә лә теге йәки был яҙыусы ижады тураһында ҡыҫҡаса әйтеп китергә мөмкин. Ә инде айырым тәҡдим ителһә, ентеклерәк мәғлүмәт бирелә.  Айырым яҙыусылар тураһында өҫтәлмә материалдар файҙаланырға, махсус дәрестәр, өҫтәлмә саралар уҙғарырға мөмкин.

     Бөгөнгө әҙәбиәтте киңерәк өйрәнеү ниәте менән, ҡайһы бер әҫәрҙәр һәм яҙыусылар ижады вариант тәртибендә тәҡдим ителә. Авторҙың бер нисә әҫәренең ҡайһыһына туҡталыу уҡытыусы һәм уҡыусының ҡарамағына ҡалдырылды. Дәрестә улар үҙҙәренә оҡшаған әҫәрҙе өйрәнә, ҡалғандарын белеү мәжбүри түгел. Шул уҡ ваҡытта уларҙы уҡыу һәм өйрәнеү сикләнмәй. Һайлап алыу эшенә балаларҙы ҡатнаштырыу, фекерҙәрен иҫәпкә алыу, уларҙың әүҙемлеген уятыу мөһим.

      Программала әҫәрҙең жанрын, төп идеяһын аңларлыҡ, матур әҙәбиәттең үҙенсәлектәрен төшөнөрлөк кимәлдә әҙәбиәт теорияһы һәм тарихы буйынса төшөнсәләр тәҡдим ителә.

      Дөйөм белем биреү буйынса Федераль дәүләт стандарттарының бер йүнәлешендә коммуникатив сараларҙы үҫтереү бурысы ҡуйыла. Ошоға ярашлы, мәктәптәр алдына ҡуйылған яңы талаптар программаларҙа яҙыу һәм һөйләү телмәрен үҫтереүгә иғтибар ҙы көсәйтә. Шуға күрә унда телмәр үҫтереү махсус бүлек, һәр класта үткәрелә торған эштәр һәм биремдәр күрһәтелгән.

     Һөйләү һәм яҙма телмәр үҫтереү буйынса һорауҙарға ҡыҫҡаса йәки тулы яуап бирә белеү, үҙ фекереңде логик яҡтан эҙмә – эҙлекле, дөрөҫ асыҡ итеп һөйләү һәм яҙыу,  һүҙлек менән эшләү, әҫәрҙең йөкмәткеһе буйынса һәм яҙма эштәргә план төҙөү, әҙәби изложение, инша яҙыу һәм башҡа төрлө ижади эштәр башҡарыу күҙ уңында тотола.

     Һөйләү телен һәм тасуири уҡыу мәҙәниәтен үҫтереү маҡсатында бирелгән эш төрҙәре әҙәби текстарҙың идея – тематик, жанр, композиция һәм тел үҙенсәлектәренә нигеҙләнеп, әҫәрҙе өйрәнеү өсөн бүленгән дәрес сәғәттәре эсендә үткәрелә.

    Программала телмәр үҫтереү буйынса төп эштәр менән бергә ярҙамсы эштәр ҙә күрһәтелгән. Әҙәбиәт дәрестәрендә уҡыусыларҙың һөйләү һәм яҙыу телмәрен үҫтереүгә бәйләп, әҙәби текстарҙы тасуири һөйләү күнегеүҙәре үткәрелә; уның өсөн махсус ваҡыт бүленә. Телмәр үҙтереү өсөн бирелгән был сәғәттәрҙә әҙәби текстағы һүҙҙәрҙе асыҡ итеп, логик баҫымдарҙы, паузаларҙы һәм тейешле темпты һаҡлап уҡырға өйрәнеү маҡсаты ҡуйыла, төрлө жанрҙарҙағы әҫәрҙәрҙең үҙенсәлектәре менән таныштырыла. Тасуири уҡыу, уҡығанды һөйләп бирә белеү, сағыштырыу, мәҡәл, әйтемдәрҙе һ.б. образлы һүҙҙәрҙе һәм һөйләмдәрҙе телмәрҙә урынлы ҡулланыу, яҙғанда һәм һөйләгәндә цитаталар файҙаланыу, тәбиғәтте күҙәтеү һәм күҙәткәнде яҙып, һөйләп бирә белеү кеүек эштәр уҡыусыларҙың телмәрен үҫтереүҙә ҙур әһәмиәткә эйә. Уҡыусыларҙа был күнекмәләрҙе булдырыу – һәр уҡытыусының бурысы. Юғарырыҡ кластарға күскән һайын был эштәр ҡатмарлана бара.

      Программала яңы быуын стандарттары нигеҙендә әҙәбиәт теорияһы буйынса поэтик телдең саралары булған сағыштырыуҙар, эпитеттар, йәнләндереүҙәр тураһында төшөнсәләр биреү күҙ уңында тотола. Уҡыусылар был төшөнсәләрҙе ғәмәли үҙләштерһен өсөн, бөтә йыл буйы әҙәби текстарға бәйләп күҙәтеүҙәр һәм күнегеүҙәр алып барыла. Был бигерәк тә шиғри телмәргә ныҡ ҡағыла. Уҡыусылар шиғри телмәрҙең үҙенсәлектәрен, шиғыр үлсәүҙәрен, теге йәки был щиғри әҫәрҙең рифма үҙенсәлектәрен ныҡлы үҙләштерһен өсөн, эҙмә – эҙлекле күнегеүҙәр алып барыу кәрәк.

 Төп дөйөм белем биреүҙең маҡсатына  өлгәшеүҙә “Әҙәбиәт” фәненең өлөшө.

      Әҙәбиәт һүҙ образы сәнғәте булараҡ – тормошто танып белеүҙең, донъяның художестволы моделен аңлауҙың үҙенсәлекле алымы.

     Әҙәбиәт Рәсәй мәктәптәрендә төп гуманитар уҡыу фәне булараҡ, һәр яҡтан үҫешкән, гармоник шәхесте формалаштырыуға, гражданин һәм патриотты тәрбиәләүгә булышлыҡ итә. Мәҙәниәттең гуманистик ҡиммәттәренә мөрәжәғәт итеү һәм ижади һәләтлеген үҫтереү  - эмоциональ бай һәм интеллектуаль үҫешкән, үҙенә конструктив һәм шул уҡ ваҡытта тирә – йүндәге донъяға тәнҡит күҙлегенән ҡарарға өйрәнгән шәхес тәрбиәләүҙең кәрәкле шарты.

      Әҙәбиәт дәрестәрендә уҡыусының һүҙ сәнғәте әҫәрҙәре менән танышыуы – ул ысын художество ҡиммәттәре менән генә танышыу факты түгел, ә аралашыу (коммуникация), яҙыусылар менән диалог (башҡорт һәм башҡа халыҡтарҙың яҙыусылары, беҙҙең замандаштар, икенсе дәүер вәкилдәре) тәжрибәһе лә. Был халыҡ ижадында һәм башҡорт классик әҙәбиәтендә сағылдырылған дөйөм кешелек ҡиммәттәре һәм шул уҡ нигеҙҙә башҡорт халҡының рухи менән таныштырыу. Ул бөтә донъя мәҙәниәте тарихына яҙылған  һәм, һис шикһеҙ , милли үҙенсәлекле ҡиммәттәр менән таныштырыу. Илебеҙ халыҡтарының һүҙ сәнғәте әҫәрҙәре менән танышыу уҡыусыларҙың аңында художестволы мәҙәниәттең байлығы һәм күп төрлөлөгө, күп милләтле Рәсәйҙең рухи һәм әхлаҡ потенциалы тураһында ҡараштарын киңәйтә.

     Һүҙҙәр, тел билдәләре менән әҙәби әҫәрҙәрҙә һүрәтләнгән тормоштоң художестволы картинаһы тойғолар нигеҙендә генә ҡабул ителмәй, ә интеллектуаль аңлау итеп ҡабул ителә.

    Әҙәбиәт буйынса белем биреү уҡыусыларҙың эмоцияларына ла, фекерҙәренә лә йоғонто яһау юлы менән тормошҡа ашырыла. Әҙәбиәт дәрестәрендә белем һәм тәрбиә биреүҙә һүҙ сәнғәте саралары  менән уҡыусыларҙың тойғоларына ла, фекерҙәренә лә йоғонто яһап, образлы фекерләү байытыла, донъяға эстетик ҡараш тәрбиәләнә.

    Бөтә яҡлап гармоник үҫешкән яңы кешене формалаштырыуҙа белем һәм тәрбиәнең төрлө компоненттарын диалектик берҙәмлектә, үҙ – ара айырылғыһыҙ бәйләнештә хәл итеү талап ителә.

    Әҙәби әҫәрҙәрҙе өйрәнеү процесында тәрбиә биреү йәш кешенең әхлаҡ йөҙөн формалаштыра, тормошҡа әүҙем мөнәсәбәт тәрбиәләй.

   Әҙәби әҫәрҙәр уҡыусыларҙа ижтимағи күренештәргә, кеше тормошона, уларҙың үҙ – ара мөнәсәбәттәренә ҡарата эмоциональ ҡыҙыҡһыныу уята. Шуның өсөн ул кеше күңеленә тәьҫир итеп, әхлаҡ нормаларын формалаштырыуҙа ҙур урын тота.

    Тыуған ерҙе, халҡыңды һөйөү, уның менән һоҡланыу һәм ғорурланыу тойғоһо туған телең, тыуған йортоң, урамың, ауылың һәм республикаңа, уның үткәндәре һәм бөгөнгөһөнә ихтирам тойғоһонан башлана. Ул үҙ эсенә халыҡтың үткән данына, хеҙмәт һәм хәрби традицияларына, йыр – моңона, әҙәп – әхлаҡ ҡағиҙәләренә, этик – эстетик ҡараштарына ихтирам, ата – бабаларҙан ҡалған аманатҡа, уларҙың яҡты идеалдарына дуҫлыҡ, берҙәмлек, тоғролоҡ кеүек һыҙаттарҙы берләштерә. Тыуған йортоңдо һөйөүҙән тамырланған был тойғо Тыуған илеңә, дөйөм кешелеккә һөйөү булып әүерелә.

    Әҙәбиәт уҡытыу алдында торған белем һәм тәрбиә биреү, донъяға фәнни ҡараш формалаштырыу һәм телмәр үҫтереү бурыстары, шул рәүешле, художестволы әҙәбиәттең үҙенсәлектәрен иҫәпкә алыу нигеҙендә тормошҡа ашырыла.

    Әҙәбиәтте уҡытыу процесында донъяға фәнни ҡараш формалаштырыуҙа кешенең аңы ғына түгел, тойғоһо, ижади хыялы, илһам һәи эстетик идеалы ҙур әһәмиәткә эйә.

   Һүҙ сәнғәте булған әҙәбиәттең тәрбиә биреү бурыстарын комплекслы хәл итеү мөмкинлектәре ғәйәт ҙур. Фекерҙәр һәм тойғолар синтезы булған әҙәбиәт кеше аңының, кеше рухының бөтә сфераларына: уның аҡылына, тойғоларына, хәтеренә, хыялдарына комплекслы йоғонто яһап, уның бөтә яҡлап үҫеше өсөн киң мөмкинлектәр тыуҙыра.

    Мәктәптә уҡытыу фәне булараҡ, әҙәбиәт үҙе өс элементтан тора. Ул, беренсенән, әҙәби әҫәрҙең үҙен уҡып үҙләштереү өсөн һайланған текстарҙы, яҙыусылар ижадын, икенсенән, әҙәбиәт тарихы һәм теорияһән, өсөнсөнән, тел ғилеме буйынса мәғлүмәттәрҙе үҙ эсенә ала.  Донъяға фәнни ҡараш формалаштырыу, эстетик тәрбиә биреү, логик һәм образлы фекерләү, телмәр мәҙәниәтен үҫтереү бурыстары хәл ителә. Йәш быуынды халҡыбыҙҙың хәрби һәм хеҙмәт традицияларына тоғролоҡ рухында тәрбиәләүҙә, эстетик зауыҡ, хеҙмәткә дөрөҫ ҡараш, үҙ – ара аралашыу, милләт – ара мөнәсәбәттәр мәҙәниәте булдырыуҙа тел һәм әҙәбиәт дәрестәре төп һәм мөһим урынды тота.

   Уҡыусыларҙы рухи байлығыбыҙҙың иң ҙур ҡаҙаныштарының береһе – нәфис әҙәбиәт гәүһәрҙәре менән таныштырыу нигеҙендә уларҙы замандың рухи тормошона яҡынайтыу, әҙәбиәт, сәнғәткә нығыраҡ йәлеп итеү, шуның менән дөйөм мәҙәни кимәлдәрен күтәреү бурыстары хәл ителә. Әҙәбиәтте уҡып өйрәнеүнигеҙендә уҡыусыларға эмоциональ – эстетик йоғонто яһау, әҙәбиәт тарихы, теорияһы буйынса белем биреү аша эстетик зауыҡ, нәфис әҙәбиәткә мөхәббәт, әхлаҡ тәрбиәһе биреү, логик һәм образлы фекерләү, телмәр мәҙәниәтен үҫтереү маҡсаттары тормошҡа ашырыла.Туған әҙәбиәтте һәм ауыҙ –тел ижадын өйрәнеү башҡа халыҡтарҙың әҙәбиәтен  уҡыу, өйрәнеү өлгөһөндә тормошҡа ашырыла. Уны өйрәнеү  коммуникатив эшмәкәрлекле принципҡа нигеҙләнеп ойошторола.

  • Дәрестә эшмәкәрлеккә булышлыҡ итеүсе ыңғай психологик мөхит, матди шарттар, мөмкинлектәр тыуҙырыу.
  • Уҡыусыла үҙенә ышаныс булдырыу һәм теләһә ниндәй ҡатмарлы, сетерекле ситуацияларҙа проблеманы хәл итеү ысулдарын таба белеү, эшмәкәрлек сифаттарын башҡа шарттарҙа һәм бүтән сфераларҙа ҡулланыу.
  • Халҡыбыҙҙың йәшәү рәүешен, ғөрөф – ғәҙәттәрен, йолаларын, ырымдарын, юрау – һынамыштарын, традицияларын өйрәнеү.
  • Уҡыусыла милләте, халҡы, тыуған ере, республикаһы, уның мәҙәниәте менән ғорурланыу тойғоһо тәрбиәләү.

Хәҙерге заман шарттарында әҙәбиәт фәнен өйрәнеү баланы уҡыу эшмәкәрлегенә өйрәтеүсе уҡытыу технологияһына нигеҙләнә.

Уҡытыуҙың йөкмәткеһе, белем биреүҙе ойоштороуҙың формалары һәм методик алымдары баланың эшлекле эшмәкәрлегенә нигеҙләнеп ҡоролорға тейеш. Белем биреү, уҡытыу – тәрбиә эшен, аҡыл – аң эшмәкәрлеген эҙмә – эҙлекле формалаштырыу концепцияһына нигеҙләнеп төҙөү яҡшы һөҙөмтәләр бирә.

Аҡыл эшмәкәрлеген эҙмә – эҙлекле формалаштырыу түбәндәге этаптарҙан тора:

  • эшмәкәрлеккә этәргес биреүсе мотив (эске ынтылыш, ҡыҙыҡһыныу тойоу, өйрәнеүсе объектҡа ҡарата маҡсатлы йүнәлеш, теләк һ.б.) тыуҙырыу;
  • системалы эшмәкәрлектең йөкмәткеһен, йүнәлешен билдәләү; эшмәкәрлекте бойомға ашырыу, матди кәүҙәләнешен күреү һәм ғәмәли эштәр;
  • башҡарылған эштәрҙе, эшмәкәрлек һөҙөмтәләрен барлау, эш сифатын үҙеңә контролләү һәм баһалау.

              “Әҙәбиәт” фәнен өйрәнеүҙең төп маҡсаттары булып түбәндәгеләр тора:

  • донъяға гуманистик ҡарашы, милли үҙаңы һәм дөйөм Рәсәй гражданлығы үҙаңы, патриотизм тойғоһона эйә булған, рухи үҫешкән шәхес формалаштырыу;
  • шәхестең уңышлы социализацияһы һәм үҙ – үҙен реализациялау өсөн кәрәк булған интеллектуаль һәм ижади һәләтлеген үҫтереү;
  • уҡыусыларҙың башҡорт, рус һәм донъя әҙәбиәтенең ҙур ҡаҙаныштарын аңлауы, уларҙы уҡыу һәм анализлау, һүҙ сәнғәтенең образлы фекерләүгә нигеҙләнеүен, художестволы форма һәм йөкмәтке берлеген, сәнғәттең тормош менән бәйле, тарихи булыуын аңлауы;
  • художестволы тексты уҡыу, комментарий биреү, анализлау күнекмәләрен этап менән эҙмә – эҙлекле формалаштырыу:
  • художестволы текста йәки башҡа теләһә ниндәй телмәрҙә һалынған мәғәнәләрҙе аңлау алгоритмдарына эйә булыу, үҙеңдең тексыңды төҙөү, уҡылған әҫәр тураһында шәхси баһаңды һәм фекереңде еткерә белеү;
  • дөйөм уҡыу күнекмәләренә һәм универсаль уҡыу эшмәкәрлегенә эйә булыу (эшмәкәрлектең маҡсатын билдәләү, уны камиллаштырыу, библиографик эҙләнеүҙәрҙе тормошҡа ашырыу, төрлө сығанаҡтарҙан кәрәкле мәғлүмәттәрҙе табыу һәм уны эшкәртеү, Интернет менән файҙаланыу һ.б.).

5-6 –сы кластарҙа әҙәби әҫәрҙәрҙе урынлаштырыуҙа тематик, 7-8-се кластарҙа тарихи – хронологик принцип, халыҡ ижадын өйрәнеүҙә жанрҙар принцибы ҡабул ителә.

5-6 – сы кластарҙа әҙәбиәтте өйрәнеүҙе тематик принципҡа ҡороуҙа төрлө тема, төрлө жанрҙарға ҡараған әҫәрҙәр һайлап алынған. 7-8 – се кластарҙа халыҡ ижадын һәм әҙәбиәтте жанрҙарға бүлеп, тарихи – хронологик принципта өйрәнеү уҡыусыларға әҫәрҙәрҙе үҙ – ара сағыштырып, уларҙың йөкмәткеләрен конкрет тарихи ваҡиғалар менән бәйләнештә төшөндөрөү яғынан айырыуса уңайлы булыуы күҙ уңында тотола. 5-8 – се кластарҙа әҙәби әҫәрҙәрҙең айырым темаларға төркөмләп бирелеүе менән бергә, унда индерелгән проза, поэзия, драма әҫәрҙәренең үҙ – ара сиратлашып килеүе лә бик    мөһим.

   9-11-се кластарҙа туған әҙәбиәт курсы башҡорт әҙәбиәте тарихынан иң күренекле яҙыусыларҙың ижадын өйрәнеп системалы  белем биреүҙе маҡсат итеп ҡуя. Шулай уҡ әҙәби-теоретик төшөнсәләрҙең күләме,телмәр үҫтереү дәрестәре,ятлау һәм кластан тыш уҡыу өсөн әҫәрҙәр исемлеге күрһәтелгән.

                               Әҙәбиәт курсының базис уҡыу (белем биреү) планындағы урыны.

           Уҡыу планында 10– сы класҡа башҡорт әҙәбиәтен уҡытыуға аҙнаға 1 сәғәт  бүленгән,  мәктәп компонентынан 1 сәғәт бирелде, йыллыҡ 70 сәғәт.

                                             ”Әҙәбиәт” фәнен өйрәнеүҙең һөҙөмтәләре.

Төп урта мәктәпте тамамлап сығыусы уҡыусыларҙың “Әҙәбиәт” фәнен өйрәнеү һөҙөмтәһендә алған шәхси һөҙөмтәләре түбәндәгеләр:

  • шәхестең рухи – әхлаҡ сифаттарын камиллаштырыу, күп милләтле Ватанға һөйөү тойғолары, башҡорт һәм башҡа халыҡтарҙың әҙәбиәтенә ихтирам тәрбиәләү;
  • танып – белеү һәм коммуникатив мәсьәләләрҙе хәл итеү өсөн төрлө мәғлүмәт сығанаҡтарын файҙаланыу (һүҙлектәр, энциклопедиялар, Интернет - ресурс).

Төп мәктәптә “Әҙәбиәт” фәнен өйрәнеүҙең метапредмет һөҙөмтәләре булып түбәндәгеләр тора:

  • проблемаларҙы аңлай белеү, гипотеза ҡуйыу, материалдарҙы структураға һалыу, үҙ позицияһын иҫбатлау өсөн аргументтар һайлау, телдән йәки яҙма текстарҙа сәбәп – эҙемтә бәйләнештәрен билдәләү, һығымталарҙы формалаштырыу:
  • эшмәкәрлекте үҙ аллы ойоштороу оҫталығы, уны баһалау, ҡыҙыҡһыныу сфераһын билдәләү:
  • төрлө мәғлүмәт сығанаҡтары менән эшләү күнекмәһенә эйә булыу, уны табыу, анализлау, үҙ эшмәкәрлегендә файҙаланыу.

Төп урта мәктәпте тамамлаусы уҡыусыларҙа фән һөҙөмтәләре булып түбәндәгеләр тора:

1) танып – белеү сфераһында:

  • башҡорт халыҡ ижадында һәм башҡа халыҡтарҙың фольклорында , боронғо әҙәбиәт  вәкилдәренең, башҡорт яҙыусыларының әҫәрҙәрендә күтәрелгән төп проблемаларҙы аңлау;
  • художестволы әҫәрҙең яҙылыу дәүере менән бәйләнешен аңлау, унда сағылған ваҡыт, әхлаҡ сифаттары һәм уларҙың бөгөнгө көн яңырыуын  асыҡлау;
  • әҙәби әҫәрҙәрҙе анализлай белеү, теге йәки был әҫәрҙәең ниндәй жанр төрөнә ҡарауын билдәләү, темаһын, идеяһын, әхлаҡ пафосын аңлау, уның геройҙарына характеристика биреү, бер йәки бер нисә әҫәрҙең геройҙарын сағыштырып ҡарау;
  • әҫәрҙең сюжетын, композицияһын, тасуири  һүрәтләү сараларын билдәләү; әҫәрҙең идея – художество йөкмәткеһен асыуҙа уларҙың ролен аңлау (филологик анализ элементтары);
  • әҙәби әҫәрҙәрҙе анализлағанда элементар әҙәби терминдар менән эш итә белеү;

ҡиммәт – ориентация сфераһында:

  • башҡорт  әҙәбиәте һәм мәҙәниәтенең рухи-әхлаҡи ҡиммәттәре менән таныштырыу, уларҙы башҡа халыҡтарҙың рухи – әхлаҡи ҡиммәттәре менән сағыштырыу;
  • башҡорт әҙәбиәте әҫәрҙәренә ҡарата уҡыусыларҙың үҙ ҡарашын булдырыу һәм уларҙы баһалау;
  • өйрәнелгән әҙәби әҫәрҙәргә үҙ интерпретацияһын булдырыу (айырым осраҡтарҙа);
  • автор позицияһын аңлау, уға ҡарата үҙ ҡарашын булдырыу;

3) коммуникатив сферала:

  • төрлө жанрҙарҙа яҙылған әҙәби әҫәрҙәрҙе аңли итер уҡыу һәм уларҙың йөкмәткеһен адекват ҡабул итеү;
  • проза әҫәрҙәрен йәки уларҙың өлөштәрен текста ҡулланылған башҡорт теленең тасуири һүрәтләү сараларын һәм цитаталар ҡулланып һөйләй белеү;
  • тыңлағанда йәки уҡылған текст буйынса һорауҙарға яуап бирә белеү, телдән төрлө текстағы монолог телмәр төҙөү, диалог алып барыу оҫталығына эйә булыу;
  • өйрәнелгән әҫәрҙәрҙең тематикаһы, проблематикаһы менән бәйле изложение, инша яҙыу, класта һәм өйҙә ижади эштәр, әҙәби һәм дөйөм мәҙәниәт темаларына рефераттар яҙыу;

4) эстетик сферала:

  • һүҙ сәнғәте булараҡ әҙәбиәттең образлылыҡ тәбиғәтен аңлау;
  • әҙәби әҫәрҙәрҙе эстетик ҡабул итеү, эстетик зауыҡ формалаштырыу;
  • башҡорт һүҙҙәренең эстетик функцияһын, әҙәби әҫәрҙәрҙә художестволы образдар тыуҙырыуҙа тасуири һүрәтләү сараларының ролен аңлау.

                                  Уҡыу йылы аҙағына планлаштырылған һөҙөмтәләргә талаптар:

“Башҡорт әҙәбиәте” курсын өйрәнеү һөҙөмтәһендә уҡыусы белергә тейеш:

I. Шәхси сифаттар:

1. Үҙ милләтен, Ватанын, тыуған яғын яратыу;

2. Этник һәм милли сағылыщын таныу:

* үҙаллылыҡҡа , белем алыуға етди һәм яуаплы ҡарау;

* мәктәп һәм кабинет йыһаздарына, уҡыу әсбаптарына һаҡсыл ҡарау;

* һаулыҡты нығытырға һәм һаҡларға;

* атай – әсәйгә, тиҫтерҙәренә иғтибарлы һәм ихтирамлы булырға;

3. Ғаилә һәм йәмғиәт ҡиммәттәрен ихтирам итеү, үҙ аллы эшләү һәм үҙ эштәренә яуап бирергә әҙер булыу;

4. Ҡыҙыҡһыныусан, әүҙем булыу һәм донъяны танып белергә ынтылыу;

5. Динамик үҙгәреүсән һәм үҫтерешле донъяла үҙенең социаль ролен аңлау;

6. Әхлаҡ, социаль ғәҙеллек һәм ирек хаҡындағы ҡараштар нигеҙендә үҙ аллы үҫешкә һәләтле булыу;

7. Һәр саҡ этик тойғолар, ихтирамлылыҡ һәм эмоциональ – әхлаҡ һәм икенсе кешеләрҙең тойғоларын уртаҡлаша алыу;

8. Өлкәндәр һәм тиңдәштәре менән төрлө социаль хәлдәрҙә аҡыллы хеҙмәттәшлектең кәрәклеген аңлау һәм бәхәсле хәлдәрҙән сыға белеү;

9. Сәләмәт булыу һәм төрлө шарттарҙа хәүефһеҙ сығыу ҡағиҙәләрен үтәү.

          II. Метапредмет һәләттәре:

      Уҡыу эшмәкәрлегенең универсаль алымдарын үҙләштереү (танып белеү, регулятив һәм коммуникатив).

  1. Уҡыу күнекмәләре нигеҙҙәрен белеү, үҙенең эшмәкәрлеген ойошторорға һәләтле булыу;
  2. Үҙенең уҡыу эшмәкәрлегенең нигеҙҙәрен  проектлау, баһаларға һәләтле булыу, уңышҡа өлгәшеүҙең эффектив юлдарын билдәләй белеү:
  • уҡыу процесына яуаплы ҡарашлы булыу, маҡсат ҡуя, эште планлаштыра , уҡыу мәсьәләләрен сисә белеү;
  • әҙәбиәт буйынса теге йәки был яҙыусы һәм художестволы әҫәр буйынса кәрәкле мәғлүмәт туплау, әҙерләнеү эшә алып  барырға, уның буйынса презентация эшләү белеү;

  • билдәле кимәлдә башҡорт теленең лексик – фразеологик минимумын үҙләштереү һәм телмәрҙә ҡуллана белеү.
  1. Үҙенең йәш мөмкинлектәренән сығып компьютер грамоталылығына эйә булыу, кәрәкле мәғлүмәт йыйыу, анализлау, эшкәртеү маҡсатында Интернетҡа сыға белеү, тексты баҫыу, уны төҙәтә һәм техник эшкәртә белеү.
  2. Аңлы уҡыу күнекмәләрен үҙләштереү, төрлө стиль һәм жанрҙағы текстарҙы үҙ аллы уҡый белеү, текстың төп фекерен  билдәләү, йөкмәткеһен еткерә алыу, уның буйынса һорауҙарға яуап биреү.
  3. Сағыштырыу, анализ, синтез, дөйөмләштереү кеүек логик эшмәкәрлеккә эйә булыу, оҡшаш сифаттары буйынса классификациялау, сәбәп – эҙемтә бәйләнештәрен һәм оҡшашлыҡты булдырыу.

  1. Әңгәмәсенең фекерен тыңларға һәләтле булыу, тикшерелгән предметҡа ҡарата үҙенең нигеҙле ҡарашын  әйтә белеү һәм конфликтлы хәлдәрҙән сыға белеү.
  2. Объекттар һәм процестар мөнәсәбәтен сағылдырған бәйләнештәрҙең база, предмет, метапредмет төшөнсәләренә эйә булыу.

III. Предмет һәләттәре:

  1. Телде милли үҙаң нигеҙе булараҡ аңлау.
  2. Башҡорт теле Башҡортостандың, рус теле Рәсәй Федерацияһының дәүләт һәм аралашыу теле булараҡ мәғәнәһен аңлау.
  3. Дөйөм мәҙәниәт күрһәткесе, кешенең гражданлыҡ позицияһы булараҡ норматив телмәр һәм яҙма рус телен белеү.
  4. Телмәр этикетына, аралашыуҙа төрлө тасуири тел сараларына эйә булыу.
  5. Әҙәбиәтте милләт һәм халыҡ – ара мәҙәниәттең күрһәткесе булараҡ аңлау.
  6. Уҡыуҙың төрлө төрҙәрен файҙаланыу; танышыу, өйрәнеү, һайлап, эҙләп, аңлы рәүештә ҡабул итеү һәм текстарҙың йөкмәткеһен аңлап, геройҙарҙың эшенә, ҡылығына әхлаҡи баһа биреү.
  7. Танып белеү, ғәмәли һәм коммуникатив мәсьәләләрҙе хәл итеү өсөн телмәр берәмектәре менән файҙалана белеү.
  8. Уҡыу компонентына, үҫешкән телмәр оҫталығына эйә булыу,

йәғни ҡысҡырып уҡыу һәм үҙ аллы уҡыу техникаһына анализдың элементар алымдарын, элементар әҙәбиәт төшөнсәләр менән художестволы, фәнни – популяр һәм уҡыу текстарын  үҙгәртеп ҡора белеү.

  1. Уҡыу өсөн үҙ аллы әҙәбиәт һайлап ала белеү, өҫтәлмә мәғлүмәт сығанаҡтары менән файҙаланыу.
  2.  Һөйләмгә тулы синтаксик анализ: интонация буйынса һөйләм төрөн билдәләү, баш һәи эйәрсән киҫәктәрен табыу, һөйләмде мәғәнәһе яғынан бәйле һүҙбәйләнештәргә тарҡата белеү.

  1.  70-80 һүҙлек текст буйынса изложение яҙыу, инша ижад итеү, тирә – яҡтағы күренештәрҙе һүрәтләп, хәл – ваҡиғаларҙы  эҙмә-эҙ бәйән итеп, текст төҙөп яҙа белеү.

            Уҡыусылар белергә тейеш талаптар:

  • өйрәнелгән әҫәрҙәрҙең исемен һәм авторын белеү;
  • әҫәрҙәрҙәге ваҡиғаларҙы (сюжетты, геройҙарҙы, геройҙар менән ваҡиғаларҙың үҙ – ара бәйләнешен) аңлау;
  • әҫәрҙең композицияһын аңлата белеү;
  • юмор, сатира, строфа, метафора һәм әҙәби төрҙәрҙең төп билдәләрен белеү;
  • портрет, пейзаж, аллегория, гипербола, даими эпитет төшөнсәләренең төп билдәләрен белеү;
  • ятлау өсөн тәҡдим ителгән әҫәрҙәр тексын белеү;
  • өйрәнелгән әҫәрҙең эпизодтарын айырып күрһәтә белеү;
  • әҫәрҙәге ваҡиғалар араһындағы ваҡыт һәм сәбәп – һөҙөмтә бәйләнешен билдәләй белеү;
  • яҙыусы ижад иткән картиналарҙы күҙ алдына баҫтырыу;
  • әҫәрҙә ҡатнашыусыларҙы характкрлауҙа мөһим урын тотҡан эпизодтарҙы айырып күрһәтеү;
  • өйрәнелгән әҫәрҙә сюжет элементтарының (экспозиция, төйөнләнеү, ваҡиғалар үҫеше, кульминация, сиселеү) идея-художество урынын билдәләй;
  • телдеү һүрәтләү сараларының (шул иҫәптән метафораның) контекстағы идея – художество урынын билдәләү;
  • уҡытыусы ҡуйған проблемалы һорау нигеҙендә әҫәрҙең геройын характерлау;
  • авторҙың мөнәсәбәтен асыҡлау маҡсатында өйрәнелгән әҫәрҙең ике геройын сағыштырыу;
  • эпик һәм лирик әҫәрҙәрҙе айыра белеү;
  • эпик әҫәргә йәки уның өҙөгөнә төрлө характерҙағы план төҙөү;

  • телдән йәки яҙма сығыш яһау өсөн план төҙөү;
  • үҙ аллы уҡылған әҙәби сәнғәт әҫәрҙәренә  (әҫәрҙәге герой һәм ваҡиғаларға ҡарата үҙ мөнәсәбәтеңде белдереп) яҙма йәки телдән баһалама бирә белеү;
  • һорауҙарға тулы яуап һәм геройҙарға (индивидуаль һәм сағыштырма) характеристика биреү;
  • өйрәнелгән әҫәр буйынса телдән йәки яҙма рәүештә фекерләү характерындағы инша яҙыу;
  • художестволы әҫәрҙәрҙе тасуири уҡыу;
  • эпик әҫәрҙәрҙе йәки уларҙың өҙөктәрен яҙма рәүештә тулы итеп йәки һайлап, ҡыҫҡартып һөйләп биреү (изложение төҙөү);
  • эпик, лирик, лиро – эпик һәм драматик әҫәрҙәрҙе айыра белеү

Әҙәби белем кимәлен диагностикалау, ағымдағы һәм йомғаҡлау контроле.

Уҡыу йылы башында уҡыусыларҙың әҙәбиәт буйынса белем кимәлен төркөмдә һәм индивидуаль диагностикалау, уның артабанғы үҫешен асыҡлау.

Тасуири уҡыу күнекмәләрен үҙләштереүҙе тикшереү (шул уҡ ваҡытта яттан һөйләүҙе), әҫәрҙе ятҡа һөйләгәндә башҡарыу интерпретацияһының үҫеше, ролләп уҡығанда тексты сәхнәләштереү.

Һөйләгәндә монологик телмәр күнекмәләрен асыҡлауҙа сара булып, һәр төрлө һөйләү һәм әҫәрҙең сюжетын һәм персонаж – геройҙарҙың характерын аңлау.

Әҙәбиәттең әхлаҡи – этик проблема буйынса иншалар яҙма телмәр мәҙәниәтенең кимәлен һәм әҙәби әҫәрҙең төп йөкмәткеһен аңлауҙы диагностикалауҙың төп формаһы булып тора. Әҙәби һәм публицистик темаларға иншалар.

Уҡыусыларҙың проект эшмәкәрлеге менән етәкселек итеү буйынса дәрес – консультациялар. Әҙәбиәт буйынса уҡыусыларҙың белем сифатына һәм үҫешенә үҫтерешле контроль булып зачет, семинар, коллоквиумдар һәм башҡа формалар тора.

Универсаль уҡыу эш төрҙәрен үҙләштереү:

  • уҡыу процесына яуаплы ҡарау, маҡсат ҡуя, эште планлаштыра, уҡыу мәсьәләләрен сисә белеү;
  • теге йәки был тема буйынса кәрәкле мәғлүмәт туплау, эҙләнеү эше алып барыу, уның буйынса презентация эшләй белеү;
  • мәҙәниәтеле аралашыу оҫталығына, телмәр этикетына эйә булыу, үҙ фекерен яҡлағанда, уй-тойғоларын еткерә алырлыҡ аныҡ, эҙмә – эҙ бәйән итеү, әңгәмәсенең уй-тойғоларын аңларға тырышыу, уның менән иҫәпләшә һәм уртаҡ фекергә килә белеү;
  • Билдәле кимәлдә башҡорт теленең лексик – фразеологик минимумын үҙләштереү һәм телмәрҙә ҡуллана белеү.

                                                         Уҡыу курсының төп йөкмәткеһе.

Башҡорт совет осоро әҙәбиәтенең формалашыуы(1917-1929йылдар). Яңы осор әҙәбиәтенең социаль-тарихи ерлеге,уның йүнәлештәре.Тәүге драмалар.20-се йылдарҙа проза,поэзия,драматургияның үҫеше.Әҙәбиәт теорияһы.Әҙәби процесс.

Д.Юлтый.Биографияһы,эшмәкәрлеге.Шиғырҙары,поэмалары.”Ҡарағол”драмаһы,”Ҡан”романы.

Әҙәбиәт теорияһы.Художестволы әҙәбиәттең теле.

Ә.Вәлиди.Тормошо,дәүләт эшмәкәрлеге.Ғалимлығы.Китаптары.”Хәтирәләр”ҙең жанр,стиль үҙенсәлеге.

М.Буранғолов.Тормош юлы,эшмәкәрлеге.М.Буранғолов-сәсән,фольклорсы.М.Буранғол-драматург.”Башҡорт туйы”драмаһы.

Ғ.Хәйри.Биографияһы.Проза әҫәрҙәре.”Боролош”романы.Тарихи осор,төп проблемалары,образдары.

Утыҙынсы йылдар әҙәбиәте.Был йылдарҙа әҙәбиәттә төп тематика,Поэзия.Проза.Драматургия.Репрессияға эләккән яҙыусылар.

Һ.Дәүләтшина.Яҙыусының фажиғәле яҙмышы,ҡаһарманлығы. Башланғыс ижады. Хикәйәләре. ”Айбикә”повестары. ”Ырғыҙ”романының яҙылыу тарихы,идея-тематик йөкмәткеһе.Романда күтәрелгән төп проблемалар,төп образдар.

Әҙәбиәт теорияһы.Әҙәби тип.Прототип.Роман-эпопея.

Әҙәби портреттар.С.Мифтахов. ”Дуҫлыҡ һәм мөхәббәт”драмаһының идея-тематик йөкмәткеһе.

Ғ.Сәләм.”Бала”поэмаһы. Ғаилә,бала тураһында.Сәйҙел менән Зәйнәп образдары.Поэманың художестволы үҙенсәлектәре.

Бөйөк Ватан һуғышы йылдары әҙәбиәте.Был осорҙа әҙәбиәттең бурыстары,үҙенсәлеге.Оператив жанрҙар.Публицистик поэзия.Очерк жанры.Хикәйәләр,поэма,балладалар.

Бөйөк Ватан һуғышында һәләк булған яҙыусылар.

Р.Ниғмәти.Яҙыусының тормошо һәм ижады.Башланғыс ижады.Утыҙынсы йылдар поэзияһы. Бөйөк Ватан һуғышы йылдары поэзияһы.”Үлтер,улым,фашисты!”,”Һинең кәләшеңдең хаттары”.Һуғыштан һуңғы йылдар ижады. “Һаҡмар ҡыҙы” поэмалары.

Әҙәбиәт теорияһы.Лирик герой тураһында төшөнсә.

Баязит Бикбай.Биографияһы һәм ижад юлы.”Ҡарлуғас”драмаһы. Бөйөк Ватан һуғышы йылдары ижады.Очерктары. Һуғыштан һуңғы йылдар ижады.Проза.”Аҡсәскә”повесы.”Салауат”драмаһы.

Әҙәбиәт теорияһы.Тема.

З.Биишева. Биографияһы һәм ижад юлы.Шиғырҙары.Повестары.”Тылсымлы ҡурай”драмалары.

Трилогия.”Яҡтыға” трилогияһының идея-тематик йөкмәткеһе.Сағылдырылған осор,күтәрелгән проблемалар,образдар системаһы.Халыҡтың азатлыҡ өсөн көрәше.Художестволы үҙенсәлектәре.

Һуғыштан һуңғы осор әҙәбиәте.Башҡорт әҙәбиәтенә ҡылыҡһырлама.Поэзия.Проза.Драматургия.

Башҡорт яҙыусыларының икенсе съезы.

Н.Нәжми.Биографияһы.,йәмәғәт эшмәкәрлеге. Бөйөк Ватан һуғышы йылдары ижады. Һуғыштан һуңғы йылдар ижады. Поэма һәм балладалары.”Урал”поэмаһы.”Шағир һәм шаһ”Патриотизм,власть һәм талант проблемалары.Драматургия.
Үтелгәндәрҙе ҡабатлау.

                                   

                           

                                                                                              Тематик план

        Темалар

Сәғәт

һаны

Уҡыусы эшмәкәрлеге

Көтөлгән һөҙөмтә

План буйынса

Фактик үтәлеш

1

Башҡорт совет әҙәбиәтенең  формалашыуы.

20-се йылдар поэзияһы.

1

Әңгәмәлә ҡатнашыу, һорауҙарға яуап биреү,

Сығыштар әҙерләү

Осорға характеристика бирергә, ваҡиғаларҙы аңларға, әңгәмә ҡора белергә

2.09

2

Проза, драматургия

1

Сығыш яһау, үҙ-ара һорауҙар бирешеү

Бер- береңде тыңлай, баһалай белергә

5.09

3

Дауыт Юлтыйҙың тормош юлы, революцияға тиклемге ижады

Беренсе донъя һуғышы йылдары шиғырҙары

1

Ҡыҫҡаса конспект төҙөү, һорауҙар әҙерләү,тасуири уҡыу,төп фекерен асыу

Яҙыусының тормошон, ижадын белергә, шиғырҙарының йөкмәткеһен аңларға, фекереңде әйтергә, иҫбатларға, идея- тематик ймәткене аса белергә

7.09

4

Дауыт Юлтый –драматург.”Ҡарағол”др.

1

 Ролләп уҡыу, телмәргә иғтибар итеү

Әҫәрҙең йөкмәткеһен аңларға

12.09

5

 Д. Юлтыйҙың ”Ҡарағол”др. йөкм.үҙләштереү

1

Йөкмәткене үҙләштереү, һорауҙарға яуап әҙерләү

Йөкмәткене аңларға

14.09

6

Д.Юлтыйҙың”Ҡарағол”др.идея-тематик йөкмәткеһе

Образдарға  характеристика  

биреү, төп фекерҙе асыу

Идея- тематик йөкмәткене аса белеү, үҙ фекереңде әйтергә, иҫбатларға

29.09

7

Д.Ю «Ҡан»  романы. Яҙылыу тарихы

Д.Ю «Ҡан»  романының йөкм. үҙл- ү

1

Сығыш әҙерләү, Йөкмәткене үҙләштереү, һорауҙарға яуап әҙерләү

Романдың яҙылыу тарихын белергә, әҫәргә ҡарата үҙ фекерҙәреңде әйтергә, иҫбатларға

22.09

8

Д.Ю «Ҡан»  романының идея-тематик йөкмәткеһе.Образдар системаһы

1

Образдарға характеристика биреү, төп фекерҙе асыу

Идея- тематик йөкмәткене аса белеү, үҙ фекерҙәреңде әйтергә, иҫбатларға

26.09

9

Әхмәтзәки Вәлиди Туған тормошо, уҡыу, дәүләт эшмәкәрлеге,ғилми эшмәкәрлеге

1

Ҡыҫҡаса конспект төҙөү, һорауҙар әҙерләу

Яҙыусының тормошон, ижадын белергә

28.09

10

Әхмәтзәки Вәлиди Туған «Хәтирәләр»  

1

Йөкмәткене үҙләштереү, һорауҙарға яуап әҙерләү

Йөкмәткене үҙләштерергә, һорауҙарға яуап әҙерләргә

3.10

11

Йөкмәткене  үҙләштереү

1

Йөкмәткене белергә

6.10

12

«Хәтирәләр»ҙең идея-тематикаһы

З.Вәлиди буйынса йомғаҡлау.

1

З.Вәлиди образына ҡылыҡһырлама биреү, һорауҙарға яуаптар

Шәхес яҙмышын өйрәнергә, белергә

10.10

13.10

13

Мөхәммәтша Буранғол тормошо, ижады, йәмәғәт эшмәкәрлеге

1

Ҡыҫҡаса конспект төҙөү, һорауҙар әҙерләу

Драматургтың тормошон, ижадын белергә

17.10

14

М. Буранғолов- драматург: ”Ашҡаҙар”

драмаһы

1

Драманың йөкмәткеһен эҙмә-эҙлекле һөйләү, һорауҙарға яуаптар

Йөкмәткене үҙләштерергә, һорауҙарға яуап әҙерләргә

20.10

24.10

15

Мөхәммәтша Буранғол «Башҡорт туйы»

1

Драманың йөкмәткеһен эҙмә-эҙлекле һөйләү, һорауҙарға яуаптар

Башҡорт әҙәбиәте әҫәрҙәренә ҡарата уҡыусыларҙың үҙ ҡарашын булдырырға һәм уларҙы баһаларға

27.10

16

Драманың идея- тематик  

йөкмәткеһе

1

Образдарға характеристика биреү, төп фекерҙе асыу

Идея- тематик йөкмәткене аса белергә, үҙ фекереңде әйтергә, иҫбатларға

7.11

17

Т. Ү.1«Башҡорт туйы» драмаһынан өҙөк һөйләү

1

Бирелгән темаға инша яҙыу

Өйрәнелгән әҫәрҙең тематикаһы, проблематикаһы менән бәйле инша яҙыу

10.11

14.11

18

Ғәйнан Хәйри тормошо, ижады

1

Ҡыҫҡаса конспект төҙөү, һорауҙар әҙерләү

Яҙыусының тормошон, ижадын белергә

17.11

19

Ғ. Хәйри- прозаик. «Боролош»   романы

1

Яҙылыу тарихы буйынса белешмә әҙерләү

Башҡорт әҙәбиәте әҫәрҙәренә ҡарата уҡыусыларҙың үҙ ҡарашын булдырырға һәм уларҙы баһаларға

21.11

20

Йөкмәткене үҙләштереү

1

һорауҙарға яуап биреү

Йөкмәткене үҙләштерергә, һорауҙарға яуап әҙерләргә

24.11

28.11

21

Кту.1  «Боролош»          

             романы

1

Һорауҙарға яуап биреү,фекер алышыу

Йөкмәткене үҙләштерергә, һорауҙарға яуап әҙерләргә

1.12

22

Романдың идея- тематик йөкмәткеһен асыу

1

Образдарға характеристика биреү, төп фекерҙе асыу

Идея- тематик йөкмәткене аса белеү, үҙ фекерҙәреңде әйтергә, иҫбатларға

5.12

23

Т.Ү.2 «Боролош» романын уҡығандан һуң миндәге уйҙар»

1

Бирелгән темаға инша яҙыу

Бирелгән темаға инша яҙа белергә

8.12

12.12

24

30- сы йылдар әҙәбиәте

   1

Әңгәмәлә ҡатнашыу,  һорауҙарға яуап биреү, сығыштар әҙерләү

Осорға характеристика бирергә, ваҡиғаларҙы аңлатырға

15.12

19.12

25

Һәҙиә Дәүләтшинаның тормош юлы, ижады, хикәйә-повестары

 

  1

Хронологик таблица төҙөү

Яҙыусының тормошон, ижадын белергә, башҡорт әҙәбиәте әҫәрҙәренә ҡарата укыусыларҙың үҙ ҡарашын булдырырға һәм уларҙы баһаларға

22.12

26

27

Һ. Дәүләтшинаның «Ырғыҙ»  романы.

   1

   1

Яҙылыу тарихы буйынса белешмә әҙерләү, уҡыу, һорауҙарға яуап биреү,

Осорға характеристика бирергә, ваҡиғаларҙы аңларға

26.12

28

Һ. Дәүләтшинаның «Ырғыҙ»  романы.

   1

Фекер алышыу

Йөкмәткене үҙләштерергә, һорауҙарға яуап әҙерләргә

29.12

29

Әҫәрҙең идея- тематик йөкмәткеһе

Һәҙиә Дәүләтшина ижадын йомғаҡлау

   1

Образдарға характеристика биреү, төп фекерҙе асыу

Һораүҙарға яуап, белемде барлау

Идея- тематик йөкмәткене аса белеү, үҙ фекереңде әйтергә, иҫбатларға.

Яҙыусы тормошон, ижадын белергә

16.01

30

31

Т.ү.№ 3-4. «Ырғыҙ» романында халыҡ йолалары һүрәтләнеше

2

Бирелгән темаға инша яҙыу

Бирелгән темаға инша яҙа белергә

19.01

23.01

32

Әҙәби портрет. Ғ. Сәләм «Бала»   поэмаһы

1

Тормош юлы буйынса ҡыҫҡаса конспект төҙөү,

Шағирҙың тормошон, ижадын белергә

26.01

33

Ғ. Сәләм «Бала» поэмаһы

1

Образдарға характеристика биреү, төп идея-тематик йөкмәткене асыу

Йөкмәткене аса белергә, үҙ фекереңде әйтергә, иҫбатларға

30.01

34

Бөйөк Ватан һуғышы йылдары әҙәбиәте

1

Әңгәмәлә ҡатнашыу,  һорауҙарға яуап биреү

сығыштар

Осорға характеристика бирергә, ваҡиғаларҙы аңларға

20.01

35

Кту 2.  Бөйөк Ватан һуғышы йылдары прозаһы

1

Әҫәр уҡыу- төркөм менән эш

Башҡорт әҙәбиәте әҫәрҙәренә ҡарата уҡыусылаҙың үҙ ҡарашын булдырырға һәм уларҙы баһаларға

2.02

36

Т.ү. (һөйләү) № 5. Уҡылған әҫәр буйынса әңгәмә.

1

Уҡылған буйынса әңгәмәләшеү

Башҡорт әҙәбиәте әҫәрҙәренә ҡарата уҡыусылаҙың үҙ ҡарашын булдырырға һәм уларҙы баһаларға

6.02

37

Рәшит Ниғмәтиҙең тормош юлы, тәүге осор ижады

Бөйөк Ватан һуғышы йылдары ижады

1

Тормош юлы буйынса ҡыҫҡаса конспект төҙөү, үҙ-ара һорауҙар әҙерләү

Сығыштар әҙерләү

Шағирҙың тормошон, ижадын белергә.Шиғырҙарының йөкмәткеһен аңларға, фекерҙәреңде әйтергә, иҫбатларға, идея- тематик йөкмәткене аса белергә

9.02

38

39

Рәшит Ниғмәтиҙең  “Үлтер, улым, фашисты!” поэмаһы

2

Тасуири уҡыу, төп фекерҙе асыу

Йөкмәткене аса белергә, үҙ фекерҙәреңде әйтергә, иҫбатларға

13.02

40

 

Р.Ниғмәти”Һинең кәләшеңдең хаттары”

1

Тасуири уҡыу, төп фекерҙе асыу

Йөкмәткене аса белергә, үҙ фекерҙәреңде әйтергә, иҫбатларға

16.02

41

Рәшит Ниғмәтиҙең “Һаҡмар ҡыҙы” поэмаһы

1

Тасуири уҡыу, һорауҙарға яуаптар

Йөкмәткене аса белергә, үҙ фекерҙәреңде әйтергә, иҫбатларға

20.02

42

Поэманың идея-тематик йөкмәткеһе

Р.Ниғмәти ижадын йомғаҡлау.

1

Образдарға характеристика биреү, төп идея-тематик йөкмәткене асыу

Идея- тематик йөкмәткене аса белергә, үҙ фекерҙәреңде әйтергә, иҫбатларға. Ижадын белергә

27.02

43

Баязит Бикбайҙың тормош юлы, ижады  “Ҡарлуғас”

драмаһы.

1

Тормош юлы буйынса ҡыҫҡаса конспект төҙөү, үҙ-ара һорауҙар әҙерләү

Шағирҙың тормошон, ижадын белергә. Йөкмәткене үҙләштерергә, һорауҙарға яуап әҙерләргә

1.03

44

Б.Бикбайҙың “Ҡарлуғас” драмаһы

1

Уҡыу, һорауҙарға яуап биреү, образдарға характеристика

Йөкмәткене үҙләштерергә, һорауҙарға яуап әҙерләргә

5.03

45

Драманың идея-тематик йөкмәткеһе

1

Образдарға характеристика биреү, төп идея-тематик йөкмәткене асыу

Идея- тематик йөкмәткене аса белеү, үҙ фекерҙәреңде әйтергә, иҫбатларға

9.03

46

Баязит Бикбайҙың “Салауат” тарихи драмаһы.

1

Йөкмәткене үҙләштерергә, һорауҙарға яуап әҙерләргә

12.03

47

“Салауат” драмаһы

1

Образдарға характеристика биреү, төп идея-тематик йөкмәткене асыу

Идея- тематик йөкмәткене аса белергә

15.03

48

Баязит Бикбайҙың “Аҡсәскә” повесы

1

Образдарға характеристика биреү, төп идея-тематик йөкмәткене асыу

Йөкмәткене үҙләштерергә, һорауҙарға яуап әҙерләргә

19.03

49

Повестың идея-тематик йөкмәткеһе

1

Төп идея-тематик йөкмәткене асыу

Повеста һүрәтләнгән ваҡиғаға шәхси мөнәсәбәтте белдерергә, иҫбатларға

22.03

50

Зәйнәб Биишеваның тормошо,  башланғыс ижады, поэзияһы

1

Тормош юлы буйынса ҡыҫҡаса конспект төҙөү, үҙ-ара һорауҙар әҙерләү

Шағирыҙың тормошон, ижадын белергә. Шиғырҙарының йөкмәткеһен аңларға, фекерҙәреңде әйтергә, иҫбатларға, идея- тематик йөкмәткене аса белергә

5.04

9.04

51

52

З.Биишеваның “Яҡтыға” трилогияһы

1

1

Уҡыу, һорауҙарға яуап биреү, образдарға характеристика

Йөкмәткене үҙләштерергә, һорауҙарға яуап әҙерләргә

12.04

16.04

53

З.Биишеваның “Яҡтыға” трилогияһы

1

Образдарға характеристика биреү, төп идея-тематик йөкмәткене асыу

Йөкмәткене үҙләштерергә, һорауҙарға яуап әҙерләргә, идея- тематикаһын асырға

19.04

23.04

54

З.Биишева-драматург. “Тылсымлы ҡурай”

1

Уҡыу, һорауҙарға яуап биреү, образдарға характеристика

Йөкмәткене үҙләштерергә, һорауҙарға яуап әҙерләргә

26.04

55

З.Биишева“Тылсымлы ҡурай”

З.Биишева ижадын йомғаҡлау

1

Образдарға характеристика биреү, төп идея-тематик йөкмәткене асыу

Йөкмәткене үҙләштерергә, һорауҙарға яуап әҙерләргә, фекерҙәреңде әйтергә, иҫбатларға, идея- тематик йөкмәткене аса белергә

30.04

56

К.т.у. 3 “Мөхәббәт һәм нәфрәт”

1

Башҡорт әҙәбиәте әҫәрҙәренә ҡарата уҡыусыларҙың үҙ ҡарашын булдырырға һәм уларҙы баһаларға

2.05

57

Һуғыштан һуңғы осор әҙәбиәте

1

Әңгәмәлә ҡатнашыу,  һорауҙарға яуап биреү

сығыштар

Осорға характеристика бирерга, ваҡиғаларҙы аңларға

6.05

58

Назар Нәжми тормошо һәм ижады.

Н.Нәжмиҙең фронт лирикаһы.

1

Тормош юлы буйынса ҡыҫҡаса конспект төҙөү, үҙ-ара һорауҙар әҙерләү

Шағирҙың тормошон, ижадын белергә. Шиғырҙарының йөкмәткеһен аңларға, фекерҙәреңде әйтергә, иҫбатларға, идея- тематик йөкмәткене аса белергә

7.05

59

Н.Нәжмиҙең тыныс йылдар, Тыуған ил тураһында лирикаһы

1

Тасуири уҡыу, төркөмдәрҙа эш

Шиғырҙарының йөкмәткеһен аңларға, фекерҙәреңде әйтергә, иҫбатларға, идея- тематик йөкмәткене аса белергә

10.05

60

Н.Нәжми ”Йыр тураһында баллада”

1

Образдарға характеристика биреү, төп идея-тематик йөкмәткене асыу

Йөкмәткене үҙләштерергә, һорауҙарға яуап әҙерләргә, идея- тематикаһын асырға

12.05

61

Н.Нәжми поэмалары: ”Урал”

1

Образдарға характеристика биреү, төп идея-тематик йөкмәткене асыу

Йөкмәткене үҙләштерергә, һорауҙарға яуап әҙерләргә, идея- тематикаһын асырға

14.05

62

Н.Нәжми”Шағир һәм шаһ”

 Н.Нәжми ижадын йомғаҡлау

1

Образдарға характеристика биреү, төп идея-тематик йөкмәткене асыу

Йөкмәткене үҙләштерергә, һорауҙарға яуап әҙерләргә, идея- тематикаһын асырға

16.05

63

Кту.  4.  Н.Нәжми драмалары: ”Гармунсы дуҫ”

1

Образдарға характеристика биреү, төп идея-тематик йөкмәткене асыу

Драманы үҙаллы уҡырға

19.05

64

65

 

Т.9.6-7.Телдән инша. Яратҡан яҙыусым,шағирым

1

1

Бәйләнешле телмәр үҫтереү

Бәйләнешле һөйләй белергә

23.05

66

Г.Хөсәйенов “Ижад серҙәре”

1

Әңгәмә ҡороу

Ижад серҙәренә өйрәнергә

25.05

67

Т.9.8.  Миңә оҡшаған  әҫәр (әңгәмә)

1

Әңгәмә ҡороу

Сығыш яһай белергә

26.05

68

Совет әҙәбиәте буйынса үтелгәндәрҙе ҡабатлау

1

Һорауҙарға яуаптар

Өйрәнелгәндәрҙе ҡабатларға, белергә

27.05

69

Бөйөк Ватан һуғышы йылдары әҙәбиәтен ҡабатлау

1

 

 Википедия материалы

Өйрәнелгәндәрҙе ҡабатларға, белергә

28.05

70

Бөтә үтелгәндәрҙе ҡабатлау

1

     Һорауҙар

Өйрәнелгәндәрҙе белергә

30.05

                                                        Кластан тыш уҡыуҙы ойоштороу.

Кластан тыш уҡыуҙы ойоштороу икенсе быуын Федераль дәүләт стандарттарында ҡуйылған талаптарҙан сығып, ижади характерҙағы эштәргә, шулай уҡ уҡыусыларҙың үҙ иптәштәре алдында, халыҡ араһында сығыш яһай белеүҙәренә, ятҡа тасуири уҡыу оҫталыҡтарын үҫтереүгә иғтибар көсәйтә. Уҡыусыларҙың кластан тыш уҡыуы менән етәкселек итеү, айырыуса әһәмиәтле әҫәрҙәргә анализ яһау өсөн махсус сәғәттәр бирелә.

Китап уҡыу уҡыусыларҙың ҡыҙыҡһыныуын дөрөҫ яҡҡа йүнәлтергә ярҙам итә. Системалы рәүештә матур әҙәбиәт уҡыу уҡыусыларҙың характерын, уларҙың әхлаҡи йөҙөн формалаштыра.Уҡыған китаптар тураһында әңгәмә яһау өсөн махсус сәғәттәр бүленә, һәр уҡыу йылы яртыһында тәүге дәресе уҡыусыларҙың нимә уҡыуҙарын асыҡлауға һәм яңы китаптар тәҡдим итеүгә йүнәлтелә.

Уҡытыусы китаптарға күҙәтеү яһай, бындай эштәргә алдан әҙерләнеп килгән уҡыусыларҙы ла йәлеп итергә мөмкин. Кластан тыш уҡыу дәрестәрендә уҡыусыларҙың үҙаллылығын үҫтереүгә, әҫәрҙәр тураһында уларҙың сығыштарын тыңлауға, фекер алышыуҙар, яттан һөйләүҙәр, әҫәрҙең йөкмәткеһе буйынса инсценировкалар, күргәҙмәләр ойоштороуға иғтибар бирелергә тейеш.

                             Кластан тыш уҡыу өсөн тәҡдим ителгән әҫәрҙәр.          Х класс.

С.Агиш.”Фәтхи һалдат”хикәйәһе.

Я.Хамматов.”Башҡорттар китте һуғышҡа”романы.

Т.Килмөхәмәтов.”Ҡорбан килтереү”портреттар.

“Һуғыш үтте,һағыш ҡалды”очерктар,хәтирәләр.

                                             Ятлау өсөн әҫәрҙәр.

Д.Юлтый.”Атлан,батыр!”,”Ҡарағол”драмаһынан өҙөк.

М.Буранғолов.”Башҡорт туйы”драмаһынан өҙөк.

Ғ.Сәләм.”Бала”поэмаһынан өҙөк.

Һ.Дәүләтшина.”Ырғыҙ”романынан өҙөк.

Р.Ниғмәти.”Үлтер,улым,фашисты!”поэмаһынан өҙөк.

                             

                      Уҡытыуҙа ҡулланылған  әсбаптар:

        1.       Ғ.Б.Хөсәйенов . Башҡорт әҙәбиәте.Урта мәктәптең  10 -сы класы өсөн   дәреслек.    

                 Өфө.Китап-2012

       2.      Ғ.Б.Хөсәйенов. Башҡорт әҙәбиәте. Хрестоматия. 10 -сы  класс,  Өфө.Китап-2012 

                                        Уҡытыусылар өсөн әсбаптар:

  1. Башҡорт телен һәм әҙәбиәтен заманса уҡытыу.Уҡытыусылар өсөн ҡулланма. М.И.Баһаутдинова,Г.Н.Йәғәфәрова,Өфө,Китап,2009.

    2. Башҡорт теле һәм туған әҙәбиәт дәрестәрен үҙ-ара бәйләнештә уҡытыу.М.Б.Юлмөхәмәтов, Өфө-2008

   3. Башҡорт теле,башҡорт әҙәбиәте .Электрон дәреслектәр.7-9,10-11,педколледждар өсөн.

   4. Әҙәбиәт уҡытыу методикаһы.Б.Б.Ғафаров.Өфө,Китап,2008.

   5. Башҡорт  әҙәбиәтенән 10-11-се кластар өсөн тест һорауҙары.А.М.Хәлилов.Өфө-2007

Материаль-техник ҡулланмалар:

  • ноутбук
  • принтер

             


По теме: методические разработки, презентации и конспекты

Рабочая программа по алгебре для 9 класса вечерней школы к учебнику Н.Ю. Макарычева

Рабочая программа состоит из пояснительной записки, требований к уровню поодготовки обучающихся 9 классов, критерий и норм оценок знаний, умений и навыков обучающихся по математике, календарно- темати...

Рабочая программа по геометрии для 9 класса вечерней школы к учебнику А.В. Погорелова

Рабочая программа по геметрии для 9 класса вечерней школы состоит из пояснительной записки, требований к уровню подготовки обучающихся, критерий и норм оценок знаний, умений и навыков обучающихся, кал...

Рабочая программа учителя по литературе 5 класс по Снежневской

Рабочая программа разработана на основе - Федерального компонента Государственного стандарта основного общего образования по литературе, - «Программа для общеобразовательных учреждений 5 – ...

Рабочая программа по математике для 6 класса коррекционной школы VIII вида

Рабочая программа  составлена на основе программы для 5-9 классов специальных (коррекционных) учреждений VIII вида: Сб.1. –М.: Гуманист. Изд. Центр ВЛАДОС, под редакцией доктора педагогических наук В....

Рабочая программа по французскому языку. 2 класс общеобразовательных школ с углублённым изученикм французского языка. Предметная линия учебников: Н.М.Касаткина, Т.В. Белосельская Французский язык. 2 класс

Настоящая рабочая программа предназначена для орга­низации процесса обучения младших школьников во 2 классе в образо­вательных учреждениях с углублённым изучением французского языка  на баз...

Рабочая программа по предмету «Литература. 6 класс» на основе программы по литературе В. Я. Коровиной

Настоящая рабочая программа по  литературе  для VI класса рассчитана на изучение литературы на базовом уровне. Программа детализирует и раскрывает содержание стандарта, определяет общую стра...

Рабочая программа по предмету «Литература. 5 класс» на основе программы по литературе Г. С. Меркина

Настоящая рабочая программа по литературе для V класса рассчитана на изучение литературы на базовом уровне. Программа детализирует и раскрывает содержание стандарта, определяет общую стратегию обучени...