Абдулхаҡ Игебаевтың шиғырҙарында бөгөнгө тәбиғәттең яҙмышы.
план-конспект урока (7 класс) на тему

Шарафутдинова Айгуль Сабирьяновна

1.     Абдулхаҡ  Игебаевтың тормош юлы һәм ижады менән таныштырыу, әҫәрҙәренең идея-художество үҙенсәлектәрен асыу,  лирик геройҙың уй-кисерештәрен аңлауҙа уҡыусыларға ярҙам итеү;

          2. Уҡыусыларҙың  әүҙемлеген булдырыу, һүҙлек байлығын арттырыу, тасуири шыма уҡыу, һорауҙарға тулы һәм төплө яуап биреү, бығаса үҙләштергән белемдәрҙе, һәләттәрҙе анализлау һәм ҡулланыу күнекмәләрен,  телмәр һәм фекерләү ҡеүәһен үҫтереү ;

         3. Шағирҙың әҫәрҙәре аша тыуған яҡ тәбиғәтен һаҡлау, һөйөү тәрбиәһен биреү ; тәбиғәттең аяныслы яҙмышын асыу, шағирҙың ижадына , поэзияға ҡыҙыҡһыныу тәрбиәләү;

Скачать:


Предварительный просмотр:

Тема:           Абдулхаҡ Игебаевтың шиғырҙарында бөгөнгө тәбиғәттең яҙмышы.

(7-се  класс)

Маҡсат:

  1. Абдулхаҡ  Игебаевтың тормош юлы һәм ижады менән таныштырыу, әҫәрҙәренең идея-художество үҙенсәлектәрен асыу,  лирик геройҙың уй-кисерештәрен аңлауҙа уҡыусыларға ярҙам итеү;

          2. Уҡыусыларҙың  әүҙемлеген булдырыу, һүҙлек байлығын арттырыу, тасуири шыма уҡыу, һорауҙарға тулы һәм төплө яуап биреү, бығаса үҙләштергән белемдәрҙе, һәләттәрҙе анализлау һәм ҡулланыу күнекмәләрен,  телмәр һәм фекерләү ҡеүәһен үҫтереү ;

        3. Шағирҙың әҫәрҙәре аша тыуған яҡ тәбиғәтен һаҡлау, һөйөү тәрбиәһен биреү ; тәбиғәттең аяныслы яҙмышын асыу, шағирҙың ижадына , поэзияға ҡыҙыҡһыныу тәрбиәләү;

         Йыһазландырыу:  проектор, экран, шағирҙың портреты,  таблица  ” Һүрәтләү          саралары”,  “Тәбиғәт “  ҡумтаһы,   һүрәттәр, эпиграф:

                                                                  Тәбиғәт беҙҙән мәрхәмәтлек көтә!

                                            Дәрес барышы:  

 

  1. Мобилизация этабы.

Сәләмләйбеҙ дәресте

Уратып алған донъяны!

Тирә-яғым шундай матур

Хайран ҡаламын тағы!     1-се слайд ( тәбиғәттең матур күренештәре күрһәтелгән   һүрәттәр )

  1. Антиципация нигеҙендә яңы теманы билдәләү.

Ребусты сисеү. (2-се слайд)

  1. Яҡын- тирәләге тауҙың исеме? ( Ирәндек)
  2. Сит-ерҙең(нимәһенән?) үҙ ереңдең дегәнәге лә артыҡ?( гөл )
  3. “Аҡ ҡуянҡайҙарҙан тун тектерҙем,

Тышҡынаһын ниҙән тышлайым?”  юлдарының авторы,  Ҡускар ауылынан сыҡҡан  данлыҡлы батыр, сәсән? (Бейеш)

  1. Күлдәр иле (Әбйәлил)
  2. Тыуған төйәгебеҙҙе тағы ла нимә тип атайбыҙ? (Урал)
  3. Был легендар йылғаның исеменә арнап әллә күпме йырҙар сығарылған (Ағиҙел)
  4.  Күңелгә яҡын ер... (Ватан)

(Ребусты сискәс, уҡыусылар кем хаҡында һүҙ барыуын билдәләйҙәр)

(3-сө слайд – А. Игебаев портреты..)

  • Ә һеҙ уның хаҡында нимәлер ишеткәнегеҙ бармы? (Башҡортостандың халыҡ шағиры, киң билдәле шәхес, күрше генә райондан...)

  • Уҡыусылар, һеҙ нисек уйлайһығыҙ, дәресте башлағанда хор менән әйткән һүҙҙәрҙе лә иҫәпкә алғанда, А. Игебаевтың шиғырҙарында төп тема нимә хаҡында барасаҡ?

  1. Яңы материал

1.  Уҡытыусының инеш һүҙе.    (4-се слайд- число ,тема, эпиграф « Тәбиғәт беҙҙән мәрхәмәтлек көтә..»)  

- Уҡыусылар, шиғырҙарҙың исеменә генә ҡарап ҡына ла шиғырҙарҙың төп темаһын билдәләп буламы? (үҙ фекерҙәрен әйтәләр)

 

 Күп кенә шағирҙарыбыҙ, яҙыусыларыбыҙ тарафынан тыуған еребеҙҙең матурлығына, тәбиғәтенә һоҡланып, әммә тәбиғәттең һуңғы мәлдәрҙә бик ныҡ аяныслы хәлдә  булыуын күреп, әсенеп,  ижад иткән  әҫәрҙәр бар. Был  бөтә кешелек проблема һәр кемгә ҡағыла.  Шағир А.Игебаев та үҙенең шиғырҙарында был мәсьәләне күтәреп сыҡҡан. Тәбиғәткә ҡарата ғәмһеҙлекте, рәхимһеҙлекте күреп һыҙланған, әрнегән шағир “ Донъябыҙҙан  ни ҡала...”, “Үҙ күҙемә үҙем ышанмайым “ шиғырҙары  шуны еткерә. (ҡыҫҡаса ғына А. Игебаевтың биографияһы менән таныштырыу)

(5-се слайд – ҡыҫҡаса биография)

        ( 6-сы слайд )  Һүҙлек эше:

           Мәрхәмәт, хәсрәт, айҡала, һөрөм, айбалта, атайсал, Сағыл, ырыҫ, ҡурсыу

һүҙҙәренә аңлатма биреү;

                

        “Донъябыҙҙан ни ҡала?” шиғырын тасуири уҡыу.

        Һорауҙар өҫтөндә эш:

  • Шиғырҙы уҡығанда ниндәй уйҙар, хис-тойғолар кисерҙегеҙ?
  • Автор нимәләр хаҡында уйланырға саҡыра?
  • Шағир шиғырҙың идея-тематик йөкмәткеһен асыр өсөн ниндәй һүрәтләү саралары ҡулланған? ( йәнләндереүҙәр, сағыштырыуҙар...)
  • Ә  ни өсөн “Донъябыҙҙан ни ҡала” һүҙҙәре йыш ҡулланыла икән? (авторҙың хафаланыуын аңлайбыҙ, гүйә, беҙҙе һәр саҡ иҫкәртеп тора)
  • Балалар, ә  беҙҙең тормошто эсер һыуһыҙ, һулар һауаһыҙ, сал урманһыҙ күҙ алдына килтереп буламы?  Ул саҡта донъя ниндәй булыр ине?
  •  (7-се слайд - һүрәттәр күрһәтелә бысраҡ, йән әсеткес күренештәр)
  • Һуңғы дүрт юлды яңынан уҡып cығайыҡ. Ни өсөн тәбиғәттең матурлығы шиғырҙа еребеҙ, моңобоҙ, телебеҙ менән иҫкә алына? (Тәбиғәтебеҙ матурлығы -  ул еребеҙҙең матурлығы. Тәбиғәтте яратмаған кеше - илен яратмай, илен яратмаһа, телен дә, моңон да яратмай,   юғалта  )
  1.  Ял минуты.         Ҡоштар тауышын тыңлау (берәй хәрәкәттәр эшләтеү)

- ”Үҙ күҙемә үҙем ышанмайым”  шиғыры менән танышыу.

-  Тасуири уҡыу.

-   Һорауҙар:  

      -  Был шиғырҙы “ Донъябыҙҙан ни ҡала?” шиғырының дауамы итеп ҡарарға буламы?

                  - Лирик геройҙы нимә борсой?

       -  “Йәншишмәмдең һыуы кибеп бара” юлдарын  нисек аңларға?          

      -   Йәншишмә һүҙе халыҡ ижадының тағы ла  ҡайһы жанрында осрай?     (“ Урал батыр ” эпосында.)

(8-се слайд – « Урал батыр» эпосында Урал батырҙың Йәншишмә һыуын тәбиғәткә бөркөүе һүрәте күрһәтелә)

  • Һуңғы өс юлды тағы ла уҡыйыҡ. Был һорауға нисек яуап бирерһегеҙ?  Шулай итеп, тәбиғәткә кем ярҙам итергә тейеш?  (Ярҙам көтөп ятыу кәрәкмәй, үҙебеҙ ҡуҙғалырға, тәбиғәткә ярҙам  ҡулы  һуҙырға тейешбеҙ. Тәбиғәт- беҙҙең ҡулда!)

  1.   Яңы теманы нығытыу.     Төркөмдәр менән эш.

Мин һеҙгә серле, яуаптары сиселмәгән һорауҙары булған ҡумта килтергәнмен. Эсендәге һорауҙарға яуаптар бирәйек.  

 Яҡынса һорауҙар:

       -Һеҙ нисек уйлайһығыҙ,  тәбиғәтте һаҡлау етәкселәрҙең, урмансыларҙың ғына эшеме? Ни өсөн ?

       -  Шағир А. Игебаев һеҙҙең ауылда булып китһә, ҡайһы урындарҙы үҙенең әҫәрҙәрендә әсенеп һүрәтләр ине?

      -Ҡулығыҙҙа серле таяҡ булһа, еребеҙҙе һәләкәттән ҡурсалау өсөн нимәләр эшләр инегеҙ?

- Ә һеҙ тәбиғәтте һаҡлау өсөн ниндәй сараларҙа ҡатнаштығыҙ?

(9-сы слайд )

  1. Рефлексия.
  •  Шулай итеп, бөгөн беҙ һеҙҙең менән ниндәй шағирҙың шиғырҙары менән таныштыҡ?
  • Дәрестең эпиграфына туҡталыу.   (10-сы слайд – Тәбиғәт беҙҙән мәрхәмәтлек көтә!)  Уҡытыусы:  Эйе, тәбиғәт беҙҙән мәрхәмәтлек көтә. Ер-  әсәбеҙ йәшле күҙҙәре менән беҙгә төбәлгән. Донъябыҙҙан ни ҡала, тип әсенеп яҙған шағирыбыҙға эйәреп,  ошо хаҡта бер ҡасан да онотмайыҡ , уҡыусылар! Ер яҙмышы-беҙҙең ҡулда!
  1. Баһалау.

       

     8. Өйгә эш:    Үҙ тиҫтерҙәребеҙгә Ер-әсәбеҙҙе һаҡлауға өндәгән мөрәжәғәт йә асыҡ хат яҙырға.


По теме: методические разработки, презентации и конспекты

Методическая разработка урока информатики в 5 классе "Компьютерная помощница - мышь"

Методическая разработка урока информатики по УМК Макаровой Н.В. "Информатика. Учебник 5-6. Начальный курс", изд "Питер", 2007 представляет собой комплект, в состав которого входят:1. план урока;2. пре...

Рабочий стол. Управление компьютером с помощью мыши

Презентация к уроку по теме "Рабочий стол. Управление компьютером в помощью мыши". Тип урока - урок усвоение новых знаний. На уроке вводятся первые понятия графического интерфейса: рабочий стол, значо...

Урок английского языка во 2 классе "Городская мышь, деревенская мышь. Развитие навыков аудирования и говорения"

Урок заканчивает учебную тему “I like food”, связан с предыдущими и является завершающим уроком....

Самоанализ урока английского языка "Городская мышь, деревенская мышь. Развитие навыков аудирования и говорения"

Самоанализ урока — это мысленное разложение проведенного урока на его составляющие с глубоким проникновением в их сущность, задачи с целью оценить конечный результат своей деятельности путем сравнения...

Сценарий оперетты И.Штрауса "Летучая мышь"

Этот материал предназначен для учащихся старших классов или студентов для проведения мероприятия по немецкому языку....

Презентация к уроку информатики в 5 классе по теме "Компьютерная помощница - мышь"

Презентация используется на уроке информатики в 5 классе при изучении нового материала и закреплении пройденного....

Приемы управления мышью. Указатели мыши.Раздаточный материал и Тест

Приемы управления мышью. Указатели мыши.Раздаточный материал и Тест...