Асыҡ дәрестең конспекты
план-конспект урока (5 класс) на тему
Предварительный просмотр:
Асыҡ дәрестең конспекты.
Дәрестең темаһы: Ҡыш.Предметты белдереүсе,предметтың билдәһен,эшен белдереүсе һүҙҙәрҙең һөйләмдәге мәғәнәләре һәм функциялары.
Дәрестең маҡсаттары:1.Ҡыш миҙгеле тураһында белемде тәрәнәйтеү.Ф.Рәхимғолованың»Ҡыш»шиғырен үҙләштереү.
2.Предметты белдереүсе,предметтың билдәһен,эшен белдереүсе һүҙҙәрҙең һөйләмдәге мәғәнәләрен һәм функцияларын системаға һалыу.
3.Уҡыусыларҙың бәйләнешле телмәрен үҫтереү өҫтөндә эшләү.
4.Тәбиғәтте күҙәтеү,тәбиғәткә һөйөү,һаҡсыл ҡараш тәрбиәләү.
Йыһазландырыу: мультимедиа проекторы,карточкалар,плакат,китаптар күргәҙмәһе,һүрәттәр.
- Инеш.Һаулашыу,танышыу.
Хөрмәтле уҡыусылар,уҡытыусылар!Бөгөн башҡорт теле дәресендә беҙ бергәләп эшләйәсәкбеҙ.Минең исемем Гульнара Тимергалиевна.
Бөтәгеҙгә лә дәресте яҡшы кәйеф,яңынан –яңы белем үрҙәренә менеүегеҙҙе теләйем.
Дәрестең темаһын белер өсөн йомаҡтың яуабын тап.
1. Аҡ бабай,аҡ бабай
Аҡ туныңды ҡаҡ бабай.
2.Ҡара ерҙең өҫтөнә
Ҡаҙ мамығын кем һипкән?
Аҡ юрғанды кем теккән?
Ап-аҡ ондо кем түккән?
-Тимәк,беҙҙең бөгөнгө дәрестең темаһы»Ҡыш».Шағыйрә Фәүзиә Рәхимғолованың шиғыре менән танышырбыҙ,ҡыш тураһында үткәндәрҙе ҡабатларбыҙ,күнегеүҙәр эшләрбеҙ.
Артикуляцион күнегеү.
Ҡара ҡарға ҡарҙан бара, /слайд/
Ҡанаттарын ҡаға-ҡаға.
-Бөгөн көн ниндәй?/уҡыусылар һауа торошон һөйләй/
2.Төп өлөш.
Фәүзиә Рәхимғолова «Ҡыш»шиғыре өҫтөндә эш./портрет/
-Шиғырҙе уҡытыусы уҡый.
-уҡыусылар үҙаллы уҡый
-Яңы һүҙҙәр/ҡысҡырып уҡыу/
Әйтерһең-как будто
Ябынған-укрылся ,накрылся
Мьуйыл сәскәһендәй-как цветы черемухи
Суҡтар-кисти
Тәлгәш-гроздь
Бәхет-счастье
Шау-гөр килә-шумят
Йылғыр-быстрый
Сабалар ҙа сабалар-мчаться и мчаться
-Сылбырлы уҡыу./Бер юл уҡыйбыҙ һәм тәржемә итәбеҙ/
-уҡыусы шиғырҙең беренсе юлын уҡый икенсеһен бергәләп....
-һорауҙарға яуап /Бишбүләк ауылы тәбиғәте/
Дәфтәрҙә эшләү.Күнегеү.
1.Күплек исемдәр.Ҡарҙар,ағастар,суҡтар,саналар...
2.сифат.Аҡ,матур,саф,мамыҡ,йылғыр..
3.Ҡылым.Ябынған,тағылған,һипкән,шау-гөр килә.....
Физминутка.
Ыж-ыж итә,ыж-ыж итә,
Беҙҙе тыҙ-быҙ йөрөтә.
Ҡайһыбыҙҙы йүгертә,
Ҡайһыбыҙҙы һикертә.
Асыланһа танауҙы ла
Ҡып-ҡыҙыл борос итә,
Ҡолаҡтарҙы семетә.
Балаларҙы гармунһыҙ ҙа
Тыпыр- тыпыр бейетә.
3.-Үтелгәндәрҙе ҡабатлау.
-Шиғырҙе мин башлайым,һеҙ дауам итегеҙ.
Беҙҙең елка.М.Ғәли.
Бына тағын йыйылдыҡ беҙ Аҡ күбәләк кеүек ҡарҙар
Йәмле елка янына, Яуалар ҙа яуалар.
Ҡаршылайбыҙ Яңы йылды Уйнайбыҙ ҙа,көләбеҙ ҙә
Йырлап-гөрләп тағы ла. Беҙ бәхетле балалар.
Хикмәтле ҡар.С.Муллабаев.
Ҡар яуа ла ҡар яуа Беҙҙең өҫкә лә ҡарҙар
Яландарға ,ҡырҙарға. Яуалар ипләп кенә.
Йоҡлап яткан далалар -Ҡар түгел,-ти олатай,-
Күмелә аҡ юрғанға. Яуа аҡ икмәк кенә.
Ҡар түгел,яуа аҡ икмәк кенә-нисек аңлайһығыҙ.
Мәҡәл-Ҡар күп булһа икмәк күп була.
Һынамыштар/карточкалар менән эш/
Дуҫыңа,күршеңә,класташыңа ярҙам ит. /слайд/
4.Телмәр үҫтереү.
Яҙылған текстар ҡайһы һүрәткә тура килә?
1.Һалҡын ҡыш килде.Ап-аҡ ҡар яуа .Һауа саф.Тышта балалар уйнай.Улар сана шыуалар.Ҡар бабай эшләйҙәр.Ҡар йомарлап бәрешәләр.Улар шатлана,уларға күңелле.
2.Тышта ябалаҡлап ҡар яуа.Бөтә донъя аҡ шәл ябынған.Ап-аҡ бәҫкә төрөнөп ,ағастар йоҡоға талған.Яҡында ғына ағаҫға тағараҡ эленгән.Унда коштар ем ашарға килгән.
-Нисек уйлайһығыҙ,тағараҡҡа ниндәй ҡоштар килә?
Һ...йыҫҡ...н,к...гәрс...н,ҡ...рлуғас,с...йырсыҡ,т..мырка,т...рғай,ҡ...рабаш т...рғай,ҡыҙ...лтүш турғ...й,ҡ..ра ҡ..рға.
Ҡоштар беҙҙең дуҫтарыбыҙ.Уларҙы һаклағыҙ,ҡыш көнө ағастарға тағараҡтар элеп ,көн һайын ем һалырға онотмағыҙ.Ҡоштар тәбиғәттең бер өлөшө.Ә тәбиғәтте һаҡлау-үҙеңде яҡлау.
Йомаҡ.Шәкәр тиһәң ,шәкәр түгел,
Һөт тә түгел-үҙе аҡ.
Мамыҡ тиһәң ,мамыҡ түгел.
Йә,был нимә?
Уйлап тап. /ҡар бөртөктәре/слайд.
Музыка Чайковского «Времена года»Дөрөс тын алыу күнегеү.
Тышта ҡар яуа ,ҡар бөтөктәре ашыҡмай ғына ергә ҡойола,әйҙәгеҙ уларҙы усыбыҙға ҡундырайыҡ.Әйҙәгеҙ тәрән һулыш алып уларға өрәйек.
Ҡар бөртөктәре шундай матур.Улар осҡанда нимәне хәтерләтә?/йондоҙҙо.күбәләкте/
Ниндәй була?/йомшаҡ,шаян,аҡ,епшек/
Ҡояш нурҙары аҫтында нисек күренә?/емелдәй,ялтырай,төрлө төстәр менән сағыла/
Ҡар нисек яуа?/ябалаҡлап,елпенеп,талпынып/
Усыбыҙҙа ҡар эреп бөткән кеүек беҙҙең дәрестә бөтөп бара.
Өй эше.
«Ҡыш” шиғырен ятларға/8 юл/
Йомғаҡлау.Баһалау.
-Дәрестә ниндәй яңалыҡ белдек?
Нимәгә өйрәндек?
Ҡыш беҙҙең Башҡортостанда ниндәй?/һәр уҡыусы бер һөйләм төҙөй/
-Тимәк,беҙ бөгөн дәрестә Ф.Рәхимғолованың «Ҡыш»шиғырын уҡыныҡ,ҡышҡы тәбиғәттең матурлығын күҙәттек.....
По теме: методические разработки, презентации и конспекты
5 нче дәрестә әдәбият дәресе конспекты
“ҖИКТЕРЕП ПАР АТ, КАЗАНГА ТУП – ТУРЫ КИТТЕМ КАРАП”...
Географиядән дәрестән тыш чара эшкәртмәсе. "Күп белергә теләсәң"
Әлеге кичә эшкәртмәсе 6-7 нче сыйныф укучылары өчен төзелде....
"Сәламәтлек театры" Дәрестән тыш чара (эшчәнлек)
Дәрестән тыш эшчәнлеккә менә дигән чара!...
Дәрестә куллану өчен карточкалар.
Индивидуаль эшне оештыру өчен карточкалар....
Ризаэддин Фәхреддин мирасын дәрестә һәм дәрестән тыш чараларда куллану.
Ризаэддин Фәхреддин мирасын дәрестә һәм дәрестән тыш чараларда куллану....
Дәрестә һәм дәрестән тыш эшчәнлектә проект эшчәнлеген куллану тәҗрибәсеннән чыгыш
Сез дә ФДББС сыйныфларында эшлисезме? Проектлар эшләү сезнең өчен дә әһәмиятлеме? Дәрестә һәм дәрестән тыш эшчәнлектә проект эшчәнлеген куллану тәҗрибәсеннән чыгышымны тәкъдим итәм....
Асыҡ дәрестәр, оҫталыҡ дәрестәре исемлеге
Минең тарафтан 2014 уҡыу йылынан башлап үткәрелгән асыҡ дәрестәр, оҫталыҡ дәрестәренең исемлеге...