Талха Ғиниәтуллин ”Мәтрүшкә еҫе”хикәйәһе.
план-конспект урока (8 класс) на тему

Хажеева Минзилә Ғәлиулла ҡыҙы

Әсәйҙәргә ҡарата һөйөү, иғтибарлы ҡараш тәрбиәләү.

Скачать:

ВложениеРазмер
Microsoft Office document icon mtrushk_ese.doc77.5 КБ

Предварительный просмотр:

Тема : Талха Ғиниәтуллин ”Мәтрүшкә еҫе”хикәйәһе.

                                 (8класс өсөн)

                                                                        Автор : Хажеева Минзиля Галиулловна,

                                                                     учитель башкирского языка и литературы

                                                                          МБОУ СОШ №10 г.Учалы.

                                                                                 Тел 89063730018

                                                                       Хажеева Минзилә Ғәлиулла       ҡыҙы,

Учалы ҡалаһы Муниципаль бюджет дөйөм белем биреү учреждениеһы 10-сы урта дөйөм белем биреү мәктәбенең башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы

                                                    Учалы – 2016

Тема : Талха Ғиниәтуллин ”Мәтрүшкә еҫе”хикәйәһе.

Маҡсат: 1. Яҙыусының тормош һәм ижад юлы менән танышыу, әҫәрҙең йөкмәткеһен үҙләштереү, анализлау.

                2. Уҡыусыларҙың бәйләнешле телмәрен үҫтереү, һүҙ байлығын арттырыу,яңы һүҙҙәрҙе хәтерҙә ҡалдырыу.

                 3. Әсәйҙәргә ҡарата һөйөү, иғтибарлы ҡараш тәрбиәләү.

Йыһазландырыу : яҙыусының портреты, китаптар күргәҙмәһе, проектор,  презентация.

Дәрес барышы :  

      Уҡытыусы һүҙе. Бөгөнгө дәресте һеҙгә таныш булған бер шиғыр менән башлағым килә .

 Экранда

Бер кемдә юҡтыр

Әсәйем ише

Ул донъялағы

Иң матур кеше.

-Бер нисә баланан уҡытыу (тәржемә иттереү)

3. Дәрескә маҡсат ҡуйыу.

 Уҡытыусы. Уҡыусылар, нисек уйлайһығыҙ, ни өсөн дәресте ошо шиғырҙан башланым?

-Уҡыусылар  дәрес әсәйҙәр, уларҙың балаларына ҡарата тәрән һөйөүе тураһында буласаҡ, тигән фекерҙәр әйтәләр.

-Әсәйҙәр тураһында тағы ниндәй әҫәрҙәр беләһегеҙ?

(“Ҡояшҡа әйләнгән әбей” әкиәте, Кәтибә Кинйәбулатова “Әсә күңеле” шиғыры, Ҡәҙим Аралбаев “Кисер, әсәй”, “Әсәйҙең сәй япраҡтары” шиғырҙары.)

Дәрестең маҡсаты әйтелә. Эйе, әсәйҙәргә яҙыусылар һәм шағирҙар бик күп әҫәрҙәр бағышлағандар.  Бөгөн беҙ шундай әҫәрҙәрҙең береһе менән танышырбыҙ. Ул "Мәтрүшкә еҫе" тип атала. Хикәйәне ижад итеүсе  беҙҙең яҡташыбыҙ Башҡортостандың халыҡ  яҙыусыһы Талха Ғиниәтуллиндың тормош һәм ижад юлын өйрәнербеҙ.

---Дәрескә алдан әҙерләнеп килгән уҡыусы яҙыусының тормош юлы һәм ижады тураһында һөйләй. Интерактив таҡтала яҙыусының фотоальбомы ҡарала.

Талха Ғиниәтуллин бөтә илебеҙ уҡыусыларына яҡшы таныш, киң танылған яҙыусы.

Башҡортостан Республикаһының халыҡ яҙыусыһы Талха Йомабай улы Ғиниәтуллин (Анатолий Генатулин) 1926 йылда республикабыҙҙың Учалы районы Ураҙ ауылында тыуып үҫкән. Бөйөк Ватан һуғышы башланған йылды ФЗО-ға уҡырға китә. Уны тамамлағас, заводта әллә ни оҙаҡ эшләргә тура килмәй, 1943 йылда әле ун етеһе лә тулып өлгөрмәгән егетте хәрби хеҙмәткә алалар. Оҙаҡламай Талха фронтҡа барып эләгә һәм һуғыш тамамланғансы ауыр фронт, яу юлдарын үтә, бер нисә тапҡыр яралана. Һуғышта күрһәткән батырлыҡтары өсөн миҙалдар менән бүләкләнә.

1948 йылда Талха Ғиниәтуллин демобилизацияланып ҡайтҡас, Кавказ яҡтарында тоннель төҙөү эштәрендә ҡатнаша. 

Илленсе йылдарҙан бирле Талха Ғиниәтуллин Мәскәүҙә йәшәй, үҙәк гәзит-журналдарҙа хикәйәләрен, повестарын баҫтыра. Ул рус телендә яҙа. Әммә башҡорт кешеһенең күпселек әҫәрҙәре үҙ туған халҡы, Башҡортостаны тураһында. Күп кенә повестары һуғыш темаһына арналған. 

"Мышағыр” (1969), "Айыу таш” (1975), "Алтын бишегем” (1984), "Тау артында ниҙәр бар” (1997), "Һин аҡ ҡайын янында тора инең” (2007) йыйынтыҡтарына тупланған хикәйә һәм повестарында, Рәсәй һәм Башҡортостан матбуғатында донъя күргән әҫәрҙәрендә яҙыусы гүзәл Башҡортостан тәбиғәтен, Урал аръяғындағы тау-ташлы, урмандары, ялан-ҡырҙары, инеш-күлдәре, Яйығы һәм мәғрүр Ирәмәле менән данлыҡлы Учалы яҡтарының шифалы ерен ҡайнар һөйөү хистәренә һуғарып һүрәтләй. 

Дәфтәргә дата, аҙна көнө атамаһы, тема яҙыла.

Уҡытыусы. Әҫәрҙе өйҙә  уҡып килергә ҡушылғайны. Шуға күрә һеҙ уның йөкмәткеһе менән танышһығыҙ. Һеҙ белмәгән һүҙҙәр осранымы?

Һүҙлек эше.

Ылау –подвода

Мәшәҡәт-беспокойство

Кейеҙ-войлок

Шәфҡәт туташы-сестра мелосердия

-Һүҙлек һүҙҙәре таҡтала яҙылған.

-Һүҙлек китабы.

-Һүҙлек һүҙҙәрен дәфтәргә яҙыу

-Уҡыусылар һүҙлек һүҙҙәре менән  һөйләмдәр төҙөйҙәр.

Әҫәрҙең йөкмәткеһе өҫтөндә эш.

-Әҫәр ниндәй жанрға ҡарай? (Хикәйә)

-Хикәйәгә хас үҙенсәлектәрҙе һанап сығығыҙ.( 1. Әҫәр күләме яғынан ҙур түгел; 2. Бер ваҡиғаға  ҡоролған; 3. Хикәйә үҙәгендә ике персонаж тора.)

Әҫәрҙең  йөкмәткеһен ҡыҫҡаса һөйләп үтәйек.

  (1-2 уҡыусы һөйләй).

-Хикәйәнең төп геройы кем?(Әҫәрҙең төп геройы - Сафиуллин Хәбибулла)

Әҫәр буйынса һорауҙарға яуап биреү.

-Хәбибулла әҫәрҙә ниндәй ролдәрҙә күҙ алдына килеп баҫты? (Хәбибулла районда, Башҡортостанда иң хөрмәтле кешеләрҙең береһе. Ул көтөүсе. Хәбибулла – ғаилә башлығы. Уның һөйөклө ҡатыны, унынсыны бөтөргән улы, бик оло йәштәге әсәһе бар.)

 

 -Хәбибулла ни өсөн орден менән бүләкләнә? Был хәл уны үҙгәртәме? Нисек? (Үҙен ни өсөн орден менән бүләкләгәндәрен Хәбибулла аңлап та етмәй. Уның хаҡында гәзиткә лә яҙалар, орден менән бүләкләйҙәр, Мәскәүгә лә барып ҡайта, әммә тормошонда бер үҙгәреш тә булмаған кеүек. Ул һаман көтөүсе булып ҡала. )

-Ул ниндәй ғаилә башлығы? Автор был хаҡта нимә ти? Шул юлдарҙы табып уҡырға. (Герой  улы хаҡында бик йыш уйлай. Улы унынсыны бөтөрөп, институтҡа инергә әҙерләнеп йөрөй. "…Шундай тырыша егет, уҡыуға шундай әүәҫ. Һуң Сафиуллиндар нәҫеленән дә берәү юғары белемле булырға тейеш тә инде?"тип уйлай ул.)

-Атай булараҡ уға ниндәй сифаттар хас? (Хәбибулла - хәстәрлекле атай.Улының киләсәге өсөн борсола.)

-Һуғыштан һуңғы тормошо тураһында иҫтәлектәрҙә ниндәй юлдар бик йыш ҡабатлана? Текстан табып уҡырға. (Йәшәргә ҡайтып барамы ул, үлергәме; әллә үлергә ҡайтып бара, әллә йәшәргә ҡайтып бара Хәбибулла һалдат; көҙҙән дә ҡалмай был донъяны ҡуйырмын…)

-Хәбибулланың терелеренә табиптар өмөт өҙгәс, уны кем ҡурсалай? ---Әсә улын нисек дауалай?Табып уҡығыҙ (Табиптар өмөт өҙһә лә әсә кеше балаһының ғүмере өсөн аҙағынаса көрәшә, Хәбибулланы өйгә алып ҡайта. Әсәһе менән ҡустыһы ихата уртаһына соҡор ҡаҙалар, эсенә ут яғалар. Яландан бер күбә мәтрүшкә алып ҡайтып, соҡорҙо мәтрүшкә менән күмеп, өҫтөнә өс таҡта һалалар һәм кейеҙ түшәйҙәр. Ҡыҙыу соҡорҙа мәтрүшкә быуланып бешә. Әсәһе менән ҡустыһы Хәбибулланы соҡорға һалып, муйынына тиклем ҡайнарланып торған мәтрүшкә менән күмәләр. Ошо рәүешле Хәбибулланы өс аҙна дауалайҙар. Көҙгә табан ул урынынан тороп йөрөй башлай, ҡыш алдынан идараға барып эш белешә.)

-Улын һауыҡтырыуҙа әсә ниндәй дауалау ысулын ҡуллана? (Әсә мәтрүшкә үләненең, ҡымыҙҙың дауалау көсөн яҡшы белгән. Шулар ярҙамында улын аяҡҡа баҫтырған.)

-Дарыу үләндәрен нисек ,ҡасан йыйырға кәрәк тип уйлайһығыҙ? Бер уҡыусы һөйләй.Дарыу үләндәрен мин матур ҡояшлы көндә, яҡшы кәйефле саҡта, теләк теләп йыям. Уларҙы кәрәгенсә генә өҙөп, ҡәҙерләп йыйырға кәрәк, шул саҡта ғына файҙаһы була. Үҙебеҙҙә үҫкән япраҡтар, үләндәр, сәскәләр кешегә көс бирә, дәрт өҫтәй, һауыҡтыра. Тик һәр нәмәнең самаһы була, үләндәрҙе белеп кенә йыйырға һәм ҡулланырға кәрәк. 

-Уҡыусылар дауалау сараһы итеп ҡулланылған мәтрүшкә, ҡымыҙ хаҡында мәғлүмәт бирәләр. Интернет селтәре “Мәтрүшкә Википедия»ны ҡарарға була.Һүрәтен күрһәтеү.Беҙҙең яҡтарҙа ниндәй мәтрүшкә үҫә?(гербарий ҡулланырға мөмкин)

(Мәтрүшкә - күп йыллыҡ үлән, бейеклеге 30-80 см, июль - сентябрь айҙарында алһыу аҡ сәскә ата. Мәтрүшкә ҡорораҡ ерҙә, урман ситендә, тау биттәрендә, йылға ярҙарында үҫә. Мәтрүшкәне сәскә атҡан сағында йыйып киптерәләр. Ҡыш көнө һыуыҡ алдырғандар мәтрүшкә сәйе эсеп, мунсала мәтрүшкәле миндек менән сабынып дауаланалар.)

-Шулай уҡ «Кумыс-Википидия»ға мөрәжәғәт итәбеҙ. Ҡымыҙҙың химик составын ҡарап үтеү 

Витамин С 

50,1 мг%

Витамин В 

80,6 y/л

Витамин А

0.670 мг/л

Витамин B12

5,98 y/л

Витамин В2

275 y/л

Кальций

0.16%

Фосфор

0,076%

Медь(баҡыр)

0.008%

Цинк

0,1%

Ҡымыҙ— бейә һөтөнән әсетеп әҙерләнгән күпереп торған аҡ төҫтәге эсемлек. Ҡымыҙҙы иң беренсе күсмә халыҡтар эшләргә өйрәнгәндәр һәм уны эшләү ысулын быуаттар буйына сер итеп һаҡлағандар.Рәсәйҙә ҡымыҙ менән дауалау учреждениеһы тәүге тапҡыр 1890 йылда С. Аксаковтың ейәнсәре О. Аксакова тарафынан төҙөлә. 1892 йылда Шафран тимер юл станцияһы тирәләй санаторийҙар селтәре барлыҡҡа килә. 1898 йылда Андреевский санаторийы асыла. Бөгөн Башҡортостан ҡымыҙ менән дауалау үҙәге булып тора. «Шафран», «Йоматау», «Алкино», «Глуховская», «Чехов», «Аксаков» исемендәге шифаханалар һәм башҡа ойошмалар бар.

-Улының ғүмере өсөн көрәшкәндә әсәнең ниндәй характер һыҙаттарын күрҙек? (Ныҡышмал, сыҙам, талапсан, әсәлек хисе көслө.)

-  Дәфтәрҙә эш:

-Әсәйегеҙгә хас билдәләрҙе яҙығыҙ.

-Бер нисә баланың яуабын тыңлау.

-Ял минуты.Гөлдәр  Ишҡыуатова башҡарыуында “Әсәйем» йырын тыңлау  

-Төп геройҙың тойғолары яңырыуына, хистәре нескәреүенә нимә сәбәпсе була? (Ауыр эш көнөнән һуң Хәбибулла мәтрүшкәле миндек менән мунсала сабына. Шул саҡ мәтрүшкә еҫе уны үткәндәренә кире алып ҡайта. Хәбибулла  әсәһенең халыҡ дауаһы мәтрүшкә менән дауалауын иҫкә төшөрә, күңеле нескәрә, әсәһенә, тирә-яҡ донъяға ихласыраҡ ҡарай башлай.)

-Хәбибулла мунсанан сыҡҡас, кемде күрә?  Уның әсәһенә ҡарата мөнәсәбәте үҙгәрәме? (Хәбибулла мунсанан сығыуға әсәһе күтәрмәнең икенсе баҫҡысында тора. Хәбибулла әсәһе ҡаршыһына килә, күҙҙәренә ҡарай. Әсәнең элеккесә тыныс, ҡырыҫ, талапсан ҡарашын күреп ҡаушап ҡала, өйгә инергә ярҙам итергә теләй һәм әсәһен ике беләгенә күтәреп өйгә индерә. Биш бала тапҡан, уларҙы күтәреп йөрөткән, бар ғүмере буйы балаларын кеше итер өсөн бик күп михнәттәр күргән әсәнең ҡауырыйҙан да еңел булыуына хайран ҡала.)

-Беҙ танышҡан әҫәр нимә тураһында? Был әҫәр менән Талха Ғиниәтуллин нимә әйтергә теләгән? (Әҫәрҙә ауылдың ябай кешеһе Хәбибулла Сафиуллиндың көндәлек мәшәҡәттәр менән тулы йәшәйеше һүрәтләнә. Хикәйәлә шаҡ ҡатырғыс хәлдәр тасуирланмай. Был әҫәр кешелеклелек, кешенең эске байлығы, сафлығы, күңел матурлығы тураһында.)

Йомғаҡлау;

-Дәрес башындағы һорауға кире әйләнеп ҡайтайыҡ. Ни өсөн әҫәр «Мәтрүшкә еҫе» тип атала? (Мәтрүшкә – тыуған ерҙең биҙәге. Мәтрүшкә еҫе күңелде байыта, сафландыра, йәшәү шатлығы уята. Әҫәрҙә тормош мәшәҡәттәренә сумып,  әсәһенең тере кеше булыуын   онотоп йөрөгән Хәйбулланың хистәрен мәтрүшкә еҫе  яңырта.)

- Әсәйҙәр тураһында бик күп мәҡәлдәр  һаҡланып ҡалған. Экранда бирелгән мәҡәлдәрҙең икенсе яртыһын табығыҙ һәм әҫәргә тура килгәнен айырып әйтегеҙ.

Йәннәт әсәйҙәрҙең                        бала күңеле далала.

Әсә күңеле балала,                       тәңре хаҡы.                  

Әсә хаҡы -                                         бала етем булмай.

Әсә янында                                       аяҡ аҫтында.

 (Әсә хаҡы – Тәңре хаҡы. Әсә күңеле балала, бала күңеле далала.)-Беҙҙең илдә  әсәйҙәрҙең бәҫен күтәреү өсөн бик күп эштәр башҡарыла. Шулай уҡ һәр йыл һайын  ноябрҙең һуңғы көнөндә әсәләр көнөн билдәләү яҡшы традицияға әйләнде. Байрамдың маҡсаты бер: иң бөйөк кеше - Әсәгә - сикһеҙ хөрмәтебеҙҙе, мөхәббәтебеҙҙе белдереү, уның алдында баш эйеү, күңел йылыһын бүләк итеү.

Өйгә эш. Әсәйҙәр көнө алдынан ҡәҙерлеләрегеҙгә  әйтергә теләгән иң ихлас, ысын йөрәктән сыҡҡан һүҙҙәрегеҙҙе хат итеп яҙып килегеҙ.


По теме: методические разработки, презентации и конспекты

Презентация. Т.Ғиниәтуллин. "Миҙал" хикәйәһе

Презентация. Т.Ғиниәтуллин. "Миҙал" хикәйәһе...

Рафаил Төхфәтуллин әсәрләренең тормышчанлыгы

Үз гомерендә 33 китап авторы Рафаил Төхфәтуллин укучы күңеленә тәэсир итә белә. Кешегә ул табигатьнең җанлы бер кисәге итеп карый. Сәләтле язучының хезмәте күп кенә эзләнүләргә һәм тәҗрибәләргә бай. Б...

Талха Ғиниәтуллин ижады буйынса презентация.

Талха Ғиниәтуллин ижады буйынса презентация....

Талха Ғиниәтуллиндың "Миҙал" хикәйәһен өйрәнеү

5-се класта башҡорт әҙәбиәте дәресе...

Талха Ғиниәтуллиндың “Әсә һәм бала” хикәйәһен анализлау слайд шоу.

Талха Ғиниәтуллиндың “Әсә һәм бала” хикәйәһен анализлау слайд шоу....