Рәшит Назаров шиғриәтенә арналған кисә
план-конспект урока на тему
Предварительный просмотр:
Тема: Рәшит Назаров. “Йөрәгемде һеҙгә илтәм”.
Маҡсат: 1. Феноменаль фекер эйәһе, яңы шиғри аң асыусы шағирҙың ҡыҫҡа ғына арауыҡтағы мөғжизәле ижады менән таныштырыу; шиғри теленең бөйөклөгөн “аң менән аңлап булмай” тигән фекергә килеү; тел байлығына, юғары фекер ҡеүәһенә һоҡланыу; башҡорт милләтле ошондай гениаль шағирыбыҙ менән ғорурланыу тойғоһо тәрбиәләү.
Йыһазландырыу: Р.Назаров китаптары күргәҙмәһе;портреты, презентация.
Эпиграф:
“Рәшит Назаров – шиғриәтебеҙҙең тантанаһы ла, фажиғәһе лә…”
“Гениаль шиғри шәхес, феноменаль фекер эйәһе” (Р.Бикбаев).
Дәрес барышы:
l. Инеш өлөш.
Уҡытыусының һүҙе:
- Бөгөнгө беҙҙең дәресебеҙ бөйөк шағирыбыҙға арналған. Уның быйыл тыуыуына 70 йыл булды. Әйҙәгеҙ һүҙҙе хәҙер 7-се кластың үҙҙәренә бирәйек. Рәхим итегеҙ!
Уҡыусы:
Йыртып астым күкрәгемде,
Йолҡоп алдым йөрәгемде.
Һәм, йомарлап устарыма
Илттем уны дуҫтарыма.
Илттем уны һиңә, йәнем,
Тик күрмәнең ниңә, йәнем?
- Дуҫтар, кем яҙған был шиғырҙы? Әлбиттә, Рәшит Назаров. Рустарҙа - Пушкин, инглиздәрҙә - Шекспир, немецтәрҙә - Гете, итальяндарҙа - Данте, татарҙарҙа - Туҡай. Башҡорттарҙың - Рәшит Назаров. Ул, беҙҙең баш особоҙҙан ғына түгел, бәлки, бөтә әҙәбиәт күгенән бығаса күренмәгән балҡыш, яңы яҡтылыҡ булып тәгәрәп үтте. Уның тыуыуына 70 йыл хәҙер. Ә шиғырҙары уның 22 йәшенә тиклем генә яҙылған.
ll. Яңы теманы аңлатыу.
Рәшит Назаров. Тормош юлы һәм ижады.
- Рәшит Сәйетбаттал улы Назаров 1944 йылдың 1 ноябрендә Башҡортостандың Ауырғазы районы Төрөмбәт ауылында крәҫтиән ғаиләһендә тыуған. Ғаиләлә алты бала булған. Төрөмбәт урта мәктәбен тамамлағас колхозда эшләй. Тәүге шиғырҙарын 10-11 йәштә яҙа. Рәшит Назаровтың 15 йәшлек сағындағы шиғырын тәҡдим итәбеҙ.
1-се укыусы:
Күл
Күл тора ауыл артында
Зәңгәрләнеп, күкләнеп.
Ситендәге һай ерҙәре
Һаҙлыҡланған мүкләнеп.
Һис кем һиҙмәгән был күлдең
Донъяла булғанлығын,
Йәйен томанға төрөнеп,
Ҡыштарын туңғанлығын.
- 1965 йылда Башҡортостан китап нәшриәте йәш шағирҙың “Таңды ҡаршылау” исемле тәүге шиғырҙар йыйынтығын баҫтырып сығара. (слайд). 1970 йылда Рәшит Назаровтың “Ҡояш юлы буйлап” тигән икенсе китабы нәшер ителә. (слайд). Ике йыйынтыҡ та шиғриәттә оло күренеш, ҙур яңылыҡ итеп ҡабул ителә. Рәшит Назаровтың фекер яғынан да,йөкмәткеһе менән дә иҫтә ҡалырлыҡ әҫәрҙәре уның шиғриәткә китмәҫкә килгән шағир икәнлеген раҫлай. Ауырғазы ерендә тыуған ябай ауыл малайы әҙәбиәт күгендә яҡты йондоҙ булып атыла.(слайд).
- Шағирҙың “Йөрәгемде һеҙгә илтәм” исемле өсөнсө китабы, икенсеһенән һуң 21 йыл үткәс, 1991 йылда ғына донъя күрә. 1994 йылда “Йәшен” тип аталған яңы йыйынтығы баҫылып сыға. (слайд). Әҙәбиәтебеҙ тормошонда уларҙың һәр береһе көтөп алынған ҙур яңылыҡ, оло күренеш ине. Шағир һәр яңы йыйынтығында тағы ла тулыраҡ, тағы ла көслөрәк сағылды. Ғүмер шиғырынан өҙөк.
2-се укыусы:
Биш ғүмерле кеше кеүекмен мин,
Аҙмы ялҡын, аҙмы ут яна...
Һәр бер таңда минең йөрәгемдә
Башланмаған ғүмер уяна.
Биш булмаһын, әйҙә, берәү булһын,
Ваҡ бәхеткә тик мин табынман,
Үткән ваҡыт, минең өсөн үлеп,
Халҡым өсөн тыуыр яңынан!..(Ғүмер).
- Рәшит Назаров – тәбиғәт балаһы. Шағир, тыуған төйәгенең, иленең һоҡланғыс тәбиғәтен ҡәҙерләп яҙған шиғырҙары бик күп. Бына уларҙың береһе Илемә.
3-сө уҡыусы:
Илем! Һинең зәңгәр киңлектәрҙә
Осор инем ҡоштай талпынып,
Ҡанат осом ҡағылып үткән ерҙә
Ҡойолор ине офоҡ ватылып.
Илем! Һинең зәңгәр киңлектәрҙә
Офоҡтарҙы ватып осам мин,
Талпынам да алыҫ күкте ҡосам,
Күкрәгемә Ерҙе ҡыҫам мин.
- Ижад менән армияла хеҙмәт иткәндә лә шөғөлләнеүҙән туҡтамай. Ул 1963-1966 йылдарға тура килә. Шул йылдарҙағы шиғырын тәҡдим итәбеҙ.
4-се укыусы:
Поста*
Күктә атылып-атылып уйнай, уйнай йондоҙҙар,
Миңә һарылып һөйләй ниҙер яҙғы ел генә.
Автомат та, уйҙарымдай һағайып, тынған, —
Мин постамын, мин постамын. Туҡта! Кем килә?!
Мин постамын.
«Ҡулдарыңды!..» Мин һаҡтамын. һаҡта!
Минең менән — Халҡым, Илем, Ер.
Кемдәр үтер минең посым аша? —
Миңәме ни һуң был барыбер?!
Һаҡламайыммы ни Мәңгелекте,
Киләсәктең ғорур ишеген?!
Посым аша — бәхет, ал таң үтһен,
Кешелеге үтһен кешенең.
- Үҙенең тыуған яғын, йортон да онотмай шағир. Әсәһенә, тыуған иленә, теленә ҡарата тойғолары шиғыр юлдарында ята. (слайд).
Тыуған ерем һыуы
Йүгереп төштөм Өршәккә,
Һыуын алдым көршәккә,
Урман буйлап тын ғына
Ҡайтым киттем моң ғына.
Тирә-яҡта киң ялан
Тәрән йоҡоға талған.
Юҡ, ул да минең һымаҡ
Моңло уйҙарға ҡалған.
Туған тел
Миңәме ни һине оноторға!
Туған телем, әсә һөтөләй,
Сафлыҡ бирҙең миңә, ҡеүәт бирҙең,
Ҡуша үҫтең йөрәк итемә.
Әйҙә юлдар алыҫ алып китһен,
Мин барыбер тыуған илемдә.
Тыуған илгә булған һөйөүемде
Әйтерем тик туған телемдә!
- Шағирҙың баҫыуҙа арымай-талмай көнө буйына эшләгән кешеләргә лә арналған шиғырҙары бар. Мәҫәлән, Тракторист йыры, Бесәнсе йыры, Хөрмәт, Баҫыуҙы таң һәм башҡалар. Әйҙәгеҙ берәүһен тыңлап китәйек.
Хөрмәт.
Хеҙмәтле кеше блғанға
Хөрмәтле беҙҙең Хөрмәт,
Эштә лә ул иң егәрле,
Ялда ла һәр саҡ үрнәк.
Хас сәсрәү ялҡын инде ул!
Тире лә таммай ергә:
Сосланып бәреп сыға ла,
Боҫланып оса үргә.
Күҙе – ут, йөҙө – ҡара тут,
Ҡояшта шундай янған!
Дан хеҙмәт уның усына
Тамғаны уя һалған.
Ә Хөрмәт быға ҡәнәғәт:
- Иҫәп, - ти, - минең теүәл;
Ҡырҙа күпме кәбән ҡойһам,
Ҡулда шул тиклем һөйәл.
Мөхәббәт лирикаһына ҡағылған шиғырҙары ла күп.
Йәшен
Мөхәббәт ул — әйтерһең дә, утлы йәшен,
Һанап, һорап тормай һис бер кемдең йәшен,
Һүнмәҫ ялҡын менән ялмай ҡартын-йәшен,
«Көйҙөрөр», — тип ҡурҡһаң әгәр, ҡас һин — йәшен,
Тик аҙаҡтан ҡоя күрмә күҙең йәшен!
Мөхәббәт ул — әйтерһең дә, утлы йәшен…
- Рәшит Назаров шиғырҙар ғына яҙып ҡалмай, тәржемә менән дә шөғөлләнә. Шуларҙың береһен тәҡдим итәбеҙ.
А.С. Пушкиндан тәржемә. Ҡышҡы юл.
Тулҡынлы томандар аша
Тоноҡ ай ҡарай бына,
Ул моңһоу ҡарҙар өҫтөнә
Нур һибә моңһоу ғына.
Ҡышҡы, күңелһеҙ юл буйлап
Тройка ярһып елә,
Тик ялыҡтырғыс бер көйгә
Ҡыңғырау сыңлап килә.
Ямщиктың оҙон йырында
Ишетелә таныш тауыш.
Йә елкендергес шаян дәрт,
Йә йөрәк өҙгөс һағыш.
Ут та юҡ, һорғолт йорттар ҙа,
Ҡар ҙа ҡыр… Миңә ҡаршы
Тик берәм-һәрәм осрай
Саҡырым бағанаһы.
29.05.1963
Зимняя дорога. А.С. Пушкин
Сквозь волнистые туманы
Пробирается луна,
На печальные поляны
Льет печально свет она.
По дороге зимней, скучной
Тройка борзая бежит,
Колокольчик однозвучный
Утомительно гремит.
Что-то слышится родное
В долгих песнях ямщика:
То разгулье удалое,
То сердечная тоска...
Ни огня, ни черной хаты,
Глушь и снег... Навстречу мне
Только версты полосаты
Попадаются одне...
1826.
Шағирҙың иң һуңғы шиғыры 19 февралдә 1977 йылда яҙылған:
...Ышанмағыҙ февраль буранына.
Бер яуыз уй юҡтыр уйында...
Күпме генә шашып дуламаһын,
Яҙ һылыуы уның ҡуйынында.
Был донъяла булыр барыһы ла,
Һинең менән бары мин булмам.
Бына ниндәй үкенестәр бар бит −
Ҡалай үлмәк кәрәк, күҙ алмам...
Түҙалмам мин ләкин, түҙалмам...
Шағир Риф Фәйзрахман улы Мифтахов Рәшит Назаров ижадын ентекләп өйрәнеүсе, тикшереүсе, уның ижади мираҫын йыйыусы тәүге әҙип. Уның тырышлығы менән Рәшит Назаровтың ике томлығы донъя күрҙе – шағир Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһына лайыҡ булды. Рәшит Назаровтың тормошон һәм ижадын өйрәнеүгә режиссер Гәүһәр Батталова, оператор Урал Ғатауллин ҙур өлөш индерҙе – улар шағир ижадына арнап «Йөрәк» исемле документаль фильм төшөрҙө. Шулай итеп, Ауырғазы ерендә тыуған талант үҙенең тыуған ерен, тыуған яғын, Башҡортостанын донъя кимәленә күтәрҙе. Йыл һайын шағирҙың тыуған ерендә «Назаров уҡыуҙары» үткәрелә. Унда йыйылыусы әҙәбиәтселәр, тәнҡитселәр шағирҙың әҫәрҙәрен уҡый һәм өйрәнә, музыкаль саралар ойоштора. Уның шиғырына көй һалынған йырҙы тыңлап үтәйек. Башҡара Вилдан Яруллин Йөрәк.
IV. Яңы теманы нығытыу.
- Р. Назаров – выдающийся башкирский поэт, имя которого золотыми буквами вписано в историю башкирской литературы. Он родился в Аургазинском районе. Рано начал писать стихи. Поэт днями, ночами писал стихи. Выходят его четыре книги. Р. Назаров рано уходит из жизни, оставив нам гениальных стихов. Народ не забывает о нем. Ежегодно в день рождения Назарова в Башкортостане организуют назаровские чтения. В средней школе в д. Турумбетово действует музей Р. Назарова.
- Йырын башҡарыу. «Йөрәк»
Йөрәк
Йыртып астым күкрәгемде,
Йолҡоп алдым йөрәгемде
Һәм, йомарлап устарыма,
Илттем уны дуҫтарыма,
Илттем уны һиңә, йәнем,
Тик күрмәнең ниңә, йәнем?..
Хурланып мин шул саҡ бик тә,
Йөрәгемде аттым күккә,
Осто йөрәк, осто йөрәк
Йондоҙҙарҙан бейегерәк.
Йәнем! Әгәр сыҡһаң тышҡа
Таңын, ҡара көнсығышка, —
Бер йондоҙ унда нур һипһә,
Һәм хистәрең дөрләп китһә,
Бел: был йондоҙ — минең йөрәк,
Тик инде ул бейегерәк.
- И разорвал я грудь - гляди!
И вырвал сердце из груди!
Сдавил его руками я,
Отнес его моим друзьям….
Отнес тебе, моя любовь.
Что ж не увидела его! - Шиғыр тыңлау.
Йәйге ҡояш яңы ғына әле
Ҡалҡып килә ине ул саҡта...
Беҙ йүгерҙек күмәк, беҙ йүгерҙек
Тау башында ятҡан ҡояшҡа.
Кем иң элек уға барып етә,
Кем – нур-ялын һыйпай иң элек!
Бер-беребеҙҙе уҙып, сыр-сыу килеп,
Беҙ ҡояшҡа табан йүгерҙек.
- Шиғырын иҫтә ҡалдырыу.
- Ә хәҙер, уҡыусылар, Р. Назаровтың тормошон һәм ижадын ныҡлы хәтеребеҙҙә ҡалдырыр өсөн бер бәләкәй генә викторина үткәреп алабыҙ. Был викторина шағирҙың тормошона һәм ижадына ҡағыла.
- Р. Назаровтың тыуған ере
- Тәүге шиғырҙарын нисә йәштә яҙа башлай
- Нисә йәшкә тиклем ижад иткән
- Иң һуңғы шиғыры ҡасан яҙылған
- Р. Назаровтың ижадын өйрәнеүсе, йыйыусы тәүге әҙип
- Р. Назаров – шиғриәтебеҙҙең тантанаһы ла, фажиғәһе лә. Гениаль шиғри шәхес, феноменаль фекер эйәһе. Ошо һүҙҙәр кем тарафынан әйтелгән
- 7 класс уҡыусылары тарафынан яңғыраған шиғырҙар
- Тағы ла Р. Назаровтың ниндәй шиғырҙарын беләһегеҙ
- Р. Назаровтың Йөрәк исемле шиғырҙарын йыр итеп башҡарыусы йырсының исеме
Йомғаҡлау.
Йөрәк
Йыртып астым күкрәгемде,
Йолҡоп алдым йөрәгемде
Һәм, йомарлап устарыма,
Илттем уны дуҫтарыма,
Илттем уны һиңә, йәнем,
Тик күрмәнең ниңә, йәнем?..
Хурланып мин шул саҡ бик тә,
Йөрәгемде аттым күккә,
Осто йөрәк, осто йөрәк
Йондоҙҙарҙан бейегерәк.
Йәнем! Әгәр сыҡһаң тышҡа
Таңын, ҡара көнсығышка, —
Бер йондоҙ унда нур һипһә,
Һәм хистәрең дөрләп китһә,
Бел: был йондоҙ — минең йөрәк,
Тик инде ул бейегерәк.
По теме: методические разработки, презентации и конспекты
«Памфил Назаров – участник Отечественной войны 1812года»
Исследовательская работа. На региональном конкурсе, посвященном 200-летию Отечественной войны 1812 года вышла в финал....
Сын Земли и Вселенной- Рашит Назаров
Этот материал о жизни и творчестве гениального башкирского поэта Рашита Назарова,лауреата Государственной премии РБ им. С.Юлаева и премии им. Г.Ибрагимова.Его можно использовать как на уроке,так и во ...
Стенгазета к 70-летию Великой Победы "Ветеран Великой Отечественной войны Назаров Павел Иванович"
Стенгазета к 70-летию Великой ПобедыПриближается самый важный праздник – День Великой Победы. К этому знаменательному дню мы готовим выставку в приемной. Родители принимают активное участие в оф...
Назар Нәжми.Тормош юлы
Назар Нәжми.Тормош юлы...
Разработка внеклассного мероприятия по творчеству писателя Рашита Назара
Классный час посвящен творчеству писателя Рашита Назара и был разработан в рамках межрегионального конкурса "Назаровские чтения"...
Р.Назаров "Офоҡтағы ҡояш"
Р.Назаровтың тормош һәм ижад юлы менән таныштырыу, уҡыусыларҙың ижади һәләттәрен үҫтереү, шағирҙың ижадына ҡарата һөйөү һәм ихтирам итеү тойғоһо тәрбиәләү....
Назар Нәжми "Ҡыш". Ҡалын һәм нәҙек һуҙынҡылар
Назар Нәжми “Ҡыш”. Ҡалын һәм нәҙек һуҙынҡылар.1.Н.Нәжми ижады менән танышыу, аңлы, тасуири уҡырға өйрәтеү;Ҡалын һәм нәҙек ялғауҙарҙың яҙылыу осраҡтарын ҡабатлау.2.Балаларҙың ижади һә...