"Тыуасаҡ таң, тыуасаҡ яҙ өсөн" (Бөйөк Ватан һуғышы һәм әҙәбиәт)
презентация урока для интерактивной доски (11 класс) на тему
Бөйөк Ватан һуғышы башланғас, күп кенә шағир-яҙыусыларыбыҙ фашизмға ҡаршы көрәштә ҡәләмдәрен штыкка алмаштырҙы. Уларҙың тормош юлы, ижады буйынса белемде камиллаштырыу маҡсатында был сара (уны дәрес-тест итеп тә үткәрергә мөмкин) юғары класс уҡыусылары өсөн тәғәйенләнә.
Скачать:
Вложение | Размер |
---|---|
boyok_vatan_hugyshy_hm_zbit.pptx | 299.19 КБ |
Предварительный просмотр:
Подписи к слайдам:
Ҡайһы шағир “Үлтер , улым, фашисты!” тип әмер бирә?
Башҡорт атлылар дивизияһында йыш булған яҙыусы, фольклорсы, “Утыҙ батыр ҡалҡыулығы” очеркы, “Башҡорттар” ( 1943), “Егеттәр” ( 1944) китаптары авторы.
Ватан һуғышы йылдарында Кирәй Мәргән “Комсомольская правда” гәзитенең үҙ хәбәрсеһе булараҡ Башҡорт атлылар дивизияһында йыш була, дивизия гәзите эшендә лә әүҙем ҡатнаша. Һуғыш осоронда уның “Башҡорттар” (1943), “Егеттәр” (1944), “Һуғыш фольклоры” (1944) кеүек китаптары баҫылып сыҡты. Был йыйынтыҡтарға ингән хикәйә һәм очерктарында Башҡорт атлылар дивизияһы һалдаттарының батырлығын , дивизия уҙған яу юлын күҙ алдына баҫтыра. “Утыҙ батыр ҡалҡыулығы” очеркында панфиловсыларҙың үлемһеҙ батырлығын ҡабатлаған утыҙ башҡорт егетенең, бер аҙым артҡа сигенмәй, дошман һөжүменә ҡаршы ике тәүлек буйына тиңһеҙ алышын һүрәтләй. Совет халҡының батырлығын һүрәтләгән “Яу”, фронт һәм тыл берҙәмлеген сағылдырған “Минең семьям” кеүек пьесалары менән был осорҙағы драма жанрына ла тос өлөш индерҙе.
Силәбе өлкәһе Ҡоншаҡ ауылында тыуған, үҙе теләп фронтҡа киткән, 1941 йылда Көньяҡ фронтта батырҙарса һәләк булған 30 йәшлек шағир .
Мөхәмәтйәров Хәй Ғабдрафиҡ улы 1911 йылдың 15 сентябрендә хәҙерге Силәбе өлкәһенең Ҡоншаҡ районы Ҡунаҡбай ауылында ярлы крәҫтиән ғаиләһендә тыуған. Бөйөк Ватан һуғышы башланыу менән үҙе теләп фронтҡа китә һәм 1941 йылдың декабрендә Көньяҡ фронтта батырҙарса һәләк була.
Мәлих Харис (Мәлих Харис улы Харисов) 1915 йылда Саҡмағош районының Яңы күл ауылында тыуған. Бик йәшләй етем ҡалыуына ҡарамаҫтан, белемгә ынтыла. 1941 йылда Башҡорт дәүләт педагогия институтының тел һәм әҙәбиәт факультетын тамамлай. Шул уҡ йылда хәрби хеҙмәткә алынып, офицерҙар курсында уҡып сыға. 1944 йылда Бөйөк Ватан һуғышында батырҙарса һәләк була.Мәлих Харистың ижади ғүмере бик ҡыҫҡа, ни бары 7 – 8 йыл була, сәскә атып өлгөрмәй өҙөлә. Әммә ошо ҡыҫҡа ғына ваҡыт эсендә лә байтаҡ шиғыр, баллада яҙып ҡалдыра
Үҙенең яҡын дуҫы Мәлих Харисҡа арнап, Назар Нәжми ниндәй әҫәр ижад иткән?
Генерал –майор Шайморатовҡа арналған йырҙың һүҙҙәрен кем яҙған?
Шайморатов генерал. Ба шҡорттар китте һуғышҡа, Оҙатып ҡалды күк Урал. Ат уйнатып, алда бара Шайморатов генерал. Совет иле өсөн яуҙа Кисте һыуҙы, уттарҙы. Дошмандарға ябырылғанда, Утлы дауыл ҡуптарҙы. Шайморатов яу ҡырында Дошмандарҙы көл иткән. Утта янмай, һыуҙа батмай, Һай, батыр ҙа ир икән.
Советтар Союзы Геройы Мәғүбә Сыртланова тураһындағы “Ташлама мине” документаль повесының авторы, Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы
Суфиян Поварисов 1942 йылда хеҙмәткә алына. Миномет расчеты командиры булараҡ яу яландарында ҡатнаша. Курск дуғаһынан башлап Украина, Польша, Румыния, Венгрия,Германия, Чехословакия ерҙәрен фашизм ҡоллоғонан азат итеүҙә ҡатнаша. II дәрәжә Ватан һуғышы, III дәрәжә Дан ордендары, миҙалдар менән бүләкләнә. С. Поварисов батырлығы менән легендаға әйләнгән Советтар Союзы Геройы Мәғүбә Сыртланова тураһындағы “Ташлама мине”, шулай уҡ Советтар Союзы Геройы Ферапонтовтың ҡаһарманлығын һүрәтләгән “Осрашырбыҙ әле” повестарын яҙа. “Яҙмыш ҡорбандары” романында Иглин районында формалашҡан айырым миномет полкы яугирҙарының , оҙон юл үтеп, Прагала фашистарҙы тар-мар итеп үткән юлы һүрәтләнә.
Әрме сафында 30 йыл хеҙмәт иткән, юғары хәрби дәрәжә – полковник званиеһы алыуға өлгәшкән яҙыусы, “Атылған йондоҙҙар”, “Хыял күккә саҡыра” һ.б китаптар авторы
Азат Мағазов 1943 йылда Ҡыҙыл Армияға алына, кесе авиабелгестәр һәм механиктар мәктәбендә уҡый. Штурмовой авиаполк составында немец илбаҫарҙарына ҡаршы һуғыштарҙа ҡатнаша. 1948 – 1951 йылдарҙа авиаштурмдар училищеһында уҡый. А.Мағазов курсанттарҙың штурм инструкторы, звено штурманы, ВВС сәйәси бүлегенең инструкторы булып хеҙмәт итә. Утыҙ йыл хәрби хеҙмәттә булғандан һуң, 1972 йылда отставкаға сыға. II дәрәжә Ватан һуғышы, Ҡыҙыл Йондоҙ ордендары, миҙалдар менән наградланған. Хәҙерге көндә ул республика Тыныслыҡты яҡлау комитеты рәйесе вазифаһын башҡара. Әҙәбиәт менән йәштән үк ҡыҙыҡһына, һуғыш осоронда республика гәзиттәрендә шиғырҙары, хәрби гәзиттәрҙә хикәйәләре сыға. Ижад эше менән отставкаға сыҡҡандан һуң ғына актив шөғөлләнә башлай. Әҫәрҙәре летчиктр тормошона бәйле. “Шоңҡар юлы”, “Һауаларҙа – йондоҙ”, “Осоу”, “Атылған йондоҙҙар”, “Тыуған ер хаҡына”,”Хыял күккә саҡыра” һ.б. китаптары бар.
“ Башҡорт халҡының Островскийы” тип кемде атайҙар?
Беренсе группа Ватан һуғышы инвалиды, ике тиҫтәгә яҡын китаптар авторы, күренекле яҙыусы Ибраһим Ғиззәтуллинды башҡорт халҡының Островскийы тип атайҙар ине. Был бик урынлы һәм хаҡ. Педагогия училищеһын тамамлап, ауылдарында уҡытыусы булып эшләгән И.Ғиззәтуллин 30-сы йылдар аҙағында армия сафына алына. Алыҫ Көнсығышта взвод командиры ярҙамсыһы булып хеҙмәт итә. Һуғыштың башынан уҡ Төньяҡ –Көнбайыш фронтына эләгә, 1941 йылдың октябрь айында ҡаты яралана, ҡабат һуғышта ҡатнаша алмай. Шунан аҙаҡ ул, түшәктә ятҡан килеш, ҡулына ҡәләм алып яҙыша башлай. Батырлыҡтары өсөн ул I дәрәжә Ватан һуғышы, III дәрәжә Дан ордены һәм миҙалдар менән наградлана. Шундай ауыр хәлдә булыуына ҡарамаҫтан, уның рухы һынмай, һуғыш осоронда гәзиттәрҙә хикәйәләре , очерктары баҫыла. “Яңынан сафта”, “Йәшәү йәме”, “Тормош һуҡмаҡтары”, “Икенсе бейеклек”, “Үлгәндән һуң утыҙ йыл” йыйынтыҡтары авторы
Шакирйән Мөхәмәтйәнов тураһындағы “Бөркөт һауала үлә” повесының авторы.
Генерал Шайморатовҡа, Даян Мурзинға арналған драмалар авторы, “Ҡояш байымай ҙа байымай”, “Тол ҡатындар иламай” романдарын яҙыусы.
: Ғәскәри хеҙмәтен 1940 йылда Иран сигендә башлаған Ибраһим Абдуллин һуғыш башланыу менән фронтҡа ебәрелә.Сталинград өсөн барған ҡот осҡос һуғыштарҙа ҡаты яралана.Госпиталдән һуң батальон командиры ярҙамсыһы була. 1945 йылда, ауырыу сәбәпле, демобилизациялана. I дәрәжә Ватан һуғышы, Ҡыҙыл Йондоҙ ордендары, миҙалдар менән наградлана. И.Абдуллин Бөйөк Ватан һуғышы тураһында иң күп яҙған яҙыусылыр. “Генерал Шайморатов” (Ш.Насиров менән бергә), “Миләүшә яҙ килтерә (Даян Мурзин тураһында), “Йыр булып ҡайтырмын” драмалары,”Тиле йәшлек”, “Эх, Өфө ҡыҙҙары!” “Яратам, яратам...” комедиялары авторы. “Хуш, Рим!”, “Тол ҡатындар иламай”, “Ҡош юлынан барам”, “Ҡояш байымай ҙа байымай”,”Тау артында тауҙар бар” романдарын яҙған.
Яҙыусылар араһында иң оҙаҡ – 1940 йылдан 1949 йылға тиклем хәрби хеҙмәттә булған яҙыусы, драматург, “Яралы яҙмыш” драмаһы авторы
Нәжиб Асанбаев 1940 йылда уҡытыусы булып эшләгәндә Ҡыҙыл Армияға алына. Бер йыл Алыҫ Көнсығышта хеҙмәт иткәс, Рязандағы артиллерия училищеһына уҡырға ебәрелә.1942 – 1945 йылдарҙа Ватан һуғышында артиллерия батареяһы командиры булараҡ ҡатнаша. Батырлыҡтары өсөн I һәм II дәрәжә Ватан һуғышы, “Ҡыҙыл Йондоҙ” ордендары, миҙалдар менәннаградлана. Ул яҙыусылар араһынан иң оҙаҡ, 1949 йылға тиклем, хәрби хеҙмәттә була. “Яралы яҙмыш” драмаһы өсөн Н.Асанбаевҡа Бөйөк Еңеүҙең 50 йыллығына арналған конкурста премия бирелде.
15 йәше лә тулыр –тулмаҫтан Ватан һуғышында ҡатнашҡан яҙыусы, күп романдар авторы, шул иҫәптән “Күпер”, “Бәйге” повестары авторы
Ҡайһы шағирҙың шиырында дошман пуляһы батырҙың комсомол билетын тишеп үтә, һәм шул уҡ хәл шағирҙың үҙе менән дә ҡабатлана ?
Баймаҡ районында тыуып үҫкән шағир, Аксаков, Гоголь, Айтматов, Горький һ.б. әҫәрҙәрен башҡорт теленә тәржемә итеүсе, “Ел, ерәнем” шиғырының авторы.
Танк ротаһы командиры сифатында Мәскәүҙән алып Берлинғаса һуғыштарҙа ҡатнашҡан яҡташ яҙыусы, хикәйәләр оҫтаһы.
Зөлфәр Фазылетдин улы Хисмәтуллин 1923 йылдың 11 июлендә Башҡортостандың Белорет районы Юғары Сермән ауылында тыуған. Ошо ауылда ете йыллыҡ мәктәпте тамамлағандан һуң, Белорет металлургия техникумына уҡырға инә. 1941 йылда Белорет металлургия заводында техник булып эшләй башлай. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнаша. 1946 йылда армиянан ҡайта. “Пионер”, “Ағиҙел”, “Һәнәк”, “Крокодил”, “Чаян” журналдарында уның үҙенсәлекле ҡыҫҡа хикәйәләре, фельетондары йыш күренә башлай. Юмор һәм сатира алымдары менән һуғарылған “Әбейҙәр сыуағы”, “Алмаш-тилмәш”, “Шундай-шундай эштәр”, “Ҡунаҡта”, “Мөхәббәт серҙәре” китаптары бар
Баймаҡ районында тыуып , бәләкәй сағынан уҡ етем ҡалған, һуғыш ваҡытында контузия алып, бөтөнләй һуҡырайып ҡайтҡан шағир.
Батыр Вәлид (Батыр Хәжиәхмәт улы Вәлитов) 1905 йылдың 20 апрелендә Башҡортостандың Баймаҡ районының Тоҡтағол ауылында ярлы шахтер ғаиләһендә тыуған. Йәшләй етем ҡалып, байҙарҙа көтөү көтә, приискыларҙа эшләп, төрлө ауырлыҡтар күреп үҫә. Тәүҙә Ташлы ауылындағы балалар йортонда тәрбиәләнә. Өфөгә килеп, В. И. Ленин исемендәге интернат мәктәбенә уҡырға инә. Мәктәпте тамамлағас, ул рабфакта, Башҡорт дәүләт педагогия институтында уҡый. Уның бер-бер артлы “Асыу ҡатыш йылмайыу”, “Тау балаһы”, “Борғо тауышы”, “Еңеү” кеүек шиғырҙар йыйынтығы баҫыла. “Ҡуңыр буға”, “Ирәндек буйында”, “Салауат маршы” кеүек йырҙарҙың текстары бынан алтмыш йылдар элек Батыр Вәлид тарафынан яҙылғандар. . Бөйөк Ватан һуғышы башланыу менән, фронтҡа китә, фашистарға ҡаршы дәһшәтле көрәштәрҙә Батыр Вәлид ауыр контузия ала һәм шуның һөҙөмтәһендә инде бөтөнләй һуҡырая. Шағир шундай бәхетһеҙлеккә осраһа ла, ҡәләмен ташламай. Уның “Бүләгем”, “Һайланма әҫәрҙәр”, “Йырлайыҡ, дуҫтар”, “Күңел күҙе”, “Ҡурай моңо”, “Йылдарым — йырҙарым” китаптары баҫылып сыҡты. “Тау балаһы”, “Билсән Сөләй”, “Ҡауышыу”, “Уралға йырым” кеүек поэмалары бар. 1969 йылда үлә.
Үҙенә полковник званиеһы бирелеүе тураһында приказды ишетеү бәхетенә ирешә алмай, әсирлеккә эләгеп, Дахау концлагерында немецтарға ҡаршы восстаниеның етәксеһе булған, язаланып үлтерелгән шағир.
Мөжәһит Хәйретдинов (1901 – 1944) Туймазы районы Төрөкмән ауылында тыуған. 1919 йылдан Граждандар һуғышында ла, 1938 йылда япон самурайҙарына ҡаршы һуғыштарҙа ла ҡатнаша. 1941 йылдан - тағы һуғышта. 1942 йылда Х.Мөжәй командалыҡ иткән полк ҡамауҙа ҡала, уны һушын юғалтҡан килеш әсирлеккә алалар. Фашистарҙың ҡот осҡос Дахау концлагерында һынмаҫ рух көсө күрһәтә. Фашистарға ҡаршы йәшерен ойошма етәкселәренең береһе була ул. Донос буйынса тотолоп, ҡаты ғазаплап, 1944 йылда язалап үлтерәләр. Һуғышҡа тиклем “Мылтыҡлылар”, “Гүзәл йәшлек” китаптары баҫылып сыҡһа, һуғыш ваҡытында шағирҙан “Окопта яҙылған шиғырҙар” тигән биш дәфтәр ҡала. Уның тормошо һәм ижады хаҡында Самат Шакирҙың “Үлемһеҙлек” исемле китабы баҫылып сыҡты (1981 й.)
Бәхет өсөн. Ил эсендә эсендә гел тыныслыҡ булһа, Ҡояш йәйһә нурлы ҡосағын. Туғандарың иҫән-имен булһа, Йылы булһа ғаилә усағы. Ҡушымта. Ожмах кеүек тыуған еребеҙҙә, Бәхет өсөн тағы ни кәрәк. Теүәл булһын өсөн был донъялар, Булһын өсөн донъя түңәрәк. Татлы йоҡоларҙан яңы бешкән, Тәмле икмәк еҫе уятһа. Кисен өләсәйҙең йомшаҡ теле. Єкиәттәр һөйләп ойотһа. Атай һөйөп ҡуйһа арҡаларҙан, Єсәй наҙлап сәстән һыйпаһа. Беҙҙе үҫтереүсе ҡыуаныстар, Йорт эсенә генә һыймаһа .
По теме: методические разработки, презентации и конспекты
Бөек Ватан сугышы елларында этләр батырлыгы. .
Рус төркемендә укучы балалар белән Бөек Ватан сугышы елларында этләр күрсәткән батырлыклар белән танышу, яңа сүзләр өйрәнү....
"Ватан чиге"
шигырь Ватан турында...
"Ватан бит ул"
Ватан турында шигырь...
Бөек Ватан сугышы поэзиясендә вәгъдә, ант темасы.
Курс эше БӨЕК ВАТАН СУГЫШЫ ПОЭЗИЯСЕНДӘ ВӘГЪДӘ, АНТ ТЕМАСЫ....
"Татарстан Бөек Ватан сугышы елларында"
Бу материал Бөек Җиңүнең 70 еллыгына багышлап әзерләнгән иде. Ләкин хәзер дә актуальлеген югалтмагандыр...
Минем Ватаным- Татарстан.
Туган илгә багышланган сыйныф сәгате....
"Тыуасаҡ таң, тыуасаҡ яҙ өсөн"
Бөйө Ватан һуғышында дошманға ҡаршы ҡәләмде лә, штыкты ла ҡорал итеп яуға сапҡан әҙиптәребеҙгә арнала был сара....