Мәжит Ғафури. «Һарыҡты кем ашаған?»
методическая разработка
Методическая разработка урока по башкирскому языку на тему: Мәжит Ғафури. «Һарыҡты кем ашаған?» в соответствии с ФГОС
Скачать:
Вложение | Размер |
---|---|
mzhit_gafuri.doc | 60 КБ |
Предварительный просмотр:
Мәжит Ғафури. «Һарыҡты кем ашаған?»
Маҡсат ҡуйыу блогы | |
Маҡсат | 1.Шәхси сифаттарҙы үҫтереү: үҙ аллы эш итергә, белем алыу процесына етди һәм яуаплы ҡарарға күнектереү, атай-әсәйгә, тиҫтерҙәренә, уҡытыусыға, яҡындарына, мәктәп хеҙмәткәрҙәренә иғтибарлы һәм ихтирамлы булыу, мәктәп йыһаздарына һәм уҡыу әсбаптарына һаҡсыл ҡараш булдырыу, тыуған илгә, телгә һөйөү, тәбиғәткә һаҡсыл ҡараш тәрбиәләү, һаулыҡты нығытыу, кеше менән аралашыу этикетын үҙләштереү. 2. Предмет буйынса белем алыу: Мәжит Ғафуриҙың «Һарыҡты кем ашаған?» мәҫәле менән танышыу; мәҫәл тураһында төшөнсә биреү. 3.Универсаль уҡыу эш төрҙәрен үҙләштереү: үҙ аллы белем алыу, мәғлүмәт йыйыу һәм уларҙы ҡуллана белеү, дәрес барышында уҡытыусы менән берлектә эшләү, дәрескә маҡсат ҡуйыу һәм уны дәрес һуҙымында күҙ уңынан ебәрмәй тормошҡа ашырыу, эште дөрөҫ планлаштырыу, эҙләнеү эше алып барыу; эшләгән эштәрҙе дөрөҫ баһалау һәм, кәрәк икән, төҙәтмәләр индереү. |
Планлаштырылған һөҙөмтә | 1.Шәхси сифаттарҙы үҫтереү : Уҡыусы белергә тейеш: Үҙ аллы эш итергә, белем алыу процесына етди һәм яуаплы ҡарарға; атай-әсәйгә, тиҫтерҙәргә, уҡытыусыға, яҡындарына, мәктәп хеҙмәткәрҙәренә иғтибарлы һәм ихтирамлы булырға, мәктәп йыһаздарына һәм уҡыу әсбаптарына һаҡсыл булырға, тыуған илде, телде яратырға, һаулыҡты нығытырға, кеше менән аралашыу этикетын үҙләштерергә. 2.Предмет буйынса белем алғанда уҡыусы өйрәнергә тейеш: Мәжит Ғафуриҙың «Һарыҡты кем ашаған?» мәҫәле менән танышырға, мәҫәл тураһында төшөнсә алырға. 3.Универсаль уҡыу эш төрҙәрен үҙләштереү: үҙ аллы белем алырға, мәғлүмәт йыйырға һәм уларҙы ҡуллана белергә, дәрес барышында уҡытыусы менән берлектә эшләргә, дәрескә маҡсат ҡуйырға һәм уны дәрес һуҙымында күҙ уңынан ебәрмәй тормошҡа ашырырға, эште дөрөҫ планлаштырырға, эҙләнеү эше алып барырға; эшләгән эштәрҙе дөрөҫ баһаларға һәм, кәрәк икән, төҙәтмәләр индерергә. |
Дата | Инструменталь блок |
Дәрес темаһы | Мәжит Ғафури «Һарыҡты кем ашаған?» |
Маҡсат | 1. Мәжит Ғафуриҙың «Һарыҡты кем ашаған?» мәҫәле менән танышыу; мәҫәл тураһында төшөнсә биреү; әҫәргә анализ яһарға өйрәтеү. 2.Уҡыусыларҙың фекерләү ҡеүәһен үҫтереү, үҙ фекереңде әйтә һәм яҡлай белергә өйрәтеү, сығыш яһау, үҙ аллы һәм төркөмдәҙә эшләү һәләтен үҫтереү. 3.Әхлаҡ тәрбиәһе, балаларҙы үҙ аллы тормошҡа тәрбиәләү, бер-береһен ихтирам итергә өйрәтеү |
Дәрес төрө | Ҡатнаш дәрес |
УМК | Мультимедиа проекторы, презентация, дәреслек, эш дәфтәре, смайликтар. |
Эшмәкәрлек ойоштороу блогы | |
Яңы төшөнсә | Һарыҡты кем ашаған? |
Предмет-ара бәйләнеш | Башҡорт теле, рус әҙәбиәте, тарих, биология |
Дәрес этаптары: I.Психологик комфорт тыуҙырыу | Матур көн менән һоҡланыу. Бер-береңә уңышлы көн теләү. Балаларҙың күңелен яғымлы, һөйкөмлө һүҙҙәр менән һуғарыу, уңышлы эшкә йүнәлтеү |
II. Уңыш ситуацияһы тыуҙырыу | 1.Үтелгәнде ҡабатлау. -Үткән дәрестә беҙ һеҙҙең менән «Турыҡай» хикәйәһе менән танышҡайныҡ. Ә хәҙер хикәйәнең йөкмәткеһен нисек үҙләштереүегеҙҙе тикшереү маҡсатында тест һорауҙарына яуап бирәйек. Үҙ аллы эш. 1-се слайд. 1.Турыҡайға нисә йәш? а)8; б) 6; в)4. 2. Ҡара нөктәләр нимә ул? а)эт; б)бүре; в)ат. 3. Ҡара нөктәләр нисәү? а)4 ; б) 5; в) 6; 4. Турыҡайҙың ҡарары. а)яҡын килеүҙәрен көтөргә; б) ҡаршы сабырға; в)алып ҡасырға. 5. Алыш нимә менән тамамлана? а)ҡойроғо өҙөлдө; б) хәле бөтөп йығылды; в) бүреләрҙе еңде. -Эштәрегеҙҙе алмашып, слайд буйынса тикшерегеҙ! 2-се слайд. Тикшер: 1в 2б 3б 4б 5в Кемдең бер хатаһы ла булманы? Баһалау. Эштәрегеҙҙе йыйып бирегеҙ, мин тағы ҡарап сығырмын. 2. Проблемалы һорау. 3-сө слайд. Аҡ эт бәләһе ҡара эткә. Мәҡәлде ҡысҡырып уҡыу. -Һеҙ ошо мәҡәлдең мәғәнәһен нисек аңлайһығыҙ? (яуаптар) |
III.Уҡыу мәсьәләһен ҡуйыу | 1)Инеш әңгәмә. -Әлбиттә, балалар, һеҙҙең һәр берегеҙҙең яуаптары дөрөҫ, әммә ошо мәҡәлдең мәғәнәһенә тулыһынса төшөнөр өсөн бөгөн беҙ дәрестә Башҡортостандың халыҡ шағиры Мәжит Ғафуриҙың «Һарыҡты кем ашаған?» мәҫәлен уҡыясаҡбыҙ һәм дәрес аҙағында бергәләп ошо һорауға яуап бирербеҙ. |
IV.Уҡыу мәсьәләһен хәл итеү | 4-11-се слайдтар Дәфтәргә теманы, числоны яҙҙырыу. 2)Мәжит Ғафуриҙың биографияһы менән таныштырыу. Башҡортостандың халыҡ шағиры Мәжит Ғафури 1880 йылдың 20 июлендә Башҡортостандың хәҙерге Ғафури районы Еҙем-Ҡаран ауылында тыуған. Тәүҙә тыуған ауылында, аҙаҡ төрлө йылдарҙа хәҙерге Ҡырмыҫҡалы районы Ҡыйышҡы ауылында, Троицк ҡалаһындағы «Рәсүлиә», Ҡазандағы «Мөхәммәҙиә», Өфөләге «Ғәлиә» мәҙрәсәһендә белем ала. Бик күп газеталарҙың редакцияларында эшләй. Ғүмеренең һуңғы йылдарында әҙәби ижад эше менән генә шөғөлләнә. М.Ғафуриҙың ижады күп яҡлы. Ул повестар ҙа, драма әҫәрҙәре лә, күп һандағы шиғри әҫәрҙәрҙең дә, хикәйәләрҙең дә авторы. 3)Мәҫәл буйынса эш. - Ә хәҙер «Һарыҡты кем ашаған?» мәҫәленә күсәйек. Урыҫ әҙәбитенән һеҙ мәҫәлдәр тураһында үткәйнегеҙ. Урыҫ теленән мәҫәл нисек тәржемә ителә? (Басня) Урыҫ әҙәбиәтенән ниндәй мәҫәлдәрҙе беләһегеҙ, авторы кем? 12-се слайд - Мәҫәл- ул әҙәби жанр. Мәҫәлдең төп геройҙары-хайуандар, ҡоштар, үҫемлектәр. Мәҫәлдәрҙә, хайуандар тураһында һүҙ барһа ла, кешеләрҙең тормошо сағыла, тормоштағы етешһеҙлектәр тәнҡитләнә. Был һүрәтләү алымы аллегория тип атала. Тимәк, мәҫәл-аллегорияға ҡоролған шиғри әҫәр. 4) Йөкмәткеһе буйынса эш. - Ә хәҙер йөкмәткеһе менән танышайыҡ. Мәҫәлде тасуири итеп үҙем уҡыйым. 5) Һүҙлек эше - Мәҫәлде уҡыу алдынан аңлашылмаған һүҙҙәрҙең мәғәнәләрен асыҡлайыҡ. 13-сө слайд Һүҙлек эше Мәжлес- йыйылыш Кәтип- секретарь Рәйес- председатель Йыһан- донъя Золом- яфа Бәндә- кеше Аусы- һунарсы;охотник Яныу, көйөү- ҡайғырыу Януар- хайуан; зверь Танмайынса әйтеү- йәшермәйенсә, дөрөҫөн әйтеү Һөрән һалыу- ҡысҡырыу Дуңғыҙ- сусҡа Зыян- вред, ущерб Язаһын тартыу- получить по заслугам Сафланы- аҡланы 6)Мәҫәлде эстән уҡыу; 7)Мәҫәлдең йөкмәткеһен үҙләштереү буйынса эш. Әҫәргә анализ яһау. -Әҫәрҙә һүҙ нимә тураһында бара? Ниндәй геройҙар ҡатнаша, һанап сығығыҙ. Улар нимә тураһында һөйләшәләр? Аусыға ниндәй бәлә төшкән, һәм ул һарығы юғалыу тураһында ниндәй хәбәр алған? Һунарсы кемдәргә асыулана, уларҙан нисек үс алырға теләй? Урмандағы кейек, хайуандар һунарсының талабына нисек яуап бирергә уйлайҙар? Йыртҡыстар һарыҡты ашауҙа кемде һәм ни өсөн ғәйепләйҙәр? Мәҫәлде, мәғәнәһенән сығып, нисә өлөшкә бүлеп була? (Биш) Исем биреү. 1. Аусы һарығын Бүре ашауы тураһында хәбәр алған. 2. Аусы урмандағы януарҙарға бик асыулана һәм ҡырып бөтөрәм тип ҡурҡыта. 3. Урмандағы хайуандар йыйылыш ҡороп ғәйеплене эҙләйҙәр. 4. Йыртҡыстар үҙҙәрен аҡлап ҡалалар һәм һис бер ғәйебе булмаған Ҡуянды һарыҡты ашауҙа ғәйепләйҙәр. 5. Мәҫәлдә авторҙың әйтергә теләгән һүҙе. Физминутка Мәҫәлдең йөкмәткеһен тағы ла тәрәнерәк, үҙләштереү һәм геройҙарҙың уй-кисерештәренә төшөнөү өсөн, әҫәрҙең образдарын, идеяһын асыу маҡсаты менән мәҫәл ролдәргә бүлеп уҡыла. Автор, аусы, ҡуян, бүре, төлкө һүҙҙәрен бүлеп биреү. Ролдәргә бүлеп уҡыу |
V. Ғәмәли эштәр. | Төркөмдәрҙә эш. -Мәҫәлдең геройҙары тураһында һөйләшеп алайыҡ. I төркөм- Бүре, II төркөм- Төлкө, III төркөм-ҡуян образдарына характеристика бирегеҙ. I төркөмгә һорауҙар. Бүре ниндәй? (Көслө, яуыз) Уның яуызлығы ниндәй һүҙҙәрҙә күренә, табып уҡығыҙ. Бүре йыйылышта үҙен аҡлар өсөн нимәләр һөйләй? Бүренең һүҙҙәренә иғтибар итегеҙ. Һығымта яһайҙар. -Бүре һарыҡты үҙе ашаһа ла, үҙенең яуызлығын йәшерә,тана, аҡланыу өсөн урмандағы януарҙарҙы йыя, намыҫһыҙ рәүештә үҙ ғәйебен башҡаларға яға. II төркөмгә һорауҙар. -Төлкө образы нисек һүрәтләнә? Әҙәби әҫәрҙәрҙә Төлкө образы һәр ваҡыт хәйләкәр, ялған, хыянатсы. Бында ла ул шулай уҡ хыянатсы, көслө Бүре алдында ярамһаҡланыусы булып кәүҙәләнә. III төркөмгә һорауҙар. Ҡуян образы нисек һүрәтләнә? Ҡуян йыйылышта үҙен нисек тота? Бүренең Ҡуянға яла яғыуы мәҫәлдең ниндәй юлдарҙа бирелгән? Ни өсөн һис тә ғәйебе булмаған Ҡуянды йыртҡыстар һарыҡты ашауҙа ғәйепләйҙәр? Һығымта -Ошо әҫәрҙең йөкмәткеһенән сығып, һеҙ нимә аңланығыҙ? -Эйе, көсһөҙ кеше көслө кеше алдында үҙен яҡлай алмай, ғәйепһеҙҙән ғәйепле булыуы йәки насарлыҡ эшләмәйенсә лә ғәйепле булыуы мөмкин. -Яҙыусы Мәжит Ғафури үҙенең был мәҫәлендә тик хайуандар араһындағы мөнәсәбәтте генә күрһәтергә теләгәнме икән? Дәрес башындағы проблемалы һорауға әйләнеп кире ҡайттыҡ: Аҡ эт бәләһе ҡара эткә. Бүре, Төлкө кеүек йыртҡыстар образы аша автор уҫал кешеләрҙең, ҡуян образы аша ҡурҡаҡ кешеләрҙе көс менән еңеүҙәрен, тормоштағы ғәҙелһеҙлекте хайуандар аша күрһәтә. «Аҡ эт бәләһе ҡара эткә» тигән халыҡ мәҡәлендә лә кешеләрҙең ыңғай һәм кире сифаттарын, көсһөҙ кеше көслө кеше алдында үҙен яҡлай алмауын, ғәйепһеҙҙән ғәйепле була алыуын аңлата. |
VI. Рефлексив баһалау этабы. | - Дәрестә нимә белдегеҙ? -Әҫәрҙең йөкмәткеһе аша беҙ нимәгә өйрәндек? -Эйе, әҫәрҙең йөкмәткеһе аша беҙ бер-беребеҙҙе ихтирам итергә, үҙебеҙҙең ғәйептәрҙе, етешһеҙлектәрҙе кешегә япһармай, ә үҙебеҙгә сығыу юлдарын эҙләргә тейешбеҙ. -Үҙегеҙгә ниндәй баһа ҡуяр инегеҙ? Смайликтар күтәрелә. Йәшел-аңлашылды-5, һары- уртаса-4, ҡыҙыл-аңлашылманы-3. |
VII. Өй эше биреү. | Мәҫәлде уҡып, конкурс үткәреү өсөн иллюстрациялар төшөрөргә. |
По теме: методические разработки, презентации и конспекты
Башҡортостандың халыҡ шағиры Мәжит Ғафуриҙың юбилейына арналған әҙәби-музыкаль композиция «Халҡың күңелендә ҡалдың мәңгегә»
М. Ғафуриҙың тормош һәм ижад юлы менән таныштырыу....
Башҡорт теле һәм әҙәбиәте. 7 класс. Презентация. Мәжит Ғафури «Ҡыр ҡаҙы»
М.Ғафуриҙың биографияһы менән танышыу; әҫәрҙең йөкмәткеһен үҙләштереү....
Башҡорт теле һәм әҙәбиәтенән план-конспект. 7 класс. Мәжит Ғафури «Ҡыр ҡаҙы»
М.Ғафуриҙың биографияһы менән танышыу; әҫәрҙең йөкмәткеһен үҙләштереү....
М.Ғафуриҙың тормош юлы һәм ижады буйынса тест һорауҙары.
М.Ғафуриҙың тормош юлы һәм ижады буйынса тест һорауҙары....
Конспект урока "Мәжит Ғафури – халыҡҡа һәм хеҙмәткә дан йырлаусы шағир"
Урок по башкирской литературе...
М. Ғафуриҙың бала сағы һәм уҡыу йылдары
Бәхет көтһә, берәү йәш заманында Бәхетте эҙләһен мәктәп янында ...