Ҡорос нисек сыныҡты.
творческая работа учащихся (9 класс) на тему
Сочинение-рассказ о жизни прадедушки, который воевал В О.войне. Живым вернулся с войны и начал работать в родном колхозе.Прадедушка для них был кумиром,но к сожалению, его не стало.
Скачать:
Вложение | Размер |
---|---|
Ҡорос нисек сыныҡты. | 373 КБ |
Предварительный просмотр:
Республика иншалар конкурсы
«Һуғыш, хеҙмәт өсөн медалдар,
Ҡойолалар бер үк металдан »
Ҡорос нисек сыныҡты.
Башҡортостан Республикаһы
Күгәрсен районы муниципаль
районының Йомағужа ауылының
2-се һанлы урта дөйөм белем
биреү мәктәбе муниципаль
бюджет мәғариф учреждениеһы
9 класс уҡыусыһы Алғазина
Розалинаның иншаһы
Уҡытыусыһы: Мысырғалина
Хәнифә Әнүәр ҡыҙы.
Республиканский конкурс
«Медаль за бой, медаль за труд из одного металла льют»
Как закалялась сталь
Сочинение ученика 9 класса
муниципального бюджетного
общеобразовательного учреждения
средняя общеобразовательная
школы №2 с. Юмагузино
МР Кугачинский район
Республика Башкортостан
Алгазиной Розалины
Учитель: Мысыргалина Ханифа Анваровна
Һуғыш йылдары беҙҙән алыҫайғандан-алыҫая. Бөгөн парта артында һуғышта булғандарҙың бүләләре ултыра... Яңы быуын һуғыш тураһында кинофильмдар аша, өлкәндәрҙең һөйләүенән йә китаптан ғына белә. Һуғыш залптарының гөрһөлдәүенән бик күп йылдар үтте. Әммә хәҙерге көндә лә илебеҙҙең ауыр йылдарын тасуирлаған, совет халҡының ошо иң ҡаты һуғыштарҙың береһендә еңеү яулауҙа күрһәткән батырлыҡтары, бирешмәгәнлеге, ҡыйыулығы хаҡында әҫәрҙәр ижад ителә. Еңеүгә юл бик ауыр һәм оҙаҡ була. Мең дә дүрт йөҙ ун һигеҙ көн... Һәм һәр ҡайһыһы уның-ҡан да үлем, ауыртыуҙар һәм юғалтыуҙар, Ватаныбыҙҙың иң ҡәҙерле ҡыҙ һәм улдарының һәләк булыуҙары, ҙур һәм бәләкәй еңеүҙәрҙең шатлыҡтары.
Йылдар үтә... Минең быуын тыныс күк аҫтында тыуған, ләкин беҙҙең йөрәктәрҙә бәхетле тормош өсөн үҙҙәренең ғүмерен йәлләмәй һәләк булғандар тураһында хәтер йәшәй. Минең яратҡан олатайым Һатыбалов Исхаҡ Абдулла улы ошо Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан. Мин уның менән сикһеҙ ғорурланам. Ул 1926 йылдың 20 авгусында Ялсы ауылында крәҫтиән ғаиләһендә тыуған. Олатайым мәктәптә тик дүрт кенә класс белем алған. Уға ун дүрт йәшенән үк хеҙмәт юлын башларға тура килә. «Алға» колхозында олатайымдың иңенә еңел булмаған эштәр тапшыралар: ат менән һабан һөрә, иген сәсә, бесән әҙерләй һәм башҡа бик күп эштәр башҡарырға тура килә.
Бөйөк Ватан һуғышы башланып китә… Был һуғыштың иң ҡан ҡойғос, иң фажиғәле булыуын, моғайын, һәр кеше беләлер. Ә күпме ҡайғы-хәсрәт, күпме күҙ йәштәре... «Һуғыш!..» тигән ҡәһәрле һалҡын һүҙҙе ишетеү менән йөрәктәр ҡыҫыла, меңәрләгән әсәләрҙең күҙ йәше күңелде өтөп алғандай, гонаһһыҙ сабыйҙарҙың йөрәк өҙгөс ауазы мейеләрҙе телеп үткәндәй була. Ғәзиз иле, ата-әсәһе, балалары, бөтә кешелек өсөн йәнен аямай ут эсенә ташланған яугирҙәр күҙ алдынан үтә. Күпме кешенең ғүмерен ҡыйҙы, күпме сабыйҙы етем ҡалдырҙы, бәхетен селпәрәмә килтерҙе был һуғыш!.. Быларҙы иҫәпләп тә, барлап та бөтөп булмай...
1944 йылда ун һигеҙ йәшлек олатайымды фронтҡа алалар. Ул 28-се уҡсылар полкы составында Көньяҡ Урал һуғыш округында һуғыша. Германияның капитуляцияһынан һуң олатайымды Алыҫ Көнсығышҡа япон һуғышына ебәрәләр. Бында ул яраланып, өс ай тирәһе госпиталдә ята. Шәбәйеп сыҡҡас, олатайым авиотехник полкында Ҡытай границаһында хеҙмәт итеүен дауам итә. Уны 128-се авиатехник полкының пожарнигы итеп ҡуялар. Был ваҡытта ул өлкән сержант булып хеҙмәт иткән була. Күрһәткән батырлыҡтары өсөн уны Ҡытай ордены менән бүләкләйҙәр. Ете йыл ярым үткәс, һуғыштың бөтә афәттәрен күреп, 1951 йылда ғына ул тыуған ауылына әйләнеп ҡайта. Ауылда оҙаҡ ятып булмай, эш ҡайнап тора. Күп тә үтмәй Мораҡҡа механизаторлыҡҡа уҡырға инә. Уны тамамлап ҡайтҡас, колхозда оҙаҡ йылдар буйы комбайнер, шофер булып эшләй. Уҡып йөрөгән сағында ул үҙенең мәңгелек йәрен – Кәримова Лена Мөхәрләм ҡыҙын осрата. Йәштәр оҙон-оҙаҡ уйлап тормайҙар, өйләнешәләр. Бер-береһен яратышып, хөрмәт итеп кенә торалар. Бәхетле ғаиләлә биш бала донъяға килә. Олатайым бик тырыш, уңған, намыҫлы һәм аҡыллы ғаилә башлығы була. Шуғалыр уны районға депутат итеп һайлайҙар, ә колхозда уны автомеханик итеп үрләтәләр. Оҙаҡ йылдар тыуған колхозына тоғро хеҙмәт итә, оло дан ҡаҙана. Был турала уның бик күп грамоталары, бүләктәре, миҙалдары һөйләй.
Үкенескә ҡаршы, олатайымдың ғүмере еңеүҙең етмеш йыллығына ике йыл ҡалғас ҡына өҙөлдө. Үлгәндәр, һәләк булғандар кире ҡайтмайҙар... Әммә илгә, халыҡҡа хеҙмәт иткән кешеләрҙе оноторға беҙҙең хаҡыбыҙ юҡ. Ундай батырҙар тураһында хәстәрлек күреү, улар тураһында ҡайғыртыу-тереләр ҡулында. Беҙ һуғышта ҡатнашҡан, тыуған илдәре өсөн ҡандарын түккән кешеләрҙе иҫкә алырға, хөрмәт итергә, рәхмәтле булырға тейешбеҙ. Ундайҙарҙың исеме лә үлемһеҙ. Уларҙың һәр ҡайһыһы һәйкәлгә лайыҡ! Ә бит минең олатайым зәһәр һуғышты ла үтә, тыуған колхозына ла тоғро хеҙмәт итә. Был турала уның бик күп грамоталары, бүләктәре, миҙалдары һөйләй. Ләкин олатайым ауырлыҡтарға бирешмәй, һынмай, ҡоростай ныҡ була.
Тимәк, уның хеҙмәттә күрһәткән батырлыҡтары яуҙа күрһәткән батырлыҡтары менән ауаздаш, сөнки хәрби көс һәм ҡыйыулыҡ һуғышта нисек мөһим булһа, эштә лә бөйөк ҡаҙаныштарға өлгәшеү өсөн тырышлыҡ шулай уҡ мөһим. Сөнки һуғыш өсөн дә, хеҙмәт өсөн дә медалды бер үк металдан ҡоялар.
Мәңгелек дан Һеҙгә, ветерандар! Мәңгелек дан!..Еңеү байрамында һеҙҙең исемегеҙ изгелек һәм тыныслыҡ байрағы булып балҡыһын!
Ә миңә ҡалһа, мин туған халҡыма, тыуған төйәгемә тоғро булып, донъяны, кешеләрҙе ҡәрҙәшлеккә өндәп, уға көс, зат өҫтәп, аҡыллы, инсафлы шәхес булып йәшәйәсәкмен. Теле барҙың - иле бар, иле барҙың - йүне бар, ти туған халҡым. Ата аңы менән, әсә ҡаны менән бирелгән ябай, шул уҡ ваҡытта матур, бөйөк туған телемде һаҡлап, кеше булараҡ һәр саҡ инсафлы, зирәк, ғәҙел булып, үҙ-үҙем булып ҡалып, рухи бөтөнлөккә ынтылып, аҡылымды, зиһенемде халҡыма, илемә, бәләкәй Ватаныма биреп йәшәйәсәкмен.
Ә тыуған еребеҙҙе тағы ла күркәмерәк, халҡыбыҙ тормошон тағы ла етешерәк итеү өсөн беҙҙең быуын бурыслы, тип уйлайым. Һаҡлайыҡ, яҡлайыҡ ошо илде! Еребеҙ ыңғырашмаһын, ә шаулап сәскә атһын!
По теме: методические разработки, презентации и конспекты
Отчизны верные сыны
Сценарий классного часа...
Презентация "Отчизны верные сыны"
Презентация к классному часу - http://depositfiles.com/files/l119fucml...
Литературный вечер "Кубани славные сыны", посвященный памяти героев Великой Отечественной войны
Литературный вечер "Кубани славные сыны" посвящен памяти героев Великой Отечественной войны. Мероприятие предназначено для учащихся 9 классов. На данное мероприятие рекомендуется пригласить героев Вел...
2 класс өсөн дәрес "Танышыу. Һинең исемең нисек?"
икенсе класс өсөн дәрес өлгөһө...
Класс сәғәте. Нисек яҡшы уҡырға?
Класс сәғәте. Нисек яҡшы уҡырға?...
Сыны Отечества, сыны Бородина.
Сыны отечества...
Комментарии
Ханифа Анваровна! Если можно,
Ханифа Анваровна! Если можно, работу представьте на русском языке. Обидно, что воевал солдат за нас, за нашу счастливую жизнь,а прочитать о нем мы не можем.
Да,конечно,постараемся!
Да,конечно,постараемся!