2 класс өсөн дәрес "Танышыу. Һинең исемең нисек?"
план-конспект урока на тему

Коновалова Раушания Феоктистовна

икенсе класс өсөн дәрес өлгөһө 

Скачать:

ВложениеРазмер
Microsoft Office document icon proekt_esh.doc56 КБ

Предварительный просмотр:

ФИО:

Коновалова Раушания Феоктистовна

Предмет:

Дәүләт башҡорт теле

Класс:

2 класс

Дәрес төрө:

Яңы тема өйрәнеү

Тема:

Танышыу. Һинең исемең нисек?

Дәрес маҡсаттары:

Белем биреү: башҡортса танышырға өйрәнеүҙе дауам итеү, Исемең нисек? Һорауына яуап бирергә өйрәтеү. Башҡорт теленең (ң) өнөн үҙләштереү.

Үҫтереү: диалогик телмәрҙе үҫтереү, һүҙ байлығын арттырыу.

Тәрбийәләү: бер-береһенә ҡарата ыңғай мөнәсәбәт тәрбийәләү.

Көтөлгән һөҙөмтәләр:

Предмет УУЭ һөҙөмтәләре: Һинең исемең нисек? Һорауына яуап биреү. Шул уҡ һорауҙы иптәшеңә бирергә. (ң) тергә өйрәнергә , хәрефте дөрөҫ яҙырға өйрәнеү.

Метопредмет УУЭ һөҙөмтәләре:

а) регулятив: уҡытыусы менән берлектә дәрес темаһын, маҡсатын билдәләргә күнегеү, булған белемдәрен барлау, баһалау;

б) танып белеү: балалар әҙәбиәте менән танышыу;

в) коммуникатив: һөйләмдә төҙөү, диалогта ҡатнашыу, үҙ-ара аралашыу.

Шәхес булараҡ формалаштырыуУУЭ һөҙөмтәләре: уҡыу процесына ыңғай мөнәсәбәттә булыу, ҡыҙыҡһына белеү, белем алыуға ынтылыш.

Йыһаҙландырыу:

“Башҡорт теле” дәреслеге, слайдтар, эш дәфтәре, башҡорт алфавиты, башҡорт хәрефтәре, 2-класс өсөн электрон дәреслек, артикуляцион күнегеүҙәр, уйысыҡ айыу.

Дәрес этаптары

Уҡытыусы эшмәкәрлеге

Уҡыусылыр эшмәкәрлеге

Дәрестең һәр этабында формалаштырылған УУЭ (регулятив, танып белеү, коммуникатив, шәхес булараҡ формалаштырыу)

  1. Уҡыу эшмәкәрлегенә мотивация булдырыу. Белемдәрҙе актуалләштереү. Өйгә эште тикшереү.

- Һаумыһығыҙ балалар! Хәйерле иртә.

               Башланып китте дәрес ,

               Беҙ матур ултырабыҙ.

Дүртле, бишле билдәләрен,

Көн һайын арттырабыҙ.

- Матур итеп ултырҙыҡ, бөгөнгө дәресте башлайыҡ.

1. Өйгә эште тикшереү. Эш дәфтәренең 3-4 күнегеүҙәрҙе ҡарап үтеү.

Әә, Һһ хәрефтәрен ҡабатлау. Был хәрефтәргә белгән һүҙҙәрҙе әйтеү.

2.Әңгәмә ойоштороу. Ниндәй һорау бирергә өйрәндек? (Һин кем?, Һеҙ кем?)

-Һаумыһығыҙ. Мин уҡытыусы

-Һаумыһығыҙ. Мин ҡыҙ. Мин уҡыусы.

-Һаумыһығыҙ. Мин малай. Мин уҡыусы.

3. Алмаштарҙы ҡабатлау. МИН.ҺИН, УЛ.

4. Аудирование.

Уҡытыусы менән башҡорт телендә һаулашалар.

Уөвусылар таҡтаға яҙылған шиғырҙы уҡытыусы артыннан ҡабатлайҙар.

Уҡыусылар уҡытыусы биргән һорауҙарға яуап бирәләр.Әңғәмәлә ҡатнашалар.

Бергә ултырған иптәштәре менән диалог ҡорала.

Тексты тыңлап, һорауһарға яуаптар бирәләр.

Р.: үҙҙәренәң уҡыу эшмәкәрлеген ойошторорға ойрәнәләр.

Ш.: белем алыуға, уҡыуға, дәрескә ыңғайҡараш формалаша.

2. Уҡыу мәсьәләһен ҡуйыу.

- Беҙгә бөгөн ҡунаҡҡа бер айыу килгән. Уның менән башҡортса иҙәнләшәйек әле. Уның менән танышырға кәрәк балалар.

Ә бының өсөн беҙгә нимә эшләргә кәрәк?    ( Исемен һорарға)

Башҡортса иҫәнләшә беләһегеҙме? (эйе)

Ә таныша беләһегеҙме? (Юҡ)

- Тимәк беҙҙең бөгөнгө дәрестең темаһы

Уҡыусылар һорауҙарға яуап бирә, үҙҙәре дәрестең темаһын әйтә.

Р.: уҡытыусы менән берлектә дәрестең иаҡсаттарын билдәләргә өйрәнәләр.

Ш.: уҡыу эшмәкәрлегенә мотивация, уҡыуға, яңылыҡ белеүгә ынтылыш, ҡыҙыҡһанусанлыҡ формалаша.

3. Яңа материалды өйрәнеү. Уҡыу мәсьәләһен сисеү.

1. Диалог төҙөү. Айыу менән диалогка инеү.

-Минең исемем Айыуҡай. Һинең исемең нисек?

-Минең исемем …

- Уның исеме нисек?

- Уның исеме Света.

2. Яңы һүҙҙәр менән танышыу.

Минең – мой, моя, моё, мои;

Һинең – твой, твоя, твоё, твои;

Уның- его,её их;

3.Таҡта алдында “Таныш булайыҡ” диалогын төҙөү.( 7 бит, 2 күнегеү)

4. Әңғәмә ойоштороу.

Бөгөн өйрәнгән һүҙҙең аҙағында ниндәй өн-хәреф ишетәһегеҙ?

 ң хәрефен күрһәтеү. Был хәреф ниндәй хәрефкә оҡшаған?

Ә ни өсөн был хәреф янында ҙур хәрефе юҡ? (уҡыусылар үҙҙәре әйтә)

5. Эш дәфтәренә ң хәрефен яҙыу.

Диалог ҡоралар.

Уҡытыусы уҡып сыҡҡанан һуң, бергә уҡыйҙар.

Һорауҙарға яуап бирәләр.

Алфавиттың ң хәрефен табалар.

Эш дәфтәрендә эшләйҙәр.

К.:  диалогка инеү, һорауҙарға яуап биреү, башҡаларҙы тыңлау, әңғәмәгә ҡушылыу.

4. Ял минуты.

Ял минуты өсөн шиғырҙы ҡабатлап уны башҡарыу.

Ҡоштар кеүек йөҙәбеҙ, ҡаҙҙар кеүек осабыҙ, ҡуян кеүек һикерәбеҙ, айыу кеүек атлайбыҙ, атта кеүек елкенәбеҙ, бесәй кеүек һуҙылабыҙ һәм урынға ултырабыҙ.

Уҡытыусы артыннан хор менән ҡабатлайҙар, хәрәкәттәр яһайҙар.

Ш.: уйында ҡатнашыу мәҙәниәте

формалаша, уҡыу материалына ҡыҙыҡһыныу арта.

5. Белемде нығытыу .

1.Төркөмдәрҙә эш. 8 бит, 5 күнегеү. Әкиәт геройҙары менән танышыу. Ниндәй әкиәттән икәнен әйтеү.

- Был кем?

-Был Буратино.

-Был нимә?

-Был бесәй.

2. 3 күнегеүҙе 9 биттәге Һүҙҙәрҙе дөрөс итеп уҡыу , уларҙы сағыштырыу.

Уҡыусылар һорауҙарға яуап бирәләр, диалогҡа инәләр.

Дәреслектәге күнегеүҙәрҙе эшләйҙәр. Һүҙҙәрҙе уҡыйҙар, сағыштыралар. Эш дәфтәрендәге эште башҡаралар.

Р.:уҡыу мәсьәләһен аңлай, ҡабул итә, үҙҙәренең эшмәкәрлеген планлаштыра , ҡуйылған һорауғы яуап бирергә өйрәнәләр.

К.: диалог төҙөй, һорауҙарға яуап бирә, башҡаларҙы тыңлай, әңғәмәгә ҡушылыу

6. Өйгә эш.

1. Эш дәфтәренең 8 битендәге 3 күнегеүҙе эшләргә.

2. Яңы һүҙҙәрҙе ятларға.

3. Әкиәт геройҙары исеменән диалог төҙөргә.

Көндәлеккә өйгә эште яҙалар.

Р.: яңы уҡыу мәсьәләһен ҡабул итә белеү, үҙҙәренең эшмәкәрлеген планлаштырыу формалаша.

К.: диалог, һөйләмдәр төҙөргә өйрәгәләр.

7. Дәресте йомғаҡлау.

- Бөгөн дәрестә нимәләргә өйрәндегеҙ?

-Ниндәй өн-хәреф менән таныштығыҙ?

Уҡыусылар үҙҙәренең эштәрен баһалай.

Уҡыусыларҙы уҡытыусы баһалай.

Уҡыусылар яуаптар бирәләр.

Р.: үҙҙәренең эшмәкәрлегенә баһа бирә белеү, уҡытыусының баһаһына адекват ҡараш формалаша.

Ш.: үҙҙәренең эшмәкәрлегенә баһалау күнекмәһе үҫешә.


По теме: методические разработки, презентации и конспекты

"Исемең матур, кемнәр куйган?"

Внеклассное мероприятие...

Сөйләм телен үстерү. Минем исемем.

Презентация ярдәмендә сөйләм телен үстерү...

"Адымнар "исеме астында нәшер ителүче мәктәп газетасы

3 ел  инде укучылар тарафыннан  "Адымнар"исемле  баш астында  мәктәп газетасы нәшер ителә.Газетада мәктәп, авыл тормышындагы яңалыклар,хатирәләр, кызыклы вакыйгалар, котлаулар...

Батыр үзе үлсә дә, исеме үлмәс.

Г.Әпсәләмов «Миңа унтугыз яшь иде» әсәре буенча йомгаклау дәресе. Бөек Җиңүгә 70 ел тулу уңаеннан үткәрелә. Максат: 1.Күренекле язучы,  шагыйрьләр иҗатында Бөек Ватан сугышы темасының чагылы...

Тукай туган төбәктә. Арча районында Тукай исеме белән бәйле авыллар турында әдәби-музыкаль кичә.

Шагыйрьнең туган ягы – инешле, урманлы, челтерәп аккан чишмәләргә бай булган Казан арты. Шагыйрьнең балачагы узган Кушлавыч,Өчиле, Кырлай авылларының җанга рәхәт табигате сабый Тукай күңелендә т...

Үзем үлсәм исемем, җырым үлмәс, Ул яңгырар илнең кырында. дәрес- панорама

Укучылар М. Җәлилнең сугыш елларындагы  тормышы һәм иҗаты турында  танышалар.Архип Ефимович Митрофановның “Жизнь его песней звенела в народе” иемле мәкаләсе турында үзләренең фик...

"Әйдәгез, танышабыз. Синең исемең ничек? соравы һәм аңа җавап формасы"

:"Әйдәгез, танышабыз. Синең исемең ничек? соравы һәм аңа җавап формасы"...