Рабочая программа "Башкирский язык и литература"
рабочая программа (7, 9 класс) на тему

Галиуллина Таслия Инсафовна

Рабочая образовательная программа  "Башкирский язык и литература" 

Скачать:

ВложениеРазмер
Microsoft Office document icon rabochaya_programma_7_klass.doc97 КБ
Microsoft Office document icon rabochaya_programma_9_klass.doc94 КБ

Предварительный просмотр:

Аңлатма яҙыу

 Уҡытыу  рус телендә  алып  барылған  мәктәптәрҙең   7-се  класы  өсөн башҡорт (дәүләт)  теленән  эш программаһы.

Эш программаһы 68 сәғәткә бүленгән (аҙнаға 2 сәғәт)

Төҙөүсеһе: Ғәлиуллина Тәслиә Инсаф ҡыҙы

Дәреслек: Башҡорт теле. Уҡытыу рус телендә алып барылған мәктәптәрҙең 7-се класс уҡыусылары өсөн дәреслек. Ғәбитова З.М., Усманова М.Ғ. – Өфө: Китап, 2007.

Программа кимәле : базис.

Уҡытыусының тел буйынса уҡыу-уҡытыу методик комплекты :

  1. Башҡорт теленән программа. (Уҡытыу рус телендә алып барылған мәктәптәрҙең I – XI кластары өсөн). Төҙөүселәре: Ғәбитова З.М., Усманова М.Ғ. – Ижевск: «КнигоГрад», 2008.
  2. Башҡорт теленән диктанттар һәм изложениелар йыйынтығы. Усманова М.Ғ., Ғәбитова З.М. – Өфө: Китап, 2009.
  3. Уҡытыу рус телендә алып барылған мәктәптәрҙең 7-8-се кластары  өсөн «Башҡорт теле» дәреслегенә методик күрһәтмәләр. Ғәбитова З.М. Усманова М.Ғ. – Өфө: Китап, 2008.
  4. Уҡытыу рус телендә алып барылған мәктәптәрҙә башҡорт (дәүләт) теле буйынса уҡыусыларҙың телмәр үҫтереүенә, яҙма эштәренә, дәфтәр тотоуҙарына һәм яҙма эштәр үткәреүгә берҙәм талаптар.
  5. Уҡыусылар өсөн тел буйынса уҡыу-уҡытыу методик комплекты:  

Башҡорт теле: Уҡытыу рус телендә алып барылған мәктәптәрҙең 7-се класс уҡыусылары өсөн дәреслек. З.М.Ғәбитова, Усманова М.Ғ. – Өфө: Китап, 2008.

Программа үҙенсәлектәренең характеристикаһы: Эш программаһы Башҡортостан Республикаһы  Мәғариф министрлығы тарафынан раҫланған «Башҡорт теленән программа» (Уҡытыу рус телендә алып барылған мәктәптәрҙең I-XI кластары өсөн) нигеҙендә төҙөлдө. Төҙөүселәре: Толомбаев Х.А., Дәүләтшина М.С., Ғәбитова З.М., Усманова М.Г. – Ижевск: «КнигоГрад», 2008.

Башҡортостан Республикаһы  Мәғариф министрлығы тарафынан тәҡдим ителгән программа Баҡалы районы муниципаль районы Баҡалы ауылының 1–се урта дөйөм белем биреү мәктәбе муниципаль бюджет дөйөм белем биреү учреждениеһының “уҡыу планына” ярашлы рәүештә тормошҡа ашырыла.

Был эш программаһында федераль һәм республика закондары талаптары тормошҡа ашырыла:

«Рәсәй Федерацияһы халыҡтары телдәре тураһында» законы, Рәсәй Федерацияһының «Мәғариф тураһында» Законы, «Башҡортостан Республикаһы халыҡтары телдәре тураһында» законы, Башҡортостан Республикаһының «Мәғариф тураһында» Законы.

Программаның йөкмәткеһе 3 йүнәлештә төҙөлгән:

  1.  Балаларҙы һөйләшергә өйрәтеү үҙәк бурыс.
  2. Тел менән әҙәби материалдары бергә ҡушып өйрәнелә (интеграция).
  3. Лингвистик һәм әҙәби күренештәр, уҡыу материалы нигеҙендә, практик ҡулланыу маҡсатынан сығып өйрәнелә (коммуникатив йүнәлеш).

Маҡсаттар һәм бурыстар:

  1. Уҡыусыларҙа башҡорт телендә һөйләгәнде, уҡығанды, радиотапшырыуҙар тыңлағанды аңлау күнекмәләре булдырыу (аудирование).
  2. Аралашыуҙа кәрәк була торған типик һөйләмдәрҙе күсереп, үҙ фекерҙәрен билдәле кимәлдә үҙ аллы яҙыу күнекмәләрен булдырыу.
  3. Башҡорт телен өйҙә, йәмәғәт тормошонда, хеҙмәт процесында практик файҙаланырға өйрәтеү.
  4. Башҡорт телен практик өйрәнеүгә бәйләп, балаларҙы башҡорт халҡының тарихы, мәҙәниәте, сәнғәте, әҙәбиәте, милли йолалары, башҡорт халҡының күренекле шәхестәре, уларҙың эшмәкәрлеге, ижады һәм башҡалар менән таныштырыу, балаларҙы башҡорт донъяһына алып инеү, башҡорт халҡына, үҙҙәре йәшәгән төйәккә ихтирам һәм һөйөү тәрбиәләү. Текстағы яңы һүҙҙәр, фразаларҙы аңлатыу, һүҙлек эше үткәреү мотлаҡ.
  5. Әҫәрҙе өлөшләп, һайлап, ролдәргә бүлеп, сылбыр буйынса уҡыу, тексты магнитофон яҙмаһынан тыңлау, йөкмәтке буйынса һорауҙарға яуап биреү кеүек эштәр башҡарғанда, һүҙлек эше иғтибар үҙәгендә тора.
  6.  5-6-сы кластарҙа алған белемдәр тулыландырыла. Темалар буйынса яҙыусылар, шағирҙар ижады менән таныштырыу, яңы текстар уҡыу, диалог һәм монолог ярҙамында бәйләнешле һөйләм төҙөү дауам итә.
  7. Туған тел, белем, уҡытыусы, мәктәп һәм көҙгө байлыҡ тураһында һөйләшеү күберәк урын ала.
  8. Бәйләнешле текст төҙөү, бер телдән икенсе телгә тәржемә итеү күнегеүҙәре башҡарыла.

Уҡытыу предметының төп йөкмәткеһе

I. Яңынан мәктәпкә (6 сәғәт)

5-6-сы кластарҙа алған белемдәрҙе тулыландырыу. Был тема буйынса яҙыусылар, шағирҙар ижады менән таныштырыу, яңы текстар уҡыу. Диалог һәм монолог ярҙамында бәйләнешле һөйләм төҙөү дауам итә. Туған тел, белем, уҡытыусы, мәктәп һәм көҙгө байлыҡ тураһында һөйләшеү күберәк урын ала. Бәйләнешле текст төҙөү, бер телдән икенсе телгә тәржемә итеү күнегеүҙәре башҡарыла. Көҙ, көҙгө эштәр, уңыш йыйыу темаһы төп урындарҙың береһен алып тора.

Мәктәп, уҡыу, китап, икмәк, уңыш, емеш-еләк тураһында мәҡәлдәр, әйтемдәр, йомаҡтар менән танышыу.

Грамматика:

6-сы класта үтелгәндәрҙе ҡабатлау.

II. Ауыл тормошо (7 сәғәт)

Ауыл тормошо, ауыл кешеләренең көнкүреше, хеҙмәт, игенсе хеҙмәте тураһында әңгәмәләр үткәреү. Игенсе эшенең нескәлектәрен һөйләү. Ауыл тормошоноң ҡала тормошонан айырмалы яҡтары тураһында аңлатыу. Ауыл еренән сыҡҡан күренекле шәхестәрҙең тормош юлы менән таныштырыу, осрашыуҙар ойоштороу. Был тема буйынса яҙылған әҫәрҙәр уҡыу.

Грамматика:

Ҡылым. һүҙбәйләнеш. һөйләм төҙөлөшө.

III. Башкортостан буйлап сәйәхәт (8 сәғәт)

Башҡортостан тураһында 1-6 кластарҙа үтелгәндәрҙе ҡабатлап, белгән фактик материалды эҙмә-эҙлекле итеп һөйләргә өйрәнеү. Был тема буйынса уҡыусыларға яңы мәғлүмәт биреү. Тыуған еребеҙҙең сал тарихы барлығын, Башҡортостан тураһында рус яҙыусылары, «Урал» эпосы, һуңғы йылдарҙағы тарихи Башҡортостан ерендә үткәрелгән фәнни экспедициялар мәғлүмәттәре менән таныштырып китеү («Арҡайым», «Сынташты», боронғо ҡалалар, алтын әйберҙәр табыу һ.б. тураһында), бының өсөн һуңғы йылдарҙа сыҡҡан матбуғат баҫмаларына мөрәжәғәт итеү. Был тема буйынса тәҡдим ителгән әҫәрҙәр менән танышыу, уҡыусыларҙың яҙыу һәм һөйләү телмәрен үҫтереү өҫтөндә эш алып барыла.

Грамматика:

Яңғыҙлыҡ исемдәр.

IV. Спорт. Спорт кәрәк-ярактары (8 сәғәт)

Кешегә сәләмәт булыу өсөн спорт менән шөғөлләнергә кәрәк икәнлеген аңлатыу һәм был турала уҡыусылар менән һөйләшеү, әңгәмә ойоштороу. Уҡыусылар үҙҙәре спорт менән ҡыҙыҡһыныуҙары, күренекле спортсмендар тураһында һөйләргә өйрәтеү. Спорт тураһында теле-радио тапшырыуҙары, газета материалдары буйынса һөйләү.

Башкортостанда спорт төрҙәре. Спорт өлкәһендә данлыҡлы кешеләр.

Грамматика:

Башҡорт теленең үҙенсәлекле хәреф, өндәре, һөйләм төрҙәре.

V. Мин һәм беҙҙең ғаилә (9 сәғәт)

Уҡыусы үҙенең ғаиләһе тураһында тулы һәм иркен һөйләй белергә тейеш. Сөнки был тема йылдан-йыл ҡабатлана. Ғаилә ағзаларын дөрөҫ атау, уларға ихтирамлы, иғтибарлы булырға өйрәтеү. Ғаилә, ғаилә ағзалары тураһында яҙылған әҫәрҙәр уҡыу, уларҙы аңлы ҡабул итергә өйрәтеү, һөйләү күнекмәләрен үҫтереү. Уҡылған әҫәрҙәр буйынса план төҙөргә өйрәтеү, план буйынса һөйләү. Телмәр үҫтереүгә айырым иғтибар бирелә. Был бүлектә билдәле рәссамдарҙың әҫәрҙәре күп кенә урын алған. Картинаны ҡарай, аңлай һәм уның йөкмәткеһен һөйләргә өйрәтеү.

Грамматика:

Ҡылым. Ҡылымдарҙың заман, зат, һан менән үҙгәреше.

VI. Әсәйҙәр байрамы. (З сәғәт)

Әсәй, өләсәйҙәрҙең изгелеге, ҡәҙере хаҡында әҫәрҙәр уҡыу, йөкмәткеһе өҫтөндә эш төрҙәре башҡарыу, һүҙлек байлыҡтарын арттырыу. "Катын-ҡыҙҙар байрамы тураһында әңгәмәләр, иртәлектәр үткәреү, данлыҡлы ҡатын-ҡыҙҙар менән осрашыуҙар ойоштороу.

Грамматика:

Теркәүес тураһында төшөнсә. Теҙеү теркәүестәре.

VII. Сәнғәт оҫталары. (7 сәғәт)

Республиканың данлыҡлы һәм арҙаҡлы шәхестәре менән танышыуҙы дауам итеү. Сәнғәт оҫталарының тормош юлы һәм ижады менән таныштырыу. Теле-радио тапшырыуҙар, яҙмалар ҡарау. Уларҙың әҫәрҙәрен таныу, данлыҡлы кешеләребеҙ тураһында һөйләй белеү. Йырҙар өйрәтеү, бергәләп йырлау, һәләтле балалар менән йырҙар өйрәнеү. Мәктәп сәхнәһе өсөн концерт номерҙары әҙерләү.

Грамматика:

Эйәртеү теркәүестәре. Теркәүестәрҙең дөрөҫ яҙылышы. Теркәүес темаһын нығытыу.

VIII. Исемең матур, кемдәр ҡушҡан? Исемдәрҙә - ил тарихы (З сәғәт)

Был тема кеше исемдәренән башҡа тау, ер, һыу атамалары мөнән берлектә алып барыла. Исемдәрҙең мәғәнәһе, уның кеше холоҡ-фиғеленә тәьҫир итеүе. Данлыҡлы кешеләрҙең исемдәренә бәйләп, төрлө тарихи ваҡиғалар һөйләү, әҫәрҙәр уҡыу. Атамалар буйынса легендалар, риүәйәттәр уҡыу ҙа дәрестәрҙе ҡыҙыҡлы, мауыҡтырғыс итеп үткәрергә ярҙам итәсәк.

«Исемдәрҙә – ил тарихы», «Исемең матур, кемдәр ҡушҡан?» темаһына иртәлектәр үткәреү, уҡыусыларҙың һөйләү телмәрен үҫтерергә, кеше алдында сығыш яһау өсөн ярҙам итәсәк.

Грамматика: Бәйләүестәр. Яңғыҙлыҡ исемдәрҙе дөрөҫ яҙыу ҡағиҙәһен ҡабатлау.

IX. Борон-борон заманда... (5 сәғәт)

Башҡорт халыҡ ижады темаһын киңәйтеү, уҡыусыларҙың белгәндәрен тулыландырыу, һүҙ байлығын, һөйләү телмәрен үҫтереү маҡсат булып тора. Күберәк иғтибарҙы тексты аңлы ҡабул итеү һәм йөкмәткеһен һөйләй белеүгә йүнәлтеү. Бында башҡорт халыҡ әкиәттәренән башҡа, Ф.Туғыҙбаеваның «Тайыштабан ниңә уйнарға сыҡманы?» әкиәте лә урын алған. Уларҙың айырмаһын билдәләп үтеү кәрәк.

Грамматика:

Киҫәксә тураһында төшөнсә.Киҫәксәләрҙең бүленеше. Киҫәксәләрҙең дөрөҫ яҙылышы.

Х. Берҙәмлек, дуҫлыҡ, тыныслыҡ (7 сәғәт) 

Иң төп темаларҙың береһе - берҙәмлек, дуслык, тыныслыҡ. Бында тик кешеләр араһындағы дуҫлыҡ тураһында ғына һөйләшеү бармаясаҡ, ә халыҡ-ара булған мөнәсәбәттәр ҙә иғтибар үҙәгендә торорға тейеш. Был тема буйынса уҡыусыларҙы аңлап фекер йөрөтөргә  һәм  һөйләй белергә өйрәтеү. Уҡылған  әҫәрҙәрҙең йөкмәткеһе буйынса фекер алышыу, әңгәмә ойоштороу.

Грамматика:

Мөнәсәбәт һүҙҙәр. Ымлыҡтар. Уларҙың дөрөҫ яҙылышы.

XI. Йәмле йәй (5 сәғәт)

Йәй миҙгеленең үҙенсәлектәрен билдәләү. Уҡыусыларҙың һүҙ байлығын арттырыу, һөйләү һәм яҙыу телмәрен үҫтереү. Тәбиғәтте күҙәтеү, алған тәьҫораттар буйынса фекер алышыу. Был айҙарҙа уҙғарылған Милли байрамдар менән таныштырыу, улар тураһында белгәндәрен һөйләү. Балаларҙың йәйге ялы, хеҙмәте, ололарға ярҙамы тураһында әҫәрҙәр уҡыу һәм әңгәмәләр үткәреү.

Грамматика:

7-се класта үткәндәрҙе ҡабатлау, дөйөмләштереү.

Уҡыусыларҙың белем кимәленә талаптар

7 класс өсөн телмәр күнекмәләре:

  1. Өйрәнелгән әҫәрҙәрҙең авторын, исемен белеү;
  2. Яҙыусы ижад иткән художестволы картиналарҙы уйлап күҙ алдына баҫтырыу;
  3. Эпик һәм лирик әҫәрҙе айыра белеү;
  4. Программала ятлау өсөн тәҡдим ителгән әҫәрҙәрҙең тексын ятлау, 8-10 шиғырҙы яттан тасуири һөйләй белеү.
  5. Художестволы, фәнни популяр һәм публицистик текстарҙы ҡысҡырып, етеҙ уҡыу;
  6. Художестволы әҫәрҙәрҙе тасуири уҡыу;
  7. Ҙур булмаған хикәйәләрҙе йәки уларҙың өҙөктәрен һөйләп биреү.
  8. Йәмғиәт тормошонда телдең роле; туған телдең әһәмиәте;
  9. Фонетика, телмәр өндәре, ижек, баҫым, һуҙынҡы һәм тартынҡы өндәр;
  10. Графика, алфавит; хәрефтәрҙең өндәрҙе сағылдырыуы төшөнсәләре;
  11. Лексика; һүҙҙең лексик мәғәнәһе; һүҙҙең тура һәм күсмә мәғәнәһе; синоним, антоним, омоним;
  12. Исемдәрҙең һан, килеш менән үҙгәреше, күплек һәм килеш ялғауҙарының дөрөҫ яҙылышы, яңғыҙлыҡ исемдәрҙең дөрөҫ яҙылышы;
  13. Ҡылымдарҙың заман, һан, зат менән үҙгәреше;
  14. Ярҙамсы һүҙ төркөмдәре, уларҙың яҙылышы, һөйләмдәге роле.
  15. Ижади диктанттар, изложениелар һәм иншалар яҙыу.

Уҡыу-уҡытыу программаһында планлаштырылған һөҙөмтәләрҙе үҙләштерелеүен баһалау

Класта һәм өйҙә башҡарыла торған яҙма эштәр өйрәтеү һәм тикшереү характерында була.

Уларға түбәндәгеләр инә:

  1. башҡорт теленән төрлө типтағы күнегеүҙәр;
  2. тәржемә эштәре (башҡорт теленән рус теленә һәм киреһенсә);
  3. дәреслектәрҙәге әҙәби текстарға пландар төҙөү;
  4. һорауҙарға яҙма яуаптар һәм иншалар;
  5. тел һәм әҙәби материалдар буйынса аналитик һәм дөйөмләштереү тибындағы схемалар, проекттар төҙөү.

      Башҡорт теленең ағымдағы, сирек йәки йыл аҙағында, шулай уҡ уҡыу йылы башында инеү диктанты, ҙур темаларҙан һуң йомғаҡлау контроль эштәре үткәрелә. Ағымдағы контроль эштәр программаның өйрәнелгән материалын үҙләштереүҙе тикшереү маҡсатында уҙғарыла. Уларҙың төрө һәм үткәреү йышлығы өйрәнелә торған материалдың ҡатмарлылығынан, уҡыусыларҙың белем кимәленән сығып билдәләнә. Ағымдағы контроль эштәр өсөн уҡытыусы йә тотош дәресте, йә уның бер өлөшөн генә файҙалана ала.

      Уҡыу йылы башында инеү диктанты, сирек һәм йыл аҙағында йомғаҡлау контроль эштәре мәктәп администрацияһы менән берлектә төҙөлгән график буйынса үткәрелә. Контроль эштәрҙе сиректең беренсе көнөндә һәм дүшәмбелә үткәреү тәҡдим ителмәй.

      Программа материалының үҙләштереү кимәле уҡыусыларҙың дәрестәрҙә телдән биргән яуаптарына һәм яҙма эштәренә ҡарап баһалана. Бының өсөн башҡорт теленән һәр класта түбәндәге күләмдә контроль эштәр, яҙма эштәр үткәреү ҡарала:

Яҙма эштәрҙең төрҙәре:

Һорауҙарға яуаптар-1

Диктант- 4

Изложение – 3

Инша - 3

Башҡорт (дәүләт) телен өйрәнеү өсөн уҡыу - уҡытыу методик ҡулланмалар

  1. Башҡорт теленән программа. (Уҡытыу урыҫ телендә алып барылған мәктәптәрҙең I – XI кластары өсөн). Төҙөүселәре: Ғәбитова З.М.,Усманова М.Ғ. – Ижевск: «КнигоГрад», 2008.
  2. Башҡорт теленән диктанттар һәм изложениелар йыйынтығы. Усманова М.Ғ., Ғәбитова З.М. – Өфө: Китап, 2009.
  3. Уҡытыу урыҫ телендә алып барылған мәктәптәрҙең 7-8-се кластары  өсөн «Башҡорт теле» дәреслегенә методик күрһәтмәләр. Ғәбитова З.М., Усманова М.Ғ. – Өфө: Китап, 2006.
  4. Ғәбитова З.М. Телмәр үҫтереү дәрестәре. Башҡорт телен дәүләт теле итеп өйрәнеүселәр өсөн. – Өфө: Китап, 2009. – 128 бит.
  5. Уҡытыу рус телендә алып барылған мәктәптәрҙә башҡорт (дәүләт) теле буйынса уҡыусыларҙың телмәр үҫтереүенә, яҙма эштәренә, дәфтәр тотоуҙарына һәм яҙма эштәр үткәреүгә берҙәм талаптар. Усманова М. Г.  Башҡорт теле грамматикаһы таблицаларҙа һәм схемаларҙа.
  6. Аслаев Т. Х., Атнағолова С.В. Телмәр үҫтереү буйынса сюжетлы картиналар.-Өфө:Китап, 1996.
  7. Башҡорт әҙәбиәте буйынса аудио-видео әсбаптар.- Өфө: Башҡортостан Республикаһының Мәғариф  министрлығы. 2005.
  8. Башҡорт теле грамматикаһы таблицаларҙа. Фонетика. Морфология. - Башҡортостандың бәләкәй даһийы. Өфө : «Эдвис» уҡытыу – методика үҙәге, 2008.
  9. Башҡорт теленең аңлатмалы һүҙлеге. Ураҡсин З.Г. – Өфө, 2004.
  10. Русса-башҡортса һүҙлек. Ураҡсин З.Г., Саяхова К.Г. – Өфө, 1997.
  11. Омонимдар һүҙлеге. Әхтәмов М.Х. – Өфө, Китап, 2006.
  12. Башҡорт теленең фразеологик һүҙлеге. Ураҡсин З.Г. – Өфө, Китап, 2006.
  13. Башҡортостан энциклопедияһы. Шәкүров Р.З. – Өфө, Китап, 1997.
  14. Балалар әҙәбиәте антологияһы. Әлибаев С. – Өфө, Китап, 1999.
  15. Электрон дәреслек. Башҡорт (дәүләт) теле. 5-11 – Өфө: Мәғариф министрлығы, 2003.
  16. Электрон дәреслек. Башҡорт әҙәбиәте. 5-9 класс – Өфө: Мәғариф министрлығы, 2003.
  17. Раҡаева Ә.С., Дәүләтшина М.С. Башҡорт теленән контроль һорауҙар, тестар ҡулланмаһы. – Өфө: Педкнига, 2008. – 96 бит
  18. Башҡорт  теле  таблицаларҙа,  схемаларҙа  hәм  ҡағиҙәләрҙә.  Әүбәкирова  З.Ф.–  Өфө, 2006.

Материаль-техник ҡулланмалар

  1. телевизор;
  2. компьютер;
  3. принтер;
  4. DVD-проигрыватель,
  5. Аудио-видеомагнитофон.

Төп һәм өҫтәлмә әҙәбиәт

  1. Башҡорт теле: Уҡытыу рус телендә алып барылған мәктәптәрҙең 7-се класс уҡыусылары өсөн дәреслек. Ғәбитова З.М., Усманова М.Ғ. – Өфө: Китап, 2008
  2. Ғәбитова З.М. Телмәр үҫтереү дәрестәре. – Өфө: Китап, 2009.
  3. Башҡортса – русса мәҡәлдәр һәм әйтемдәр һүҙлеге. –  Өфө: Китап, 1994.
  4. Әбүбәкирова  З.Ф., Әүбәкирова Х.E., Дилмөхәмәтов М.И. Мин башҡортса уҡыйым –  Өфө: Китап, 2007.
  5. Тел  төҙәткестәр, тиҙәйткестәр, һанамыштар. Төҙөүселәр: Иҫәнғолова Ә.Ф., Дәүләтҡолова Г.Ш. – Өфө: Эшлекле династия, 2008.
  6. Балалар уйын фольклоры. Сөләймәнов А.М. – Өфө, Китап, 2007.
  7. Балалар өсөн йөҙ йыр. Юнысова Г.А. – Өфө, Китап, 2003
  8. «Башҡортостан уҡытыусыһы», «Йәншишмә», «Аҡбуҙат», «Аманат», «Йәшлек» гәзит-журналдары.
  9. Ял минуттары өсөн күнегеүҙәр. Методик ҡулланма. Төҙөүселәр: Иҫәнғолова Ә.Ф., Дәүләтҡолова Г.Ш. – Өфө: Эшлекле династия, 2008
  10. Мостай Кәрим ижадында милли тәрбиә нигеҙҙәре. Вәлиев И.И. – Өфө, Китап, 2005.



Предварительный просмотр:

 Аңлатма яҙыу

          Уҡытыу  рус телендә  алып  барылған  мәктәптәрҙең 9-сы класы өсөн башҡорт (дәүләт)  теленән  эш программаһы.

Эш прогаммаһы 68 сәғәткә бүленгән (аҙнаға 2 сәғәт).

Төҙөүсе : Ғәлиуллина Тәслиә Инсаф ҡыҙы

Дәреслек: Башҡорт  теле: Уҡытыу рус телендә алып барылған мәктәптәрҙең 9-сы  класы уҡыусылары өсөн дәреслек. Төҙөүселәре: Ғәбитова З.М., Усманова М.Ғ. – Өфө: Китап, 2009

Программа кимәле : базислы

Уҡытыусының тел буйыса уҡыу- уҡытыу методик комплекты:  :

Ғәбитова З.М., Толомбаев Х.А. Рус мәктәптәрендә башҡорт телен уҡытыуҙы ойоштороу буйынса методик кәңәштәр 1- 11- се кластар өсөн. - Өфө, 2006. – 94 бит.

Ғәбитова З.М. Уҡытыу рус телендә алып барған мәктәптәрҙең 7- 8- се кластары өсөн “Башҡорт теле” дәреслегенә методик күрһәтмәләр. - Өфө:Китап, 2006. – 152 бит.

Усманова М.Г., Габитова З.М. Башҡорт теленән диктант һәм изложениелар йыйынтығы: 5-11 класс уҡытыусылары өсөн ҡулланма.-Өфө:Китап,2009.- 166 бит.

 Уҡыусылар өсөн тел буйынса уҡыу- уҡытыу методик комплекты:  Башҡорт  теле:  Уҡытыу  рус  телендә  алып  барылған  мәктәптәрҙең     9-сы  класы  уҡыусылары  өсөн  дәреслек. Төҙөүселәре: Ғәбитова З.М., Усманова М.Ғ. – Өфө: Китап, 2009

Программа үҙенсәлектәренең характеристикаһы: 

Эш программаһы Башҡортостан Республикаһы Мәғариф министрлығы тарафынан раҫланған «Башҡорт теленән программа»  (Уҡытыу рус телендә алып барылған  мәктәптәрҙең I-IX  кластары өсөн) нигеҙендә төҙөлдө. Төҙөүселәре Толомбаев Х. А.,  Дәүләтшина М.С., Ғәбитова З. М., Усманова М. Г.- Ижевск: «Книгоград», 2008.

Башҡортостан Мәғариф  Министрлығы  тарафынан  тәҡдим  ителгән  программа  Баҡалы районы муниципаль районы Баҡалы ауылының 1–се урта дөйөм белем биреү мәктәбе муниципаль бюджет дөйөм белем биреү учреждениеһының «Уҡыу  планы»на  ярашлы  рәүештә тормошҡа  ашырыла.

Был эш программаһында федераль һәм республика закондары талаптары тормошҡа ашырыла :

  • «Рәсәй Федерацияһы халыҡтары телдәре тураһында» Законы;
  • Башҡортостан Республикаһы халыҡтары телдәре тураһында» Законы;
  • Башҡортостан Республикаһының “Мәғариф тураһында” Законы;
  • Башҡортостан Республикаһының “Уҡытыу һәм тәрбиә биреү” концепцияһы;
  • Рәсәй Федерацияһының «Мәғариф тураһында» Законы.

Программа йөкмәткеһе 3 йүнәлештән тора:

  1. телмәр эшмәкәрлеген формалаштырыу;
  2. телдең системаһын ( фонетика, орфография, орфоэпия, грамматика, пунктуация) өйрәнеү;
  3. бәйләнешле текст менән эшләргә өйрәтеүҙе күҙ уңында тота. 

Маҡсаттар һәм бурыстар:

  • Уҡыусыларҙа башҡорт телендә һөйләгәнде, уҡығанды, радиотапшырыуҙар тыңлағанды аңлау күнекмәләре булдырыу (аудирование).
  • Аралашыуҙа кәрәк була торған типик һөйләмдәрҙе күсереп, үҙ фекерҙәрен билдәле кимәлдә үҙ аллы яҙыу күнекмәләрен булдырыу.
  • Башҡорт телен өйҙә, йәмәғәт тормошонда, хеҙмәт процесында практик файҙаланырға өйрәтеү.
  • Башҡорт телен практик өйрәнеүгә бәйләп, балаларҙы башҡорт халҡының тарихы, мәҙәниәте, сәнғәте, әҙәбиәте, милли йолалары, башҡорт халҡының күренекле шәхестәре, уларҙың эшмәкәрлеге, ижады һәм башҡалар менән таныштырыу, балаларҙы башҡорт донъяһына алып инеү, башҡорт халҡына, үҙҙәре йәшәгән төйәккә ихтирам һәм һөйөү тәрбиәләү. Текстағы яңы һүҙҙәр, фразаларҙы аңлатыу, һүҙлек эше үткәреү мотлаҡ.
  • Әҫәрҙе өлөшләп, һайлап, ролдәргә бүлеп, сылбыр буйынса уҡыу, тексты магнитофон яҙмаһынан тыңлау, йөкмәтке буйынса һорауҙарға яуап биреү кеүек эштәр башҡарғанда, һүҙлек эше иғтибар үҙәгендә тора.
  •  5-6-сы кластарҙа алған белемдәр тулыландырыла. Темалар буйынса яҙыусылар, шағирҙар ижады менән таныштырыу, яңы текстар уҡыу, диалог һәм монолог ярҙамында бәйләнешле һөйләм төҙөү дауам итә.
  • Туған тел, белем, уҡытыусы, мәктәп һәм көҙгө байлыҡ тураһында һөйләшеү күберәк урын ала.
  • Бәйләнешле текст төҙөү, бер телдән икенсе телгә тәржемә итеү күнегеүҙәре башҡарыла.

Программаның йөкмәткеһе һәм төҙөлөшө.

Рус һәм башҡа мәктәптәпҙә телде белмәгән балаларға башҡорт телен өйрәтеүҙең байтаҡ үҙенсәлектәре бар. Уларҙың иң мөһимдәрен һанап китәбеҙ:

  1. Балаларҙы һөйләшергә өйрәтеү  үҙәк бурыс.
  2. Был дәрестәрҙә балаларҙы башҡортса һөйләшергә, уҡырға, элементтар яҙырға өйрәтеү бергә алып барыла. Тел менән әҙәби материалдары бергә ҡушып өйрәнелә (интеграция).
  3. Башҡорт теле мотлаҡ практик рәүештә өйрәнелә. Лингвистик һәм әҙәби күренештәр, уҡыу материалы нигеҙендә, практик ҡулланыу маҡсатынан сығып өйрәнелә (коммуникатив йүнәлеш).    

Уҡыусыларҙың белем кимәленә талаптар.

        1. Ҙур булмаған эпик әҫәрҙәрҙе йәки уларҙың өҙөктәрен һөйләп биреү. Художество әҫәрҙәрҙе инсценировкалау.

        2. Уҡытыусы ҡуйған проблемалы һорау ярҙамында геройға характеристика биреү;

  • тәҡтим ителгән әҫәрҙе тәржемә итә белеү, таныш булмаған һүҙҙәрҙе айыра белеү;
  • 10-12 шиғырҙы яттан тасуири һөйләй белеү;
  • эпик, логик, лироэпик һәм драматик әҫәрҙәрҙе айыра белеү.

        3. Һорауҙарға тулы яуап һәм геройҙарға баһалама биреү;

  • уҡылған әҫәрҙәргә үҙ мөнәсәбәтеңде белдерә белеү.

        4. Телмәр ағышында өндәрҙең үҙгәреүен айыра һәм аңлата белеү;

  • диалогтарҙа башҡа кешеләрҙең телмәрендәге орфоэпик хаталарҙы күҙәтә һәм төркөмләй белеү;
  • һүҙлектәр менән файҙалана белеү;
  • диктант, изложение һәм иншалар яҙыу;
  • өндәш һүҙҙәр, улар эргәһендә тыныш билдәләренең ҡуйылышы;
  • һүҙҙәрҙе яһаусы һәм үҙгәртеүсе ялғауҙарҙың килеү тәртибе (рус теле менән сағыштырыу).
  • үҙ аллы һәм ярҙамсы һүҙҙәрҙең телмәрҙәге роле.

Уҡытыу предметының төп йөкмәткеһе

  Һаумы, мәктәп!  (6 сәғәт)

        Эш төрҙәре «Көҙ» темаһы менән берлектә алып барыла. «Көҙ» һәм «Мәктәп» темаһына шиғырҙар, әҫәрҙәр уҡыу; мәҡәл, әйтемдәр, йомаҡтар, һынамыштарҙы иҫкә төшөрөү.

        Алдағы кластарҙа үтелгәндәрҙе системалаштырыу, яңы мәғлүмәт менән таныштырыу. Һөйләү һәм яҙыу телмәрен үҫтереү өҫтөндә эш дауам итә.

 Ергә мәрхәмәт – илгә бәрәкәт.  12 сәғәт. 

        Тыуған Республикаға ҡарата мөхәббәт, ғорурлыҡ тойғоһо, тәбиғәткә һаҡсыл ҡараш тәрбиәләргә. Улар тураһында һөйләргә, яҙырға өйрәтеү. Башҡортостандың ер аҫты, ер өҫтө байлыҡтары тураһында әңгәмәләр үткәреү, экскурсиялар ойоштороу.

Атамалар ни һөйләй?  8 сәғәт.

        Кеше тормошонда атамаларҙың да (кеше исеме, фамилияһы, атаһының исеме; ауыл, ҡала, тау, йылға һ.б.) роле ҙур. Унһыҙ тормошто күҙ алдынала килтереп булмай. Атамалар бик күп. Тел ғилемендә уларҙы өйрәнеүсе фән бар. Ул – ономистика. Онамистика фәне үҙе бер нисә тармаҡтан тора: антропонимика, этнонимика, милли, халыҡ, ҡәбилә исемдәрен, зоонимика ҡош-ҡорт, хайуан ҡушаматтарын, космонимика өйрәнеүсе фән.

        Был теманы үтеү уҡыусының бала саҡтан уҡ үҙҙәре йәшәгән ауыл, ҡала, уларҙың янындағы атамаларҙың мәғәнәләрен белергә теләгән ҡыҙыҡһыныуын ҡәнәғәтләндерә, тыуған төйәк менән ғорурланырға мөмкинлек бирә. Сөнки атамаларҙа ил тарихы, ер һәм ошо ерҙә йәшәгән халыҡтың тел үҙенсәлектәре, халыҡ тормошо, ғөрөф-ғәҙәте, йолалары һ.б. сағыла. 

Беҙ ҡышты ла яратабыҙ.  8 сәғәт.

        Бәйләнешле телмәрҙең яҙма һәм телдән формаларына берҙәй әһәмиәт бирелә. Ҡыш миҙгеле, уның үҙенсәлектәре тураһында һөйләү күҙ уңында тотола.

Башҡорт театры.  4 сәғәт.

        Башҡортостанда театр сәнғәте. Республикалағы театрҙар һәм уларҙың эшмәкәрлеге хаҡында дөйөм мәғлүмәт биреү. М.Ғафури исемендәге Башҡорт Академия драма театрының барлыҡҡа килеүе тарихы (халыҡ артистары З.Бикбулатова, А.Мөбәрәков, Г.Мөбәрәкова). Театрҙың күренекле артистарының тормошо һәм ижады менән таныштырыу, улар тураһында һөйләргә өйрәтеү.

        Театрҙың үткәне һәм киләсәге буйынса фекер алышыу ойоштороу.

Башҡорт халыҡ ижады. 14 сәғәт.

        Халыҡ ижады тураһында дөйөм төшөнсә. Фольклорҙың коллектив ижад булыуы. Фольклор һәм яҙма әҙәбиәттең айырмаһын билдәләү, улар тураһында һөйләргә өйрәтеү.

Күңелле яҙ килә.  4  сәғәт.

        Башҡортостандағы яҙғы тәбиғәт күренештәре.  Ҡала һәм ауылда яҙғы эштәр: ҡоштар, хайуандар һәм үҫемлектәр тормошо, яҙғы байрамдар тураһында әңгәмәләр үткәреү. Тәбиғәткә экскурсиялар ойоштороу. Дарыу үләндәренән гербарийҙар төҙөү, Еңеү көнөн билдәләү. Һуғыш ветерандары менән осрашыу, иҫтәлектәр яҙып алыу буйынса эш дауам итә.

Башҡорт халыҡ милли аштары.  5 сәғәт. 

Башҡорт халҡының милли аштары менән таныштырыу. Уларҙы әҙерләү үҙенсәлектәрен билдәләү. Башҡорт милли аштары тураһында текстар менән таныштырыу.

        Уҡыусылырҙың һөйләү, яҙыу телмәрен үҫтереү өҫтөндә ентеклке эш дауам итә.

Башҡорт аты.  6 сәғәт. 

        Уҡыусылырҙы башҡорт атының килеп сығыуы, тарихи үткәне менән таныштырыу. Аттарҙың кеше тормошондағы мөһим ролен билдәләү. Йәш үһенсәлектәре буйынса бүленеүен билдәләү, уҡыусылырҙан дөрөҫ итеп әйттереү. Аттарға ҡарата ҡыҙыҡһыныусанлыҡ, улар тураһында күберәк белеү теләге тыуҙырыу.

Уҡыу-уҡытыу программаһында планлаштарылған һөҙөмтәләрҙе үҙләштерелеүен баһалау

  1. Класта һәм өйҙә башҡарыла торған яҙма эштәр өйрәтеү һәм тикшереү характерында була.

Уларға түбәндәгеләр инә:

  • башҡорт теленән төрлө типтағы күнегеүҙәр;
  • тәржемә эштәре (башҡорт теленән рус теленә һәм киреһенсә);
  • дәреслектәрҙәге әҙәби текстарға пландар төҙөү;
  • һорауҙарға яҙма яуаптар һәм иншалар;
  • тел һәм әҙәби материалдар буйынса аналитик һәм дөйөмләштереү тибындағы схемалар, проекттар һ.б. төҙөү.
  1. Башҡорт теленең ағымдағы, сирек йәки йыл аҙағында, шулай уҡ уҡыу йылы башында инеү диктанты, ҙур темаларҙан һуң йомғаҡлау контроль эштәре үткәрелә. Ағымдағы контроль эштәр программаның өйрәнелгән материалын үҙләштереүҙе тикшереү маҡсатында уҙғарыла. Уларҙың төрө һәм үткәреү йышлығы өйрәнелә торған материалдың ҡатмарлылығынан, уҡыусыларҙың белем кимәленән сығып билдәләнә. Ағымдағы контроль эштәр өсөн уҡытыусы йә тотош дәресте, йә уның бер өлөшөн генә файҙалана ала.
  2. Уҡыу йылы башында инеү диктанты, сирек һәм йыл аҙағында йомғаҡлау контроль эштәре мәктәп администрацияһы менән берлектә төҙөлгән график буйынса үткәрелә. Контроль эштәрҙе сиректең беренсе көнөндә һәм дүшәмбелә үткәреү тәҡдим ителмәй.

Программа материалының үҙләштереү кимәле уҡыусыларҙың дәрестәрҙә телдән биргән яуаптарына һәм яҙма эштәренә ҡарап баһалана. Бының өсөн башҡорт теленән һәр класта түбәндәге күләмдә контроль эштәр, яҙма эштәр үткәреү ҡарала.

Яҙма эш төрҙәре

һаны

Диктант

5

Изложение

1

Инша

3

Яҙма эш төрҙәре (изложение,инша) яҙыу уҡыусыларҙың уҡыу кимәленә, белеменә, мөмкинселегенә ҡарап уҡытыусы ҡарамағына ҡалдырыла һәм улар урынына шул уҡ күләмдә түбәндәге яҙма эштәр үткәрергә мөмкин:

-карточкалар менән эш;

-тест;

-һүрәт буйынса һөйләмдәр төҙөү;

-текста һөйләмдәрҙә һүҙҙәр тәртибе;

-терәк текстар менән инша яҙырға өйрәнеү:

-һүҙлек диктанты;

-һөйләмдәр төҙөү;

-һүҙлек менән эш;

-һүрәтләү иншаһы;

-синквейн төҙөү (слайд төҙөү: шәжәрәләр, минең ғаиләм…)

Уҡыу - уҡытыу методик ҡулланмалар исемлеге

Башҡорт  теле: Уҡытыу рус телендә алып барылған мәктәптәрҙең 9-сы  класы уҡыусылары өсөн дәреслек. Төҙөүселәре: Ғәбитова З.М., Усманова М.Ғ. – Өфө: Китап, 2009

  1. Усманова М. Г.  Башҡорт теле грамматикаһы таблицаларҙа һәм схемаларҙа.
  2. Ураҡсина З.Ғ. Башҡорт теленең фразиалогик һүҙлеге. – Яңыртылған икенсе баҫма, 2-се баҫма. - Өфө: Китап, 2006.
  3. Усманова М. Г. Башҡорт теле грамматикаһы таблицаларҙа. Фонетика. Морфология.
  4. Башҡортостан Республикаһы Мөғариф министырлығы. «Башҡорт теле һәм әҙәбиәте», «Башҡортостан мәҙәниәте» фәндәре буйынса видиоәсбәп
  5. «Башҡортостан мәҙәниәте», «Башҡортостан тарихы» фәндәре буйынса DVD форматында видиоәсбәп № 3. Кейеҙ баҫыу.
  6. Аудокасеталар балалар өсөн.
  7. Дидактик һәм таратма материалдар.
  8. Аудиоәсбап № 1. Мостай Кәрим, Назар Нәжми, Зәйнәп Биишева һәм Рәми Ғарипов башҡарыуында шиғырҙар.
  9. Аҙнабаев Ә.М., Латыпов Д.Р. Башҡорт телендә айырымланған эйәрсән киҫәктәр. - Өфө: Китап, 2006.
  10. Әхтәмов М.Х. Омонимдар (аҙаш һүҙҙәр) һүҙлеге. - Өфө: Китап, 2006.
  11. Раҡаев Ә.С., Дәүләтшина М.С. Башҡорт теленән контроль һорауҙар, тестар ҡулланмаһы. - Өфө: Педкнига, 2008.
  12. Ураҡсина З.Ғ., Русско-башкирский словарь. Уфа: Башкирская энциклопедия, 2005.

Материаль-техник ҡулланмалар

  1. телевизор;
  2. видеомагнитофон;
  3. компьютер;
  4. магнитофон.  

Өҫтәлмә әҙәбиәт:

  1. Саяхова Л.Г., Усманова М.Г. Башкирско- русский и русско башкирский учебный словарь с  грамматическим приложением.- СПб.6БХВ.- Петербург 2005.-224с.
  2. Хисаметдинова Ф.Г.,Муратова Р.Т. русско –башкирский, башкирско- русский словарь- Уфа: ”Маленький гений Башкортостана”, учебно методический центр”Эдвис”, 2010.- 192 с.
  3. Русско –башкирский, башкирско- русский словарь. Башкирско русский разговорник.Уфа ГУЛР.Б.”Уфимский полиграф –комбинат”, 2009.-160 с.
  4. Әхмәтов М.Х. Омонимдар (аҙаш һүҙҙәр) һүҙлеге.- Өфө:Китап, 2005.-224 с. Ураҡсин З.Ғ.Башҡорт теленең фразеологик һүҙлеге.-яңыртылған, 2 -се баҫма.- Өфө: Китап, 2006.-344 бит.
  5. Әбсәләмов З.З., Хажин В.И. Башҡортса- русса грамматик- орфографик һүҙлек: Рус мәктәбендә уҡыусы башҡорт балалары өсөн ҡулланма.-Өфө: БКН,1993.-136 бит.
  6. Башкиро- англо-русский словарь пословиц и поговорок /Авт.- сост. Надршина Ф.А., Зубаирова Э.М. Уфа: Китап, 2002.-160 с. Русско –башкирский словарь водных обьектов Р.Б./составители: Хисамитдинова Ф.Г. итд.-Уфа: Китап,2005.-256 с.
  7. Ғәбитова З.М. Телмәр  үҫтереү дәрестәре.  – Өфө: Китап, 2009.
  8. Башҡортса – русса  мәҡәлдәр  һәм  әйтемдәр  һүҙлеге. –  Өфө: Китап, 1994.
  9. Әбүбәкирова  З.Ф., Әүбәкирова  Х.E.,  Дилмөхәмәтов М.И.   Мин  башҡортса   уҡыйым –  Өфө: Китап, 2007.
  10. Башҡорт  теле  таблицаларҙа,  схемаларҙа  hәм  ҡағиҙәләрҙә.  Әбүбәкирова  З.Ф.–  Өфө, 2006.
  11. Тел  төҙәткестәр, тиҙәйткестәр, һанамыштар. Төҙөүселәр: Иҫәнғолова Ә.Ф., Дәүләтҡолова Г.Ш. – Өфө: Эшлекле династия, 2008.
  12.  Журналдар: «Башҡортостан  уҡытыусыһы»,  «Аҡбуҙат»,  «Аманат».
  13.  Ял минуттары өсөн күнегеүҙәр. Методик ҡулланма. Төҙөүселәр:  Иҫәнғолова Ә.Ф., Дәүләтҡолова Г.Ш. – Өфө: Эшлекле династия, 2008.
  14. Автор коллективы.Балалар әҙәбиәт антологияһы. Икенсе китап.Төҙөүсе Сафуан Әлибай.-Өфө:Китап, 1987.-320 бит.
  15. Ғәйнуллин М.Ф.,Хәсәйенов Ғ.Б. Совет Башҡортостаны яҙыусылары. Биографик белешмә. Тулыландырған, төҙәтелгән ике баҫма.-Өфө:Китап.,1988.-400 бит.
  16. Мәктәп сәхнәһе өсөн пьесалар.-Өфө:Китап,2010.-256 бит.


По теме: методические разработки, презентации и конспекты

Рабочая программа по башкирскому языку и литературе по учебнику "Башкирский язык и литература", 5 класс

Рабочая программа создана по учебнику "Башкирсикй язык и литература" для 5 класса. Авторы учебника: В. И. Хажин, А. Х. Вильданов, Уфа-2012.По программе дается и календарно-тематическое планирование...

Рабочая программа "Русский язык и литература" для специальности "Туризм"

Рабочая программа по общеучебной дисциплине "Русский язык и литература" составлена на основе Примерных программ для СПО в соответствии с требованиями ФГОС СОО...

Рабочая программа "Русский язык и литература" для специальности "Физическая культура"

Рабочая программа общеучебной дисциплины "Русский язык и литература" разработана на основе Примерных программ для СПО (Русский язык и литература. Русский язык; Русский язык и литература. Литература) в...

Рабочая программа "Русский язык и литература"

Методическая разработка для преподавания русского языка и литературы в системе профтехобразования....

рабочие программы русский язык и литература 2022 г.

отражает нормативную базу и УМК, цель и задачи учебной дисциплины; количество часов на изучение дисциплины; основные разделы дисциплины; периодичность и формы текущего контроля и промежуточной аттеста...