Мостай Кәрим ижадын йомғаҡлау. 10-сы класс
методическая разработка (10 класс) на тему
Мостай Кәрим - Башҡортостандың халыҡ шағиры, күренекле драматург, прозаик булараҡ башҡорт әҙәбиәтендә ҙур урын биләй.
Скачать:
Вложение | Размер |
---|---|
mostay_krim_izhadyn_yomgaklau.docx | 17.01 КБ |
Предварительный просмотр:
Башҡортостан Республикаһының мәғариф министрлығы
Башҡорт әҙәбиәте (11-сы синыф)
Тема. Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай
Кәримдең ижадын йомғаҡлау.
Дәрес – көс һынашыу (дәрес-ринг)
Бөрйән районы Иҫке Собханғол
урта мәктәбенең башҡорт теле һәм
әҙәбиәте уҡытыусыһы Сәғитова
Резеда Ғәйзулла ҡыҙының дәрес
өлгөһө
Б ө р й ә н - 2014
Т е м а. Мостай Кәримдең ижадын йомғаҡлау.
М а ҡ с а т: 1) уҡыусыларҙың бөйөк шағирҙың ижады менән танышыу кимәлен асыҡлау; 2) уларҙың үҙ аллы фекерләү һәләтен үҫтереү; 3)халҡыбыҙ тормошона бағышланған әҫәрҙәре нигеҙендә милли аң, ғорурлыҡ тойғоһо тәрбиәләү, М. Кәрим кеүек үҙ илеңдең патриоты булырға өйрәтеү.
Й ы һ а з л а н д ы р ы у: плакаттар, “Башҡорт әҙәбиәте тарихы” (5-се том), мультимедиа проекторы, компьютер, әҫәрҙәр күргәҙмәһе, иллюстрациялар.
Дәрес барышы
Дәрестең эпиграфы.
Башҡортостандың төҫ ташламаҫ гәүһәрҙәре
араһында тыуған ер ҡуйынынан урғылған Ағиҙел
кеүек алсаҡ һәм моңло, Урал кеүек олпат һәм
уйсан, далаларыбыҙ кеүек киң һулышлы һәм
бәрәкәтле, тормоштоң үҙе кеүек тәрән тамырлы
Мостай Кәрим ижады бар.
Рауил Бикбаев.
1. 1) Уҡытыусының инеш һүҙе.
- Бөгөн беҙ Башҡортостандың халыҡ шағиры, драматург, прозаик, Салауат Юл аев исемендәге премия лауреаты Мостай Кәримдең ижадын йомғаҡлау дәресенә йыйылдыҡ.Уның әҫәрҙәрен ниндәй кимәлдә өйрәнгәнһегеҙ , ниндәй фәһем алдығыҙ, шуны асыҡларбыҙ. Бының өсөн беҙ дәресте ринг, йәғни көс һынашыу формаһында үткәрәбеҙ.
Һүҙлек эше
РИНГ- бокс ярыш майҙаны;
РАУНД- бокста бер бәрелешкә билдәләнгән ваҡыт;
БЛИЦ- “бик тиҙ, йәшен тиҙлегендә” мәғәнәһендә.
2) Әҙәби рингты башлайбыҙ. Бөгөнгө алышта ике команда ҡатнаша. Тәүҙә командаларҙың девизын тыңлайбыҙ.
(һәр команда девизы менән сығыш яһай)
2. Ә ҙ ә б и к ө с һ ы н а ш ы у .
1) Беренсе раунд.
а) Мәктәптең китапханасыһы М.Кәрим ижадына ҡыҫҡаса күҙәтеү яһай.
б) “Мине уйға һалған әҫәр”.
- Әҙиптең ҡайһы әҫәре башҡорт әҙәбиәтенең йөҙөн билдәләй тип уйлайһығыҙ? Ни өсөн? Үҙ фекерегеҙҙе яҡлағыҙ . (һәр команда үҙ фекерен яҡлай)
2) Икенсе раунд.
-Һеҙ китапханасы икән, ти.10-11-се синыф уҡыусылары Мостай Кәримдең әҫәрҙәрен һорап мөрәжәғәт итһәләр, һеҙ уның ниндәй әҫәрен тәҡдим итен инегеҙ?
3) Өсөнсө раунд.
Өйгә эштәр конкурсы.
а) М.Кәримдең ижады буйынса командалар бер-береһенә икешәр ҡыҙыҡлы һорау бирә;
б)әҙәби герой исеменән уның йәшәү принцибын яҡларға.(Мәҫәлән, “Ай тотолған төндө” трагедияһынан Тәңкәбикә йәки “Оҙон- оҙон бала саҡ” повесынан Оло инәй геройҙарын алырға мөмкин).
4) Дүртенсе раунд.
К а п и т а н д а р ярышы.
Яҙыусының музейында уҡыусыларға экскурсия үткәрергә.
(презентация эшләргә мөмкин)
5. Бишенсе раунд.
Т а л а н т т а р ярышы.
Беренсе команда:
а) авторҙы тамашасылар алдына килтерергә;
б) М.Кәрим һүҙҙәренә яҙылған бер йырҙы башҡарырға;
в) “ Ҡыҙ урлау” драмаһынан өҙөк сәхнәләштерергә.
Икенсе команда:
а) “Ҡара һыуҙар” поэмаһынан Автор менән Ҡатын диалогын сәхнәләштерергә;
б) “Айгөл иле” драмаһының бер персонажы булып сығыш яһарға;
в)”Ҡыҙ урлау” дамаһынан кеше характерындағы етешһеҙлекте фашлаусы коллектив йыр йәки дуэт башҡарырға.
6. Алтынсы раунд.
Блиц- турнир (һорауҙарға яуаптар).
1)Был геройҙар ҡайһы әҫәрҙән?
- Любомир Зух, Мария Тереза (“Ярлыҡау” повесы )
- Оксана, Йәмил (“Беҙҙең өйҙөң йәме” повесы )
-Мөхәмәтша, Йәмилә, Ҡотләхмәт (“Ҡыҙ урлау” комедияһы)
-Кендек, Әсғәт, Вазифа (“Оҙон-оҙаҡ бала саҡ” повесы)
-Ғабдулла, Вәзир, Айҙар (“Өс таған” повесы)
-Үлмәҫбай, Теребай (“Үлмәҫбай” поэмаһы)
2) “Декабрь йыры”, “Үлмәҫбай”, “Ҡара һауҙар”, “Йылмайыу” әҫәрҙәре ниндәй жанрға ҡарай? (поэма)
3) Халҡыбыҙҙың милли геройына арналған ниндәй әҫәр ижад иткән? (“Салауат” трагедияһы”)
3. Йомғаҡлау, еңеүселәрҙе билдәләү, баһалау.
По теме: методические разработки, презентации и конспекты
Я. Хамматов ижадына презентация
презентация...
Что же случилось на Круглянском мосту? (по повести В.Быкова «Круглянский мост»)
Урок литературы в 7 классе "Что же случилось на Круглянском мосту?" (по повести В.Быкова «Круглянский мост»)...
Рәми Ғарипов ижадына арналған әҙәби-музыкаль кисә
Рәми Ғарипов ижадына арналған әҙәби-музыкаль кисә ...
Мостай Кәримдең ижадына арналған музыкаль кисә.
Мостай Кәримдең ижадына арналған музыкаль кисә....
Рәми Ғарипов тормошона һәм ижадына сәйәхәт
Рәми Ғарипов тормошона һәм ижадына сәйәхәт (дәрес-семинар)...
Зәйнәб Биишева ижадына арналған кисә
Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы З.Биишеваның тормош юлы һәм ижады менән танышыу. З.Биишева ижады аша башҡорт теленә һөйөү, ҡыҙыҡһыныу, дуҫлыҡ, берҙәмлек тойғоларын тәрбиәләү....
Кры́мский мост, также Керченский мост
Занимательная информация. П...