Сценарий
материал на тему
“Төньяҡ амурҙары”әҫәре буйынса сценарий
Скачать:
Вложение | Размер |
---|---|
stsenariy._zhemchuzhina_2012_2.docx | 28.81 КБ |
Предварительный просмотр:
Я.Хамматовтың “Төньяҡ амурҙары” романы буйынса төҙөлгән сценарий.
Ҡатнашалар:
Кутузов
Ҡаһым түрә
Адъюдант
Майор Лачин
Буранбай
Ҡарағош мулла
Йәнтүрә
Ҡатыны
Зөлҡәрнәй
1-се егет
2-се егет
I шаршау.
Адъюдант: - Иптәш баш командующий. 1-се башҡорт полкының командиры Ҡаһым Ишмурзин килгән.
- Яҡшы, яҡшы, керһен.
Ҡаһым кереп честь бирә лә:
- Ваше высокоблагородие, һеҙҙең саҡырыуығыҙ буйынса килдем!
Ҡутузов:
- Яҡшы. Һине күреп танышыуыма ҡәнәғәтмен. Кенәз Григорий Семенович Волконский – минең дуҫым. Ул һине маҡтай. Мин уға ышанам. Муром ауылы эргәһендәге башҡорт полктарын тынысландырыуың өсөн рәхмәт, голубчик. Тарихта онотолмаясаҡ һинең хеҙмәтең.
Баш командующий ҡаршыһында ҡыҙарына-бүртенеп шаҡ ҡатҡан Ҡаһым, бик ныҡ тулҡынланыуынан, ни тип яуап ҡайтарырға ла белмәне. Михаил Илларионович, башын күкрәгенә һалындырып, аталарса өгөт-нәсихәт ныҡыуын белде.
- Его величество император Александр Павловичҡа һәм Ватаныбыҙға артабан да тоғро хеҙмәт итһәң, һине киләсәктә оло бәхет көтә.
Ҡаһым: -Его величество император Александр Павловичҡа һәм Ватаныбыҙға артабан да тоғро хеҙмәт итәм!
- Голубчик, зинһар, үтенәм, полковник кенәз Ҡудашев корпусы партизандары эргәһенә барып әйлән. Шул корпус сафындағы Беренсе башҡорт полкы хәлен бел. Уларға минән сәләм. Уларҙың ҡыйыулығына. Дошман һалдаттарын ҡыйратыуҙарына ҡәнәғәтмен. Минең башҡорттарым молодец. Беренсе башҡорт полкы егеттәренә төшөндөр. Тиҙҙән рус ғәскәре үҙе һөжүм башлаясаҡ. Әҙер булһындар! – Ҡаһымға , башын ҡалҡытып, берҙән-бер сәләмәт күҙе менән төбәлде. Шунан Ҡаһымды ҡултыҡлап ала. – Хәҙер, голубчик, ҡәҙерлем, тейешле ҡағыҙҙар алып, уларҙы кенәз Ҡудашевҡа тапшыр. Уңыш теләйем, голубчик!..
Адъюдант Ҡаһымға төргәк ҡағыҙ тоттора.
Ҡаһым түрә честь бирә.
- Тыңлайым, ваша благородие! Һеҙҙең бойороҡто үтәтгә рөхсәт итегеҙ!
II шаршау.
4-5 кеше Зөлҡәрнәйҙе этәп-төрткөләп килеп сыға.
1-се егет: -Хурлыҡ, мәсхәрә, оят бит һинең ҡыланышың!
2-се егет: - Эсе киткән бер һыйыр барлыҡ көтөүҙе бысрата тигәндәй, һинең ҡурҡаҡлығың беҙҙең полкка тап төшөрә, башҡорттарҙың яманатын сығара!
1-се егет:Яҡшы һүҙ яҡын-тирәнән ары уҙмаһа ла, насар дан алыҫҡа тиҙ тарала. Әлеге лә баяғы, кемдеке? Маҡтаулы Беренсе башҡорт полкы малайы эште боҙған. Ҡурҡҡан, тип әйтәсәктәр!
Йәнтүрә: - Бындай һуғышсы беҙгә кәрәкмәй!
1-се егет: - Майур Ласынға әйтеп, Зөлҡәрнәйҙе бүтән еңел хеҙмәткә күсертәйек!
2-се егет: - Эйе, бүтәнсә әмәл ҡалманы был малай менән!..
Шул ваҡыт Ҡаһым түрә килеп кереп ситтән ҡарап тора.
Ваҡ-төйәк хеҙмәт менән аҙапланыуҙы хрлыҡ һанап, Зөлҡәрнәй:
- Берлексегә һуғышсылар әтрәтендә ҡалдырығыҙ, ағайҙар! Бүтәнсә ҡурҡмам!..
- Юҡ, юҡ,- тип шаулашты уны хөкөм итеүселәр.
Зөлҡәрнәй: - Мин... Мин бит...
Йәнтүрә, асыуланып: - Ярар, шәмәрмә! Ҡыйын булғанда ла үҙеңде егеттәрсә тота бел!
Ҡаһым: - Ағай-эне, һаумыһығыҙ!
Утты уратып ултырыусы яҡташтары, подполковник дәрәжәһендәге, түңәрәк һаҡал үҫтергән Ҡаһымды танымайынса, һикерешеп тороп. Һәр кеше үҙ белдеклегенә ҡысҡырышты:
- Здрав желаем, Ваш благородий!..
Ҡаһым түрә, ҡысҡырып көлә-көлә, яҡташтарына ҡул биреп күреште.
- Әллә онотҡанһығыҙ инде мине!
Йәнтүрә: - Атаҡ-атаҡ, кем икән тиһәм... (Ҡаһым түрәнең ҡулын ебәрмәйенсә, ҡыуанысынан аяҡтарын тыпырсындырып ҡысҡырҙы) Ҡаһым түрә!.. Ҡаһым түрәбеҙ беҙгә килгән!.. Һаумы, ҡустым!.. Үҙең иҫән-һау ғынамы?!
1-се егет: -Ҡаһым түрәбеҙ бында!
2-се егет: - Ул беҙҙең менән!..
Беренсе башҡорт полкы командиры майор Лачин, ғәскәр старшинаһы Буранбай менән Ҡарағош мулланы эйәртеп килеп етте. Ул Ҡаһым түрәне күрмәне, яңғырауыҡлы тауыш менән ҡысҡырып һораны:
- Ни өсөн тауыш? Нимә булды?
Яугирҙар, полк командирына юл биреп, дәррәү яуап ҡайтарҙылар:
Йәнтүрә: -Ҡунаҡ килде беҙгә, майор әфәнде!
1-се егет: - Шатлығыбыҙҙан ғауғалашабыҙ!
Йәнтүрә: Оло ҡунағыбыҙҙы күрергә йыйналдыҡ!
Лачин: - Ниндәй ҡунаҡ тағы?
2-се егет: - Әйҙә, уҙығыҙ, үҙегеҙ күрерһегеҙ!
Полк командиры уртаға уҙҙы. Подполковникты күргәс, честь бирә:
- Иптәш полк командиры, һеҙҙең алда майор Лачин!
Буранбай:
- Әссәләмәғәләйкүм!
- Вәғәләйкүмәссәләм!
- Үҙебеҙҙең яратҡан түрәбеҙ килгән икән дә баһа беҙгә! Ҡасан килдең?
- Яңыраҡ.
- Нижний Новгород ҡашындағы башҡорт полктарынан ойошторолған казачий корпустың штаб начальнигы имеш, тигәйнеләр һине. Шул хәбәр ысынмы?- Буранбай Ҡаһымды ҡосаҡланы.
- Ундай казачий корпус ойошторолмаясаҡ.
- Ни өсөн?
- Быға бик күп сәбәптәр бар,- тине Ҡаһым , был мәсьәләне ҡуйыртырға теләмәйенсә. -Үҙегеҙҙә ниндәй яңылыҡтар бар?
- Беҙҙең яңылыҡтар билдәле инде, - Буранбай ҡупырайҙы, - француздарҙы көнөн-төнөн ҡыйратабыҙ! Ә һин, егерме генә йәштә булыуыңа ҡарамаҫтан, подполковник чинын алғанһың. Ихлас күңелдән ҡотлайым, ҡустым.
- Рәхмәт!..
Арыраҡ торған йәш ҡурайсы Ишмулла менән Йәнтүрәнең ҡатыны ла яҡыныраҡ килделәр. Ләкин һөйләшергә, хатта иҫәнләшергә батырсылыҡтары етмәне уларҙың.
Бер Буранбай ғына, полк командиры майор Лачинға үҙенең Ҡаһым түрә менән дуҫ икәнлеген белгертергә тырышып, һаман һөйләнде:
- “Салауат нисә йәшендә, йәшел ҡамсат бүрке башында. Булғадир булған, ай, Салауат егерме лә ике йәшендә”,- тип билдәле йырҙы һамаҡланы ла ҡысыҡырып өндәште:- Егерме ике йәшең тулһа, һиңә лә полковник чинын бирәсәктәр, ҡустым! Һинең даның үҙеңдән элегерәк килеп етте беҙгә!.. Уралдан килә-китә йөрөүселәр һәммәһен түкмәй-сәсмәй һөйләп торалар. Йүнһеҙ Азаматтың ҡыланышына ғына эсебеҙ бошто...
- Быларҙың белмәгәне юҡ,- тип баш һелкеп ҡуйҙы Ҡаһым түрә.
Буранбай төбәште: - Ҡустым, һине беҙҙең полковник Ҡудашев корпусында хеҙмәт итергә тәғәйенләнеләрме әллә?
- Мине штаб ҡарамағында ҡалдырҙылар.
- Барлыҡ рус ғәскәре командиры Ҡотос эргәһендәме?
- Эйе,- тине Ҡаһым түрә, Буранбайҙың артыҡ күп һөйләнеүенә уңайһыҙланып.
- Улай булғас, бигерәк шәп тә баһа! Ҡотос эргәһендә йөрөүе үҙе бер оло бәхет бит!
Буранбайға ҡушылып, башҡалар ҙа шатлыҡлы шаулаштылар.
1-се егет: - Бына бәхет, исмаһам!
Йәнтүрә: - Баш командирҙың үҙен күреп һәйләшергә лә тура килдеме?
Ҡаһым: - Күрҙем. Уның менән оҙаҡ һөйләшеп ултырҙым. Михаил Илларионович Башҡортостандағы хәлдәрҙе һорашты. Һеҙҙе маҡтап телгә алды. Француздарҙы батырҙарса ҡырыуығыҙ тураһында һөйләне.
Яҡташтары тағы ла шаулаштылар.
- Бөтә ғәскәр башлығы беҙҙең хаҡта беләме ни?
- Уның беҙгә килгәне юҡ та баһа!..
- Ватан һуғышы башланғандың беренсе көндәрендәге, унан һуңғы Бородино, Смоленск һәм башҡа урындарҙағы ҡаты бәрелештәрҙә күрһәткән батырлыҡтарығыҙҙы дошман отрядын нисек ҡыйратыуығыҙҙы, француздарҙың егерме ике фуражирын ҡулға алыуығыҙҙы, Мәскәү юлын дошмандан ныҡ һаҡлауығыҙҙы – барыһын-барыһын да белә баш командующий Кутузов.
Ҡаһым һөйләгәнде ихлас тыңлаусылар, ах та ох тышылдашып, ғәжәпләнделәр.
Йәш ҡурайсы Ишмулла: - Аңлашыла. Беҙҙең корпус командиры полковник кенәз Кудашев урыҫ ғәскәре башлығы кейәүе бит! Һәммәһен, энәһенән-ебенә тиклем, Беренсе башҡорт полкы тураһында ул еткереп торалыр, моғайын.
Ҡаһым түрә,йәш ҡурайсы әйткәнгә иғтибар итмәйенсә, үҙ хәбәрен һөйләне:
- Баш командующий фельдмаршал Кутузов, мине һеҙгә ебәрерҙән алда, күп сәләм тапшырырға ҡушты. Башҡорттар һәйбәт һуғышалар, тип маҡтаны...
Буранбай уны бүлдерҙе: - Беҙҙең турала урыҫса нисегерәк итеп маҡтаны барлыҡ ғәскәр башлығы Ҡотосов?
Йәнтүрә асыуланды: - Уның сәләмен тапшырғас, етмәгәнме инде.
Ишмулла: - Етмәгән шул, ағай. Ғәскәр башлығының нисек беҙҙе маҡтағанын минең дә ишетеп белгем килә. Урыҫса маҡталыу нисегерәк була икән?
Ҡаһым көлөмһөрәп: - Һеҙҙе маҡтап. Баш командующий Кутузов урыҫса былай тине: “Любезные мои башкиры, хорошо деретесь, молодцы!..”
Бөтәһе лә: - Шулай уҡмы ни! О-һо!
Ишмулла: - Ҡайһылай шәп әйткән ғәскәр башлығы. Йөрәккә ятырҙай итеп маҡтаған беҙҙе, тәнде зымбырлата. Шул маҡталыуға арнап, берәй йыр сығарырға ине!
Йәнтүрә: - Тот та сығар, һине кем тыя.
Лачин уларҙың бәхәсенә ризаһыҙлыҡ белдереп:
- Ниңә шаулашаһығыҙ? Баш штаб вәкиленең нимә һөйләгәнен тыңларға ҡамасауламағыҙ!
Буранбай ҙа: - Тыңларға теләмәһәгеҙ, барығыҙ, китегеҙ бынан!
Ут эргәһендә майор Лачин, Ҡарағош мулла, Зөлҡәрнәйҙең яурынынан ҡосаҡлап ултырған Буранбай ғына ҡалғас, Ҡаһым түрә Баш штабтағы яңылыҡтарҙы һәм бурыстарҙы ҡыҫҡаса аңлатты ла:
- Төн һыуыҡ. Таңға табан ҡырау төшөр, ахырыһы. Берәй ерҙә ятып ял итерҙәй ышыҡ урын табылмаҫмы?
Буранбай: - Табылыр.
Лачин: - Киттек.
Полк штабы урынлашҡан бер ҡатлы тәп-тәпәшәк кенә йорттоң ишеге алдында тороусы егеттәргә тиңләшкәс, Буранбай атын туҡтатты.
Буранбай: - Ниңә өйөлдөгөҙ бында?
Егеттәрҙең береһе, төркөмдән айырылып, Буранбайға яҡынлашты:
- Һеҙҙе көтәбеҙ. Егерме өс хырансуз һалдаты менән ике хырансуз әфисәрен пленға алғайныҡ. Уларҙы нимә эшләтергә белмәйбеҙ.
Лачин: - Улар ҡайҙа?
Икенсе егет: - Ат һарайына бикләп ҡуйҙыҡ.
Лачин: - Допрос алдығыҙмы?
Беренсе егет: - Хырансуздар беҙҙеңсә лә, урыҫса ла ләм-мим бер ни белмәйҙәр. “Амурҙар ҙа амурҙар”, тип ҡысҡырыша ғына беләләр.
Икенсе егет: - Тәржемәсе корпус штабында.
Ҡаһым: - Французса мин әҙ-мәҙ беләм. Һорауҙы үҙем алам. Дошман офицерҙарын полк штабына саҡыртығыҙ.
Француз офицерын келәткә кире оҙатҡас, Ҡаһым йөрәкһенде.
- Дошман офицеры һөйләгәндәҙе Баш штабҡа йәһәтерәк еткереү мөһим. Фельдмаршал Кутузовтың аҡыллы планы тормошҡа ашыуы бына ошо инде. Ғәзиз Ватаныбыҙҙы дошмандан тулыһынса азат итеү көнө яҡынлаша.
Ҡарағош мулла: - Бик тә раҫ һүҙең! Иншалла... Мин дә шулай ныҡыйым мосолман әһелдәренә. Рәсәй илен ҡурсалау, уның именлеге өсөн ҡан ҡойоу хаҡ тәғәлә яғында. Һуғышта ҡорбан булған ир-егеттәр туранан-тура ожмахҡа барып инәләр теге донъяла. Дошман һалдаттарын әсиргә алыусыларға ла һауабы бик ҙур... Уларҙың батыр ҡыланышы, үҙебеҙсә, ҡөрьән телендә әйтһәк, миҙал алғандан да ҡиммәтерәк. Миҙал тимер-томорҙан яһала, ә тыуған ил өсөн күрһәткән ҡыйыулыҡты яурындарыбыҙҙағы фәрештәләр яҙа бара. Ата-олатайҙар васыятына тоғро булып, башҡорт халҡы данын артабан һуғыштарҙа үҫтереү үҙе генә лә маҡтауға лайыҡ. Уға тиң булырҙай бүләк бармы донъяла?..
Полк командиры майор Лачин, мулланың күп һөйләүенән ялҡып. Уны бүлдерҙе: - яугирҙар аңланы. Бөгөнгә етер инде, хәҙрәт. Ҡалғанын һуңынан әйтеп бөтөрөрһөгөҙ. Ете төн уртаһы етеп килә, ә ҡунағыбыҙҙың тамағы ас.
Буранбай: - Оҙон юлдан аҙаҡ, уға ял итергә лә ваҡыт.
III шаршау.
Иртәнге тамағын туйҙырып, тышҡа сыҡҡас та, Ҡаһым түрә яҡташтары шаулашҡан урынға китте. Төнө буйы дошман тылын гиҙеп ҡайтып, ҡылыстарын ҡайрарға, мылтыҡтарын таҙартырға, уҡ-һаҙаҡтарын рәтләргә керешкән башҡорт егеттәре йырлаған ҡр-яңы йырҙы ишеткәс, ул аҙымын яйлатты. Ишмулла ҡурай ғыжғылдата, ә ҡоралдары менән аҙапланыусы егеттәр, моң ыңғайына сайҡалып, эйелә-бөгөлә йырлайҙар:
Маладис та булдыҡ беҙ,
Любизнай ҙа булдыҡ беҙ,
Ил ағаһы Кутузовтан
Рәхмәт һүҙе алдыҡ беҙ!
Любезники, любиҙар,
Маладис, маладис!..
Ҡаһым менән Буранбайҙы күргәс, ҡурайсы Ишмулла иптәштәренә баш ҡағып ишара яһаны ла, икенсе көйҙө ғыжғылдатты, ә егеттәр ҡурайғак ҡушылып йырланылар:
Ҡаһым түрә менгән һоро юрғаның
Маңлайында булыр ҙа урайы.
Ҡаһым түрә фарман биргән саҡта.
Һул ҡулында булыр ҙа ҡурайы.
Буранбай: - һай, уңғандар!шундай шәп йырҙы кем сығарҙы?
Ишмулла: - Бөтәбеҙ ҙә бергә сығарҙыҡ. Егеттәр кисә кис төнгө походҡа китергә әҙерләнеп тоғанда, Ҡаһым түрәнән Кутузов әйткәнен ишеткәнемсә,”любезники вы мои, маладис” һүҙен тапшырҙым... Бына бөгөн йыр сығарҙыҡ.
Ҡаһым: - Рәхмәт һеҙгә, ҡәҙерле дуҫтарым, барыһы өсөн дә рәхмәт.
Буранбай, ҡулына ҡурайын алып: - Йәгеҙ, әлеге көйҙәрегеҙҙе мин дә өйрәнәйем әле.
Йәнтүрә: - Аҙаҡтан өйрәнерһең, көйҙәребеҙ беҙҙән ҡасмаҫ. Ҡаһым түрәне беҙҙең дә танһығыбыҙ ҡанғансы күргебеҙ, һөйләшкебеҙ килә.
1-се егет: Ҡаһым түрә тағы ҡасан килә әле беҙгә.
2-се егет: Яңылыҡтарҙы ишетеп белгебеҙ килә!
По теме: методические разработки, презентации и конспекты
сценарий последнего звонка "Сценарий многосерийного фильма"
интересный тематический сценарий последнего звонка....
Сценарий: Мастер-класс «Победи конфликт!» Сценарий: Мастер-класс «Победи конфликт!»
Сценарий: Мастер-класс «Победи конфликт!» Сценарий: Мастер-класс «Победи конфликт!» Цель: познакомить педагогов с опытом эффективного взаимодействия классного руковод...
разработка сценария "исторический КВН".Сценарий игры "исторический аукцион"
Сценарии "исторический КВН2и игра "исторический аукцион" способствуют к самореализации ученика, воспитание настойчивости, выдержки, способности принимать решения, т е все то, что необходимо для успеха...
сценарий Юбилея школы Сценарий юбилея школы "Наше продолжение" Автор сценария и ведущая - учитель музыки АОУ школы №9 г. Долгопрудный ТЕПЛЫХ ТАТЬЯНА НИКОЛАЕВНА
В концерте участвуют учителя, выпускники и учащиеся. Это совместное творчество....
Сценарий спектакля на английском языке "The magic gift". Сценарий спектакля "Волшебный дар"
Сценарий подходит для проведения предметных недель на тему Хеллоуин, Рождество, День Святого Валентина.Мы поставили спектакль силами учащихся 7, 2, 3 классов. Выступили перед начальной школой на...
Сценарий праздника русского языка «СЛОВО О СЛОВАХ» (сценарий праздника русского языка, проведенного в рамках декады «Филология»)
Сценарий праздника русского языка «СЛОВО О СЛОВАХ»(сценарий праздника русского языка, проведенного в рамках декады «Филология»)Щербак Е.В., МКОУ СОШ № 42013-2014 уч.год...
Сценарий праздничного концерта, посвященного международному женскому дню 8 марта «Песни весны в кругу семьи» методическая разработка мероприятия (сценарий).
Данная методическая разработка является сценарием праздничного концерта, посвящённого международному женскому дню 8 марта. В разработке представлен полный сценарий со стихами, авторами и названиями пе...