Сценарий
материал на тему
Кендек сәйе йолаһы. “Төньяҡ амурҙары” әҫәре буйынса
Скачать:
Вложение | Размер |
---|---|
stsenariy._kendek_sye_yolahy.docx | 23.07 КБ |
Предварительный просмотр:
“ Кендек сәйе” йолаһы.
Маҡсаты:
- Йолаларҙы тергеҙеү, тәрбиәүи әһәмиәтен асыу, халыҡ араһында таратыу. Милли рух тәрбиәләү.
Дәрес планы.
- Инеш әңгәмә. Милли рух тәрбиәләү, милли аң, тибеҙ. Нимә ул рух? Рух – кешенең эске донъяһы, аҡылы, аң даирәһе, белеме. “Рух һүнмәһә – ил һүнмәҫ”, тигәндән бөгөн милли рух, үҙаң тәрбиәләүҙә йолаларыбыҙҙы өйрәнеү – көнүҙәк мәсьәлә. Беҙ кендек сәйе менән танышабыҙ. Халыҡта уның 7 төрө үткәрелгән: еп сәйе, теш сәйе, тәпәй сәйе, исем сәйе, бишек сәйе. Рух тәрбиәләү бишектән башлана, дөрөҫ, әсә ҡарынынан тиһәк, дөрөҫөрәк булыр. Баланы кендек әбейе ҡабул иткән, бала ҙурайған һайын байрамда ҡатнашыусылар һаны арта барған: бер кеше, өс кеше, бишәү, күрше-күлән, ә туйҙа – ырыуҙар, ауылдар ҡатнаша. Донъяһы менән яйлап таныштыра барыу зарур булған. Әйткәндәй, кендек әбейе изге күңелле, иманлы, әҙәпле, абруйлы кеше – оло әбей булырға тейеш. Был – бик мөһим!
Көсөккә күлдәк кейҙереп кендек әбейе үтә:
Тоҡ бушата киләмен
Тоҡ бушата киләмен,
Тиҙ бушата киләмен, - тип һамаҡлап ары үтә.
Әбей артынан йомортҡа тәгәрәтеп малайҙар үтә. Күршеләр:
- Ҡарағыҙ әле, ҡарағыҙ, күлдәкле көсөк эйәртеп кендек әбейе ары осҡа юл тоттолар.
- Сафия еңгәйҙәргә кереп киттеләр, еңгәй бәпәйгә ауырый торғандыр.
- Ҡайҙағыҙ, ҡыҙҙар, ҡамыр баҫып, май еҫе сығара тороғоҙ. Алла бирһә, еңгәй иҫән-һау ҡотолһа, бәпәй сәйенә әйтерҙәр, бәпәй ҡотларға барырбыҙ,- тип күрше-тирә әҙерләнә.
Йомортҡа тәгәрәтеү – бөтөнлөк, именлек, тереклек билдәһе. Бураҙнаға ла бит йомортҡа һалалар, башлап көтөү ҡара ергә сыҡҡас, көтөүсегә лә йомортҡа һалалар –башланғысы тереклектең йомортҡала бит. Ниндәй сихри көскә, әһәмиәткә эйә ошо бәләкәй генә ырым. Һуңынан кендек әбейен килендең ҡәйнәһе ҡаршылай:
- Һау ғына йөрөйһөңмө? Һиңә ҙур йомошом төшөп тора. Киленем ауырып китте, уның яҙмышын һиңә тапшырам. Фәрештәләрең ярҙамсы булһындар. Кәрәк була ҡалһам, саҡыр, күрше бүлмәлә булырмын,- ти.
Әбей: - Аллаһы тәғәлә киленеңә сыҙамлыҡ бирһен, бәпәйенән иҫән-һау ҡотолоп, тыуасаҡ балаһының изгелеген күреп йәшәргә яҙһын!
Ҡәйнә: - Амин, инәй, әйткәнең килһен!
(фатиха бирәләр).
Әбей: (һамаҡлай)
Тыу, бала, тыу бала,
Теүәл булып тыу бала,
Атаңа ҡуш бул бала
Әсәңә иш бул бала.
Минең аяғым еңел,
Аяғымды талдырма,
Төк йоҡомдо ҡалдырма!
Берәү булһаң, берәгәй бул.
Устан ашып, ҡулға тул,
Ҡыҙым булһаң, тыйнаҡ бул,
Улым булһаң, уҙаман бул.
Ҡустым булһаң, ҡыйыу бул.
Устан ашып, алға тул.
Игеҙ булһаң, тигеҙ бул,
Буйың-һының төҙөк бул,
Береһе – һылыу, береһе – ул.
Игеҙ имгәк һаналмай,
Ят күҙ менән ҡаралмай.
Игеҙ тыуһаң, тигеҙ тыу,
Береһе – бикә, береһе –ир
Игеҙ табыу – йортта бар,
Йортта түгел, затта бар
Илгә терәк бул,
Телгә зирәк бул!
Эй хоҙайым! Ҡөҙрәтең дә, рәхмәтең дә сикһеҙ. Изге ихтыярың менән сабыйҙар яралһын, һиңә иман килтерер ейәндәр тыуһын!
(шаршау артында)
-Туғыҙ айҙа тулғандың,
Туғыҙ көндә болғандың,
Кендек инәң – мине бел,
Башың менән еңел кил!
-Тулғағыңды миңә бир, тулғағыңды миңә бир! – тип дауам итә.- Бисмиллаһи-рахман-рахим! Изге сәғәттә, изге ниәттә, изге төйөнөн – үҙе сискән, үҙ һыуын үҙе кискән, хоҙайға тапшырҙым, бала ҡабул иттем. Һоооп!
-Ила әйҙә,ила
Тауышың күккә
Үҙең ипкә! – тип баланы ҡабул итә.
(Бала илаған тауыш ишетелә).
Ҡаһым (атай): - Эй хоҙайым, үҙемә – иш, апайҙарына ҡусты, илгә – терәк булып улым ғына тыуһын ине!
Бәләкәй ҡыҙ: - Ағай, ул беҙҙе күргәс, апайҙарым бар икән, тип көлөп ебәрер әле. Ул һөйләшә беләме?
Оло ҡыҙ: - Эй, иҫәүән дә инде ошо. Ул әллә шундуҡ һөйләшә тиме.
(Бала илаған тауыш ишетелә).
Ҡаһым: - Эй аллам, сабыйым донъяға килде. Тауышына ҡарағанда малай булыр төҫлө.
Ҡәйнә: - Хоҙайҙан булып үҙ бәхете, мул ризығы менән тыуһын инде.
Ҡаһым: - Кем икән?Ҡыҙмы, улмы?
Ҡәйнә: - Ярай, кем булһа ла; сабыйыңдың тауышын ишеттең, һөйөнсөңдө әҙерләй тор әбейгә, сыҡ, сыҡ, әбей күрһә һуҡраныр – ҡатын-ҡыҙ эшенә ҡыҫылып йөрөмә!
Кендек әбейе сыға шаршау артынан.
- Киленең иҫән-һау ҡотолдо! Хәле һәйбәт. Хәҙер һиңә инергә ярай.
Ҡәйнә: - Йә хоҙайым, ҡартайған көнөбөҙҙә тағы бәхетле иттең, шөкөрмөн, мең шөкөрмөн. Эй раббым, теләгән теләктәрем ҡабул булды. Туҡтале, барыһынан да һөйөнсө алайым...
Әбей: - Сабыр ит, йөрөмә. Һөйөнсөнө иң элек мин әйтергә тейеш. Һиңә башлап әйтеү – хилаф.
Ҡәйнә: - Эйе, эйе, һүҙең хаҡ. Ә мин, улайһа ни эшләйем?
Әбей: - Миңә булыш, сабыйыңды ҡойондорош, йыуыш. Ҡайын сөрөгө менән атаһының тире һеңгән күлдәк сабыуын әҙерлә. Тире һеңгән йүргәккә төрһәң – сабый атайға эҫе булыр, атай сабыйын яҡын күрер. Ә башҡалар, ана, ҡыҙҙар күрше – күләнгә әйтһен, бәпәй сәйенә килһендәр. Ә һуңынан ҡыҙ-ҡырҡын бишек ҡотларға йыйылыр... БисмиллаһирахманрахимӘҙәм эсенән сығып, әҙәм ҡулына ятҡанда ниндәй һүҙ әйтһәң – шул ҡабул була, тей. Атаңа шәфҡәтле бул, әсәңә – рәхмәтле бул, үҙеңдән олоға ағай тип әйт, атаңдан олоға бабай тип әйт,инәңдән олоға – әбей тип әйт. Ырыуыбыҙ ҡошо – ҡарағош ҡаурыйы менән ризыҡландырам һине.
Ауыҙың балдай татлы булһын,
Телең майҙай йомшаҡ булһын.
Сабырлығы бөтөп атай, олатай килеп керәләр.
Ҡаһым: - Йә, кемем бар, улмы, ҡыҙмы?
Ҡәйнә: - Башта һөйөнсө хаҡын әйт!
Ҡаһым: - Баланың хаҡы һуңынан билдәләнә.
Әбей: - Уңған килен ул табыр, бәхетле килен ҡыҙ табыр тигәндәй, улың бар, улың!
Ҡаһым: - Һөйөнсөгә уҡалы елән! Былай булғас, өйөм нигеҙе ҡоромай, нәҫел - ырыуым дауам итә, тамыры нығый, алла бирһә!
Әбей: - Улыңдың улын күргең киләме?
Олатай: - Ҡана, ҡана... Эй, юҡ, күрһәтмә, йә күҙем тейеп ҡуйыр. Береһенә лә күрһәтмә, маңлайына ҡором һөртөп, ҡулына еп бәйләгәс кенә күрһәтерһең. Ә шулай ҙа ҡапылда әйт әле, кем затына тартҡан?
Әбей: - Эй, бишектәге бала, бишкә төрләнер әле. Ә мин уға йүргәк исеме ҡушам.(еп бәйләп) Тфү, шаҡшы! Һиңә бер кем дә ҡарамаҫ, әшәке! Эт тә теймәҫ, бүре лә тешләмәҫ, эттеймәҫ һинең исемең хәҙер. Яман күҙҙән һаҡлаһын, сир – зәхмәт ҡағылмаһын үҙеңә! Мә, килен, имеҙ. Балаға ыуыҙ һөтө дауа, шифалы була ул!
Өләсәйҙәр, ҡыҙҙар кендек сәйенә килгәндәр. Ололар һарауысҡа еп аяҡлап бәйләйҙәр.
- Минең йәшемде бир, минең йәшемде телә! – тип төрлө ептән бүләк әҙерләйҙәр.
Әбей: - Сабыйығыҙ бик изге көндө донъяға килде. Йома, кесйома – әруахтар хәл белешә килер,ти. Май еҫе сығарыр кәрәк, тей. Улар риза булып китә икән. Әруахтарҙың ризалығын алһаң – мал–тыуарың артыр, йорт–ҡураңа бәрәкәт килер. Ризалығын алмаһаң – тамуҡ ишеген асып көтөрҙәр, тей.
Бәпес шатлығы менән ҡотлап ҡыҙҙар инә. Һәр ҡайһыһы йыуаса, ҡоймаҡ тотҡан. Ҡәйнә бәпес бутҡаһы ултырта:
- Бутҡа ярмалары кеүек киленебеҙ түлле булһын, ырыҫы артһын, - ти.
- Беҙҙе сәйгә генә әүрәтеп ултыртмаҡсы булаһығыҙмы? Еңгәйҙең бәпесе бар, тип ишеттек. Бәпесте күрмәйенсә сәйегеҙҙе лә эсмәйбеҙ. Һис ҡайтып та китмәйбеҙ, - тип һатыулаша торғас, бәпәйгә ҡурсаҡ ат, янсыҡ, бер толпар әйтеп ҡарайҙар. Еңгәйгә теләктәр әйтәләр. Олатай бишеккә дүрт таяу ҡуя – ер, һыу, күк, ут – башланғыс донъяның, ҡарағош тырнағы – сир-зәхмәттән һаҡлар, тип мендәр аҫтына тегәләр. Ташлап сыҡмаҫҡа, бишекте – кендек тапҡырына түргә ҡуйырға аңлаталар.
Әбей: - Исем ҡуштырырға кәрәк, исемһеҙ ятһа, бала исем һорар – илаҡ булыр. Был көндө тыуған балаға ҡөръән Әҙәм, Әҙһәм тип ҡушырға, тей. Был көндө тыуған бала мөъмин – мосолман булыр. Нимәгә тотонһа – шул уңыр, кейем кейһә – килешер, эш башлаһа – уңыр, сәфәр сыҡһа – дәүләте артыр, бик изгелекле көндә тыуҙы улыбыҙ, - тип сәй табыны дауам итә.
Олатай: - Һиңә ҡалын сәс,
Миңә ҡарын сәс, -тип сәсен ала, ергә күмеп ҡуялар. Ҡарын сәсен һаҡларға ярамай. Олатайға бүләк бирәләр. Һуңынан мулла аҙан әйтеп, исем ҡысҡыра. Фәҡәт ир кеше, ни өсөн тигәндә аҙан ҡысҡырмаһаң, исем ҡабул булмай. Ғүмер ағасына кешенең исеме яҙылған япраҡ эленер, тей. Исем туйынан һуң һырға туйы йылға буйында, тәбиғәттә үткәрелер. Унда йыр-моң, көрәш, бәйге мотлаҡ була. Ә әлегә балаға тыныслыҡ кәрәк, сөнки ул фани донъя менән таныша, ә ул шау-шыуһыҙ, тыныс булһын. Амин!
По теме: методические разработки, презентации и конспекты
сценарий последнего звонка "Сценарий многосерийного фильма"
интересный тематический сценарий последнего звонка....
Сценарий: Мастер-класс «Победи конфликт!» Сценарий: Мастер-класс «Победи конфликт!»
Сценарий: Мастер-класс «Победи конфликт!» Сценарий: Мастер-класс «Победи конфликт!» Цель: познакомить педагогов с опытом эффективного взаимодействия классного руковод...
разработка сценария "исторический КВН".Сценарий игры "исторический аукцион"
Сценарии "исторический КВН2и игра "исторический аукцион" способствуют к самореализации ученика, воспитание настойчивости, выдержки, способности принимать решения, т е все то, что необходимо для успеха...
сценарий Юбилея школы Сценарий юбилея школы "Наше продолжение" Автор сценария и ведущая - учитель музыки АОУ школы №9 г. Долгопрудный ТЕПЛЫХ ТАТЬЯНА НИКОЛАЕВНА
В концерте участвуют учителя, выпускники и учащиеся. Это совместное творчество....
Сценарий спектакля на английском языке "The magic gift". Сценарий спектакля "Волшебный дар"
Сценарий подходит для проведения предметных недель на тему Хеллоуин, Рождество, День Святого Валентина.Мы поставили спектакль силами учащихся 7, 2, 3 классов. Выступили перед начальной школой на...
Сценарий праздника русского языка «СЛОВО О СЛОВАХ» (сценарий праздника русского языка, проведенного в рамках декады «Филология»)
Сценарий праздника русского языка «СЛОВО О СЛОВАХ»(сценарий праздника русского языка, проведенного в рамках декады «Филология»)Щербак Е.В., МКОУ СОШ № 42013-2014 уч.год...
Сценарий праздничного концерта, посвященного международному женскому дню 8 марта «Песни весны в кругу семьи» методическая разработка мероприятия (сценарий).
Данная методическая разработка является сценарием праздничного концерта, посвящённого международному женскому дню 8 марта. В разработке представлен полный сценарий со стихами, авторами и названиями пе...