Сценарий
материал на тему

Гарипова Зульфия Равиловна

Төньяҡ амурҙары

Скачать:

ВложениеРазмер
Файл stsenariy_.tonyak_amurzary._2.docx19.86 КБ

Предварительный просмотр:

Сәхнә асылғанда егеттәр яуға әҙерләнә. Кемелер кейемен кейеп ҡарай, икенселәре  уҡ , ҡылыс үткерләй, ҡалҡан , һөңгө ипләйҙәр.

  • Егеттәр,кәйеф нисек?
  • Бик яҡшы!
  • Ниндәй теләктәрегеҙ бар?
  • Теләктәрме? Теләктәр һәммәбеҙҙең дә бер инде, ағай: хранцуздарҙы тәкмәстерә һуғып, Рәсәй ерен азат итеү һәм Уралыбыҙға тиҙерәк әйләнеп ҡайтып етеү!
  • Аттарығыҙ нисек?
  • Аттармы? Аттар ни эйәләре кеүек сыҙамлы.
  • Аҙыҡ  менән ҡорал етәрлекме?
  • Етәрлек, ағай. Бында ҡаласаҡ кешеләр беҙгә, яуға китәсәк ир-егеттәргә, аҡтыҡ ризыҡтарын ҡырып-һепереп йыйып бирҙеләр.
  • Атаһы, атаһы, тим, берүк, үҙеңде һаҡла! Һаҡланғанды һаҡлармын, тигән аллаһы тәғәлә!
  • Бисәкәй, беҙҙең өсөн ҡайғырма! Беҙ...
  • Нисек ҡайғырмаҫҡа, ти, атаҡ-атаҡ,- тип бүлдерҙе бер сәтерлек ҡатын тауышы ирен,- һин ҡунаҡҡа бармайһың бит, яуға китәһең, атаһы! Яуға! Үҙеңдең башыңды ҡайғырт! Беҙ мында ҡаласаҡ кеше , нисек тә булһа сыҙарбыҙ!
  • Ҡайҙан килеп сыҡты ҡәһәр һуҡҡан Ополеон тигән мәлғүн-шайтан!

Әбейҙәр тәсбих тарта. Инәләре вешмешок аҫа, аш-һыуын тултыра.

 Илмырҙа ҡарт Ҡаһымға:

  • Улым, аҡһаҡалдар килә ята. Кешеләрҙе теҙелергә ҡушырға ваҡыт түгелме?
  • Эйе, ваҡыт, атай,- тине Ҡаһым, Сафияһы менән шыбырлашыуҙан тыйылып.
  • Егеттәр, сафтарға теҙелегеҙ!..

Полк сафҡа теҙелеп бөткәс, ҡурайҙа “Урал” көйө яңғырай (импровизация). Көй тынғас, Байыҡ сәсән алға сыға. Көйләп:

  • Һай, уландар, уландар...

Яуға китәсәк батырҙар,

Илкәйем ил булһын тип,

ажарланып яу сабып,

 шаулап торған дан табып

ҡайтығыҙ, батырҙар!..

Байыҡ сәсән бәйете тамамланғандан аҙаҡ, әбей-һәбейҙәр башҡорт поктары алдына сығып баҫа. Йәш яғынан иң оло әбей:

  • Юлығыҙ ҡыҫҡа булһын, эсәһе һыуығыҙ, ашайһы ризығығыҙ тыуған төйәгегеҙгә тартһын.
  • Иҫән йөрөп еңеп ҡайтығыҙ.

Башҡа әбейҙәр яугирҙәрҙең  яға аҫтарына энә ҡаҙап еп урайҙар. Сажидә әбей Ҡаһымға бетеү таға:

  • Ҡаһым, улым, был бетеүҙе, берүк, үҙеңдән ҡалдырма. Бетеү һине бәлә-ҡазаларҙан һаҡлаясаҡ.

Уларҙан һуң 3-4 ҡатын-ҡыҙ сыға.

  • Атҡайҙарға менеп, һаҙаҡ алып,

Яуға китер ирҙәр булдығыҙ.

Һай, илкәйем, илкәйемдең батыр иркәйе.

Тәңкәләрҙәй төҫлө шылтырашып,

Шат көлөшөп, еңеп ҡайтығыҙ.

Һай, илкәйем, һағынып көтөр һеҙҙе илкәйең.

Ҡош Юлдары ҡалҡһа күк йөҙөндә,

Кейек ҡоштар осар төньяҡтан.

Һай, илдкәйем. Батырҙарын көтөр шул саҡта.

Ҡоштар үтһә һеҙҙән, беҙ көтөрбөҙ,

Сәләм килә тип үк йыраҡтан.

Һай, илкәйем, хатың уҡыр илең шул саҡта.

Ҡыҙҙар сыға. Улар үҙҙәре сиккән ҡулъяулыҡтарын, матурлап ебәк ептәр менән типсеп, ағастарға оҡшаған һүрәттәрҙе төрлө-төрлө ептәргә ҡушып сигеүле янсыҡтарға хуш еҫле сәскәләр тултырып бүләк итәләр. Йырлайҙар:

  • Атҡайҙарға менеп, беҙҙе ташлап,

Уралды ҡалдырып яуға китәһегеҙ.

Һай,йәнкәйем, ҡала шул нәҙек билкәйең.

Киткән юлығыҙға ҡарай-ҡарай,

Күҙкәйҙәрҙе талдырып көтөрбөҙ.

Һай, йәнкәйем, онотмағыҙ нәҙекәй билкәйең...

Ҡыҙҙар йырлап туҡтағас, яуға оҙатыласаҡ уландарына хуш аяғы биреп, изге теләктәр теләүсе ата-әсәләр йырына Илмырҙа менән Сажидә лә ҡушыла. Сажидә әбей  һөт  менән икмәк тәҡдим итә. Һөт ҡулдан ҡулға йөрөй. Икмәкте лә һәр береһенән тешләтелә.

  • Аҡтан ауыҙ итегеҙ, уландар.
  • Бер-берегеҙгә һуғышта терәк булығыҙ!
  • Балаҡайым, мынау өшә киҫәген тешлә. Уның ҡалған өлөшөн һандыҡ төбөнә йәшереп һалып ҡуйырмын. Шул ризыҡ һине тыуған өйөңә кире тартып алып килтерер, алла бойорһа!
  • Аллаһы тәғәлә яуыз дошман һалдаттарын дөмөктөрөргә насип итеп, яуҙан имен-аман ҡайтһаң, аҡтыҡ кәзәмде тау башына мендереп ҡорбан салыр инем!
  • И, тәңре, теләгебеҙҙе ҡабул ит!..

Йырлайҙар:

  • Йомро ғына тояҡ, ай, йылҡының

Юлҡайҙарын сикләр ҙә йән булмаҫ.

Һай, балаҡайым, егет белер теҙген тотҡанда.

Сал бөркөттәй талғын бул сапҡанда,

Дошманды ҡыйрат яй белеп.

Һай, балаҡайым, бәхет гөлө булып үҫһен юлыңда.

Ҡаһым егеттәр исеменән:

  • Урал тауы, һиңә васыятым-

Ошо һайбарлаған батырҙар.

Һай, илкәйем, нәҙек билкәйем.

Француз яуынан ҡайта алмаһаҡ,

Беҙҙең үсте кемдәр алырҙар,

Һай, илкәйем, нәҙек билкәйем.

Байыҡ:

  • Эй балалар, юҡҡа ҡайғырмағыҙ,

Тәрбиәсе әсәң барында;

Француздарҙан бер ҙә хәүефләнмәй,

Ҡырып бөтөп ҡайтып барын да,

Тәрбиәсе әсәң бар сағында,

Бер батырға меңде тыуҙырыр;

Әгәр дошман һеҙҙе еңеп ҡалһа,

Урал-әсәң донъя туҙҙырыр.

Ишетмәйҙәрме икән сит илдәрҙә

Урал тауы йәйелеп ятҡанын,

Ниндәй яу сапһа ла балаларың,

Һис күрмәнең еңмәй ҡайтҡанын...

Байыҡ сәсән тауышы менән әйтелеүсе Урал-әсә яуабын тыңлаған күпселек халыҡ үкһеп-үкһеп  илай. Егеттәр йырлай:

  • Беҙ китәбеҙ инде, ай, үҙебеҙ,

Алыҫ  ҡалыр тыуған илебеҙ.

Беҙ килә лә тип үк ҡарай-ҡарай,

Тилмерер ҙә ике күҙегеҙ.

Атҡа ғына мендек беҙ үҙебеҙ,

Ҡалманы әйтер һүҙегеҙ,

Ҡалһа ҡалһын әйтер һүҙҙәрегеҙ,

Сабырһыҙ ҙа булмаң үҙегеҙ.

Ҡаһым:

  • Ағай-эне, хушлашыу йолаһы шуның менән тамам! Полк аттарға!

Егеттәр сыға. Ҡыҙҙар уларҙы бер аҙ оҙатып сыға. Аҡһаҡал,Байыҡ сәсән, әбейҙәр тороп ҡала.

  • Яуға китәсәк егеттәргә, улдарыбыҙға иҫән-һау ҡайтыуҙарын теләп аят бағышлайыҡ.

Ултырып аят уҡыйҙар.


По теме: методические разработки, презентации и конспекты

сценарий последнего звонка "Сценарий многосерийного фильма"

интересный тематический сценарий последнего звонка....

Сценарий: Мастер-класс «Победи конфликт!» Сценарий: Мастер-класс «Победи конфликт!»

Сценарий: Мастер-класс «Победи конфликт!»    Сценарий: Мастер-класс «Победи конфликт!»  Цель: познакомить педагогов с опытом эффективного взаимодействия классного руковод...

разработка сценария "исторический КВН".Сценарий игры "исторический аукцион"

Сценарии "исторический КВН2и игра "исторический аукцион" способствуют к самореализации ученика, воспитание настойчивости, выдержки, способности принимать решения, т е все то, что необходимо для успеха...

Сценарий спектакля на английском языке "The magic gift". Сценарий спектакля "Волшебный дар"

Сценарий подходит для проведения предметных  недель на тему Хеллоуин, Рождество, День Святого Валентина.Мы поставили спектакль силами учащихся 7, 2, 3 классов. Выступили перед начальной школой на...

Сценарий праздника русского языка «СЛОВО О СЛОВАХ» (сценарий праздника русского языка, проведенного в рамках декады «Филология»)

Сценарий праздника русского языка   «СЛОВО О СЛОВАХ»(сценарий праздника русского языка, проведенного в рамках декады «Филология»)Щербак Е.В., МКОУ СОШ № 42013-2014 уч.год...

Сценарий праздничного концерта, посвященного международному женскому дню 8 марта «Песни весны в кругу семьи» методическая разработка мероприятия (сценарий).

Данная методическая разработка является сценарием праздничного концерта, посвящённого международному женскому дню 8 марта. В разработке представлен полный сценарий со стихами, авторами и названиями пе...