М.Кәрим"Ҡыш бабай әкиәте".
план-конспект урока на тему

дәрес планы

Скачать:

ВложениеРазмер
Файл plan_konspekt_kysh_babay.docx21.93 КБ

Предварительный просмотр:

Ә.Ә.Ялалова,Учалы ҡалаһы  3-сө лицей  уҡытыусыһы

Башҡорт теле (рус мәктәбе),2-се класс

Тема. М.Кәрим. "Ҡыш бабай" әкиәте.

Маҡсат.1)Әкиәттәр буйынса балаларҙың белемдәрен тәрәнәйтеү,әкиәттең йөкмәткеһен үҙләштереү аша уҡыусыларҙың һүҙлек байлығын арттырыу;

2)Уҡыусыларҙың телмәрен, ижади эшмәкәрлеген, донъяны танып белеү кимәлен үҫтереү;

3)Тәбиғәткә, тыуған яҡҡа һөйөү, матурлыҡты күрә белеү тойғоһо тәрбиәләү; Бер-береңде ихтирам итеү,изгелек эшләү теләген уятыу;

Йыһазландырыу.Мультимедиа проекторы,дәрескә презентация,Ҡар бабай һүрәте,йомғаҡ.

                                        Дәрес барышы

1.Ойоштороу өлөшө. 

     Сәләм биреп, сәләм алыу менән

     Сит менән дә туған булаһың,

     "Һаумыһығыҙ",тип тик башҡортса һаула,

      Һин бит бөйөк башҡорт балаһы!

     -   Һаумыһығыҙ!

    Балалар,бөгөн беҙгә дәрескә ҡунаҡтар килгән, шулаймы?

Һеҙ үҙегеҙ ҡунаҡҡа йөрөргә яратаһығыҙмы?

Мин дә, балалар, ҡунаҡҡа йөрөргә ,ҡунаҡ саҡырырға яратам.

2.Ситуация тыуҙырыу.

Бөгөн мин һеҙҙе әкиәткә ҡунаҡҡа саҡырам.Яңы әкиәт менән танышырбыҙ.

Бәй, бәй...Был нимә ул? ( йомғаҡ) .Тик ниндәй йомғаҡ булырға мөмкин?(әкиәт йомғағы).

  Яҡшы. Әкиәт йомғағы беҙҙе серле әкиәт донъяһына ҡунаҡҡа алып барыр.Ул һеҙҙе һынау өсөн төрлө һорауҙар,эштәр ҙә әҙерләп килгән.Үҙе менән бүләктәр ҙә килтергән. Актив,тырыш булһағыҙ,буш ҡайтмаҫһығыҙ.

 

   Әйҙәгеҙ, әле балалар,әкиәт йомғағы беҙгә эш әҙерләп килтергән,ниндәй эш икән, бергәләп ҡарайыҡ,әле?

3.Маҡсатҡа сығыу.

1.Экранда бирелгән шиғырҙы тасуири уҡыу.

Тәүҙә экранға ҡарап шиғырҙы уҡып сығайыҡ.

Оса күктә,оса күктә

Күбәләкме,ҡармы?

Йәй ҙә үтте,көҙ ҙә үтте,

Шундай ваҡыт бармы?

 

Бар икән,бар икән,

Яуғаны аҡ ҡар икән,

Ҡар икән,ҡар икән,

Шундай ваҡыт бар икән.(хор менән уҡыу).

Шиғырҙа ҡайһы миҙгел һүрәтләнә? Ҡыш икәнен нисек белдегеҙ?

(Уҡыусыларҙың белеменә таянып,ҡыш,уның билдәләре,матурлығы тураһында

әңгәмә).

    а)Тәбиғәттә ниндәй үҙгәрештәр була?

    б) Ә хайуандар тормошонда ниндәй үҙгәрештәр була?

    в) Ҡоштар нисек ҡышты үткәрәләр?

     Беҙ уларға нисек итеп  ярҙам итә алабыҙ?(тағараҡ күрһәтеү).

    г) Ҡышын ниндәй байрам була?(яңы йыл байрамы).

    д)Ошо байрамға беҙ өйҙәрҙә нимәләр ҡуябыҙ?(шыршы).Беҙ уны матур итеп биҙәкләйбеҙ,шуны иҫкә төшөрөп күҙҙәр өсөн күнегеү ҙә эшләйек)  Слайд-

   е)Ә яңы йыл байрамының төп ҡунағы кем ул? ( Кыш бабай).

    Ҡыш бабай төрлө илдәрҙә, төрлө ҡиәфәттә була һәм уларҙы төрлөсә атайҙар икән.  (экранға ҡарап алайыҡ әле).

     4.Маҡсатты билдәләү. 

       Яңы йыл байрамы ваҡытында беҙ ял итәбеҙ, ҡышҡы каникулдар башлана.

    Ә ҡышҡы каникулдар ваҡытында һеҙ ниндәй эштәр эшләйһегеҙ?

Нимә менән булышаһығыҙ?( беҙ санала,конькила шыуабыҙ,ҡар бәрешеп уйнайбыҙ.

  Ә  ҡарҙан  кемде  эшләйһегеҙ?(Ҡар бабай).

  Бөгөн беҙгә әкиәт йомғағы алып килгән әкиәт тә шул  турала буласаҡ.

     

5.Ял итеү минуты.

  Ысынлап та ,саф  һауала йөрөү,тәнгә сихәт,бәрәкәт килтерә.

   Хәрәкәттә-бәрәкәт, тиҙәр.

  (Әкиәт йомғағы беҙҙе күңелле ял минутына саҡыра. Әйҙәгеҙ ял итеп алайыҡ).

6.Яңы тема.

  Әкиәт йомғағы алып килгән әкиәтте беҙгә Мостай Кәрим яҙған.

Балалар, кем ул Мостай Кәрим?  Уның тураһында нимәләр беләһегеҙ?

Бөгөн  ниндәй  көн ? 

дәфтәргә яҙыу Егерменсе декабрь.

                         Йома.( әкиәттең исеме-

                        Ҡыш бабай. 

   Мостай  Кәрим-халыҡ шағиры.(дәфтәрҙәргә яҙыу).

(Халыҡ яҙыусыһы бөтәһенә лә бирелмәй, халыҡ уның әҫәрҙәрен,шиғырҙарын яратып уҡыған өсөн бирелә,уҡыусылар).

1.Автор тураһында белешмә.Мостай Кәрим 1919 йылдың 20 октябрендә

Шишмә районы Келәш ауылында тыуған. Ул-күренекле башҡорт яҙыусыһы,шағиры,драматург.

    Өфөлә Башҡортостандың халыҡ шағиры, яҙыусы һәм драматург Мостай Кәримгә быйыл 10 октябрь көндө  һәйкәл асылды.
  Мәскәү скульпторы Андрей Ковальчук эшләгән һәйкәл БР Профсоюздар йорто алдында ҡуйылған.

2.Һүҙлек эше.(Балалар,әйҙәгеҙ әле беҙгә таныш булмаған һүҙҙәр менән танышып үтәйек әле).

шаян-шустрый

илаҡ-плакса

осратам -встречаю

һирәк-редко

кәүҙә-тело

тыңғылыҡ бирмәне-не давал покоя

һиҙгер-чуткий

ҡартайҙым-состарился.

   Һүҙҙәр менән һүҙбәйләнештәр төҙөйөк.( китап менән эш).

3.Йөкмәткене ҡабул итеү. Ҡарағыҙ әле әкиәт йомғағының  эштәре бар бит.Ниндәй эштәр икән?( Әкиәт  өҫтөндә эш).

     Ә хәҙер  инде,балалар, мин бер матур текст уҡыйым,һеҙ иғтибар менән тыңлағыҙ. Һеҙгә әкиәт оҡшанымы?

     2)Уҡыу күнекмәләре:

- сылбырлы уҡыу;

-өҙөктө ,ролдәргә бүлеп уҡыу

з)Текстын  йөкмәткеһен үҙләштереү.

 1) Балалар,әкиәт һеҙгә оҡшанымы?

2) Әкиәттең төп геройы кем?( Ҡар бабай).

 3) Ҡар бабайҙы кемдәр эшләне?

 4) Ҡар бабайҙы нисек эшләнеләр?

    (Эйе, бергәләп эшләгәндә эш килеп сыға, юҡҡа ғына әйтмәйҙәр бит,

Күмәкләп эшләгән, яу ҡайтарған.

  5) Ә был әкиәттәге Ҡар бабайға балалар оҡшаймы?

6) Һеҙҙең арала Уңған ҡыҙ бармы? (Уларҙың һәйбәтлеге нимәлә беленә? Ни өсөн һәйбәт тип әйтәгеҙ?).

7) Һеҙҙең арала  Яҡшы малай бармы?(ни өсөн яҡшы малай тип әйтегеҙ?)

8)-Ә һеҙ үҙегеҙ бөгөн,йәки кисә ниндәй яҡшылыҡ эшләнегеҙ (Бәлки һеҙ таҡта һөрткәнегеҙер, гөлдәргә һыу һипкәнегеҙҙе, бәлки берәүҙең төшкән ручкаһын алып һалғанығыҙҙыр, быларҙың барыһы ла яҡшылыҡ бит инде).

     Бәлки, бөгөн кемегеҙҙер үҙе лә аңғармаҫтан насарлыҡ эшләгәндер?

Сөнки, беҙҙең класта Яҡшы малайҙар, Уңған ҡыҙҙар уҡый. Улар тырышып уҡыйҙар.

   Беҙҙең арала Яман малай, Илаҡ ҡыҙ юҡ. Шулаймы. балалар?

7.Нығытыу күнегеүҙәре.

1.Төркөмдәрҙә эш. “Ижад ит”.

Буталған һүҙҙәрҙе урынына ҡуйып,шиғырҙы тәртипкә килтерергә.Һәр төркөм үҙ  аллы эшләй.

Яуа,ҡар,тышта,

Саф,ниндәй,һауа.

Һөйрәп,саналар,

Киттек,тауға,беҙ.

Эштәрҙе тикшереп,һығымта яһау.

Ә һеҙ уҡыусылар, әкиәттәге  ҡар бабайҙы эшләргә теләйгеҙме?

Әйҙәгеҙ,эшләп ҡарайыҡ.

 2. Уйын-ярыш. Ҡар бабай яһау.

Балаларға  ҡағыҙ, төрлө фигуралар бирелә.Һәр бер бала бүленгән ваҡыт эсендә үҙенең Ҡар бабайын “әүәләп”күтәреп күрһәтә.

    Тәүҙә әкиәттә балалар ҡар бабайҙың кәүҙәһен йомарланылар.

    Аҡыллы баш ултыртылар.

    Күҙҙәр ҡуйҙылар.

    Ҡулдарын, аяҡтарын эшләнеләр.

  Ниндәй ҡар бабай килеп сыҡты?(БИК МАТУР...).

 8)Рефлексия. Һеҙгә бөгөнгө дәрес оҡшаныма? Нимәләр оҡшаны? Ниндәй яңылыҡтар белдегеҙ? Нимәләргә өйрәндегеҙ? Улар һеҙгә киләсәктә кәрәк буласаҡмы?( Уҡыусылар дәрескә баһа ҡуя,үҙ эштәре менән ҡәнәғәт булыу-булмауын әйтә,яуаптарын дәлилләй. Баланың эшмәкәрлеге баһалана.) Тағыла нимәләр белергә теләр инегеҙ?

Мин һеҙҙең яҡшы кеше булып үҫеүегеҙгә ышанам.Көндө - сағыу ҡояш, ағасты - япраҡ, кешене - яҡшы уйҙар, изге эштәр биҙәй.

   Донъяла мәүге ҡалыр эш-

  Ул да булһа яҡшылыҡ,

  Күккә лә осор-яҡшылыҡ,

  Һыуға ла батмаҫ -  яҡшылыҡ,

  Телдән дә төшмәҫ - яҡшылыҡ.

9 .Йомғаҡлау.

Оҙаҡламай беҙҙең иң яҡшы, һағынып көткән  Яңы йыл байрамы була. Байрамдың төп ҡунағы кем ул?(ҡыш бабай).

 Йәгеҙ әле, Ҡыш бабай тураһында йыр йырлап алайыҡ.

   Һеҙҙең йырығыҙ әкиәт йомғағына бик оҡшаны...Шуның өсөн ул һеҙгә бәләкәй генә бүләктәр килтергән.( Ҡар бөртөктәрен). Сөнки ҡар бөртөктәрен беҙ ҡар бөртөктәренән эшләйбеҙ).

  Әкиәт йомғағы ары тәгәрәй, уға башҡа мәктәптәргә лә барып етергә кәрәк.

9)Өй эше. Әкиәтте тасуири уҡырға һәм һөйләргә.

                                         


По теме: методические разработки, презентации и конспекты

Разработка урока-семинара по литературе в 11 классе по теме "Память о Холокосте – путь к толерантности (по роману А.В.Кузнецова «Бабий Яр»)"

Данный конспект урока поможет привить учащимся чувство сострадания к чужому горю, толерантность....

«ПРО ТО, КАК БАБА ЯГА ВНУКА В АРМИЮ ПРОВОЖАЛА»

Сценарии спортивного развлечения с папами....

"Бабье лето"- сценарий праздника урожая на татарском языке

“Әбиләр чуагы”яки “Дөнья  буенча сәяхәт”- уңыш бәйрәменә сценарий....

Где найти защиту Бабе Яге?

Ролевая экологическая игра для учащихся 5-8 классов...

"Сказка про то, как Баба Яга о физике узнала". Ролевой проект. 7 класс.

Вашему вриманию представлен ролевой проект как пример активизации познавательной деятельности учащихся при использовании пропедевтических дидактических игр при работе с разновозрастными группами...

Сочинение. Описание Бабы - Яги. (с использованием музыкальной композиции А. Лядова "Баба - Яга"

Обучение сочинению-описанию по методике Г. Б. Вершининой с использованием музыкальной композиции и мультимедийного урока к теме. ...

Әсхәл Әхмәт-Хужа. “Эй Ҡыш бабай, Ҡыш бабай”

Әсхәл Әхмәт-Хужа "Эй Ҡыш бабай, Ҡыш бабай"...