"Батыр әтәс" әкиәте
план-конспект урока на тему

әкиәт

Скачать:

ВложениеРазмер
Файл ts_batyr.docx21.45 КБ

Предварительный просмотр:

Әтәс батыр

        Автор: Борон - борон заманда Улаҡлы йылғаһы буйында йәшәгән, ти, бер ҡарт менән , бер ҡарсыҡ.Ҡарты ғүмер буйына эшләп тир түккән, бил бөккән, ә ҡарсығы байбикәләргә йөн теткән, кейем теккән. Икеһе лә сәләмәтлектәрен юғалта башлағас, бай уларҙы йортонан ҡыуып сығарған. Шунан бирле былар бер ауылдың  осонда, йылға буйында, ярҙы соҡоп, землянка эшләп ингәндәр. Ауылдың бер мәрхәмәтле кешеһе әбей менән бабайға бер тауыҡ менән бер әтәс бүләк иткән. Шулай итеп улар дүртәүләп йәшәй башлағандар.

        Берҙән - бер көндө, яҙ булғас, ҡарт үҙенең төйөнсөгөн элеп, хәйер һорашырға сығып киткән, ҡарсығы өйҙә тороп ҡалған, тауыҡ менән әтәсте ашатып сығарған да үҙе өйҙәге эшенә керешкән.

Әтәс менән тауыҡ яр башында, сүплек баштарында, ем эҙләп, тибенеп йөрөгән. Бер ни тиклем ваҡыт үткәс, тауыҡ,

Гүзәлиә : ҡыт - ҡытаҡ, ҡытайыҡ, ҡыт-ҡытаҡ,

Автор :тип, йомортҡа һалырға инеп киткән, ә әтәс ем эҙләп тороп ҡалған.

        Әтәс, сүплек башында тибенеп йөрөй торғас, һабы һынған ҙур ғына ағас ҡалаҡ башын ҡаҙып сығарып, ярға табан тибеп ебәргән.Ҡалаҡ башы, ярҙан тәгәрәп китеп, һыуға барып төшә.Әтәс был икмәк ҡатыһылыр, тауыҡ йомортҡа һалып сыҡҡас, бергә ашарбыҙ тип, ярҙан осоп барып, һыу өҫтөндәге ҡалаҡ башына осоп барып ҡуна.

           Ҡалаҡ башы, әтәстең ҡапыл килеп ҡуныуынан ҡуҙғалып, һыу уртаһына йөҙөп китә. Әтәс хәҙер төшөп ярға сыға алмай.

Айҙар:  "Ни булһа ла булыр, ҡасан да булһа һыу мине ярға табан яҡынайтыр, шунда осоп сығырмын әле"

Автор:  тигән уй менән кит кәндән - китә бара, ти.

Етмәһә, ҡуҡырая биреп:

Айҙар:  "Ки - ки - ри - күк! Бына ҡайҙа китте кәкре ҡойроҡ! Минең менән кем бара? Әйҙәгеҙ, һикерегеҙ! " - тип ҡысҡырған була, ти.

Автор:  Яр буйында йөрөгән ата ҡаҙға етә ҡалды, ти, әтәстең был саҡырыуы, ул да барып ултырҙы, ти, ҡалаҡ башына. Әтәс менән ата ҡаҙ йөҙөп китеп баралар, ти. Әтәс ата ҡаҙҙы ишкәксе итте, ти. Бер ни тиклем ер киткәс, бер кәзә тәкәһен курәләр. Ул яр буйына һыу эсергә килгән икән. Кәзә тәкәһе:

        Асман: - Мә - ә - ә, әтәс ағай, ҡайҙа бараһығыҙ? — тип баҡыра, ти.

  Айҙар: - Әйҙә беҙҙең менән барабыҙ, ти Әтәс.

Кәзә тәкәһе риза була. Ҡалаҡ башына ултырып алғас:

Асман: -Мә -ә-ә, мин тәкә, мә-кә-кә - кә, мин тәкә, тәкә, бында барыу мәрәкә, — тип, үҙенең кем икәнлеген әйтә.

Ата ҡаҙ уға яуап итеп:        

Әдилә: Ҡыйғаҡ, ҡыйғаҡ, ҡа - ҡа - ҡа, ға - ға - ға. Мин һиңә аға - ға! Әтәс ағай беҙҙе ба - ға - баға !- Автор :тигән булып, үҙе менән дә, әтәс менән дә таныштырып ала. Әтәс ата ҡаҙ таныштырыуына ҡәнәғәтләнмәй:

Айҙар :Ки - ки - ри - күк ! Мин кәкре ҡойроҡ !

Автор :Яр буйында бер үгеҙ был өсәүҙең йөҙөп барғанын күрә лә:

Эмиль :Әтәс ағай, мине лә үҙегеҙ менән алмаҫһығыҙмы? һеҙгә минең кәрәгем булыр,

Айҙар :-К и - ки - ри - күк !һин кәрәк, кәрәк кеүек !-

Автор : Ишкәксе ата ҡаҙ ҡалаҡ башын үгеҙ торған яр буйына килтереп туҡтата. Үгеҙ инеп баҫа. Бер ни тиклем ер киткәс, яр ҡарлуғастарын  тотоп ашарға килгән бесәй, быларҙы күреп ҡалып:

        Элина :- Әтәс ағай, ҡайҙа бараһығыҙ? Мине лө үҙегеҙ менән алып китегеҙ әле.

Автор :Киң күңелле әтәс, әлбиттә, ҡаршы килмәй, алып китергә риза була.Бесәй ҙә ултыра.

        Әтәс ҡалаҡ башының иң осонда, ата ҡаҙ ҡалаҡ - кәмәне алып бара, үгеҙ — ҡойроҡсо, кәмәнең ҡойроғон ҡайҙа борорға кәрәк булһа, шулай бороп бара.Бесәй менән кәзә тәкәһе уртаға ултырғандар ҙа, тирә - яҡтағы бөтә нәмәгә ҡарап, һоҡланып баралар, ти.

        Шулай бара торғас, былар бик күп ер киттеләр, ти, урмандар, тауҙар, һыуҙар уттеләр, ти. Быларҙың бик ашағылары килә башланы, ти. Ҡалаҡ - кәмәне урман янына килтереп туҡтатып, яр буйына бәйләп ҡуялар ҙа, урманға инеп, һәр кем үҙ тамағын туйҙыра башлай. Төндө ошо урманда үткәрергә булалар. Әтәс ағас башына менеп төнәй, ә ҡалғандары ерҙә ҡунырға ҡалалар. Төн урталары уҙғас, Әтәс:

                Айҙар :- Ки - ки - рикүк!Торорға ваҡыт!—

Автор :тип, урман яңғыратып ебәрә. Әтәстең был тауышын Төлкө ишетеп ҡала, үҙенең төнгө табышына шатланып, был яҡка килә башлай. Ләкйн, ул килеп етеү менән, эш бөтөнләй башҡаса булып сыға: әтәс ағас башында бик бейектә ултыра, ә ата ҡаҙ үгеҙ менән тәкәнең уртаһында тора, һис кенә лә алырлыҡ түгел. Шуға күрә төлкө был үгеҙ менән тәкә тирәһенә яҡын килергә лә ҡурҡа. Кире китә.Урмандағы бөтә йәнлектәрҙе йыйып килтереп, үгеҙ менән тәкәне уларға өлөш сығарырға, ә үҙе әтәс менән ата ҡаҙҙы ашарға уйлай. Төлкөнөң мәкерле уйын һиҙеп, әтәс ағас башынан төшөп, иптәштәренә:

                Айҙар : Бына нәмә, дуҫтар! Мин был төлкөнө бик яҡшы беләм.Ул үҙ ғүмерендә бик күп ҡош - ҡортто ҡыйратты.Мин быны үҙемә ҡурҡыныс булғаны өсөн генә әйтмәйем. Хәҙер беҙҙең бөтәбеҙ өсөн дә үлем ҡурҡынысы тора. Бесәй, һин барып кәмәне рәтләй тор, беҙ хәҙер барып етербеҙ, - ти.

                Автор :Былар юлға ҡуҙғалырға торғанда ғына, бесәй хәле бөтөп сабып килеп етә лә:

                Элина :- Әтәс ағай! Әтәс ағай!Эш харап! Мин барып етер саҡта ғына әлеге ҡыҙыл төлкө ҡалаҡ - кәмәне, бәйенән ысҡындырып, ағыҙып ебәрҙе. Ә үҙе, шарҡылдап көлө - көлә, урман араһына инеп юғалды,.

                Әдилә :- Әтәс ағай,  мин бит бик яҡшы йөҙәм, булмаһа, барып туҡтатайым, ә һеҙ яр буйына бара тороғоҙ.Мин кәмәне ярға сығарғас,ултырып китербеҙ.

                Айҙар :- Юҡ, бындай ҡараңғы төндә ағып барған ҡалаҡ башын таба алмаҫһың. Бесәй менән мин ағас башына менә алабыҙ, ә бит үгеҙ менән тәкә бер ни сек тә ҡотола алмаясаҡ.

Бергәләп : Ни булһа ла бергә булайыҡ, ҡурҡынысты бергә еңәйек. Хәҙер беҙ өй ҡорайыҡ,

  • Автор : тигән уйға киләләр былар. Үгеҙ шунда уҡ, эре - эре ағастарҙы һөҙөп йығып, бүрәнәләр әҙерләй башлай. Бесәй ҡырҡылған бүрәнәләрҙе ҡойроғона тағып ташый; кәзә тәкәһе бесәй килтергән бүрәнәләрҙән өй бурай башлай; ата ҡаҙ мүк йолҡа, йолҡҡан мүкте бүрәнә араһына түшәй бара, ә әтәс яр буйынан таш, балсыҡ ташып, мейес сығара башлай. Бына өй эшләнеп бөтә. Әтәс кәштә башына, ата ҡаҙ һике аҫтына, үгеҙ менән кәзә тәкәһе һике өҫтөнә һуҙылып төшөп яталар. Рәхәтләнеп йоҡоға киткәс кенә, берәү ишек ҡаға. Бесәй тороп:

        Элина :- Кем бар унда?        

  Арина :  - Мин, төлкө, ас, ас, мин һиңә теймәйем, мин бесәй итен ашамайым,

Автор : тип йомшаҡ ҡына, юхалап ҡына әйтә, ти.        

        Бесәй ишекте  асмағас, тыштағы йыртҡыс йәнлектәр тәҙрәгә килеп ҡапланалар.

Был хәлде күреп торған бесәй үҙенең иптәштәрен уята башлай. Үгеҙ үкерә, кәзә баҡыра, ата ҡаҙ ҡаңғылдай, бесәй мыраулай, әтәс ҡытҡылдай.

        Бындай күмәк тауышты ишетеп, тыштағы төлкө, бүре, айыу шөрләй башлай, Аҙаҡ килеп, улар шым ғына төрлөһө төрлө яҡҡа ҡасып бөтә.


По теме: методические разработки, презентации и конспекты

Исследовательская работа - презентация "Вехи Памяти" к уроку тат.литературы в 7 классе "Батыр егет-ил курке"

Исследовательская работа - презентация " Вехи Памяти"к уроку татарской литературы в 7 классе "Смелый джигит - радость страны" Использование местного материала об участниках Великой Отечественной войны...

Батыр үлә, үлмәс ат алып, Батырлыклар белән макталып, Исмең калсын, үзең үлсәң дә, Тарихларда укып ятларлык. М.Җәлилгэ багышланган кичә

БуранКүз ачкысыз каты буран чыкты,Юл табалмый атлар туктады.Кар пәрдәсе аша күренеп калаЕрак түгел авыл утлары....

Язучы да Алиш, батыр да.

Абдулла Алишның тормышы һәм иҗаты турында...

Р.Шәкүр "Урал батыр иле - сал Урал"

Р.Шәкүр "Урал батыр иле - сал Урал"....

6 нчы сыйныф өчен әдәбияттан дәрес эшкәртмәсе."Батыр егет-ил күрке".(Бәйләнешле сөйләм үстерү)

6 нчы сыйныф өчен бәйләнешле сөйләм үстерү дәресе."Батыр егет-ил күрке"....

Саҡмағош ауылының батыры - Абдулҡаһир

 Фольклорный конкурс "Жемчужины Башкортостана"...

Мағжан Жұмабаев "Батыр Баян"поэмасы

Сабақтың мақсаты :1. Мағжан поэмаларын атап,олардың мазмұндық тақырыбына қысқаша шолу жасау. «Батыр Баян» поэмасының тарихи-эпикалық сипатын таныту,сюжеттік-композициялық құрылысына талдау жасап...