критерии оценивания контрольных работ по башкирскому языку
учебно-методический материал по теме
Предварительный просмотр:
1- 4 –се класс уҡыусыларының башҡорт теле буйынса белемдәрен,белгәндәрен (умение) һәм күнекмәләрен баһалау нормалары
Телдән яуаптарҙы баһалау:
Уҡыусыларҙың телдән һөйләмен, уның фонетик, грамматик яғы менән бер рәттән тасуири уҡыуы ла иҫәпкә алына. Телдән һорау формаһында үткәрелә торған күнегеүҙәр һәр дәрестә алып барыла.
Тыңлап аңлау күнекмәләрен ба3алау:
1. “тулыһынса аңланы”
2. “өлөшсә аңланы”
3. “аңламаны”
Уҡыусының монологик һөйләүен баһалау:
1. - тәҡдим ителгән тема ( рәсем, ситуация) буйынса хикәйә төҙөй белһә;
- дөрөҫ интонация менән, тулы, эҙмә-эҙлекле итеп, тексҡа баһа биреп, мөнәсәбәтен күрһәтеп һөйләй алһа;
- тупаҫ булмаған пауза хаталары ебәрелһә лә, “5”ле ҡуйыла.
4 -се класта бәйләнешле һөйләү – 10-12 һөйләмдән тәшкил итә.
2. - айырым паузалар, 1-2 һөйләм хатаһы яһаһа;
- уҡытыусы тарафынан икенән артыҡ булмаған асыҡлаусы һорау бирелһә,”4” ле ҡуйыла
3. - теманың төп йөкмәткеһен асһа;
- 4-6 һөйләү хатаһы ебәрһә;
- уҡытыусы тарафынан икенән артыҡ асыҡлаусы һорау бирелһә йәки уҡытыусы ярҙамынан башҡа йөкткеһен һөйләүҙе башлай(тамамлай) алмаһа, “3”лө ҡуйыла.
4. - һөйләгәндә эҙмә-эҙлеклелек һаҡланмаһа;
- паузаларҙа теүәлһеҙлектәр китһә;
- 6- нан артыҡ һөйләм хатаһы һәм грамматик хата яһаһа, “2”ле ҡуйыла.
Диалогик һөйләмде баһалау:
1. - тейешле темпта дөрөҫ интонация менән һорау ҡуйһа;
- әңгәмәләшенең һорауҙарына тулы яуап ҡайтарһа, “5”ле ҡуйыла
2. - дөрөҫ һорау биреп, үҙе лә әңгәмәләшенең һорауына яуап бирһә, ләкин һөйләү ваҡытында уҡытыусы ярҙамына мохтаж булһа;
- 2-3 һөйләм хатаһы ебәрһә, “4” ле ҡуйыла.
3. - уҡытыусы ярҙамында ғына һорау бирһә йәки яуап бирһә;
- һорауҙар биргәндә, һүҙҙәр һәм грамматик формалар табыуҙа теүәлһеҙлектәр ебәрһә йәки өйрәнгән теманың бер өлөшөн генә үҙләштерһә;
- 4-5 һөйләм хатаһы ебәрһә, “3” лө ҡуйыла.
4. - әңгәмә ваҡытында ҙур ауырлыҡ менән генә һорау бирһә;
- һорауҙарға үҙ көсө менән яуап бирә алмаһа;
- 6- нан артыҡ хата ебәрһә, “2” ле ҡуйыла.
V-IX класс уҡыусыларының башҡорт теле буйынса белемдәрен, белеүҙәрен (умение) һәм күнекмәләрен баһалау нормалары
Телдән биргән яуаптарҙы билдәләү нормалары
Үтелгәндәрҙе ҡабатлау, уҡыусылар6ан яуап алыу,уларҙың башҡорт теле буйынса белемдәрен, белеүҙәрен һәм күнекмәләрен тикшереү,иҫәпкә алыу,шуның менән бергә,алған белемдәргә таянып, тел берәмектәренә,күренештәренә аңлатма бирергә өйрәтеү алымдарының береһе иҫәпләнә.
Уҡыусының яуабын баһалағанда,түбәндәге критерийҙар менән эш ителергә тейеш:
- Яуаптың тулы һәм дөрөҫ булыуы;
- Үтелгәнде аңлы үҙләштереү,аңлау кимәле;
- Яуаптың телмәр төҙөлөшө, әҙәби тел нормаларына ярашлы булыуы.
Уҡыусының телдән биргән яуабы үтелгән материалдың уҡытыусы тәҡдим иткән өлөшөн логикә эҙмә-эҙлекле аңлатманы эсенә алған бәйләнешле телмәр булырға,яуап биреүсе баланың өйрәнелгән ҡағиҙәләргә,билдәләмәләргә таянып эш итә белеүен күрһәтергә тейеш.
Әгәр уҡыусы:
- тәҡдим ителгән теманы тулы аңлатһа,тел төшөнсәләренә дөрөҫ билдәләмә бирһә;
- үтелгән материалды тулы аңлауын, белемдәрен практик ҡуллана белеүен күрһәтһә;
- Материалды эҙмә-эҙлекле һәм әҙәби тел нормаларына ярашлы аңлатһа, уның яуабы «5» билдәһе менән баһалана.
Әгәр уҡыусы «5» билдәһен ҡуйыу талаптарына ярашлы яуап бирһә, ләкин һирәк яһала торған хаталар ебәреп тә уҡытыусы иҫкәртеүенән һуң уларҙы төҙәтеп барһа,телендә,телмәр төҙөлөшөндә һирәк-һаяҡ яңылышлыҡтар китһә,уның яуабы «4» билдәһе менән баһалана.
Әгәр уҡыусы тәҡдим ителгән темаға ҡараған төп төшөнсәләрҙе аңлауын һәм белеүен күрһәтһә,ләкин
- Материалды тулы аңлата алмаһа, төшөнсәләрҙең һәм ҡағиҙәлҙрҙең билдәләмәһендә хаталар ебәрһә;
- әйткән фекерҙәрен тулы һәм иҫбатлауҙы нигеҙләй белмәһә,үҙ миҫалдарын килтерә алмаһа;
- Яуабында э6мә-эҙлелек һаҡланмаһа,телмәр төҙөлөшөндә хаталар булһа,уның яуабы «3» билдәһе менән баһалана.
Әгәр уҡыусы һоралған материалдың күберәк өлөшөн белмәүен,билдәләмәләрҙе һәм ҡағиҙәләрҙе әйткәндә уларҙың төп фекерен боҙоуға килтерә торған хаталар ебәрһә, материалды икеләнеүҙәр менән системаһыҙ аңлатһа, уның яуабы «2» билдәһе менән баһалана
Диктанттар6ы баһалау
Уҡытыусы башта тексты уҡып сыға. Өйрәнелмәгән орфограммалы һүҙҙәр алдан уҡ таҡтала яҙылған булырға тейеш. Уҡытыусы синыфтың әҙерлегенә ҡарап, әйтеп яҙҙырыу темпын үҙе билдәләй.
Тексты орфоэпия, әҙәби тел нормаларына ярашлы уҡыу талап ителә. Уҡытыусыға ярҙам итеү маҡсатында йыйынтыҡ авторҙары текстар аҙағында грамматик эш төрҙәре тәҡдим иттеләр.
Диктант яҙылып бөткәс, уҡыусыларға тексты уҡып һәм тикшереп сығыу рөхсәт ителә. Ләкин диктантты баштан уҡ уйлап, аңлап, иғтибарлы яҙырға өйрәтергә һәм һуңғы тикшертеү менән мауыҡмаҫҡа кәрәк. Уҡытыусы тексты икенсе тапҡыр тулы килеш уҡып сыҡҡас та, грамматик эш тәҡдим ителергә тейеш.
Контроль диктантты тикшергәндә, түбәндәге хаталар төҙәтелә, ләкин баһалағанда иҫәпкә алынмай:
1) мәктәп программаһына индерелмәгән ҡағиҙәгә яҙылыштар;
2) әле үтелмәгән ҡағиҙәгә яһалған хаталар;
3) автор ҡуйған ҡатмарлы пунктуацияға хаталар;
4) механик рәүештө бер хәреф урынына икенсеһен яҙыу (мәҫәлән: ата урынына аша).
Диктантҡа билдә ҡуйғанда шулай уҡ хаталарҙың характерына иғтибар итергә кәрәк. Хаталарҙы иҫәпләгәндә тупаҫ булмағандары, йәғни грамоталылыҡты билдәләү өсөн әһәмиәте юҡтары, айырым билдәләнә. Бындай хаталарҙың икеһе берәүгә иҫәпләнә.
Түбәндәге хаталар тупаҫ булмаған хаталарға инә:
1) ҡағиҙәләрҙең иҫкәрмәләренә ҡараған хаталар;
2) бәйләү юлы менән яһалған ҡушма яңғыҙлыҡ атамаларҙа ҙур хәрефтең яҙылышына хаталар;
3) бер тыныш билдәһе урынына икенсеһен ҡуйыу;
4) үҙләштерелгән һүҙҙәрҙең ялғауҙары яҙылышына хаталар.
Диктант бер генә билдә менән баһалана.
«5» билдәһе — тупаҫ булмаған 1 орфографик, 2 пунктуацион хата булған эшкә,
«4» билдәһе 4 орфографик, 3 пунктуацион йә 1 орфографик, 6 пунктуациоң, йә орфографик хатаһыҙ, 7 пунктуацион хатаһы булған диктантҡа ҡуйыла. Әгәр хаталар араһында бер типтағылар булһа, 5 орфографик хаталы эшкә лә «4» билдәһе ҡуйырға мөмкин.
«3» билдәһе 6 орфографик, 6 пунктуацион йә 3 орфографик, 9 пунктуацион, йә 12 пунктуацион хаталы эшкә ҡуйыла. Әгәр эштә өс бер типтағы хата ебәрелһә, 8 орфографик, 8 пунктуацион хаталы эшкә лә «3» билдәһе ҡуйырға мөмкин.
«2» билдәһе 9 орфографик, 9 пунктуацион йә 8 орфографик, 10 пунктуацион хатаһы булған диктантҡа ҡуйыла. Хаталар һаны 15 орфографик хатанан да артып китһә, «1» билдәһе ҡуйыу уҡытыусы ҡарамағында.
Әгәр контроль диктанттан һуң өҫтәмә грамматик, орфографик, лексик эштәр тәҡдим ителһә, уларҙың һәр береһе айырым баһалана.
Грамматик биремдәрҙе баһалағанда түбәндәгеләрҙе иҫәпкә алыу тәҡдим ителә:
«5» билдәһе бөтә эште лә теүәл йә бер хата булғанда,
«4» билдәһе эштең яртыһынан күберәге дөрөҫ эшләнгәндә,
«3» билдәһе яртыһынан әҙерәге дөрөҫ әшләнгәндә,
«2» билдәһе бер эш тә дөрөҫ эшләнмәгәндә ҡуйыла.
Иншаларҙы һәм изложениеларҙы баһалау
Инша һәм изложениелар яҙҙырыу аша уҡыусыларҙың:
- теманы аса белеүе, тел сараларын инша йәки изложениеның темаһына һәм уларҙағы төп фекерҙе аңлатыу бурыстарына ярашлы айлай белеүе,
- яҙғанда,грамматик нормаларға һәм дөрөҫ яҙыу ҡағиҙәләренә таянып эш итеүе тикшерелә. Шуның өсөн иншаға ла,изложениеға ла һәр ваҡыт ике билдә ҡуйыла.Беренсе билдә менән – уларҙың йөкмәткеһе һәм телмәр төҙөлөшө, икенсе билдә менән грамоталылыҡ кимәле баһалана.
Баһаларҙың төп критерийҙары | ||
Йөкмәтке һәм телмәр төҙөлөшө | Грамоталылыҡ | Баһалау |
1.Яҙма эштең йөкмәткеһе тулыһынса темаға тура килһә, 2. Фактик хата булмаһа, 3.Йөкмәтке эҙмә-эҙлекле бирелһә (план буйынса йәки планһыҙ), 4. Эш лексик яҡтан бай булыуы менән айырылып торһа, 5.Эш темаға һәм төп фекерҙе аңлатыу маҡсатына ярашлы стилдә яҙылһа, телмәре тасуири булһа, Иҫкәрмә. Бер генә телмәр хатаһы һәм бер генә йөкмәтке хатаһы булған яҙма эшкә «5» билдәһе ҡуйырға мөмкин. | Яҙма эштә 1 орфографик, йәки 1 пунктуацион, йәки 1 грамматик хата (тимәк,бөтәһе 1 генә хата) булһа, | «5» билдәһе ҡуйыла |
Иҫкәрмә. Яҙма эштең телмәр хаталары өҫтөндә, йөкмәткеһендәге хаталар икенән дә артмаһа,уға «4» билдәһе ҡуйырға мөмкин. | Я6ма эштә 2 орфографик һәм 2 пунктуацион хата, йәки 1 орфографик һәм 3 пунктуацион хата булһа, йәки бер орфографик хатаһы ла булмайынса, пунктуацион хаталары 4-тән һәм грамматик хаталары 2-нән артмаһа, | «4» билдәһе ҡуйыла |
Иҫкәрмә. Яҙма эштәге телмәр хаталары 5-тән, йөкмәткелеге хаталар 4-тән артмаған хәлдә лә, эшкә «3» билдәһе ҡуйырға мөмкин. | Яҙма эштә 4 орфографик һәм 4 пунктуацион хата,йәки 3 орфографик һәм 5 пунктуацион хата, йәки 7 пунктуацион хата һәм орфографик хатаһыҙ булһа, шулар өҫтөнә 4 грамматик хата ебәрелһә, | «3» билдәһе ҡуйыла |
Иҫкәрмә. Яҙма эштәге телмәр хаталары 7-нән, йөкмәткеһендәге хаталар һаны 6-нан артмаған хәлдә лә, уға «2» билдәһе ҡуйырға мөмкин. | Орфографик хаталары 7-нән,пунктуацион хаталары 7-нән ,грамматик хаталар ҙа 7-нән артһа, | «2» билдәһе ҡуйыла |
Әҙәбиәт буйынса
Әҙәбиәт буйынса ла уҡыусы белемен баһалауҙың төрлө юлдары һәм үҙенсәлектәре бар, Исеменән үк күренеүенсә, әҙәбиәт дәресе уҡыусыларҙы әҙәпкә, тәртипкә, кешелеклелеккә өйрәтеү менән бергә матурҙы йәмһеҙҙән, яҡшыны насарҙан айырырға ла күнекмә бирә. Тимәк, һәр әҙәбиәт дәресе уҡыусыға тәьҫир итерлек, һоҡланып ултырырлыҡ та булырға тейеш. Шуның менән бергә һәр әҙәбиәт дәресендә тиерлек уҡыусы белеме лә баһаланырға, сиреккә,
йыллыҡҡа билдәләр ҡуйылырға бурыслы. Хәҙер әҙәбиәт дәрестәрендә баһалар ҡуйылыу мөмкинлектәрен, юлдарын ҡарап үтәйек.
Уҡыу тиҙлеген тикшереү
Башланғыс кластарҙан алып, һәр бала билдәле бер кимәлдә, тиҙлектә шыма итеп уҡый белергә лә бурыслы. Ғөмүмән, етеҙ, дөрөҫ, тасуири уҡыу, уҡырға өйрәтеү әҙәбиәт дәрестәренең тәүге мөһим талаптарының береһе. Уны, йәғни уҡыу тиҙлеген, 1 бала минутына күпме һүҙ укыуына ҡарап билдәләйҙәр. Һәр сирек һайын бер тапҡыр уҡыу тиҙлеге тикшерелә. Баһалар класс журналына ҡуйыла. Түбәндә башланғыс кластарҙан алып, уҡыусы минутына күпме һүҙ уҡырға тейеш булған һандар килтерелә. Уларға ҡарап, уҡыу тиҙлегенә ниндәй талаптар ҡуйылғанын билдәләргә мөмкин.
Баһалар
Баһалар кластар | «5» | «4» | «3» | «2» |
I | 30 | 25 | 15 | 15-тән кәмерәк |
II | 55 | 45 | 30 | 30-ҙан кәмерәк |
III | 65 | 55 | 40 | 40-тан кәмерәк |
IV | 80 | 75 | 55 | 55-тән кәмерәк |
V | 100 | 90 | 80 | 80-дән кәмерәк |
VI | 110 | 100 | 90 | 90-дан кәмерәк |
VII | 120 | 110 | 100 | 100-ҙән кәмерәк |
VIII | 130 | 120 | 110 | 110-дан кәмерәк |
IX | 140 | 130 | 120 | 120-нән кәмерәк |
Уҡыусыларҙың башҡорт теле буйынса белемдәрен,
белеүҙәрен (умение) һәм күнекмәләрен баһалау
нормалары
По теме: методические разработки, презентации и конспекты
Разрабока урока родного (башкирского) языка по теме "Сәләмәт тәндә-сәләмәт рух" на башкирском языке.
Урок с элементами здоровьесберегающих технологий, на башкирском языке, для обучающихся русскоязычных школ....
Критериии оценивания по башкирскому языку и литературе
Оценивание письменного,устного ответа обучающихся по башкирскому языку...
Рабочая программа по башкирскому языку и литературе по учебнику "Башкирский язык и литература", 5 класс
Рабочая программа создана по учебнику "Башкирсикй язык и литература" для 5 класса. Авторы учебника: В. И. Хажин, А. Х. Вильданов, Уфа-2012.По программе дается и календарно-тематическое планирование...
Рабочая программа по башкирскому языку и литературе по учебнику "Башкирский язык и литература", 6 класс
Рабочая программа по предмету "Башкирский язык и литература" для 6 класса, авторы: А. Х.Вильданов, В. И. Хажин, Уфа-2012. Прилагается календарно-тематическое планирование...
План работы кабинета башкирского языка и литературы
План работы кабинета башкирского языка и литературы...
Презентация научно-исследовательской работы по башкирскому языку
Презентация по башкирскому языку "Туған тел"...
План работы ШМО учителей родного (чувашского) языка и литературы, родного (башкирского) языка, башкирского языка (государственного), истории и культуры Башкортостана МОБУ СОШ с.Ефремкино
Задачи ШМО:1. Повышения качества знаний по родному языку и литературе (чувашскому), башкирскому языку и истории и культуре Башкортостана.2. Выработать орфоэпические, инто...