мои стихотворения
материал по теме

мои стихотворения

Скачать:

ВложениеРазмер
Microsoft Office document icon syzen_knshtre.doc31.5 КБ
Microsoft Office document icon tyngyhyz_tormosh.doc45 КБ

Предварительный просмотр:

Әсәйҙең кәңәштәре

Ете бала булып үҫтек:

Ике ир, биш ҡыҙ бала.

Әсәйҙең өйрәткәндәре

Күңелгә һеңеп ҡалған:

«Кеше һүҙе кеше үлтерә,

Хаҡ һүҙ генә һөйләгеҙ.

Күҙ ҡыҙған нәмәләр бик күп,

Кешенекенә теймәгеҙ.

Артыҡ һүҙ күп һөйләмәгеҙ ,

Был бит бик яман ғәҙәт.

Кеше холҡон күҙәтһәң дә

Үҙеңдекен дә төҙәт.

Белмәгәндең  беләге тыныс,

Тип ҡаушырмағыҙ ҡулды.

Донъяла юлдар күп була,

Һайлай белегеҙ аҡ юлды

Йәшлектән бигерәк ҡартлыҡта

Бәхет кәрәк кешегә.

Хәл белешеп кергеләгеҙ

Туғандарға, күршегә.

Йәшәү-үҙе үк ҙур бәхет,

Уның ҡәҙерен белегеҙ.

Кешеләргә йомарт булып,

Шатлыҡ орлоҡтары һибегеҙ».

Әсәйҙең кәңәштәренең

Изге булды һәр  һүҙе.

Тоғро ҡалдыҡ кәңәштәргә,

Юҡ әсәйҙең тик үҙе.

                                         

Бағышлау

                                                                                                       Кәтибә Кинйәбулатоваға

Әҙибәнең эҙен күрәмен мин

Тыуған ауылы Мейәс буйында.

Бала сағы гөрләп үткән уның

Хәтфә болондарҙың ҡуйынында.

Мейәс һыуы татлы тел биргәндер,

Баҫалҡылыҡ алған шишмәнән.

Ата-әсәһенән бүләк булып

Саялыҡ та, ғәм дә өҫтәлгән.

 Ҡарашында уның беҙ тоябыҙ

Әсәйҙәрҙең моңһоу күҙҙәрен.

Ижади эшендә лә күрәбеҙ

Халҡыбыҙҙың аҡыл һүҙҙәрен.

Оло юбилейығыҙ менәнг һеҙҙе

Яҡташтарығыҙ ҡотлай, Кәтибә.

91-гә аяҡ баҫҡанда ла

Әле лә йөрәк дәртлерәк тибә.



Предварительный просмотр:

Тынғыһыҙ тормош

                                                                              «Йыл уҡытыусыһы-2004» конкурсына яҙылған шиғыр

Һаумыһығыҙ, мөхтәрәм туғандар,

Тиеп һеҙгә бөгөн өндәшәм

Башҡортостандан бик алыҫ ятҡан

Арғаяш исемле төбәктән.

Әкрен иҫкән елдәр менән бергә

Аҡ ҡайындар сәләм тапшыра

Ауылдарға, ҡала, райондарға,

Туған итеп күргән халҡыма.

Бына илле йыл мин донъя күрәм

Күп милләтле ошо районда

Әсәйем һәм туғандарым менән

Ҡорман тигән бәләкәй ауылда.

Мәктәп йылдары үттеләр бик тиҙ,

Тик бер хыял йөрөттөм күңелдә.

Был хыялым – уҡытыусы булыу-

Алып килде мине Өфөгә.

Тормошҡа ла сыҡтым ошо мәлдә,

Осраттым бер буйҙаҡ егетте.

Бер һылыу һәм бер ул үҫтерәбеҙ,

Барлыҡ теләктәргә ирештем.

Иптәшем дә мәктәптә эшләй,

Бөтә яҡлап миңә ярҙамсы.

Улыбыҙ- буласаҡ уҡытыусы, ә ҡыҙыбыҙ –

Әлегә мәктәптә уҡыусы.

Бына  32 йылдан ашыу

Мин мәктәптә дәрес үткәрәм,

Туған телдең сикһеҙ бөйөклөгөн

Балалар аңына еткерәм.

Теләгем – эштең төбөнә етергә,

Ҡайнап торған тормош тик миндә.

Конкурсмы ул, әллә семинармы

Бер ваҡытта ҡалмайым ситтә.

Йыл уҡытыусыһы конкурсы Мәләүездә

Ҡатнашырға бәхет тейҙе миңә.

Ҡанатланып ҡайтҡас ҡарар иттем

Үткәрергә ярышты беҙҙә.

Теләгемде аңлап хупланылар,

Индерҙеләр оло планға.

Тәүге конкурс үтте, ҡайҙа тигеҙ?

Ҡайҙа булһын, беҙҙең Ҡорманда.

Өлкә ярышына әүерелде

Район ярышы ғына тигәнем,

Йыйылдылар бында тел белгестәр,

Иң иңдәрҙең бик күпкенәһе.

Ярыш традицияға әүерелде,

Үткәрҙеләр йыл һайын инде.

Әллә нимә булды һуңғы йылда?

Традиция бөтөнләйгә һүнде.

Шуның өсөн тағы бында килдем,

Йәнә баҫып торам сәхнәлә.

Ярышта ҡатнашыу- үҙе бәхет,

Кемдәр әле быны тәтегән.

Күпме дәрт, көс, илһам алып ҡайтам,

Ишетәмен күпме яңылыҡ.

Оҫталығым арта уҡытыуға,

Күпме фәһем алам тағы ла.

Ҡайтҡас әле йәш уҡытыусыларға

Тәжрибә өләшәһем дә бар,

Тәьҫирҙәрҙе, алған белемдәрҙе

Уларға еткерәһе лә бар.

Эшләмәгән баш аяҡҡа,

Әйтәләр, һис тә бирмәй тынғы.

Баш бар ҙа ул, әммә дәртле йөрәк

Ҡушыуы ғына шулай булды.

Йөрәк ҡушҡас, йөрөйөм инде шулай,

Тынғыһыҙ сағыу тормош көтәм.

Мәшәҡәтле был оло донъяһының

Имеш төбөнә етәм.

Заманында уҡытыу ғына түгел,

Һөйләшеү ҙә тыйылған ерҙә

Тик башҡорт телендә семинарҙар

Үткәрелеп ята хәҙер ҙә

Һөйләрлек тәжрибәбеҙ тупланған

Арғаяштың  Арғаяшында.

Ниңә тупланмаһын был тәжрибә

Минең кеүек уҡытыусылар барҙа.

Уҡытыу менән генә сикләнмәйем,

Етәкләйем «Йәйғор» түңәрәген,

Йәйғорҙай һибелгән сихри уйҙар

Иретә баланың наҙлы йөрәген.

Йөрәктән урғылған шиғырҙарҙа

Күрәм мин эшемдең емешен.

Балаларҙа сәм, ғәм уята белеү

Өҫтәй миңә илһам,дәрт көсөн.

Аҙҙаҡҡы һүҙ итеп рәхмәт әйтәм

Саҡырыуға ошо бәйгегә.

Рәсәй сиктәрендә йәшәһәк тә

Башҡорт теле үлмәҫ мәңгегә.

Бағышлау

                                                                                                  Күпме йондоҙ алдым күктән

                                                                                          Мин сүпләп берәм-берәм.

                                                                                                  Дуҫым! Бөртөгөн ҡалдырмай

                                                                                 Һинең йөрәккә бирәм.

                                                                                                                                     Р.Назаров

Алдым уларҙы берәмләп,

Тоттом ҡулда ныҡ ҡыҫып.

Һәр йондоҙҙан һүҙҙәр йыйып,

Хискә бирелдем шашып.

Ул һүҙҙәр минең йөрәктә

Орлоҡ булып шыттылар,

Берсә йәшен, йә йондоҙҙай

Күңелде яҡтырттылар.

Йондоҙ булып балҡыр әҙип

Дусар булды шул сиргә.

Ижади эше туҡталды,

Әйләнде төндәр көнгә.

Тик һүнмәүен ул ҡабыҙған

Ялҡынлы ҡайнар йөрәк.

Ижад емеше һут булһын

Йәш шағирға һәм терәк


По теме: методические разработки, презентации и конспекты

Стихотворение Мустая Карима "В городе далеком".Презентация к стихотворению.

Стихотворение, подготовленный на конкурс ко Дню Республики Башкортостан " Пою мою Республику". Чтение - это радость, удовольствие, счастье познания и творчества....

Анализ стихотворения А.С. Пушкина "Зимняя дорога. Анализ стихотворения Есенина «Пороша».Сопоставительный анализ стихотворения С.А. Есенина «Пороша» с приведённым стихотворением А.С. Пушкина «Зимняя дорога».

Стихотворение А. С. Пушкина « Зимняя дорога» — одно из замечательных произведений русского поэта. Когда читаешь это стихотворение, невольно представляются унылые и в то же время таинственные рус...

Смотр-конкурс стихотворений «Природа в стихотворениях русских поэтов»

Смотр- конкурс был проведен ко дню языков народов Казахстана в 3-4 классах национальной школы...

Урок литературы .ФГОС. 5 класс."М.Ю.Лермонтов. Краткие сведения о детских годах писателя. Стихотворение «Бородино». История создания стихотворения"

Урок литературы в 5 классе, соответствует ФГОС. Тема:"М.Ю.Лермонтов. Краткие сведения о детских годах писателя. Стихотворение «Бородино». История создания стихотворения"...

М.Ю.Лермонтов. Стихотворение «Бородино». Анализ стихотворения.

Данная разработка урока предназначена для учителей русского языка и литературы. Она поможет провести урок по теме "Стихотворение "Бородино""...

М.Ю.Лермонтов. Стихотворение "Бородино". Историческая основа и патриотический пафос стихотворения. (Урок литературы в 5 классе).

Данная тема является программной в курсе литературы 5 класса. Предлагается подробный конспект урока, который дополняется дидактическим материалом. Интересным видом работы на уроке является заполнение ...