Тема:«Тыуған ил тураһында уйҙар. Республикала экологик проблема» (8-се класс)
материал (5 класс)
1. Лексик һәм грамматик материалды ҡабатлау; тыңлау һәләттәрен (аудирование) камиллаштырыу; уҡыусыларҙы проект эшенә әҙерләү.
2.Уҡыусыларҙы материалды системалаштырырға өйрәтеү; коммуникатив һәләттәрен үҫтереү.
3.Башҡортостан тәбиғәтенә ҡарата һоҡланыу һәм һаҡсыл ҡараш тәрбиәләү; уҡыусыларҙа экологик мәҙәниәтте формалаштырыу.
Скачать:
Вложение | Размер |
---|---|
konspekt_otkrytygo_uroka.docx | 19.92 КБ |
dreslek.docx | 17.59 КБ |
Предварительный просмотр:
Тема:«Тыуған ил тураһында уйҙар. Республикала экологик проблема» (8-се класс)
Маҡсат: 1. Лексик һәм грамматик материалды ҡабатлау; тыңлау һәләттәрен (аудирование) камиллаштырыу; уҡыусыларҙы проект эшенә әҙерләү.
2.Уҡыусыларҙы материалды системалаштырырға өйрәтеү; коммуникатив һәләттәрен үҫтереү.
3.Башҡортостан тәбиғәтенә ҡарата һоҡланыу һәм һаҡсыл ҡараш тәрбиәләү; уҡыусыларҙа экологик мәҙәниәтте формалаштырыу.
Йыһазландырыу: дәреслек, мультимедиа проекторы, мультимедиа презентацияһы, компьютер, электрон дәреслек, карточкалар.
Дәрес барышы
Ойоштороу өлөшө.
Уҡыусылар менән һаулашыу.
-Һаумыһығыҙ, балалар! Хәҙер ҡунаҡтар менән һаулашайыҡ.
-Һаумыһығыҙ!
Өйгә эште тикшереү. Дәресте беҙ өй эшен тикшереүҙән башлайбыҙ. Өйгә эш итеп һеҙгә “күл” йәки «һыу» һүҙе булған мәҡәлдәрҙе яҙып килергә ине. Кем эшләне? Бик яҡшы.
Күл тамсынан йыйыла. Из крошек - кучка, из капли – море.
Тамсы тамып, күл яһай, тин йыйылып, һум яһай. По капельке – море, по зернышку – ворох.
Тамсы тама-тама – күл була. С миру по нитке – голому рубашка.
Күленә ҡарап ҡамышы. Какова береста, таков и короб.
Башҡортостан Республикаһы тураһында видео ҡарау.
Артикуляцион күнегеү. (экранда)
Башҡортостан - тыуған ерем,
Йырлы ҡайындар иле,
Куккә ашҡан ғорур тауҙар,
Ҡылғанлы дала иле.
(уҡытыусының уҡыуы; бергәләп уҡыу; сылбырлап уҡыу.)
Төп өлөш. Инеш әңгәмә.
-Был шиғырҙа нимә тураһында һүҙ бара? (тәбиғәт) Дөрөҫ. Беҙҙең тәбиғәтебеҙ ниндәй? (матур, һоҡландырғыс, ғорур) Башҡортостанда нимәләр бар? (йылғалар, тауҙар, урмандар, хайуандар) Һеҙ тәбиғәтте яратаһығыҙмы? Айырыуса йәй көндәрендә сәхрәгә сығырға, ял итергә, йылғала йә күлдә һыу инергә, балыҡ ҡармаҡларға. Әммә ләкин хәҙерге ваҡытта беҙ икенсе күренештәр менән йыш осрашабыҙ. Ҡарайыҡ әле (видео). Нимәләр күрәбеҙ? (яуаптар)Ниндәй экологик мәсьәләләр менән осрашабыҙ?
- Борсоулы мәғлүмәттәр алабыҙ. Шулай итеп, бөгөн беҙ һеҙҙең менән Башҡортостандағы экологик мәсьәләләр тураһында һөйләшәсәкбеҙ. Теманы һәм датаны дәфтәрҙәргә яҙабыҙ. (егерме өсөнсө ғинур. Класта эш. «Тыуған ил тураһында уйҙар. Республикала экологик проблема»)
Яңы һүҙҙәр менән танышыу. Һүҙлек эше. (Бергәләп уҡыу, башҡортса – русса, русса - башҡортса)
Халыҡ – народ
Тыуған ил - Родина
Ватан – Отечество
Борсоулы - тревожный
Ерҙәр ашала - размываются земли
Тауҙар ишелә - обваливаются (обрушиваются) горы
Юҡҡа сығыу алдында - перед исчезновением
Юҡҡа сығыу - исчезать
Ҡоролоҡ - засуха
Тексты тыңлау (аудирование с извлечением необходимой информации). Уҡыусылар дәреслектән ҡарап баралар.Тексты сылбырлап уҡыу.
Борсоулы мәғлүмәттәр (тревожные сведения)
Һәр минутта беҙҙең планетала 15-20 гектар урман юҡҡа сыға.
Урмандарҙы һәләк итеү арҡаһында, һауа торошо ҡорораҡ була бара, һыуҙарҙың ағышы боҙола, Себерҙә тупраҡ бик ныҡ туңа, саң бурандары барлыҡҡа килә, ерҙәр ашала, тауҙар ишелә.
һуңғы 50 йыл эсендә ҡоролоҡ 10 тапҡыр йышыраҡ булды. Һыу баҫыуҙар, ҙур ҡойондар булыу ике тапҡырға артты.
Быуат башында хайуандарҙың йылына бер төрө юҡҡа сыҡҡан. Хәҙер көнөнә бер төр юҡҡа сыға.
Европала ҡоштарҙың - өстән икеһе, күбәләктәрҙең - өстән бере, йыландарҙың һәм ер-һыу хайуандарының яртыһынан күберәге юҡҡа сығыу алдында.
Перевод по абзацам, раздаточный материал.
Уҡытыусы һорауҙарына яуап биреү (яуаптарҙы уҡыусылар текстан табалар).
-Һәр минут һайын нимә юҡҡа сыға?
-Нимә арҡаһында һауа торошо ҡорораҡ була?
-Ерҙәр нимә эшләй?
-Нимәләр юҡҡа сыға?
Үтелгәндәрҙе нығытыу (белем биреү платформаһында эшләү, QR код аша). (Подобрать по смыслу окончание предложения)
- Ә һеҙ тәбиғәткә нисек ярҙам итәһегеҙ? Нимә эшләй алаһығыҙ?
Экологик өмәләргә сығабыҙ, йылға – шишмәләрҙе, яр буйҙарын сүп-сарҙан таҙартабыҙ, ағас ултыртабыҙ, сүп-сарҙы тейешле урындарға ташлайбыҙ, ҡыш көнө ҡоштарға ярҙам күрһәтәбеҙ.
Эйе, әгәр беҙ быларҙың барыһын да үтәһәк, тәбиғәтте кешеләр һәм үҙебеҙ өсөн һаҡларбыҙ. Саф һауа һуларбыҙ, тәбиғи аҙыҡ-түлек менән туҡланырбыҙ. Шулар араһында нимәне Башҡортостан алтыны тип атайҙар? (бал)
Хәҙер беҙ һеҙҙең менән балдың тәбиғилеген күрһәтәсәк тәжрибә үткәрәсәкбеҙ. (опыт)
Шулай итеп, өй шарттарында балдың ысынлығын тикшерә алаһығыҙ.
Рефлексия. Тимәк, бөгөн беҙ нимә тураһында һөйләштек? Схема төҙөү, дәфтәрҙәргә яҙыу.
Нимәне? Тәбиғәтте
Кем өсөн һаҡлайбыҙ? Үҙебеҙ, киләсәк быуын өсөн
Нисек? Бысратмайбыҙ, зыян килтермәйбеҙ
Өйгә эш: “Беҙ тәбиғәткә ярҙам итәбеҙ” темаһына проект эше.
Дәресте йомғаҡлау. Баһалау.
Предварительный просмотр:
- Өйгә эш. (Домашняя работа)
Күл тамсынан йыйыла. Из крошек - кучка, из капли – море.
Тамсы тамып, күл яһай, тин йыйылып, һум яһай. По капельке – море, по зернышку – ворох.
Тамсы тама-тама – күл була. С миру по нитке – голому рубашка.
Күленә ҡарап ҡамышы. Какова береста, таков и короб.
- Башҡортостан - тыуған ерем,
Йырлы ҡайындар иле,
Куккә ашҡан ғорур тауҙар,
Ҡылғанлы дала иле.
(Башкортостан-моя родина,
Страна поющих берез,
Гордо возвышающиеся горы,
Ковыльная степная страна.)
- Словарь:
- Аудирование, перевод текста.
Һәр минутта беҙҙең планетала 15-20 гектар урман юҡҡа сыға.
Урмандарҙы һәләк итеү арҡаһында, һауа торошо ҡорораҡ була бара, һыуҙарҙың ағышы боҙола, Себерҙә тупраҡ бик ныҡ туңа, саң бурандары барлыҡҡа килә, ерҙәр ашала, тауҙар ишелә.
һуңғы 50 йыл эсендә ҡоролоҡ 10 тапҡыр йышыраҡ булды. Һыу баҫыуҙар, ҙур ҡойондар булыу ике тапҡырға артты.
Быуат башында хайуандарҙың йылына бер төрө юҡҡа сыҡҡан. Хәҙер көнөнә бер төр юҡҡа сыға.
Европала ҡоштарҙың - өстән икеһе, күбәләктәрҙең - өстән бере, йыландарҙың һәм ер-һыу хайуандарының яртыһынан күберәге юҡҡа сығыу алдында.
(Соотнеси правильный перевод.)
Из-за уничтожения лесов воздух становится сухой, меняется течение вод, очень сильно замерзает почва в Сибири, появляются пыльные бури, истачиваются земли, обваливаются горы.
Каждую минуту на НАШЕЙ ПЛАНЕТЕ гибнет 15-20 гектаров леса.
За последние 50 лет засухи были в 10 раз чаще. В два раза увеличилось количество наводнений, крупных смерчей.
В Европе две трети птиц, треть бабочек, более половины змей и земноводных находятся на грани исчезновения.
В начале века вымерло по одному виду животных в год. Сейчас за день исчезает один вид.
- Закрепление пройденного материала.
Пройдите по QR коду и выпоните задание.
- Нимәне һаҡларға тейешбеҙ? Тәбиғәтте
Кем өсөн һаҡлайбыҙ?
Үҙебеҙ, киләсәк быуын өсөн
Нисек? Бысратмайбыҙ, зыян килтермәйбеҙ
- Өйгә эш: “Беҙ тәбиғәткә ярҙам итәбеҙ” темаһына проект эше.
По теме: методические разработки, презентации и конспекты
: С.Бәҙретдинов “ Файҙалы ҡаҙылмалар “ Сифат тураһында төшөнсә.
Открытый урок для 6 класса...
Урок "Мостай Кәримдең тормош һәм ижад юлы. Ҡайын япрағы тураһында. Сифат."
Урок на тему "Мостай Кәримдең тормош һәм ижад юлы. Ҡайын япрағы тураһында. Сифат." Һеҙҙең иғтибарығыҙға Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай Кәримдең 95 йыллыҡ юбилейына арналған дәрес конспекты ...
Разработка урока на тему: «Ҡылым тураһында төшөнсә» по башкирскому языку в 3 классе в соответствии с ФГОС
Разработка урока на тему: «Ҡылым тураһында төшөнсә» по башкирскому языку в 3 классе в соответствии с ФГОС...
Өфө тураһында презентация
Өфө ҡалаһының иҫтәлекле урындары менән танышыу....
Башҡортостан тураһында шиғырҙар
Башҡортостан тураһында шиғырҙар. Был материалда Башҡортостан шағирҙарының Башҡортостан тураһында матур - матур шиғырҙары туплан...
Һандар – тормошта. Һан тураһында төшөнсә.
Һандарҙы телмәрҙә актив ҡулланыу өсөн төрлө күнегеүҙәр башҡарыу....
Һандар – тормошта. Һан тураһында төшөнсә.
Һандар – тормошта.Һан тураһында төшөнсә темаһы буйынса дәрес конспектына презентация....