Разработки уроков
план-конспект урока

Султанова Рузиля Хамзовна

Разработки уроков

Скачать:

ВложениеРазмер
Microsoft Office document icon tehnologik_karta_at.doc81.5 КБ

Предварительный просмотр:

Дәрестең технологик картаһы

Дәрес темаһы

Ат – кешенең тоғро дуҫы. Телмәр үҫтереү.

Дәрес төрө

Яңы материалды өйрәнеү.

Дәрес маҡсаты

Белем биреү маҡсаты: тема буйынса уҡыусыларҙың белемдәрен арттырыу, башҡорт аты тураһында әңгәмәләшеү;

Үҫтереүсе: тема буйынса бәйләнешле телмәр күнекмәләрен үҫтереү, һүҙ байлығын арттырыу;

Тәрбиәүи: халыҡ педагогикаһы нигеҙҙәрен файҙаланып, уҡыусыларҙа тыуған ергә һөйөү, эстетик зауыҡ тәрбиәләү .

Планлаштырылған һөҙөмтәләр:

Предмет УУЭ һөҙөмтәләре: тема буйынса яңы һүҙҙәр, һүҙбәйләнештәр өйрәнеү, уларҙы  бәйләнешле телмәрҙә ҡулланыу.

Метапредмет (предмет-ара) УУЭ һөҙөмтәләре:

а) регулятив: уҡытыусы менән берлектә дәрес темаһын, маҡсатын билдәләргә күнегеү, булған белемдәрен барлау, баһалау;

б) танып белеү: өлгө буйынса эш итә белеү, халыҡ педагогикаһы өлгөләренә таяныу;

в) коммуникатив: темаға ҡарата бәйләнешле текст төҙөй белеү, үҙ-ара аралашыу, төркөмдә хеҙмәттәшлек итә белеү.

Шәхси УУЭ һөҙөмтәләре: йылҡы малдарына, ғөмүмән, бар хайуандарға ҡарата иғтибарлы һәм ихтирамлы булыу.

Йыһазландырыу

 Толомбаев Х.А., Дәүләтшина М.С.. “Башҡорт теле”.4-се класс уҡыусылары өсөн дәреслек - Өфө: “Китап”, 2006., мультимедиа проекторы, аудиояҙма, видеояҙма, ат һүрәттәре, «Аҡбуҙат», «Аманат» журналдары, аттар тураһында китаптар, ҡурай, башҡортса – русса һүҙлектәр.

Предмет-ара бәйләнеш

 Тормош һабаҡтары, тарих.

Дәрес этаптары

Уҡытыусы

эшмәкәрлеге

Уҡыусылар

эшмәкәрлеге

Дәрестең һәр этабында формалаштырылған УУЭ (регулятив, танып белеү, коммуникатив, шәхси)

I.Ойоштороу моменты.

Уҡыу эшмәкәрлегенә мотивация булдырыу

 I.- һаумыһығыҙ, уҡыусылар!

- Хәйерле көн!

- Хәлдәрегеҙ, кәйефтәрегеҙ нисек?

- Бөгөнгө дәрестә һеҙҙе күреүемә бик шатмын. Әйҙәгеҙ, дәрестә үҙебеҙгә уңыштар теләп, бер-беребеҙгә ҡарап йылмайыштыҡ.

- Бөгөн беҙҙең дәрескә бик күп ҡунаҡтар килгән, әйҙәгеҙ уларҙы ла сәләмләйек:

  • Тел асҡысы иман биргән

            Һөйөклө туған телем.

            Үҙ телемдә һеҙгә сәләм:

            Әссәләмәғәләйкүм!

(1-се слайд)

 II. Фонетик-орфоэпик күнегеүҙәр

  • Телебеҙҙе шымартып алайыҡ. Минең арттан ҡабатлағыҙ.

Ә - дәрес, сәскә

Ө - Өфө, өлгөр

Ү – күңелле, үлән

Ҡ – ҡымыҙ, Аҡбуҙат

Ғ – ғәйрәтле

Һ – баһадир

Ҙ – ҙур, етеҙ

ң– минең, һинең, уның

ҫ – ҡыҫала

(2-се слайд)

Уҡыусыларҙың яуаптары

Хор менән ҡунаҡтарҙы сәләмләйҙәр.

 Уҡыусылар башҡорт теленең һуҙынҡы һәм тартынҡы өндәрен, һүҙҙәрҙе уҡытыусы артынан ҡабатлайҙар.

Регулятив: үҙҙәренең уҡыу эшмәкәрлеген ойошторалар;

Шәхси: белем алыуға, уҡыуға ҡарата, дәрескә ыңғай ҡараш күрһәтәләр.

Танып белеү: яңы белем алыу кәрәклеген аңлайҙар, үҙҙәренең эшмәкәрлеген планлаштыралар.

II. Уңыш ситуацияһы тыуҙырыу (белемдәрҙе актуалләштереү)

- Ә хәҙер һеҙҙең иғтибарығыҙға аудиояҙма тәҡдим итәм. Ул Ә. Зиннурова көйөнә һәм Р. Ураҡсина һүҙҙәренә яҙылған «Салауат батыр» йыры. Иғтибар менән тыңлағыҙ. Унда нимә тураһында һүҙ бара?

- Эйе, дөрөҫ, ат тураһында.

- Тағы ла ниҙәр әйтә алаһығыҙ?

 Аудиояҙма тыңлайҙар. Нимә тураһында һүҙ барыуын билдәләйҙәр.

Уҡыусылар яуап бирә.

Регулятив: уҡыу мәсьәләһен аңлау, ҡабул итеү, маҡсатҡа ярашлы эштәрҙе башҡарыу, ҡуйылған һорауға яуап бирә белеү.

Танып белеү: кәрәкле мәғлүмәтте йырҙан ишетеп аңлау

Коммуникатив: тыңлайҙар һәм диалогка инәләр, әңгәмәгә ҡушылалар

Шәхси: уҡыу эшмәкәрлегенә мотивация булдырыу, уҡыуға, яңылыҡ белеүгә ынтылыш,

ҡыҙыҡһыныусанлыҡ сифаттары формалаша.

III. Уҡыу мәсьәләһен

(проблемаһын) ҡуйыу

  • Шулай итеп, беҙ бөгөн дәрестә нимә тураһында һөйләшәсәкбеҙ?
  • Үҙебеҙгә ниндәй маҡсат ҡуябыҙ?
  • Афарин, уҡыусылар! Беҙҙең дәресебеҙҙең темаһы «Ат – кешенең тоғро дуҫы» тип атала.

(Аттар тураһында һөйләшербеҙ, уларҙың төҫтәре, йәштәре хаҡында мәғлүмәттәр белербеҙ, ҡыҙыҡлы видеоролик ҡарарбыҙ, халыҡ педагогикаһы өлгөләрен иҫебеҙгә төшөрөрбөҙ, йәғни аттар тураһындағы мәҡәлдәр, һынамыштар, йырҙар тураһында ла әйтеп үтербеҙ)

 Аттар хаҡында һөйләшәсәктәре тураһында әйтәләр.

Уҡытыусы менән берлектә дәрескә маҡсат ҡуялар.

Танып белеү: логик фекерләү (сылбырын) алгоритмын төҙөйҙәр.

Регулятив: уҡытыусы менән берлектә дәрестең маҡсатын билдәләйҙәр.

IV. Яңы материалды өйрәнеү.

Уҡыу проблемаһын сисеү.

  1. Уҡыусылар, һеҙ аттар тураһында нимәләр беләһегеҙ? Ат менән нимә бәйләнгән? Кемдең атта йөрөгәне бар?

(Аттар тураһындағы китаптарҙы күрһәтеү, Салауат Юлаев һәйкәле, «Аҡбуҙат» ипподромы барлығы хаҡында әйтеү, ҡымыҙ тураһында әйтеп үтеү).

Төрлө яуҙарҙа ла батырҙарыбыҙ атҡа атланған, ат уларҙың тоғро дуҫы булған. Шуның өсөн дә ир-егеткә һәм атҡа арналған көйҙәр һәм йырҙар күп. Тыңлап үтәйек.

(ҡурай моңон тыңлау)

  1. Дөрөҫ, уҡыусылар. Ә хәҙер башҡорт аты тураһында видеояҙма ҡарап алайыҡ.

  1. Картина буйынса эш.

Хәҙер өс төркөмгә бүлешәйек. Ошо картина буйынса һәр төркөм 3  һөйләмдән торған текст төҙөргә тейеш.

 Уҡыусыларҙың яуаптары.

 

Видеояҙманы ҡарайҙар, үҙҙәренең фекерҙәрен белдерәләр.

Өс төркөмдә эшләйҙәр. Картина буйынса текст төҙөйҙәр. Артабан уҡып күрһәтәләр.

Регулятив: төркөмдә эшләй белеү.

Танып белеү: һүрәт буйынса бәйләнешле текст төҙөй белеү.

Коммуникатив: монологик телмәр төҙөй белеү, бер-береһе менән хеҙмәттәшлек итә белеү, үҙ эштәрен анализлау, башҡаларҙы тыңлай белеү, әңгәмәгә ҡушыла белеү формалаша

V. Ял минуты

  • Уҡыусылар, тырышып эшләнегеҙ, ял да итеп алайыҡ.

 Уҡытыусы артынан ҡабатлайҙар, бергәләшеп эшләйҙәр.

Шәхси: уҡыусылар әүҙемләшә, уларҙың уҡыу материалына ҡыҙыҡһыныуы арта.

VI. Белемде нығытыу (Яңы белемде практикала ҡулланыу)

  1. - Ә хәҙер дәреслектең 169-сы битен асайыҡ, 275-се күнегеү. “Ипподром” тексын уҡыу (календарҙан алынған).

Һүҙлек эше: биҫтә – микрорайон

   һыйҙыра – размещает

   ҡалҡып тора – возвышается

   тимерлек – кузница

һыбай йөрөргә – ездить верхом

холоҡ – характер

ҡыйын – трудно

аҙна һайын – каждую неделю

(2-се слайд)

  1. Тексты тасуири уҡыу, тәржемә итеү.

(3-сө слайд, ипподром һүрәте)

  1. –Текст буйынса һорауҙарға яуаптар биреү:

а) Текста нимә тураһында һүҙ бара?

б) «Аҡбуҙат» ипподромы нисәнсе йылда асыла?

в) Нимә ул пони?

г) Ипподром ҡайҙа урынлашҡан?

4. –Уҡыусылар, ат образы халыҡ ижадында ла йыш осрай. Ат тураһында бик күп мәҡәлдәр, һынамыштар, йырҙар, әкиәттәр бар. Билдәле «Урал батыр» эпосында ла Аҡбуҙат телгә алына. Һеҙ бөгөнгө дәрескә мәҡәлдәр яҙып килергә тейеш инегеҙ. Әйҙәгеҙ, тыңлап үтәйек.  

Мәҡәлдәр:

Ат-тешенән, егет эшенән билдәле (Лошадь признают по зубам, человека – по делам)

Атына ҡарама, затына ҡара (Не смотри на кличку, смотри на птичку)

Атаң менән маҡтанма,

Атың менән маҡтан. (Не хвастайся отцом, а хвались конём)

Ат дағаһыҙ булмаҫ, батыр яраһыҙ булмаҫ (Конь не бывает без подковы, а батыр без раны)

Аты бар – арыҫлан (Имеющий коня – лев)

Ат тауҙа, ҡош һауала, егет яуҙа һынала (Конь познаётся на горе, птица на небе, а джигит на поле битвы).

Һынамыштар:

Ат аунаһа, көн боҙолор.

Ат ҡарға ятһа, йылыға тарта.

Ат ҡуршылдаһа – буранға.

Йырҙар: «Сыбай ҡашҡа», “Ҡара юрға», «Толпар Аҡбуҙат».

-Уҡыусылар, әйҙәгеҙ “Толпар Аҡбуҙат» йырын ҡунаҡтарға йырлап ишеттерәйек.

Толпар Аҡбуҙат    

                                             

Толпар Аҡбуҙат –

Пар ҡанатлы ат,

Осоп кил яныма,

Баҫ һин ҡаршыма.

Мине алып бар

Ҡаф тау артына,

Алтын һарайҙағы

Һылыу янына.

Ҡушымта:

Диңгеҙҙәр һәм тауҙар аша,

Йылғалар һәм күлдәр аша

Алып ҡайт һин, дуҫҡай, мине

Йәшлек саҡтарға.

Һин бит дуҫым, Аҡбуҙатым,

Көмөш тояҡ, алтын ялым,

Мин дә һиңә ҡул һуҙырмын

Ауыр саҡтарҙа!

Һүҙлек эшен башҡаралар.

 

Уҡыусыларҙың сылбыр буйынса тексты тасуири уҡыуы.

Һорауҙарға яуаптар бирәләр.

Әңгәмәлә ҡатнашалар, мәҡәлдәрен уҡыйҙар.

Бергәләшеп йырлайҙар.

Шәхси: тасуири уҡыу күнекмәләре формалаша, уҡыуға ҡарата ҡыҙыҡһыныу уяна.

Регулятив: уҡыу мәсьәләһен  (биремен) аңлау, ҡабул итеү, үҙҙәренең эшмәкәрлеген планлаштырыу, ҡуйылған һорауға яуап бирә белеү.

Коммуникатив: һорауҙарға яуап бирәләр, башҡаларҙы тыңлай белеү, әңгәмәгә ҡушыла белеү формалаша.

Танып белеү: анализлау, сағыштырыу, алған мәғлүмәтте дөйөмләштереү

VII. Өйгә эш

  1. 170-се бит 276-сы күнегеү.
  2.  “Башҡорт аты” тигән темаға мини-инша яҙырға..

Көндәлеккә өй эшен яҙалар.

Танып белеү: кәрәкле мәғлүмәтте һайлап алыу, анализлай, һайлай белеү.

Регулятив: яңы уҡыу мәсьәләһен ҡабул итә белеү, үҙҙәренең эшмәкәрлеген планлаштырыу.

VIII. Дәресте йомғаҡлау.

Эшмәкәрлеккә рефлексия.

  • Шулай итеп, бөгөн дәрестә нимә белдегеҙ?
  • Нимәгә өйрәндегеҙ? Дәрес башында ҡуйған маҡсаттарға ирештекме? Алған белемдәрегеҙ тормошта кәрәк булырмы?

Уҡыусыларҙы баһалау.

  • Дәрестә алған белемдәрегеҙҙе тормошта ла ҡулланырһығыҙ, тип ышанам. Тәртипле. аҡыллы малайҙар һәм ҡыҙҙар булып Тыуған илебеҙгә файҙалы, кәрәкле шәхестәр булып үҫеүегеҙҙе теләйем.

  • Дәрес бөттө. Һау булығыҙ!

 Уҡыусыларҙың яуаптары. Нимәгә өйрәнеүҙәре тураһында әйтәләр. Дәрес башында ҡуйған маҡсаттарҙы иҫкә төшөрөү, баһалау битендә үҙҙәренә баһалар ҡуялар.

 Регулятив: үҙҙәренең эшмәкәрлегенә баһа биреү, уҡытыусының баһаһына адекват ҡараш формалаша.

Шәхси: үҙүҫеш, баһалау һәләте үҫә.


По теме: методические разработки, презентации и конспекты

Методическая разработка урока по теме «Разработка проектов в системе программирования Visual Basic»

Данный урока проводился в группе первокурсников техникума.Тип урока: комбинированный, использовался контроль знаний, закрепление практических навыков. На уроке использовались разноуровневые задания.Це...

Разработка урока в 9 классе по обществознанию. Тема: Право. Разработка урока в 9 классе по истории. Тема: "Всё для фронта! Всё для победы!"

Разработка урока в 9 классе по обществознанию. Тема "Право". Урок проводится на основе програмированной технологии.1 шаг: информативность-учащиеся получают определенные знания по данному вопросу.2 шаг...

методическая разработка урока биологии в 6 классе по теме "Движения живых организмов" и презентация к ней. Методическая разработка урока биологии в 6 классе по теме "Дыхание растений, бактерий и грибов" и презентация к ней.

Методическая разработка урока с поэтапным проведением с приложениямиПрезентация к уроку биологии в  6 классе по теме "Почему организмы совершают движения? ".Методическая разработка урока с поэтап...

Разработка урока по теме "Кто Вы, господин Чичиков? (урок-исследование). К разработке прилагается информационная карта

Разработка урока по теме "Кто Вы, господин Чичиков? (урок-исследование). К разработке прилагается информационная карта...

Методическая разработка урока "Амины. Анилин", Методическая разработка урока "Многоатомные спирты"

Урок, разработан для учащихся 10 класса, обучающихся по базовой программе. Учебник "Химия 10" О.С. Габриелян.Урок, разработан для учащихся 10 класса, обучающихся по базовой программе. Учебник "Химия 1...

Методическая разработка по теме "Разработка урока немецкого языка согласно ФГОС. Тип урока: комбинированный"

Переход на ФГОС позволил переориентировать усилия гигантского преподавательского состава страны с традиционного узкопредметного обучения (предметные результаты) одновременно и на развитие каждого обуч...