Йондоҙ сәғәте
материал

Зөбәйерова Сәриә Мөхәррәм ҡыҙы

Йондоҙ сәғәте

Скачать:

ВложениеРазмер
Файл yondoz_sgte.docx24.85 КБ

Предварительный просмотр:

Йондоҙ сәғәте (синыфтан тыш сара)

Башҡорт теле hәм әзәбиәте буйынса синыфтан тыш сара

ЙОНДОҘ СӘҒӘТЕ.

ТемаТыуған ерем - Башҡортостан

Маҡсаттар. Балаларға Башкортостан тәбиғәтенең гүзәллеген, байлыҡтарын данлыҡты, матур кешеләрен,  батырлыҡтарын күрһәтеп тыуған еребеҙгә һөйөү, ғорурлыҡ уятыу, фекерләү кимәлен үҫтереү.

Йыһазлау. һәр балаға 5 сигнал карточкалар/таратыла №1, №2,

№3,,№4,№5. Таратыу өсөн йондоҙсоҡтар. Башҡортостан гербы,  флагы, ҡош, йәнлектәр һүрәттәре, данлыҡлы кешеләр һүрәт.

Класс  байрамса биҙәлгән. «Башҡортостан элек һәм хәҙер», «Улар беҙҙең яҡташтар», «Башҡорт аштары» һ.б. плакаттар эленгән.

  1. Ойоштороу.

Уҡытыусы: Хөрмәтле балалар, ҡунаҡтар, уҡытыусылар. Бөгөн беҙ «Тыуған ерем - Башкортостан» йондоҙ сәғәте үткәрәбеҙ.

Беҙҙең - Ватан, ҡыҙым матур,

Ҡояштай балҡып тора,

Тауҙары зәңгәр болоттай

Күктәргә ҡалҡып тора.

Ысынлап та,  балалар беҙҙе уратып алған тәбиғәтте тағы ла күҙ алдына килтерегеҙ, стеналағы һүрәттәргә күҙ һалығыҙ әле. Башҡортостандың тәбиғәтенә һоҡланып туймаҫһың, ниндәй матур!

  1. ТӨП ӨЛӨШ.

Уйын ҡағиҙәләре:

һеҙгә 5 төрлө уйын тәҡдим ителә, һәр уйында 3 һорау, һәр дөрөҫ яуапҡа, йондоҙсоҡтар бирелә. Кемдең йондоҙо иң әҙ,  ул уйындан сыға.

Уҡыусыларҙың булышсыларының дөрөҫ яуаптарына ла йондоҙсоҡтар менән билдәләнә.

1-се эш. Башҡортостаныбыҙҙың байлығына туҡталайыҡ: Ағастар, (класс тактаһында ағас исемдәре бирелгән, уҡытыусы әҫәрҙәрҙән өҙөк уҡый. Ниндәй ағас тураһында һүҙ барһа,  балалар шул сигнал карточкаһын күтәрә.         ,

№1. Ҡайын.

№2. Саған.

№3. Имән.

№4. Ҡарағас.

№5. Муйыл.

Йәй ҙә ҡыш та ап - аҡ мин,

Кәрәкмәй кермән – фәлән

 Урмандың Ҡап - ҡараһында,

Мин бит яҡтырта беләм.

Бөтәгеҙ ҙә яҙҙы ашҡынып көтәһегеҙ.Мин генә уның килеүенен ҡурҡып уйланам. Япраҡ ярып ап - аҡ сәскәгә төрөнәсәгемдең уйланып та, ҡалтыранып китәм. (5)

Был ағастың япраҡтары елһеҙ көндә яҙ ҡыштырлашып, шыбырлашып, һөйләшеп ултыралар. (3)

 

2-се эш. Башҡортостандың йылғалары һәм күлдәре.(Шулай уҡ карточкалар эленә.)

№1. Ағиҙел.

№2. Ҡариҙел.

№3. Һаҡмар.

№4. А ҡҡүл.

  1. Был күл Ғафури районында урынлашҡан (4).
  2. Башҡортостандағы иң ҙур йылға. (1).
  3. Ҡайһы йылға русса Уфимка тип йөрөтөлә?

3-сө эш ТАУҘАР.

№1. Ирәмәл.

№2. Янғантау.

№3. Ирәндек.

№4. Урал.

№5. Бәғрәҙе.

Ҡайһы тауҙың  исеме русса «по грязи» һүҙенән килеп сыҡҡан (5). Башҡортостандың иң ҙур тауы (4)

Беренсе эшкә йомғаҡ яһала, һәм йондоҙҙар һанала.

4 –се эш   Ҡырағай хайуандар

№1. Төлкө.

№2. Айыу.

№3. Ҡуян.          I

№4. Мышы.

№5. Бүре.

Телеграмманы кем ебәргән:

  1. Килеп китә алмаҫмын, ҡойроғом мәкегә туңып ҡалды. (5)
  2. Ҡойроҡһоҙ ҡалдым, килергә оялам (2).
  3. Килер инем,  төлкө өйөмдән ҡыуып сығарҙы.(3)

5 –се эш  Ҡоштар.

№1. һайыҫҡан.

№2. Бөркөт.

№3. Тумыртҡа.

№4. Өкө.

№5. Турғай.

  1. Иң ҙур йыртҡыс ҡош? (2).
  2. Был ҡошҡа һәйкәл ҡуйылған. (5)
  3. Эй, яратмай ҙа инде мине кешеләр тауышым йәмһеҙ минең, күҙҙәрем йомро, әгәр мин булмаһам,  кешеләр икмәкһеҙ ултырыр ине. (4)

6 –сы эш Йорт хайуандары.

№1. Ат

№2. Эт

№3. Бесәй

№4. һарыҡ

№5. һыйыр

  1. Д үртәүҙер аяғы,

Ҡайсылыр ҡолағы

Таштан ҡаты тояғы. (1)

  1. Кешенең дуҫы.
  2. Һөттө бигерәк ярата.

Йөн йомғағын уйната,

Мендәргә менеп ята.

Йомғаҡ яһала.

Ауыл, ҡала, райондар.

 7 – се эш Ауылдар:

№1. Еҙемҡаран №2. Өфө №3. Нефтекама №4. Сәйетбаба №5. Табын

  1. Был ауылды Башҡортостанда иң ҙур башҡорт ауылы тип йөрөтәләр.(5)
  2. Был ауылда бөйөк яҙыусыбыҙ М.Ғафури тыуған. (1)
  3. Был ҡаланың исемендә йылға һәм файҙалы ҡаҙылма йәшерелгән.(4)

8 –се эш Райондар.

№1. Ҡырмыҫҡалы.

№2. Күгәрсен.

№3. Ғафури. '

№4. Әбйәлил.

  1. Был район исеме егет күлде аҫып ҡуйырға арҡан ишкән (4)
  2. Башҡортостан халыҡ шағирының фамилияһы бирелгән район. (3)
  3. Ҡайһы район оса. (2)

9 –сы эш Ҡалалар.

№1. Салауат.

№2. Өфө.

№3. Кумертау.

№4. Нефтекама.

  1. Был ҡаланың исеме башҡорт халыҡ геройы хөрмәтенә бирелгән . (1)
  2. Башҡортостандың баш ҡалаһы. (2)     (

 Был Кала янында таш күмер сығарыла.(3)

 

10 –сы эш (Р.Ниғмәти.) БАТЫРҘАР.

№1 С. Юлаев.

№2 А. Матросов.

№3 Шайморатов.

  1. Башҡорттар китте һуғышҡа Оҙатып ҡалды күк Урал.

Ат уйнатып алдан бара,

Генерал (3)

№2 Ул бара ат уйнатып.

Батыр ғәскәрҙәре башында Боярҙарҙы ҡырған егет Исемкәйе Урал ташында (1)

№3 Ауыр һуғыш барҙы Чернушкала Яуып торҙо ҡурғаш ямғыры. Шул ауылдан дошман ут һипкәндә һай дәһшәтле ине яу ҡыры. Ярһыу Нәфрәт менән йәш егет, Ҡаршы барҙы утлы үлемгә , Тартты уны бөйөк батырлыҡҡа - Мөхәббәте Тыуған киң илгә. (2).

  1. – се эш  Билдәле шәхестәр

1.Рәшиҙә Туйсина

2.Зәйнәб Биишева

3.Рим Хәсәнов

  1. Ул бейеү менән Башҡортостанды ғына түгел бөтә донъяны төң ҡалдырҙы (!).
  2. Ҡатын - ҡыҙ яҙыусы()
  3. Ул композитор.

ФИНАЛ.

«Башҡортостан» һүҙенән яңы һүҙҙәр төҙөргә.

 

ЙОМҒАҠЛАУ.


По теме: методические разработки, презентации и конспекты

Кластан тыш сара "Аҡйондоҙ менән Аҡйегет"

Общешкольное мероприятие по творчеству народного поэта Башкортостана Мустая Карима...

Әҙәби – музыкаль композиция «Мостай Кәрим – милләтебеҙҙең рухи йондоҙо»

Уҡыусыларҙа тыуған еребеҙ, арҙаҡлы шәхестәребеҙ менән ғорурланыу тойғоһо, М.Кәримдең үҙенә һәм ижадына ҡарата һөйөү, хөрмәт тәрбиәләү, уның әҫәрҙәренә ҡарата ҡыҙыҡһыныу һәм уларҙы өйрәнеүгә ынтылыш уя...

Милләтебеҙҙең рухи йондоҙо - Мостай Кәрим

Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай Кәримдең тормош юлы һәм ижады менән яҡындан танышыу...

«Йондоҙ сәғәте»

laquo;Йондоҙ сәғәте»...

Йондоҙло сәғәт

Сценарий. Кластан тыш сара....