Зөбәйерова Сәриә Мөхәррәм ҡыҙы

Башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһының шәхси сайты

Телдәрҙе күп белеү эске донъяны байыта. (Б.Рафиҡов)

Профессия: Башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы

Профессиональные интересы: БАШҠОРТ ТЕЛЕ ҺӘМ ӘҘӘБИӘТЕ ДӘРЕСТӘРЕНДӘ УҠЫУСЫЛАРҘЫҢ БӘЙЛӘНЕШЛЕ ТЕЛМӘРЕН ҮҪТЕРЕҮ

Увлечения: эстрада йырҙары

Регион: Республика Башкортостан

Населенный пункт: Стәрлетамаҡ

Место работы: Стәрлетамаҡ ҡалаһының 19-сы һанлы мәктәбенең башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы.

Навигация

Ссылка на мой мини-сайт:
https://nsportal.ru/zubairova-sariya-muharramovna
Яҡшы уҡытыусы булыр өсөн, үҙеңдең һөнәреңде һәм уҡыусыларыңды яратырға кәрәк.
В.И.Ключевский

 

Минең педагогик фәлсәфәм  «Уҡытыусы һөнәр генә түгел, ә һәр кеше ғүмеренең бер өлөшө. Был өлөш иң яҡшыһы булырға тейеш»

 

О себе

Мин, Сәриә Мөхәррәм ҡыҙы Зөбәйерова (Кирәева),  үҙенең арҙаҡлы шәхестәре, көрәшселәре менән дан тотҡан, хозур тәбиғәтле Ауырғазы районы Мораҙым ауылында донъяға килгәнмен.

        Стәрлетамаҡ ҡалаһының педагогик институның башланғыс кластар бүлеген тамамлағандан һуң, ең һыҙғанып эш башланым.

         Әсәйем менэн атайым ябай ауыл кешеләре.  Ғүмер буйына ауыл хужалығында хеҙмәт иттеләр. Беҙгә, өс ҡыҙына, юғары белем бирҙеләр. Атайым өҙҙөрөп гармунда уйнаһа, әсәйем матур итеп  йырлай торғайны. Ауылдаштары атайымды һаман да һағынып иҫкә алалар. Әсәйем хаҡлы ялда.

        Уҡытыусы һөнәренә мине уҡытыусым һәм класс етәксем Тәғзимә Зөфәр ҡыҙы алып килде. Уның һөйләгән һүҙҙәре, биргән кәңәштәре һаман да иҫемдә.

        Уҡытыусы... Ошо исемде ғорур йөрөтәм. Киләсәктә илебеҙгә терәк булырҙай һау – сәләмәт, белемле, әҙәпле, илһөйәр шәхестәр  тәрбиәләүгә  үҙ өлөшөмдө индереүемә шатмын! 

 

Книги, которые сформировали мой внутренний мир

Яратҡан китабым Т.Ғарипова  Бөйрәкәй
 
 

Мои достижения

Минең уңыштарым

Мин төрлө конкурстарҙа  ҡатнашырға тырышам. Халыҡ – ара блиц – олимпиадала «Время знаний”  еңеүсе. Ауыл мәҙәниәт йортонда үткәрелгән конкурста “Иң күңелле ғаилә” номинацияһында еңеүсе.“Аҡ ҡайын” хорында әүҙем ҡатнашҡан өсөн “Маҡтау ҡағыҙы” менән бүләкләндем.

2018 йылдың 23 мартында ҡаланың 19-сы мәктәбендә «Тыуған телдәрҙе, башҡорт телен дәүләт теле булараҡ уҡытыу процессында шәхси-ориентир алымдар ҡулланыуҙың проблемалары һәм перспективалары» темаһына башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыларының район семинары булып үтте.

Семинарҙы асыу өсөн һүҙ башта мәктәп директоры Иманғолова Эльвера Ғөмәр ҡыҙына бирелде. Ул килгән ҡунаҡтарҙы ҡыҫҡаса мәктәп тарихы, коллектив менән таныштырҙы. Һүҙҙе дауам итеп мәктәптең уҡыу-уҡытыу буйынса директор урынбаҫары Ардаширова Гөлназ Фәрит ҡыҙы уҡытыу процессында тыуған телгә ҡарата ҡайһы бер мәсьәләләргә туҡталып үтте, шулай уҡ уларҙы сисеү юлдарын күрһәтеп, тәжрибә менән дә уртаҡлашты.

Артабан уҡытыусылар һәм килгән ҡунаҡтар алдында Рәмзилә Дауыт ҡыҙы етәкселегендә уҙғарылған "Шиғри бәйге" конкурсы еңеүселәре сығыш яһаны. Семинарҙың был өлөшөн 7-се класс уҡыусыһы Хәмзина Азалия һәм уның әсәһе Наилә Мәүлитбай ҡыҙы башҡорт телендә әҙерләгән шиғыр шәлкеме менән асып ебәрҙе. Ғаилә йылына бағышланған теманы дауам итеп, Хәсәнова Диана татар телендә сығыш яһаны. Аҙаҡҡы булып 2-се класс уҡыусыһы Алексеева Анастасия, уның өләсәһе Наталья Кузминична һәм уҡытыусыһы Надежда Дмитриевна рус телендә шиғырҙар башҡарҙы.

Семинар сиктәрендә башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары асыҡ мастер-кластар үткәрҙеләр. Ҡаланың 32-се һанлы мәктәбенең юғары категориялы башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Сәхиуллина Л.Х. 4-се класс уҡыусылары менән артикуляцион күнегеүҙәр ҡулланыу алымдарын ҡулланып дәрестән өҙөк күрһәтте.  Балалар илһамланып Зөбәйерова С.М. етәкселегендә “Туған тел»  йырынбашҡарҙылар. Шулай уҡ 21-се мәктәптең юғары категориялы башҡорт теле уҡытыусыһы, төбәк-ара "Йыл башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы-2015" конкурсы лауреаты Фәхриева А.Р. башҡорт телен өйрәтеүҙә дистанцион алымдар ҡулланыу өлгөләре менән таныштырҙы, тәжрибәләре менән уртаҡлашты.

Сарала һуңғыларҙан булып һүҙ башҡорт теле дәреслектәре авторы,педагогия фәндәре кандидаты, башҡорт һәм башҡа туғын телдәр кафедраһы доценты Хажин Вәкил Исрафил улына бирелде. Уның сығышы башҡорт телен уҡытыуға ҡағылышлы төрлө кәңәштәрҙән ғибәрәт ине. Семинарҙа ҡатнашыусылар менән йәнле һөйләшеү ҙә булды.

Семинар бик фәһемле һәм хис-тойғоға бай булды. Уҡытыусылар киләсәккә яңыса идеялар, яңы пландар менән таралышты.

Мәғлүмәт 19-сы мәктәп сайтынан алынды


                           

 

Уҡыусыларымдың уңыштары

 

   Эшемдән, уҡыусыларымдың уңыштарынан кинәнес табам. Улар өсөн ҡыуанам, сикһеҙ ғорурланам.

      Уҡыусыларымдың ижади һәләттәрен үҫтерергә тырышам. Минең уҡыусыларым төрлө район, ҡала, республика, халыҡ – ара конкурстарҙа ҡатнашып призлы урындар яулайҙар. Ионцев А.  ике йыл рәттән Стәрлетамаҡ ҡалаһында үткәрелгән “НОУ ЛИК” конференцияһында ҡатнашып 3- сө урынды яуланы. Прокофьева С. ҡатнашыусы ҡағыҙы менән бүләкләнде.  4–се класс уҡыусыһы Бехтерев А. ҡала кимәлендә башҡорт теле һәм әҙәбиәтенән   үткәрелгән олимпиадала ҡатнашып призлы урын алды.   Уҡыусыларым халыҡ – ара «Учи.ру”  интернет селтәрендә әүҙем  ҡатнашалар. Күбеһенең еңеүсе тигән маҡтау ҡағыҙҙары бар. “Вопросита” конкурсында Ионцев А. 1 –се урын алды.  Зузлов Я., Калямова В. “Кубок Гагарина” конкурсында  ҡатнашып маҡтаулы ҡағыҙ һәм миҙалдар менән бүләкләнделәр.

    Афанасьева А. “Алтын бишек” конкурсында 3 –сө урынды яуланы.  1-се класс уҡыусыһы Юмаҡолов И. Һәм  4-се класс уҡыусыһы Бехтерев А. республика кимәлендә призлы урынға лайыҡ булды.  2–се класс уҡыусылары Андреев В. , Горшков Н. “Цветик – семицветик” конкурсында ҡатнашыусы ҡағыҙын алдылар. “Русский медвежонок” олимпиадаһында биш уҡыусым мәктәп кимәлендә еүеүсе тип табылды.

 

Интернет – ресурстарға һылтанмалар

 

Башҡорт балаһы мин https://m.vk.com/bashkort_balahy_min

Башҡорт йырҙары   https://m.vk.com/public30641648

Өләсәйемдең тормош һабаҡтары https://m.vk.com/tormosh_hab?from=groups%253Ftab%253Dgroups

 Башҡортса йәнһүрәттәр https://vk.com/balalar

 

Добавить грамоту в портфолио
Портфолио: