Ф. Иҫәнғолов "Алдаҡсы йондоҙҙар"
план-конспект урока (5 класс)

Ғиндуллина Рәзинә Салауат ҡыҙы

Дәрес 

Скачать:

ВложениеРазмер
Microsoft Office document icon aldaksy_yondozzar.doc68 КБ

Предварительный просмотр:

.

                                 Дәрес барышы.

  1. Ойоштороу моменты.

Һаумыһығыҙ, уҡыусылар!

-Һаумы,ҡояш,һаумы дуҫым

-Һаумыһығыҙ, уҡытыусым.

-Ултырығыҙ!

- Хәлдәрегеҙ нисек?

-Яҡшы.

         2. Маҡсат ҡуйыу.

-Ике бағаналағы һүҙҙәрҙе уҡыйбыҙ. Артыҡ һүҙҙәр бармы?

(Уҡыусылар сылбыр буйынса уҡый һәм тәржемә итә)

СЛАЙД

Ҡарлы

Буранлы

Алдаҡсы

Һыуыҡ

Айыуҙар

Бүреләр

Йондоҙҙар

Ҡуяндар

-Ҡушып уҡыйыҡ, нимә килеп сыҡты?

-Алдаҡсы йондоҙҙар.

-Тимәк, нимә тураһында уҡыясаҡбыҙ, һөйләшәсәкбеҙ?

-Алдаҡсы йондоҙҙар тураһында.

-Әйе, дөрөҫ. Алдаҡсы сифаты кемдәргә хас?

-Кешеләргә.

-Уҡыусылар, һеҙ нисек уйлайһығыҙ, йондоҙҙар алдаҡсы була аламы?

-Юҡ.

-Был һорауға яуапты беҙ бөгөн Фәрит Иҫәнғолов исемле яҙыусының  «Алдаҡсы йондоҙҙар»  тигән хикәйәһен уҡығандан һуң белербеҙ.

-Дәфтәрҙәрҙе асабыҙ, бөгөнгө числоны, класс эше, теманы яҙып ҡуябыҙ.

Беренсе декабрь.

Класс эше.

Ф. Иҫәнғолов. “Алдаҡсы йондоҙҙар”.

СЛАЙД

 Фәрит Әхмәҙулла улы  Иҫәнғолов – башҡорт яҙыусыһы. Ул 1928 йылдың 6 мартында Башҡортостандың Ҡырмыҫҡалы районы Ҡарлыманбаш ауылында тыуған. Фәрит Иҫәнғолов — балалар әҙәбиәтенең иң күренекле әҙибе. «Тәүге һынау», «Баҫҡыс», «Хәмит күпере», «Сабирҙың дуҫтары», «Нәҙекәйбил», «Быйыл йәй» һәм башҡа хикәйә, повестары балаларға билдәле.

            3.  Һүҙлек эше.                          

Хикәйәне үҙләштерергә еңелерәк булһын өсөн беҙ һеҙҙең менән һүҙлек эше үткәреп алайыҡ.

Болот-

ҡар -

алдаҡсы-

      күк-

ҡар бөртөктәре-

ирей

бейәләй һырты-

күҙ асып йомғансы-

облако

снег

      обманщик

      небо

      снежинки

тает

тыльная сторона варежки

в одно мгновение

Үҙ-аллы уҡыйҙар. Уҡытыусы артынан уҡыусылар уҡый. Хор менән уҡыусылар үҙҙәре башҡорт һүҙҙәрен генә уҡыйҙар.

Әйҙәгеҙ уҡыусылар ҡар һүҙе менән һүҙбәйләнештәр, йәки һөйләмдәр  уйлап яҙайык.

          Аҡ ҡар. Йомшаҡ ҡар. Ҡар яуа.

  1. Яңы тема өҫтөндә эш.

-Ә хәҙер дәреслектең 89-сы битен асып  “Алдаҡсы йондоҙҙар” хикәйәһен уҡып китәйек.

-Уҡыусылар, мин һеҙгә  хикәйәне уҡыйым, ә Һеҙ иғтибар менән тыңлағыҙ, күҙәтеп барығыҙ.

Уҡытыусы уҡый.

5. Тексты ҡабул итеүҙе тикшереү.

  • Уҡыусылар, Урамда ниндәй йыл миҙгеле?
  • Ҡыш.
  • Ә ҡыш икәнен ҡайҙан белдек?
  • Ҡар яуа. (таҡтаға ҡар яуған һүрәт)
  • Әҫәрҙең төп геройҙары кем?
  • Хәлимә һәм Хәлим. (таҡтаға һүрәт эләм)
  • Улар бер-береһенә кем була?
  • Бер туғандар, ағай менән һеңле.
  • Һеҙ нисек уйлайһығыҙ, Хәлимә ни өсөн ҡыуана?
  • Күктән йондоҙҙар төшә тип. Ошо ерҙе уҡып китәйек.
  • Хәлимә ни өсөн Ҡар бөртөктәрен йондоҙҙар тип уйлай. (таҡтаға Хәлимә һүрәте) 
  • Сөнки, ҡар бөртөктәре формаһы менән йондоҙҙарға оҡшаған, улар йондоҙҙар кеүек бик матур,  ергә әйләнә-әйләнә төшәләр.(ҡар бөртөктәре, йондоҙҙар һүрәте).
  • Ҡар бөртөктәре ниндәй төҫтә?
  • Зәңгәр, аҡ
  • Зәңгәр, аҡ төҫтәр һалҡынды белдерә. Тимәк ҡар бөртөктәре ниндәй?
  • Һалҡын, һыуыҡ.

(Слайдта бейәләй төшөрөлгән һүрәт)

  • Хәлимә бейәләйендәге йондоҙҙарҙы кемгә күрһәтергә теләй? (таҡтаға һүрәт эләм)
  • Әсәһенә. Текстан ошо ерҙе табып ролләп уҡыйбыҙ. (Автор, Хәлимә, әсәй)
  • Урамдан өйгә кергән ҡар бөртөктәре ни эшлэйҙәр?
  • Ирейҙәр. Әйҙәгеҙ ошо ерҙе текстан табып уҡыйыҡ. (таҡтаға һүрәт эләм)
  • Йондоҙҙар күҙ асып йомған арала юғалала ла ҡуя ни өсөн?
  • Сөнки улар йондоҙҙар түгел, ә ҡар бөртөктәре. Бәләкәй бала ғына ҡар бөртөктәрен йондоҙҙар тип уйларға мөмкин. ВИДЕОРОЛИК

 Ғәҙәти шарттарҙа һауа температураһы 0 °C-тан юғары булғанда ҡар ирей башлай. Боҙ һәм ҡар – улар туңған һыу. Йылы ла улар ирей. Был процесс тураһында  һеҙ 7-се класта  физика дәрестәрендә тәрәнерәк өйрәнерһегеҙ.

  • Шулай итеп, уҡыусылар, йондоҙҙар алдаҡсы була аламы?
  • Юҡ. Сөнки йондоҙҙар – ул ҡар бөртөктәре, ә ҡар бөртөктәренең  иреүе - физик күренеше.             

6.Нығытыу.

Ә хәҙер таҡтала эленгән һүрәттәр ярҙамында беҙгә кем хикәйәне һәйләп күрһәтә?

Мнемотаблица буйынса хикәйәне һөйләү.

7. Йомғаҡлау.

-Балалар, һеҙ бөгөн ниндәй яңылыҡ белдегеҙ?

…Фәрит Иҫәнғолов менән, яңы һүҙҙәр менән таныштыҡ, хикәйә уҡыныҡ. Һеҙгә хикәйә оҡшанымы? Йөкмәткеһен аңланығыҙмы?  

-Әҫәрҙең төп фекере нисек булды инде?

Ҡар бөртөктәре бер нисек тә йондоҙҙар була алмай.

СЛАЙД Өй эше биреү.

-Хикәйәнең йөкмәткеһен тасуири һөйләргә әҙерләнергә.

-“Ҡыш” темаһына 2-3 һөйләм яҙырға.

-Хикәйә буйынса һүрәттәр эшләп алып килергә.

11. Баһалау.

-Бөтәгеҙ ҙә әүҙем ҡатнашты.

Бишле билдәһен ... ҡуябыҙ.

Дүртле билдәләрен ….       ала.

Ә ….   тырышырға кәрәк

      Оҙаҡламай беҙгә иң мөғжизәле байрам килеп етә- Яңы йыл. Яңы йыл һеҙгә ошондай ҡар бөртөктәре кеүек аҡ бәхеттәр алып килһен! (Ҡар бөртөктәре таратам)

Дәресебеҙҙе ошо шиғыр юлдарын бергәләп уҡып тамамларбыҙ

СЛАЙД

Аҡ күбәләк кеүек ҡарҙар

Яуалар ҙа яуалар.

Уйнайбыҙ ҙа, көләбеҙ ҙә,

Беҙ бәхетле балалар.


По теме: методические разработки, презентации и конспекты

Кластан тыш сара "Аҡйондоҙ менән Аҡйегет"

Общешкольное мероприятие по творчеству народного поэта Башкортостана Мустая Карима...

Әҙәби – музыкаль композиция «Мостай Кәрим – милләтебеҙҙең рухи йондоҙо»

Уҡыусыларҙа тыуған еребеҙ, арҙаҡлы шәхестәребеҙ менән ғорурланыу тойғоһо, М.Кәримдең үҙенә һәм ижадына ҡарата һөйөү, хөрмәт тәрбиәләү, уның әҫәрҙәренә ҡарата ҡыҙыҡһыныу һәм уларҙы өйрәнеүгә ынтылыш уя...

Милләтебеҙҙең рухи йондоҙо - Мостай Кәрим

Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай Кәримдең тормош юлы һәм ижады менән яҡындан танышыу...

«Йондоҙ сәғәте»

laquo;Йондоҙ сәғәте»...

Йондоҙ сәғәте

Йондоҙ сәғәте...

Йондоҙло сәғәт

Сценарий. Кластан тыш сара....