Региональ тикшереү эштәре
тест (10 класс) на тему

Архангел районы башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыларының район методик берекмәһе

Башҡорт теленән  региональ тикшереү эштәре (рус мәктәптәре)

Скачать:

ВложениеРазмер
Microsoft Office document icon rpr_bash_rodn.doc248 КБ

Предварительный просмотр:

МИНИСТЕРСТВО ОБРАЗОВАНИЯ РЕСПУБЛИКИ БАШКОРТОСТАН

ГОСУДАРСТВЕННОЕ АВТОНОМНОЕ УЧРЕЖДЕНИЕ

ДОПОЛНИТЕЛЬНОГО ПРОФЕССИОНАЛЬНОГО ОБРАЗОВАНИЯ

ИНСТИТУТ РАЗВИТИЯ ОБРАЗОВАНИЯ РЕСПУБЛИКИ БАШКОРТОСТАН

Картинки по запросу

Региональные проверочные работы (РПР)

РАБОТА УЧАЩЕГОСЯ 10 КЛАССА

ПО БАШКИРСКОМУ ЯЗЫКУ

Вариант I

 Вариант №2 – родн.

ИМЯ, ФАМИЛИЯ УЧАЩЕГОСЯ _______________________________________________

КЛАСС, ЛИТЕР ______________

ОБРАЗОВАТЕЛЬНАЯ ОРГАНИЗАЦИЯ __________________________________________

_____________________________________________________________________________

РАЙОН, ГОРОД ______________________________________________________________

ДАТА ВЫПОЛНЕНИЯ РАБОТЫ ________________________________________________

Вариант I

 ВАРИАНТ №2 – родн.

1-се өлөш

Тексты уҡығыҙ һәм 1-3-сө эш төрҙәрен башҡарығыҙ.

Китап ул ҡояш кеүек.

(1) Элек-электән зиһенде асҡан, аҡылды үҫтергән рухи байлыҡ сығанағы китап булған. (2) Ошо сығанаҡтан, белем шишмәһенән, һәр кем белем һыуын йотлоғоп эсеп, донъяны танып белә, хаҡ юлға күнә. (3) Ул тылсымлы көс һымаҡ кешене рухландыра, ҡанатландыра, эштә ярҙам итә, ҡыйынлыҡтарҙан ҡотҡара, бөткөһөҙ мәғлүмәт, белешмә бирә, телде байыта.

(4) Бер китап меңәрләгән кешене мәғлүмәтле итеү, өйрәтеү ҡөҙрәтенә эйә. (5) Шуға ла боронғо заманда уҡ төрлө яҙмаларҙы, әҫәрҙәрҙе, баҫмаларҙы йыя, һаҡлай һәм уҡырға биреп торған урындар булдырылған да инде.

   (6) Был  донъяла иң яҡын рухташыбыҙ, дуҫыбыҙ, юлдашыбыҙ ҙа – китап. (7) Кеше бала саҡтан ғүмер ахырынаса китаптан айырылмай, унан рухи көс,  дәрт, илһам алып йәшәй. (Мәктәп календарынан)

1

      Текста   булған ике мөһим һөйләмде билдәләгеҙ. Ул  һөйләмдәрҙең номерҙарын яҙығыҙ.

(1) Элек-электән зиһенде асҡан, аҡылды үҫтергән рухи байлыҡ сығанағы китап булған.

(3) Ул тылсымлы көс һымаҡ кешене рухландыра, ҡанатландыра, эштә ярҙам итә, ҡыйынлыҡтарҙан ҡотҡара, бөткөһөҙ мәғлүмәт, белешмә бирә, телде байыта.

(4) Бер китап меңәрләгән кешене мәғлүмәтле итеү, өйрәтеү ҡөҙрәтенә эйә.

(6) Был  донъяла иң яҡын рухташыбыҙ, дуҫыбыҙ, юлдашыбыҙ ҙа – китап.

(7) Кеше бала саҡтан ғүмер ахырынаса китаптан айырылмай, унан рухи көс,  дәрт, илһам алып йәшәй.

Яуап:

2

    Хәбәре  исемдән килгән һөйләмде табып, номерын билдәләгеҙ.

 Яуап:

3

   4-5 һөйләмдәрҙән омонимдарҙы табып яҙығыҙ.

Яуап:

_____________________________

4

     Алтын диңгеҙ итте баҫыуҙарҙы

     Игенсенең алтын ҡулдары. (Йырҙан)

Һөйләмдә ниндәй һүрәтләү  сараһы ҡулланылған?

  1. сағыштырыу;
  2. эпитет;
  3. метафора;
  4. метонимия.

Яуап:

5

     Яңғырау тартынҡынан башланған һүҙҙе билдәләгеҙ:

  1. карта;
  2. парта;
  3. мәктәп;
  4. сәйәсәт.

Яуап:

6

  Ҡайһы юлда һүҙҙәргә ялғау дөрөҫ ҡушылған?

1) Минскиҙан, Курскиҙан;

2) Минсктан, Курсктан;

3) Минскынан, Курскынан;

4) был һүҙҙәрҙең береһе лә дөрөҫ яҙылмаған.

Яуап:

7

   Яһаусы ялғаулы һүҙҙәр  бирелгән юлды билдәләгеҙ.

  1. баҡсасы, ауылдаш, күҙлек;
  2. ҡурайҙы, яланда, күлдең;
  3. алмаҡсы, еләкте, башҡа;
  4. исемем, йондоҙҙар, егеттең.

Яуап:

8

   Берәүҙән икәү яҡшы, икәүҙән өсәү яҡшы. (Әйтем).

Бирелгән һөйләмдә һандың төркөмсәһен билдәләгеҙ:

1) йыйыу һаны;

2) үлсәү һаны;

3) сама һаны;

4) бүлеү һаны.

     

Яуап:

9

       Һөйләмдә сифат ниндәй дәрәжәлә бирелгән?

«Донъяла һинән дә шәберәк, һинән дә аҡыллыраҡ, һинән дә матурыраҡ бер кем дә юҡ!» - ти Зөлфиә әсәһенә. (Календарҙан)

  1. төп дәрәжә;
  2. сағыштырыу дәрәжәһе;
  3. артыҡлыҡ дәрәжәһе;
  4. аҙһытыу дәрәжәһе.

Яуап:

10

     Мәктәптә уҡыйым  һүҙбәйләнешенең төрөн күрһәтегеҙ.

  1. ярашыу;
  2. башҡарылыу;
  3. йәнәшәлек;
  4. һөйкәлеү.

Яуап:

11

    Һөйләмдең баш киҫәктәре булған юлды табығыҙ:

  1. Бында ябай архитектуралы бер һәм ике ҡатлы таш өйҙәр.
  2. Шундай һөйкөмлө ҡыҙға ауыр һүҙ әйткеһе килмәй уның.
  3. Юл  буйына сәскә теҙеп бөткәндәр.
  4. Һандуғастың шат тауышын тыңлайым мин яҙ булғас.

Яуап:

12

    Һөйләмдең төрөн билдәләгеҙ: Зөләйха рус теленән икеле билдәһе алып ҡайтҡас, Фатиманың бик асыуы килде. 

  1. ябай һөйләм;
  2. эйәртеүле ҡушма һөйләм;
  3. теҙмә ҡушма һөйләм;
  4. ҡатнаш ҡушма һөйләм.

Яуап:

13

   Ямғыр яуып уҙғас,  матур  ғына  булып  йәйғор төштө.

Эйәрсән һөйләм төрөн билдәләгеҙ.

  1. ваҡыт һөйләм;
  2. рәүеш һөйләм;
  3. шарт һөйләм;
  4. маҡсат һөйләм.

Яуап:

14

     Хәтеремдә (?) мин мәктәпкә ҙур ҡыуаныс, шатлыҡ менән барҙым.

Ниндәй тыныш билдәһе ҡуйыла?

  1. өтөр;
  2. һыҙыҡ;
  3. нөктәле өтөр;
  4. ике нөктә.

Яуап:

МИНИСТЕРСТВО ОБРАЗОВАНИЯ РЕСПУБЛИКИ БАШКОРТОСТАН

ГОСУДАРСТВЕННОЕ АВТОНОМНОЕ УЧРЕЖДЕНИЕ

ДОПОЛНИТЕЛЬНОГО ПРОФЕССИОНАЛЬНОГО ОБРАЗОВАНИЯ

ИНСТИТУТ РАЗВИТИЯ ОБРАЗОВАНИЯ РЕСПУБЛИКИ БАШКОРТОСТАН

Картинки по запросу

Региональные проверочные работы (РПР)

РАБОТА УЧАЩЕГОСЯ 10 КЛАССА

ПО БАШКИРСКОМУ ЯЗЫКУ

Вариант II

 Вариант №2 – родн.

ИМЯ, ФАМИЛИЯ УЧАЩЕГОСЯ _______________________________________________

КЛАСС, ЛИТЕР ______________

ОБРАЗОВАТЕЛЬНАЯ ОРГАНИЗАЦИЯ __________________________________________

_____________________________________________________________________________

РАЙОН, ГОРОД ______________________________________________________________

ДАТА ВЫПОЛНЕНИЯ РАБОТЫ ________________________________________________

Вариант II

 ВАРИАНТ №2 – родн.

1-се өлөш

Тексты уҡығыҙ һәм 1-3-сө эш төрҙәрен башҡарығыҙ.

Һай урманым, урманым!

(1) Һай урманым, урманым, күпте күргән урманым минең. (2) Һинән башҡа – ерҙе, һинән айырып һыуҙы, үҙем һулаған һауаны күҙ алдына килтереп буламы? (3) Һин юҡ икән – ерҙең йәме, күрке юҡ; һин туплаған дым бөттөмө – йылғалар ҡорой, һин шифалы һутыңды сәсмәнеңме – тыны ҡурылыуҙан ерҙә әҙәм заты ҡалмаҫ ине. (4) Эйе, һин әҙәм балаларын утлы, һыулы, ризыҡлы, йорт-ерле иткәнһең. (5) Ер йөҙөндә тереклек башланғандан бирле, кешеләр һинән ни  саҡлы изгелек күрҙе икән? (6) Иҫәпләп бөткөһөҙҙөр. (7) Ләкин улар бөгөн ошо хаҡта ныҡлап уйлап ҡарайҙармы? (8) Үткәндәрҙе иҫкә алып ҡына ҡалмайынса, алдағы ғүмерең тураһында ла хәстәрлек күрәләрме? (Н.Мусин.)

1

      Текста   булған ике мөһим һөйләмде билдәләгеҙ. Ул  һөйләмдәрҙең номерҙарын яҙығыҙ.

(2) Һинән башҡа – ерҙе, һинән айырып һыуҙы, үҙем һулаған һауаны күҙ алдына килтереп буламы?

(3) Һин юҡ икән – ерҙең йәме, күрке юҡ; һин туплаған дым бөттөмө – йылғалар ҡорой, һин шифалы һутыңды сәсмәнеңме – тыны ҡурылыуҙан ерҙә әҙәм заты ҡалмаҫ ине.

(7) Ләкин улар бөгөн ошо хаҡта ныҡлап уйлап ҡарайҙармы?

(8) Үткәндәрҙе иҫкә алып ҡына ҡалмайынса, алдағы ғүмерең тураһында ла хәстәрлек күрәләрме?

Яуап:

2

  Текстан атама һөйләмде табып, номерын яҙығыҙ.

Яуап:

3

  Текстан синонимдарҙы табып яҙығыҙ.

Яуап:

_________________________________________

4

  Елдәренә уның йүгән һалдыҡ,

 Ҡырҙарында алтын  үҫтерҙек. (Р.Бикбаев)

Һөйләмдә ниндәй һүрәтләү  сараһы ҡулланылған?

  1. сағыштырыу;
  2. эпитет;
  3. метафора;
  4. метонимия.

Яуап:

5

     Һаңғырау тартынҡынан башланған һүҙҙе билдәләгеҙ:

1) бала;

2) дәрес;

3) йырсы;

4) парта.

Яуап:

6

  Дөрөҫ яҙылмаған яңғыҙлыҡ исемде күрһәтегеҙ.

  1. Минскиҙа;
  2. Пермдә;
  3. Курскта;
  4. Донбасста.

Яуап:

7

   Яһаусы ялғаулы һүҙҙәр  бирелгән юлды билдәләгеҙ.

  1. китапты, дәрестә, малайҙар;
  2. уҡыусы, юлдаш, ташлыҡ;
  3. килмәксе, һыуҙы, ауылым;
  4. ҡошсоҡ, урманда, егеттең.

Яуап:

8

   Бындай матурлыҡты ул ғүмерендә беренсе тапҡыр күрә. (Ф.Иҫәнғолов)

Бирелгән һөйләмдә һандың төркөмсәһен билдәләгеҙ:

1) йыйыу һаны;

2) рәт һаны;

3) сама һаны;

4) бүлеү һаны.

     

Яуап:

9

       Һөйләмдә сифат ниндәй дәрәжәлә бирелгән? Яр башындағы ап-аҡ өйҙәр күлгә табан ҡарай.

  1. төп дәрәжә;
  2. сағыштырыу дәрәжәһе;
  3. артыҡлыҡ дәрәжәһе;
  4. аҙһытыу дәрәжәһе.

Яуап:

10

     Ҡыҙыл алма   һүҙбәйләнешенең төрөн күрһәтегеҙ.

  1. ярашыу;
  2. башҡарылыу;
  3. йәнәшәлек;
  4. һөйкәлеү.

Яуап:

11

    Һөйләмдең баш киҫәктәре булған юлды табығыҙ:

  1. Әсәйемдән күптән көткән хат килде.
  2. Урмандың бер яғында байҙың ике ҡатлы йорто.
  3. Матур башҡорт йырын тыңлайым.
  4. Беҙҙе бында әҙерләнеп көткәндәр.

Яуап:

12

    Һөйләмдең төрөн билдәләгеҙ: Ел туҡтаны ла, урман шымып ҡалды.

  1. ябай һөйләм;
  2. эйәртеүле ҡушма һөйләм;
  3. теҙмә ҡушма һөйләм;
  4. ҡатнаш ҡушма һөйләм.

Яуап:

13

   Мин ҡайҙа барһам, һин шунда көтөп тораһың. Эйәрсән һөйләм төрөн билдәләгеҙ.

  1. ваҡыт һөйләм;
  2. рәүеш һөйләм;
  3. урын һөйләм;
  4. маҡсат һөйләм.

Яуап:

14

   Ҡырмыҫҡа ҡанатландымы (?) ямғыр яуа.   Ниндәй тыныш билдәһе ҡуйыла?

  1. өтөр;
  2. һыҙыҡ;
  3. нөктәле өтөр;
  4. ике нөктә.

Яуап:


По теме: методические разработки, презентации и конспекты

Фонетика,орфоэпия,графика һәм орфография буенча белемнәреңне тикшерү

Бирелгән дидактик материал укучыларның  мөстәкыйль эшен оештыру өчен кулланыла....

Фазыл Шәех поэзиясенең тематик төрлелеге. Фәнни-тикшерү эше.

Бу фәнни-тикшерү эше якташыбыз, Алабуга халкының горурлыгы булган Фазыл Шәех иҗатын тирәнтен өйрәнү максатыннан чыгып башкарылды....

ТУКАЙ ИҖАТЫНДА ТИҢДӘШ КИСӘКЛӘР (Г.Тукайның тууына 126 ел ) Дәрес-презентация милли-региональ компонентларга нигезләнеп үткәрелә

              1.Тукай иҗатына нигезләнеп,тиңдәш кисәкләрне гомумиләштереп             ...

ТУКАЙ ИҖАТЫНДА ТИҢДӘШ КИСӘКЛӘР (Г.Тукайның тууына 125 ел ) Дәрес-презентация милли-региональ компонентларга нигезләнеп үткәрелә.

Тукай иҗатына нигезләнеп,тиңдәш кисәкләрне гомумиләштереп   кабатлау, белем күнекмәләрен камилләштерү, системага салу,   практикада куллану...

"Давыдов укулары" региональ конференциядә катнашу

укучылар белән конференциядә катнашу...

Инша - иҗади фикерләү чыганагы (Иҗади язма эшләрдә, сөйләм үстерү дәресләрендә җирле региональ компоненттан файдалану тәҗрибәсе)

Сөйләм үстерү дәресләрендә Алабуга төбәгендә яшәп иҗат итүче әдипләрнең әсәрләрен куллану....

Региональ тикшереү эштәре

Башҡорт теленән региональ тикшереү эштәре...