Региональ тикшереү эштәре
тест (10 класс) на тему
Предварительный просмотр:
МИНИСТЕРСТВО ОБРАЗОВАНИЯ РЕСПУБЛИКИ БАШКОРТОСТАН
ГОСУДАРСТВЕННОЕ АВТОНОМНОЕ УЧРЕЖДЕНИЕ
ДОПОЛНИТЕЛЬНОГО ПРОФЕССИОНАЛЬНОГО ОБРАЗОВАНИЯ
ИНСТИТУТ РАЗВИТИЯ ОБРАЗОВАНИЯ РЕСПУБЛИКИ БАШКОРТОСТАН
Региональные проверочные работы (РПР)
РАБОТА УЧАЩЕГОСЯ 10 КЛАССА
ПО БАШКИРСКОМУ ЯЗЫКУ
Вариант I
Вариант №1 – баш.
ИМЯ, ФАМИЛИЯ УЧАЩЕГОСЯ _______________________________________________
КЛАСС, ЛИТЕР ______________
ОБРАЗОВАТЕЛЬНАЯ ОРГАНИЗАЦИЯ __________________________________________
_____________________________________________________________________________
РАЙОН, ГОРОД ______________________________________________________________
ДАТА ВЫПОЛНЕНИЯ РАБОТЫ ________________________________________________
Вариант I
ВАРИАНТ №1 – баш.
1-се өлөш
Тексты уҡығыҙ һәм 1-3-сө эш төрҙәрен башҡарығыҙ. |
Китап ул ҡояш кеүек. (1) Элек-электән зиһенде асҡан, аҡылды үҫтергән рухи байлыҡ сығанағы китап булған. (2) Ошо сығанаҡтан, белем шишмәһенән, һәр кем белем һыуын йотлоғоп эсеп, донъяны танып белә, хаҡ юлға күнә. (3) Ул тылсымлы көс һымаҡ кешене рухландыра, ҡанатландыра, эштә ярҙам итә, ҡыйынлыҡтарҙан ҡотҡара, бөткөһөҙ мәғлүмәт, белешмә бирә, телде байыта. (4) Бер китап меңәрләгән кешене мәғлүмәтле итеү, өйрәтеү ҡөҙрәтенә эйә. (5) Шуға ла боронғо заманда уҡ төрлө яҙмаларҙы, әҫәрҙәрҙе, баҫмаларҙы йыя, һаҡлай һәм уҡырға биреп торған урындар булдырылған да инде. (6) Был донъяла иң яҡын рухташыбыҙ, дуҫыбыҙ, юлдашыбыҙ ҙа – китап. (7) Кеше бала саҡтан ғүмер ахырынаса китаптан айырылмай, унан рухи көс, дәрт, илһам алып йәшәй. (Мәктәп календарынан) |
1 |
Текста булған ике мөһим һөйләмде билдәләгеҙ. Ул һөйләмдәрҙең номерҙарын яҙығыҙ.
(1) Элек-электән зиһенде асҡан, аҡылды үҫтергән рухи байлыҡ сығанағы китап булған.
(3) Ул тылсымлы көс һымаҡ кешене рухландыра, ҡанатландыра, эштә ярҙам итә, ҡыйынлыҡтарҙан ҡотҡара, бөткөһөҙ мәғлүмәт, белешмә бирә, телде байыта.
(4) Бер китап меңәрләгән кешене мәғлүмәтле итеү, өйрәтеү ҡөҙрәтенә эйә.
(6) Был донъяла иң яҡын рухташыбыҙ, дуҫыбыҙ, юлдашыбыҙ ҙа – китап.
(7) Кеше бала саҡтан ғүмер ахырынаса китаптан айырылмай, унан рухи көс, дәрт, илһам алып йәшәй.
Яуап:
2 |
Хәбәре исемдән килгән һөйләмде табып, номерын билдәләгеҙ.
Яуап:
3 |
4-5 һөйләмдәрҙән омонимдарҙы табып яҙығыҙ.
Яуап:
_____________________________
4 |
Гәүһәр шикелле таштары,
Тупрағы алтын ғына.
Алтын һүҙе ниндәй һүрәтләү сараһы була?
- сағыштырыу;
- эпитет;
- метафора;
- метонимия
Яуап:
5 |
Баҫым беренсе ижеккә төшкән һүҙҙәр нисәнсе юлда бирелгән:
1 китап, дәфтәр, ҡалалар;
2 тауҙай, башҡортса;
3 беҙҙең, һеҙҙең, унда;
4 ҡасан, ҡайҙа, нисә, күпме
Яуап:
6 |
Ҡайһы юлда һүҙҙәргә ялғау дөрөҫ ҡушылған?
1 подъезга, поезга;
2 подъезға, поездға;
3 подъезға, поезға;
4 бер юлда ла ялғауҙар дөрөҫ ҡушылмаған
Яуап:
7 |
Яһаусы ялғаулы һүҙҙәр бирелгән юлды билдәләгеҙ.
- баҡсасы, ауылдаш, күҙлек;
- ҡурайҙы, яланда, күлдең;
- алмаҡсы, еләкте, башҡа;
- исемем, йондоҙҙар, егеттең
Яуап:
8 |
Ҡайтым йүнәлеше ҡылымдары бирелгән юлды билдәләгеҙ:
- уҡый, яҙа;
- сабырһыҙлана, кейенә;
- йыуыла, төҙөлә;
- эшләтә, яҙҙыра
Яуап: |
9 |
Бирелгән һөйләмдә ниндәй рәүеш бар? Юрамал йөрөй ул, ышанма һин уға.
- төп рәүеш;
- ваҡыт рәүеше;
- сәбәп-маҡсат рәүеше;
- урын рәүеше
Яуап:
10 |
Яҡшы уҡый һүҙбәйләнешенең төрөн күрһәтегеҙ.
- ярашыу;
- башҡарылыу;
- йәнәшәлек;
- һөйкәлеү
Яуап:
11 |
Эйәрсән һөйләмдәрҙең төрөн билдәләгеҙ:
№ | Һөйләмдәр | Хәреф | Эйәрсән һөйләм төрҙәре |
1. | Кем бейек тауға һәм текә ҡаяға менмәй, шул киң яланды ла белмәй. | А | Сәбәп һөйләм |
2. | Сәбәбе шунда: беҙҙең яҡшы эшләүебеҙҙе талап итәләр. | Б | Эйә һөйләм |
3. | Юл насарлыҡтан, йыш ҡына машиналар ватыла. | В | Рәүеш һөйләм |
4. | Ҡурай моңо ни хәтлем көсәйһә, Юха шул хәтлем хәлһеҙләнә бара. | Г | Хәбәр һөйләм |
5. | Дөрөҫ итеп, намыҫ ҡушҡанса эшләргә ине. | Д | Күләм-дәрәжә һөйләм |
Таблицаға тап килгән һөйләмдәрҙең һандарын хәрефтәр аҫтына яҙығыҙ.
Яуап:
А | Б | В | Г | Д |
12 |
Бының сәбәбе шунда: ваҡ йылғаларҙың яҙмышы хаҡында хәстәрлек юҡ. Эйәрсән һөйләмдең баш һөйләмгә бәйләнеү сараһын билдәләгеҙ:
1) | интонация ярҙамында; | ||
2) | бәйләүес ярҙамында; |
3) килеш ялғауы ярҙамында;
4) мөнәсәбәт һүҙ ярҙамында
Яуап:
13 |
1-се бағаналағы грамматик хаталарға тап килгән һөйләмдәрҙе билдәләгеҙ. 1-се бағаналағы һәр позицияға икенсе бағаналағы позицияны күрһәтегеҙ.
Грамматик хаталар Һөйләмдәр
А | айырымланған хәл әйтеме булған һөйләмдә хата | 1 | Сәғидуллин ләкин был һүҙҙән нығыта төштө тауышын, күсте мәсьәләнең конкрет яғына. (А.Карнай) |
Б | һөйләмдә һүҙҙәр тәртибе боҙолған | 2 | Тауҙар, яландар, йылғалар, күлдәр бөтәһе лә бер көн эсендә ап-аҡ ҡар менән ҡапланды. |
В | тиң киҫәкле һөйләмдәрҙә хата | 3 | Бар күкрәктәр иркенәйеп китте сикләнмәгән шатлыҡ кисергәс. (Ғ.Сәләм) |
Таблицаға тап килгән һөйләмдәрҙең һандарын хәрефтәр аҫтына яҙығыҙ.
Яуап:
А | Б | В |
14 |
Хәтеремдә (?) мин мәктәпкә ҙур ҡыуаныс, шатлыҡ менән барҙым.
Ниндәй тыныш билдәһе ҡуйыла?
- өтөр;
- һыҙыҡ;
- нөктәле өтөр;
- ике нөктә
Яуап:
МИНИСТЕРСТВО ОБРАЗОВАНИЯ РЕСПУБЛИКИ БАШКОРТОСТАН
ГОСУДАРСТВЕННОЕ АВТОНОМНОЕ УЧРЕЖДЕНИЕ
ДОПОЛНИТЕЛЬНОГО ПРОФЕССИОНАЛЬНОГО ОБРАЗОВАНИЯ
ИНСТИТУТ РАЗВИТИЯ ОБРАЗОВАНИЯ РЕСПУБЛИКИ БАШКОРТОСТАН
Региональные проверочные работы (РПР)
РАБОТА УЧАЩЕГОСЯ 10 КЛАССА
ПО БАШКИРСКОМУ ЯЗЫКУ
Вариант II
Вариант №1 – баш.
ИМЯ, ФАМИЛИЯ УЧАЩЕГОСЯ _______________________________________________
КЛАСС, ЛИТЕР ______________
ОБРАЗОВАТЕЛЬНАЯ ОРГАНИЗАЦИЯ __________________________________________
_____________________________________________________________________________
РАЙОН, ГОРОД ______________________________________________________________
ДАТА ВЫПОЛНЕНИЯ РАБОТЫ ________________________________________________
Вариант II
ВАРИАНТ №1 – баш.
1-се өлөш
Тексты уҡығыҙ һәм 1-3-сө эш төрҙәрен башҡарығыҙ. |
Һай урманым, урманым! (1) Һай урманым, урманым, күпте күргән урманым минең. (2) Һинән башҡа – ерҙе, һинән айырып һыуҙы, үҙем һулаған һауаны күҙ алдына килтереп буламы? (3) Һин юҡ икән – ерҙең йәме, күрке юҡ; һин туплаған дым бөттөмө – йылғалар ҡорой, һин шифалы һутыңды сәсмәнеңме – тыны ҡурылыуҙан ерҙә әҙәм заты ҡалмаҫ ине. (4) Эйе, һин әҙәм балаларын утлы, һыулы, ризыҡлы, йорт-ерле иткәнһең. (5) Ер йөҙөндә тереклек башланғандан бирле, кешеләр һинән ни саҡлы изгелек күрҙе икән? (6) Иҫәпләп бөткөһөҙҙөр. (7) Ләкин улар бөгөн ошо хаҡта ныҡлап уйлап ҡарайҙармы? (8) Үткәндәрҙе иҫкә алып ҡына ҡалмайынса, алдағы ғүмерең тураһында ла хәстәрлек күрәләрме? (Н.Мусин.) |
1 |
Текста булған ике мөһим һөйләмде билдәләгеҙ. Ул һөйләмдәрҙең номерҙарын яҙығыҙ.
(2) Һинән башҡа – ерҙе, һинән айырып һыуҙы, үҙем һулаған һауаны күҙ алдына килтереп буламы?
(3) Һин юҡ икән – ерҙең йәме, күрке юҡ; һин туплаған дым бөттөмө – йылғалар ҡорой, һин шифалы һутыңды сәсмәнеңме – тыны ҡурылыуҙан ерҙә әҙәм заты ҡалмаҫ ине.
(7) Ләкин улар бөгөн ошо хаҡта ныҡлап уйлап ҡарайҙармы?
(8) Үткәндәрҙе иҫкә алып ҡына ҡалмайынса, алдағы ғүмерең тураһында ла хәстәрлек күрәләрме?
Яуап:
2 |
Текстан атама һөйләмде табып, номерын яҙығыҙ.
Яуап:
3 |
Текстан синонимдарҙы табып яҙығыҙ.
Яуап:
_____________________________
4 |
Алтын тояҡ, ҡурғаш ял,
Һай, күк толпар, күк толпар...
Аҫтына һыҙылған һүҙҙәр ниндәй һүрәтләү сараһына инә?
- сағыштырыу;
- эпитет;
- метафора;
- метонимия
Яуап:
5 |
Баҫым беренсе ижеккә төшкән һүҙҙәр нисәнсе юлда бирелгән:
1 алмағас, уҡыусы, дәрес;
2 таштай, башҡортса;
3 ҡайҙа, ҡасан, ниндәй, нисә;
4 минең, һинең, уға.
Яуап:
6 |
Ҡайһы юлда һүҙҙәргә ялғау дөрөҫ ҡушылмаған?
- артисҡа, поезға;
- июндә, лагерҙа;
- календарға, секретарға;
- сентябрҙа, класста.
Яуап:
7 |
Яһаусы ялғаулы һүҙҙәр бирелгән юлды билдәләгеҙ.
- китапты, дәрестә, малайҙар;
- уҡыусы, юлдаш, ташлыҡ;
- килмәксе, һыуҙы, ауылым;
- ҡошсоҡ, урманда, егеттең.
Яуап:
8 |
Төшөм йүнәлеше ҡылымдары бирелгән юлды билдәләгеҙ:
- һөйләй, көлә;
- уҡыта, эшләтә;
- йыуына, кейенә;
- ултыртыла, йырлана.
Яуап: | |||||
9 |
Бирелгән һөйләмдә ниндәй алмаш бар? Бөтәһе лә аптырауҙан шаҡ ҡатып ҡалды.
- зат алмашы;
- күрһәтеү алмашы;
- билдәләү алмашы;
- һорау алмашы.
Яуап:
10 |
Ауылда йәшәй һүҙбәйләнешенең төрөн күрһәтегеҙ.
- ярашыу;
- башҡарылыу;
- йәнәшәлек;
- һөйкәлеү
Яуап:
11 |
Эйәрсән һөйләмдәрҙең төрөн билдәләгеҙ:
№ | Һөйләмдәр | Хәреф | Эйәрсән һөйләм төрҙәре |
1. | Алмағастар күкрәп үҫкән ергә күкрәп үҫкән йорттар һалабыҙ. (Н.Нәжми) | А | Ваҡыт һөйләм |
2. | Һиңә шундай бер үтенес бар: бер йырла әле. | Б | Маҡсат һөйләм |
3. | Гөлйөҙөмдөң хаты яҙылып бөтөүгә, Хәмдиә килеп инде. (Һ.Дәүләтшина) | В | Рәүеш һөйләм |
4. | Сәлим олатай, йәштәр ҙә ҡушылһын өсөн, “Порт-Артур”ҙы башланы. | Г | Урын һөйләм |
5. | Дөрөҫ итеп, намыҫ ҡушҡанса эшләргә ине. | Д | Аныҡлаусы һөйләм |
Таблицаға тап килгән һөйләмдәрҙең һандарын хәрефтәр аҫтына яҙығыҙ.
Яуап:
А | Б | В | Г | Д |
12 |
Мәстүрә ҡарсыҡ сәй табынын әҙерләп бөтөүгә, Фариза килеп инде. (Ә.Хәкимов) Эйәрсән һөйләмдең баш һөйләмгә бәйләнеү сараһын билдәләгеҙ:
1) | интонация ярҙамында; | ||
2) | бәйләүес ярҙамында; |
3) килеш ялғауы ярҙамында;
4) мөнәсәбәт һүҙ ярҙамында
Яуап:
13 |
1-се бағаналағы грамматик хаталарға тап килгән һөйләмдәрҙе билдәләгеҙ. 1-се бағаналағы һәр позицияға икенсе бағаналағы позицияны күрһәтегеҙ.
Грамматик хаталар Һөйләмдәр
А | айырымланған хәл әйтеме булған һөйләмдә хата | 1 | Барыһы ла минең йөрәгемдә Сал Уралым, көмөш Иҙелем. (Х.Кәрим) |
Б | һөйләмдә һүҙҙәр тәртибе боҙолған | 2 | Ләкин сит ауылдан килеүселәр һуң булыуға ҡарамаҫтан ҡайтырға сыҡтылар. |
В | тиң киҫәкле һөйләмдәрҙә хата | 3 | Телевизорлы, матур йыһазлы, зәңгәр верандалы, алты мөйөшлө яңы өйҙә йәшәй хәҙер Сәғиҙә. (Ф.Рәхимғолова) |
Таблицаға тап килгән һөйләмдәрҙең һандарын хәрефтәр аҫтына яҙығыҙ.
Яуап:
А | Б | В |
14 |
Ҡырмыҫҡа ҡанатландымы (?) ямғыр яуа. Ниндәй тыныш билдәһе ҡуйыла?
- өтөр;
- һыҙыҡ;
- нөктәле өтөр;
- ике нөктә
Яуап:
По теме: методические разработки, презентации и конспекты
Фонетика,орфоэпия,графика һәм орфография буенча белемнәреңне тикшерү
Бирелгән дидактик материал укучыларның мөстәкыйль эшен оештыру өчен кулланыла....
Фазыл Шәех поэзиясенең тематик төрлелеге. Фәнни-тикшерү эше.
Бу фәнни-тикшерү эше якташыбыз, Алабуга халкының горурлыгы булган Фазыл Шәех иҗатын тирәнтен өйрәнү максатыннан чыгып башкарылды....
ТУКАЙ ИҖАТЫНДА ТИҢДӘШ КИСӘКЛӘР (Г.Тукайның тууына 126 ел ) Дәрес-презентация милли-региональ компонентларга нигезләнеп үткәрелә
1.Тукай иҗатына нигезләнеп,тиңдәш кисәкләрне гомумиләштереп ...
ТУКАЙ ИҖАТЫНДА ТИҢДӘШ КИСӘКЛӘР (Г.Тукайның тууына 125 ел ) Дәрес-презентация милли-региональ компонентларга нигезләнеп үткәрелә.
Тукай иҗатына нигезләнеп,тиңдәш кисәкләрне гомумиләштереп кабатлау, белем күнекмәләрен камилләштерү, системага салу, практикада куллану...
"Давыдов укулары" региональ конференциядә катнашу
укучылар белән конференциядә катнашу...
Инша - иҗади фикерләү чыганагы (Иҗади язма эшләрдә, сөйләм үстерү дәресләрендә җирле региональ компоненттан файдалану тәҗрибәсе)
Сөйләм үстерү дәресләрендә Алабуга төбәгендә яшәп иҗат итүче әдипләрнең әсәрләрен куллану....
Региональ тикшереү эштәре
Башҡорт теленән региональ тикшереү эштәре (рус мәктәптәре)...