2-се класс
рабочая программа по теме
Предварительный просмотр:
Аңлатма яҙыу
Башҡорт теле Башҡортостан Республикаһының дәүләт теле булып һанала. Башҡорт теленең метапредмет белем биреү функцияһы мәктәптә бала шәхесен формалаштырыуҙа универсаль, дөйөмләштереү характерына эйә булыуында. Башҡорт теле уҡыусыларҙың фекер үҫешенә булышлыҡ итә; интеллектуаль һәм ижади һәләттәрҙе үҫтерә; белем, күнекмәләрҙе үҙ аллы үҙләштереү һәләттәрен үҫтерә; уҡыусыларҙың үҫтереүсе уҡыу эшмәкәрлеген ойоштора.
Дәрестән тыш эшмәкәрлекте уҡытыу маҡсаттары
1) уҡыусыларҙа коммуникатив компетенция формалаштырыу: башҡорт телендә һөйләгәнде, уҡығанды тыңлау, аңлау күнекмәләрен булдырыу; элементар кимәлдә һөйләшергә, яҙырға өйрәтеү;
2) уҡыусыларҙың уҡыу күнекмәләрен, фекерләң ҡеүәһен, хәтерен, иғтибарын, ижади һәләттәрен үҫтереү;
3) башҡорт телен өйрәнеү процесында башҡорт халҡының рухи байлығы, ауыҙ-тел ижады, күренекле шәхестәре, йолалары, байрамдары менән таныштырыу, Башҡортостанда йәшәүсе халыҡтарға ихтирамлы ҡараш, милләт-ара дуҫлыҡ төшөнсәләрен формалаштырыу.
Дәрестән тыш эшмәкәрлекте уҡытыу өсөн бурыстар
* уҡыусының телмәрен, фекерләү, күҙ алдына килтерә алыу, аралашыу үҙенсәлектәренә, щарттарына ярашлы тел саралары һайлай белеү мөмкинлеген үҫтереү,
* федераль дәүләт белем биреү стандарттары талаптарын тормошҡа ашырыу,
* дөрөҫ яҙыу, уҡыу, диалогта ҡатнашыу, ауыр булмаған монолог, ҙур булмаған күләмдәге яҙма тасуирлау, хикәйәләү текстарын төҙөй белеү,
* башҡорт теленә позитив эмоциональ-баһалы ҡараш, уның уникаллеген, таҙалығын һаҡлауға яуаплылыҡ тойғоһо тәрбиәләү; телгә ҡыҙыҡһыныу, телмәрҙе яҡшыртыуға ынтылыш уятыу.
Дәрестән тыш эшмәкәрлек буйынса йөкмәткене үҙләштереү һөҙөмтәләре
шәхсән һөҙөмтәләр:
- тел кешеләрҙең аралашыу сараһы икәнде аңлау, үҙләштереү;
- башҡорт телен милли мәҙәниәттең бер күренеше тип ҡабул итеү;
- дөрөҫ һөйләү теле һәм яҙма тел кешенең индивидуаль мәҙәнилеге күрһәткесе;
- үҙ телмәренә иғтибарлы булып үҙ-үҙен баһалау һәләтлелеге;
метапредмет һөҙөмтәләр:
- белем алыу (уҡыу-уҡытыу) бурыстарын хәл итеү өсөн төрлө сығанаҡтарҙан кәрәкле мәғлүмәт табыу маҡсатында, телде ҡуллана белеү оҫталығы;
- аралашыуҙың маҡсаты, бурысы, сараһы, тел шарттарында ориентирлашыу;
- телмәрҙе һәм аралашыу ситуацияһын иҫәпкә алып, коммуникатив бурыстарҙы (диалог, монологик телмәр, яҙма текстар) уңышлы атҡарыу маҡсатында, адекват телмәр сараларын һайлап ала белеү;
- үҙ фекереңде һәм позицияңды мөмкин тиклем теүәл итеп аңлатырға ынтылыу;
- һорауҙар биреү оҫталығы.
предмет һөҙөмтәләре:
- башҡорт әҙәби теле нормалары (орфоэпик, лексик, грамматик) һәм телмәр этикеты ҡағиҙәләре тураһында башланғыс төшөнсә алыу;
- орфографик ҡағиҙәләрҙе һәм тыныш билдәләрен (өйрәнелгән күләмдә) ҡуйыу ҡағиҙәләрен белеү;
- өн, хәреф, һүҙ өлөшө, телмәр киҫәге, һөйләм киҫәге, ябай һөйләм кеүек (өйрәнелгән күләмдә) тел берәмектәрен таба, сағыштыра, классификациялай (бүлә), ҡылыҡһырлай (характеристика бирә) алыу оҫталығы;
үҙеңдең ғәмәлдәреңде контролдә тотоу, әйткәнде һәм яҙғанды тикшерә белеү һәләтлеге.
4 – се класта дәрестән тыш эшмәкәрлек йөкмәткеһе
Танышыу. Мин танышам. Һин кем? Һеҙ кем? Һинең исемең нисек? Һин ҡайҙан? Һиңә нисә йәш? һорауҙарын үҙләштереү. Танышыу диалогын төҙөргә өйрәнеү. Башҡорт теленең үҙенсәлекле өндәре.
Был – мин. Тән өлөштәре. Башҡорт теленең һуҙынҡы өндәре һәм хәрефтәре. Минең, һинең, уның алмаштары. Нимә булды? һорауы. Үҙе тураһында бирелгән һорауҙарға яуап бирә белеү.
Минең ғаиләм. Бармы? Кем? Нимә эшләй? Нимә эшләргә тейеш? һорауҙары. Ғаилә ағзалары тураһында өлгөгә оҡшатып һөйләү. Сифат тураһында башланғыс төшөнсә. Башҡорт телендә баҫым.
Мин нимә яратам? Нимә менән? Тема буйынса яңы һүҙҙәрҙе телмәрҙә ҡулланырға өйрәтеү. Яратҡан нәмә тураһында һөйләргә өйрәнеү.
Минең мәктәбем. Мәктәп ниндәй? Был нимә? Бармы? Нимәһеҙ? Класс ниндәй? Кемдеке? Нисек ? Ҡайҙа? Нимә эшләйем? һорауҙары. Ситуациялар буйынса диалог ҡороу. Яратҡан шөғөл, дәрестән тыш эшмәкәрлек, көн тәртибе тураһында әңгәмәләр ойоштороу. Һүҙлектәр менән эш итергә өйрәнеү. Тәржемә итеү күнекмәләре, өлгө буйынса, парҙарҙа, төркөмдәрҙә эшләү. Һөйләм. Һорау һәм хәбәр һөйләмдәр. Исем һүҙ төркөмө тураһында башланғыс төшөнсә.
Минең уйынсыҡтарым. Мин уйнарға яратам. Мин уйнарға сығам. Нимә? Нимәләр? Нимә эшләйбеҙ? Ниндәй? Нимә эшләмә? Миңә нимә кәрәк? Нисәнсе? һорауҙарын үҙләштереү. Төҫтәрҙе үҙләштереү. Уйнаған уйындар тураһында һорауҙарға яуап биреү, диалог, монолог төҙөү. Тәртип һандарын үҙләштереү.
Минең кескәй дуҫтарым. Мин тәбиғәтте яратам. Был нимә? Нимәләр? Нимә эшләйҙәр? һорауҙарын үҙләштереү.Төркөмдә проект төҙөй белеү. Йорт хайуандары, ҡоштары, йәнлектәр, ағас, сәскә исемдәре, дарыу үләндәре, бөжәк атамалары менән танышыу, телмәрҙә дөрөҫ ҡулланырға өйрәнеү.
Мин ял итәм. Хайуандар, ҡоштар донъяһын өйрәнәм. Йәйге каникул, үҙеңде тотоу, хәүефһеҙлек ҡағиҙәләре, һаулыҡты һаҡлау, нығытыу тураһында һөйләшеү.
Үтелгән материалды ҡабатлау, нығытыу, тел һәм телмәр күнекмәләрен үҫтереү.
Календарь-тематик план
Т/н | Дәрестең темаһы | Сәғәт һаны | Датаһы | Иҫкәрмә |
1 | Танышыу. Һин кем? Һеҙ кем? Һинең исемең нисек? | 1 | 7.09.17 | |
2 | Һин ҡайҙа йәшәйһең? Һиңә нисә йәш? | 1 | 14.09.17 | |
3 | Был – мин. Тән өлөштәре. | 1 | 21.09.17 | |
4 | Минең ғаиләм. | 1 | 28.09.17 | |
5 | Бармы? Кем? Нимә эшләй? | 1 | 5.10.17 |
|
6 | Мин нимә яратам? | 1 | 12.10.17 | |
7 | Нимә менән? | 1 | 19.10.17 | |
8 | Минең мәктәбем. | 1 | 26.10.17 | |
9 | Мәктәп ниндәй? Класс ниндәй? | 1 | 9.11.17 | |
10 | Мин мәктәпкә йыйынам. Мин уҡыусы. Мин дәрестә. | 1 | 16.11.17 | |
11 | Кемдеке? Нисек ? Ҡайҙа? | 1 | 23.11.17 | |
12 | Минең уйынсыҡтарым. | 1 | 30.11.17 | |
13 | Нимә эшләмә? Миңә нимә кәрәк? Нисәнсе? | 1 | 7.12.17 | |
14 | Мин уйнарға яратам. | 1 | 14.12.17 | |
15 | Мин уйнарға сығам. | 1 | 21.12.17 | |
16 | Миңә нимә кәрәк? Нисәнсе? | 1 | 28.12.17 | |
17 | Минең кескәй дуҫтарым. | 1 | 18.01.18 | |
18 | Был нимә? Ниндәй? Ни эщләй? | 2 | 25.01.18 | |
19 | Мин ял итәм. | 1 | 1.02.18 | |
20 | Ҡайҙа? Ҡайҙан? | 1 | 8.02.18 | |
21 | Ҡайҙа? Ҡасан? | 1 | 15.02.18 | |
22 | Был нимә? | 1 | 22.02.18 | |
23 | Нимәгә? Ҡабатлау. | 1 | 1.03.18 | |
24 | Минең кескәй дуҫтарым. Ҡабатлау. | 1 | 15.03.18 | |
25 | Ҡасан? Иртән, төшөн, кисен. | 1 | 22.03.18 | |
26 | Ҡасан? Сәғәт нисәлә? | 1 | 5.04.18 | |
27 | Нимә менән? | 1 | 12.04.18 | |
28 | Нимә эшләйбеҙ? | 1 | 19.04.18 | |
29 | Нимә эшләйбеҙ? Көн тәртибе. | 1 | 26.04.18 | |
30 | Йәйге каникулда. Ҡабатлау. | 1 | 3.05.18 | |
31 | Балалар уйындары. | 1 | 10.05.18 | |
32 | Ғаилә байрамдары. | 1 | 17.05.18 | |
33-34 | Үтелгәндәрҙе ҡабатлау, йомғаҡлау. | 2 | 24.05.18 31.05.18 |
Дәрестән тыш эшмәкәрлекте уҡытыуҙы методик, матди-техник яҡтан тәьмин итеү:
- Уҡытыу рус телендә алып барылған дөйөм белем биреү ойошмаларының 1– 4 се кластары өсөн “Башҡорт теле” (дәүләт теле булараҡ) предметы буйынса белем биреү өлгө программалары /авт.-төҙ. Дәүләтшина М.С.. – Өфө: Китап, 2017.
- “Башҡорт теле”дәреслегенә методик ҡулланма: уҡытыу рус телендә алып барылған дөйөм белем биреү ойошмаларының 1– 4 –се кластары өсөн (башҡорт телен дәүләт теле булараҡ өйрәнеүселәр өсөн) / М.С.Дәүләтшина, Н.Н. Кинйәбаева, Г.М.Садыҡова. – Өфө: Китап, 2017.
- Башҡорт теле: уҡытыу рус телендә алып барылған мәктәптәрҙә башҡорт телен өйрәнеүсе 2–се класс уҡыусылары өсөн дәреслек/
Толомбаев Х.А., Дәүләтшина М.С., Ғиниәтуллина Ф.М., Кинйәбаева Н.Н. – Өфө: Китап, 2014.
- Дәүләтшина М.С. Башҡорт телен уҡытыу методикаһы: башҡорт теле дәүләт теле итеп уҡытылған мәктәптәр өсөн. 1– се киҫәк. – Өфө: Китап, 2010.
- Дәүләтшина М.С., Ғәбитова З.М. Башҡорт телен уҡытыу методикаһы: башҡорт теле дәүләт теле итеп уҡытылған мәктәптәр өсөн. 2– се киҫәк. – Өфө: Китап, 2011.
- Ғәбитова З.М. Телмәр үҫтереү дәрестәре. Башҡорт телен дәүләт теле итеп өйрәнеүселәр өсөн. – Өфө: Китап, 2010.
- Ғәбдрәхимова Л.М. Хәрефтәр донъяһында.– Өфө: Китап, 2009.
- Баһауетдинова М.И., Баһауетдинова Н.М., Йәғәфәрова Г.Н. Интеллектуаль уйындар/Методик ҡулланма. – Өфө: Китап, 2011.
- Толомбаев Х.А., Дәүләтшина М. С., Сиразетдинов 3. Ә. Башҡортса өйрәнәйек. Урыҫ мәктәптәренең 1– 4 се кластары өсөн башҡорт теленән электрон дәреслек. – Өфө: Мәғариф министрлығы, 2003.
- Журналдар: «Башҡортостан уҡытыусыһы», «Аҡбуҙат», «Аманат».
Материаль – техник саралар:
Телевизор, мультимедия проекторы, видеомагнитофон, интерактив мәктәп таҡтаһы, компьютер.
По теме: методические разработки, презентации и конспекты
Авторские произведения учащихся литературного кружка "Вдохновение" (Виктория Баева (6-8 класс), Софья Орлова (8-9 класс), Яна Масная (10-11 класс), Надежда Медведева (10-11 класс)
Авторские произведения учащихся литературного кружка "Вдохновение" (Я. Масная (10-11 класс), Н. Медведева (10-11 класс), В. Баева (6-8 класс), С. Орлова (8-9 класс)...
Рабочая программа по географии на основе авторской программы Т.П. Герасимовой 6 класс), И.В. Душиной (7 класс), И.И. Бариновой (8-9 классы) при нагрузке 2 часа в каждом классе основной общеобразовательной школы
Программа содержит пояснительную записку, перечень мультимедийного обеспечения для использования на уроках географии, также содержит обязательный региональный компонент по географии Ростовской области...
Рабочие программы по математике для 5 класса, по алгебре для 8 класса. УМК А. Г. Мордкович. Рабочие программы по геометрии для 7 и 8 класса. Программа соответствует учебнику Погорелова А.В. Геометрия: Учебник для 7-9 классов средней школы.
Рабочая программа содержит пояснительную записку, содержание учебного материала, учебно - тематическое планирование , требования к математической подготовке, список рекомендованной литературы, календа...
Тематическое планирование по математике 5- 11 класс автор Мордкович, по физике 7-9 класс Громова, физике 10-11 класс Мякишева, факультативные курсы 9-11 классы по математике
В данном файле вложено тематическое планирование по математике. алгебре, геометрии, физике с 5 по 11 класс...
Рабочая программа по направлению: "Швейное дело" 6 класс 2018-2019г., 7 класс 2019-2020г., 8 класс 2020-2021г., 9 класс 2021-2022г.
Рабочая программа по направлению: "Швейное дело" 6 класс 2018-2019г., 7 класс 2019-2020г., 8 класс 2020-2021г., 9 класс 2021-2022г....
Рабочая программа по направлению: "Цветоводство и декоративное садоводство" 5класс 2019-2020гг.,6 класс 2020-2021гг., 7 класс 2021-2022гг.,8 класс 2022-2023гг., 9 класс 2023-2024гг.
Рабочая программа по направлению: "Цветоводство и декоративное садоводство" 9класс 2023-2024гг.",...
КТП 5 класс ФГОС 2019-2020,РП 5 класс ФГОС 2020-2021, РП 5 класс ФГОС 2021-2022 , РП 6 класс ФГОС 2022-2023
Учебник алгебра 5 класс. Авторы : Г.В. Дорофеев , С.В. Суворова, Е.А. Бунимович , Л.В. Кузнецова , С.С. Минаева, Л.О. Рослова....