Эссе. Я - учитель
материал на тему
Предварительный просмотр:
Эссе.
Мин – уҡытыусы.
Уҡытыусы !
Ниндәй гүзәл исем!
Кеше итеп һине әҙерләй,
Тормоштоң ул көрәшсеһе итә,
Кескенән һөйә, ҡәҙерләй!
Р.Ғарипов
Уҡытыусы…Эйе, ябай бер һүҙ. Ә унда күпме тәрән мәғәнә ята.
Уҡытыусы! Был һүҙҙәр һәр бер кеше күңеленең иң төбөндә уйылып ҡалған яҡты һүҙҙәр.
Тәү тапҡыр аяҡ баҫҡан, белем усағының ишектәрен үрелеп асҡанда ла, һине ҡаршылаған кеше – ул уҡытыусы. Һинең тәүге серҙәшең. Һин уның менән бергә ҡулға-ҡул тотоношоп яңы донъяға аяҡ баҫаһың. Абынған саҡтарыңда –таяныс, ауыр ваҡыттарҙа -ярҙамсы, кәңәшсе лә.
Донъяла күп төрлө һөнәр эйәләре бар. Тик уларҙың һәр береһен уҡытыусы тәрбиәләгән, белем серҙәрен асҡан. Уҡытыусы һәр бер балаға яҡтылыҡ өләшеүсе лә .
Донъя ҙур, әммә бала саҡтың хыялы унан да олораҡ! Ә күңелдәргә хыял утын тоҡандырыусы кеше бөйөк! Ҡулдарыңа ҡәләм тоттороп, әлифба хәрефтәрен яҙырға өйрәткән, ерҙең һәр биҙәген яратырға өндәгән, һәр йондоҙло бейек күктәргә алып менгән беренсе уҡытыусы ҡараштары гел күҙ алдымда. Башланғыс кластарҙа уҡ уҡытыусы булырға хыяллана торған инем.Һәр көн ашҡынып мәктәпкә барыуым, мәктәптән ҡайтышлай иптәш ҡыҙҙарым менән уҡытыусы булып, һөйләшеп ҡайтып килеүҙәрем, өйҙә апайым менән алдыбыҙға таҡта ҡуйып, аҡбур менән яҙышып, уҡытыусы булып уйнауыбыҙ, әле булһа күҙ алдымда… Уҡыусыларҙың һөйөүен тойоу уҡытыусыны ҡанатландыра. Һәр уҡыусыны булдыҡлылыҡҡа, әүҙемлеккә өйрәтеү, кәрәк урында хуплау, ҡыҙыҡһыныуын үҫтереү – минең педагогик хеҙмәтемдең мөһим бурыстары.
Уҡытыусы… Мөләйем йөҙлө, сабыр ҡарашлы, талапсан һәм шул уҡ ваҡытта кешелекле лә. Тормошоноң ауыр миҙгелдәре, күргән хәсрәттәре маңлайына һырҙар булып ятҡан, сәстәренә сал булып һырылған. Ләкин күҙҙәренән күңеленең яҡтылығы нур булып ағыла.
1991 йыл. Минең был изге хыялым тормошҡа ашты: мин-уҡытыусы. Парта артында миңә һынап та, яратып та, ҡыҙыҡһынып та ҡараған балалар. Улар бит беҙҙең киләсәк. Ниндәй булыр ул? Уҡытыусы булғас ҡына, минең яҙмышым илем, телем, халҡым яҙмышы менән бер тамырға барып тоташҡанын аңланым. Үҙ көнөм өсөн генә түгел, халҡым киләсәгенә лә яуаплы икәнмен.
Уҡытыусымын!Һөйөнөп эшкә барам,
Байрам кеүек миңә һәр көнөм.
Балалар һәм мәктәп- бар байлығым,
Үҙем тапҡан бәхет бөртөгөм.
Уҡытыусы дәрескә керҙе. Юҡ, бүлмәгә уҡытыусы түгел, унда … ҡояш керҙе. Уҡытыусы – ҡояш…Бына ул ашыҡмай ғына портфелен ҡуйҙы. Күҙлеген алып кейҙе һәм уҡыусыларына яғымлы ҡараш ташланы. Балалар “уҡытыусы апайыбыҙ нимә әйтер икән?” тип уға төбәлде. Ә уҡытыусы, ғәҙәттәгесә йомшаҡ, тигеҙ тауыш менән мөғжизәле белем иленә алып китте. Был – минең уҡытыусыларым тураһында хәтирәләрем.
Йылдар үтеп күберәк тәжрибә туплаған һайын, уҡытыусы һөнәренең ҡөҙрәтле көсөнә инанам. Мине ошо яуаплы һөнәрҙе һайлауға ниндәй көс этәрҙе һуң?
"Һәр яҡлы үҫешкә, рухи байлыҡҡа көсләп өлгәштереп булмай. Кеше үҙе ынтылырға тейеш”,- тигән билдәле педагог Л.В.Занков. Белемгә, яңылыҡҡа ынтылыш булғанда ғына бала күңелендә осҡон ҡабына. Уҡытыусы тарафынан дөрөҫ ойошторолған дәрес – ошо осҡондо тоҡандырыусы ут сатҡыһы.
Баланы ысын күңелдән яратҡан кеше генә уның менән тығыҙ бәйләнеш булдыра ала. Тәүге уҡытыусым Зилара Һиҙиәт ҡыҙы, йөрәгем түрендә ҡалдырған итәғәтле, кешелекле мөнәсәбәте, ошо яуаплы һөнәрҙе һайлауға этәргес көс биргәндер. Ә әсә телемә һөйөү уятҡан, күңелемә иман нуры һалған кеше – башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусым Әбүбәкирова Мәүлиҙә Әхсан ҡыҙы. Изгелекле, йор һүҙле уҡытыусыларым тормошта үҙ урынымды табырға ярҙам итте. Уҡытыусы тап шундай өлгөлө шәхес булырға тейеш тә инде. Уҡыусы уҡытыусының ҡылығына ла, һөйләшеүенә лә, кейеменә лә ҡарап өлгө ала. Оло йөрәкле уҡытыусының уңыш сере – балаларҙың ышанысын, ихтирамын яулауында.
Башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы булараҡ, мин ата-бабанан ҡалған ҡиммәтте, быуаттар дауамында камиллашып барған мираҫты, туған телебеҙҙе, нигеҙенә халҡыбыҙҙың ҙур тормош тәжрибәһе һәм тәрән аҡылы һалынған ғөрөф- ғәҙәттәрҙе һаҡлау зарур тип иҫәпләйем.
Уҡытыусы булып эшләй башлауыма 25 йыл инде үҙемдең туған коллективым да, мәктәбем дә, оло йөрәкле кешеләр араһында эшләп йөрөйөм. Сығарылыш класс уҡыусылары килеп, минең хәлемде белешеп, кәңәш һорап киткеләйҙәр. Ошо үҙе ҙур ҡыуаныс түгелме?!.
Белем биреүҙә төп күрһәткес – һөҙөмтәлелек. Уҡытыу процесында техник сараларҙы файҙаланыу, уҡыуҙа артта ҡалыусыларға ярҙам, һәләтле балалар менән индивидуаль эш – былар бөтәһе лә йылдан – йыл яҡшы һөҙәмтәләр бирә. Уҡыусыларҙың белем кимәле, юғары уҡыу йорттарына инеү, олимпиадала һәм конкурстарҙа әүҙем ҡатнашып, призлы урындар яулау – ижади хеҙмәттең төп һөҙөмтәһе. Район кимәлендә уҙғарылған ата-бабаларҙың быуындар селберен төҙөп “Шәжәрә” байрамында “Иң яҡшы шәжәрә” номинацияһын алдыҡ. “Республикама дан йырлайым” исемле иншалар конкурсынан да ситтә ҡалмай йыл һайын ҡатнашып Мөфтәхова Аделина, Ғәйнүтдинова Аделина һәм Ғәнеева Зилә кеүек ҡыҙҙарым еңеүселәр сафындалар. Башҡорт халҡының милли батыры Салауат Юлаевтың шиғырҙарын яттан һөйләү конкурсында район кимәлендә беренселекте яулап, ә инде артабан Салауат районы Малаяҙ ауылындағы Салауат Юлаев музеенда көс һынашып Шәрипов Илсаф өсөнсө урын алды. Боронғо башҡорт ҡомартҡыһы “Урал батыр” эпосын 3 йыл рәттән ятлап, район кимәлендә беренсе урынды Ғәнеева Зилә яуланы. “Һаумы-һаумы әкиәт” конкурсында ла яратып ҡатнашабыҙ.
Урғалы мәктәбендә оҙаҡ йылдар эшләп, класс етәкселеген дә алып барам. Быйылғы йылда 7 А класын етәкләймен һәм бер конкурстарҙан да ситтә ҡалмай ҡатнашып алдынғылар сафында киләбеҙ. Үткән уҡыу йылында “Иң яҡшы класс” тигән маҡтаулы исемгә лайыҡ булып, грамота һәм тәмлекәстәр менән һыйландыҡ.
Мин уҡытыусы ғына түгел, ә өс балаға ғүмер биргә әсә лә.Эшемдә минең ошо үрҙәргә үрләү , юғары һөҙөмтәләргә ирешеүҙә минең татыу ғаиләм дә тос өлөш индерә. Тормош иптәшем икенсе милләттән булһа ла, минең эшемә ул иң беренсе булып ярҙам ҡулын һуҙыусы.
Уҡытыусы оҫталығы - үҙ һөнәрен үҫтереү өҫтөндә өҙлөкһөҙ эҙләнеүендә, башҡаларҙы ҡабыҙыуҙа. Шул ваҡытта ғына беҙҙең йөрәгебеҙҙә тыныслыҡ та, ышаныу ҙа, мөхәббәт тә урын алыр. Бөтәһе лә үҙебеҙҙең ҡулыбыҙҙа. Өмөт булһа, бөтәһе лә була. «Өмөтлө көн күрер, өмөтһөҙ гүр күрер”,- тип белмәйенсә әйтмәгән бит халыҡ. Беҙ балаларҙың, ата-әсәләрҙең, илебеҙҙең өмөтөн аҡлаусы,яҡлаусы һөнәр эйәләре.
Донъяла ниндәй генә һөнәрҙәр йәшәмәһен һәм барлыҡҡа килмәһен, ә мөғәллимәлек шулар араһында иң яуаплыһы, иң изгеһе булып ҡаласаҡ.Сөнки, ул киләсәккә хеҙмәт итә, алдағы көнгә белем орлоҡтары сәсә.Тиртеп сыҡҡан шытымдары артынан да иғтибар менән күҙәтә. Яҡшылары өсөн ҡыуаналыр, насарҙары өсөн уфтаналыр…Был һөнәр тырышлыҡ, түҙемлек, сабырлыҡ талап итә.Уҡытыусы, минеңсә , ғүмере буйы уҡытыусылыр. Мин был ауыр йөктө үҙ елкәмдә тоям һәм уҡытыусы һөнәрен һайлауыма бик шатмын.
По теме: методические разработки, презентации и конспекты
Эссе «Я – учитель!» на конкурс учитель года Кубани 2015 Уважение профессии учитель через любовь к делу и ученикам
Эссе представленно на тему: "Уважение профессии учитель через любовь к делу и ученикам" содержит размышления педагога о значении и важности профессии учитель. Рассматриваются в эссе этапы становления ...
Эссе «Я – учитель» в рамках муниципального этапа всероссийского конкурса "Учитель года-2016"
Работа раскрывает мотивы выбора учительской профессии, отражает собственные педагогические принципы и подходы к образованию, понимание миссии педагога в современном мире....
Эссе "Я - учитель" (для конкурса "Учитель года Ромненского района - 2016")
Эссе "Я - учитель" на районный конкурс педагогического мастерства "Учитель года Ромненского района - 2016"...
"Учитель года 2016" Эссе "Я - учитель"
Знаю лишь одно, что моё призвание – школа, ученики, которым я отдаю свою любовь, и радость общения с ними.И как бы ни складывалась моя жизнь дальше, но любовь и уважение моих учеников и их родителей -...
Участие в областном конкурсе "Учитель года 2016". Эссе "Я - учитель"
Данное эссе написано для участия в конкурсе "учитель года". В нём подводятся некоторые итоги учительской деятельности. Основные темы для рассуждения: роль сельской школы в развитии ребёнка, её место в...
Эссе "Я - учитель!" на конкурс Учитель года Кубани 2016 в номинации педагогический дебют
эссе на конкурс учитель года...