Тема:Әнүр Вәхитов “Һүҙ хаҡында баллада”әҫәре.
план-конспект урока на тему

Ғәзизова Әҡлимә Сәфәрғәли ҡыҙы

               Ә.Вәхитовтың ижадын өйрәнеүҙе дауам итеү.

              “Һүҙ хаҡында баллада ”әҫәренең идея-тематик йөкмәткеһен асыу.

              Уҡыусыларҙың һөйләү телмәрен,фекерләү ҡеүәһен үҫтереү.

Скачать:

ВложениеРазмер
Файл plan.docx17.25 КБ

Предварительный просмотр:

Тема:Әнүр Вәхитов “Һүҙ хаҡында баллада”әҫәре.

Маҡсат:Ә.Вәхитовтың ижадын өйрәнеүҙе дауам итеү.

              “Һүҙ хаҡында баллада ”әҫәренең идея-тематик йөкмәткеһен асыу.

              Уҡыусыларҙың һөйләү телмәрен,фекерләү ҡеүәһен үҫтереү.

 Йыһазландырыу: мультимедиалы проектор,

                               дәреслектәр,һүҙлектәр

                               мәҡәлдәр яҙылған карточкалар.

                            Дәрес барышы.

1.Ойоштороу мәле.

2.Инеш һүҙ.

-Уҡыусылар,бөгөнгө дәрес беҙҙең ябай түгел,ә бик фәһемле дәрес булыр.Сөнки беҙ һеҙҙең менән Әнүр Вәхитовтың тағы ла бер әҫәре менән танышабыҙ.

-Йәгеҙ,әйтегеҙ әле,кем ул Әнүр Вәхитов?

-Беҙ уның ниндәй әҫәре менән танышбыҙ?

-Ул әҫәр нимә тураһында?

Мультимедиалы проектор аша тема күрһәтелә.

Өҫтәлмә материал биреү.

-Яҙыусының бала сағы тураһында мәғлүмәт биреү.

4.Проблема ҡуйыу.

-Әҫәргә күскәнгә тиклем әйҙәгеҙ уның исеменә иғтибар итәйек?

-Һеҙгә ошо әҫәрҙең исемендә ниндәй һүҙ аңлашылмай.?

-Нимә ул баллада.?

Автор ошо һүҙгә ниндәй аңлатма бирә?

-Ә һүҙлектәр нимә тип төшөнсә бирә?(Һүҙлектәр аша уҡыусылар мәғәнәләрен эҙләйҙәр).

Слайдтан һүҙҙең мәғәнәһен уҡыу.Асыҡлау.

Дәрескә маҡсат ҡуйыу.

Әҫәрҙең тәүге һөйләменә иғтибар итәйек әле,балалар

Шулай итеп,бөгөн беҙ һеҙҙең менән әҫәрҙең тәүге һөйләменең мәғәнәһен асырға тейешбеҙ.

5.Әҫәрҙе анализлау.Идея-тематик йөкмәткеһен асыу.

-Был әҫәрҙә һүҙ кем тураһында бара?

-Әҫәр кем исеменән һөйләнелә?

- Кем ул Әхмәҙулла бабай?

Ул малай ҙы нимә тип шелтәләй?

-Ниндәй шәхестәрҙе иҫкә ала ул?

- Ә кемдәр улар Аҡмулла,Туҡай,Ғафури?

-Ҡыҫҡаса кем мәғлүмәт биреп китә улар тураһында?(Әҙерләнгән уҡыусылар сығыш яһайҙар)

-Әхмәҙулла бабай ниндәй хикәйәт һөйләй?

Ул уны нимә тип әйтә? (табып уҡығыҙ әле)

-Ул һөйләгән ваҡиғалар нисәнсе йылдарҙы үҙ эсенә ала?

- Халыҡты нимәгә йыялар?

-Нимә ул сход?

- Ни өсөн ас күҙле,яшыҡ бер атаман :”Һеҙ барығыҙҙа бер сыбыҡтан ҡыуылғанһығыҙ тип әйтә?

- Был һөйләмде нисек аңлайһығыҙ?

Атаман халыҡҡа ниндәй яр һала?

-Атаманға кем ярҙамға килә?

-Дәүләтбай ошо мәлдә нимә тип уйлай?

-Атама ниндәй фарман бирә?

-Үлгәндәрҙе ҡайҙа ерләйҙәр?Ул урынды халыҡ нимә тип атай?

-Дәүләтбай менән нимә була?Ни өсөн?

-Ул ниндәй вәғәҙә бирә ауылдаштарын ерләгәндә?(текстан табып уҡығыҙ)

Дәүләтбай ағайҙың артабан яҙмышы нисек хәл ителә?

-Ул үҙенең вәғәҙәһен үтәйме ?Нисек?

 Шулай итеп беҙ һеҙҙең менән әҫәрҙең эстәлеген ҡыҫҡаса анализлап үттек.Хәҙер образдарға иғтибар йүнәлтәйек әле.Кемдәр был әҫәрҙең эстәлеген аса?

Бына мин уларҙың һүрәттәрен эшләп алып килдем.Әйҙәгеҙ уларҙың характерҙары асыҡлайыҡ  әле.

Шулай итеп был әҫәргә нигеҙләнеп тормошта ниндәй кешеләр була?

-Автор был әҫәр менән нимә әйтергә теләгән?

Әҫәр беҙҙе нимәгә өйрәтә?

- Мин һеҙгә уның ҡустыһының хәтирәләрен уҡығанда бик уның дуҫтары менән уйынға сығыуы,аулаҡҡа йыйылыуҙары,ҡуна йөрөүҙәр киң таралғайны Ә унда-йыр,бейеү,таҡмаҡ әйтеш,көләмәс,әйтемдәр,йомаҡтар ҡойоу кеүек халыҡ ынйыларын тыңлап үҫкән?

-Таҡтала мәҡәлдәр әҙерләнгән.Ошо мәҡәлдәрҙе дөрөҫ урынлаштырыр кәрәк.

Әйткән һүҙ...               уҡ үтә.

Һүҙ үтмәгән ерҙә...    йөрөмәй.

Һүҙ эйәһе менән...   атҡан уҡ.

Ошо мәҡәлдәр ҡайһы образға тура килә?

Кеше һүҙе кеше үлтерә

Һүҙ әйтә белеү-үҙе аҡыллылыҡ билдәһе

-Тағы ла ниндәй мәҡәлдәр,әйтемдәр беләһегеҙ?

Йомғаҡлау.

-Шулай итеп ,беҙ бөгөнгө дәрестә нимә өҫтөндә эшләнек?

-Был әҫәр беҙҙе нимәгә өйрәтә?

-Автор нимә әйтергә теләй?

Проектор менән эш.

-Иғтибарҙы проекторға йүнәлтәйек.

Бында Р.Бикбаевтың Ә.Вәхитовҡа арнап әйткән һүҙҙәрен мин һеҙгә тәҡдим итәм.

-Р.Зәйнетдинов- рәссам.Ә.Вәхитовтың бер туған ҡустыһы.

-Ә.Вилданов-филология фәндәре кандидаты.

(Уҡып кителә слайд буйынса яҙыусы-ғалимдарҙың һүҙҙәре)

 Ә.Вәхитов шиғырҙар ҙа ижад иткән.Мин һеҙгә уның “Һүҙ”исемле  шиғырын уҡып үтәм.

Һүҙҙәр ҙә бит хас кешеләр кеүек
Берәүҙәре тора ҡысҡырып
Икенсеһе-артыҡ баҫалҡы ла
Өсөнсөһө-хатта ҡурҡыныс...
Тик барыбер һүҙҙәр донъяһына
Кеше хужа,кеше аҡылы,
Һүҙ бит үҙе кеше асылы һәм
Кеше бөйөклөгө,ялҡыны.  

 

Өй эше: Әҫәрҙән фразеологик берәмектәрҙе яҙып алырға һәм аңлатма бирергә.


По теме: методические разработки, презентации и конспекты

Тема урока: « Баллада И.Гете «Лесной царь» и перевод В.А.Жуковского. Средства создания эмоционального напряжения в балладе»

Литература6 класс  (общеобразовательный)Программно-методическое обеспечение:  Программа для общеобразовательных учреждений под редакцией В.Я.Коровиной, учебник Литература 6 класс, автор-сост...

Разработка урока на тему: «Ҡылым тураһында төшөнсә» по башкирскому языку в 3 классе в соответствии с ФГОС

Разработка урока на  тему: «Ҡылым тураһында төшөнсә»  по башкирскому языку в 3 классе в соответствии с ФГОС...

Конспект урока литературы в 9 классе на тему "В.А.Жуковский ”Светлана”. Романтические особенности баллады".

Данная разработка поможет учителю дать интересный урок, посвящённый балладе "Светлана". Большое внимание в ходе урока уделяется личности В.А.Жуковского, понятию о романтизме, а также фольклорным мотив...

Презентация к уроку искусства в 9 классе по теме "Тайные смыслы образов искусства, или загадки музыкальных хитов".

В презентации представлены интерпретации в исполнении разных исплнителей с миоровым именем классического произведения "Адажио" Томазо Альбиони...

Конспект урока в 6 классе по теме «Жанр баллады. Баллада «Робин Гуд и золотая стрела».

Много лет работала по учебнику и программе А.Г.Кутузова. Замечательные и учебник и программа. Исключение учебника из федерального перечня, по моему мнению, безобразие. В 6 классе мы изучали тему...